Latin

Тыуып үҫкән илкәйемде ташламам, тигән инем

Общее количество слов 2251
Общее количество уникальных слов составляет 1299
31.6 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
43.3 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
49.0 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов

Тыуып үҫкән илкәйемде ташламам, тигән инем

Олораҡ быуын вәкилдәренән "Әҙәм балаһын ризыҡ йөрөтә, ейәһе ризығының ҡайҙа сәселгәнен берәү ҙә белмәй", йәки "Яҙмыш бәндәне ҡайҙа ғына ташламай" тигән һүҙҙәрҙе йыш ишеткәнебеҙ бар. Был һүҙҙәрҙе әйткәндә, моғайын да, ситкә кейәүгә бирелгән ҡыҙҙар, йәиһә тыуған илен һаҡлап, яу сапҡан ир-егеттәр яҙмышы күҙ уңында тотолғандыр. Тыныс, имен тормошта тыуған ереңде ташлап, үҙ теләгең менән ҡайҙалыр сит илгә сығып китеүҙе башына ла индермәгәндер өләсәй-олатайҙарыбыҙ.

Ниңә ситкә китәләр?

Бөгөн ситкә сығып китеүҙең төрлө сәбәптәре бар. Берәүҙәрҙе, бигерәк тә йәштәрҙе, заманса белем алыу уйы ылыҡтырһа, икенсе берәүҙәре - балалар үҫтереү һәм уҡытыу, өсөнсөләре матди байлыҡ арттырыу йәки сәйәхәт итеү, донъя күреү уйы менән ситкә юллана. Ситкә эшкә йөрөүселәрҙең йылдан-йыл арта барыуын уйлаһаң, ирекһеҙҙән сит ил тормошон үҙебеҙҙеке менән сағыштыра башлайһың. Ысынлап та, ситтә барыһы ла яҡшымы һуң, әллә инде "Фәлән ерҙә алтын бар, барһаң, баҡыры ла юҡ", тигән һүҙ дөрөҫөрәкме? Хәйер, нимәнелер баһалар өсөн бөгөнгө тормошто 90-сы йылдар менән сағыштырып ҡарау ҙа етә. Үҙгәрештәрҙе танымау мөмкин түгел. Зарланырға яратыу әллә ҡаныбыҙға һеңеп бара, әллә кешенең нәфсе тигәне йылдан-йыл аҙа барамы? Аҡса юҡ, тигән һүҙҙе өс ҡатлы һарайҙай йорт төҙөп ултыртҡаны ла, диңгеҙ буйынан ҡайтып инә белмәгәне лә, атай-олатайҙарҙың төшөнә лә инмәгән затлы машинала елдергәне лә ҡабатларға ярата. "Уй-й, аҡса юҡ та ул", "Ваҡыт юҡ бит", тиеүҙең дә ғәҙәтебеҙгә инеп киткәнен һиҙмәй ҡалғанбыҙ. Шуныһы ғәжәп, үҙебеҙҙекеләр Себер, сит ил тарафтарын тапағанда, нимә өсөн башҡалар беҙгә ағыла һәм тамырҙарын нығыта һуң?

Республикабыҙҙың социаль-иҡтисади хәле лә бер урында ғына тормағандай. Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, 2010 йылдан алып сәнәғәтебеҙ 4 тапҡырға үҫкән, эре-эре инвестицион проекттар тормошҡа ашырыла, улар арҡаһында яңы эш урындары асыла. Киләһе йылға уртаса эш хаҡының 28 мең 400 һумға етеүе фаразлана. Хәлебеҙ артыҡ мөшкөл, тиһәк, Ҡырымға, Луганск халҡына ярҙам иттек, әллә күпме гуманитар йөк оҙаттыҡ, Белогорск районын шефлыҡҡа алдыҡ.

Илебеҙгә төрлө ҡурҡыныстар йыш янап торған. Тик бындай ауырлыҡтарға ла хәҙер иммунитет барлыҡҡа килгән. Шуға күрә, банан, әфлисун урынына картуф менән балан ашап өйрәнгән ватандаштарыбыҙҙың санкцияларға ла артыҡ иҫе китмәне. Кем өсөндөр бер тәмен тойған ризыҡтан баш тартыу ҡыйыныраҡ булыр, әлбиттә. Тик артыҡ зыян юҡ, киреһенсә, сит илдекенә алмашҡа үҙебеҙҙекен үҫтереү өсөн хөкүмәт тә ауыл хужалығына йөҙ менән боролдо. Мәҫәлән, 2010 йылда агросәнәғәт комплексындағы инвестициялар 4 млрд һум тәшкил итһә, былтыр ул 7,3 млрд-ҡа барып баҫҡан. Аграрийҙарға ярҙам йөҙөнән йыл һайын 6 млрд һум бюджет аҡсаһы бүленә. Был аҡса техника алыуға, фермерҙарға ярҙам итеүгә, кредиттарҙың ставкаһын кәметеү, фермаларҙы модернизациялау һәм башҡалар өсөн тотонола. Айырыуса ҙур иғтибар ауылдарҙы үҫтереүгә, төҙөкләндереүгә йүнәлтелеүен иҫәпкә алһаң, (быйыл был маҡсатҡа 420 млн һум бүленгән. 3 меңгә тиклем халҡы булған биләмәләр 500 мең һум, унан эрерәктәре 600 мең һум ярҙам ала) халыҡтың оҙон аҡса артынан ситкә китеүенә тағы бер ғәжәп итәһең. Кем ғәйепле һуң быға? Бөтә тармаҡтарҙы ла тиерлек үҙ ҡулына алып, халыҡты бушҡа эшләтергә тырышҡан намыҫһыҙ эшҡыуарҙармы, әллә инде эш хаҡы түләүҙәрен көйләй алмаған хөкүмәтме? Сығыштарҙан, рәсми һандарҙан сығып фекер йөрөтһәң, тормошҡа зарланырлыҡ урын да юҡ кеүек... 

Берәүҙәр китә, икенселәр килә

Күп кенә ир-егеттәрҙең сит ерҙә төҙөлөштә эшләгәнен дә беләбеҙ. Шул уҡ ваҡытта үҙебеҙҙә лә төҙөлөштө үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленә. Мәҫәлән, былтыр ғына 2,6 млн квадрат метр торлаҡ сафҡа индерелгән. Был республиканың төҙөлөш тарихында иң ҙур күрһәткес. Торлаҡ йорттарҙы файҙаланыуға тапшырыу буйынса Башҡортостан Волга буйы Федераль округында - беренсе, илдә бишенсе урында тора. Йорт төҙөүҙә тәүге урында килгәс, тимәк, уны һатып алыусылары ла бар, тигән һүҙ был. Ә бит Өфө торлаҡ хаҡы буйынса иң ҡиммәт ҡалалар иҫәбендә. Хаҡтар Екатеринбург һәм Түбәнге Новгородтан ғына ҡалыша. Торлаҡ шарттарын яҡшыртырға теләгәндәр исемлегендә - 80 мең кеше. Тимәк, әле төҙөргә лә төҙөргә, әллә күпме эшсе ҡулдар, табырға кәрәк. Шуныһы ҡыҙыҡ, беҙҙекеләр фатир һатып алыу өсөн ситкә китеп аҡса эшләй, ситтекеләр аҡса эшләү өсөн беҙгә килеп фатир төҙөй.  Һандарға күҙ һалһаң, беҙҙә халыҡтың көнкүрешен яҡшыртыуға ғына түгел, сәләмәтлеген һаҡлау өсөн дә тырышалар. Мәҫәлән, һуңғы йылдарҙа 34 эре спорт ҡоролмаһы, күбеһенең бассейны булған 20 физкультура-һауыҡтырыу комплексы, боҙ һарайҙары, тау саңғыһы комплекстары төҙөлгән. Был хаҡта Республика Башлығы үҙенең Республика көнөнә арналған тантаналы кәңәшмәләге сығышында ла белдергәйне: "Бөтә дауалау учреждениеларының эшен шәхсән үҙ контролемә алам. Халыҡ үҙенә квалификациялы медицина ярҙамы күрһәтелеүенә ышанырға тейеш. Оптималләштереү һәм модернизациялау һылтауы менән дауаханаларҙың ябылыуына, койка-урындарҙың ҡыҫҡарыуына юл ҡуймаҫҡа тейешбеҙ", - тигәйне. Хәйер, был өлкәлә проблемалар етерлек инде ул. Бөгөн халыҡтың врачҡа инеү өсөн һыу буйы сиратта ултырыуын, сиратҡа эләгеү өсөн дә ай ярым алдан яҙылып ҡуйыуын, ауылдарҙа участка дауаханаларының күпләп ябылыуын иҫәпкә алһаң, иҫәп хисапҡа тура килмәгәнен дә аңлайһың. Ләкин ситкә китеүселәрҙе унда ла ошондай уҡ проблемалар көтөп тороуы билдәле бит инде...

Беҙҙән һеҙгә кем кәрәк?

Мәғлүмәттәрҙән мәғариф системаһында ла яҡшы үҙгәрештәр булыуын беләбеҙ. Мәҫәлән, һуңғы дүрт йылда балалар баҡсаларында 50 мең өҫтәмә урындар булдырыуға өлгәшелгән, 84 балалар баҡсаһы төҙөлгән, тиҙҙән тағы ла 26-һы төҙөлөп бөтәсәк. Шулай уҡ 38 мәктәп, 10 мең уҡыу урыны артҡан, быйыл тағы өс мәктәп, 2017 йылға 5500 уҡыусыға ете мәктәп төҙөләсәк. Улар юғары конкурентлыҡ ҡеүәһенә, уҡытыуҙың сифат дәрәжәһенә эйә буласаҡ. Был учреждениеларҙа балалар лайыҡлы белем аласак. Тик бындай шарттарҙа белем алған уҡыусыларыбыҙ бәхет эҙләп ситкә китмәй, үҙ республикабыҙҙың үҫешен арттырыу өсөн тырышлыҡ һалһа, ярай ҙа ул... Башҡортостандан былтыр 50 мең тирәһе кеше күсеп киткән. Улар араһында күбеһе - йәштәр. Яҡташтарыбыҙҙың кемеһелер - белем (халыҡтың 15 проценты башҡа төбәктәрҙә белем ала), икенсе береһе аҡса эҙләп ситкә китергә ынтылғанда, былтыр Башҡортостанда 2674 сит ил студенты белем алған. Был студенттар Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Ҡытай, Тажикстан, Вьетнам, Төркмәнстан һәм Һиндостандан килгән. Уларҙың күбеһе Өфө дәүләт нефть-техник, Башҡорт дәүләт медицина, Башҡорт дәүләт университетында уҡый. Үҙебеҙҙең бынамын тигән белгестәр, аҡса эшләйем, тип, ситтә йөрөгәндә, былтыр сит илдән виза менән килгән 23 уҡытыусы студенттарға белем биргән. Рус телен өйрәнеү буйынса 302 кеше курс үткән. Быйыл йыл башында бындай курстарға 54 кеше яҙылған. Шулай уҡ Төркиәнән - 496, Вьетнамдан - 328, Ҡытайҙан - 216, Германиянан - 144, Мысырҙан - 129, Ҡытай Халыҡ Республикаһынан 114 кешегә беҙҙә эшләү өсөн саҡырыу ебәрелгән. Был хәс тә "Аҡ тирәк, күк тирәк" уйынындағы кеүек, үҙебеҙҙекеләрҙе ситкә ебәрәбеҙ, ситтәгеләрҙе саҡырып алабыҙ...

"Ҡунаҡ"тар ҡайҙа эшләй?

Сит илгә киткән юғары белемле яҡташтарыбыҙҙы кем тип әйтәләрҙер, ә бына беҙгә эшкә килгәндәрҙе кәмһетеберәк, гастарбайтерҙар, тип йөрөтәләр. Был немец һүҙе, Gast - ҡунаҡ, Arbeiter - эшсе тигәнде аңлата, йәғни үҙ теләге менән ҡырҙан эшләргә килгән "ҡунаҡ". Гастарбайтерҙар - иҡтисади яҡтан ярлы, үҫешмәгән илдән килә. Шуға күрә лә был кешеләр арзан эшсе ҡулдар һанала. Ғәҙәттә, бындайҙарҙың белеме булмай. Бөгөн Рәсәй гастарбайтерҙар иҫәбе буйынса Европала - беренсе, донъяла икенсе урында тора. Америка иһә Мексиканан, Латин Америкаһынан килгән гастарбайтерҙары менән донъяла беренсе урынды биләй. Йыл башында беҙҙең республикала эшләү өсөн 13096 гастарбайтерға рөхсәт бирелгән. Иң күп патент Үзбәкстандан - 70,6 процент, Таджикстандан - 15,5 процент, Әзербайджандан - 5,5 процент, Әрмәнстандан - 5,2 процент килгән эшсе ҡулдарға бирелә. Сит ил граждандарын эшкә урынлаштырыу структураһы оҙаҡ йылдар үҙгәрмәй, бер төрлө ҡала. Улар иң түбән эш хаҡы булған, ауыр эштәрҙә - төҙөлөштә, коммуналь, урман һәм ауыл хужалығында эшләй. 

Шөкөр итһәң, әҙ ҙә етәме?

2010 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса республикала иҡтисад өлкәһендәге 618560 кеше, шәхси хужалыҡтарҙағы 15-72 йәштәрҙәге 408275 кеше - үҙе йәшәгән ерҙә, 43522 кеше - башҡа төбәктәрҙә, 163298 кеше республиканың төрлө райондарында эшләй. 2012 йылда Башҡортостандан иҡтисад өлкәһендә шөғөлләнеүселәрҙең 7 проценты сит төбәктәргә ваҡытлыса эшкә киткән. Был күрһәткес буйынса беҙҙең республика Рәсәйҙең башҡа төбәктәре араһында уртансы урында, тәүге урынды Адыгей (18 процент), һуңғы урынды Татарстан (1 процент тирәһе) республикалары биләй. 

2011-2012 йылдарҙа Башҡортостандан ситкә китеп эшләүселәр һаны 113140-тан 136171 кешегә тиклем артҡан. Был кешеләрҙең яртыһынан күбеһе Төмән өлкәһенә һәм Ханты-Манси, Ямал-Ненец автоном округына, Силәбе, Свердловск өлкәһенә, Мәскәүгә киткән. Шулай итеп, 2012 йылда республика халҡы Рәсәйҙең 44 субъектында ваҡытлыса эшләгән. Шуларҙың 25 проценты - төҙөлөштә, 13,75 проценты - сауҙа өлкәһендә, 13,3 проценты - транспорт һәм элемтә өлкәһендә, 10,4 проценты - күсемһеҙ милек буйынса төрлө эштәрҙә, 9,1 проценты эшкәртеүсе производстволарҙа бил бөккән. 2013 йылда илдең башҡа төбәктәренә тағы ла күберәк кеше киткән. Башҡортостанстаттың 2013 йылғы мәғлүмәттәренә ҡараһаң, Башҡортостан эшкә рөхсәт биргән патент нигеҙендә эшләүсе сит ил граждандары иҫәбе буйынса Түбәнге Новгород һәм Һамар өлкәһенән, Татарстандан ҡала дүртенсе урында тора. Халыҡ-ара мигранттарҙы күпләп ҡабул итеү Өфө, Стәрлетамаҡ, Октябрьский ҡалаларында һәм Өфө, Туймазы, Иглин, Шишмә, Бәләбәй райондарында күҙәтелә. Социологтар тикшереүе буйынса, сит ергә күсеп йөрөүгә насар йәшәү кимәле, эшһеҙлек, һөнәри яҡтан үҫеп булмауы һ.б. сәбәпсе. Күберәк ауыл һәм бәләкәй ҡалалар халҡы ситтә йөрөргә мәжбүр. Бишбүләк, Салауат, Ейәнсура, Асҡын райондарында юғары миграцион кимәл булһа, республиканың төньяҡ, төньяҡ-көнсығыш, көньяҡ-көнсығыш райондарында кире миграцион хәл күҙәтелә. Объектив сәбәптәр арҡаһында Яңауыл, Баймаҡ, Мәләүез, Белорет районы халҡын күпләп юғалта. Социаль-иҡтисади яҡтан үҫешкән Өфө, Иглин, Стәрлетамаҡ райондарында, Өфө, Стәрлетамаҡ, Октябрьский ҡалаларында миграцион хәл тотороҡло. Бөтөнләй күсеп киткән Башҡортостан халҡы башлыса Мәскәү һәм Санкт-Петербургта төпләнә. Күсеп китеүселәрҙең күбеһе республиканың көньяҡ-көнсығыш райондарына тура килә. 

Рәсми һандарға таянһаҡ та, сағыштырыуҙар үткәрһәк тә, яҡташтарыбыҙҙың күпләп ситкә эшкә йөрөүе факт булып ҡала. Илебеҙҙә байҙар, урта хәллеләр һәм ярлылар ҡатламы барлығын иҫәпкә алһаң, бының сәбәптәрен еңел генә аңлата ла алмайһың. Кемдер айына 10-15 мең эш хаҡына ла шөкөр итеп, уны барыһына ла еткереп йәшәй, икенсе береһенә 100-әр мең һум түләнгән эш кәрәк, ә өсөнсө берәүҙәре бөтөнләй эш урыны таба алмай. Ошо хаҡта бөгөн ситтә эшләгән яҡташтарбыҙҙың үҙҙәре менән әңгәмәләштек.

Рус түгелмен, ләкин россиян мин...

Сәйфулла Ғайсин: Бер кем дә тыуып үҫкән еренән иреккәндән үҙ теләге менән сығып китмәй. Теләйһеңме, юҡмы, ҡай саҡта Хоҙай баҫмаған ереңә баҫтырып, асмаған ишегеңде лә астырта. Мин дә вахта тигән һүҙҙе ишетеп кенә белә инем, ә ҡасандыр үҙем дә сумкалар тултырып, эш эҙләп сығып китермен тип башыма ла индермәнем. Башта 4 ай буйы Ямал яҡтарында уңышлы ғына йөрөп ҡайттым. Күпмелер ваҡыттан һуң Мәскәүгә сығып киттем. Әлбиттә, донъя күреү, ял итеү өсөн түгел. Әҙме-күпме булһа ла аҡса табып, балаларға ярҙам итеү уйы менән. Мәскәүҙә төҙөлөш ойошмаһына урынлаштым. Халыҡ төрлө яҡтан килгән. Үзбәктәр, ҡырғыҙҙар, әрмәндәр күп. Донецкиҙан, Луганскиҙан, Ҡырымдан килеүселәр ҙә етерлек. Күптәр элекке СССР-ҙы, ил сиге булмаған ваҡытты һағынып иҫкә ала һәм Рәсәйҙә эш, аҡса табыу мөмкинлеге булыуына ҡыуана. 

Ямалда йөрөгән саҡта эшләү, йәшәү өсөн бөтә шарттар ҙа бар ине. Мәскәүҙә бөтөнләй икенсе мөнәсәбәт менән осраштыҡ. Түшәк кәрәк-яраҡтары - үҙеңдеке, йылы һыу юҡ, иртәнсәк бәҙрәфкә һыу буйы сират. Һәр кем хәленән килгәнсә үҙ тамағын үҙе ҡайғырта, йылы һыу төнөн генә булғанлыҡтан, душты ла ошо ваҡытта ғына инергә мөмкин. Халыҡ күп, уның аныҡ ҡына иҫәбе лә билдәле түгел, берәүҙәр 1500, икенселәре 2000-дән ашыу, ти. Ситтән килеүселәргә патент алыу яйға һалынмаған. Йыш ҡына документтары булмағандарҙы аулау ойошторола. ОМОН килеүен ишетеү менән эшкә рөхсәте булмағандар төрлөһө-төрлө яҡҡа ҡасып бөтә. Төҙөлөш урманға яҡын урынлашҡан, шуға күрә барыһы ла эшен, ҡоралдарын ташлап, шунда йәшенергә тырыша. "Ҡасаҡтар" йәшенһә, төҙөлөш майҙаны бушап ҡалғандай була. Күп осраҡта ОМОНдар килеү тураһында ялған хәбәр тараталар, сөнки документһыҙҙарҙың ҡайһы берәүҙәре эш урынына кире килеп тормай. Ул ваҡытта уларға тәғәйен эш хаҡы ла икенселәрҙең кеҫәһенә китә.   Шул тиклем халыҡ йыйып та, патент биреү эшен тәртипкә һала алмауҙары ғәжәпләндерә. Ныҡлабыраҡ уйлаһаң, бында хөкүмәтте ғәйепләп тә булмай, сөнки ойоштороу эшен аралашсылар алып бара. Бына шул намыҫһыҙ аралашсылар арҡаһында күптәр тейешле аҡсаһын ала алмай ҙа инде. Хөкүмәт был эште көйләргә, эш биреүселәр менән аралашсылар араһындағы мөнәсәбәттәрҙе тәртипкә һалырға тырыша тырышыуға. Әле ваҡытлыса палаткалар янында ике ҡатлы ҙур бина төҙөлөп ята. Яңы бинала ситтән эшкә килеүселәрҙе ҡабул итеү өсөн бөтә шарттар ҙа ҡаралған, теркәү, медицина тикшереүе, ятаҡ һ. б. Бөтәһе лә бер урында буласаҡ. Үҙәкләштерелгән ошо миграция хеҙмәте төҙөлөп бөтһә, эшкә 8 меңләп кешене ҡабул итергә фаразлайҙар. Быны конверттарҙағы эш хаҡын булдырмау, аҡсаны ситкә ебәрмәү өсөн эшләйҙәр. 

Көньяҡ халҡы беҙҙе баҫып алып бара, тиһәләр ҙә, уларҙы ла аңларға була. Һәр кем йәшәргә, балалар үҫтерергә тырыша. Бер генә халыҡ та үҙ традицияларынан, ғөрөф-ғәҙәтенән айырылып, сит ерҙә йәшәргә теләмәйҙер. Йылдар буйы яттар араһында йөрөү һәр халыҡтың үҙенә генә хас рухи донъяһына ла йоғонто яһамай ҡалмай. Бушҡа ғына "Сит илдә солтан булғансы, үҙ илеңдә олтан бул", тимәйҙәр бит. 

Ситтә йөрөгәндә "Һеҙ ҡайҙан?" тип йыш һорайҙар. Шул саҡта Мостай ағайҙың һүҙҙәре менән: "Рус түгелмен, ләкин россиян мин", - тип яуап бирәм. Башыма кейеп йөрөгән каскама ла "Башҡортостан" тип яҙып ҡуйҙым. Сит илдән килгәндәр: "Һеҙгә рәхәт, һеҙ үҙ илегеҙҙә, бөтә нәмәгеҙ ҙә, иң мөһиме, эшегеҙ бар", - тип көнләшә. Бындай һүҙҙәр ишетеү, үҙ Ватаныбыҙҙа була тороп та, донъябыҙҙы, ғаиләбеҙҙе ҡалдырып, гастарбайтерҙар рәтендә йөрөүебеҙ күңелһеҙ уйҙарға төшөрә...

Әлфирә Сәлимова: Әхирәтем бухгалтерға уҡып сыҡһа ла, һөнәре менән улын, үҙен ҡарарлыҡ аҡса еткерә алманы. Ире менән дә айырылышҡас, етешһеҙ донъяға ҡул һелтәп, улын әсәһенә ҡалдырып, Себер яғына сығып китте. Әлбиттә, бер ҙә ҡыуанып, шатланып йөрөмәй. 7 йыл буйы күскенсе кеүек, унда-бында йөрөүҙән, бер ниндәй шарттар булмаған вагондарҙа йәшәүҙән тамам ялҡҡан. Тик бер хәл дә итеп булмай, йәшәргә, баланы үҫтерергә кәрәк. Бында эш эҙләп ҡарай, иң күбе 11-12 мең һум тәҡдим итәләр. Был ғына аҡсаға ипотекаһын түләһенме лә, балаһын уҡытһынмы? Унда ул 30-40 мең һум алып эшләй, был кредиттарын ҡаплауға, фатир түләүҙәренә, улын ҡарауға етә. Әхирәтем быйыл үҙе менән пенсионер атаһын да эшкә алып китте, сөнки ҡала ерендә бәләкәй генә пенсияны еткереүе лә бик ҡыйын бит...

Татьяна Новикова: Эшләгәнең өсөн тейешле хаҡ алып, тапҡан аҡсаңа матур итеп йәшәп тә, ял итеп тә булмағас, нимә эшләйһең инде, башҡа юлдар эҙләйһең. Хәҙер мәғлүмәт күп, интернет үҫешкән заман. Артыҡ аптырарға түгел. Башыңды әҙерәк эшләтеп, һөйләшә белергә генә кәрәк. Ошо сифаттарым арҡаһында 8 йылдан ашыу Италияла йәшәй һәм эшләй алдым. 8 йыл буйы унда ғына йәшәмәнем, республикаға килеп-китеп йөрөнөм. Ситтә йөрөүемә быға тиклем бер ҙә үкенгәнем булманы. Үҙем теләгәнсә йәшәйем, туғандарымдың һәр береһенә тиерлек фатир, машина алырға ярҙам иттем. Италияла оло йәштәге ике әбейҙе ҡараным. Кесе йома - төштән һуң, шәмбе тулыһынса ял көнө иҫәпләнә. Буш ваҡытымда диңгеҙҙә ял итәм. Эш ауыр түгел, ғөмүмән, итальяндар алсаҡ халыҡ, кеше менән яҡшы мөнәсәбәттәләр. Үҙҙәре эшләргә яратмай. Барыһы ла ата-әсәләренән айырым йәшәй, уларҙы ҡарау, тәрбиәләү өсөн кеше яллайҙар. Мин ҡараған әбейҙең улы адвокат ине, ул Италия гражданлығын алырға ярҙам итте. Ҡараған әбейем йәш сағында уҡытыусы булған, шуға күрә телде лә бик тиҙ өйрәндем. Ул таҙа итальян теленә төшөндөрҙө, уның нескәлектәрен аңлатты. Мине күбеһенсә итальянкаға оҡшаталар. Шуғамы, транспортта йөрөгәндә бер тапҡыр ҙа билетымды тикшергәндәре булманы. Кеше ҡайҙа ғына эшләһә лә, уның уңышҡа ирешеүе күп осраҡта үҙенән тора. Рәсәйҙән килеп, эскегә һалышып, фәхишә булып йөрөгән ҡыҙҙарҙы ла беләм. Ҡара һаҡалың артыңдан эйәреп йөрөй икән, бында ла ҡолас йәйеп көтөп тормайҙар... 

Бына ошондай фекерҙәр ишеттек әңгәмәселәребеҙҙән. Ситтә йөрөүҙең ыңғай һәм кире яҡтары буйынса төрлө дәлилдәр, һандар килтерҙек. Яҡташтарыбыҙҙың ни өсөн ситкә тартылыуының сәбәптәрен һәр кем үҙенсә аңлар һәм һығымтаны ла дөрөҫ яһар, тип уйлайбыҙ. Ғөмүмән, ошо сетерекле тема буйынса гәзит уҡыусыларҙың үҙҙәренән дә фекерҙәр ишетергә теләр инек.

Вы прочитали 1 текст из Башкирский литературы.