Latin

Артыҡбикә - 4

Süzlärneñ gomumi sanı 4148
Unikal süzlärneñ gomumi sanı 2273
27.1 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
38.6 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
45.0 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
Был юлы мин хахылдап көлдөм. Илағансы. "Искандәр Сәғитович сәгер күҙҙәр яратмай" тип төҫлө линзалар кейергә тура килгәйне бит. Ҡырыуына түҙмәй сисеп ырғыттым да, оноттом да. Ә әле, Искәндәрҙең тура ҡарашын күтәрә алмай, күҙҙәремде йомам. Йәнем аҡтарылып бара. Хыянатсыл күҙҙәр! Йәшкә мансылып, мине оятҡа ҡалдыралар!

– Хәҙер иҫемә төштө. Ысынлап та, алдай белмәй шул күҙҙәрең. Көҙгөгә ҡараған һымаҡ булдым. Әллә туп-тура йәшлегем күҙенә ҡараныммы? Иҫең китер: мин шундай һүҙҙәр һөйләй алғанмын! Мин ғашиҡ була алғанмын! Күңелгә наҙлы хистәр тулған заман булған, әй?! Беләһеңме, беҙ байрам... түгел, ни түгел, кистә лә фейерверк аттырып, урам тултырып шаярып-көлөп йөрөй белә инек. Ниндәйҙер дыуамал ҡылыҡтарға һәләтле инек! Алйот йырҙар йырланыҡ, шашып бейенек, донъяны үҙгәртеп ҡора алыуыбыҙға шикләнмәнек... Ә хәҙер? Йылдар буйы дуҫтар менән хатта шылтыратышмайбыҙ ҙа. Йыр тыңлаған да юҡ, бейеү түгел, артыҡ аҙым баҫырға ла йыбанабыҙ. Олоғайған һайын, донъя ҡыҙыҡһыҙ һымаҡ. Йәшлек яныуҙары-ярһыуҙары – бер мәғәнәгә лә эйә түгел икән. Донъя нисек ҡоролған, шулай тәгәрәп тик тора. Ә беҙ – шул тәгәрмәс ара­һында иҙеләбеҙ, ваҡланабыҙ, шунан саңға әйләнәбеҙ...

– Ватылабыҙ, ваҡланабыҙ – ул беҙ, ябай халыҡ. Һин беҙҙең исемдән һөйләшмә, килешмәй. Һин тап шул арбала дилбегә тотоп ултырыусылар рәтенән. Тик был темаға бәхәс башламайыҡ, йәме. Беҙгә тиклем әллә нисә меңәр йылдар буйы иң яҡты аҡыллы, алтын башлы философтар том-том трактаттар яҙып та, донъяның айышына төшөнә алмағанды, беҙҙең бәхәс кенә мәсьәләне хәл итмәҫ.

– Һәр ваҡыттағыса, һин хаҡлы. Ысынлап та, теманы тарайтыу иң отошлоһо булыр. Һөйләп ебәр: ҡайҙаһың, кемһең? Йылдар һиңә килешкән. Быға шатмын. Күрәһең, яҙмышың насарҙарҙан түгел. Быныһы минең ирлек сәмемә ныҡ тейҙе, йәшермәйем. Һине мин генә бәхетле итә алырға тейеш инем. Ә һин минһеҙ ҙә бына тигән: сибәр, һауалы, көслө. Һин бер кемгә лә буйһонмайһың, бер нәмәнән дә ҡурҡмайһың. Мин һиңә йәш ҡыҙ сағыңда һоҡлана инем. Ләкин әле һинең тағы ла нығыраҡ һоҡланырлыҡ икәнеңде күрәм. Һөйлә әле, һөйлә, тауышың танһыҡ, тыңлағым килә.




О-о-о, башланды. Китте бит эреп, хыянатсыл күңел! Теле менән йыланды ла арбай инде ул! Ниндәй ҡатын-ҡыҙ түҙһен, ти, был һайрауға? Ул бит әле бөтә йөҙөнә, тауышына шул тиклем ихласлыҡтар һалып һөйләй белә. Ышанмаҫ ерҙән ышанырһың был донъяла үҙеңдең берҙән-бер ҡабатланмаҫ, тиңһеҙ фәрештә икәнеңә. Хәҙер һөйләгәнеңде мөкиббән китеп тыңлап ултырасаҡ әле, ауыҙыңа керерҙәй булып. Һәр бер ҡылығыңа һоҡланыуын белдерәсәк, әленән-әле комплименттар менән күмәсәк, ҡулдарыңды ҡәҙерләп үбәсәк. Һәм бөттө – еңеләһең, уның иркенә биреләһең, һәм аҙағынан ул буйһондороусы булып ҡаласаҡ. Был сценарий миңә таныш. Ә таныш яу, билдәле, һуғышырға уңайлы.

– Тимәк, һин – веселая вдова?




Уның, йәне көйөүен һиҙҙермәҫкә була, юрамал ғәмһеҙ интонация менән әйткәнен аңлап, көлөмһөрәйем.

– Эйе,– тим үҙем дә айырата ғәмһеҙлек менән. Шул арала йәшен тиҙлегендә бөтөн күргән-кисергәндәр күҙ алдынан үтә. Иремдең ҡар өҫтөнә һуҙылған кәүҙәһе, ҡара ҡойолған туғандары, мине ҡарғай-ҡарғай бәргеләнеп илаған ҡәйнәм, баҫырауҙай кәүҙәһе бөрөшөп, бәпбәләкәй тороп ҡалған ҡайным. Ярҙырырға, юлына, кәфененә, хәйеренә, тағы әллә нимәләренә аҡса еткерә алмай, һорансылап ауыл буйлап йөрөүҙәр. Өсөн, етеһен үткәрер-үткәрмәҫ әллә ауырлыҡ төшөүҙән, әллә кисерелгәндән “ҡыҙ булырмы” тип көтөп йөрөгән ауырымдың эсемде үлтереп һыҙлатып төшөүө. ҡанһырап бер дауаханала – үҙемдең, икенсеһендә оло улымдың ауырып ятыуы. ҡайтыуыма донъямдың аҫтын-өҫкә әйләндереп, ҡәйнәмдең ат, һыйыр-башмаҡ, арба-сана, ваҡ-төйәк, ҡош-ҡортто ҡыуып алып ҡайтыуы, өй ҙурайтырға тип буралған төкөтмәне ҡәйенбикәнең һүтеп алып ташытҡаны, булған бензобысҡы, башҡа ир-ат ҡоралдарын үҙҙәренекеләй күреп һатып ебәреүҙәре, үҙ көсөбөҙ менән һалып ингән өйҙән дә ҡыуып сығарырға маташып судлашып йөрөүҙәре... ҡыш уртаһында ике баламды ҡосаҡлап бер шырпы утынһыҙ һыуыҡ өйҙә тороп ҡалыуым, кеше яллап ҡушырға тиһәң, муйындан бурысҡа батып, аҡсаһыҙ ултырыуҙарым. Бар халыҡтың ҡырын ҡарашынан, ҡәйнәм ҡәһәрләүҙәренән, артымдан да, алдымда ла ғәйбәт сәйнәүҙәре, һаулашып ҡына уҙған һәр мужикка ҡушып нахаҡ һөйләүҙәре. Бер ҡайнағам, бахыр, ситләтмәҫкә тырышты. Бер ул ғына минең ике баланың уларҙың фамилияһын йөрөткәнен, өләсәләренең асылда уларҙың өлөшөн тартып алыуҙарын аңлай ине. Тамам көрсөккә терәлгәндә, ул бер ат йөгө (аты ла, әпсендәре лә беҙҙеке булһа, ни эш бар) утын килтереп, бысып-ярып китте. Ауыл ғәйбәтселәренә шул етә ҡалды. Бер заман апһын, меҫкен, ярһып килеп, мине “аҡылға ултырыу, намыҫҡа саҡырыу” сәхнәһе ойоштороп китте. Мин ни иларға, ни көлөргә белмәй аптырап тороп ҡалдым. Бинахаҡҡа йәберләнеүемә илағым килһә, күп эсеүҙән, ғүмер буйы ауыр эш башҡарыуҙан таушалып бөткән, тешһеҙ һәм һирәк сәсле, иллегә етеп барған ҡайнағамды ир итеп күрә алыуым мөмкинлегенә ышанып, көнләп маташҡанына көлкөм килде. Бөтөн рәнйеүҙәрем, йәшем бөткәнсе илауҙарым, улдарым өсөн һыҡрауҙарым... Барыһы ла күңелде һыҙлатып иҫемә төшөүенә албырғап, баш сайҡаным:




– Эйе, веселая вдова. – ҡәйнәмдең, уға ҡушылып бөтә ауылдың ғәйепләгән һүҙҙәре иҫемә төшөп, шуларҙы ҡабатлайым. – Ир бысрағы йыумайым, бер кем ҡо­лаҡ итен сәйнәмәй. Ике улыма килгән пенсия аҡсаһына рәхәтләнеп типтереп йәшәйем. Ул льготалары ғына күпме!







Искәндәрҙең ҡарашында йәшерен аптырау ғәләмәте сағылғанын күрәм. Ул минең ысынлап та елбәҙәкме, әллә юрамал шулай булып күренергә тырышыуыммы икәнен һынарға, асыҡларға маташа. Ә минең, нишләптер, уның менән үҙемдең тәрән кисерештәремде, түгелеп китерлек һағыштарымды уртаҡлашҡым килмәй. Хәйер, уның менән генә түгел, башҡа бер кем менән дә. Сөнки улар тик минеке, минеке генә. Уй-ҡайғыларымдың бер тамсыһы менән уртаҡлашһам да, ярлыланып ҡалырмын, үҙем булыуҙан туҡтармын һымаҡ. Кешеләр, ни уйлаған булып, эс-бауырыма керерҙәй итеп хәл һорашҡан була икән был донъяла? ҡайғыңды күтәрешерҙәй, һәр күҙ йәшеңде бриллиантҡа тиңләп ҡәҙерләрҙәй булып ҡыланалар, ә ысынында иһә күптән билдәле ул хәҡиҡәт: кешенеке кештәктә. Уртаҡлаша икән, ул ни бары тыш күңелдән генә, үлә-бата яҡшы кеше булып күренергә ынтылыуҙан ғына. Ни бары шул. Әлбиттә, был кешегә ышанмауым минең, ышанмаусанлыҡ һыҙатым ғына булыуы мөмкин. Бәлки, кеше ҡайғыһын үҙенекеләй итеп ҡабул иткән ихлас һәм изге кешеләр ҙә барҙыр? Әллә инде. Булған осраҡта ла, Искәндәр улар рәтендә бер ҡасан да торманы һәм тормаҫ. Ул минән былай циник. Миңә лә унан йоҡҡандыр был сир. Йоғошло ауырыу кеүек. Йоғошло булмаһа, бөтә кешелек донъяһының күпселек өлөшөн ялмап ала алыр инеме ни ул? Уйҙар был темаға кереп китһә, бөттө, сыбыртҡы шартлатып ҡыуып та йыйып алып булмаҫ. Шуға, бына нисәнсе тапҡыр инде, был бысраҡ донъяла йөрөп ятыуымдың маҡсатын көсләп иҫемә төшөрәм: эйе, нимә әле? Ә-ә-ә, имза, рөхсәт хаты. Мин тағы Искәндәрҙең күҙҙәренә туп-тура бағам һәм ихлас йылмаям. Бергә үткән ғәжәп матур сағыбыҙҙы уның иҫенә төшөрәм. Онотам, тип үҙ-үҙемде алдап йәшәгәнмен икән. Ваҡ-төйәгенә тиклем иҫтә, ҡәһәрең. Һағынышыуға түҙә алмай, маршруткала алты туҡталыш буйы үбешкән дә әле генә һымаҡ. Ҡайҙа унда халыҡтан оялыу! Күҙгә кеше күренмәй, барлыҡ йыһанда беҙ икәү генә... Үҙ-үҙемде, тирә-яҡты, ысынбарлыҡты, ваҡытты онотҡансы, онотолоп, ярһып мөхәббәт даръяһына башкөлләй сумыуым шунда... Башҡа бер кем менән дә ҡабатланманы ундай кисерештәр: бер кемдең ҡарашында батманым, бер кемдең ҡосағында иремәнем, үҙ-үҙемде онотманым... Эй, Хоҙайым, шул тиклем дә... Шул тиклем дә йәшәмәгәнмен, үлек булғанмын нисә йылдар, ә? Тамырҙарың буйлап ҡайнар ҡандың урғылып-ярһып аҡҡанына түҙә алмай, хистәреңә тонсоғоп, йөрәгең шартларҙай булып, алҡымыңа килеп тығылғансы яратыуым... Бер “ах” тиеүе менән Йософтоң ҡамсыһын көлгә ҡалдырған Зөләйханың хәлен аңлайым мин! Ҡамсы түгел, әллә нәмәң көйрәп янып китер был ялҡынға. Бәй, нисә йылдар “һүнгән” тип йөрөгән ҡуҙҙар әллә ҡабат терелергә маташа? Тәүбә-тәүбә. Йәш сағында бәхет килтермәгән был хискә хәҙер, ҡарыуым бөткәс, бирешһәм нишләрмен? Ауыҙ бешеү генә нисауа, бында бит...




Яҙмыштары өсөн яуап тотҡан ике балам барлығы иҫемә килтерә. ҡатын-ҡыҙ тәбиғәтен әсәлек инстинкты һәр ваҡыт еңә, Аллаға шөкөр. Бына бит, мин тағы иҫемә килдем, аҡылыма ҡайттым. Ипләп кенә әңгәмәне үҙемә кәрәк юҫыҡҡа борам. Искәндәр менән икебеҙҙең оҡшашлыҡҡа йәнем һыҙыла. Һыҙыла ғынамы – һулҡылдап-һулҡылдап әрней. Беҙҙең яҙмыш бер нисек тә оҡшарға тейеш түгел ине бит. Ул – иркәлектә үҫкән яңғыҙ бала. Ни теләһә – шул алдында, бөтә тарафҡа – таҡыр юл. Сибәр, аҡыллы. Бәхетле булырға бер кем ҡамасаулай алмай. Бер кем дә, бер ниндәй сәйәси-иҡтисади боролоштар ҙа, бер ни ҙә... Байлыҡты быуыныңа етерлек туплап ҡуйғандар. Елдер иң яҡшы машинала, биш булмағайы, илле биш йондоҙло отелдәрҙә типтереп ял ит. Карьера баҫҡысынан үрмәләргә ялҡауың килһә – лифт менән мен! Барыһы ла алдыңа “мә!” тип килтереп ҡуйылған. ҡатыны үҙе кеүек ҡатламдан, тәрбиәле, супермоделдәрҙән былайыраҡ, ҡайҙа ҡултыҡлап барһаң да оялырлыҡ түгел. Ә Искәндәр тормошонан ҡәнәғәт була алмай. Нимәлер етмәй уға. Ул “нимәлер”ҙе бер ҡасан да тапмаясаҡ, ирешә алмаясаҡ. Шуға уның күҙҙәре тулы һағыш, әрнеү. Ул бит мөхәббәттә лә ниндәйҙер ҡомһоҙ. Тән генә уға етмәй, ул бөтә йәнеңде һурып ала. Бөтөн донъяла һин тик уны ғына Алла дәрәжәһенә мендереп яратырға һәм табынырға тейешһең. Шуға өлгәшә бит әле үҙе. Шунан, бөтә хистәреңде һығып алып бөтөргәс, кәрәкмәгән сепрәк ише, ташлап та китә. Бер тапҡыр Искәндәр ҡапҡанына эләккәнһең икән, һин инде башҡа бер ҡасан да башҡаны ярата алмаясаҡһың. Ниндәй яратыу? Йәшәргә көс ҡалмай – вампир ише, һурып бөтөргән. Мин ана нисә йылдар буп-буш ҡыуыҡ ише инем. Күңелемдә бер нәмә юҡ. Нисә йылдар мин мейемә лә уны хәтерләмәҫкә, уй­ламаҫҡа ҡушып йәшәнем. Оноттом тип иҫәпләнем, әммә... Ниңә минең күңел урынында түгел ине? Ниңә мин ошо шаулы мәркәзгә әжәлгә дарыу артынан килгәндәй атлығып, талпынып, ашҡынып килә инем? Аяҡтар ниңә үҙҙәренән-үҙҙәре уның менән бергә йөрөгән һуҡмаҡтарға ғына боролоп тик тора ине? Быларҙың барыһын да аңламамышҡа, тоймамышҡа һалыштым. Йәшлекте һағынып, хәтирәләр барлап ултырманым. ҡулымдан килһә, уй тигән нәмәне берәй ситлеккә бикләп ҡуйған булыр инем. Тырышлыҡтарым бушҡа китмәне, әлбиттә, – хатта, ана бит, осрашҡанда танымаҫҡа маташтым. Оҙаҡ итеп иҫләгән кеше булдым. Ул икона кеүек күҙ алдында бер туҡтауһыҙ баҙлап торған образды, әйтерһең, онотоп була. Тора-бара бер ерең һыҙлауына нисек өйрәнеп китәһең, күңел әрнеүенә лә өйрәнәһең. Ул әрнеп тик тора, ә һин тышҡы тормош менән йәшәгән булаһың. Яҙ нимәлер сәскән булаһың, көҙ – йыйған. Берәй таныш бисәнең ғәйбәтен тыңлап, ҡушылып сәйнәгән булаһың, кемдер көләмәс һөйләһә, аҡырып көлгән булаһың... Үҙ-үҙеңде алдарға маташҡанһың, ә ысынында ул һине алдаған! Мейеңдән бөтә хәтирәләрҙе, уйҙарҙы ҡыуып сығарғанһың – ул һинең ҡаның менән ҡушылған да бөтә ҡан тамырҙары буйлап һулҡылдап тик йөрөй. Шул кешене йәшәтеүсе биш литр һутты үҙеңдән һығып сығарһаң, шунда ғына ысынлап оноторһоң беренсе мөхәббәтте.

– Беләһеңме, һин бит был донъяла мин яратҡан берҙән-бер ҡатын-ҡыҙ. Ул һүҙҙе башҡа бер кешегә лә әйтмәнем мин? Сибәрерәктәр ҙә булды, аҡыллыраҡтар ҙа, береһе лә йөрәкте тетрәндермәне. Ә һинең бына ошолай шым ғына ултырыуыңдан да әллә ниндәй моң ағыла. Сәсрәһен донъяһы, сәсрәһен барыһы ла, әйҙә, икәү берәй утрауға олағайыҡ! Икебеҙ генә шунда йәшәйек, Әҙәм менән Һауа шикелле, әйҙә?! – Ул, сарсап килгән юлсы шишмәгә ташланған шикелле, ярһып-шашып ҡул суҡтарымды үбә башланы. Нисек йөрәгемде телгеләгәнен аңлармы бер заман? Ниңә шул тиклем язалай икән ул мине? Ана-бына ышанырға, ҡабат аҡылдан яҙырға торам да һуң. Ләкин ярамай. Был һүҙҙәр – ни бары ялған, алдаҡ. Ағыулы йылан да Искәндәрҙән мәрхәмәтлерәктер – саға ла бөтә. Ә был – анаконда, быуар йылан. Ә мин, ҡорбан ҡуян кеүек, илай-илай әжәлемә – уның ауыҙына кереп барам. Йә был гипноздан айнып ҡотолаһың, йә тағы бик күп йылдарға йәшәү һәләтен юғалтып, ҡоро буш тән булып тороп ҡалаһың. Ә бит нисек уға ышанғы, ҡосағында онотолғо, шашып-ярһып һөйгө-һөйөлгө килә! Нисә йылдар ут йотоп йәшәүемә күрә, бер остоҡ ҡына бәхеткә лайыҡ түгелме ни мин? Бәлки, ошо мәл өсөн генә йәшәгәнмендер бығаса? Бәлки, минең тормошомда тороп ҡалһа, ошо мәлдән дә әһәмиәтлерәк бер ни ҙә булмаҫ? Ни файҙа һуң һинең оҙон-оҙон ғүмер кисереүеңдән, аҙағында ҡоро үкенестәр генә? Минең ҡулдарым, ихтыярымдан тыш, Искәндәрҙең сәстәрен, яңаҡтарын һыйпай башлағайны инде. Инде аҡылым да, хистәр көсөнә буйһоноп, “сәсрәһен донъяһы” тип битараф ҡына сигенмәксе ине. Бәхетемәме, бәхетһеҙлегемәме, ишекте туҡылдаттылар. Теге армайҙарҙың береһе Искәндәргә телефон һона. Бер нисә секундтан минең һөйөклө кешемдең бер нәмәһе лә ҡалманы. Искәндәр Сәғитович пинжәген кейҙе, галстугын рәтләне һәм бер ниндәй ҙә эмоция сағылмаған йөҙө менән миңә боролдо.

– Бына нимә, хөрмәтлем. Яуаплы хеҙмәтем арҡаһында һеҙҙе лайыҡлы дәрәжәлә ҡәнәғәтләндерә алмағаныма ғәфү үтенәм. Һеҙҙең менән осрашыуҙан ниндәйҙер күңел күтәренкелеге алыуымды иҫәпкә алғанда, бик ҡыҙғаныс. Һеҙҙә лә, миндә лә ниндәйҙер көҙөк ҡалмаһын өсөн, былай тәҡдим итәм. Бына минең визиткам, ниндәйҙер шәхси йәки башҡа төрлө мин хәл итерҙәй проблемағыҙ тыуа ҡалһа, дүшәмбе 11 сәғәт 45 минутта минең 10 минут ваҡытым буласаҡ, шунда мөрәжәғәт итегеҙ. Минең хеҙмәткәрҙәрем иҫкәртелгән, һәм бер ниндәй ҙә тотҡарлыҡ булмаясаҡ. Ә хәҙер, ҡабатлап ғәфү үтенәм, һеҙҙең йәмғиәтте ҡалдырырға мәжбүрмен. Номер өсөн түләнгән, киске ашҡа заказ бирелгән, тыныс күңел менән иртәнгә тиклем ошонда ҡала алаһығыҙ. Һау булығыҙ!




Уның артынан ябылған ишеккә ҡарап, шаңҡып ултырып ҡалдым. Бына шулай. Ниндәйҙер шылтыратыу, ҡарайтылған күҙлек, ҡиммәтле галстук – һәм минең Сашкам Искәндәр Сәғитович әфәндегә әйләнде. Ярай әле, мин ярыҡ ялғаш янында түгел, арыу ғына ҡунаҡхананың бик арыу бүлмәһендә тороп ҡалдым. Был да насар түгел. ҡайҙалыр урман ситендә төн уртаһында ас-яланғас, аҡсаһыҙ һәм япа-яңғыҙ тороп ҡалыу менән сағыштырғанда. Ярар, тимәк, бөтөнләй үк бә­хетһеҙ түгелмен, ошоға ла риза бул, Артыҡбикә!

* * *




Бер нәмәгә ҡарамаҫтан, ауылға еңеүсе ҡиәфәтендә ҡайтып керҙем. Алып ҡайтҡан ҡағыҙҙарҙы иғтибар менән ҡарап сыҡҡас, хужаның ҡәнәғәтләнеүе йөҙөнә сыҡты.




Рәхмәт, Тамараҡай, рәхмәт. Нисә йылдар хәл ителмәй ятҡан мәсьәләне хәл иттерҙең бит, әй. Хәйер, һинең талантыңа тамсы ла шикләнмәгәйнем. Мине лә өйрәт әле шунда берәй приемчиктарыңа. – Ул, йомро ҡорһағын еңел генә күтәреп, өҫтәл артынан сыҡты ла миңә табан ыңғайланы:

– Ох, Тамараҡай, мин әйтәм, торған һайын матураяһың, торған һайын сибәрләнәһең...

– Торғоҙма һуң, ниңә торғоҙаһың! – Ныҡ ҡына дорфа тауышҡа өҫтәп, тупаҫ ҡына этәп ебәрҙем дә кабинеттан сығып олаҡтым. Коридорҙа ҡаршыма хужаның ҡәйенбикәһе осраны. ҡағыҙҙар тотҡан, йөҙ-һынына харап эшлекле ҡиәфәт йәбештергән. Бухгалтерия яғына былай ғына һуғылһам, "трудовой"ымды тоттороп та сығарҙылар.




Шулай, мин тағы эшһеҙ. Тағы бер кәрәкһеҙ имгәкмен. Был юлы бәхетем юҡлығына ғәжәпләнергә лә, ғәрлектән иларға ла хәлем ҡалмағайны. Иламаным. Өмөттәрем киҫелеүе беренсе тапҡыр түгел бит инде, инде нисәнсе тапҡырға үҙемдең был донъяла артыҡбаш икәнемә инанам.




Ҡыҙыҡһыҙ ғына, күңелһеҙ генә ҡыш килде, Яңы йыл байрамдары үтте. Ирҙең йыллығын был юлы билдәләрлек хәл булманы. Ҡәйнә тигән есемдәргә сәйнәнергә бер сәбәп. Утын килтерт, быстырт, ярҙырт. Һәр береһенә көнлөгөн түлә, аяҡтан йыҡҡансы һыйла. Бер баланың аяғына, икенсеһенең өҫтөнә кейем йүнәт. Бына пенсия аҡсаһы бөттө-китте. Улар шуны уйлаймы ни? Ҡайнаға, бахыр, апһындан йәшереп тигәндәй, ике тоҡ фураж килтереп ырғытты. Хаҡын бирҙем. Эй намыҫланған булды, балалар хаҡын иҫенә төшөрҙө, уфтанды, ишек төбөндә тапанды, әммә аҡсаны барыбер кеҫәһенә һалды. Бер нисә тапҡыр ярҙамы тейгән күрше йәш ирҙе миңә ҡушып һөйләп сығарҙылар. Мин инде, өйрәнгән баш, үткәреп ебәрҙем. Ә килен балаҡай бик бөтөрөнгән икән. Ул шикләнер булғас, халыҡ ныҡ һөйләгән булырға тейеш. Аптырағас, өйөмә саҡырып, сәй эсереп, аңлаштыҡ. Мин үҙемдең мөхәббәт тарихын һөйләп эс бүҫкәрттем, ул үҙен кимереп торған шиктән арынып, кәйефе асылды.




Шулай итеп, ниһайәт, яҙҙы көтөп алдым. Яратам мин яҙ миҙгелен. Тығыҙ, көслө, йылы елдәрен яратам. Боҙҙан арынған йылғаның ҡолаҡ тондороп шаулаған тауышын яратам. Тегендә-бында күләүектәрҙә турғайҙарҙың һыу инеп быстырҙауҙарын күҙәтергә яратам. Ә шулай ҙа иң яратҡаным – торна туптарын күҙәтеү. Уларҙың сәләм тауыштары әллә ниндәй сихри моң булып ишетелә, күңелемде ярһыта. Был юлы улар бөтөнләй түбәндән генә, баш осонан тиерлек сыңрай-сыңрай осоп үтте. Күҙемә йәштәр тығылды. Иҫәр кеүек, торналарҙан күңел тыныслығы, бәхет һорап иланым. Сәйер кешемен дә инде. Аҡылы теүәлдәр торналарҙан атламаған сабыйҙарға тәпәй һорап ҡысҡыра торған ине. Ә мин? Бәхет, имеш. Үҙең дә шуларға ҡушылып, бер торна булып ҡына осоп китмәһәң, был ерҙә бәхет табып булмаҫтыр. Торналар бер нисә көн ауылдан йыраҡ түгел ятҡан һаҙҙа булды. Тауыштарын тыңлап кинәндем, хатта биноклдән бейеүҙәрен ҡарап талпынып алдым. Бына бит – һорағаным ҡабул була түгелме ни? Исмаһам, шул көндәр үҙемде бәхетле, тыныс тойҙом.




Яҙҙың тағы мин яратҡан бер мәле – сирень ҡыуаҡтарының күпереп торған шау сәскәгә төрөнгәне. Нимәһенә яратамдыр шул ҡәҙимге генә сәскәләрҙе – аптыраҡ. Ауылда һәр йорт алды баҡсаһында тиерлек бар улар. Ләкин мин нишләптер бер өйкөмдө генә барыһынан артыҡ күрәм. Атай йортонан йыраҡ түгел улар. Ауыл осондағы бер әбейҙең сирендәрен әйтәм, бигерәк күркәм. Төҫтәре лә сағыуыраҡ кеүек, сәскә суҡтары ла ҙурыраҡ һымаҡ. Хатта еҫе лә башҡаларҙыҡынан хуш еҫлерәк, тәмлерәк тойола. Шуға инде ошо мәл етһә, юҡ сәбәпте бар итеп тә әсәй эргәһенә йышлайым. Бер ҡыҫҡа ғына мәл бит ул – сәскә атыу. Күреп туйып та ҡалмайһың – уҙып та китә. Хас кеше ғүмеренең йәшлеге кеүек. Бәй, тип тә ҡалаһың – һин инде әбей.




Әбей тигәндән, сирень хужабикәһен мөрхәтһенеп етмәйем. Ул да миңә һүҙ ҡатмай. Өнһөҙ-тынһыҙ ғына ҡараштары менән оҙатып ҡала. Мин йыш ҡына уның барлығын-юҡлығын да һиҙмәй үтеп китәм. Башҡа әбейҙәр кеүек, “балаң һаулыҡ ҡушмай” тип әсәйемә ошаҡлағаны булманы былай. Шулай булғас, уға ла барыберҙер.




Эскәмйәлә ултырған ҡурҡыныс кәүҙә эргәһенән, ғәҙәттәгесә, битараф ҡына үтеп киттем тигән ерҙән ҡапыл туҡтап ҡалдым. ҡараштарҙағы бик таныш бер нәмә туҡтатты мине. Нимә ул – аңлата алмайым, әммә мин уға “теге донъя сәләме” тип исем ҡуштым. Нисә йәштәрҙән айыра башланым был нәмәне, иҫләмәйем. Әммә кеше ошондай ҡараш менән баҡһа, аҙна ла үтмәй, уның вафаты хәбәрен ишетәм. Башҡа кеше тоямы икән шуны? Был ҡараш тереләрҙән бик ныҡ айырыла. Гел таныған кешеңде ҡапыл таный алмайһың. Бөтә йөҙ һыҙаты ла урынында, килеш-килбәте лә шул уҡ, әммә ниндәйҙер күренмәгән быяла, һалҡын диуар һеҙҙе айырған кеүек. Һәм ул һиңә шул диуар аша ҡарай... Әжәл диуары аша. Был ҡараштан эстән нисектер эҫеле-һыуыҡлы булып китә, әйтәм бит: “Теге донъя сәләме”... Бер тапҡыр район үҙәгендә бер таныш уҡытыусыны танымай ҡалып, уҙып киткәс кенә сәләм ҡуштым. Тойғомдоң көслөлөгөн шунда асыҡлаған инем. Аптырап уйлайым: ул йәш, сәләмәт ҡатын-ҡыҙ, уның менән нимә булһын? Ниндәйҙер мистик тойғом – минең самаһыҙ фантазиям емеше түгелме? Үҙемде артыҡ хиссәнлек өсөн әрләп алдым. Әммә район гәзитенең шәмбе сығарылышындағы некролог тап ошо уҡытыусы вафатына арналғайны...




Әле миңә мәңгелектең үҙе һымаҡ күренгән күрше әбекәй ошолай ҡарап ултыра. Бәләкәй сағымдан ошо эскәмйәлә ошо һынды иҫләйем. Мин үҫтем, мәктәп тамамланым, кейәүгә сыҡтым, туйым уҙҙы, бәпесем тыуҙы, ул тәпәй китте, икенсеһе тыуҙы, уныһы һөйләшә башланы, тол ҡалдым... Ә был һын эргәһенән һаман битараф үтеп китеүемде белдем... Ниндәй тормош кисергән, иребалаһы булғанмы-юҡмы, йәш сағында сибәр булғанмы-юҡмы, ниндәй хыялдар менән йәшәгән, кемде һөйгән? Бер аҙнанан был донъяла бер кем дә был хаҡта белмәйәсәк. Есеме генә түгел, исеме лә кеше хәтерендә ҡалмаясаҡ. Бына минән – ғүмерем эргәһендә, терәлеп тигәндәй үткән кешенән, ниндәй кеше ине ул, тип һораһындар, ә мин хатта уның исемен дә әйтә белмәй торасаҡмын.




Бөтә кеше өсөн дә ул – Мөнөй әбей. Ысын исемен бер ҡасан да белмәнем дә, ҡыҙыҡһынманым да. Нисә йәш икәнен – бигерәк тә. Мин тыуғансы уҡ ул пенсионер ине. Өйөнә бер кем кермәй, бер кем сыҡмай, тигәндәй. Ул үҙе лә йомошҡа бик һирәк керә. Унда ла, башҡа әбейҙәр кеүек, йәйелеп китеп, самауырҙы йыҡҡансы хәбәр һөйләп, кеше яманлап ултырмай. Сәйгә яҡын килмәй, ишек төбөндә килеш кенә ултырып доға ҡыла ла, йомошон йомошлап, тиҙ-тиҙ генә сығып китә. Уның был донъяла барлығы бер ҡасан һиҙелмәне. Ә юҡлығы? Эскәмйәне ошо һынһыҙ күҙ алдына килтерҙем. Ләпәшеп бөткән ҡап-ҡара өйҙө күмеп үҫкән, күпереп торған шау сәскәлә сирень ҡыуаҡтары. Шул фонда тәпәш кенә эскәмйә. Ҡураныс ҡына, аҡ күлдәкле, аҡ яулыҡлы һын был картинаны тултырып тора икән. Алып ташла ошо кәүҙәне – эскәмйәнең дә, өйҙөң дә, шау сәскә ҡыуаҡтарҙың да бер мәғәнәһе ҡалмаясаҡ... Ошо ниндәйҙер тотоп ҡалып, туҡтатып ҡуйып булмаған бер мәлдең өнһөҙ матурлығын ҡапыл оҙаҡҡараҡ һуҙғы килде. Аяҡтар үҙенән-үҙе сирень яғына тартылды.

– Арыу ғына ултырыумы, әбей? – Ололарҙың бер аҙ ҡолаҡҡа ҡатыланыуын белгәнгә, ҡысҡырыбыраҡ өндәштем.

– Шөкөр, ҡыҙым, шөкөр. ҡояшҡа ҡыҙынып ултырам әле бына, Хоҙай ҡушҡас. Әсәйеңә килдеңме?

– Эйе. – Мин иғтибар менән уның тамырҙар менән сыбарланған кескәй ҡулдарына ҡарайым, йөҙөндәге ҡатлам-ҡатлам һырҙарҙы барлайым. Ул ҡапыл өләсәй һымаҡ яҡын кеше булып күренә, ирекһеҙҙән ниндәйҙер изгелек эшләге килә. Ғүмеремдә тәү тапҡыр. Һәм, моғайын, был – һуңғы мөмкинлектер. Шуны һиҙгән кеүек, ул да миңә йомшаҡ ҡарай, йөҙөнә йылмайыу йүгергән кеүек.

– Ғәйшә ҡойоһонан бер йотом һыу эсер инем, – тине әбей, бер аҙ шымып ултырғас. Нисектер үҙ алдына һөйләнгән һымаҡ ҡына әйтте, шым ғына. Тертләп киттем. Был теләк бит миңә генә әйтелде. Тик миңә генә. Урам буйында осраған башҡа берәүгә әйтмәй торған һүҙ булды был. Күңел тигән нәмәнең барлығын кире ҡағып, тик практик аҡыл менән йәшәгән кешегә аңлашылмаҫ был хәл. Әммә һиҙенеүемде тыңламаһам, бик үкенә торғанмын.




Әсәйемдән кереп бәләкәй биҙрә, көрөшкә алдым да Ғәйшә ҡойоһона киттем. Ул ауылдан бер саҡрымлап ситтә ята. Шуға хәҙер унда барған кеше юҡ. Һәр урамда колонка булыу менән генә мөрхәтһенмәйҙәр, күптәр өйөнә үткәреп, крандан ағыҙып ала. Ғәйшә ҡойоһо ла үҙенең һыуын эсмәгәнгә үпкәләгән шикелле – бик һайыны. Һыуы сөбөрҙәп кенә сыға, биҙрә тығып алырлыҡ түгел. Көрөшкә менән генә сайпып, тондороп ҡына алып тултыра торғас, байтаҡ ваҡыт үтте. Ғәжәп инде, бер уйлаһаң. Беҙҙең диалектта "ҡойо" һүҙе ерҙән ҡайнап сыҡҡан таҙа, эсәр һыуҙы аңлата. Ә бына Эйек–Һаҡмар һөйләшендә ул батҡаҡ араһындағы күләүекте аңлата. Күпмелер ваҡыт үтер, һәм беҙҙең Ғәйшә ҡойоһо ла Эйек–Һаҡмар һөйләшенең ҡойоһона әйләнер. Ниндәй ҡыҙғаныс... Ер-әсәнең ҡарынынан сыҡҡан татлы һыуҙы үҙем дә бер нисә ләззәтләнеп йоттом да, ваҡыт тирмәненең аяуһыҙлығын уйлап, күңелем ҡарайҙы. Ғәйшә ҡойоһоноң да алҡынып-ташып торған саҡтары, кешегә әжәлдән дарыу кеүек кәрәк саҡтары булғандыр. Хәҙер уның исемен дә, барлығын да белмәгән өр-яңы быуын үҫеп килә... Мөнөй әбейҙең дә елтләтеп баҫып гөрләтеп донъя көткән, егелеп колхоз йөгөн тартҡан саҡтары булғандыр. Ә хәҙер инде ул – үткән заман кешеһе. Бер кем уның менән ҡыҙыҡһынмай, ҡәҙерләмәй һәм вафатынан һуң ҡайғырып иламаясаҡ.




ҡойоноң үҙенән эскән һымаҡ ҡушуслап эсте Мөнөй әбей.

– Биш йәштәр самаһы бар инеме һиңә, юҡмы, ҡулдарыңды елпелдәтеп “осҡом килә” тип йүгереп йөрөр инең. Әй, шул ваҡытта йөрәгем өҙөлөүҙәре! Мин инде – тормоштоң ни икәнен белгән, тотош ғүмер йәшәгән әбей. Кешеләрҙең бер ҡасан да ҡанат йәйеп осоп китмәй икәнен беләм. Ә һин шул тиклем ихлас, шул тиклем ярһып осорға теләйһең. “ҙурайғас осаммы, ҡош ҡанаты ашаһам, ҡанатым үҫәме?”– тип әсәйеңдең теңкәһен ҡорота торғайның. Уның ҡулсатырын тотоп кәртәнән дә ырғының, яулыҡтарҙан да ҡанат терәкәләнең... Телеңдә гел осоу булды. Бер заман кешенең бер ҡасан да осмауын белерһең дә, ҡанатың ҡайырылыр, тип йөрәгем өҙгөләнде шул саҡта. Әсәйең әйткәндерме, юҡтырмы – һинең иннәкәң мин булдым бит.




Һуңғы хәбәре бөтөнләй һушымды алды. Һорашманым түгел, һорай торғайным. Һирәк-мирәк әсәйемдең дә кәйефле сағы була ине. Оҙаҡ ҡына уйланып, былай тине:

– Барлыҡ балаларымдың да нисек тыуғаны хәтерҙә, бер һине генә иҫләмәйем. Башҡаларына нисек ауырып киткәнемде лә, ҡайҙа тапҡанымды ла, кем ҡабул иткәнен дә, ауырлығының күпме булғанын да грамына тиклем беләм, вәт һине иҫләмәйем. Хет ат, хет киҫ бына, юҡ, иҫемдә юҡһың...




Ә әле, мә һиңә, ғүмер буйы эргәмдә булған кеше нимә ти. Үҙем хаҡында тулыраҡ белгем килеп, иннәкәмдән һөйләүен үтенәм. Ә ул әллә ҡайҙарға төшөп китә.

– Өләсәйем тирә-яҡта билдәле имсе-томсо ла, иннәкә лә ине. Мине гел бергә йөрөттө тәүҙә. Ул саҡта, ауыр йылдар булыуына ҡарамаҫтан, балалар күп тыуа ине. Мин – әсәйҙең иң өлкәне. Бала сағым булманы ла, буғай. Әсәй йыл һайын тигеләй бәпесләп тора, иртәгәһенә үк тигәндәй колхоз эшенә сығып йүгерә. Үҙем бала ғына, сабый ҡарауҙан бушамайым. Күпме ҡусты-һеңлеләремде йөкмәп йөрөтөп үҫтерҙем. Ныҡ йонсой, ялҡа торғайным. Ә әсәй, өләсәйҙән бер йы­лы һүҙ ҙә, йылы ҡараш та тоймайым. Берәй ергә йығылып-бәрелеп илаһалар ҙа – мин ғәйепле, аҡырһалар ҙа – мин ҡарап еткермәгән... Ун өс йәштәргә еткән булғанмындыр, түҙемлегем бөттө, һыу буйына төшөп теләк теләнем:

– Эй, Хоҙайым, балам булып торһон, үлеп торһон, – тинем. Асыу менән, ныҡ ҡаты әйттем. Ә ҡыҙ саҡта теләгән ҡабул була. Дөрөҫ теләк теләргә лә белергә кәрәк, ә мине, нишләптер, бер кем дә ваҡытында шуға өйрәтмәгән. Тыумаған балама үлем теләгәнсе, үҙемә бәхет теләһәмсе! Үҫкәс, мотлаҡ был ерҙән йырағыраҡ китәсәкмен, ошо туғандарымды мәңге күрмәһәм дә риза, тип тә өҫтәнем. Сығып китәм тигәс, өләсәйем әйтте: "Балам, – тине. – Яҙмышыңа иннәкә булыу, кеше имләү яҙылған. Тиҫкәреләнеп Хоҙай ҡушҡанды ҡабул итмәһәң, бик бәхетһеҙ булырһың, яңғыҙлыҡта ҡалырһың. Аллаһы Тәғәлә барыбер үҙенекен итер, барыбер бер балаға иннәкә булырға тура килер. Ул баланы ҡабул итеүгә ҡырҡ баланы ҡабул иткәнгә тиң сауап яҙылыр, шуның эргәһенән күрмәй үтеп китмә, аслан! Был донъялыҡта кисергән һуңғы көнөңдә шул баланың ҡулынан һыу эсергә насип итер. Үҙең кеүек юлында аҙашҡан кеүек күрһәң, дөрөҫ йүнәлеште күрһәтеп ебәр". Өләсәйемде тыңламаным. Ситкә сығып киттем, туғандарым менән араларҙы өҙҙөм, им серҙәрен белеүемде бер кемгә лә асманым. Иремә бер бала ла табып үҫтереп бирә алманым – барыһы ла тыуып, сығыр-сыҡмаҫ ауаз һалдылар ҙа миңә рәнйеп китеп барҙылар. Иҫемә төшә лә бит һыу буйында теләгән теләгем – терһәкте тешләп булмай, һуң. Түккән йәштәремде бергә йыйһаң, даръя булыр... Бөтә йәшем сығып бөткән, күңел нишләһен, таш булып ҡатты. Бөтә көсөмдө эшкә генә бирҙем. Эш – бала түгел. Бөтә һутымды һығып алды ла, кәрем бөткәс, китте-барҙы. Тороп ҡалдым ошолай яңғыҙлыҡта, өйөмә бер кем кермәй, бер кем сыҡмай. Мин үҙем дә кешегә кермәйем. Әллә ниндәй артыҡ баш итеп тоям үҙемде. Кешегә генә түгел, бөтә донъяға кәрәкмәгән бер артыҡ баш. Һин тыуаһы төндә атайыңды миңә фәрештәләр ебәргәндер. Иҫ киткес көслө ҡойон уҙҙы ул төн. Яҡты юҡ, сымдар өҙөк. Эҫе йәйҙә тауыҡ та кисеп сыҡҡан шишмә, диңгеҙ кеүек, ярға һыймай дулап ятты. Балнисҡа бара торған күперҙе ағыҙҙы. Беҙҙең ярҙа телефон-маҙар ҙа булманы, буғай, ул заман, ҡайҙа инде әлегесә “ҡолаҡ” менән һөйләшеү. Шундай дөм-ҡараңғы, шомло төндә ишекте берәү дөбөрҙәтте. Аптыраным, шулай ҙа астым. Ҡараһам – атайың.

– Киленең бәпескә ауырый башланы, зинһар, ярҙам ит, – ти. – Малай булһа, бер һарыҡ бирәм, ҡыҙ булһа – бер нәмә лә.

– Тыумаған баланың өлөшөн киҫеп торма, бер ҡулъяулыҡ бирһәң дә риза булырмын, – тинем.




Тәүҙә бармаҫҡа уйлағайным, күрше урамда Ғәйникамал ҡарсыҡ бар, шуны саҡыр, тиергә иткәйнем, гәрсә Сәбилә бахырҙың йөҙлөгөн урлаған һымаҡ, урлашып ҡуймаһын тип, ары атланым.

– Йөҙлөк аҡсаһын урлағанмы ни?

– Ниндәй аҡса, йөҙлөк, тим бит. Әй, бында әллә морондоҡ, әллә күлдәк тип әйтәләр, ҡыҙыҡһынғаным булманы. Беҙҙең яҡта баланың битен ҡаплап торған пәрҙәне йөҙлөк тип йөрөтәләр. Йөҙлөк менән тыуған бала сибәр, бәхетле була. Унан эшләнгән һөйҙөргөс бик көслө, шуға ҡиммәтле лә. ҡайһы бер Ғәйнүш кеүек намыҫһыҙ иннәкәләр баланың йөҙлөгөн шым ғына урлай ҙа берәйһенә һөйҙөргөс бетеү эшләй. Әйҙә, был баланың бәхете теге кешегә күсә. Сәбилә меҫкендең яҙмышы бик аяныслы булды. Иргә сыҡты, уныһы эскесе, һуғышҡаҡ бәндә ине. Сәбиләнең күҙенән күк китмәне. ҙурайып бөткән ике малайын, эскән баштан, ире арбаға ултыртып алып сығып киткән. Нисек булғандыр, бер КАМАЗдың аҫтына барып кергәндәр. Иргә бер ни ҙә юҡ, малайҙарын ҡара гүргә һуҙып һалдылар. ҡайғыһынан Сәбилә аҡылдан яҙҙы, “Бәхетемде һин генә урланың” тип, урам буйлап сәс-башын туҙҙырып, Ғәйникамалды ҡарғап йөрөп үлде. Ғәйнүш үҙе лә бәхет күрмәне, бахыр. Сәбиләнең генә түгел, әллә кемдәрҙең дә ҡарғышы төшкәндер. Бер бөртөк ҡыҙы ла уйнаштан бала тапты, уныһы ла үҫкәс уйнаштан бала тапты, эй-й, уның нимәһен һөйләп торорға. Яҙмышына шулай яҙылған булғандыр.




Шулай итеп һеҙгә керҙем. Гөләмзә килен ята аҡырып, хәле бөткән тамам. Тулғаҡ бер тота ла туҡтай, ә һинең башың да күренгән. Үлтерәһең бит баланы, Гөләмзә, нисек итһәң дә ит, Айҙарыңа булған асыуыңды онот, ғәфү ит, әтеү балаң быуыла, – тип ҡаты ғына әйттем. Әсәйең тиҫкәреләнә:

– Баҡса арты Фәғилә менән өҫтөмдән йөрөй, хайуан, – ти.

– Йөрөһөн, эш хаҡын һиңә алып ҡайта, һиңә донъя көтә, туҡмап әрһеҙләнмәй, шул етмәгәнме һиңә, – тип пыр туҙҙырып ташланым тегене. – Ә бында яңы ғүмер ярала, өр-яңы тормош тыуып килә. Балаң үлһә, ирең йөрөмәй башлар тиһеңме? – тим.




Шунан саҡ ҡабат тулғағы башланып, һин килеп сыҡтың. Кендегең өс тапҡыр муйыныңды уратҡан. Үлемдән саҡ ҡалғанһың. Белгән кеүек килгәнмен, йөҙлөгөң дә бар ине.

– Малаймы? – тип өмөтләнеп һорай әсәйең.

– Юҡ, бик матур, бик бәхетле ҡыҙыҡай, – мәйтәм.

Sez Başkort ädäbiyättän 1 tekst ukıdıgız.
Çirattagı - Артыҡбикә - 5
  • Büleklär
  • Артыҡбикә - 1
    Süzlärneñ gomumi sanı 4148
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 2339
    26.8 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    39.1 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    45.4 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Артыҡбикә - 2
    Süzlärneñ gomumi sanı 4023
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 2251
    27.0 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    38.4 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    43.8 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Артыҡбикә - 3
    Süzlärneñ gomumi sanı 3970
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 2186
    27.0 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    38.5 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    45.1 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Артыҡбикә - 4
    Süzlärneñ gomumi sanı 4148
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 2273
    27.1 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    38.6 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    45.0 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Артыҡбикә - 5
    Süzlärneñ gomumi sanı 4242
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 2298
    27.7 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    38.8 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    44.9 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Артыҡбикә - 6
    Süzlärneñ gomumi sanı 4096
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 2332
    27.0 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    38.9 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    44.7 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Артыҡбикә - 7
    Süzlärneñ gomumi sanı 4019
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 2203
    28.0 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    39.5 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    45.8 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Артыҡбикә - 8
    Süzlärneñ gomumi sanı 3502
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1919
    30.3 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    41.9 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    47.4 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.