Latin

Айбикә - 2

Süzlärneñ gomumi sanı 4487
Unikal süzlärneñ gomumi sanı 2222
28.5 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
41.5 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
48.1 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
- Әй, бисә, бисә, ул улай ғына булмай шул. Хәҙер бына хөрриәт, донъя үҙебеҙгә ҡалды, шуға күрә беҙгә эшләргә, донъяны үҙебеҙсә ҡорорға кәрәк. Оҙаҡламай бына ярлыларҙың бөтәһенә лә ерҙе тигеҙләп бүлеп бирергә итәләр, шуның өсөн эш башында байҙар ултырмаһын, ярлылар үҙҙәре ултырһын, - тип әллә ни тиклем һөйләй ине. Айбикә ерҙәр, ярлылар, байҙар тигәндәренә төшөнһә лә, Юлдыбайҙың "эшселәр, заводтар, Ленин, Керенский, большевик, меньшевик" тигәндәрен аңлап бөтә алмай ине. Ғүмерҙә күрмәгән, ишетмәгән нәмәләр булғанға, төштә күргән кеүек кенә булып, күҙ алдына килеп өлгөрмәҫ борон таралып ҡалалар ине.

Ләкин был тыныс ваҡыттар оҙаҡҡа һуҙылманы. Юлдыбай ҡайтып бер йылдай ҙа торманы, Ҡыҙыл гвардияға яҙылып, тағы ла һуғышҡа китте.

Атаһы менән әсәһенең:

- Ҡуй, балам, йөрөмә инде. Ҡарт көнөбөҙҙә беҙҙе ташлап, ҡайҙа бараһың? Һуғыштан туйманыңмы, ҡайтып саҡ күҙебеҙгә күрендең дә, тағы китәһең! Бына килен дә нисә йыл көттө. Ул бахырға ла рәхмәт инде. Ҡартайған көнөбөҙҙә беҙҙе ташламай, һаман ҡарап торҙо. Йөрөмә инде!- тип ҡабат-ҡабат инәлеп ҡараһалар ҙа, Юлдыбай уларға ҡараманы, яңынан китте.

- Әй, әсәй, юҡҡа илашмағыҙ инде. Оҙаҡҡа китмәйем бит мин. Күп булһа, ике ай, уҙа барһа, өс ай йөрөрмөн дә, бына күрегеҙ ҙә тороғоҙ, тиҙ үк ҡайтып килермен. Хәҙер һуғышмай булмай шул. Бына бит ишетеп тораһығыҙ, ярлыларға ер бирәбеҙ, фәлән, тип алданылар ҙа, бер нәмә лә бирмәй, эш башында байҙар ултыра бирәләр. Батшаһын төшөргәс, былары ни нәмә ул, - тип өйҙәгеләрҙе әүрәтте.

Уны тағы илашып оҙаттылар. Айбикә ул ваҡытта "Тиҙ ҡайт, йәме"нән башҡа һүҙ әйтә алманы. Уның күҙ йәштәре әйтер һүҙҙәрен әйтергә ирек бирмәнеләр.

- Ул киткәс, өй, үлек сыҡҡан кеүек, бушап, ҡараңғы булып ҡалды. Әбей, һаман һөйләнеп, илауҙан туҡтаманы.

- Ирекле башын ирекһеҙ итеп, әҙәм үҙ ихтыяры менән ут эсенә ынтылыр икән... Был ниткән бала булды был, хоҙайым...

Юлдыбайҙы тиҙ ҡайтыр тип, дүрт күҙ менән көтһәләр ҙә, ул тиҙ генә ҡайта алманы. Тик ун туғыҙынсы йылдың аҙаҡтарында ул үҙенең отряды менән бик ҡабалан ғына үҙҙәренең ауылына тейеп китте. Ул ваҡытта улар ҡасып барған аҡтарҙы, шулар эсендә Ҡотлояр ҡарттың балаһы - Ишбулат офицерҙы баҫмалатып ҡыуып баралар ине. Улар иртә менән килделәр ҙә, көн буйы ҡасҡан-боҫҡандарҙы эҙләп, Ҡотлоярҙың өйҙәрен, һарай, келәттәрен тентеп, мулла балаһы Аллабирҙене ҡулға алып, кискә ҡарай ауылдан сығып та киттеләр. Айбикәгә был көн шатлыҡлы төш кенә кеүек булып ҡалғайны. Ул көндө Юлдыбайҙың үҙҙәрендә ултырып ике шәшке сәй эсергә лә ваҡыты булманы.

Фәғилә әбей менән Айбикә тиҙ генә аҙыҡ-маҙар йүнләп, бауырһаҡ бешереп, тоҡсайға тултырып, Юлдыбайға бирҙеләр. Ул:

- Юҡҡа мәшәҡәтләнәһегеҙ, - тине. Уны ла алманы. Әсәһе, уға ҡарамай, тоҡсайҙы йәшел брезент тоғона һалып ебәрҙе.

Юлдыбайҙың шул көндән бик күп үткәс кенә бер хаты килде. "Бөтә полкыбыҙ менән Петроградҡа киттек" тип яҙғайны. Шунан бирле хаты ла, хәбәре лә юҡ. Әллә үле, әллә тере. "Үҙе булһа, әллә былайтып йөрөмәҫ тә инем..." Айбикәнең күҙҙәренән эре-эре йәш бөрсөктәре тәгәрәп төштөләр. Аслыҡ йылда үлеп ҡалган ҡайны менән ҡәйнәһе күҙ алдына килде. Туры ат менән ҡыҙыл һыйырҙы ла һуйып ашанылар. Ләкин келәттә бер тәпән запас йыйып һаҡларлыҡ байлыҡ булмағас, ҡара көҙҙән үк асығып, ҡыш уртаһына яҡын үлеп ҡалдылар.

Айбикә лә асығып, күҙҙәре шешенде. Ул эт тә, бесәй ҙә, табылғанда алабута ла ашаны, йәш кеше, шулай ҙа түҙҙе. Ул арала инде Совет столовой асып, шуның менән тамаҡ ялғанып китте. Столовойҙы Ҡотлоярҙың өйөндә астылар. Ул ваҡытта ауыл Советы председателе - арғы остоң Хөсәйене, Ҡотлоярҙың яҡын кешеһе ине. Уларҙың ҡулдарынан һыҡҡандары ғына тама. Үҙҙәре, бер өйкөм генә ағай-эне, бергәләп эш күрәләр. Ботлап-ботлап аҡ он, какао, дөгөләрҙе бүлешеп алып ашайҙар. Бисәләре был аҙыҡтарҙы аҙ-аҙлап кейем-һалым, көмөш тәңкәләргә алмаштырып кейенәләр. Уларҙың һәр береһендә бер-ике ҡаҙаҡ онға йәки бер ҡаҙаҡ иткә алмашып алынған төрлө ҙурлыҡтағы самауырҙар, өлкән-өлкән яҫтыҡтар менән келәттәре тулып ята. Быны берәй кеше һиҙеп, уларға һүҙ әйтә икән, столовойҙа ашатмау менән ҡурҡыталар ине.

Ана шул ваҡытта, йортҡа өйрә, икмәк бешертергә кеше кәрәк булғас, Ҡотлояр байҙың бисәһе Ғәйшә, Айбикәне үҙенә саҡырып алып:

- Айбикә килен, былайтып асығып йөрөмә. Столовойҙан алып ашаған менән... Өйөңә яғырға утының юҡ, һыуыҡ өйҙә яңғыҙ ултырғансы, беҙгә кил. Миңә арлы-бирле эшләшерһең. Хәҙер кемгә әйтһәм, шул килә. Тик һине үҙебеҙҙеке тип кенә әйтәм, - тине.

Шул ваҡыттан бирле Айбикә Ҡотлояр байҙа тора. Шунан бирле көнө-төнө эштән бушамай, шул көндән бирле йүнләп йоҡоһо туйғаны, рәхәтләнеп ял иткәне юҡ. Шунан бирле әрләнә-тиргәлә ине.

Айбикә уйҙарының шул еренә еткәндә, төпкө өйҙөң ишеге асылған тауыш ишетелде. Ул урынынан һикереп торҙо. Ишектән Ғәйшә күренде:

- Әстәғфирулла. Яңы тороп киләһеңме? Һай-һай, йоҡлайһың да инде. Ҡыҙыл эңерҙән ятып, ҡояш сыҡҡансы...- тип һөйләнә-һөйләнә, ҡулына ҡомған тотоп, тышҡа сығып китте.

Тик әле ҡояш сығыу түгел, таң яғы яңы аллана башлағайны.


IV


Көн буйынса нуры, йылыһы менән тәнгә йылылыҡ, рәхәтлек биргән ҡояш, инде байырға яҡынлашып, тау битендәге урман артына йәшеренде. Уның нурының ҡыҙыл уттары, урмандың тигеҙһеҙ ағастары араһына теҙеп ҡуйған һөңгөләр һымаҡ, уҙалы-ҡаҙалы йыш-йыш булып теҙелеп торалар.

Айбикә тиҙ генә бейәләрен ағытты ла, һуңға ҡалыуҙан ҡурҡып, ҡабалан-ҡабалан түбәнге осҡа һыйыр көтөүенә ҡаршы китте.

Ул шулай ашығып ҡына барғанда, юлда уға уҡытыусы Хәҙисә менән Алмаҡай осранылар.

- Айбикә еңгә! Туҡта әле, туҡта! Беҙ һиңә китеп бара инек әле, ярай, үҙең тап булдың. Айбикә туҡтағыһы килмәй генә:

- Йә, ни? - тине.

Хәҙисә, уға яҡыныраҡ килеп:

- Ай, ашығырҙай булғанһың икән дә баһа! Туҡта, һөйләшәйек әле. - Шулай тигәс, Айбикә бөтөнләй туҡтаны. Ул әле һары сәсле, күк күҙле, өҫтөнә аҡ кофта менән ҡара юбка кейгән, башына ҡыҙыл яулыҡты артҡа ҡайырып бәйләгән, аяғына башалтай менән сандал кейгән асыҡ йөҙлө Хәҙисәгә, әле ҡырҡҡан ҡара сәсле, янып торған ҡара күҙле, яҙғы елгә тутлап өлгөргән ҡара-тура Алмаҡайға алмашлап ҡарай-ҡарай, йылмайып:

- Йә, ни бар? Тиҙ генә һөйләгеҙ ҙә, ана һыйырҙарым етеп килә, - тине.

Ҡыҙҙар, береһенең һүҙен икенсеһе бүлеп, ашыға-ашыға:

- Еңгә, һин бөгөн клубҡа бар. Унда собрание, шунан һуң уйын була. Бик ҡыҙыҡ була, барырһың, йәме, - тинеләр.

Айбикә, быны ишеткәс, һиҫкәнеп китте:

- Атаҡ, ҡуйығыҙ, һылыуҙарым, клубҡа барырға ҡайҙа ул... Унда барыу түгел, һеҙҙе күреп һөйләшкәнде ишетһәләр ҙә әрләрҙәр әле. Эшем дә бик күп, хатта боролорға ла ваҡытым юҡ. Ғәйшә еңгәм ишетеп ҡалһа... - тип урынынан ҡуҙғала башланы.

Ләкин Хәҙисә менән Алмаҡай уның ай-вайына ҡуйманылар. Уны ҡулынан тотоп туҡтаттылар.

- Юҡты ләпелдәп торма! Ни Ғәйшәнән ҡотоң оса һуң? Һыйырҙары кәрәк булһа, үҙе барып алыр.

- Эшем күп, тигән була, клубҡа барыу эш түгелдер шул! Ғәйшәнең һиндә ни эше бар? Әрләһәләр, тот та беҙгә кил, - тинеләр.

Айбикә, уйланып:

- Шулай ҙа... - тине.

- Бер ҙә уның шулай ҙа-мулай ҙаһы юҡ. Бараһың тигәс бараһың. Анау көндө лә ни эҙләнек, бармаған булдың, инде бармаһаң, үпкәләйбеҙ. "Еңгә" тип тә әйтмәйем, - тине Алмаҡай. Хәҙисәһе элеп алып китте.

- Бик ҡыҙыҡ ошо еңгәм. Кейек кеүек һырт биреп, ҡаса ла йөрөй. Унда әллә бер һинме? Бөтә бисәләр ҙә бара.

Айбикә бер аҙ ыңғайланды, ҡыҙҙарға ҡарап, йомшаҡ ҡына көлдө:

- Әлләсе... Тегеләрҙең киске тамаҡтарына ла ашатмағанмын, эшемде бөтөрә алһам, уйлап ҡарармын.

- Бөтөрөрһөң, эшеңде лә бөтөрөрһөң. Әле собрание һигеҙҙә генә башлана.

Айбикә көлөмһөрәп юлына китте. Алмаҡай, уның арҡаһына еңел генә шаяртып һуғып:

- Ҡара, еңгә, һүҙебеҙҙе йыҡма, - тип ҡалды.

Ҡыҙҙар һөйләшә-һөйләшә клуб ыңғайына боролдолар.

Аҡҡондоҙ йылғаһы аръяғындағы типһәнлек буйлап, ҡара болот һымаҡ күсеп, һыйыр, һарыҡ көтөүе төшөп килә ине. Айбикә күпер төбөнә килеп еткәндә, көтөүгә ҡаршы сыҡҡан ҡыҙҙар, ҡатындар, әбейҙәр, малайҙар, эркелешеп, көтөүҙең килеп еткәнен көтөп торалар ине. Уларҙың ҡайһыһы үҙ-ара һөйләшә, ҡайһылары көлөшә; бала-саға, береһен береһе этеп йығып, елкәләренә төртөп шаярышалар; ҡыҙҙар, сәстәрен һыйпап, күлдәктәрен төҙәтеп, йылмайышып, көлөшөп, ҡупшыланып, ҡулдарындағы сыбыҡтарын уйната-уйната, үҙ-ара әңгәмәләшәләр.

Көтөү быуаға килеп тығылды. Уларҙың ҡайһыһы һыу эсә, һыйырҙар, һарыҡтар аралашып, буталып, бәрәстәр тезелдәшеп баҡырышалар, һыйырҙар мөңрәшәләр, бәрәстәрен юғалтып, һарыҡтар баҡырышалар ҙа, табып алғас, еҫкәп, мыҡырлайҙар. Шул арала ҡайһы берәүҙәрҙең бәйләнеп өлгөрмәгән быҙауҙары көтөүгә ҡаршы сабып киләләр ҙә, инәләрен табып алып, ҡабалана-ҡабалана имергә йәбешәләр. Ҡатындар араһында сыр-сыу, тауыш күтәрелә.

- Ҡарлуғас еңгә! Ана, тиҙ бул, һыйырыңа быҙауың ҡушылды, һыртаҡ һыйырыңдың быҙауы, йүгер, ана, әле генә ҡушылды, тиҙ бул! - тип ҡысҡыралар.

Быны күреп ҡалған Ҡарлуғас, ҡабаланып, ахылдап йүгереп барып, быҙауының томшоғон инәһенең елененән һелкә тартып ала ла, итәгенә йәбешеп, эшкә оронсоҡлаған ике-өс йәшлек балаһын да, быҙауын да, һыйырын да әрләй башлай:

- Уй, алланың ҡәһәре һуҡҡыры, төртөнгән быҙау, һәш! Арамға атҡыры һыйыр, һәйкә! Уй, ҡороғоро, һөтөмдө генә әрәм итте лә баһа. Бына бер балаһы ла боролорға ирек бирмәй бит, рәхмәт төшкөрө нәмә. Әйҙә, атла, ҡыу быҙауҙы. Ана, сыбыҡты алып ҡыу.

Бала әсәһенең һүҙен тыңлай. Юл буйында ятҡан сыбыҡты алып, танауын мыш-мыш тарта-тарта, һулаҡай ҡулы менән төшөп барған ҡыҫҡа балаҡлы ыштанының бөрмәһенән күтәрә-күтәрә, быҙауҙы ҡыуа. Быны тыңламаһа, был сыбыҡтың үҙенә эләгерен һиҙә, шүға күрә бара торғас һөрөнөп йығылып китһә лә, тауышын сығармай ғына илай. Ул арала әсәһе тағы ҡысҡыра:

- Шәберәк атла, суҡынған. Килмә, тинем мин һиңә; ни нәмәгә илайһың тағы, күҙең шәмәреп. Тым хәҙер, күҙең сыҡҡыры!

Ҡайһы бер әбейҙәр, үҙе кеүек үк умшырайған ҡарт һыйырҙың арҡаһынан тапап һөйә-һөйә һөйләнеп, татыу ғына бергә ҡайталар. Малайҙарға етә ҡала: улар һыйырҙарҙың ҡойроғона йәбешәләр ҙә, сыбыҡ менән бер-икене һыҙыра тартып, туйған һыйырҙы быхылдатып, һөт менән тулған елендәрен сайҡатып, береһен береһе уҙармандан саптырып, өйҙәренә алып ҡайталар. Быны күргән әсәләре ярһып ҡаршы баралар:

- Ай, ен ботағы! Нисә тапҡыр әйттем мин һиңә, туйған һыйырҙы шәп ҡыумай ғына алып ҡайт, тип? Ҡабаланып, атаң башына бараһыңмы, кафыр, - тип ҡыҙып-туҙып, унан-бынан һелтәп ҡалалар. Малайҙар быны ҡолағына ла элмәйҙәр, әсәләре һуғырға ғына тип ынтылғанда, ҡултыҡ аҫтарынан сығып ҡасалар.

Ул арала быуаның түбән яғындағы таш кисеүҙән йылҡы көтөүе һыу аръяғына, яланға, сыға башлай. Уларҙың да ҡолондары сырҡырай, бейәләре кешнәй, айғырҙар тибешә, сыр-сыу, саң-томан күтәрелә.

Айбикә, шул сыр-сыу тауыш, ҡысҡырыштар араһында Ҡотлоярҙың һарыҡтарын, һыйырҙарын, кәзәләрен айырып алып, урам буйлап ҡыуып ҡайтып китте.

Юлда сәкән уйнап йөрөгән малайҙарҙың уйындарын боҙоп, һаҡы уйнағандарының ашыҡ, тупайҙарын тәгәрәтеп, көтөү ауылға таралды.


* * *


Айбикә, хужаларын тамаҡландырып, эшен бөтөрҙө лә уларға белгертмәй генә клубҡа барырга сыҡты.

Юлда кеше күрмәһә ярар ине, кеше осраһа, әллә ни тип уйлар. Унда барғас, ҡалайтып ултырырмын икән. Ҡайнаға тейеш кешеләр ҙә барҙыр инде, тип шикләнә-шикләнә барҙы.

Ул барып ингәндә, йыйылыш башланғайны. Ул тағы ла ҡаушаңҡырап тупһанан үтергәме, әллә боролоп китергәме, тип икеләнеп торғанда, алдағы рәттең бирге башында ултырған Алмаҡай, уны күреп ҡалып, урынынан тороп, аяҡ ослап ҡына ҡаршы килде. Айбикәне ҡулынан етәкләп алып барып, үҙ янына ултыртты ла уның ҡолағына:

- Бына, еңгә тиһәк, буласы. Әйткән һүҙеңдә торҙоң, - тип шыбырланы. Докладты ҡыш көнө Ҡотлоярҙың бажаһы Абдулланы төшөрөп ташлағандан һуң уның урынына һайланған батрак Сирай һөйләй ине.

- ...Инде, иптәштәр, был мәсьәләне собрание һайын ҡуйып, ҡайта-ҡайта ҡоро һүҙ генә һөйләп тора торғаны юҡ. Бына әле ҡаланан килгән шеф иптәштәр ҙә беҙгә был эштә ярҙам итергә һүҙ бирәләр. Иген ҡорамалдарын наркомземдан оҙаҡ срокка көтөргә алып була.

Кооперацияға килһәк, бында ла ҡыш уртаһынан бирле яҡшы ғына үҙгәрештәр бар. Шулай булғас, минеңсә, бында бер ҙә көтөп тора торғаны юҡ, тотабыҙ ҙа, яңы ауылға күсеп ултырып, артель булып эшләй башлайбыҙ. Шунан колхозға күсергә лә уңайлы була. Минең әйтә торған һүҙем шул, иптәштәр, - тине.

Ҡаршы сығып һөйләүселәр күп булды, һәр кем, үҙенсә сығып, төрлөһө төрлө уйҙарын әйтте. Ҡарағолаҡтар төбәгендәге Хөсәйен дә торҙо:

- Һин, ҡустым Сирай, улай еңел генә һөйләйһең дә бит, эш уның менән генә барып сығыр микән. Бына һинең яҡшы, бер нәмәң дә юҡ. "Бер ат та бер ҡамсы" тигәндәй, туҡалаҡ өйөң дә бисәң, күтәрендең дә киттең. Ә бына беҙҙең, аҙ булһа ла, донъя, кәртә-ҡура, бала-саға бар. Унда күсеп, билемде бөксәңләтеп йөрөгәнсе, мин былай ҙа ике ат, өс һыйырым менән үҙ ғаиләмде бик һәйбәт туйҙырып тора алам, донъям да туҙмаҫ. Унда күскәс, өйҙө боҙорға, яңынан һалырға, кәртә-ҡураларҙы күсерергә кәрәк, ә быға беҙҙең бөтә малыбыҙ ҙа етмәҫ.

Фазлыйҙар ултырған төпкөлдәге түңәрәктән:

- Эйе, Хөсәйен ағай дөрөҫөн әйтә, дөрөҫөн, - тип шаулаша башланылар.

Ләкин был оҙаҡҡа барманы, төрлө яҡтан һүҙ алыусылар уларға ҡаршы төштөләр.

- Ҡуй әле, Хөсәйен ағай. Юҡты бысылдайһың. Беҙ был турала үткән собраниела уҡ яҡшылап кәңәштек инде. Һин ул собраниеға килмәнең, шуға күрә яңғырайһың.

Унан һуң Ғәбиҙә еңгә ҡалҡты:

- Һин, Хөсәйен ҡәйнеш, бында Ҡотлояр һүҙен һөйләп торма әле. Үткән собраниеға ни эшләп килмәнең? Һин ул көндө Ҡотлоярҙа бал эсеп, һыйланып яттың, беҙ белмәй тиһеңме әллә? Шуға күрә уның йырын йырлап ултыраһың. Күсмәһәң ни әллә, атамдан ары! Берәүҙе лә көсләп күсергән кеше юҡ, теләй икәнһең, күсәһең, теләмәй икәнһең, тағы ла ана тора.

Хөсәйен быға асыуланды:

- Һеҙ, бисәләр, инде ҡырынға һаплауҙы кешенән һорамаҫһығыҙ. Собрание булғас, әйтергә ярамаймы әллә? Мин бит "күсмәйем" тимәйем, бында һүҙҙең айышы кәрәк. - Ул тағы ниҙер әйтергә самалап торһа ла, әйтмәй, урынына ултырҙы.

- Төшөндөк, айышына ла төшөндөк, - тип ҡысҡырыштылар.

Ғәбиҙә еңгә тағы ябырылды:

- Бисәләр ни әле? Һинең ир булыуың ҡороһон, бүркең аҫтында бисәләр аҡылындай ҙа аҡылың булмағас!

- Ҡуйығыҙ әле, ни ирешергә тотондоғоҙ тағы.

Рәис тауышҡа ҡуйҙы. Унлап кешенән башҡалары "күсергә" тигән ҡарарға ҡул күтәрҙеләр.

Алмаҡай уның артынан һүҙ алып, ҡатын-ҡыҙҙарҙың артталығы, наҙанлығы, бала-саға, йорт эше менән ҡаңғырып, бүтәнде эшләргә ваҡыттары юҡлығы, шуның өсөн был артелдең ниндәй файҙалары буласағы тураһында һөйләне. Был эштә уҡыуҙан каникулға ҡайтыусы йәштәрҙең ныҡ ярҙам итергә тейешлеге менән бөтөрҙө.

Айбикә был һөйләгәндәрҙең барыһын ысын күңел менән тыңланы. Ул һөйләүселәрҙең артынан, үҙе лә абайламайынса, халыҡҡа ҡушылып, ҡул сапты. Аҙаҡ, ҡарарҙар сығарып, тауышҡа ҡуйғанда ла, иң тәүҙә үҙе ҡул күтәрҙе. Уның юлда килгәндәге шикләнеүҙәре әллә ҡайҙа юғалдылар. "Ысынлап та, мин ни нәмәһенән ҡурҡып торам һуң әле", - тип уйланы.

Йәнгә яғымлы, күңелгә яҡын булған был һүҙҙәрҙән ул батырланып киткән кеүек булды. Боролоп, собраниелағы халыҡҡа күҙ төшөрҙө. Ауылдың бөтә йәштәре тигәндәй килгәндәр. Ҡайһылары тәҙрә төбөнә теҙелгәндәр. Сирайҙың бисәһе имсәк балаһын күтәреп килгән. Алмаҡайҙың еңгәһе менән, оло булыуына ҡарамай, әсәһе лә килгән. Тағы әллә кемдәр, әллә кемдәр. Ана алда, дүртенсе рәттә, мәзин улы Фазлый менән Абдулла байҙың малайы үҙ-ара аҡрын ғына һөйләшәләр ҙә, яндарында ултырған Хөсәйендең ҡолағына ниҙер шыбырлап, бисәләр ултырған яҡҡа ҡарап, мыҫҡыл итеп ауыҙҙарын ҡыйшайтып көләләр. Улар бисәләрен дә алып килмәгәндәр.

Айбикә, кистең һуң булыуына ҡарамай, үҙендә арығанлыҡ һиҙмәне. Уның менән Алмаҡайҙар, Хәҙисәләр бер яҡҡа ҡайттылар. Юлда Алмаҡайҙың еңгәһе Хөснөй уның менән ҡатар ҡайта ине.

- Айбикә әхирәт, һин дә килгәнһең бит әле. Бер ҙә күренмәй торғайның. Шулай кәрәк шул, беҙ бына бөтә өй эсебеҙ менән килдек әле, - тип көлдө.

Алмаҡай, быларҙы ҡыуып етеп, еңгәләренең һүҙен бүлде

- Ҡуй, еңгә, Айбикә еңгәмдең килеүенә һоҡланып, күҙ тейгеҙеп ҡуйырһың. Ҡыу сүп һындырып ҡына һөйләш, - тип көлдө.

Быларҙан алдараҡ Алмаҡайҙың ағаһы Таймаҫ, тағы бер нисә кеше комсомол собраниеһының, спектаклдең ҡалай үтеүе тураһында һөйләшеп баралар ине. Ҡайһы бер ҡатындар:

- Хәҙисә туғаным, һин оҫтабикә булып бигерәк килештереп һөйләйһең дә инде, - тиҙәр.

- Анау Әхәйҙе әйт әле һин, әйтерһең, ҡойоп ҡойған Ҡотлояр инде. Шуның һымаҡ ҡорһағын да күпертеп ҡуйған бит әле, әллә мендәр тыҡҡан инде.

Улар шулай шаулаша-көлөшә өйҙәренә таралдылар.

Айбикә ошо көндән һуң йыйылыштарҙан ҡалмай башланы. Яңы ауылға күсеүселәр рәтенә лә яҙылды. Уның яңғыҙлығы, ярлылығы, кәмһетелеүҙәре онотолған кеүек булып киттеләр.

Ҡотлояр был араларҙа гел асыуланып ҡайта, әле бисәһен, әле балаларын, бигерәк Айбикәне әрләй. Сәй эсергә ултырғанда ла ҡабағы яҙылмай. Ҡунаҡта булғанда ла, элекке көлөп, кинәнеп һөйләү урынына, ҡыҙып-туҙып бүтәндәр менән һүҙ көрәштерә:

- Күсһендәр, китһендәр ана ауылдан! Йә, шунан ни сыға тип уйлайһығыҙ? Имеш, күмәкләшеп иген сәсәләр, күмәкләшеп йәшәйҙәр. Бик шәп инде. Алла бирмәгәнде, күмәкләшеү менән була, тиҙәр инде! Тәүҙә иген сәсерҙәр, унан бергә тора башларҙар, шунан бисәләре лә уртаҡ була инде.

Өй артында йыйылышып, һөйләшеп ултырғанда ла яңы ауылға күсеүселәр исемлегенә яҙылған кешеләргә күҙҙәрен кертәйтеп, мыҫҡыл итеп көлөп, сәнсеп, төртөп һөйләй:

- Анау йөрөгән динһеҙҙәрҙе әйтмәйем дә инде. Уларға беште ни, төштө ни. Уларҙың шулай итеп ҡайнашмай хәлдәре лә юҡ. Бына һине әйтәм әле, Һөйәрғол ағай. Ҡарт башың менән, "ат аҙғыны тайға эйәрә" тигәндәй, шул малайың комсомол булды тип, ниңә инде шулар артынан сабаһың. Шөкөр тигән көнөң бар, берәү булһа ла атың, ике һыйырың бар, ана башмағың бауыр күтәргән. Тыныс башыңды тынысһыҙ итеп йөрөгәнсе, өйҙә генә, намаҙ ҡарты булып ҡына ятһаң, булмаймы?

Һөйәрғол ҡарт, елкәһен һыйпап, башындағы кейеҙ ҡалпағын төҙәткеләп, аҡ һаҡалын һыйпай ҙа, бер аҙ уйланып торғандан һуң, аҡрын, ләкин күңелгә һеңдерә торған ныҡ, тыныс тауыш менән яуап бирә:

- Инде, Ҡотлояр күрше, мин күрмәгән нужа ҡалмағандыр. Уныһын үҙең дә күрә киләһең ҡуй. "Аҡыл йәштә түгел, башта" тигәндәй, әле шул минең малайым, йәш булыуына ҡарамай, ҡартайған көнөмдә күҙемде асты. Ул бер ат, ике һыйырҙы мин нисәмә йыл хоҙайҙан теләп алғаным юҡ ине, ана шул Советтың, налогтан ҡотҡарып, ярлыларға ярҙам итеүе арҡаһында яһалдылар. Ал килеп, "Сисенгән һыуҙан таймаҫ" тигән мәҡәл дә бар, Ҡотлояр ҡусты. Беҙ инде киләһе яҙҙан башлап үҙебеҙҙең яңы ауылға күсеп ултырабыҙ. Исмаһам, ҡартайғанда бер рәхәт көн күреп булмаҫмы, - тине.

- Һе... ярай, күрербеҙ әле. Барып сыҡһа, ярай ҙа.

Улар шунан һуң рәтләп һөйләшмәнеләр.

Был ваҡыттарҙа Айбикәгә тыныслыҡ бөтөнләй бөттө. Уның йыйылыштарға йөрөп, күсеүселәр исемлегенә яҙылғанын белгәс, көнө-төнө әрләй башланылар. Ҡотлояр, урамда һүҙ көрәштереп, еңә алмай ҡайтҡас, бер көнө Айбикәгә тотондо:

- Айбикә килен, һин минең һүҙемде тыңла әле. Ни тигән эш был. Имеш, бисә башың менән собраниеға йөрөү, собраниеларҙа тороп һүҙ һөйләп, ул ғына етмәһә, яңы ауылға күсәм, тигән булып, шул елғыуарҙар артынан эйәр. Туймай барған тамағың бармы, өҫтөң яланғасмы? Әҙерәк кешенән оялырға, алланан ҡурҡырға, һис юғы, нисә йыл аҫрап торғандың ҡәҙерен белергә кәрәк ине. Яманмы, яҡшымы, ҡайның менән бер туған ҡайнағаңмын, миңә кәңәш итергә, бәләкәй генә аҡыллашырға кәрәк ине.

Иренең тауышы аҙыраҡ баҫылғас, Ғәйшә тотондо:

- Йөрөй шунда тыртаңлаған Хәҙисәләр, Алмаҡайҙар артынан. Яҡшы ҡатын булһа, ире лә ташлап китмәҫ ине. Ирең ана урыҫ булып киткән, ти бит инде. Һинең мәрйә булғың киләлер шул. Алмаҡайҙар артынан, Алмаҡай булам, тип сәсеңде лә ҡырҡтыр инде, тәүбә әстәғфирулла. Улар яҡшылыҡҡа өйрәтә, тиһеңдер инде, байғош. Ир-ат араһында ҡортлаңлап йөрөргә өйрәтерҙәр шунда...

Уларға быйыл ҡыш техникумдан ҡыуылып ҡайтҡан Көнһылыу ҡушылды. Ул, күҙенең ҡыры менән генә Айбикәгә ҡарап, ауыҙын ҡыйшайтып:

- Какжы, коммунистка була ул! - тине. Быға тиклем хәл йыйып алған Ҡотлояр тағы һүҙ башланы:

- Былай итеп беҙҙе әҙәм көлкөһөнә ҡалдырып йөрөй торған булһаң, бер көн дә торма. "Эт һимерһә, эйәһен тешләй" ти. Ана тора юлың! Минең Ҡотлояр исемемде бысратып йөрөгәнсе, сыҡ та кит.

Быға тиклем өндәшмәй торған Айбикә, "сығып кит" тигән һүҙҙе ишеткәс, түҙмәне: - Сығып китеүҙе мин һеҙҙән һорамайым, һеҙ әйтмәһәгеҙ ҙә, күптән әҙерләнгәнмен. Минең аяҡ-ҡулым һау булһа, ҡайҙа ла эш табыла, һинең ҡайнаға булыуың бөгөн генә иҫеңә төштөмө ни? Бер туған ағаң астан үлгәндә, ҡайҙа инең? Биш йыл тороп, өҫтөмә бер ҡат кейем алып бирҙегеҙме? Һаман һеҙҙең ҡалдыҡ-боҫтоҡ аламағыҙҙы кейеп йөрөйөм. Мин ни эшләп һеҙҙән кәңәш һорайым ти? Кәңәш кәрәк булһа, ана тора Совет. Ул мине асҡа үлтермәҫ әле. Һеҙҙе судҡа бирәм икән, бөгөн үк баш-аяғығыҙҙы әйләндереп, эш хаҡымды түләтерҙәр. Әле ҡыуып ҡурҡытмаҡсы булаһығыҙ икән, - тине.

Ҡотлояр, Айбикәнең был ҡыйыулығын күреп, тәүҙә аптырап ҡалды. Ул биш йыл буйы ауыҙ асып һүҙ әйтмәгән Айбикәнән быны көтмәгәйне. Уның былай аң-таң булыуы бер минутҡа ғына һуҙылды. Ул Айбикәнең һүҙҙәренән үҙен-үҙе тота алмаҫлыҡ булып ҡыҙып китте:

- Ҡара һин уны! Бына кәрәк булһа, ни һөйләп торған була. Хәйерсе, килеп, тамаҡ туйҙырып торғаныңдың һыйын бирәһең икән. Бик яҡшы эш эшләйем, тиһеңдер инде. Имеш, судҡа бирә. Бир! Судыңдан кем ҡурҡа һуң һинең, ахмаҡ. Ит изгелек, көт яуызлыҡ - шул инде бына! - Ул, ике ҡулын артҡа ҡуйып, асыуына сыҙай алмай, бүлмәнең бер башынан икенсе башына шәп-шәп атлап йөрөй башланы. Айбикә, уның әрләп бөткәнен көтмәй, аш өйөнә сығып киткәс, тауышланып көрһөндө лә: - Һе. Вәт һин уны! Ай, донъя... - тип һуҙып ҡуйҙы.

Айбикә шул көнө кис менән бөтә ваҡ-төйәк нәмәһен йыйҙы ла Алмаҡайҙарға китте.

Ул барып ингәндә, Алмаҡайҙың ағаһы менән еңгәһе өйҙә юҡ, Алмаҡай ҙа әллә ҡайҙа сығып киткәйне. Өйҙә уларҙың әсәһе Гөлйемеш әбей генә усаҡ янында ниҙер мыштырлай ине. Айбикә килеп ингәс, ул башын ҡалҡытып ҡараны ла:

- Бәй, Айбикә балам, һин икәнһең, һаумыһың? Әйҙә, ултыр, ни эшләп улайтып аяҡ өҫтө баҫып тораһың? Таймаҫ менән килен атҡа берәр арба ғына бесән сабып алып килергә тип киткәйнеләр. Алмаҡай Хәҙисә янына киттеме икән, ул да хәҙер ҡайтыр, әйҙә ултыр, - тине.

Айбикә бер төйөнсөк нәмәһен һике ситенә һалды ла, үҙе уның янына ултырып, ҡыймай ғына:

- Инәй, мин һеҙгә бөтөнләй килдем, - тине.

Әбей был һүҙгә аптыраманы, ул быны электән белә ине:

- Йә, ярар. Бик һәйбәт булған. Ул ҡарундарға сәсең менән ер һеперһәң дә, рәхмәт ишетмәҫһең. Ярай, арыу булған, - тине.

Ул арала көлөшә-көлөшә Алмаҡай менән Хәҙисә килеп инделәр. Улар, Айбикәне күргәс, икәүһе лә бергә шатландылар:

- Ә, Айбикә еңгә. Килдеңме? Бына шәп булған. Әллә ҡасан әйттек бит. Ҡана, сисен, ни көптәйеп, кәзәкей кейеп ултыраһың үҙең, - тип уны өҙә-йолҡа шаяртып, сисендереп ташланылар.

- Селләлә берәү туңып үлгән, ти ине, шул һиндер әле.

Айбикә уларға бөгөнгө Ҡотлоярҙың һүҙҙәрен, үҙенең ни тип яуап биргәнен һөйләне. Алмаҡай ҙа, Хәҙисә лә кинәнделәр генә:

- Әммә яҡшы иткәнһең, үсем дә ҡанды.

- Һәйбәт иткәнһең, әйҙә, белеп торһон, ҡыуып сығарҙым, тип маһайып йөрөмәҫ. Теге ғаризаны бөгөн иртә менән генә судьяға ебәрҙек, хәҙер, балаҡас, Ҡотлоярҙың артҡы һабаҡтарын уҡытабыҙ инде.


V

Бәләкәйерәк бер ҡаланың иң ҙур урамдарынан һаналған ике урамының ҡушылған мөйөшө. Унда - уртаса ҙурлыҡтағы тотош йәшелгә буялған ике ҡатлы ағас йорт. Уның өҫкө ҡатындағы тәҙрәләренә күҙ төшөрһәң дә, бер нәмә лә күреп булмай. Оло урамға ҡараған был эре-эре биш тәҙрәнең мөйөшләп, түңәрәкләп, төрлө формаларҙа матурлап эшләнгән эре рамдары бер иле ҡалынлыҡ быялалар менән күҙләнгән, уның өҫтөнә эстән ап-аҡ селтәр ҡорғандар ҡоролған.

Тик йәй көндәре генә был урамдан театрҙан, кинонан ҡайтыусылар йәки бүтән төнгә ҡалып йөрөүселәр генә был өлкән матур тәҙрәләрҙең асып ҡуйылғандары аша ишетелеп торған пианино тауышын тыңлап үтәләр. Унда русса ла, татарса ла, башҡортса ла матур көйҙәр уйнала. Күп ваҡытта ҡатын-ҡыҙҙарҙың көмөш тауыш менән көлгәндәре ишетелә, ҡорғандар аша бейек-бейек фикус гөлдәре араһында зал буйлап ҡупшы кәүҙәләрҙең парлашып дәртле вальстар аҫтында әйләнеүҙәре күренә.

Рәйсә ханым, ошо өлкән урамға ҡараған тәҙрәләрҙең береһенең ҡорғанын асып, урамдың юғарғы яҡ башынан килә торған тротуарға ҡараны. Ҡышҡы селләнең әсе һыуығы тәҙрәнең тышҡы ҡатлауын ҡыраутып, ваҡ ҡына урмандар, шыршы ағастары, йондоҙ биҙәктәре, күл ҡамыштары, ашлыҡ башаҡтары, тағы әллә ниндәй матур биҙәктәр менән биҙәкләп алыуы уға урамды күрергә ирек бирмәне. Тик үтеп барыусы автобус тәгәрмәстәренең дөңгөрләүҙәре генә Рәйсә ханымдың ҡолағына тоноҡ тауыштары менән бәрелделәр. Ул шуға ғәрләнгән һымаҡ сырайын һытты ла, "фу" тип кире әйләнеп, өлкән стена көҙгөһө алдындағы йомшаҡ креслоға ултырып, бәләкәй генә туҫрай ҡулдары менән күперенке сәстәрен төҙәткеләне. Көҙгө алдында ятҡан замша күндән эшләнгән күкһел ҡул сумкаһынан бәләкәй генә пудра һауытын алып, тиҙ-тиҙ генә битенә пудра һөрттө. Икенсе бер оҙонса тимер һауыттың башынан ғына ҡыҙыл помада сығарып, һаҡлыҡ менән генә ирендәренә тейҙереп, бармаҡ остары менән шымартты ла битен, сикәләрен, эйәктәрен әйләндерә-әйләндерә көҙгөгә ҡараны. Ул арала йоҡо бүлмәһенән сығып килгән бала ҡараусы Зәкиәгә боролоп ҡарамай ғына:

- Йоҡлаттыңмы? - тине.

- Йоҡлаттым, Рәйсә апай.

- Өҫтөнә яҡшыраҡ ябырға кәрәк, бөгөн өй һалҡын.

- Яптым, күк ебәк юрғанын яптым, - тине лә, Рәйсәнең бүтән һүҙе булмағанын күргәс, Зәкиә икенсе бүлмәгә сығып китте.

Ул арала парадныйҙан звонок тауышы ишетелде.

Рәйсә урынынан тиҙ генә торҙо ла, өҫтөндәге киң еңле аҡһыл күк төҫтәге фланель күлдәген янбаштары буйлап төҙәтә-төҙәтә:

- Зәкиә, бар, ишекте ас. Ишектә кеше бар, - тине. Зәкиә, кухня яғынан сығып, зал аша йүгереп, коридорға үтте. Рәйсә:

- Ишетеп тораһың, ә шуны әйтмәйенсә асырға ярамайһың,- тип һуҡрана-һуҡрана, аш ашай торған бүлмәнең ишегенән башын тығып ҡараны ла: - Ну, ошо Сәлимәне. Тәрилкәләрен, приборҙарын ҡуйған, ә салфеткаларҙы, нисә әйтһәң дә, онота. Фу, билләһи, тәрбиәһеҙҙәр ҙә инде, ошолар менән башың ҡатып бөтә, - тип һөйләнә-һөйләнә буфет тартмаһынан бер нисә салфетка алып, өҫтәлгә һалды.

Ул, һөйләнеүенән туҡтап, баҫҡыс буйлап күтәрелгән аяҡ тауыштарына ҡолаҡ һалып, көтә башланы. Ул, унда бер кешенең генә аяҡ тауышы булмағанын ишетеп, эсенән генә шатланып, килә икән, тип уйланы. Йәһәт кенә көҙгөгә әйләнеп, тағы бер ҡабат битен, башын, кәүҙәһен ҡарап сыҡты ла, залға килеп инеүселәргә йылмайып, ҡаршы атланы.

- Абау, Юличка, һин бик оҙаҡ инде. Занятие бөтөүгә ярты сәғәт үтте бит инде, - тип иркәләнеп, уның күҙҙәренә ҡараны. Тик ул арала Юлдыбай артынан инеп килгән ябай кейемле крәҫтиәнде күреп, үҙенең өмөтө юҡҡа сыҡҡанын белеп, сырайы һытылды, ҡаштары емерелде, һөмөрө ҡойолдо.

Юлдыбай йомшаҡ креслолар артындағы, улар менән бер төҫтә үк йәшел бәрхәт менән ҡапланған түңәрәк өҫтәлгә портфелен һалды ла, сисенә-сисенә:

- Йыйылыш булды, Рәйсүк, мин алдан сығып китермен, тип уйлағайным да бит. Унда минең ҡуйған мәсьәләм ҡаралды, шуға күрә ташлап сығыу уңайһыҙ булды. Бына ашҡа ҡунаҡ алып ҡайттым, ул - минең бала ваҡыттағы иптәшем, ауылдашым, таныш, Рәйсүк, - тип, ишек төбөндә тунын сисеп, быймаларын ҡағып маташҡан Хәйбуллинға: - Әйҙә, әйҙә, уҙ, Таймаҫ. Бына минең кәләш, танышығыҙ, - тип көлөп өҫтәне.

Рәйсә, теләр-теләмәҫ кенә ҡулын һуҙып: "Рәйсә", - тип күреште. Артыҡ иғтибар итмәй генә тағы Юлдыбайға әйләнде:

- Ә Хәмит әфәнде ҡайҙа?

- Ә, ысын әйткәндәй, мин уны саҡырғайным да, ул бөгөн бара алмайым, эштәрем бар, тине. Иртәгә, бәлки, инеп сығыр.

Юлдыбай шат ине. Яҡын дуҫын күреү уның күңелен күтәргәйне, һыуыҡтан ҡыҙарып бөткән битен, танауҙарын ҡулъяулыҡ менән һөртә-һөртә:

- Ай-ай, бөгөнгө һыуыҡ өтә генә. 30 градустан артыҡтыр.

- Әйтмә инде, юлда ул, бигерәк тә тимер юлға тиклем санала килгәндә, түҙ генә инде. Ауыл һайын туҡтап, йылына-йылына ике көндән артыҡ килдек. - Улар, юл әңгәмәләрен һөйләшеп, көлөшә башланылар. Рәйсәнең күңелһеҙлеге тағы ла артты. Ул, ҡапыл ғына боролоп:

- Аш ултыртҡан, - тине лә аш бүлмәһенә инеп китте. Юлдыбай, Хәйбуллинды аш бүлмәһенә алып инеп, уға өҫтәл янындағы ултырғыстарҙың берәүһенән урын күрһәтеп, үҙе Рәйсә янындағы ултырғысҡа ултырҙы.

Бешексе Сәлимә аҡ шешә һауыт менән аш индереп ултыртты. Рәйсә уны өндәшмәй генә тәрилкәләргә бүлеп һалды ла, үҙенең ғәҙәттә ҡунаҡтарға әйтә торған "рәхим итегеҙ" тигән һүҙҙәрен дә әйтмәйенсә, башын баҫып ашарға тотондо. Көн буйы эсе бошоуҙары өҫтөнә, Тереғулов Хәмиттең, обедҡа саҡырылып та, килмәүе уның асыуын тағы ла ҡабартты. Юлдыбай менән бер учреждениела эшләүсе, яҡшы танцевать итеүсе, ҡатын-ҡыҙҙар янында үтә бөгөлөп-һығылып, анекдоттар менән көлдөрөп эсте ҡатыра торған бухгалтер урынына Юлдыбайҙың, бынауы йолҡош, әллә ниндәй тәрбиә күрмәгән бер "мужикты" алып ҡайтыуы өсөн асыуынан, ғәрлегенән илағыһы килде.

Аш тауыш-тынһыҙ ғына ашалды.

Юлдыбай менән Таймаҫ, бер нисә тапҡыр һүҙ башлап ҡараһалар ҙа, иркенләп, йәйелеп һөйләшеп китә алманылар, һүҙҙәр әллә нисек кенә тел осона киләләр ҙә, шунан үтеп сыға алмаған кеүек, кире әллә ҡайҙа китеп юғалалар ине.

Юлдыбай күптән бирле күрешмәгән, үҙе өсөн ҡәҙерле булған был иптәшен Рәйсә рөхсәтенән башҡа ҡунаҡҡа алып ҡайтҡаны өсөн үҙен ғәйепле кеше кеүек һиҙә. Ҡунаҡ киткәс, Рәйсә ни тип әйтер икән, хәҙер берәй нәмә әйтеп ысҡындырып, битемде ҡыҙартмаһа ярар ине, тигән уйҙар менән һиҫкәнеп, ҡыпылдап ултыра.

Хәйбуллин да үҙен әллә ниндәй бер күҙ күрмәгән, ҡолаҡ ишетмәгән урынға килеп ингән дә, сығып китергә юл таба алмай аҙашып йөрөй торған кеше кеүек күреп, ҡыҫылып, тартынып ултыра. Ул бындай ваҡыттарҙы боронғо заманда земский начальник ҡаршыһында, герман һуғышында һалдатта йөрөгәндә офицерҙар янында ғына һиҙә торғайны.

Килеп ингәс, бындағы ҙур-ҙур көҙгөләрҙең мөһабәтлегенә, ултырғыс, креслоларҙың яҡшылығына, эре тәҙрәләрҙе ҡаплаған аҡ ҡорғандарға, аҙаҡ килеп, Юлдыбайҙың битен аҡҡа, иренен ҡыҙылға буяған зифа буйлы, матур күҙле бисәһенә берәм-берәм күҙ йөрөткәндән һуң, үҙенең арзанлы тауарҙан тегелгән, терһәктәренә ямау һалынған ҡыҫҡа ҡара кәзәкейенән оялғандай, оялғандай ҙа түгел, асыуы килгәндәй булды. Аяғындағы өлкән быйманың ҡары иреп, һары буяулы иҙәнде сыбарлағанға ла ул тәүҙә тартынған һымаҡ булһа ла, хәҙер Рәйсәнең, ҡалаҡты бармаҡтарының осо менән генә тотоп, ауыҙын ослайтып ашауына эстән асыуы килде. Уның тырнаҡтарындағы ҡыҙыл ялтыр лактан ерәнеп китте. "Батҡаҡлы ваҡыт булһын тағы, бынау йәйелгән балаҫ өҫтөнән итек менән бысратып үтер инем", - тип уйланы. Ул бында үҙен генә түгел, Юлдыбайҙы ла ҡунаҡҡа ғына, аш ашарға ғына килгән кеше кеүек тойҙо. Юлдыбайға был бисәнең "Юличка" тип һүҙ ҡушыуы, Юлдыбайҙың уға ҡаршы "Рәйсүк" тип яуап биреүе уға бигерәк тә көлкө булып күренде.

Һурпа эсеп бөтөүгә, Сәлимә килеп инеп, тәрилкәләрҙе, мискиҙы йыйып алып, улар урынына йоҡа тәрилкәләр ҡуйҙы ла икенсе бер оҙонса таштабаҡ менән ҡаҙ ите, картуф индереп ултыртты. Уны ашап бөтөүгә, компот килтереп өләште.

Аш ашап бөткәс, Юлдыбай:

- Рәйсә, мин госпланға заседаниеға барам, унан, бәлки, сәғәт ундарһыҙ ҡайта алмам, - тине.

Рәйсә аптырап, ҡаштарын күтәреп, Юлдыбайға ҡараны:

- Һин бөгөн операға барырға икәнен оноттоңмо әллә? Бер заседание ҡалғандан донъя емерелмәҫ әле, һинән башҡа ла үтер, - тине.

Юлдыбай эсенән: "Ай, хәҙер башлай инде", - тип уйланы. Шулай ҙа төҫ бирмәне:

- Юҡ, ярамай, Рәйсүк, унда бөгөн бик мөһим мәсьәлә - колхоздарҙы бөтә йыл буйынса иген ҡорамалдары менән тәьмин итеү тураһында йыллыҡ план ҡарала, - тине.

Рәйсә уға ҡаршы бүртенеп китте, урынынан ҡапыл торҙо, ултырғысын шалтыратып өҫтәл янына шылдырҙы ла:

Sez Başkort ädäbiyättän 1 tekst ukıdıgız.
Çirattagı - Айбикә - 3
  • Büleklär
  • Айбикә - 1
    Süzlärneñ gomumi sanı 4493
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 2240
    28.8 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    41.0 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    48.4 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Айбикә - 2
    Süzlärneñ gomumi sanı 4487
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 2222
    28.5 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    41.5 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    48.1 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Айбикә - 3
    Süzlärneñ gomumi sanı 4472
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 2111
    29.8 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    43.3 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    49.8 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Айбикә - 4
    Süzlärneñ gomumi sanı 2904
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1596
    33.1 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    45.4 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    52.4 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.