Latin

Шиғырҙар - Әнғәм Атнабаев

Общее количество слов 292
Общее количество уникальных слов составляет 231
40.6 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
49.0 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
53.6 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов


Мин был ерҙе матурларға тыуҙым

 Мин был ерҙе матурларға тыуҙым
 Һәм күрергә тыуҙым
 Гүзәллектең күккә үрләүен.
 Закондан тыш, тип иғлан итәм
 Йәмһеҙлектең бөтә төрҙәрен.

 Судҡа бирәм ғәҙелһеҙлек тигән
 Быуаттарҙан килгән ғәҙәтте
 Үлтерештең үҙен үлтерәм дә
 Тик ҡалдырам ерҙә һәйбәтте.

 Хөрмәтте һәм тыныслыҡты ерҙең
 Падишаһы итеп ҡалдырам,
 Илдән-илгә йөрөр визаларға
 "Дуҫлыҡ, туғанлыҡ" тип яҙҙырам.

 Ҡайғыларҙы ҡайырып ырғытам да
 Утҡа һалам уның ояһын:
 Кеше бәхет менән йоҡлаһын да
 Яңы бәхет менән уянһын.

 Мин был ерҙе матурларға тыуҙым,
 Таҙартырға тыуҙым
 Йыйын хәшәрәттән, шаҡшынан
 Һәм төҙөргә уны мәңгелеккә
 Тик гүзәлдән, ныҡтан, яҡшынан!

 

1961


Ҡапҡа төбөндә

Ауыл өҫтөн тынлыҡ ҡаплағас,
Ҡарт-ҡоролар ятып йоҡлағас,
Йөрөүселәр бөткәс күҙ атып,
Егет килде ҡыҙын оҙатып.

Туҡтанылар ҡапҡа төбөндә,
Ҡыҙ ашыҡҡан булды өйөнә;
Егет уны ҡыҫтап туҡтатты,
Йылы һүҙҙәр әйтеп йыуатты.

Тотоп алды уның биленән...
Ҡайнар һүҙҙәр, ҡайнар ирендәр...
"Абау, мөхәббәтһеҙ, кит бынан!"-
Тигән булды ҡыҙый, тик һаман
Егетенә нығыраҡ һыйынды.
Ай нурына донъя ҡойондо.
һүҙҙәр бөтмәй йөрәк түрендә,
Улар һаман ҡапҡа төбөндә.

Ҡыҙы тағы китте үҙгәреп -
Хәтерләне әсә һүҙҙәрен.
Инәм, тиеп тағы уҡталды,
"Аҙға ғына" тағы туҡталды;
Улар һүҙҙе тағы яңыртты,
Ул арала инде таң атты.

Ҡабатлана шулай көн һайын
Йәшлек тигән нәмә, моғайын,
Йоҡоһоҙ һәм айлы төн менән
Башланалыр ҡапҡа төбөнән.
 




Өйрәттеләр

Ғүмер буйы мине өйрәттеләр,
Өйрәттеләр бары яҡшыға,
Башта шыуышырға,
     тәпәй баҫырға,
            атларға...

Ата-бабаларҙың ғөрөф-ғәҙәтен
Үҙемсәләтеп ҡабатларға,
Өйрәттеләр әсәйемә «әннә»,
Атайыма «әттә» тиергә.
Ашап бөткәс,
            ҡорһаҡ тулмаһа ла,
Битте һыйпап «әппәр» тиергә.

Ваҡыт еткәс,
Өйрәттеләр хәреф танырға
Һәм икенән берҙе алырға...
Ваҡыт етмәҫ борон, өйрәттеләр
Тырма тырматырға,
               йәғни иртән,
Күҙҙе йыртып, эшкә барырға.

Туҡмап өйрәттеләр иламаҫҡа,
Кеше илағанда көлмәҫкә,
Ауыҙың тулы ҡара ҡан булһа ла,
Дошман алдында төкөрмәҫкә...

Өйрәттеләр, буғай, «төшөрмәҫкә»,
Ә төшөргән саҡта
Тура баҫып өйгә ҡайтырға.
Хатта өйрәттеләр,
               тәмәке юҡта
Мунса мүген төрөп тартырға...

Ә һине яратырға?
Бер кем өйрәтмәне.
Бер кем өйрәтмәне.
...Ҡасып-боҫоп үҙем өйрәндем.
 

1968

Вы прочитали 1 текст из Башкирский литературы.