LatinHärber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
Артыҡбикә - 5
Süzlärneñ gomumi sanı 4242
Unikal süzlärneñ gomumi sanı 2298
27.7 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
38.8 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
44.9 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
– Эй, Аллам, Зөбәйҙәм тыуғанда, һуңғы ҡыҙым ошо булһын, тип теләгәйнем бит, ниңә тағы ҡыҙ һуң ул? – тип илай әсәйең. – Былай булғас, һаман йөрөр инде, йөрөр. Малай тапһам, йөрөмәҫме икән әллә, тип өмөтләнгәйнем, булманы былай булғас. Лутсы үлһен ине, ҡыҙыҡай булғансы.
– Әстәғәфирулла тәүбә, килен, ауыҙыңдан ел алһын. Балаңа үлем теләмә, бәхет телә. Тыумаҫ элек ҡыҙыңдан баш тартҡас, унан ниндәй изгелек көтәһең. Һинең ҡырыҫлығыңа уҫаллыҡ менән яуап бирә башлаһа, кемгә үпкәләрһең?
– Барыбер ҡыҙыҡай теләмәйем, нимәгә ул миңә? – тип үкһей әсәйең. – Булғандары еткән.
– Күр ҙә тор, бына ошоноһо арала иң матуры ла, иң аҡыллыһы ла буласаҡ, Айҙарың да йөрөүенән туҡталасаҡ. Ошо бала гонаһ юлдан ҡурсып торасаҡ атаһын.
Шулай тигәс кенә һине имеҙҙе әсәйең. Үлән төнәтмәһен эскәс, тынысланып йоҡлап китте. Урыныңды, кендек бауҙарыңды биҙрәгә һалып алып сыҡһам, атайың тора.
– Малаймы? Малай булһа, бер һарыҡ, – ти.
– Ҡыҙыҡай, – тинем. – Кем тип ҡушаһың?
– Артыҡбикә! – тип екеренде Айҙар. – Ҡулъяулыҡ та тәтемәй һиңә...
– Эй, Аллам, ниңә ошо баланы өлөшһөҙ ҡалдырырға тырышаһығыҙ икәүләшеп тороп, ә? Хоҙай Тәғәлә өлөшөн биргән инде уға, муллыһынан биргән. Һеҙҙеке булыуын теләмәһәгеҙ, һеҙгә булмаҫ! Бөтөн илдә балҡып торған бер йондоҙ булыр, иншалла. – Шулай тинем дә киттем.
Бына бында, сирень төбөндә, кендек ҡаныңды шунда күмдем. Йөрәгең турылығында апаруҡ ҡына миңең бар ине. Күрше ауылда ишан улы тере ине әле. Шуны саҡырып, “миңле” исем ҡушығыҙ, тип ныҡыттым ата-әсәңде. Тыңламанылар, йәнәһе, совет заманы. Исем ҡағыҙы булғас, етмәгәнме, тинеләр. Етмәй шул. Мулла ҡушҡан исемен әйтеп, ҡолағына аҙан ҡысҡырмағас, Хоҙай Тәғәләнең күктә ҡоло өсөн әҙерләп ҡуйған өлөшө нисек насип булһын? Аҙашып тик йөрөй инде. Шөкөр, үҙеңә әйтеп өлгөрҙөм, бер бурысым төштө. Хәйереңде тоторһоң да, мәсеткә барып, үҙең ҡуштырырһың.
ҡулдарымды, ҡалтырағанын баҫырға була, кеҫәмә тыҡтым. Бөгөн генә яңы ҡулъяулыҡ алып сыҡҡаным иҫемә төштө. Өнһөҙ генә уны әбейгә һондом. Уның йөҙө яҡтырып, йыйырсыҡтары буйлап нурҙар таралып китте.
– Бына бит, ғүмер булғас, мин дә өлөшөмдө – һөйөнсө бүләген көтөп алдым. Һин дә көтөп алырһың, иншалла. – Оҙаҡ ҡына уҡынып доға ҡылғас, һүҙен дауам итте. – Белеклеһең, ҡыҙым. Ярты һүҙҙән дә аңлап тораһың. Күп-күп көстәр бар һинең йөрәгеңдә, күп көстәр. Мин уны һин тыуғас та белдем, ә, үҫә килә, күренә лә башланы. Бәләкәй генә сағыңдан ошонда, оста, ҡыҙҙырған ҡояш аҫтында сабыр ғына күпме бәпкәләр көттөң. Әсәйеңә ҡаршы һүҙ әйтмәнең, “уф“ тимәнең. Сәғәттәр буйы һине уйлаған кеше юҡ. Эсерергә лә, ашатырға ла оноталар, эҫе ҡабыр, тип тә борсолмайҙар. ҡәҙерһеҙләүҙәренә шым ғына йәнем дә көйә, артыҡ сабырлығыңа ла бошонам. Бала иннәкәһенә оҡшай, тиҙәр бит. Сабыр булып-булып, бер көн сабыр ҡанаттарың һыныр ҙа, әллә нимә ҡыйратырһың, тип ҡурҡам. Гөләмзәгә лә әйтеп ҡарайым, уның үҙ һүҙе һүҙ. “Изгелеген дә күрмәгәс, нимәгә табаһың ул баланы. Бәпкә ҡарау ҙа булдымы ауыр эш. Ана, өлкәндәренең эше аҙмы: сөгөлдөр, бәрәңге утаған – улар, һыйыр һауған – улар”, – тине лә ҡуйҙы. Эйе, апаларыңдың эше күп, бәхәс тә юҡ. Тик улар бит гел тиң-тоштары менән бергә. Гөрләшәләр-серләшәләр, ял да итәләр. Ә һин гел яңғыҙ. ҡайһы берҙә быуындарың ҡатып китәлер инде: үҙ алдыңа үҙең көйләп, бейеп әйләнә башлайһың. Шул мәлдәрҙе бигерәк һағынам. Торна ғына балаһы инде – нәҙек кенә, нәфис кенәһең. Муйының да оҙон, аяҡтарың да. ҡулдарыңды елпетәһең, ҡупшы ғына баҫаһың. ҡайһы саҡта ҡарап ултырам да “аһ“ тип тертләп ҡуям. Саҡ ҡына талпынһаң, осоп китерһең кеүек. Ата-әсәйең алдында бер бейемәнең һин. Бер күрһәләр, туң йөрәктәре ирер ҙә төшөр ине, моғайын.
Әллә ниндәй көс бар һиндә. Күңелде күтәрә, сафландыра торған көс. Эйәрә торған кешеләр була, эйәртә торғаны була. Бына һин эйәртә торғандарҙан. Шулай, йылдар үтә тора. Һинең дә танауыңа еҫ керер мәлдәр етте. Йәштәш ҡыҙҙарың кейенеп-яһанып егет-елән, клуб-дискотека яғын ҡайыра башланы. Ә һине һаман әҙәмгә һанаған кеше юҡ. Өлкән итеп тә һөйләшмәйҙәр, кесе итеп тә һанламайҙар. Өҫтөңдә шул һаман апайыңдарҙан ҡалған алам-һалам. Һинең үҙеңә кейем алырға баштарына ла килмәй. Ә һинең нимәлер талап итеп һорарға башыңа ла килмәй. Үҙеңдең буй-һыныңа килешле итеп, иҫкене боҙоп тегәһең дә ҡуяһың. Эйе, алтынды сүкешме-һәнәкме итеп ҡойһаң да, ул ҡиммәтен юғалтмай, барыбер аҫыл булып ҡала. Шуның шикелле, һинең дә септә япһаң да аҫылҡош төҫөңдө юйып булмай ине. ҡайһы берҙә “күрмәй микән ни Гөләмзә шул аҫыл һөйәк балаһын” тип ғажиз булып китәм дә тағын баҫылам. Был донъяла Хоҙай нимә һорайһың, шуны бирә. Килен дә бит, апайыңды тапҡас, башҡа ҡыҙым булмаһын, тип теләгән. Шуға һиңә ҡарата күҙе быуылғандыр, тим. Маңлай күҙе күрһә лә, күңел күҙе асыҡ булмағас, һинең һылыу, аҡыллы, нурлы бала икәнеңде күрмәй ҙә, һиҙмәй ҙә ине ул. Барлығыңды аҙаҡ тойҙо Гөләмзә. Йыл да ер ябып йөрөй торған ҡаҙҙары, өйрәктәре бер көн килеп юҡҡа сыҡҡас ҡына. Мин дә өйөгөҙҙә инем ул көн. Әсәйеңдең кәйефе шәп. Яңы ғына йомортҡаларын инә аҫтарынан алып йөҙҙөрөп ҡараған. Барыһы ла йәнле, ҡыймылдай икән. Мин кергәнсе ниндәйҙер һөйләшеү булған, ахыры, – һинең һөмһөрөң ҡойолған ине. Әсәйең һөйөнөстәре менән уртаҡлашҡан ғына мәлдә:
– Сыҡмаһын шул сепейҙәрең! – тип бер ҡысҡырҙың да ишекте шарт ябып сығып киттең.
– Ах! – тип ҡалдым мин дә, Гөләмзәнең дә йөҙө ағарҙы.
Һүҙеңдең көсөн шунда уҡ самаланым. Мин әйткән бер нисә йылдан төшә ине, һинеке шундуҡ барып етте. Бер бәпкә лә сыҡманы ул йыл һеҙҙең йортта. Бер ҙә! Нисә оя ҡаҙ, нисә оя өйрәк, нисә оя тауыҡ! Беренсе тапҡыр ҡурҡтым шунда. Һинең өсөн ҡурҡтым, киләсәгең өсөн. Минең кеүек, бер абайһыҙ һүҙе менән үҙ яҙмышын ҡыйратмаһа ярар ине, тип ҡурҡтым. Икенсе тапҡыр уҡыуыңды ташлап ҡайтҡас әсендем. Мин бит инде йәшәгән кеше, нимә буласағын төҫмөрләп торам. Гөләмзә йөрөй талағы ташып. Уразбайҙың малайы менән кети-мети уйнайҙар икән, тегеһе алмаҫҡа итә икән, тигән хәбәр таралып китте бер заман. Килен башын ҡайҙа тығырға белмәй, һине һүгә. “Нахаҡ бит ул, әсәй, ниңә миңә ышанмайһың?” – тип һин илайһың. Кеше тигәндәре шулай ҡоролған шул, балам. Күптәр яҡындары һүҙенә түгел, урам буйындағы ғәйбәткә ышана. Ул һүҙҙе, моғайын, Уразбай малайы үҙе таратҡан булғандыр инде. Һиңә ымһынған да булғандыр, буйы етмәҫен дә тойғандыр. Ә былай, һин ҡыл өҫтөнән тел өҫтөнә төшкәс, кемдең дә буйы етә. Тик барыбер Уразбай малайына тәтемәнең, Расихтыҡы яусы ебәрҙе. Һүҙҙән дә ҡурҡманы, ғәйбәтенән дә. Арпа араһында бер бойҙай кеүек ине, мәрхүмең. Эсеүгә әүрәп харап булмаһа, башын боғалаҡҡа ла тыҡмаҫ ине. Һай, шул эскелек! Әҙәм булды тигәндә, әрәм итә ирҙәрҙе.
Һинең үҙеңдә лә ғәйеп булғандыр, тим. Тәнеңде бирһәң дә, йәнеңде бирмәгәнһеңдер. Ә ир бирмәк – йән бирмәк ул. Уның мәғәнәһен төшөнмәй һөйләйҙәр түлкә хәҙер. Йәнәһе, ир – һиңә йән кеүек ҡәҙерле... Юҡ, улай түгел. Ир кешегә бисә үҙенең йәнен бирә. Йәғни ҡурсауын, көсөн, бар мөхәббәтен бирә. Ир-егетте ҡатынының һөйөүе һаҡлап торһа, уның көсө күберәк, ғүмере оҙонораҡ була. Ауырыуын да һирәк ауырый, эшендә гел уңышҡа осрай, тормошо гел ыңғай тәгәрәй. Ә йәнен икенсе өсөн һаҡлап, үҙ иренә тәнен генә бирә икән – үҙе лә бәхет күрмәй. Үҙе, ире генә түгел, балалары лә өлөштән мәхрүм ҡала. Һинең, ана, ҡыҙ балаларың төшөп торҙо. Юҡҡа ғына түгел бит ул. ҡыҙ балаға наҙ күп кәрәк, ә һинең наҙың үҙеңә юҡ. Әсәйгә иркәләп үҫмәгәнгә шулай. Һине ҡыҙ бала итеп, наҙлап ҡараманылар, шуға һин дә наҙлай белмәйһең, әҙер түгелһең әле. Әммә һинең яҙмышыңа ҡыҙ тәрбиәләү яҙылған. Белмәйем ҡасан – әммә буласаҡ. Күңелең бөтәйгәс, төрлө яҡҡа һуғылыуҙан туҡтағас, үҙең кеүек бик матур, аҡыллы, һөйкөмлө ҡыҙ бүләк итер Хоҙай. Эргәңдә күргән дә һымаҡмын, тик нишләптер төҫө һиңә оҡшамаған. Күҙҙәре лә ҡара, сәстәре лә ерән түгел, аҡһыл һымаҡ. Атаһына оҡшағандыр. Ярар, инде алйып, ҡәбер еҫе керә башлағас, кеше аптыратып ултырмайым әле, етәр. Күп һөйләһәң дә артыҡ була. Мин бит һиңә иң мөһимен генә әйтергә тейеш, иң кәрәген, иң етмәгәнен генә.
Был донъяла бер кемдән дә мөхәббәт көтмә һин. Үҙең башлап ярат. Хоҙай Тәғәлә һиңә күп-күп мөхәббәт биргән. Һинең бурыс – шуны кешеләргә таратыу. Был донъяла бер ҡайҙан да, бер ниндәй ҙә бәхет көтмә. Үҙең бәхет бул. Кешегә мохтаж кеше булма. Барыһының да һиңә мохтажлығы төшөрлөк бул.
Им-томға тыным килешә ине, кешегә ҡарау менән нимәгә мохтажлығын аңлап-һиҙеп тора инем. Әммә минең, – тип дауам итте иннәкәм. – Өләсәйем һымаҡ, бер тынғы белмәй, гел кеше ҡайғыһын көйләп, гел башҡаларға ваҡыт, көс сарыф иткем килмәне. Шул бер туҡтауһыҙ килеүсе-китеүсе мохтаждарҙан ялҡҡайным. Шуға, был яҡҡа килгәс тә, һәләтемде, белгәнемде кешегә асманым. Бына, яҙмыш мине үҙе язаланы. Кешегә мохтаж сағымда ла килеп-китеүсе юҡ. Бер кемгә минең һүҙ ярҙамым да, ҡул ярҙамым да, хатта им ярҙамым да кәрәкмәй. Хәйер, мин үҙем дә ярҙам итә алмайым хәҙер – кәрем дә бөткән, ғүмерем дә. Бер ҡасан үҙеңде йәлләмә. ҡаның ҡайнар саҡта бир үҙеңде был тормошҡа, уның һиңә нимәлер биргәнен көтөп ятма. Онотма: һинең үҙең бәхет был донъяла, һин һауа кеүек кәрәк кешеләр бар. Эҙләп тап шуларҙы ла, уларҙы бәхетле ит. Шул бурысыңды үтәһәң, тыныслыҡ табырһың. Бөгөнгә етеп торор. Иртәгә килерһең, сығырға хәлем булмаһа, өйҙә көтөрмөн. Аслан килмәй ҡалма. Һиңә ҡайтараһы бурысым бар. Теге донъяға мине бурыслы итеп ҡайтарып ҡуйма, кил! Кил, йәме?!
Һуңғы һүҙҙәрен артымдан ҡысҡырып ҡалды. Мин, йөрәкһеүемә сыҙамай, ҡабат Ғәйшә ҡойоһо яғына йүгергәйнем. Хәлем бөтөп, сәсәп йығылғансы йүгерҙем дә йүгерҙем. Әллә ташҡын булып башымдан уҡ ҡаплап килгән хәтирәләрҙән ҡасмаҡсы инеме? Белмәйем. Әммә тыныс ҡына ултырырлыҡ, бер ни булмағандай гәпләшерлек йәки ваҡ-төйәк эш тоторлоҡ рәтем ҡалмағайны. Иҫемә килгәндә Ғәйшә ҡойоһонан арыраҡ урынлашҡан ереклектең бер олонон ҡосаҡлап ҡатҡан инем. Тағы саҡ ҡына барһаң, теге торналар төшкән һаҙлыҡ башлана.
Был йәшәү тигәндәре нимә икән ул? Бар ғүмерең буйы үҙ-үҙеңде алдау ғынамы икән әллә? Нисек тә үҙ-үҙеңде оҫтараҡ һәм нескәрәк алдарға, үҙ-үҙеңде быуырға, йөрәгеңдең тауышын ишетмәҫкә, аңламамышҡа һалышырға... Башҡаса нисек аңлатырға һуң был хәлде, ә? Әле ҡасан ғына үҙемде Сашканы онотҡаныма ышандырып, йөрәгемдең һыҡрап өҙгөләнгәнен һиҙмәмешкә һалышып йәшәп тик ята инем, әле иһә...
Әле бынауы Мөнөй әбей үҙенең хәтирәләре менән бөтөн донъямды аҡтарып сығарҙы. Мин бит инде бала сағымды ерләгән кеүек инем. Бер ҡасан дә хәтирәләргә бирелмәнем, иҫтәлектәрҙә соҡонманым. Ниндәй хыялдар хыялланғанмын, киләсәгемде нисек күҙаллағанмын, атай менән әсәйгә ниндәй бирелмәгән, яуабы табылмаған һорауҙарым ҡалған, үпкәләүем, рәнйеүҙәрем, маҡсаттарым, һабаҡтарым... – барыһын да һепереп түктем. Нимәгә кәрәк булды әле шуларҙы соҡоп сығарыу? Ысынында иһә соҡорға ла кәрәкмәне – улар гел минең менән йөрөгән. Барса үпкә-хәсрәттәрем һикерешеп килделәр ҙә сыҡтылар. Ниңә үткәндә тороп ҡалмағандар һуң барыһы ла? Нисә тиҫтә йылдар артымдан эйәр ҙә йөрө, имеш...
Бахыр бәпкәләрем... Һеҙ инде моронлағайнығыҙ. Әсәгеҙ менән сипелдәшеп һөйләшеп ята инегеҙ. Оҙаҡламай үҙегеҙ кеүек һары ҡояшҡа йылынырға, йәшел генә үләнде наҙлы томшоҡҡайҙарығыҙ менән тартырға, йылы ғына инештә сума-сума ҡыуышып уйнарға хыялланғанһығыҙҙыр. Тыуа ғына алманығыҙ был донъяға. 13-14 йәшлек кенә ҡыҙ баланың асырғанып ҡысҡырыуы күпме гонаһһыҙ йәндең ғүмерен ҡыйырын кем уйлаған һуң ул саҡта? Йылдар буйы бер ҡыҙыҡһыҙ йәйҙең ҡабатланыуынан йәнем көйгән саҡ ине бит. Башҡалар лагерҙарға китә, күңел аса, дуҫтар таба. Рәхәтләнеп һыу инә, ҡыҙына, еләк-емеш тирә. Ә минең өсөн донъя – һаман шул бәпкә буғы таҙартыу. Эй, уйнағы килә, ҡолас ташлап йөҙгө килә, әхирәттәр менән юҡ-барҙан ҡыҙыҡ табып көлгө килә. Юҡ бит, юҡ! Инде бер оя бәпкәне ҡарға алмаҫлыҡ итеп үҫтерҙемме тиһәң, сираттағылары, унан һуң тағы... Һәм мә һиңә: емештәр кипкән, һыу һыуынған, мәктәпкә ваҡыт еткән, ә һин әле йәйҙе күреп тә, ҡәҙерен белеп тә өлгөрмәгәнһең...
Илай-илай үҙем күмдем тиреҫкә моронлап та сыға алмаған өмөттәрҙе. Ай буйы йомортҡа баҫып та һөҙөмтәһен – ғәзиз балаҡайҙарын көтөп ала алмаған инәләр, ҡайҙа барырға белмәй аптырап, толҡа тапмай шаңҡып йөрөнө. Аһ, төштө бит шул йән эйәләренең рәнйештәре, аһ, төштө! Аңлауын һуң аңланым. Бер-бер артлы үҙемдең нисә ғәзизем тыуып өлгөрмәй төшкәс...
Кисерегеҙ мине, бәпкәләрем-бәбекәйҙәрем! Башҡа бер ҡасан да рәнйешҡарғыш әйтергә ауыҙ асмам. Тик һеҙ генә ғәфү итә күрегеҙ...
Илап бушанғас, еңел булып ҡалды. Ул ваҡытта мин, әсәйемә ҡушылып, үҙемде ҡәһәрләнем, күрә алманым, үкендем – шул булды. Нисектер, Хоҙайҙан ярлыҡау һорарға, киләсәккә һабаҡ итеп алырға баш етмәгән. Өйрәтеүсе лә табылмаған. Ул хәтирәләрем шуға күрә эйәреп тик йөрөнөмө икән әллә миңә? Һабаҡ ал, аҡыл ал, тип... Ысынлап та, еңел булып ҡалды, күңел ныҡ һыҙламай. Әрнеү түгел, бер хәтирә генә иҫкә алырға. Күпме шундай үкенестәрем, хаталарым ҡалды икән минең?
Тағы бер осраҡ ялт итеп мейемде ярып үтте. ҡул һыртымда әллә ниндәй бер аҡ тап барлыҡҡа килде. Һыҙламай ҙа, ауыртмай ҙа. Әммә ҡулымдың шул ерҙәре мәйетме ни – төҫө ҡасҡан, ниндәйҙер йәнһеҙ-йәмһеҙ. Һәр ваҡыттағыса, атай-әсәйҙең күҙ һалғаны, иғтибар иткәне юҡ. Улар донъя көтә, ә мин шунда аяҡ араһында буталған бер ҡамасау, оронсоҡ ҡына. Тап ҙурая, нимә икәнен белгән юҡ. Бер көн урам буйында әлеге лә баяғы Мөнөй әбей тотоп алды. ҡулымды тотоп, әлеге тапҡа оҙаҡ итеп текләп торҙо.
"Тимерәү бит был, – тине. – Тимерәү был". Ҡытыршы ҡарт ҡулдары менән оҙаҡ ҡына тапты һыйпаны. Тағы ниҙәр әйткәндер, онотҡанмын. Тик әбей китеү менән күрше ҡыҙҙары һырып алды.
– Ҡана, беҙгә лә бир әле, – тиҙәр.
– Нимәне, – тип аптырайым.
– Әле генә Мөнөй әбейгә ус тултырып симешкә бирҙең дәһә, беҙҙән йәлләгән булаң, – тип үпкәләй ҡыҙҙар.
Һәр кемебеҙ үҙ фекерендә ҡалды. Мин, бер нәмә лә бирмәнем, тинем, улар “йәлләмсек”тән һалдырҙы. Шул көндән һуң теге тап юғалды. ҙурайғас, әсәй булғас ҡына белдем нимә менән сирләгәнемде. Витилиго тигән нәмәкәй булған икән. Бер ниндәй крем-майҙарға, дауалауға бирешмәй торған серле сир. Ныҡ ҡурҡыу, стресс арҡаһында барлыҡҡа килә икән. Ул саҡта нимәгә ҡурҡҡан булыуымдың осона сығып уйланып торманым. “Шул тимерәү бөттө бит әлеү!” – тип һөйөнөп-аптырап ҡуйҙым да, бөттө. Нимәнән ҡурҡтым икән? Хәйер, уныһын оҙаҡ уйларға ла тура килмәй. Был донъяла иң ҡурҡҡаным – әсәйҙең үлеме булды. Миңә 5-6 йәштәр самаһы. Атай менән ниндәйҙер һауыт-табаҡ шылтыратҡан ваҡыттары булғандыр, ахырыһы. Уларҙың ниңә һыйышмағанлығын бала аҡылы аңлай аламы ни инде. Миңә тышҡы торош ҡына күренә: әсәйем һығылып төшкән. Илаймы, шыңшыймы:
– Оҙаҡламай үлермен, ахыры. Мине Хоҙай алғас, кемде алһаң да ал, түлке шул Хафизаңды алма. Һис фатихам юҡ. ҡәберемдән тороп та килермен, әммә йәшәтмәм уның менән.
Был, әлбиттә, ҡатын-ҡыҙ истерикаһы булғандыр. Бер тамашасы – ир өсөн генә тәғәйен сәхнә. Унда һүҙҙәрҙе уйлап түгел, йәберһетелеүсе бисара роленә кереп, уйнап ҡына әйтәһең. Йәлләтеп, буйһондороп, ниндәйҙер бер теләгеңде үтәтеү өсөн. Хәйлә. Миңә, сабый аҡылға, ул нисек тәьҫир итте! Әгәр әсәй үлһә? ҡояш һүнә, донъя бөтәләһә ул саҡта! Минең өсөн тамуҡ башланды. Һәр нәмәгә “терт” итеп торам. Йоҡлай алмайым. Йоҡлап китһәм, әсәйемде гел үлгән итеп күреп, ҡотом осоп уянам. Ни тиклем дәрәжәлә ҡурҡырға кәрәк булған уның өсөн? Көндөҙ ҙә, төндә лә тынғы белмә, нервылар гел көсөргәнештә... Әллә ниндәй сирҙәргә тарырһың ундай хәлдә, нисек әле аҡылдан яҙылмаған?!
Егерме йылдан артыҡ ваҡыт уҙҙы, Аллаға шөкөр, әсәй шап-шаҡтай. Ул минең ниндәй күңел ғазаптары кисергәнемде белмәй ҙә ҡалды. Ярай, белмәһен. Уйланиһәң, мин уның кисергәндәре менән ҡыҙыҡһынғаным булдымы? Яраттымы ул берәй ҡасан? Ниңә тап атайҙы ире итеп һайлаған? Ниндәй хыялдар менән йәшәгән, тормошонан ҡәнәғәтме? Бер ни ҙә белмәйем. Беҙҙең бер ҡасан да ҡатын-ҡыҙҙарса серләшкәнебеҙ булманы. Мин уны ҡырыҫлыҡта ғәйепләйем, ул – мине. ҡайһы берҙә ҡылыҡтарын аңлайым кеүек, күпселектә – юҡ. Ул һалҡын мөнәсәбәте менән үҙенән биҙҙереп тора, ә мин һаман уға йылышам. Үҙ эшемде ҡуйып тороп, тәүҙә уныҡын эшләйем. Гел ярай алмайым. Теге ере тегеләй, был ере былай һ.б., һ.б. Үҙемдең әсәй өсөн бер һөйөкһөҙ йән эйәһе булыуыма күнеп тә киттем инде. Күнеү генә түгел, ҡулайһыҙ, шыҡһыҙ, артыҡ баш икәнемә ышанып бөттөм. Шуға күрә бер кемдең дә әйткән яҡшы һүҙҙәренә ышана алмайым. Аҡыллы, матур, булдыҡлы булыуыма ышанмайым. Үҙ көсөмә ышанмайым. Мөхәббәткә, яратыуға, һоҡланыуға лайыҡ икәнемә ышанмайым. Был – минең бәләм һәм төп бәхетһеҙлегем.
Иртәгәһенә, һыйырҙы көтөүгә ҡыуыу менән, Мөнөй әбейгә керҙем. Ул мине көткән. Аҡ кейемдән, дини китап тотоп һикеһендә ултыра. Уныһы – күп уҡыуҙанмы, әллә боронғолоҡтанмы – ылбырап бөткән.
– “Мөхәммәдиә” был. Яҙыуы ғәрәпсә түгел, иҫке төркисә. Түркенемдән алып киткән берҙән-бер монаят. Төҫөм итеп һаҡларһың. Бына быныһы, – ул китап араһынан кескәй генә бер төргәкме-нимәме килтереп сығарҙы, – быныһы һинең йөҙлөгөң. Бетеү итеп эшләгәйнем, ғүмерем буйы ошо китап араһында һаҡланым. Бәләкәй сағыңда аңламайынса юғалтып ҡуйырһың, тип ҡурҡҡайным. ҙурайғас, ышанмаҫһың, һанламаҫһың, тип бирмәнем. Әле биреп ҡуям. Тағып йөрөр булһаң, көмөш сылбырға таҡ. Беҙгә, башҡорт ҡатындарына, көмөш килешә.
Ул тағы ла кисәге әйткән һүҙҙәрен ҡабатланы: “Үҙең бәхет бул”. Сығырға ишек бауын тотҡас-икәс, исемен һораным.
– Миңлекәй, – тине. – Мин дә, һинең һымаҡ, миң менән тыуғанмын. Йөрәк турлығында.
Ниндәй үкенестәр тулы донъя был? Мин ғүмерем буйы Мөнөй әбей кеүек кешегә мохтаж инем. Көнләшкәнем – өләсәйле балалар булды. Миңә өләсәйҙе алыштырырлыҡ, миңә кәрәк аҡылдар бирерлек, аңларлыҡ, яратырға өйрәтерлек кешем, баҡтиһәң, эргәмдә йәшәгән. Ул да миңә мохтаж булған! Ул үҙен был донъяла артыҡ итеп иҫәпләгән, ә миңә, минең донъяма ул ныҡ кәрәк ине бит... Ул күптәргә кәрәкле була ала ине, күптәргә! Мөнөй әбейҙең ғүмер юлы үҙе минең сираттағы һабағым түгелме ни? Ул үҙе лә бит асыҡ әйтте: фәһем ал, минең хаталарымды ҡабатлама, тине. Һин кәрәк кешеләр күп, шуларҙы эҙләп тап, тине. Эйе, эйе, үткәнгә үкенеп ултыр, тимәне.
Мөнөй әбей таңға үткәйне. Нәҫел-ырыуы булмағас, ерләү мәшәҡәттәре “силсәүит”кә төшөргә тейеш. Беренсе тапҡыр әсәйем һүҙемде кире ҡаҡманы – өсөн, етеһен үҙебеҙ уҡыттыҡ. Кәфенлек-хәйерлектәрен әбей үҙе әҙерләп һалып ҡуйған булған. Хәйер, беҙҙә бөтә оло кешеләрҙең ундай нәмәләре әҙерләнгән була ул. Йәштәр генә йүнһеҙ, үҙҙәре әле шундай сығымдарҙы уйламаған-хәстәрләмәгән, ә боғалаҡҡа тығылырға баштары еткән...
Кешеләр таралғас, әсәйемә кендек инәйемдең Мөнөй әбей булғанын һөйләнем. Бот сабып аптыраны, байтаҡ ҡына баш сайҡап ултырҙы.
– Ниңә әйтмәне, иҫемә төшөрмәне икән шуны иҫән сағында? Иннәкә бүләге лә бирелмәй ҡалғандыр, эй, Хоҙайым. Бурыслы булып ҡалдыммы ни? ҡырҡын, йыллығын да уҡытһам, бәхилләр микән әруахы...
Әсәйемдең был мөнәсәбәтенә аптыраным да, һөйөндөм дә. “Булһа ни булған, башты ҡатырма әле, былай ҙа эш муйындан”, – тип илтифат итмәҫ тип ҡурҡҡайным. Юҡ, әсәй кеше балаһын белә-күрә өлөшһөҙ ҡалдырырға тырышмаҫ.
Дөрөҫөн әйткәндә, Мөнөй әбейҙең һөйләгәндәрен ауыр кисерҙем мин. Атай-әсәйҙең әле тыуып ҡына килгән балаға, йәғни миңә, шундай ҡаты бәғерле булыуҙарын белеү рәхәт тиһеңме. Үпкәләнем дә, рәнйенем дә. Үҙ ҡанынан яралған сабый өсөн бер ҡулъяулыҡ йәлләп торһонсо әле... Баланың киләсәге, бәхете, был донъяла яулаясаҡ урыны менән шаярғандарын аңламанылар микән ни? Нисек үҙ сабыйыңдың бәхетен киҫмәк кәрәк? Шул үпкәләремә тонсоғоп, бер аҙ һөйләшә алмай йонсоном. Әле әсәйемдең ихласлап хафаланыуы, хатаһын төҙәтергә тырышып ятыуы күңелемде бөтәйтте. Мин уларға насар бала булманым, буғай. Имгәк-фәлән түгелмен, саҡырғандарын көтмәй, беренсе башлап эшкә йәбешәм, ҡаршы һүҙ әйткән юҡ. Эйе, серҙәш булманым булыуын. Күңелемдәген асманым, уларҙың бикле йөрәк ишектәрен ҡаҡманым. Ә үҙем ғүмер буйы уларҙан хуплау, яҡлау, саҡ ҡына булһа ла атай-әсәй мөхәббәте көттөм. Әле лә көтәм. Тик был турала әйткәнем генә юҡ.
Баҡсалағы балан да сәскәһен ҡойҙо. Яҙҙың һуңғы аҡ сәскәләре... Тимәк, минең йәйге депрессия башлана. Ап-аҡ ҡышты яратып еткермәһәм дә, яҙҙың ап-аҡ сәскәгә күмелгән мәлен иҫем китеп яратам. Шул сәскәләрҙең ҡойолоуын ауыр кисерәм. Ҡайҙа ҡарама – йәм-йәшел. Ҡыҫҡаһы, “тоска зеленая”. Бызырлап торған шеш-мәҙәрҙе йәм-йәшел итеп буяп ҡуялар бит әле, нәҡ шул...
Атайым да заманында “етте шул хәсрәт айы” тип көйөп йөрөр ине. Хәҙер үҙем шуны уҡ ҡабатлайым: хәсрәт айы етте. Ҡаланыҡыларға рәхәт: уларға – ял, отпуск. Байыраҡтары өсөн – диңгеҙ буйы, яхта, пляж... Ярлыраҡтарына – тәбиғәт, һыу буйы, шашлыҡ-машлыҡ... Ауыл кешеһенә ал да юҡ, ял да юҡ. Таңдан төнгәсә аяҡтан йығылырҙай булып мал аҙығы хәстәрләү. Ирлеләргә, ишле ғаиләләргә еңелерәк, әлбиттә. Гөр килешеп, салғы менән ҡолас ташлап сабалар, тәбиғәттә ҡаҙан аҫып, күмәкләшеп тирләшәләр ҙә эш тә тиҙ бөтә. Ә мин бер йөрөйөм сапҡыслы трактор эҙләп. Икенсегә йыйғыслыһы артынан сығып китәм. Алып ҡайтыуы тағы бер бәлә: был юлы арбалы трактор ғына түгел, тейәшергә көнлөксөләрен дә эҙләргә кәрәк. Мәшәҡәт әҙ саҡта эшселәр табыуы ныҡ ҡыйын түгел, аҡсаң булһын да асыҡ йөҙөң менән һыйыңды йәлләмә. Ә бесән ваҡытында, һәр береһе үҙ хәстәре менән янғанда, ай-һай, ауырға тура килә. Ҡайһы саҡта, берәй тракторсының һөйәркәһе генә булырға микән әллә, тигән алйот уйҙар ҙа һикерә башҡа, валлаһи...
Бигерәк арытты һәр береһенә йөҙ һыуҙары түгеп инәлеү. Һөйәркә итеү түгел, өйләнергә теләгәне лә табылыр ине. Тәҡдим менән килгәндәре лә бар. Элек нимә ҡамасаулағанын аңламай торғайным, хәҙер беләм: яҡшымы-насармы, Сашка-Искәндәр образы күңелемде бикләгән. Башҡа бер кемгә лә күңелем төшмәй, ә донъя көтөү өсөн генә сығырға... Күрәһең, әле тормошом тамам көрсөккә терәлмәгән – яңғыҙым да йырып сыға алам, шөкөр. Һәр йылдағыса, быйыл да алда торған сығымдарҙы барлайым, керемдәрҙе самалайым. Бер гектар бесәнде сабыу хаҡы тағы артҡан, тиҙәр. Йөк килтереү ҡышын уҡ ҡиммәтләнде: утын килтергәс, беләм. Көнлөксөләрҙең дә эсмәгәнерәге, уңғанырағы хаҡты ҡайыра торған. Көтөүлеккә, бесәнлеккә түләргә кәрәк, малға һалым да бар, көтөүсегә ай һайын хаҡын биреп бараһы... Был ир тигәндәре, үлгәс-үлгәс, өйөн һалып, донъяһын нығытып үлһә ни булған?! Күрше-тирә йорттарын заманса материалдар менән көпләп, кем таш, кем профнастил кеүек нәмәләр менән ихаталарын уратып бөттө. Ә минең ун йыл торған штакетниктарым ҡойолорға әҙер. Нисек яңыртырға? Белгән юҡ. Төкәтмә-фәлән менән өйҙө ҙурайтыу хаҡында хатта хыял да итмәйем. Йәй пенсияһын шулай итеп “һыйыр ялап” бөтөрә. Барлы-юҡлы һөт һатҡан аҡса көндәлек кәрәк-яраҡҡа, тамаҡҡа китәсәк. Уҡыу башланыр алдынан тағы бер мәшәҡәт – балаларҙы мәктәпкә әҙерләү. Кесеһенә ағаһыныҡы ҡалһа ла, олоһона костюмын-башҡаһын алырға... Енем һөймәгән эш булһа ла, зарплатаһы ярап тора ине әле. Былай булғас, теләйһеңме-юҡмы, эшкә кереү хаҡында уйларға тура килә. Хәҡиҡәтте таныйым: хәҙер миңә ундай “йылы” урын тәтемәйәсәк. Бюджет өлкәһендәге ниндәй штатҡа ла ауыл башлығы хужа. Ә мин уның ирлек ғорурлығын етерлек мыҫҡыл иттем. Нәҫелдәре менән эскерле, тәкәббер зат улар. Рәхәтләнеп үс аласағын белә инем, әлбиттә. Үкендермәксе, теҙ сүктермәксе инде. Ниндәй эшкә керергә ғариза яҙһам да, “Мораль яҡтан тотанаҡлығы шикле, махсус белеме юҡ” тип кире ҡағып ҡына тора. Әйтерһең, ул үҙе хакимиәт башлығы профессияһына уҡыған! Юғары белемле белгес, имеш... Эйе, белгес, тик кешеләр менән идара итеү буйынса түгел, ә зоотехния буйынса. Беренсе ҡулдарын йүгерткеләгәндә: “Һыйырҙы яһалма ҡасырыу методын тормошта ҡулланып ҡарамаҡсы булғайнығыҙ мәллә? Яҡшыраҡ уҡырға булған: минең бит мөгөҙөм юҡ. Туҡал һыйыр менән бутарға ҡойроғом юҡ”, – тип ныҡ ҡына ирештергәйнем. Юҡ, түбән тәгәрәмәгәнем өсөн ниңә үкенергә тейешмен мин? Үкенмәйем. Ундай буҡҡорһаҡтарға кәнтәй булғансы, ошолай бар нәмәне яңғыҙ һөйрәүсе йөк аты булыуың хәйерлерәк. Нисауа, әле хәлем йәшәрлек. Ә бына эш-көш табырға кәрәк шулай ҙа.
Шәхси эшҡыуарҙарҙы күңелемдән барлап сығам. Ауылдағы киоскыға һатыусы булып урынлашырға мөмкин, әммә бер нисә йыл элек эшләп киткәнемдә ныҡ ялҡып сыҡҡан инем. Төшкө ял сәғәте лә, ял көнө лә булыуы етмәгән, йома-шәмбе-йәкшәмбе төн уртаһынаса эшләтә. Йәш-елкенсәктең аҡсаһын, һыра менән алдап, һура. Ҡарт-ҡоро, бахыр, пенсияһын ашап-эсеп бөтә лә сәғәттәр буйы бурысҡа биреүемде инәлеп, йәнемде көйҙөрә. Туҡтауһыҙ эсеүҙән һаҫып бөткән була ҡайһыһы. Янында торорлоҡ түгел, күңел болғандырғыс еҫтәр һаңҡытып, меҫкенләнеп теңкәмде ҡоротоп тора. Аҡһаҡал булып, йәштәргә аҡыллы кәңәш-төңәш биреп, түр башында намаҙҙан тормай ултырырға тейеш ҡарттар бит ул! Ейән-ейәнсәрҙәренә ҡарыһүҙҙәр һөйләп, гонаһ эштәрҙән тыйып, ҡурсалап торорға тейеш инәй булаһы әбейҙәр бит ул! Ер емертеп эшләп, донъя тотҡаһы булырға тейеш ирҙәр, ҡарт инәһе кеүек түл йәйеп, матур-матур балалар табаһы ҡатындар бит ул! Кешелектәрен, үҙ-үҙҙәрен юғалтҡан бисараға әйләнеп, бер көтөүгә әйләнеп юҡҡа сыҡҡан улар. Алкаштар көтөүе. Ә магазин хужаһы өсөн – килем килтереүселәр. Көноҙоно эшләүгә рәхмәт әйтеүсе юҡ. Ул ғына ла түгел, ҡаныңды эсә. Хеҙмәт кенәгәһе менән договор төҙөп эшкә ҡушҡанмы ни – барлы-юҡлы аҡсанан “подоходный налог” алып ултыра! Ауыр-ауыр һыра йәшниктәре, тағы әллә нәмәләр ташыта әле, йөк ташыусы ялларға йөҙ тәңкәһен йәлләп. Юҡ, ул тормошҡа үҙем теләп ҡабат барып инәһем юҡ! Күргәнем еткән.
Шулай уйланып ҡайтып килһәм, ни күрәм: ике сабыйым абына-һөрөнә тигәндәй гәрбил һөйрәтеп маташа. Күршенең һәндерәп бөткән атаһы дәртләндереп, һай-һайтлап торған була, ҡулында – сүкеш-ҡаҙаҡ. Бәрәңге баҡсаһы яғынан кәртә һүтелеп төшкәйне шул. Шуны ямап булашалар. Нисә көн инде эргәһенән теште ҡыҫып үтеп йөрөйөм. Көсһөҙлөктән күҙгә йәштәр тығылды. Тиҫтерҙәренең балта тотоу төшөнә лә инмәйҙер, ә минең оло малай утын ярырға өйрәнде. Әҙ булһа ла аҡса ситкә китмәҫ, тип тырыша. “Эшсе”ләремдең күңеле булһын тип, һый әҙерләгән булдым. Маҡтарға ла аптырамайым. Көсө етмәҫтәйҙе күтәреп биртенеп ҡуйыуынан ҡурҡтым. Ыуыҙ ғына бит әле уның һөйәктәре, быуыны ҡатмаған. Уға үҫергә лә үҫергә, уйнарға, хыял итергә кәрәк. Ваҡытынан алда өлкәнәйергә түгел...
– Йонсомаҫҡа ине, бәлки, бабайың килгән сағында йүнәтеп китер ине, – тиеүемә, ҡолонсағым:
– Әҙерәк донъяны нығытырға кәрәк, яңғыҙың ҡалғас ауыр булыр, – тип ололарса фекерләп, һушымды алды.
– Яңғыҙың ҡалғас, тисе?
– Беҙ, әсәй, кадет корпусына уҡырға китәбеҙ. Бабайым әйтә, әсәй ҡуйынында ғына үҫкән малайҙар мәмәй була, ти. Армияла тиҙ һына, ти. Атайымды ла, армияла “һынып” ҡайтты, шуға йәшәй алманы, ти. Минең һынғым килмәй. Алкаш та булғым килмәй. Минең летчик булғым килә. Ә унда, әҙерәк үҫкәс, парашюттан да һикертәләр, ти. Йәй көнө һиңә утын әҙерләшәбеҙ ҙә көҙгә китербеҙ, йәме.
Мин шаңҡыуҙан улыма ни тип тә яуап бирә белмәнем. Бына һиңә мә! Мин нисә йылдар буйы үҙ ҡайғымды ғына уйлап, үҙ кисерештәремә батып, балаларымды иҫкә лә алмағанмын. Миңә ир кәрәкмәһә лә, уларға атай кәрәк, имеш. Үҙемдең тормошҡа ашмаған хыялдарымды уйлап, үҙемде йәлләп һыҡтағанда, эргәмдә генә үҙ улымдың хыялдары яралып, минән айырым шәхес үҫеп килеүен күрмәй ҙә торам түгелме? Шаҡ ҡатҡыс. Балаларҙы ситкә ебәреү ҙә ҡыйын. Сабый ғыналар бит әле! Етмәһә, аҡса еткерергә кәрәк. Ҡала һиңә ауыл түгел, урам буйына алам-һалам кейеп сығып булмай. Аҡсаһыҙ ҙа туҡ йәшәргә баҙ тулы бәрәңге, итең-һөтөң юҡ. Ни эшләргә? Юҡ, бер ҡайҙа ла сығып китмәйһегеҙ, тип ҡырт киҫһәм, теләгебеҙгә ҡаршы төштөң, бәхетебеҙгә ҡамасауланың, тип ғүмер буйы үпкәләмәҫтәрме? Уф, бигерәк ҡыйын йәш булыуҙары!!! Ҡалай эшләһәм – дөрөҫ була, ҡайһылай – юҡ, нисек белергә һуң? Етем бала булараҡ, ниндәйҙер льготалары барҙыр, әлбиттә. Тәртип тә арыу, тип яҙалар. Бәлки, улым хаҡлылыр? Летчик, ти бит әле ул! Осорға, һауаға күтәрелергә тигән теләк минән уға ҡан менән күсте микән әллә? Ҡыҙыҡ... Мөнөй әбей иҫкә төштө. Минең ҡанаттарым үҫмәйәсәкте белеп бәғерем өҙөлөүен һөйләгәндә, йөрәгем ҡыҫып-ҡыҫып ҡуя. Әле улым өсөн йөрәгем өҙөлә. Уның хыялын тормошҡа ашырырға ярҙам итергә маташып та ҡарамаһам, ғүмер ахырынаса үкенәсәкмен.
Эй, ялҡтым да инде ошо фәҡирлектән. Ялҡтым ошо “эконом-кластан”! Уйланып арығас, бер көндө мәтрүшкә йыйырға сығып киттем. “Төпкөл-төпкөл” тип кәмһетеп һөйләһәләр ҙә, төпкөлдә йәшәүҙең үҙенең яҡшы яҡтары бар. Нисәмә-нисә тиҫтә араларға тиклем бер завод-фабрика һымаҡ экология боҙоусы сәнәғәт предприятиеһы юҡ. Тәбиғәт тап-таҙа, үлән-емешкә бай. Оҙаҡ та йөрөмәнем – бер ҡосаҡ йыйҙым. Ҡайтышлай зыяратҡа һуғылдым, Рәсим янына. Ҡәйнәмдәр онотмай уны, ҡәбере тәрбиәле. Арзанлы ғына ҡәберташ-памятник эшләткәндәр фотолап. Өйләнмәгән сағындағы фотоһүрәтен ҡуйғандар. Тора йылмайып, йәш кенә, ихлас ҡына. Былай матур ғына булған икән төҫкә. Әле тыныс һәм ситтән, бер мөнәсәбәтһеҙ ҡарағас, шулай күренә. Бергә йәшәгәндә ул миңә һылыу, күркәм булып түгел, минең яҙмышыма аҙашып килеп кергән оронсоҡ һымаҡ ине. Вафаты алдынан – бигерәк тә. Эргәһендә сыҙағыһыҙ, ниндәйҙер бөтә донъяға үсегеү бар ине унда. Бөтә яҡшылыҡ та уға яһалма булып тойолдо. Йәғни изгелек битлегенә төрөлгән яуызлыҡ булып. Улымдың һүҙенә тиклем был турала уйлағаным юҡ ине. Ысынлап һынып ҡайтҡандыр Рәсим “ҡайнар нөктә”ләрҙән. Миңә уның уйҙары ла, хистәре лә, кисергәндәре лә ҡыҙыҡ түгел ине. Ҡыҙыҡһынырға башыма ла килмәне. Аңларға ла теләгем юҡ ине. Мин тик үҙемә бикләнеп, үҙ ҡайғым менән генә йәшәнем. Үкенәм, тип тә әйтә алмайым. Уның күңелендәге менән ҡыҙыҡһыныуымдан нимә үҙгәрер ине? Мин, нимә, уны ярата башлар инемме? Юҡ. Әлеге аҡылым булһа, мин уға кейәүгә сыҡмаҫ инем. Үҙемдең бәхетте генә уйлаған өсөн түгел, юҡ. Мин инде уның да бәхетен уйлар инем. Рәсим йәш, матур егет ине, ике бала табып бирерлек булғас, ул тиклем насар бәндә лә булмағандыр. Уның һөйөп-һөйөлөп йәшәргә хоҡуғы юҡ инеме ни? Мин уның тәҡдимен ҡабул итеп, бәхетенә кәртә булып яттым. Ул үҙенең яртыһын, мөхәббәтен эҙләүҙән туҡтаны. Ә, бәлки, тапҡан булыр ине. Яралы йәненә дауа булған булыр ине ул мөхәббәт, йәшәргә көс бирер ине. Ә мин Рәсимгә бер ниндәй йылы ла бирә алманым. Сөнки ул ваҡытта үҙем буп-буш инем. Иргә бирә торған йәнемде Сашка һурып бөткәйне. Математикала ғына минусты минусҡа ҡабатлаһаң плюс була. Ә тормошта – киреһенсә: ике бәхетһеҙҙе бергә ҡушһаң, бәхетһеҙлек нығыраҡ көсәйә...

Sez Başkort ädäbiyättän 1 tekst ukıdıgız.
Çirattagı - Артыҡбикә - 6
- Büleklär
- Артыҡбикә - 1Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.Süzlärneñ gomumi sanı 4148Unikal süzlärneñ gomumi sanı 233926.8 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.39.1 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.45.4 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
- Артыҡбикә - 2Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.Süzlärneñ gomumi sanı 4023Unikal süzlärneñ gomumi sanı 225127.0 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.38.4 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.43.8 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
- Артыҡбикә - 3Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.Süzlärneñ gomumi sanı 3970Unikal süzlärneñ gomumi sanı 218627.0 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.38.5 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.45.1 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
- Артыҡбикә - 4Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.Süzlärneñ gomumi sanı 4148Unikal süzlärneñ gomumi sanı 227327.1 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.38.6 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.45.0 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
- Артыҡбикә - 5Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.Süzlärneñ gomumi sanı 4242Unikal süzlärneñ gomumi sanı 229827.7 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.38.8 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.44.9 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
- Артыҡбикә - 6Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.Süzlärneñ gomumi sanı 4096Unikal süzlärneñ gomumi sanı 233227.0 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.38.9 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.44.7 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
- Артыҡбикә - 7Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.Süzlärneñ gomumi sanı 4019Unikal süzlärneñ gomumi sanı 220328.0 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.39.5 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.45.8 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
- Артыҡбикә - 8Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.Süzlärneñ gomumi sanı 3502Unikal süzlärneñ gomumi sanı 191930.3 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.41.9 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.47.4 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.