LatinHärber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
Артыҡбикә - 2
Süzlärneñ gomumi sanı 4023
Unikal süzlärneñ gomumi sanı 2251
27.0 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
38.4 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
43.8 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
Рушанна тышҡы ҡиәфәтемә генә түгел, күңел торошома ла ныҡлап тотондо. Хәҙер мин уның аутотрениг күнекмәләре яҙмаларын туҡтауһыҙ тыңлап йөрөйөм. Ҡыҙыҡ инде: башҡалар йәмәғәт транспортындамы, башҡа ерҙәме – музыка тыңлап кинәнә, ә минең МРЗ плеерҙа – үҙ-үҙеңде түбән баһалауҙан ҡотолоу буйынса курстар. Файҙаһы шулай ҙа бар. Ысынлап та ниңә үҙ-үҙем хаҡында фекер башҡаларҙың миңә ҡарата әйткәненән бойондороҡло булырға тейеш әле? Тышҡы температураға ҡарап хәрәкәтсәнлеге, йәшәүе үҙгәреп торорға һалҡын ҡанлы бөжәк түгел дә мин? Минең үҙ йөрәк-ҡан системам бар. Тәнемдең йылыһы үҙемдән генә тора бит. Кейем кейеү-сисеү – бер ярҙамсы аспект ҡына. Үҙ-үҙемде эстән дә, тыштан да тәрбиәләү һөҙөмтәһен бирҙе шулай ҙа. Рушанна шатлана, үҙ-үҙеңде тотошоң һөйөклө, көйәҙ ханымдарҙыҡына оҡшай башланы, ти. Элек ул нимә бирһә, шуны һөртөп, нимә ҡушһа, шул процедураларҙы үтәп торһам, хәҙер "быныһы миңә оҡшамай" тип һайлансыҡлайым. Бутик-фәләнгә керһәм, эргәгә һатыусы-консультант йүгереп килеп етмәһә, ошо ла булдымы магазин, тип танау йыйыра башлайым. Ауылда арлы-бирле сәс тарап, 10 тәңкәлек помада һөртөп эшкә йүгерһәм, әле бит тиреһен ҡала һауаһынан төрлө кремдар, тон, пудралар ярҙамында ышыҡлап, сәләмәт ҡыҙыллыҡ йүгертмәйенсә урам буйына аяҡ та баҫмайым.
Рушанна клиенткалары аша кәрәкле информацияны белешеп тора. "Минең объект" үҙебеҙҙекеләр ҡуйған тамаша-фәләндәргә танауын да күрһәтмәй икән. Тик Мәскәү, Питер йә сит илдән килгән ныҡ супер-пупер класик йырсы, оркестрҙарҙы тыңларға камерный залға ғына йөрөй. Ундағы билет хаҡтарын бер күреп аһ иткәйнем инде. Ошо арала шундай кимәлдәге бер концерт көтөлә икән, унда эләгеп булһа, Сәғитович менән осрашып, танышырға форсат тейеүе мөмкин. Ярай әле, Рушанна иң шәп профессионалдарҙан һанала. Ул булмаһа, нишләр инем: бер клиенткаһы үҙенең яратҡан косметологына шундай бүләкте йәлләмәгән – vip-ложаһынан урынға билет алып биргән. Ҡотолғоһоҙ көндөң килеп етеүенә ышана башларға тура килде. Тиктомалдан йөрәк лепер-лепер итеп ала ла китә. Йә ваҡыттан үтмәүен, «яу көнө» кисектерелеүен теләп баҙап ҡалам, йә был ғазаплы көтөүҙең инде тиҙерәк үтә һалып, бар нәмәнең асыҡланыуын теләй башлайым.
Театрға барырға киске күлдәкте үҙем һатып алырға булдым. Ошо йәшкә етеп, матур, нәзәкәтле күлдәгемдең булғаны ла юҡ ине бит. Хәйер, кәрәге тейгәне лә булманы, дөрөҫөн әйткәндә. Ҡайҙа ғына кейә алам мин уны? Итәге менән ер һеперерлек оҙон ҡупшы күлдәк менән эрзинкә итек кейеп, ауыл батҡағына бата-сума клубҡа барып булмай ҙа инде? Етмәһә, ул киске күлдәк алырлыҡ аҡса өсөн миңә баш күтәрмәй кәмендә өс ай эшләргә кәрәк. Ярамағанмы ни беҙ бахырға ҡытай алам-һаламы, тиһең дә ҡул һелтәйһең... Ә әле юҡ, шундай мәл килеп етте – үҙемде сибәр ҡатын-ҡыҙ итеп тойғом килә. Ғүмер шундай ҡыҫҡа, йәшлек шундай тиҙ үтә! Исмаһам, ҡарт ҡарсыҡҡа әйләнгәнсе бер генә тапҡыр булһа ла бала саҡтан хыял иткән затлы күлдәк кейеп ҡарарға хаҡым барҙыр бит?!
Киске күлдәктәр һатылған бутикта күҙҙәр ҡамашты. Улар шул тиклем күп, төрлө-төрлө – ҡайһыһын һайларға белмәй аҙап ҡалдым. Дөрөҫөн әйткәндә, барыһын да кейеп ҡарағы килә. Затлы бәрхәт тә оҡшай, күбәләктәй нәфис, йылҡылдап торған органза, шыма, ауыр атлас... Ә фасондары һуң? Эсәк кеүек, тәнгә һылашып торғаны ла мине боҙмай. Өҫкө яғы һығып торған корсет, ә итәге болоттай ҡабарып, әкиәттәге принцессаны хәтерләткәне лә күҙҙе ҡыҙҙыра. Ә боронғо ампир стилендәге нескә тауарҙан иҫәпһеҙ-һанһыҙ драпировкалы күлдәктә мин антик скульптураларҙа һынландырылған грек алиһәһенән кәмме ни?! Бер нисә сәғәт һайлана торғас алған күлдәкте күреп, Рушаннаның кәйефе ҡырылды.
– Ошо униформаны хәтерләткән сепрәкте һин иң арыуы тип таптыңмы? – Ул күңеле ҡайтыуын йәшерергә лә маташмай. – Төҫө ваще шедевр – көйә күбәләгенең тағы ла нығыраҡ төҫһөҙләндерелгән варианты.
– Ул шулай күренә, ә минең тәнемдә – бик ҡупшы буласаҡ.
– Һинең килбәтеңде септә лә боҙа алмай, әлбиттә, әммә шулай тип кенә киндер тоҡ кейеп йөрөп тә булмай инде!
– Юҡ. Рушанна, һин хаҡлы түгел! Ниндәй көйә күбәләге төҫө булһын? Белгең килһә, был – торна һырты төҫө.
– О-о-о, Тамарик, һинең менән эпитет, метафора өлкәһендә ярышып булмай, әйттең тек әйттең. Торна, имеш, табылған аҫыл ҡош. Матурлыҡ символы булып бүтән ҡоштар һанала, белгең килһә, Мәҫәлән, тауис...
– Бәлки, тутыйғош, тип тә өҫтәрһең, зауыҡһыҙлыҡ символы, ә? Ысынында иһә, ысын идеал тауис та, күгәрсен дә, аҡҡош та, хатта һандуғас та түгел. Ә торна!
– Хәҙер ниндәйҙер тотемистикаға төшөп китәһең инде, ҡуй, бәхәсләшмәйек, һин барыбер еңәһең.
– Юҡ, тотемдарға, тарихтарға төшмәй генә иҫбатларға уйлағайным.
– Нисек?
– Ишеткәнең бармы: "Һауалағы торнаға ышанып, ҡулыңдағы сәпсекте ысҡындырма" тигәнде?
– Әлбиттә. Ысынлап. Бер яҡтан, һин хаҡлы ла шул. "Һауалағы торна" – идеал, "ҡулыңдағы сәпсек" – үҙ тиңең.
– Үҙ тиңең, имеш. Һинең нимәгә, кемгә тиң икәнде кем белә һуң? Ғүмер буйы һауалағыһына ынтылма тип тыйып, ҡанаттарыңды ҡырҡып торған перестраховщиктармы? Ниңә һин гел уларҙы тыңларға, баҫылырға, йәнең теләгәнеңдән баш тартырға тейеш? Рушанна, үҙең уйлап ҡара, бәлки, тирә-яҡтағы һин – сәпсек, һәм сәпсеккә генә лайыҡ, тиеүселәр һуҡырҙыр? Әгәр һин үҙең торна булһаң, ә быны үҙең дә белмәһәң? Бәлки, ниһайәт, сәпсекте бер яҡҡа быраҡтырырға ла һауалағы торна артынан осорғалыр, ә?
– О-о, Тамара... – Рушанна күҙҙәрен тәгәрәтеп баҡты. – Әйтәм бит, сағыштырыу, үткер тел өлкәһендә һине еңеп булмай. Мин бөтөнләй башҡа ла алмаған әллә нәмәләр хаҡында фекер йөрөтәһең. Етмәһә, үҙ уйыңды кешегә һеңдерерлек тәьҫир итергә ниндәйҙер ярһыу көс бар үҙеңдә. Батшабикә Томирис һин, Тамарик – комарик ҡына түгел. Шулай итеп, һин был торна төҫөндәге күлдәктә күптәр өсөн – буй етмәҫлек хыял, ә бер һунарсы өсөн ҡомар уятырлыҡ табыш булаһың...
– Бәлки, табыш, бәлки, табышмаҡ, тигәндәй.
– Ә шулай ҙа, майкап һәм прическа өлкәһендә минең фекер доминанта булыр, тип өмөтләнәм, хөрмәтлем.
– Рушанна, кешесә һөйләш, куртуаз телмәр бит минең стиль.
– Нимә тиҙәр әле, тиреҫтә соҡоноп, буҡҡа буялмай булмай, тигәндәрме?..
– Ҡара һин уны! Мине нимә менән сағыштырҙы!
Күлдәкте кейеп күрһәткәс, Рушаннаның күңеле урынына ултырҙы.
– Һин хаҡлы, – тине ул, иғтибар менән тикшереп сыҡҡас. – Матур прическа, сағыу макияж менән күлдәк бәхәсләшмәйәсәк. Етмәһә, фасонының тағы бер үҙенсәлеге бар: бындай иҙеүгә бриллиант һәм башҡа ҡиммәтле биҙәүестәр тағыу кәрәкмәй. Өҫкө яғы – эшлекле ханымдарса, ә итәк – романтичный.
– Ә арты – в меру эротичный, – тип көлөп боролдом мин.
– Эйе, төҙ, матур артҡа күрелеүҙән зыян юҡ. Урам буйында, ана, ҡыҙҙар йөрөй, автобусҡа менергә бер аяғын күтәрһә, бөтә ярымшарҙары асыла. Күп ашаһаң, майлы бутҡа ла ялҡыта. Ул ирҙәр яланғаслыҡтан хәҙер ялҡып бөткән.
– Шулай, ҡатын-ҡыҙҙың хәҙер сере ҡалманы. Бөтә эске нәмәне тышҡа әйләндереп сығарып, ҡағып бөттөләр.
– Сәғәт тағырға кәрәкмәҫ. Беренсенән, һинеке арзанлы, икенсенән, ваҡыт һораған булып танышыу башларға ҡамасаулай. Өсөнсөнән...
– Өсөнсөнән, бәхетлеләр сәғәт һанамай, ә мин бик бәхетле ханым ролен башҡарам.
– Сәпсим үк түгел, кәнишне. Бәхет түп-түңәрәк булһын өсөн Сәғитович абзыйыбыҙ кеүек аҫау ир-егет менән танышлыҡ вә ҡайнар дуҫлыҡ ҡына етмәй. Һәм ул шуға ышанырға тейеш.
– Уф, – мин, битемде ҡаплап, диванға бөршәйеп яттым. Бер нәмә лә белге килмәй, эшләге лә килмәй. Тик юҡ булғы килә. Үлге түгел, ә юҡ булғы – һәм бөттө. – Шул тиклем иртәгәнән ҡурҡам.
– Бөгөн әҙерәк истерить итеп ҡалырға ярай. Әҙерәк илап алһаң да зыян булмаҫ. Әммә шешенерлек итеп түгел. Бөтә нәмә эҙһеҙ үтергә йәш саҡ түгел, үҙең аңлайһың. Тик иртәгә бындай икеле-микеле уйҙарға ла, үҙеңдә шикләнеүгә лә урын ҡалмаһын, ишетһен ҡолағың.
...Баштан-аяҡ күрһәткән ҙур көҙгөгә сағылыш шикләнеүҙәргә урын ҡалдырманы. Стилист үҙ аҡсаһын тулыһынса аҡлаған – тыңлауһыҙ сәстәрем ыҫпай, килешле. Телевизорҙан ғына арлы-бирле күреп-белгән бер нисә "таныш" та күренә. Ҡыҙыҡһыныусан ҡараштар төбәлгәнен дә тоям. Концерттан һуңғы фуршетҡа эләгергә мотлаҡ шундай ҡараштарҙың береһен атҡан ир-ат затын эләктереү – әлегә төп бурыс. Театр, концерт залдарына яңғыҙ йөрөргә яратмайым мин. Сөнки тамашаны барған ваҡытында уҡ, тегеһе былай, быныһы тегеләй түгел, тип тикшереп-сәйнәп, фекер уртаҡлашып ултырырға яратам. Сәхнәләген ауыҙ асып ҡарап, һәр сығышҡа һоҡланып, бер туҡтауһыҙ ҡул сабып ултырған тамашасылар араһында ултырыу – яза. Ҡайһы берҙә яратмағаныраҡ әртис, йыр-фәлән булһа, телгә килгән үткер-үткер мыҫҡыллы комментарийҙарҙы һөйләй алмай тонсоғоп үлә яҙам. Кешеһенә тура килһәм – хөрриәт. Шыш-быш һөйләшеп, шырҡ-шырҡ көлөп, тамашанан кәйеф күтәрелеп сығам. Әлеге яңғыҙлығым ваҡытлыса ғына, тип өмөт итәйек. Юлымда осраясаҡ кешеләрҙең күңеленә мәрхәмәт һал, Хоҙайым.
Минең яңғыҙлыҡ, ысынлап та, көтөлгәндән дә ҡыҫҡараҡ булмаҡсы. Концерт башланмаҫ элек үк эргәләге урта йәштәрҙәге, уртаса размерҙағы "ҡорһаҡ" зауығыбыҙҙың һәм урыныбыҙҙың тап килеүен осраҡлы ғына түгел икәнлеген билдәләп, һөйөнөү билдәләре һиҙҙерҙе. Бының шулай икәнлегенә ризалыҡ белдереп, мин дә керпектәремде елбәҙәк кенә елпелдәтеп алдым. "Тояҡтар"ым буйлап ҡарашының тегеләй-былай йөрөүенә һарыуым ҡайнаһа ла – түҙәм. "Тома, тыныслан, был ни бары – бизнес, –" тип эмоцияларымды тәртәгә типкеләп индереп ҡуям. Әммә күпмелер ваҡыттан минең тырышып-тырышып барлыҡҡа килтергән тыныслыҡ стенаһы Берлиндыҡы һымаҡ ыуалып төшөрлөк хәл булды: ике метр самаһы ғына алыҫлыҡта үлтергес таныш профиль күреп ҡалдым. Тәүҙә мейеләге сканер уны идентифицировать итмәй маташты. Таныш? Эйе, таныш. Бик ныҡ? Хатта ныҡ. Ә ҡасан? Мейеләге иҫәпһеҙ-һанһыҙ кәштәләрҙә "саңланып" ятҡан меңдәрсә осраҡтар, хәл-ваҡиғалар, сәйәхәттәр, тамаша-тапшырыуҙар, байрам-һабантуйҙар барланып сығылды. Күҙ алдына килгән "интерактив таҡта"лағы информацияны барлай торғас, ҡолағыма шыпырт ҡына: "Вот ты и стала женщиной" тигән салынды. Аптырап, ян-яғыма ҡарап алдым. Ҡолаҡҡа ғына шыбырҙарлыҡ бер кем юҡ. "Бына ғәжәп,"– тип эстән әйтеп тә өлгөрмәнем, башыма күҫәк төшкәндәй шаңҡытып, хәтерем асылып китте. Бына кем ул! Минең яҙмышымды пыран-заран килтергән, иң ҙур хаталарымды яһарға этәргән әҙәм дәһә! Был донъялағы иң ҙур хатам – иң көслө, дыуамал хистәр дауылына бирелеүсәнлегем. Ә ул – шул хистәр дауылын ҡуҙғыта, дөрләтеп ебәрә белеү оҫтаһы. Минең ғүмерлек нәфрәтем һәм ҡәһәрем. Минең әлеге уңышһыҙлыҡтарымдың барыһында ла шул ғына ғәйепле. Теләгән һөнәремә уҡып, теләгән эшемдә эшләмәүемә, бала саҡ хыялдарымдың тормошҡа ашмауына, ғүмер буйы үҙ-үҙемде "ашап" йәшәүемә, ғөмүмән, ысын мәғәнәһендә йәшәмәүемә... Һәм бына ултыра Ул – бәләләрем сығанағы. Сашка, Красавчик Сашка. Был аяуһыҙ Ваҡыт уны һәр ваҡыттағыса иркәләп һыйпап ҡына алған. Ул һаман күҙ ҡамаштырғыс сибәр. Шул умырып бирелгән сибәрлек баһаһын әле өҫтәлгән сикә көмөштәре тағы ла арттырған. Ниңә инде уның бер үҙенә шул тиклем? Ирекһеҙҙән күҙҙәремде йоморға, башымды борорға тырышам, килеп сыҡмай. Эсемдә ҡайнаған хистәр дауылы шул тиклем көслө – уны хатта күреп, тотоп, ипкенен тойоп ҡарарға ла була. Бына улар бер йоҙроҡ булып уҡмаштылар ҙа Сашкаға табан сойорғонолар. Улай ғына ла түгел, яңағына барып тейеүен Сашка үҙе лә һиҙҙе, хатта бәүелеп китеп, битен һыйпап алды. Һәм...һәм аптырап туп-тура миңә ҡарашын күтәрҙе. Ҡараштар осрашыуынан ток һуҡҡандағылай тертләп, мин күҙҙәремде ҡабаланып сәхнәгә төбәнем. Һиҙеп торам: ул да боролдо. Шунан файҙаланып, мин тағы уның камилдарҙан-камил профиленә текләйем. Минең ҡараш көйҙөрәме икән әллә? Тағы күҙҙәр осраша. Дежавью. Был хәл ҡасандыр, ун нисә йыл элек булғайны. Бына ул, бер аҙ халыҡ массаһы таралыбыраҡ, йөрөрлөк мөмкинлек тыуғас, миңә ҡасырлыҡ урын ҡалдырмаҫлыҡ итеп ҡамап килеп баҫа һәм бындайыраҡ фраза менән һүҙ башлай:
– Танышыуҙың бындай формаһын өнәмәйем һәм ҡулланмайым. Ғүмеремдә тәүге тапҡыр әйтергә мәжбүрмен: таныш булайыҡ, мин – Сашка.
Стоп! Ул бит инде Сашка түгел. Хәйер, ул ваҡытта ла ысын исеме хаҡ мосолманса ине. Башҡорт егете бит ул. Уның йөҙө-төҫө хандар, мырҙалар заманынан уҡ һайланып ҡына ҡушылған ҡан һөҙөмтәһе икәнен "ҡысҡырып" тора ине. Иҫ киткес нәфис, төҫ-йөҙ һыҙаттары, аристократ һәм интеллектуал. Ысын арий. Мин милләтсе түгел-түгелен, әммә бергә уҡыған татар ҡыҙҙарының тәьҫире һөҙөмтәһендә матур, сибәрҙе "башҡортҡа оҡшаған" тип әйтергә өйрәнеп киттем. Тегеләр һылыу ҡыҙҙарҙы гел "татарға оҡшаған" тип ҡылыҡһырлай торғайны. Тәүҙә ишетеүгә сәйер һымаҡ ине, аҙаҡ уларҙың үҙаң кимәле юғары булғанлыҡтан шулай тиеүҙәрен аңланым. Үҙ милләтең матур булып күренеүе ғәйепме ни? Мин хәҙер Дженифер Лопесҡа ла "сибәр актриса" тип түгел, "башҡортҡа оҡшаған" тип маҡтауымды белдерәм.
Шулай итеп, тәү ҡараштан күҙем төшкән был егет тә башҡортҡа оҡшаған ине. Аҙаҡ уйым дөрөҫләнде. Юҡ, һораманым, нишләптер үҙе танышлыҡтың өсөнсө минутында уҡ "Башҡортса беләһегеҙме?" тип һораны. Ниңә улай тине? Белмәйем. Вот, башты юғалттым тек юғалттым. Шул тиклем дә "егет" тип аҡылды юйып була икән. Бәләкәй саҡта китап-фәләндән бәләкәйҙән сибәрлеккә, татлы һүҙгә ышанып, егетенән алданып ҡалған ҡыҙҙар хаҡында ғибрәтле тарихтарҙы күп уҡыным. Миңә ул бер нисек тә ҡағылмаҫ һымаҡ ине. Сөнки, нишләптер, бөтә классс ҡыҙҙары ғашиҡ булған сибәр егеттәр минең йөрәк ҡылдарын сиртмәй торғайны. Минән күберәк күргән, күберәк белгәндәр генә ҡыҙыҡ ине. Шулай тура килде, ҡәһәрең: Сашка сибәр генә түгел, иҫ киткес аҡыллы ла, күп ерҙәр күргән дә, мауыҡтырғыс хикәйәләү оҫтаһы ла, көслө характерлы ла булып сыҡты. Уның үҙенә буйһондора торған сихырлы бер көсө бар ине. Мин, тәкәбберлек сире менән апаруҡ сирле ун һигеҙ йәшлек туташ, күҙе асылмаған көтөй кеүек, уға эйәрҙем. "Эйәрҙем" тип әйтеүем күсмә мәғәнәлә, әлбиттә. Аяҡтарым менән түгел, күңелем менән эйәрҙем. Уның фекерҙәрен, баһаламаларын, мөнәсәбәтен, күҙаллауҙарын – барыһын да бәхәсһеҙ хәҡиҡәт итеп. Уның үҙен – идеал тип ҡабул иттем. Беҙ сәғәттәр буйы һөйләшеп ултыра ала инек. Бөтөнләй үҙемдән яҙмағанмын, күрәһең, – мине ҡыҙыҡһынып тыңлай һәм үҙенә тиң әңгәмәсе итеп һанай ине. Әйткәне лә булды: дуҫтарына, һөйләшеп ултырабыҙ, тиһә, тегеләре бот сапҡан. Нисек инде? Ҡыҙҙар менән нимә хаҡындалыр һөйләшеп була тиме ни? Улар бит – ярымкешеләр, һоро матдә урынында – алһыу кеҫәл... һәм башҡалар, һәм башҡалар. Мине шунда нимәлер сәнсеп алды. "Уның дуҫтары, тимәк, мине бер ҡасан да ҡабул итмәйәсәк". Был тойғо көсәйә генә барҙы. Ул – аҡыллы, сибәр, юғары ҡатламдан. Ә мин? Ни бары ҡәҙимге колхозсы балаһы. Быуаттар буйына тик зәңгәр ҡан аша ғына күсә килгән ҡайһы бер холоҡ һыҙаттарына, айырым мәҙәнилеккә сәсрәп киткәнсе тырышһаң да, тәрбиә менән генә өлгәшеп булмай. Тимәк, мин уға тиң түгел. Йәшлек үҙенекен итә – аралағы упҡынды бөтөнләй күрге килмәй ине. Шул тиклем уға оҡшағым, уны үҙемә ғашиҡ иткем килә, шул тиклем! Ә ул был йәһәттән үҙен ағай, күпбелмеш итеп тоя, аҡыл һата. Ул бит миңә киләсәк тормошомдо ла һүрәтләп бирҙе бер заман. Сираттағы бер сәкәләшеү ине. Ул инде байтаҡтан гормондары уйнаҡлауының танһығын ҡандыра алмай талағы ташҡан, ә мин нисәнсе ҡабат юғалтырға теләмәгән ҡыҙлыҡты араға кәртә итеп ҡуям. Физик көс ҡулланыу, хатта стенаға ҡаҙаҡ ҡағырға кәрәк булһа ла – уның өсөн түбәнлек булғас, татлы һүҙҙәргә генә иреп төшмәгәс, ул бөтөнләй икенсе тактикаға күскән.
– Һаҡлаған булаһың инде туйға тиклем. Ә буласаҡ ирең быны һанға һуғыр микән? Мин иркәләгән кеүек наҙлай белерме? Ҡыйыулыҡ өсөн берәй яртыны кәгеп, көсләп төшөр ҙә хырлап йоҡлап та китер. Иртәгәһенә хатта һинең ҡыҙ булғаның-булмағаныңды иҫләй ҙә алмаҫ. Ул ғына ла түгел, "ҡыҙ инем" тиһәң, нимә, минән башҡа бер кем дә ҡараманымы ни, тип кәмһетер. Шуны теләйһеңме? Һиндә, әлбиттә, ханжеское воспитание. Ул – ярамай, был – гонаһ, тип һеңдереп үҫтергәндәр. Һиңә ярамай тип тыҡыйҙар, ә үҙҙәре эшләйҙәр. Шулай түгелме ни? Ә был гонаһ түгел, был – ни бары тормош, ни бары ысынбарлыҡ!
Хәҙер аңлайым: был ни бары сираттағы атака тактикаһы булған. Уның яратыу һүҙҙәренә бирешмәгәс, ул иң көслө ҡоралды ҡулланған – үҙ-үҙеңә мөнәсәбәтте. Мин уйланып ҡалдым, ҡайҙалыр киләсәктәге "мин"де, йәғни үҙ-үҙемде йәлләнем. Ә үҙ-үҙеңде йәлләү шул тиклем көслө нәмәкәй – шунда уҡ «көрәшергә, еңергә, үтеп сығырға» тигән ниәттәреңде, көстәреңде, мөмкинлектәреңде ҡыра һуға ла ҡуя. Үҙ-үҙемде яҡларға минең ихтыярым бөттө һәм...
"Вот ты и стала женщиной" – тине ул. Үҙенсә наҙлап, шыбырҙап ҡына әйтте. Ә ысынында иһә үҙ-үҙенән ҡәнәғәтләнеп әйтте ул, үҙ-үҙенән! Мин дә шәп инде, һәтәү! Уның әйткәненә башкөллө ышан да үҙ яҙмышыңдың бәхетле булырынан төңөл дә ҡуй, имеш. Ниңә, эш туйға тиклем барып еткәс, нишләп ирем мине яратмаҫҡа тейеш? Ниңә мине хөрмәт итмәҫкә тейеш? Ә ниңә, ғөмүмән, ул туйҙа лаяҡыл эсергә тейеш? Аҡты ҡаранан айыра ла белмәгән сәпсим алйот кеше түгел бит мин, моғайын, үҙемә лайыҡлы, арыу егет һайлаған булыр инем?! Бындай уйҙар үҙен хөрмәт иткән ҡыҙ башына ғына киләлер. Минең кәмһенеүем көслөрәк булып сыҡты – айыҡ баш түгел, эмоциялар иркенә бирелдем. Уйлап ҡараһаң, шул уҡ Сашка ниңә миңә өйләнмәҫкә тейеш ине һуң? Үҙемде аҡыллыраҡ тотһам, эмоцияларға ирек ҡуймаһам, уны үҙемә өйләндерә алған булыр инем. Ул бит бәлиғ булмаған бала түгел ине. Үҙ тормошон ҡорорлоҡ йәшкә еткән, миңә ҡарата йылы хистәре лә бар. Ә иң мөһиме – ул иҫәп-хисап, ике йөҙлөлөк, алдаҡ мал-монаят өҫтөнлөк алған, ялған ҡиммәттәр менән тулған үҙ донъяһынан ялҡҡан ине. Ихлас мөнәсәбәткә, мөхәббәткә, ябай аңлашыуҙарға һыуһаған сағы... Ул төн уның хистәрен һыуындырмағайны әле. Эште мин үҙем боҙҙом – кәмһенеүемә кереп бикләндем, ихласлығымды юғалттым, яҡты киләсәгемдән төңөлдөм. Барыбер Сашка мине ташлаясаҡ. Мин уға тиң түгел, тинем үҙемә. Шулай килеп сыҡты ла.
Ҡара ҡайғыларға ҡалып ҡайтып төштөм әсәй йортона. Иң ныҡ ҡурҡҡаным – ауырға ҡалыу ине. Уф, донъяла йәшәмәүең мең артыҡ. Ҡыҫҡаһы, бер айым әжәл көтөп уҙҙы. Йоҡола ғына әҙерәк онотолоп алам да, төшөмдә иптәш ҡыҙҙар менән дискотекаға сығып, минең ҡайтыуҙы йәки тағы берәй сәбәпте "йыуғанда" ғына уянып китһәм, әсәй ҡарсыҡ йәнде ашап бара. Саҡ ҡына ла ҡыҙыҡһынманы, иғтибар итмәне микән ни ул ҡыҙының кисерештәренә? Көноҙоно минең эшкинмәгәнлегемә, йүнһеҙ, изгелекһеҙ бала булғаныма бәғер итемде өтә. Йәнәһе, ул ашарын ашамай, кейерен кеймәй мин тип йәшәгән, мине табырға һаулығын сарыфлаған, уҡытам тип күпме расходланған. Мине аҫрағансы, берәй быҙау аҫраһа, лутсы изгелек күрер ине. Бына шулай. Хәмер менән бер аҙ йөрәкте баҫмаһам, ул хәл иткес айҙы үткәрә лә алмаҫ инем. Берәй аҡыллы ҡатын-ҡыҙ булһа, үҙен ҡулға алған булыр ине. Йөклө түгелмен – һәйбәт, тимәк, артабан йәшәүҙе уйларға кәрәк, тип тормошон яйға һалыуҙы хәстәрләр ине. Ә мин, барыһы ла асыҡланғас та, кире ҡалаға китеп, уҡыуымды дауам иттереүҙе ҡайғыртманым. Тауыҡ та, ваҡыты еткәс, үҙ себешен янынан суҡып-суҡып ҡыуа башлай. Ә мин ғаиләмдә һәр саҡ артыҡ «суҡыш» булдым. Әллә ниндәйҙер сит оянан килеп эләккәнмен? Белмәйем. Суҡыу ғынамы – бәғереңде телә, теле менән бысаҡһыҙ һуя. Бер яҡтан мин уны аңлайым. Әлеге аҡылымдан сығып, әлбиттә. Илдә бер сибәр булған аҡыллы ҡыҙың тиктомалдан, дипломға ла йыраҡ ҡалмағас, уҡыуын ташлап ҡайтһын да керһен. Ана, алкаш тип даны сыҡҡан йыбытҡы Нәзиләнең дә никтыуҙы ғына ҡыҙы уҡып йөрөһөн. Һәр бер таныш хәлгә кергән булып, йәлләү тулы ҡараш ташлап, кәмһеткес һорау бирә: "Нимә, ҡыуғандармы?" – йәнәһе...
Ысынында иһә минең "баҙар" юғары ғына ине. Үҙ ауылымда, үҙ ғаиләмдә һанламаһалар ҙа, мәркәздә баһамды белдем. Башым да эшләй, конкурентлылыҡты ла, бирешмәй, йырып сығам икән. Шулай булмаһа, төркөмдәштәр араһында һынау үтеп, үҙ коллекциям менән конкурста ҡатнашырға хоҡуҡ яулар инемме? Республиканың төрлө ерҙәренән йыйылған һәләтле кешеләр араһында. Төштәремдә күреп һаташа инем шул коллекциямды... Инде фасон һүрәттәре лә эшләнгән, кәрәкле туҡымалар һайланған, өлгөләр киҫелеү өҫтөндә. Теге йәки был моделде подиумға кейеп сығырға һайлап алған төркөмдәш ҡыҙҙарым ҡанатланып йөрөй... Осраны бит шул мәлдә теге ҡәһәр һуҡҡан бәндә! Башымды әйләндерҙе, йөрәгемде урланы, бөтөн яҙмышымды пыран-заран килтерҙе лә... Әле һаман ярсыҡтарын йыйып, бөтәштерә алмай яфаланам. Шул мәлдә тормошом кирегә китмәгән булһасы! Конкурста призлы урын алып, берәй ательеға эшкә барып, аҙаҡ, уҡыуымды ҡыҙыл дипломға тамамлағандан һуң, үҙ эшемде асып ебәргән булыр инем инде. Нимә-нимә, һәләтем дә, эшкә һерелегем дә бар ине. Иң мөһиме, ул саҡта ниндәйҙер амбицияларым, эсемдә утым бар ине. Ә хәҙер? Ә хәҙер – эсем тулы үкенес. Һәм бер нәмәне лә үҙем теләгәнсә бороп ебәрә алмауыма, көсһөҙлөгөмә асыуым ғына килә. Шулай. Мин бер заман күңелсәк һәм өмөттәр тулы, яҡты ҡарашлы, яҡшы кәйефле кеше инем. Ә әле шул асыу, үс, кәмһенеүҙәр тулы бер әҙәм. Мин хатта туйҙарҙа матур итеп ҡотлау әйтә, яҡшы теләктәр теләй белмәйем. Бына шундай туң күңел.
Туйҙар инде минең өсөн мөхәббәт байрамы түгел. Барыһына ла шул Сашканың күрәҙәлеге ғәйепле. Барыһы ла ул юрағанса килеп сыҡты. Әммә бер нәмәлә ул яңылышты: туй төнөндә тотоп көсләйәсәк ир генә түгел, мин үҙем дә иҫерек инем. Бер кемгә лә кәрәкмәгән артыҡбаш тормоштоң шулай тамамлауын "туйланым". Ни тиклем алйот булынған йәш саҡта! Ғүмер саҡ башланған саҡта "бөттө барыһы ла" тип төңөлсәле!
Мин үҙемде артыҡ кеше итеп тойған ғаиләнән ҡотолдом. Ә икенсеһенә, шулай уҡ мине артыҡбаш һанағанына, барып ҡаптым. Нимә эшләһәм дә – килешмәй, оҡшамай. Һәр һүҙең – урынһыҙ. Нимәнелер урынынан шылдырҙыңмы – ҡулайһыҙ. Таҙартырға уйлаһаң – әрпеш. Ул тиклем үк йүнһеҙ бала түгел инем, килен булғас, ҡарышҡан кеүек бит ул – һауыт-һаба йыуам тиһәң, тап шул ҡәйнәнең ҡәҙерле генә шәшкеһе мотлаҡ ҡулдан ысҡынып төшөп китә. Һәр ҡатын-ҡыҙ үҙ ғүмерендә берәй быяла-фарфор нәмә ватмай тормай, билдәле. Бер нәмәне лә ватмаҫ өсөн бер нәмә лә эшләмәҫкә кәрәк. Нишләп шундай яңылыш ҡына осраҡты миңә булһа: "Ҡоротҡос, донъямды пыран-заран итергә килгән" тип, ә ейәнсәренә: "И-и, балам үҫкән, кәсә тоторға эшкингән" тип баһалағандыр инде ҡәйнә тигән есемдәр? Үҙ-үҙемде уның ҡаршыһында яҡларға, һүҙемде һүҙ итергә минең хатта башыма ла килмәй. "Күрә алмайым ошо өйҙө, мәңге кермәҫ инем", – тип берәй мөйөштә һығылып илайым да, барып төртөлөр башҡа ерем булмағас, баҫылам. Әйләнгән һайын иренән айырылып ҡайтҡан-киткән килендәрҙе әсәйем һәр саҡ хөкөм итте, беләм. Бер оронсоҡтан ҡотолоп тын алып ҡалғас ҡына, ике оронсоҡ булып ҡайтып керә алмам бит атай йортона. Ул балама, шөкөр, оронсоҡ булып йәшәргә тура килмәгән икән. Өҫтәл өҫтөнә ултырғыс ҡуйып менеп баҫҡайным, йығылып төшөп харап иттем сабыйымды. "Угроза выкидыша" тип дауаханаға һалырға хәл ҡылып, әйберҙәрҙе йыйып, мунса инеп килергә генә ҡайтарғайнылар шунан бер көн алда. Барып өлгөрмәнем, әлеге лә баяғы шул ҡәйнәнең ҡыш уртаһында нимә типтер былай ҙа аҡ стеналарын ағартырға ҡушып енләнеүенә түҙмәнем. Менеп киттем. Хәйер, үҙем дә ғәйепле инде. Ул өҫтәлдең кәлтәннәп торғанын күрмәйемме лә башымдың юғарыла әйләнеүсән икәнен белмәйемме? Нисә ай буйы уларҙың туҡтауһыҙ миңә төрттөрөүен, кәмһетеүен, һанламауҙарын үткәреп ебәрә алғанды, әле ниңә түҙмәҫкә ине? Инде етлегеп бөткән тиерлек баламды йылы ҡосаҡҡа түгел, һалҡын ер ҡуйынына тығыуы ныҡ йәл булды. Башҡа балаларымдың ғүмерен ҡыл өҫтөнә ҡуймаҫмын, нимә кисерһәм дә түҙермен, тип һүҙ бирҙем шунда.
Рушанна менән йыл ярым самаһы күрешмәй торғайныҡ. Хат та яҙышырға форсат булманы. Ата-әсәһе аша ғына сәләм күндереп торҙоҡ. Ул ҡалала студент тормошонда ҡайнай, оҫталыҡ буйынса конкурстарҙа ҡатнаша, эш урыны эҙләй, егеттәрҙе бирсәткә урынына алыштыра... Ә мин, ситлектә һайрарға дәрте булмаған турғай шикелле, һирәк-мирәк эләккән шатлыҡ валсыҡтарына ла рәхмәт әйтеп көн күрәм. Үҙ туйына саҡырырға эҙләп килде Рушанна. Килде лә, миңә ҡарап, бер талай өнһөҙ ҡалды. "Таныманым",– тип аңлатты аҙаҡ. Ҡолаҡтарын локаторҙай тоҫҡап эргәлә уралған ҡәйнә алдында һөйләшә алмағас, һыу буйына "өйрәктәрҙе ҡарап алып ҡайтырға" төшкән инек. Һәр өндәшкәнгә тертләп, ябай ғына һорауға ла оҙаҡ итеп уйланып яуап биргәнде күҙәтеп ултырҙы ла: "Һин ҡайҙа?" – тип кенә әйтте.
– Нисек... ҡайҙа? Бына, алдыңда.
– Юҡ, мин белгән ысын Тамара ҡайҙа, тип һорайым һинән. Сибәр, аҡыллы, үткер, шаян ҡыҙыҡай ҡайҙа булды? Иҫләйһеңме, беҙ бит ошонда ағын һыуға ҡарап хыялланып ултыра торғайныҡ: киләсәктә кем булабыҙ, нимә эшләйбеҙ... Ә "Тамшан" салоны? Онттоңмо ни?
…12-13 йәштәрҙә уйлап сығарғайныҡ беҙ уны. Атамала беҙҙең исемдәр ҙә булһын, шул уҡ ваҡытта башҡортса ла булһын, тип "Тамшан"ды уйлап сығарҙым. Йәғни кешене ымһындырып, тамшандырып торорлоҡ исеме лә, есеме лә. Исеме булды, ә есемен Рушанна менән беҙ икәү киләсәктә булдырырға тейеш инек. Мин иҫ киткес матур-матур киске күлдәктәр, костюмдар тегәм, ә әхирәтем моделдәрҙе биҙәндерә, ҡупшы прическалар яһай. Һәм беҙҙең был күҙ ҡамаштырғыс ижадты "Тамшан" салонының күрһәтеү залына йыйылған тамашасы һушы китеп, тамшанып, ләззәтләнеп ҡарай. Ялтйолт фотоаппарат уттары, камералар, ялтыр-йолтор журналдарҙан интервью алырға килгән ялбыр-йылғыр репортерҙар...
Хыял тигәс тә хыял инде. Рушанна әле әйтмәһә, мин уның барлығын да онотҡайным. Абау, мин ҡасандыр хыяллана белгәнмен! Әле иһә минең көнитмештә хыялға илһам да, форсат та юҡ.
– Һуңғы тапҡыр нимә тектең?
Рушаннаның һорауы албырғатып ебәрҙе. Оҙаҡ ҡына иҫләй алмай ултырҙым.
– Ирҙең курткаһының яғаһын, еңен тегеп бирҙем, кем менәндер эсеп һуғышҡан да, айырып төшөргәндәр.
– Шунан?
– Ҡәйенбикәнең итәген ҡыҫҡартып бирҙем.
– Тағы?
– Тағы тип ни... Йөҙләгән носкиға ямау һалғанмындыр.
– Аңлашылды. Тимәк, бер нәмә лә текмәгәнһең.
– Нисек инде "текмәгәнһең"? Белгең килһә, мин ул энәне тота-тота бармағым биҙрәгән, күргем дә килмәй, теләмәйем дә!
– Беләһеңме, ниңә шулай? Иҫкене ҡормау, ямау – ижад итеү түгел. Минең аңлауымса, һин студент саҡтан бирле бер нәмә лә текмәгәнһең, хыялыңа хыянат иткәнһең, белдеңме! Шуға күрә мин һине танымайым да. Эсеңдәге утың һүнгән һинең. Эйе, тормошоңдо күрҙем. ҡәйнәңде лә күрҙем, аһ-зарыңды ла тыңланым. Әммә, Тамара, мин шуны аңламаным: һин ниңә ҡәйнә донъяһына йәбешеп ятаһың? Үҙ донъяңды ҡороп ҡара. Башҡалар нисектер булдыра бит, ниңә һинең ҡулдан килмәҫкә тейеш? Үҙеңдең өйөңдә һине бер кем дә кәпкәкләй алмаҫ. Берәйһе башлаһа – ҡыуҙың сығарҙың да ишекте шартлатып бикләнең ҡуйҙың.
Шаҡ ҡатҡыс. Шул көнгә тиклем үҙ донъямды ҡороу тигән уйҙың үҙ башыма килмәүе – шаҡ ҡатҡыс. Иҫ кергәне бирле тирә-яҡтағылар "һинән була тиме ни инде, шуны ғына ла белмәйһең" тип тыҡып торһа, ысынлап нимәлер өйрәнергә, булдырырға ихтыяр һына икән ул. Ошо йәшкә етеп тә, әсәйемдең мине хуплап, башҡаларҙан яҡлап ниндәйҙер йылы һүҙ әйткәнен иҫләмәйем. Тәүге балам төшкәс тә йәлләмәне.
"...Шуға ла эшкинмәгән..." – тип миңә күптән һуҡҡан мөһөрөн яңыртып мисәтләп кенә ҡуйҙы. Шунан артығын көтмәгәйнем дә. Аңлау, йәлләү, яратыу өмөт итеп үҫмәнем. Күңел генә алама – булмаҫтайҙы көҫәй. Барыбер яратылып ҡарағы килә.
Рушаннаның туйына барманым. ҡарасҡы булып ултырғым килмәне. Туйға барырлыҡ кейем, бүләк алырға ла мөмкинлегем юҡ ине, етмәһә, шул байрамды күрә алмай башлаған саҡтар ине. Саҡырылыуыбыҙ хаҡында иргә әйтеп тә торманым. Уның холҡо билдәле: минең берәй ергә ныҡ барғым килә икән, ул мотлаҡ аяғында ла тормаҫлыҡ лаяҡыл булып ҡайта һәм, әлбиттә, байрам кәйефе бөткәс, уттар һүнгәс, алдағы көнгә пландар ҡормаҫҡа, хыял йөрөтмәҫкә өйрәнергә мәжбүр булынды. ҡайҙа, ти, ул унда "Тамшан"?! Бөткөһөҙ иҫкене ямау шул тиклем йәнгә тейҙе, түҙмәйенсә, байтаҡ ойоҡ-нәскиҙәрҙе ут тамағына ырғыттым бер заман. Әле лә энәне бик һирәк тотам. ҡасандыр хыял иткән нәфис күлдәктәрҙе тегергә форсат булмағас, нимәгә кәрәк ул миңә? ҡыҙҙар тапҡан булһам – бер хәл. ҡурсаҡтай итеп йөрөтөр инем. Малайҙарға нисек тә бара, әсәйем был шөғөлдән төңөлөүемә ҡаршы булды-булыуын. "Шулайтһаң – эконом, былайтһаң – эконом", имеш. Ялҡытҡан "эконом-класс". Бына бында, – vip-ложала, ни тиклем уңайлы. Тамаша ҡылырға сәбәп буйтым.
Үҙемде саҡ ҡулға алырлыҡ хәлгә килдем. Юҡһа йөрәк тамаҡ төбөндә тыпырсына, ҡолаҡ шаулай, ҡул-тубыҡтар буйлап үрле-ҡырлы ҡалтырауыҡ йүгерҙе байтаҡ. Ниһайәт, тын алышын да тигеҙләп бөтөп барам. Үҙемдең театрҙа ултырғанымды ла, ниндәй маҡсат менән килеүемде лә оноторлоҡ дәрәжәлә шаңҡығайным. Йөрәк тамаҡ төбөнән кире урынына төштө, әммә тыпырсыныуҙан туҡтарға уйламай. Күптән, бик күптән бындай ритмды тойған юҡ. Мин хатта ҡасандыр ир-егет менән ҡараш осрашыуҙан ғына былай тулҡынланып була икәнен онотҡайным. ҡайҙа, ти, ул ҡараш! Килеп ҡағылғанға ла бер нервы һелкенмәй торғайны. Заманында, битарафлығыма йәне көйөп, ирем дә миңә "бүрәнә" тип ысҡындырғайны. Тейҙең ни, теймәнең ни, һап-һалҡын, бисәгә оҡшамаған, йәнәһе. Ул һүҙе өсөн, тәбиғи, мин ҡапыл ҡоро утынға сәрпәкләнеп, сыра-шырпыға әйләнеп тоҡанманым, "ҡыҙыу ҡатын" булып янырға башламаным. Уны дөрләтеү түгел, йылытырға ла ыжламаным. Киреһенсә, үҙенә ҡарата күңелдә бығаса ул-был быҫҡыған булһа, уныһы ла һүнеп ҡуйҙы. Бүрәнә, имеш. Оҫта ҡулына эләкһә, ул ниндәй генә халәткә кермәй? Нәфис һынды ла ырып яһап була, семәр-семәр биҙәкте лә... Теләгән – сәңгелдәк яһай, теләгән – табут... Кемдер иң бай йорттарҙа ғына торасаҡ сувенир эшләй, ә кемдер битарафлығы менән серетеп юҡ итә. Бына нимә ул бүрәнә! Йәлләмә һин хәләл ҡатыныңдан йылы ҡарашыңды, иғтибарыңды, татлы һүҙеңде, һал наҙыңды, ваҡытыңды, көсөңдө! Һәм бер заман бүрәнә лә сәскә тажын асыр...

Sez Başkort ädäbiyättän 1 tekst ukıdıgız.
Çirattagı - Артыҡбикә - 3
- Büleklär
- Артыҡбикә - 1Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.Süzlärneñ gomumi sanı 4148Unikal süzlärneñ gomumi sanı 233926.8 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.39.1 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.45.4 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
- Артыҡбикә - 2Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.Süzlärneñ gomumi sanı 4023Unikal süzlärneñ gomumi sanı 225127.0 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.38.4 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.43.8 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
- Артыҡбикә - 3Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.Süzlärneñ gomumi sanı 3970Unikal süzlärneñ gomumi sanı 218627.0 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.38.5 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.45.1 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
- Артыҡбикә - 4Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.Süzlärneñ gomumi sanı 4148Unikal süzlärneñ gomumi sanı 227327.1 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.38.6 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.45.0 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
- Артыҡбикә - 5Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.Süzlärneñ gomumi sanı 4242Unikal süzlärneñ gomumi sanı 229827.7 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.38.8 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.44.9 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
- Артыҡбикә - 6Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.Süzlärneñ gomumi sanı 4096Unikal süzlärneñ gomumi sanı 233227.0 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.38.9 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.44.7 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
- Артыҡбикә - 7Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.Süzlärneñ gomumi sanı 4019Unikal süzlärneñ gomumi sanı 220328.0 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.39.5 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.45.8 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
- Артыҡбикә - 8Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.Süzlärneñ gomumi sanı 3502Unikal süzlärneñ gomumi sanı 191930.3 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.41.9 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.47.4 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.