Latin

Үгәй балалар - 1

Общее количество слов 4516
Общее количество уникальных слов составляет 1875
31.2 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
43.7 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
50.7 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
Бынан 15 сәнә мөҡәддәм Өфө губернаһында... ҡәрйәһендә мәшһүр мәҙрәсәлә уҡып ятыусы Ғәлә исемле шәкерт, көтөб ҡылыр ваҡытында, һалдат хеҙмәтенә алынып, Русиәнең ғәрбендә булған Варшау шәһәренә ебәрелмеш ине. Үҙ фекеренсә йөрөгән, ғәзиз ғүмерҙе ғилем юлында сарыф иткән бер шәкерттең, һалдат булып китеүе, йәш ғүмерендә ағырлыҡ менән тәхсил иткән ғилемдәренең бер файҙаһыҙ ҡалыуы, бер ҙә донъя күрмәү, ислам мәҙрәсәләренең мөйөшөндә ятҡан бер шәкерттең бер таҡын тәрбиәһеҙ һалдаттар менән бергә көн күрергә мәжбүр булыуы Ғәлә әфәнде өсөн ғүмерендә онотолмаџлыҡ бер хәсрәт күренә ине.

Ләкин ғилемдең файҙаһы, ҡайҙа булһа ла, теймәй ҡалмайҙыр. Сөнки Ғәлә шәкерт унда барып, ете-һигеҙ ай һалдат хеҙмәте иткәс, мосолман һалдаттарына имамәтлек вазифаһын итә башланы. Бәнем фекеремсә, Ғәлә әфәнде һалдатҡа китеүенән файҙа ла күрҙе. Ғәлә әфәнде һалдатҡа китмәй ҡалған ваҡытта ла, һалдат казармаһынан артыҡ булмаған мәҙрәсәлә ятып-ятып, бер ҡәрйәгә имам булыуҙан артыҡ урынға керә алмай ине. Һалдатҡа барып күргән файҙаһы ла: аҙ булһа ла донъя күреп, русса тел үгрәнеп ҡайтты. Һалдат хеҙмәтенән ҡайтҡас та, бер ҡәрйәгә имам булыуында шик юҡ ине. Мәҙрәсәлә тәхсил иткән ғилемдәре лә, бик мәғлүм вә ғади булғанға күрә, уларҙы онотоп, зарар итәсәк дәгел ине.

Сөнки дәрес китаптарын үҙе менән бергә һалып алып бармыш, буш ваҡыттарында, хосусан имам булғас, был китаптарҙы мөтәләғә итә, бынан ләззәт ала, мәктәптә ятҡан замандарын иҫенә төшөрә ине. Кашки Ғәлә әфәнде шул китаптар урынына русса телгә вә уҡырға күберәк әһәмиәт бирһә ине, шөбһәһеҙ, артыҡ файҙа күрәсәк, ул юл менән мәҡсудына тиҙерәк ирешәсәк ине.

Ләкин улай фекер итеп ҡарамаҡ, нисек барһа файҙалы буласаҡты уйламаҡ Ғәлә әфәнденең күңеленә кереп тә сыҡманы. Варшау кеүек бер ҙур шәһәрҙә тороп та, уларҙың мәҙәниәтенән вә тәрәҡҡиҙәренән ғибарәт алманы. Бының да сәбәбе — йәштә күргән тәрбиәһе, ғәмәли һүрәттә уҡымаған ғилеме, файҙаһыҙ булған жидаль вә бәхәстәрҙе — бынан артыҡ нәмә йыһанда юҡтыр тип иғтиҡад итеүе булһа кәрәк.

Ғәлә әфәнденең дәрес-китаптарҙы ләззәт менән уҡыуына бән ҡырын күҙ менән ҡараным. Сәбәбе лә уның: мөтәләғә ҡылған ғилемдәр, ошолар тип уйлаған китаптары «Мулла Жами», «Шәмсиә» фәләндәр булғанға күрәлер. Юҡһа, Ғәлә әфәнде тарих, сир вә ислам философтарының әџәрҙәрен, үтеп китмеш ислам шағирҙарының әшғәрен уҡыһа, бының илә бәрәбәр русса тел уҡып, рус әҙәбиәтен ҡушып ебәрһә, бән Ғәләне һис тә ғәйеп итәсәк дәгел, бәлки мәдех итәсәк инем.

Ғилемде дәрт иткән ҡайҙа булһа ла тәхсил итә, теләгән нәмәһен ҡайҙан булһа ла табалыр. Ғилемде табырға маниғ булған нәмә — ялҡаулыҡ илә тәртипһеҙ барыштыр. Ләкин Ғәләнең башҡа ғилемдәргә дәрте төшмәне, үҙенең ихлас бағлаған китаптарынан айырылаһы килмәне. Әҙәм балаһы бер нәмәгә мөхәббәт итһә, күп ваҡытта уның файҙа-зарарын уйлап ҡарамай, дөрөџмө-хатамы — хәҡиҡәтте тәфтиш ҡылмай, шул мөхәббәт иткән нәмәне тамам итергә ашығалыр.

Бынан истисна ителәсәк инсандар бар иһә, ул да камил тәрбиә күргән вә камил ғилем алған, серек менән таҙаны, яҡшы менән яманды айырып белгән, ғәмәли һүрәттә ғилемдәренән файҙа күрә белгән инсандарҙыр. Был көнгә ҡәҙәре беҙҙең ислам мәҙрәсәләрендә был дәрәжәгә ирештерә торған ғилем менән тәрбиә бирелмәйҙер ине.

Ғәлә лә шул мәҙрәсәләрҙең береһендә тәхсил иткән бер шәкерт дәгелме?

Нисек булһа булды, Ғәлә әфәнде һалдат хеҙмәтен тамам итеп, һыуын эсмеш, һауаһын тәфтиш итмеш, нанын ашамыш, иң ғәзиз ғүмеренең бер ҡисмен бында үткәрмеш, асыл ҡәрйәһенә ҡайтып керҙе. Бер ҡәҙәр русса белеп ҡайтһа ла, быны ихтыяры менән белмәй, зарурат көсләп үгрәтмеш, былар һиңә бер ваҡытта мотлаҡан кәрәк булырмын, тип ихтыярһыҙ беленмеш русса ине. Аҙ ғына русса белеүҙең ниһайәтһеҙ күп файҙаһы булһа ла, Ғәлә әфәнде быны файҙа тип хисап итә алмай ине.

Сит милләттәр илә ҡатышып йөрөп ҡайтҡан Ғәлә әфәнде үҙенең ата-әсәһе, яҡын туғандары илә йығлаша-йығлаша күрешеп, дүрт сәнә күргән ағырлыҡтарын бер сәғәт йығлауҙан рәхәт нәмә бармы? Ун-ун биш көн һуңра Ғәлә әфәнде лә үҙенең ҡәрйәһендә бөтә күргән михнәттәрен онотоп, гүйә, бер ергә лә бармаған, бер кешенән дә золом күрмәгән, ғүмерен шул ҡәрйәһендә тороп уҙғарған бер кеше кеүек булып көн итә башланы. Ғәлә әфәнде дүрт сәнә күргән ағырлыҡтарҙы ун биш көндә онотто тиһәм, шайәт һеҙ тәғәжжеб итерһегеҙ.

Ләкин быға тәғәжжеб итмәгеҙ! Юғарыла бәян ителгән рәүешсә тәхсил иткән мәҙрәсәһе шөйлә булған, алған ғилемдәре лә буйлә сафсата илә тулған бер кешенең башҡаларҙан күргән хәҡәрәте, михнәт вә мәшәҡәттәре тиҙ онотолоуында ҙур эш юҡтыр.

Ғәлә әфәнде һалдат хеҙмәтенән ҡайтып күп торманы, ҡатын алмаҡ, донъя көтмәк өсөн әҙерләнә башланы. Ғәлә әфәнде ошбу ғилеме илә указ алып, бер ҡәрйәгә имам булмағын бик асыҡ белә, собраниеға барып, указ алып ҡайтмаҡ өсөн бер ҙә артыҡ нәмә кәрәк түгел, бәлки унда (Өфөгә) барғас та, ун-ун биш көндә, имтихан ваҡытында, кәрәк нәмәләрҙе белеп алырға хәленән килә икәнен һорашып белгән ине.

Беҙҙең өйәҙ ҡәрйәләрендә мулла буласаҡ кеше өсөн ҡыҙ тапмаҡ, ҡатын алмаҡ кеүек еңел эш бармы? Хосусан халыҡ араһында: «Ғәлә һалдаттан аҡсаланып ҡайтҡан»,— тип төрлө хәбәрҙәр таралған, шуның өсөн ҡыҙын бирәм тигән кешеләр ҙә бар ине.

Бындай «ҡыҙ бирәм» тип тороусылар бар ваҡытта, ҡыҙҙы һайлап наҙланмаҡта ғәйеп эш булмаһа кәрәк. Һайлап алған ваҡытта ла, тәрбиәле булһын, ғалимә һәм әхлаҡлы булһын, тип һайлап алыу дәгел, фәҡәт бай булһын да матур булһын, башҡа юҡ. Ғүмерлек юлдаш, ҡайғы-хәсрәт ваҡыттарында моңдаш, ҙур эш ваҡыттарында серҙәш булырлыҡ тәрбиәле, әхлаҡлы, ғилеме лә бар ҡыҙҙы алмаҡ өсөн ижтиһад итмәккә лә күп тәрбиә һәм ғилемгә әһел булыу кәрәктер. Беҙҙең ағайҙарыбыҙ иһә, ҡатын алғанда, хайуаниәт сифаттарынан булған ҡеүә шөһөүәниәләрҙе әда итмәк йәһәтенән башҡаһын хәтерҙәренә кертеп тә сығармайҙар һәм башҡа йәһәттәре бар тип тә уйламайҙар.

Ғәлә лә һайлап-һайлап, уртанан бер байҙың Зөһрә исемле ҡыҙын алмаҡ, бай ҙа бирмәк булды. Зөһрәлә Ғәлә эҙләгән байлығы илә матурлыҡ сифаттарының һәр икеһе лә бар. Уның өџтөнә лә, Ғәлә эҙләмәгән дәхи бер ҡәҙерле сифат бар. Ул да Зөһрәнең гүзәл холоҡ сахибе булмаҡ ине. Зөһрә аҙ ғына уҡырға-яҙырға белһә лә, әҙәби китаптарҙы бер ҙә тип әйтерлек уҡымаһа ла, хөсне әхлаҡтә Ғәлә әфәнденең үҙенән нисә дәрәжә артыҡ икәне асыҡ мәғлүм ине. Уҡыусылар! Һеҙ бәлки: «Ғәлә ун йыл мәҙрәсәлә тәхсил итеп тә, нисек хөсне әхлаҡтә Зөһрәнән кәм булһын?»— тип сөәл итерһегеҙ. Һәм был сөәлегеҙ бик урынлылыр.

Кем күп уҡыһа, шул кеше тәрбиәле, әхлаҡтә башҡаларға үҙе рөһбәр булырға тейешле, тип әйтергә хаҡығыҙ бар, һәм шулай булырға ла тейешле дәгелме?

Дөрөџ, Ғәлә әфәнде лә хөсне әхлаҡтә башҡаларҙан кәм түгел ине. Фәҡәт мәҙрәсәлә ята торғас ҡына әҙерәк әхлағы боҙолдо. Унда ул ни ҡәҙәре бәхәстәр ятлап, мөжәдәлә вә мөбәхәсә юлдарын үгрәнде. Шулай ғилеме эсендә һыймай башлағас, башҡалар менән ҡысҡырыша башланы. Бара торғас, үҙенә хөснөзанлы булып, тиҙ асыулы бер кеше булып ҡаны боҙолдо. Бының былай ҡаны боҙолоп, тәбиғәтенә зарар килеүе дүрт йыл һалдатта йөрөгәндә лә бөтмәне, бәлки артты. Беҙҙең һалдаттар ҙа тәрбиәлеме? Юҡмы? Шуның өсөн Ғәлә кеше менән нисек мөғәмәлә итеүҙе лә бик яҡшы белмәй, талаша башлағанды үҙе лә һиҙмәй ҡала ине.

Зөһрәгә килһәк, ул тик тороп үџте, яҙыу-һыҙыуҙы ижтиһады илә генә белде. Аллаһы тәғәлә ихсан итмеш тәбиғәте, тәрбиә менән алға китмәһә лә, артҡа ла китмәне, артыҡ эштән сығырлыҡ боҙолманы. Зөһрә лә Ғәлә кеүек мәҙрәсәгә барып тәхсил итһә, шикһеҙ тәбиғәте боҙолор һәм әхлағы ла үҙгәрер ине. Сөнки ниҙә ысулы тәғлим һәм тәрбиә бар? Ниҙә хөснө мөғәмәлә вә әхлаҡ үгрәтеү бар? Бынан ун биш сәнә әүәл иџке әхлаҡ китаптар уҡылмай, уҡылһа ла, ни өсөн уҡылғаны үгрәтелмәй, яңы әхлаҡ һәм әҙәби китаптар юҡ. Булһа ла уҡырға ярамай ине.

Инде Ғәлә Зөһрә илә ҡушылды, туй ҙа булды, бәғзе кешеләрҙең донъяның иң рәхәте тигән заманға ла иреште.

Туғрыһы, былар ирле-ҡатынлы булды.

Инде Ғәлә әфәнденең донъяла бер генә маҡсуды ҡалды, ул да бер урынға имам булып, хәҙрәт исемен алмаҡ ине. Имам булырға бик яҡшы урын да бар, ләкин имтихан ҡылынып ҡайтырға кәрәк... Имтихан әллә ниндәй ағыр эш түгел икән. Өфөгә барҙы ла ҡайтты. Улай-былай йөрөп бер сәнә уҙған ине, Ғәләбеҙ, хәҙрәт булып, имам буласаҡ ауылына күсеп тә барҙы.

Был ваҡытта быларҙың көнкүрештәре, Зөһрә илә бер-береһенә булған мөнәсәбәттәре бер ҙә насар тип әйтерлек түгел ине.

Юғарыла яҙылғанса, Ғәлә мулла бәғзе ваҡытта бик тиҙ асыуланып, донъяны һәләк итер кеүек булһа ла, Зөһрә абыстай, быны ихтыярынса ҡуйып, сабырлыҡ илә эште тамам итә, арала боҙолоп китерлек бер асыу-фәлән дә ҡалдырмай бара ине.

Урыны илә шуны ла әйтеп китәйем әле: донъяла тиҙ асыуланыусан һәм дә үҙенә хөснөзанлы булған кеше илә бергә тороп, мәғишәт итеү ҡәҙәре ағыр эш бик аҙ булалыр. Уның илә бергә генә булған тормош, үрмәксе ауы кеүек, бик тиҙ ватылып китергә генә торалыр. Инде шулай булған бер тормошто ватмай, боҙмай алып барыу өсөн, ни ҡәҙәр сәйәсәт вә ни ҡәҙәр ғаҡыл вә тәдбир кәрәктер.

Һәр ике тараф асыулы һәм үҙенә хөснөзанлы булһа, мотлаҡан айырылышыуға йәиһә ғәзиз ғүмерен һәр ваҡытта ағырлыҡ илә, зинданда ятып кисергән кеүек, кисерергә кәрәк булалыр.

Зөһрә лә Ғәлә мулла кеүек булһа ине, әллә ҡасан ике эштең бере булған булыр ине. Көндәр үтә, Зөһрә лә үҙенең ғаҡылы арҡаһында, Ғәлә мулланы үҙе теләгәнсә йөрөтә ала ине. Ғаҡыл вә тәжрибә, фекер вә тәдбир илә айыуҙарҙы бейетмәк, уҫалдарҙы мәсхәр итеп теләгәнсә йөрөтмәк, туғрыһы, инсан ғажиз ҡалырлыҡ эштәрҙе ҡылмаҡ мөмкиндер. Ни ҡәҙәр уҫал булһа ла, бәғзе кеше үҙенең зарар күргәнен вә башҡаларға хеҙмәт иткәнен белмәйҙер. Шуның өсөн, ғаҡыл вә тәжрибә илә арыҫландарҙы ауламаҡ бик еңел, тигәндәр.

БАЛАЛАР БУЛА БАШЛАНЫ

Былар ирле-ҡатынлы булғандан алты сәнә һуң биш йәнле бер ғаилә булдылар. Фатима, Зәйнәп намында ике ҡыҙҙары, Ғәлиәхмәт намында бер уғылдары булып, был көндә Фатима биш йәшендә, Зәйнәп өс йәшендә, Ғәлиәхмәт бер йәшендә ине. Быларҙың был ваҡыттағы мәғишәттәренә ҡарағанда, сәғәҙәтле бер ғаилә тимәк мөмкин ине. Матур-матур балаларҙың йүгерешеп, уйнап-көлөп йөрөүҙәре, Ғәлиәхмәттең дә, сәй эскән ваҡытта, көлөп, бер уйынсыҡ булып, Зөһрәнең алдында ултырыуы Ғәлә муллаға ла шатлыҡ бирә ине. Бала-сағалы булып, уларҙың рәхәтен күреп тормаҡты балалы кешеләр ғәйәт ҡыҙыҡ тип әйтәләр. Бының өсөн шатланмаҡ та урынлы.

Ләкин Ғәлә мулланың да шатланыуы, уларҙың ҡыҙыҡлы хәрәкәттәрен күреп, үҙенең балалары булыу йәһәтенән генә ине. Юҡһа, аллаға шөкөр, балаларым булды, быларҙы тәрбиә итеп уҡытырым, ҡыҙҙарым тәрбиә арҡаһында милләт әсәләре булдығы кеүек, балам да милләт атаһы вә милләт ҡаһарманы булыр. Шулай итергә ижтиһад итерем, быны үҙемә бурыс белерем, тип, шатланыу түгел ине. Зөһрә абыстай ҙа, әлбиттә, былай уйламай торғандыр.

Һәр ата-әсә, үҙҙәре ни кәсептә булһа, балалары ла киләсәк көндә шул кәсептә булыр кеүек күренеү йәһәтенән, ихтимал, Ғәлә мулла Ғәлиәхмәтте мулла булыр тип уйлап, Зөһрә лә — ҡыҙҙарын үҙе кеүек бер абыстай булыр тип уйлай торғандыр. Сауҙагәрҙәр, үҙҙәренең балаларын мотлаҡан сауҙа ҡылмаҡ өсөн тыуған, тип уйлағаны кеүек, игенсе лә — балам иген сәсеү, утынсы — балам утын һатып мәғишәт итер тип фекер итәлер.

Хәлбуки игенселек илә утынсылыҡтан юғары дәрәжә юҡ дәгелдер. Балаларының да ҙур дәрәжәләргә ҡәбилиәттәре булалыр. Ләкин уларҙың фекере вә маҡсуды игенселек илә утынсылыҡ-фәләндән үтмәгәнгә күрә, балаларын да шул үҙҙәренең белгәненсә тәрбиә итеп, игенселек илә утынсылыҡ дәрәжәһендә ҡалырға үгрәтәләр вә шуға рази булаларҙыр.

Игенсе, утынсы, тегеүсе балаларынан бөтә донъяға мәшһүр философтар, мөхәррирҙәр, сәйәсиҙәр дәхи әллә кемдәр сығып, хеҙмәт итмәктәре быларҙың хәтерҙәренә кереп тә сыҡмайҙыр. Туғрыһы, ғилемһеҙ, тәрбиәһеҙ инсандар һәр ваҡытта балаларын үҙҙәренең кәсебе илә генә торорға яраҡлы итеп тәрбиә итәләр вә башҡаларын уйлап та ҡарамайҙарҙыр. Инсан балаһы тәрбиә ителһә, ҙур дәрәжәләргә ирешеп сәғәҙәттә торасағын белгән милләттәр, үҙҙәре тегеүсе улдығы хәлдә балаларын мөғәллим, мөхәррир, хатта профессор вә башҡалар итер өсөн, ижтиһад итеп тапҡан аҙ аҡсаларын шул ғәзиз балаһын инсан итер өсөн сарыф итәләр һәм мәҡсудтарына ла ирешәләр. Беҙҙә иһә уҡымаҡ, белмәк фөҡара балаларының, мәҙрәсәнән-мәҙрәсәгә ашарға табалмай йөрөгән шәкерттәрҙең эшелер. Бай балаларына уҡыу ниңә кәрәк! Улар, уҡыһа ла, аҡса арҡаһында кеше булам тип уйлай бит!

Дөрөҫ, кеше бик тиҙ бөләлер, бисара атаһы тапҡан парәне алып, бара-бара йөҙө ҡара вә бисара булып ҡалалыр.

Зөһрә абыстай, шулай булһа ла, балаларҙы яҡшы тәрбиә итә. Тәрбиә итеүе лә өҫ-баштарҙы таҙа йөрөтөп, ашаған-эскән ваҡыттарында ҡарап ашатып, рус килә, ен килә тип ҡурҡытмай, яҡшы һүҙҙәрҙе үгрәтеүҙән ғибарәт ине. Бының өсөн Зөһрә абыстайға афарин тимәк мөмкиндер. Сөнки ул бала тәрбиәһе хаҡында бер китап та күргәне юҡ дәгел, бәлки ишеткәне лә юҡ дәгелме.

Әгәр ысул тәрбиәне күргән, уҡыған булһа ине, нисек тәрбиә итер ине? Ысулы тәғлим вә тәрбиәне Зөһрә дәгел, Ғәлә мулла үҙе лә белмәй. Был турала меңдәрсә жилд китаптар барлығында ла хәбәре юҡ ине. (Бынан ун биш сәнә мөхәддәм дәгел, ысулы тәрбиә вә ислам мәҙрәсәләрендә был көндәрҙә яңы күренә башланы. Быға даир китаптар яңы нәшер ителеп донъяға сыға башланы.)

Ярай әле Зөһрә, балалар йығлаған ваҡытта, таҡталарҙы дөбөрҙәтеп, рус килә, ен килә, тип, ҡурҡытып туҡтатырға тырышмай. Башҡа әсәләребеҙ иһә, балалары йырлаһа, шулай ҡурҡытып, бала ваҡыттарынан юҡ хыялдар илә боҙалар, рустарҙы кеше ҡурҡытып торорлоҡ бер уҫал халыҡтар кеүек күрһәтәләр. Бының әџәре булараҡ, был балалар ҙурайғас та, ен тейә, фәлән тейә тип иғтиҡад итеп ҡандарын вә ғәйрәтле терек вә татарлыҡ тәбиғәттәрҙе боҙалар, ҡараңғы урын булһа, ҡайһы яҡтан ен күренер икән тип ҡалтырап торалар, юҡ хыял илә ауырыу булып, үҙҙәре ен булып бөтәләр.

Ватандаш рустарыбыҙҙың урам ҡараусыһын күргән ваҡыттарҙа башҡаларыбыҙ дәгел, муллаларыбыҙ ҡалтырап торалар. Әлхасил, был тәрбиәнең зарарын ғәйрәтһеҙлеккә сәбәп булыуҙарын яҙмаҡ өсөн нисә жилд яҙырға тура киләлер.

Былай тәрбиә ителгән балаларҙан татарҙарҙың боронғо ғәйрәттәрен өмөт итмәк бынан биш-алты быуат Аурупа илә Азияла йөрөп, арыҫлан кеүек сауҙа иткән татарҙар вә төрөктәрҙең балаларыбыҙ тип дәғүә итерлек һүрәттә булмаҡ бик йыраҡтыр.

Үгрәтеү арҡаһында ыласын үҙенән ун мәртәбә ҙур булған бөркөттәргә һөжүм итеүҙән ҡурҡып тормайҙыр. Беҙҙең балаларыбыҙ ҙа камил тәрбиә ителеп, ғәйрәткә үгрәтелһә, былай юҡ-бар нәмәләрҙән ҡурҡып ҡалтырап тормаҫ ине.

Тәкрар итәм, һәр нәмәнең башы — тәрбиә һәм уға ла ғилем кәрәк. Туғрыһы, былар һәр икеһе — бер-береһенә бағланған нәмәләрҙер.

ХӘСРӘТЛЕ ВАҡЫТТАР

Донъяла торған ваҡыттарҙа ағырлыҡ һуңында ағырлыҡ, фәҡирлек һуңында фәҡирлек күрмәк бик ағыр булмайҙыр. Ихтимал, бының да сәбәбе ағырлыҡҡа, фәҡирлеккә тамам үгрәнеп бөткәнлектән булыр. Әммә рәхәт һуңында ағырлыҡ, байлыҡ һуңында фәҡирлек кеүек ҙур хәсрәт һәм ағырлыҡ булмайҙыр. Шуның өсөн, әүәлдән фәҡир булып өйрәнгән кешене күргән ваҡытта ҡыҙғанырға тура килһә лә, байлыҡ һуңында фәҡирлеккә дусар булған кешене һәм ғаиләне башҡаса ҡыҙғанырға тура килә, күңелдә ҙур йомшаҡлыҡ хасил булалыр, донъя быларға артығыраҡ золом ҡылған кеүек күренәлер. Фәҡир булып тиҙ байыған кеше, байлыҡты күтәрә алмай урынһыҙ истиғмал ҡылған байҙан фәҡир булған кеше лә, ни эшләргә белмәй, фәҡир булып көн итеүҙең сараһын белмәй ғажиз булалыр.

Донъяның барышы бик тәртипһеҙ булыу сәбәпле, бик яҡшы ғына торған ваҡытта, һис уйламаған яҡтан, әллә ниндәй иҫ китеп, хайран ҡалырлыҡ ағырлыҡтарҙы килтереп сығаралыр. Шуның өсөн был донъяның үҙенән дә бик аҙ кеше мәмнүн булып, күберәк халыҡ донъяға дошман булып, «һай донъя!»— тип бармаҡ һелкеп кенә торалыр. Әгәр донъя күҙгә күренә торған бер нәмә булһа, уны бик тиҙ һәләк итеп ташларҙар һәм юҡ итерҙәр ине.

Донъяның үҙе күҙгә күренә торған нәмә булмағас, донъяла рәхәт күргән, донъяның үҙ балаларын, йәғни хакимдар менән байҙарҙы, донъяға һәр ваҡытта дошман кешеләр уларға насар күҙ менән ҡарайҙар. Донъянан аласаҡ үсте уларҙан алып ҡына торалар.

Хакимдар, мөхәррирҙәр, әлхасил, һәр ғаҡыл әһелдәре был донъянан шикәйәт итеүҙән бушамайҙар. Быларҙың һәр береһе шул донъяны әхлаҡлы итергә һәм китештәрҙе тәртипкә һалырға бөтә ҡеүәттәрен сарыф итәләр. Шулай булһа ла, донъя һаман, истибдадлы хөкүмәт кеүек, үҙенең маҡсудын теләгәнсә әжерә ҡыла, теләгәнсә хөкөм итә. Теләгән кешене ас, теләгән кешене етем ҡалдыра, теләгән кешеһен зинданға яба, туғрыһы, һаман шул золомонда дауам итәлер. Бер тарафтан тәртипкә һалам тип торған ваҡыт, икенсе тарафтан унан ҙур тәртипһеҙлектәр сығалыр. Әлхасил, донъяның үҙ йәһәтенән килгән тәбиғи булған ағырлыҡтарҙы мөдәфәғә итеп тә бөтөрөүе ағырҙыр.

Был донъяның күп золомонан береһе Ғәлә әфәнде ғаиләһенә лә иреште. Фатима ете, Зәйнәп биш, Ғәлиәхмәт өс йәшендә ваҡытта Зөһрә ауырый башланы. Бының берҙән-бер ауырыуы был рәхәт тора торған ғаиләнең барышын боҙҙо. Өйҙә нур бөттө, балаларҙың көлөп торған асыҡ йөҙҙәре ҡайғылы хәзин һүрәттә күренә башланы. Ғәлә муллаға был эш бик ағыр күренде, һалдатта күргән ағырлыҡтар был хәсрәттәр янында бик рәхәт бер нәмә кеүек күренде. Сөнки, һәр кемгә мәғлүм, үтеп киткән ағырлыҡтар, хосусан йәш ваҡытта булһа, бер ҡунаҡ кеүек булып ҡала, тәьҫире һис онотолмаһа ла, хәсрәте бөтәлер.

Ғәлә әфәнде — Зөһрә ауырығансы, кашки үҙем ауырыһам, бер ҙә был дәрәжә хафаланмаҫ инем, тип, уйлай башланы. Үҙе ауырыһа ла ҙур ҡайғы буласағы асыҡ бер эштер. Ләкин күҙе ауырыған кеше тешем һыҙлаһа бер ҙә ауырынмаҫ инем тигән кеүек, теше һыҙлаған кеше лә, күҙем ауырыһа, бер ҙә ауырынмаҫ инем тимәк бер ғәҙәттер. Хәҡиҡәттә, ҡайғы-хәсрәттең күренеп торғаны башҡаларҙың барсаһынан ағыр күренәлер.

Зөһрәнең ауырыуы Ғәлә муллаға ағыр күренде. Шулай булһа ла, бында иң ҙур ағырлыҡ ҡыҙғаныс балалар илә Зөһрә абыстайҙың башына төшәсәктер. Әжәл ауырыуы илә ауырығанда, йөрәк парәһе — балаларының ят, үгәй әсә ҡулына ҡалыуҙарын, етем исемен алып, әсәләре үлгән, аҙыҡһыҙ ҡарлуғас балалары кеүек булыуҙарын иҫкә алып, хәтерләп, ни ҡәҙәр йәне һығыла һәм тарығалыр. Кешенең киләсәктә нәмә күрәсәкте бөгөндән әйтеп булмаһа ла, беҙҙең халыҡта, бәлки, бөтә инсанда вә бөтә хайуандарҙа башҡалар балаһының ҡәҙере булмай, уларҙың күҙ йәше илә йығлап ултырмағы үгәй әсәләргә зәррә ҡәҙәре улһын, тәьҫир итеп, ҡаты ҡәлебтәрҙе йомшата алмайҙыр. Быны хайуандар ҙа бик асыҡ беләлер, етем ҡалған быҙау килеп, баҡырып һөт һораһа, һыйыр ҙа уны ҡабул итмәй, һөҙөп ебәрәлер. Был балалар ҙа шулай ҡаласаҡ дәгелме? Донъяла йәш көйөнсә әсәнән етем ҡалған кешеләргә етем тороп ҡалыуҙың ни дәрәжә ағыр идекен таусиф ҡылып торорға ла ярамайҙыр. Етем баланың һүрәтенән етем икәне беленеп тора, кескенә булһа ла, ҙур кешеләр кеүек, хәсрәтле булалыр. Сөнки был донъя үҙенең уҫаллығын, беренсе дәғүә улараҡ, быларға иң ағыр йәһәттән күрһәтеп, үҙенең залим идекен белдереп ҡуялыр. Бер уйлап ҡарағанда, был етемлек, үгәйлек, яңғыҙ әсәһе вафат булған балала ғына булмай, бәлки бик ҙур йәмғиәт тәшкил иткән бөтөн милләттәрҙең етем һәм үгәй булып ҡалыуы барҙыр. Былар ҙа, үгәй әсә ҡулында ҡалған бала кеүек хәсрәтле булып, асыҡ йөҙлө, шат күңелле була алмайҙар. Быларға һөт, йомшаҡ тәғәм биреп, ҡәҙерләп үҫтереү булмай, бәлки, нәмә тура килһә, шуны ашап үҫергә тура килә. Шул сәбәпле был ифрад милләттең тәндәре зәғиф, насар булып үҫәлер. Ул милләт ни ҡәҙәр тырыш вә һалышыусан булһа ла, эштәре тиҙ алға бармайҙыр.

Үгәй әсә балаларҙы, тар күңеле илә ҡыҫып, һәр ваҡытта мәшәҡәттә аҫырарға, үҙ балаларын һимертеп, ҡеүәт уларҙың ҡулында ғына булыуын теләп ижтиһад итер. Шуның, өсөн, үгәй әсә үҙенең маңҡа балаһын кешенең бик таҙа һәм матур балаһынан артыҡ күрәлер.

Быға был көндө бөтә донъяға таралған йәһүдиҙәр, мосолмандар, башҡалар миҫал ула алыр. Сөнки хөкүмәттәрҙең шулай булырға тейеш идекен үҙ сәйәсәттәре иғтиза итеп торалыр.

Үгәй әсәнең үгәй балаһын артҡа ҡалдырып, үҙ балаһын нисек булһа ла алға сығарырға ижтиһад итмәки. Ингелитрә хөкүмәтенең, үҙ сәйәси файҙалары өсөн, һиндлеләрҙе артҡа ҡалдырырға ижтиһад итеүҙәренә бик оҡшайҙыр. Туғрыһы, етемлек һәм үгәйлек һәр ваҡыт зыяндан башҡа бер нәмә лә килтерә алмай.

Зөһрә абыстайҙың хәле көндән-көн ағырлашып, бер көн үҙенең аҡтыҡ көндәре идекен белде. Был ваҡытта ике ҡыҙы илә Ғәлиәхмәтте берәр-берәр саҡырып, арҡаларынан һөйә, һүҙ урынына, күңеленең иң нескә вә назик ерҙәренән ҡайнашып сыҡҡан күҙ йәше илә былар менән иҫәнләшә, айырылышыу вәғәҙәһен итә ине. Бәғзе ваҡыттарҙа әҙәм балаһының ҡыҙғаныслы хәрәкәте, ҡыланышы, күҙ йәше һүҙҙән күп дәрәжә артыҡ тәьҫир итә һәм күп мәғәнәләрҙе ифада ҡылалыр. Мөхәррирҙәр, шағирҙар йәнһеҙ йомадтарҙың тормошонан вә уларҙың хәл-телдәренән ни тиклем мәғәнәләр, тәьҫирле тасуирҙар вә хикәйәләр яҙа белдеке хәлдә, йәнле, фәҡәт һүҙ әйтергә ғажиз ҡалған хәсрәтле кешеләрҙең хәрәкәтенән бигерәк күп мәғәнәләр сығарып яҙа белерҙәр. Зөһрә абыстайҙың хәрәкәте вә күргән ағырлығы яҙылһа, тасуире илә жилдтәр тулыр ине. Шәфҡәтле әсәнең ул кескенә балаларынан айырылыу хәсрәте илә ауырыу ҡайғыһының бергә ҡатышыуы, вә ул кескенә балаларҙың да әсәләрен был хәлдә күреп, ҡурҡыуҙарынан йығлауҙарын онотоп, иҫһеҙ бер хәлдә тороуҙары ҡыҙғаныс дәгелме? Ғәлә мулла бөгөн йәсиғ намаҙына барып, имам булып намаҙ уҡыһа ла, теле кыйраәт уҡыған хәлдә, күңеле Зөһрә абыстайҙа вә әллә ҡайҙа йөрөй ине. Сүрәләргә ғәйәт милек хасил ҡылдығынан бер ҙә фекер итеп тормаһа ла, яңылышыу ихтималы ла юҡ ине.

Ғүмерлек юлдаш булған бер ҡатындан, бик яҡын бер әхбабтән айырылыуҙың ағырлығы әрбабына мәғлүмдер.

Ғәлә мулла намаҙҙан ҡайтып кергәс, Зөһрә абыстайҙың балаларына ҡарап, аҡрын ғына һүҙ әйткәндәрен вә берәр-берәр һөйгәнен күргәс, ихтыярһыҙ улараҡ аңланы, тәхетенән, бәхетенән айырылған шаһтар кеүек уфланы.

Шул ваҡытта Зөһрә абыстай ҙа Ғәлә муллаға ҡарап, аҡтыҡ һүҙе улараҡ, ошо һүҙҙәрҙе васиб итеп әйтте:

— Ғәзиз зәүжем! Бәнем был сәғәттә йәнем ғәйәт ҡыҫылды. Инде, шикһеҙ, был яҡты донъянан айырыласағымды асыҡ белдем. Инде был донъянан, хосусан, хәләл зәүжем, һинән, күҙ нуры балаларымдан айырылып, яңғыҙ ҡара ҡәбергә барасаҡмын. Бәнем өсөн иң ағыр нәмә лә һеҙҙән, хосусан, был етем ҡаласаҡ, ҡош балалары кеүек, өс баламдан айырылыуҙыр. Бәнем беренсе маҡсудым — ғәзиз иман илә һеҙҙең ризалығығыҙ һәм дә был ғәзиз сабыйҙарҙы рәнйетмәй тәрбиә итеүегеҙҙер.

Инде был бисаралар үгәй әсә ҡулына ҡаласаҡтыр. Белмәйем, быларҙың әсәләре ниндәй уласаҡ? Әгәр донъяның вафаһыҙ бер алдаусы икәнен белеп тә, етем балаларҙы ҡыҙғанып тәрбиә итер улһа, бик яҡшы! Ләкин шәфҡәтһеҙ, мәрхәмәтһеҙ булып, был бисараларға үгәй әсә күҙе илә ҡарап, һуғып, орошоп, өҫ-баштарын ҡара итеп йөрөтөр булһа, минең сыҙар хәлем булмаҫ!.. Уф! Фәҡәт мин ул ваҡытта ҡара ҡәберҙә тупраҡ аҫтында булыуым сәбәпле, аһ-зарым һеҙгә ишетелмәҫ... Шуны ла хәтереңдә тот, был балалар минән һеҙгә иң ҙур аманаттыр. Әгәр ҙә минең был васыяттарымды онотор булһаң, ҡиәмәт көнөндә, ғәҙел хөкөм булған йәнәбе хаҡ алдында, ике ҡулым яғаңда булыуында һис шик юҡтыр. Йәш ҡатын хәтере өсөн, минең хәтеремде вә йәш балаларҙың хәтерен ҡалдырыр булһаң, аллаһы тәғәләнең ризалығы һинән йыраҡ булыр. Хуш, хәләл зәүжем, минән бәхил бул! Уф!— тип ҡул һуҙҙы ла, күҙҙәренән йәштәрен ағыҙып, башын икенсе яҡҡа бора. Был ваҡытта Ғәлә мулла ла Зөһрә абыстайҙың ҡулын тотоп, ҡалтыранған тауыш илә:

— Ярар, ярар... бәхил булдым, үҙең минән бәхил бул, васыятыңды урынына еткереүҙән туҡтамам,— тип әйтеүҙән башҡа һүҙгә хәле килмәй.

Зөһрә абыстайҙың был васыяты ни ҡәҙәр тәьҫирле һәм онотолмаҫлыҡтыр, ләкин Ғәлә хәҙрәт күпме ваҡыт онотмай торор, ғүмерегеҙ булһа, бик тиҙ күрәсәкһегеҙ.

Күп ваҡыт үтмәй Зөһрә абыстай Ғәлә муллаға «ез шәриф» уҡырға ҡуша, Ғәлә лә ни эшләргә белмәй, ҡайғылы бер һүрәттә «ез» уҡырға башлай. Бисара балаларҙы шул ваҡытта күрһәгеҙ ине: Ғәлиәхмәт былар ни эшләйҙәр тигән кеүек аптырап тора, Фатима үкһеп-үкһеп йығлай, Зәйнәп иһә Зөһрә абыстай ятҡан мендәрҙең бер яҡ ситенә башын ҡуйып ята ине.

Быларҙан башҡа Зөһрә абыстай һәм дә әсәһе Шәмси ҡарсыҡ ҡайғылы һүрәттә ултыралар ине. Быларҙы күргәндә шул шиғырҙарҙы әйтмәй сыҙап булырлыҡ дәгел ине:

Ғәлә мулла ултыралыр ез уҡып,

Зөһрә ята, үләмен тип, ҡайғы йотоп.

Шәмси ҡарсыҡ Зөһрәнең хәлен ҡарай,

ѓасан йәне сығыр тиеп, ҡулын тотоп.

Фатима, Ғәлиәхмәт һәм дә Зәйнәп,

ѓалдыра был вафаһыҙ етем әйләп,

Хаҡ тәғәлә мөхәббәттең ебе илә

Быларҙы әсәһенә ҡуйған бәйләп.

Мөхәббәтле әсәләре шул Зөһрә,

Ихтыярһыҙ ҡара ергә барып керә.

Был көндә Зөһрә вафат булып китһә,

Быларға тәрбиәне кемдәр бирә?

Әжәл тигән муйынына ҡороҡ һалып,

ѓәбергә һалып ҡуя, бынан алып.

Әллә юҡһа ысынлап уҡ үләме?— тип,

Ултыралыр Ғәлә мулла хайран ҡалып.

Шәм кеүек бик тиҙ һүнә был ғәзиз йән,

Донъяла янып тороп бер аҙ заман,

Донъяны «Һин насар» тип һүкһәләр ҙә,

Был донъя был ғәҙәтен ташламаған.

Ауыр ваҡыт — ғәзиз йәнең сығыр ваҡыт,

Хәсрәтеңә саҡ-саҡ ҡына сыҙар ваҡыт.

Сәскәле алмағастай буйҙарыңды

Төбөнән тамыры илә йығыр ваҡыт.

ѓыҙыҡлыҡтың аҡтыҡтары ҡайғы булып,

Хәсрәт илә ике күҙҙәр йәшкә тулып,

Балаларға был донъяла ни рәхәт бар,

Әсәләре китеп барһа айырылып?

Донъяла берәү уйнай, берәү көлә,

Ата, бала хәсрәт күрә — әсә үлә.

Шатлыҡтар бөтмәҫ кеүек торған саҡта,

Кертеп ҡуя сыға алмаҫлыҡ бер мәш килә.

Ғәлә мулла ез шәрифте ике мәртәбә уҡып («вәжәғәлиҙе минәлмөкөрөмин») аят шәрифәһенә еткән ваҡытта, Зөһрә күҙҙәрен аҡтыҡ мәртәбә өй эсенә әйләндерел ҡараны ла: хуш булығыҙ инде, мин сараһыҙ был донъянан киттем, һеҙҙән айырылып, ни ҡәҙәре китмәҫкә ижтиһад итһәм дә, файҙа бирмәне,— тигән кеүек, ҡоро кәүҙәһе һуҙылып ятып ҡала...

Ғәлә мулла ла бер ҡиммәтле ташты тәрән диңгеҙгә төшөрөп хайран ҡалған кеше кеүек, «аһ» тигән һүҙҙән башҡа һүҙ ҙә әйтә алмай. Аҡ нәмә илә уның өҫтөн ябалар.

Аһ, бисара балалар, һеҙ бала булыу сәбәпле үлемдең ағырлығын белмәйһегеҙ, фәҡәт ғәзиз әсәгеҙ булыу йәһәтенән, был ни эшләне, тип, ҙур кешеләр йығлап торғанға ғына йығлайһығыҙ!

Ғәлиәхмәт, һин, ихтимал, бөгөн әсәм былай ятһа ла, иртәгә кире әүәлгесә булып йөрөй башлар, тип уйлай торғанһыңдыр. Аһ, бала, һинең әсәң инде кире әйләнеп ҡайтасаҡ дәгел...

Һеҙ был көндән һуң үгәй бала, етем бала намын алып, бөтә рәхәтлегегеҙҙән айырылдығыҙ! Һеҙҙең әсә ҡосағында үҫеп ҙураймаҡығыҙға әсәгеҙҙең әжәле маниғ улды. Әжәл уны һеҙҙән ихтыярһыҙ тартып алып китте.

Ул төн Ғәлә муллаға һәм балаларға иң хәсрәтле төндәрҙең бере ине. Шунда ла, балалар йығлап тора торғас, ятып йоҡланылар. Был төн Ғәлә мулла өсөн бик ағырлыҡ илә үтә, төрлөсә уйҙарға төшөрә, донъяла, истиҡбалда бер ҙә өмөт һәм шатлыҡ ҡалмаған кеүек күренә ине. Ләкин инсан балаһы һәр ваҡыт ҡайғы ваҡытында шулай фекерҙә була, фәҡәт был ваҡыттарҙы бик тиҙ онотоп китәлер.

ЗӨҺРӘ АБЫСТАЙҙЫ ҡӘБЕРГӘ АЛЫП КИТӘЛӘР

Иртә торғас та Зөһрә абыстайҙың вафаты бөтә ауылға тарала, бының өсөн һәр кем ҡайғыра, быны һәр кем ҡыҙғана. Шулай булһа ла, «кәзәгә йән ҡайғыһы, ҡассабҡа май ҡайғыһы» тигән кеүек, бәғзе ҡатындар инде Ғәлә мулла кем ҡыҙын алыр икән? Уның кеүек бай кешегә йөҙ ҡыҙ табылыр, тигән мәғәнәлә һүҙҙәр әйтәләр.

Дөрөџ, ҡыҙ табылыр, беҙҙә ҡыҙ бик арзан, нисә ҡыҙ табып алырға мөмкин, эш фәҡәт Ғәлә муллала түгел, етем ҡалған өс балалыр.

Ғәлә муллаға, ихтимал, бик яҡшы юлдаш табылыр. Бында беҙҙең ҡыҙғанған нәмәләр, ағырлыҡҡа ҡаласаҡ, үгәй намын аласаҡ өс балалалыр.

Сәғәт ун икенсе булғанда Зөһрә абыстайҙың барып ятасаҡ мәңгелек йорто әҙерләнде. Үҙендә ихтыяр ҡалмаған Зөһрәнең кәүҙәһен өйҙән күтәреп алып сыҡтылар. Был ваҡытта Зәйнәп илә Фатиманың ни рәүештә икәнен күрһәгеҙ!..

Тәрбиә итеп, хәләл һөтөн биреп үҫтергән ғәзиз әсәләре бөгөн айырылып китте дәгелме? Кәүҙәһе лә: «Хуш инде, балаларым, һеҙҙән айырылдым, һеҙҙе яңғыҙ алланың рәхмәтенә тапшырҙым»,— тип, хәл теле илә әйтә дәгелме? Бөгөндән һуң был балаларға кем шәфҡәт күҙе илә ҡарар? Быларҙың һәр бер һорағандарын кем биреп торор? Фатиманың күҙенән битенә ағып төшкән йәштәре, хәзин-хәзин тауыштары, бәлки бөтә вөжүде үҙенең хәленән шул шиғырҙар илә шикәйәт итә дәгелме?

Әсәм китте ҡәбергә, ҡурҡыныс ҡара ергә,

Беҙҙәр бында ҡалабыҙ, китә алмайынса бергә.

Китте сығып әсәбеҙ, хәсрәтенән янабыҙ,

Инде беҙҙәр бөгөндән етем, үгәй ҡалабыҙ.

Инде нисек итербеҙ? Кемде әсә итербеҙ?

Үҙ әсәбеҙ бар ине тип, ҡайҙа эҙләп китербеҙ?

Һеҙҙе киттеләр алып, ағас табутҡа һалып,

Нисек сабыр итербеҙ, беҙҙәр был ерҙә ҡалып.

Өҫкә кейеп аҡ кәфен, ташлап киттең ошо көн,

Мәхшәр көнөнән ағыр был көндәр беҙҙең өсөн.

Ғәлә мулла ла Зөһрәне ҡуйып ҡайтҡас, хәсрәт илә ни эшләргә белмәй, һис нәмәнән матурлыҡ тапмай, көндәрен төндәренән айырмай, аһ-уф илә ғүмерен уҙҙыра башланы. Был көндәрҙә етем балаларҙы Зөһрәнең әсәһе бында тороп тәрбиә итә башлаһа ла, балаларҙың йөҙҙәре һары булып, күңелһеҙ бер һүрәткә керҙеләр.

Бер ваҡытта өс йәшендәге Ғәлиәхмәт Фатима апаһынан шул һүҙҙәр илә әсәһен һораны.

Ғәлиәхмәт:

— Фатима апайым, беҙҙең әсәй ҡайҙа китте? Ә инде ул ҡайтмаймы ни?

Фатима:

— Әсәй инде ҡайта торған ергә китмәне, инде ул ҡайтмаҫ, беҙ уны ҡиәмәттә күрербеҙ.

Ғәлиәхмәт:

— Ул һуң ниңә беҙҙе ташланы? Беҙҙе ни өсөн ҡыҙғанманы? Әллә юҡһа, ул ҡиәмәт бик матур ерме?

Фатима:

— Ул бит үҙ ихтыяры илә беҙҙе ташламаны, ауырып вафат булды. ҡиәмәттең нисек икәнен атайым белер. Унан һора. (Был балалар шул һүҙҙән һуң икеһе лә йығланылар.)

Ғәлиәхмәт атаһы янына барҙы ла, шул турала шулай һүҙ башланы.

Ғәлиәхмәт:

— Атай, апайым Фатима: «Инде беҙҙең әсәй ҡайтмаҫ, беҙ уны ҡиәмәттә күрербеҙ»,— ти. Уны ниңә унан ҡайтармайҙар. ҡиәмәт нәмә ул?

Ғәлә мулла кескенә баланың был әҫәрле сөәлдәренән ғәжәпләнеп, әҫәрләнеп күҙҙәре йәшләнде. Һәм әйтте: «Балам, инде әсәйеңде бында күрә алмабыҙ, унда барғас күрербеҙ. Ул ҡиәмәт беҙҙең, үлгәс, барып бергә күрешә торған ерҙер»,— тине.

Аһ етемлек! Хәҙер ҡиәмәттең нисек икәнен белдерә башланы. Шул көндән һуң бисара Ғәлиәхмәт уйнап йөрөгәндә, атаһы янына ултырғанда: «Мин тиҙ үлеп, әсәйем янына барамын, мин әсәйем кеүек булам»,— тип, һуҙылып ятып, ауырыған әсәһе сифатына керә ине. Балаларға әсәләр бик ҡәҙерле шул. Тик әсә менән бергә ваҡытһыҙ китеп булмай. Ғәлә мулла әйтмеш, ҡиәмәт көндәрен көтөргә тура киләлер.

ҒӘЛӘ МУЛЛА ЙӘШ ҡАТЫН АЛЫРҒА УЙЛАНЫ

Ғәлә мулланың яҡын күргән дуҫ-иштәре һәм башҡалары һәр ваҡытта килеп: «Күп хәсрәт сикмә! Үлгән кеше артынан үлеп булмай инде, сабыр ит, инша аллаһы рахман унан артыҡ ҡатын да табылыр. Үҙеңдең башың һау булһын, тәҡдиргә сара юҡ идекен үҙегеҙ беләһегеҙ бит!»— тип, тәсәллә итергә, хәтерен тынысландырырға тырышалар ине. Кешегә кеше һүҙе тәьҫир итмәй ҡалмайҙыр. Шул сәбәпле Ғәлә мулла ла Зөһрә абыстайҙы көндән-көн онота, күңелендә хәсрәттәре бөтә күңеленән юҡ өсөн ҡайғырам, миңә бит унан күп артыҡ ҡыҙ табылыр, тип фекер итә башланы.

Был урында, ысын күңел илә яратҡан кешенән айырылыу хәсрәте ғүмер буйынса онотолмай бармаҡы ла ысын тәрбиә күргән кешеләрҙә генә була тип хәтергә киләлер. Юҡһа ҡалған кешегә ҡатын да, мал да табылыр, унан күп эш юҡ. Фәҡәт ысын яратып, күңел-күңелгә, холоҡ-холоҡҡа тура килгән бер юлдашты бик тиҙ табыуы ағыр эштер. Быны иһә ысын әхбаб, ысын юлдаш эҙләгән кешеләр белерҙәр. Ысын әхбаб, ысын юлдаш табыу — миллион бәйәгә торған алмас ташы табмаҡтан күп дәрәжә ағыр эштер. Аҙ файҙа өсөн, йәиһә бер һүҙҙе күтәрә алмай, айырылып киткән дуҫтар — иң ҙур дошмандарҙыр. «Донъяла таш табылыр, ҡиммәтле баш табылмаҫ» тигәндәр.

Күп ваҡыт уҙмай, Ғәлә муллаға йәш ҡатын да табыла. Үҙе мулла булып торған ҡәрйәлә Сафа бай, Латифа исемле ҡыҙын бирмәксе булып, вәғәҙә итә. Ғәлә мулла ла быға ысын күңел илә рази улып, тиҙ көндән туй яһамаҡсы булалар. Донъя тигән нәмәлә заман сәғәте бик тиҙ уҙа торған бер хәл булған өсөн, вәғәҙә ҡуйған көндәр килеп тә етә. Кискә ҡаршы Ғәлә әфәндебеҙ, матурланып, шатланып, бабаһы өйөнә, матур ҡыҙға ҡушылырға бара.

Вы прочитали 1 текст из Башкирский литературы.
Следующий - Үгәй балалар - 2
  • Части
  • Үгәй балалар - 1
    Общее количество слов 4516
    Общее количество уникальных слов составляет 1875
    31.2 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    43.7 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    50.7 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Үгәй балалар - 2
    Общее количество слов 4496
    Общее количество уникальных слов составляет 1915
    31.8 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    46.5 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    53.3 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Үгәй балалар - 3
    Общее количество слов 141
    Общее количество уникальных слов составляет 118
    49.9 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    61.6 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    68.2 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов