Latin

Учалының сая егете

Общее количество слов 928
Общее количество уникальных слов составляет 652
35.6 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
48.8 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
57.4 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов

Хозур тәбиғәтле Учалы районының Миндәк ҡасабаһында тыуып үҫә Рәмил Бүләков. Мәктәп йылдарында ла, институтта уҡығанда ла, саҡырыу буйынса әрмегә алынып, ике йыл һалдат итеген кейеп йөрөгәндә лә артабанғы сирек быуат ғүмеренең шулай уҡ хәрби хеҙмәткә арналасағын күҙ алдына ла килтермәй ул. Хеҙмәттең дә ниндәйе бит: дәүләт именлеге органдарында...

1982 йылда Өфө нефть институтын тамамлап, инженер һөнәрен үҙләштергән йәш белгес йүнәлтмә менән «Саҡмағошнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығында өлкән оператор булып эш башлай. Үҙенең тыуған ҡасабаһы эргәһендәге карьерҙарҙан байыҡтырыу фабрикаһына эшкәртеүгә көн-төн тау ҡаҙылмаларын ташыусы машиналарҙы күҙәтеп үҫкән һәм, барлыҡ тиҫтерҙәре кеүек үк, «техника ене» ҡағылған Рәмилгә яңы һөнәре бер ҡыйынлыҡ тыуҙырмай. Әрменән йөрөп ҡайтҡан, институтта уҡыу йылдарында студенттарҙың төҙөлөш отряды сафтарында бер хеҙмәт семестрын да ҡалдырмаған, етмәһә, спорт менән ысын дуҫ булған, тау-урмандарҙа йүгереп үҫкән ауыл егетенә нимә ҡаршы тора алһын инде?!

Яңы коллективтың, үҙе төпләнгән Семилетка ҡасабаһының йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашып йәшәй Бүләков. Ул замандарҙа башҡаса мөмкин дә булмағандыр. Матур ғына эш башлап ебәргән егетте етәкселәр ҙә, хеҙмәттәштәре лә тиҙ арала үҙ итә. Беренсе промыселдың комсомол ойошмаһы секретары итеп һайлап ҡуялар. Был эшкә лә йәшлек дәрте менән тотона ул. Бер нисә йылдан КПСС сафына инергә тәҡдим ала, һуңыраҡ Рәмил Ханнан улына тағы ла яуаплыраҡ бурыс йөкмәтелә — партиялаштары уны үҙ ойошмаһының етәксеһе итеп һайлай.

Ҡыҫҡаһы, тулы мәғәнәле, күп яҡлы тормошта йәшәүен дауам итә Учалы егете. Етәкселек менән бергә коллективты яңы хеҙмәт уңыштарына әйҙәү, социалистик ярыш, башҡа күп төрлө дөйөм саралар ойоштороу кеүек көндәлек мәшәҡәттәр менән үтеп кенә тора ваҡыт тигәнең. Ә инде яҙҙың сыуаҡ бер көнөндә өмәлә танышҡан Дүртөйлө һылыуы Гөлнараға ҡарата йөрәгендә һөйөү ялҡыны тоҡанғас, бар эшен дә атлап түгел, йүгереп, хатта үҙен осҡандай хис итеп атҡара башлай сая егет.

Тап шул саҡта «ҡаптырҙылар» ҙа инде үҙ ҡармағына Рәмил Бүләковты Дәүләт именлеге комитеты хеҙмәткәрҙәре. Волейбол буйынса йыйылма команданы Дүртөйлөгә идаралыҡ буйынса ярышҡа алып килгән тренерҙы КГБ-ның урындағы бүлексәһе башлығы: «Һөйләшергә кәрәк ине», – тип, ситкә саҡырып ала. Шунда хеҙмәткә килергә тәҡдим яһала ла инде. Алдынғы ҡарашлы кеше өсөн ошонан да юғарыраҡ тәҡдим булыуы мөмкин инеме ул заманда?! Кинотеатр һәм телевизор экрандарында әленән-әле күрһәтелгән нәфис фильмдар, төрлө нәшриәттәр таратҡан меңәр дана тиражлы китаптар илебеҙ именлеге һағында торған чекистарҙың ысын мәғәнәһендә һоҡландырғыс образын бар халыҡҡа еткергәйне инде.

Аҙағыраҡ ил башлығы булып киткән Дәүләт именлеге комитетының элекке етәксеһе Ю.В. Андропов та ҙур абруйлы ине. Шуға ла органдарға хеҙмәткә саҡырылыу ысынында иң-иңдәргә генә эләгә торғайны. Уларға ҡуйылған талаптар ҙа ҡаты булды. Социалистик илебеҙҙе бар яҡлап уратып алған империалистик дәүләттәрҙең көн-төн беҙгә ҡаршы көрәш алып барған махсус хеҙмәттәренә һәр кем ҡаршы тора алмай. Ю.В. Андроповтың «Беҙҙең һәр беребеҙ аша халыҡта Дәүләт именлеге комитеты кадрҙары тураһында дөйөм фекер формалашыуын иҫтә тоторға!» тигән һүҙҙәре бер нисә быуын чекистарына ысын мәғәнәһендә «ҡанатлы» булып, уларҙы үҙ бурысын саф намыҫ менән үтәргә саҡырып торҙо...

Был көндәрҙә дәүләт именлеге органдарында хеҙмәт иткән йылдарын йыш иҫкә ала Рәмил Ханнан улы. Ыңғай яуабынан һуң уны, хәрби хеҙмәткә саҡырып, КГБ-ның Юғары курстарына уҡырға ебәрҙеләр. Бер йыл эсендә эш серҙәренә төшөнөп, кәрәкле күнекмәләр алған йәш чекист хеҙмәтен КГБ-ның Нефтекама ҡалаһындағы бүлегендә башлап ебәрҙе. Комсомол һәм партия ойошмалары етәксеһе булғанда кешеләр менән аралашыу тәжрибәһе туплаған Рәмил Бүләков яңы эшендә лә тәүге көндәрҙән үк «ирекле йөҙөп» китә алды. Оператив эштә һәр әңгәмәсене тыңлай белеү, уның хәбәренән кәрәкле мәғлүмәтте тотоп алыу, һөйләшеүҙе үҙеңә тейешле йүнәлешкә бороу кеүек һәләттәр ҙур әһәмиәткә эйә. Оператив хеҙмәткәр үҙенә беркетелгән өлкәлә барыһы өсөн дә яуаплы.

Дәүләт именлегенә янаған хәүефле күренештәр, хоҡуҡ тәртибен боҙоуҙар юҡ икән — тимәк, һинең эшең көн талаптарына тулыһынса яуап бирә. Шуға өҫтәп бар документтарыңды ла ваҡытында һәм шартына килтереп яҙаһың икән — маҡталыуыңды, дәрәжәң күтәрелеүен көт тә тор. Хәрби хеҙмәткә лейтенант булып килгән Рәмил Ханнан улы тиҙҙән яңы дәрәжәләр алды, өлкән оперуполномоченный булды. Ғаиләһендә лә барыһы ла шәп: һөйгәне Гөлнара менән ҡыҙ һәм ул үҫтерәләр.

Шулай ҙа яҙмыш һынауы алда булған икән. «СССР» тип аталған бөйөк ил тарҡалып, селпәрәмә килгәс тә, мәшһүр КГБ-нан ҡалған именлек органдарын ташлап ҡасманы майор Р.Х. Бүләков. Хәрби антына тоғро ҡалып, беркетелгән участкала үҙ бурысын үтәүҙе дауам итте. Үткән быуаттың 90-сы йылдарында нимә генә булманы бит илебеҙ киңлектәрендә лә, үҙебеҙ йәшәгән тирәләрҙә лә: күп төрлө ҡоралдарҙың, наркотиктарҙың законһыҙ әйләнеше, террор, кеше талау осраҡтары… Хоҡуҡ һаҡлау органы хеҙмәткәрҙәре менән берлектә Рәмил Ханнан улы ошо насар күренештәргә ҡаршы көрәштең ҡап уртаһында булды.

Бының асыҡ миҫалы — уның 1994 йылда Дүртөйлө ҡалаһы һәм районы хакимиәте башлығын вәхшиҙәрсә үлтереүселәрҙе асыҡлау эшендә әүҙем ҡатнашыуы. Республиканың именлек һәм хоҡуҡ һаҡлау органдарының иң яҡшы хеҙмәткәрҙәренән торған оператив-эҙләү төркөмө был ҡот осҡос енәйәтте ойоштороусыларҙы һәм башҡарыусыларҙы тиҙ арала эҙләп табып, фашлап, суд хөкөмөнә тапшырҙы.

Тағы ла аҙ ғына ваҡыттан Төньяҡ Кавказда башланасаҡ ҡан ҡойолошҡа барып эләгәсәген дә әлегә белмәй ине Бүләков. 1996 йылда именлек органдары хеҙмәткәрҙәре араһынан террорға ҡаршы операцияларҙа үҙ теләге менән ҡатнашыусылар кәрәк булып сыҡты, уларға махсус талаптар ҡуйылғайны. Һәр башҡортҡа тиерлек хас булған, тәбиғәттән килгән баҫалҡылыҡ, үҙ-үҙеңә талапсанлыҡ, ҡуйылған бурысты намыҫ менән үтәү, иңгә тапшырылғанды башҡалар елкәһенә ауҙарырға ынтылмау, бөтә яуаплылыҡты яңғыҙың йөкмәргә ҡурҡмау кеүек сифаттар тәжрибәле чекист күңелендә ныҡлы формалашып бөткәйне инде. Ата-әсәһе халҡыбыҙҙың иң яҡшы йолаларында тәрбиәләгән уны. Ҡыҫҡаһы, иртәгәһенә үк майор Бүләков террорға ҡаршы операцияларҙа ҡатнашырға әҙер булыуы тураһында рапорт менән етәкселәренә мөрәжәғәт итә...

Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығында именлек органдарының тарихын, төрлө йылдарҙағы ҡаҙаныштарын күрһәткән музей эшләп килә. Баш ҡалабыҙ һәм район мәктәптәре уҡыусылары, юғары, махсус урта уҡыу йорттары студенттары йыш була бында, төрлө экспонаттарҙы, сал тарихты сағылдырған инде һарғайып бөткән документтарҙың төп нөсхәләрен ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡарай. Тыныс шарттарҙа ла хәрби орден һәм миҙал менән бүләкләнгән именлек органдары хеҙмәткәрҙәренә арналған бүлектә барыһы ла оҙаҡҡараҡ туҡтала. Төрлө көсөргәнешле шарттарҙа, шул иҫәптән «ҡыҙыу нөктә»ләрҙә лә батырлыҡ күрһәткән офицерҙарҙың фотоһүрәттәре иғтибарҙы йәлеп итә. Терроризмға ҡаршы операцияларҙа ҡатнашҡанда хәрби бурысын өлгөлө үтәп, «Батырлыҡ өсөн» миҙалына лайыҡ булған запастағы подполковник Рәмил Ханнан улы Бүләковтың фотоһүрәте тәүгеләр рәтендә тора унда.

Вы прочитали 1 текст из Башкирский литературы.