Latin

Аҡыллы бесәй менән таҙ

Süzlärneñ gomumi sanı 731
Unikal süzlärneñ gomumi sanı 384
46.0 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
57.3 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
61.5 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.

Аҡыллы бесәй менән таҙ

Борон заманда булған, ти, бер таҙ. Ул көлгә борсаҡ һипкән дә гел шуны ашаған. Өҫтөндә күлдәге лә, ыштаны ла, башында түбәтәйе лә булмаған бының. Көндәрҙең бер көнөндә таҙ янына бер бесәй килеп ингән, ти.

– Таҙ шайтан, ни эшләп ултыраһың, кәләш тә алмайынса?– ти икән бесәй.

– Алыр инем, өҫтә күлдәк-ыштан юҡ, башта түбәтәй юҡ,– ти икән таҙ.

– Кәләш алам, тип әйт, мин һиңә күлдәк тә, ыштан да, түбәтәй ҙә табам,– тигән бесәй.– Хәҙер үк башҡоҙаға барам,– ти ҙә бесәй сығып китә. Ул батшаға барып керә.

– Ни хәл, падишам? – ти бесәй. – һинең ҡыҙың бар, минең улым бар. Икәү ҡоҙа булышайыҡ. Улым ученай-печенай купис. Бында яланда йөрөгән көтөүҙәр барыһы да уныҡы,– ти.

– Туҡта әле, бесәй, ҡарсыҡ менән кәңәшләшәйек,– ти батша. Батша ҡарсығы менән кәңәшләшеп ала. Шунаи бесәй батшанан:

– Мәһәре күпме тора?– тип һорай.

– Ун төлкө, ун айыу, ун бүре, ун ҡуян. Шуларҙы түлап бөтһәң, киләһе йомаға килерһегеҙ,– ти батша.

Бесәй ҡайтырға сыға. Юлда быға биш төлкө осрай.

– Һеҙ әле бишәү гейә, унау булын батшаға барығыҙ. Батша ҡыҙын бирә, аш-һыу шәп, ман дә шунда булдым, һеҙ ҙэ барып һыйланығыҙ,– ти бесәй тегеләргә.

Төлкөләр унау булып алалар ҙа батша һарайына баралар. Батша уларҙы яптырып ҡуя.

Бара торғас, бесәйҙең ҡаршыһына биш бүре килеп сыға, – Эй, бесәй дуҫ, ҡайҙа барҙың? – тип һорайҙар бүреләр.

– Батша ҡыҙын биргән. Аш та һыу. һеҙ ҙә барығыҙ. Тик унау булып китегеҙ,– ти бесәй. Бүреләр унау булып алалар ҙа батша һарайына китәләр. Быларҙы ла батша һәйбәтләп ябып ҡуя.

Бер аҙ барғас, бесәй биш айыуға осрай.

– Ҡайҙа бараһың, бесәй дуҫ?– тиҙәр айыуҙар.

– Батша ҡыҙын биргән. Аш та һыу. һеҙ ҙа барығыҙ. Тик унау булып барығыҙ,– ти ҙә ары китә бесәй.

Айыуҙарҙың, унау булып, батша һарайына барып етеүҙәре була, батшаның хеҙмәтселәре быларҙы шартлатып бикләп тә ҡуялар.

Бара-бара бесәй, бара торғас, биш ҡуян күрә,

– Эй, бесәй дуҫ, ҡайҙан киләһең? – тип өндәшәләр былары ла.

– Батша һарайынан. Батша ҡыҙын биргән. Аш та һыу. Шунда булдым, һеҙ ҙә барып һыйланығыҙ. Тик унау булып барығыҙ,– ти бесәй.

Ҡуяндар, унау булып, батша һарайына китәләр. Быларҙы ла ябып ҡуялар.

Шулай итеп, мәһәр түләнеп бөтә. Бесәй ҡайта ла таҙға:

– Әйҙә, таҙ, киттек, мәһәр түләнеп бетте,– ти.

– Күлдәк-ыштан юҡ. Нисек барайым? – ти таҙ.

– Әйҙә, шаулай күрмә, барыһы ла булыр,–ти бесәй. Бесәй таҙҙы тышҡа алып сыға ла уның тәненә япраҡ, сәскәләр йәбештереп бөтә. Шунан алып китә лә, таҙҙы һыуға батырып, батшаға хәбәр ебәрә: «Беҙ һыуға баттыҡ, кейемдәр ағып беттә. Йәһәт кенә килеп етегеҙ!»

Шул арала бына тигән уйнап торған аттар егеп, батшаның кешеләре килеп тә етәләр. Таҙҙы һыуҙан сығарып, аҫыл кейемдәр кейендереп, бесәй менән икәүһен алып та китәләр.

Шул кисте үк кейәүҙе ҡыҙ менән бер бүлмәгә ябып ҡуялар. Бер кейенә лә бер сисенә икән таҙ төнө буйына, бер ҙә ҡыҙға ҡарамай икән. Шулай төндө үткәрә был.

Иртәгеһен иртүк ҡыҙ килә лә еңгәләренә әйтө:

– Кейем күрмәгән кешегә бирҙегеҙ ҙә, төндө бер кейенеп, бер сисенеп уҙғарҙы,– ти. Еңгәләре был хәбәрҙе ҡыҙҙың әсәһенә, һеәсәһе батшаға еткерә. Батша бесәйҙе саҡырып ала ла:

– Кейем күрмәгән кешегә ҡыҙымды димләп, беҙҙең биттән көлдөң,– ти.

– Уның кейемдәре һеҙҙеке ише генә түгел ине, «Хеҙмәтсе кеймәгән кейемде мин кейҙем» тип, ғәрлегенән шулай ҡылан-ғандыр ул,– ти бесәй.

Шунан бесәй таҙҙың сыҡҡанын ҡарап тороп:

– Ниңә биттән көләһең?– тип уңға ла, һулға ла сабып ебәрә икән тегене. Кис булғас:

– Бөгөн төнө буйы ҡыҙ менән бул,– тип өйрәтеп, ҡыҙ бүлмәһенә индереп ебәрә таҙҙы.

– Таҙ бесәй өйрәткәнсә эшләй. Ҡыҙҙың күңеле була. Дүртте ҡуналар былар, таҙҙы хөрмәт итәләр. Алтынсы көндө бесәй:

– Мин алдан ҡайта торайым,– тип юлға сыға. Килә торғас ул йылҡы көтөүен күрә. Көтөүселәр эргәһенә бара ла:

– «Кем көтөүе?» – тип һораһалар: – «Ученай-печенай купис көтөүе»,– тип әйтегеҙ. Арттан туй килә,– тип ары китә-Килә торгас, бесәй ҡуй көтөүенә осрай.

– «Кем көтөүе?» – тнп һораһалар: – «Ученай-печенай купис көтөүе»,– тнп әйтегеҙ. Арттан туй килә,– ти бесәй көтөүсегә. Бер аҙыраҡ барғас, бесәй һыйыр көтөүен күрә.

– «Кем көтөүе?» – тип һораһалар: – «Ученай-печенай купис көтөүе»,– тип әйтегеҙ. Арттан туй килә,– ти бесәй был көтөүсегә лә.

Бесәй ҡайтып етә лә бер бай ҡарт менән ҡарсыҡ янына бара.

– Әйҙәгеҙ, йәһәтерәк һалам аҫтына инеп йәшеренегеҙ, яу килә, хәҙер үләһегеҙ, харап булаһығыҙ,– ти.– Эскәрәк керегеҙ, эскәрәк, – тип, бай менән әбейен һалам эҫкерте аҫтына индерә лә ел башынан эҫкерткә ут төртә бесәй. Бай менән ҡарсығы янып үләләр.

Кисләтеп кенә туй килеп етә. Бесәй югереп сығып ҡапҡа аса. Туй артынан кәртәгә бер нисә өйер көтөү ҡайтып керә. Теге юлдағы көтөүҙәр әлеге байҙыҡы булған икән. Батша: «Бесәй алдамаған икән, ҡыҙым бай кейәүгә барҙы», – тип бик шатлана, ти. Гөрләтеп туй яһайҙар.

Бал эсеп, аш ашап, мин дә шунда йөрөгәнмен. Бөгөн генә ҡайттым әле.

Sez Başkort ädäbiyättän 1 tekst ukıdıgız.