Latin

Ҡыр ҡаҙы

Общее количество слов 2163
Общее количество уникальных слов составляет 1012
41.9 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
55.9 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
62.1 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов

Беҙҙең ауылдан ике генә саҡрым самаһында ергә төшкән ай кеүек түңәрәк, көмөш тәңкә кеүек ялтырап ята торған Аҡкүл тигән бик ҙур күл бар ине. Күлдең киңлеге 4—5 саҡрым самаһында булғанлыҡтан, уның бер яғынан икенсе яғында булған нәмәләр күҙгә саҡ-саҡ ҡына күренәләр ине.

Йәй көндәрендә күлдең тирә-яғы бөтөнләй тип әйтерлек йәшел үләндәр һәм төрлө игендәр менән уратылып алынғанлыҡтан, күлдән алыҫ түгел тау башынан ҡарағанда, был күл йәшел хәтфә балаҫ өҫтөндәге түңәрәк көҙгө кеүек ялтырап ята ине.

Май айы кереү менән, күлдең тирә-яғында кешеләр ҡайнаша башлайҙар. Бында тирә-яҡтағы ауылдарҙан, тамаша ҡылып ятыр өсөн, әллә ни тиклем халыҡ йыйылып, шунда уйнап-көлөп көн үткәрәләр.

Кис булһа, күлдең ҡай бер урындарында, уйылып-уйылып үҫкән ҡамыштар араһында, төрлө һыу ҡоштары төрлө тауыштар менән ҡысҡырып, сутылдашып тирә-яҡты яңғыратып торалар.

Күлдең тирә-яғы йәй буйынса шулай йәнле, күңелле булып торһа ла, көҙ яҡынлашып һалҡын елдәр иҫә башлау менән, күл был йәнлелеген юғалта, әллә ниндәй моңһоу бер хәлгә инә, ҡыр өйрәктәре һәм башҡа ҡоштар өйөр-өйөр булын йылы яҡҡа китәләр. Ҡояш нуры аҫтында ялтырап, күл өҫтөн божорғаландырып уйнап торған балыҡтар ҙа һикереүҙәренән туҡтап аҫҡа төшәләр. Был ваҡытта инде күл тирәһендә кешеләрҙе күреп булмай. Улар ҙа бында килмәй башлайҙар.

Был ваҡытта Аҡкүл буйы төньяҡтан көньяҡҡа ҡарай, йылы яҡҡа күсеп бара торған ҡыр ҡаҙҙарының туҡтап, хәл йыйып, тамаҡ туйҙырып, күңел асып китә торған урындары булып әүерелә. Был ваҡытта һәр көн өйөр-өйөр ҡыр ҡаҙҙары күлгә төшөп, хәл йыйып, йыуынып, тағы ла болот кеүек һауаға күтәрелеп, көньяҡҡа осоп китәләр. Уларҙың «ҡыйғаҡ... ҡыйғаҡ!..» тип, ҡаңғылдашып бер-береһе менән һөйләшкән тауыштары Аҡкүл буйына йәм һәм йән биреп тора.

Мин ошо аулаҡ күл буйына һәр көн тип әйтерлек ат эҙләп йәки башҡа берәр эш менән барам. Унда һәр көн донъяның бер ситенән икенсе ситенә бара торған ҡыр ҡаҙҙарының теҙелешеп килеп ҡунырға төшөүҙәренә ҡарап торам һәм уларҙың матур тауыштарын тыңлап, уларҙы ситтән ҡарап төрлө уйҙарға сумам.

Бына иң элек бик алыҫтан, еҙ тасҡа көмөш бал ҡашығы менән һуҡҡан кеүек кенә, «ҡыйғаҡ!., ҡыйғаҡ!..» тип берәм-берәм генә ҡысҡырған тауыш ишетелә. Был ваҡыт көҙгө кеүек ялтырап торған күктә бер нәмә лә күренмәй. Мин ҡулымды йәйеп маңлайыма ҡуйып, башымды юғары күтәреп, тауыш ишетелгән яҡҡа ҡарай башлайым. Барған һайын тауыштар яҡыныраҡ һәм асығыраҡ ишетеләләр.

«Күлгә етәбеҙ! Күлгә етәбеҙ! Төшөргә әҙерләнегеҙ!»— тип, алдан башлап килгән каруан башлығы ҡысҡыра торғандыр инде.

Бына бер ваҡытта һауала, елгә ҡаршы тотолған ебәк таҫма кеүек, бер яғы оҙонораҡ, икенсе яғы ҡыҫҡараҡ, ҡаралйым бер нәмә килеп күренә. Был ебәк таҫма кеүек нәмә баштараҡ елберләп кенә күренһә лә, бара торғас ап-асыҡ күренә. Бына былар — бик алыҫтан, төньяҡтағы тундраларҙан көньяҡҡа китеп бара торған ҡыр ҡаҙҙарының каруаны.

Былар күлгә яҡынайған һайын тауыштары арта, улар тәртип менән генә түбәнәйә башлайҙар. Бына уҙып киттеләр инде тигән ваҡытта ғына кире уралып, күлдең бер яҡ ситенә килеп төшәләр.

Улар күл буйына килеп төшөү менән, алыҫтан килеп талған ҡанаттарын, сыуалған йөндәрен суҡыштары менән рәтләйҙәр, ҡағыналар, һыу эсеп үҙ-араларында нимәлер һөйләшәләр.

Улар кистән, мин ауылға ҡайтып киткән ваҡытта, күл буйында ҡалған булһалар ҙа, иртән барыуҙа уларҙан елдәр иҫкән була. Улар иртә үк тороп, йылы яҡҡа ҡарап осоп киткән булалар.

— Их, шулар кеүек ҡанатың булып алыҫ ерҙәргә осоп китһәң ине, — тим мин. Уларҙың шулай донъя күреп йөрөүҙәренә ҡыҙығам, шул ҡыр ҡаҙҙары кеүек, һаман йәй булып торған урындарҙа ғына йөрөгө килә, уларҙан айырылып ҡалыуыма эсем боша.

Бөгөн уларҙың икенсе, өсөнсө каруандары килә, иртәгә улар ҙа китәләр.

Бер көн иртә үк тороп, ҡояш сыҡҡан ваҡытта аттарҙы эҙләргә сыҡҡайным. Юлда Ғариф малайы осрап:

— Һеҙҙең аттар Аҡкүл буйында йөрөйҙәр, — тигәс, туп-тура Аҡкүл буйына киттем. Үләндәр, ер өҫтөндәге ҡамылдар ысыҡ менән ҡапланғайны. Ысыҡ ярып күл буйына барып еттем. Ысынлап та, беҙҙең аттар күл буйында эштәрен иҫкә лә төшөрмәй, йәшел ҡурпы ашап йөрөйҙәр ине. Мин барғас, баштарын да күтәреп ҡараманылар. Мин күлдең матурлығына ҡарай башланым.

Тын ғына ятҡан көҙгө кеүек күлдең өҫтөнә яңы сығып килгән ҡояштың нуры төшөп, күл арҡыры алтын бөртөктәре һибеп яһаған күпер кеүек ялтырап торған юл һалынғайны. Күлдең бер яҡ ситендәге балыҡсылар ишкәктәре менән һыуҙы шапырлатып, арлы-бирле йөрөйҙәр, кистән һалып ҡуйған нәрәтәләрен ҡарайҙар.

Мин күл буйында уйылып үҫкән ҡамыштар эргәһенә барып, тирә-яҡҡа ҡарана башланым. Шул ваҡытта:

— Ҡыйғаҡ! Ҡыйғаҡ! — тигән яңғыҙ ғына ҡаҙ тауышын ишеткәс, аптырап киттем. Күл буйында ла, һауала ла ҡаҙҙар төркөмө юҡ, был ниндәй ҡаҙ тауышы? Был ҡайҙа булырға кәрәк?— тип ҡолаҡ һалып тыңлай башланым. Тауыш бик яҡын, үҙем эргәмдә торған ҡамыш араһында ғына!

— Был ниндәй эш?!

Ҡамыштарҙы ике яҡҡа ярып, тубыҡҡа тиклем һыуға төштөм. Ни күҙ менән күрәйем: ҡамыш араһында бер ҡанаты менән генә талпынып, бер ҡыр ҡаҙы осорға аҙаплана, ләкин булдыра алмай туҡтай, йүгерәм тиһә, ҡамыштарға эләгеп ҡала.

Ул мине күргәс, ҡурҡыуынан бар көсөн сарыф итеп талпына башланы. Ләкин бөтәһе бушҡа!.. Күп тә аҙап¬ланмай, мин уны тотоп алдым.

Ул ҡурҡыуынан иҫән ҡанатын ҡағып, минең ҡулымдан ысҡынырға тырыша. Мине үҙенә дошман тип уйлағандыр инде.

— Бына ҡаҙ мотлаҡа кисә был күл буйына иптәштәре менән хәл йыйырға төшөп, шул саҡта уға берәр аусының йәҙрәһе тейгәндер, шунан ҡасып ҡамыш араһына ингәндер һәм, бер ҡанаты һынғанлыҡтан, үҙенең һөйөклө иптәштәре менән осоп китә алмай, уларҙан айырылып, ошо ҡамыш араһында ҡалғандыр, тигән уйға төштөм.

Был ваҡытта уның иптәштәре, туғандары диңгеҙ кеүек матур һауала осоп, ҡояш нуры аҫтында ҡатарҙан теҙелешеп, ҡаңғылдашып, йылы яҡҡа китеп бара торғандарҙыр. Әллә улар ҙа быны иҫтәренә төшөрә торғандарҙыр. Был меҫкен ҡаҙ бында күҙҙәрен мөлдөрәтеп, иптәштәренең алыҫ ерҙәргә осоп китеүҙәрен ҡарап ҡалғандыр.

Мин шулай уйлап, уны бик ҡыҙғанып өйгә алып ҡайтмаҡсы булып, һынған ҡанатын ауыртмаҫлыҡ итеп тоттом. Башта ул минең ҡулымдан ысҡынмаҡсы булып талпынып ҡараны, булдыра алмағас, туҡтаны. Тик мин уның башын һыйпарға итһәм генә, ул башын йәшерергә тырыша ине.

Ҡулыма ҡаҙҙы тотоп, аттарҙы етәкләп, төш алдынан өйгә ҡайтып индем. Оҙаҡ йөрөүем өсөн өйҙәгеләр асыулана башлағандар ине лә, ҡулымдағы ҡаҙҙы күргәс, асыуланманылар. Атай бер ҙә уйлап тормай:

— Был нәмәне интектереп тотҡансы һуйырға кәрәк, барыбер эшкә инмәҫ,— тип ҡаҙҙы һуйырға ҡушты.

Атайҙың был һүҙҙәренә минең йөрәгем ҡалтырап китте. Мин һуйыуға ҡаршы төштөм. Ғөрбәттә аҙашып ҡалған, ғәрип мосафир ҡунаҡты тот та һуй, имеш!.. Был ни тигән һүҙ?

— Мин уны аҫырайым!— тинем.

Минең йәшле күҙ менән әйткән был һүҙемдән һуң, атай ҙа меҫкен ҡаҙҙы ҡыҙғанды һәм:

— Ярай, улай булһа, аҫырап ҡара...— тине.

Мин шатлығымдан ни эшләргә белмәнем. Ҡыр ҡаҙын шунда уҡ йорт ҡоштары өсөн яһалған ояға ябып ҡуйҙым. Табаға һыу менән икмәк һалып, ҡәҙерле ҡунағымдың алдына килтереп ҡуйҙым. Ләкин уның ашау ҡайғыһы юҡ ине. Ул бик ҡайғылы рәүештә бер яҡ мөйөшкә һыйынып тик кенә тора ине. Кискә тиклем ҡаҙым тирәһендә әйләнеп йөрөһәм дә, уның ашағанын күрмәнем, һоло менән тары һибеп ҡараным, уларҙы ла ашарға батырсылыҡ итә алманы.

Ҡояш байыр алдынан һыу буйында йөрөгән бер көтөү йорт ҡаҙҙары ҡаңғылдашып, бик күп эш бөтөргән кеүек, ашарға һорап ҡайтып керҙеләр. Уларҙың тауыштарын ишеткәс, ҡыр ҡаҙы дәртләнеп: «Ҡыйғаҡ!»— тип ҡысҡырып ебәрҙе. Ахыры, ул уларҙы үҙенең иптәштәре тип белгәндер. Уның тауышын ишетеү менән, беҙҙең ҡыҙыл күҙле, оҙон муйынлы уҫал ата ҡаҙыбыҙ ҡанаттарын ҡағып, өҙлөкһөҙ ҡысҡырып, ҡыр ҡаҙы торған ояға табан йүгерҙе. Бының артынан башҡа ҡаҙҙар ҙа әллә ниндәй ҙур бер ваҡиға булған кеүек, донъя ҡуптарып ҡысҡырыша башланылар. Минең ҡунаҡ ҡаҙым, быларҙың был тиклем тәртипһеҙ ҡысҡырышыуҙарынан ҡурҡты булһа кәрәк, бер мөйөшкә һыйынды.

Ата ҡаҙ шул тиклем ҡыҙҙы, әгәр ҙә ихтыяр бирелгән булһа, теге ғәрип мосафирҙы талап үлтерәсәгендә шик тә юҡ ине.

Быларҙың бөтәһе лә ҡаҙ нәҫеленән була тороп та, бер-береһенә был тиклем дошман булыуҙарына иҫем китте. Ләкин «былар бара торғас дуҫлашырҙар әле», тип күңелемде йыуаттым. Шунда ла ҡыҙыл күҙле, тәкәббер ата ҡаҙға бик ныҡ асыуым килде. Сит кеше тип, шул тиклем йәмһеҙ ҡыланыу, шулай әҙәпһеҙлек итеү ярай торған эшме һуң инде? Үҙең шул хәлгә төшһәң, ни эшләр инең, тип уйланым. Ҡунағым — ҡыр ҡаҙының күңелен табыр өсөн, теге йорт ҡаҙҙарын икенсе яҡҡа ҡыуалап ебәрҙем. Йорт ҡаҙҙары ул урынға барғас та тиҙ генә тыныслана алманылар. Ата ҡаҙ муйынын һуҙып, үҙенең ғәйрәте менән маҡтанған кеүек ҡысҡырып ҡанаттарын ҡағып ҡуйҙы. Башҡа ҡаҙҙар уның батырлығы алдында баш эйгән кеүек булып, уға ҡарап ҡаңғылдашып ҡуйҙылар.

Мин дә эсемдән, көсһөҙҙәрҙе рәнйетмәгеҙ, улай ярамай ул, мин уны яҡлармын, тип уйлап өйгә инеп киттем.

Мин бөгөн төндә ғәрип ҡунағымды уйлап, рәтле йоҡлай алманым. Бигерәк тә уның бында яңғыҙ ҡалыуын, иптәштәренән айырылыу хәсрәтен күреүен уйлап ҡайғырҙым.

Уның иптәштәре хәҙер бынан бик алыҫта, тағы ла шундай бер матур күл буйында күмәкләшеп хәл йыя торғандарҙыр. Был меҫкен бында яңғыҙ башы тора. Ғүмерендә күрмәгән урында йәшәй. Шуның өҫтөнә уны төрлө дошмандарҙан һаҡлау мәсьүлиәте лә бөтөнләй минең өҫтөмдә булғанға күрә, уға килгән аҙ ғына күңелһеҙлек тә минең эсемде бошорасаҡ ине.

Бөгөн ғәҙәттән иртәрәк торҙом. Мин тороп тышҡа сыҡҡанда йорт ҡаҙҙары ашарға һорап, келәт тирәһендә ҡысҡырышып донъяны ҡуптаралар ине. Мин сығыу менән, улар мине һырып алдылар. Ләкин мин уларға әйләнеп тә ҡарамай, үҙемдең ҡунағым эргәһенә йүгерҙем.

Мин барғанда, ул үҙенең ошо тар урында күп көндәр буйынса мосафирлыҡта ҡаласағын белгән кеүек, ояға эйәләшеп киткән һымаҡ күренә ине. Мине күргәс, башта тайшанһа ла, бер аҙ торғас, өйрәнә башлаған кеүек күренә башланы. Мин кистән һалған аҙыҡтарҙың бер аҙын ашап, һыуҙы ла бер аҙ эскәйне. Быны күргәс, мин бик шатландым, шунда уҡ табалағы һыуҙы алмаштырҙым һәм яңынан һоло менән тары килтереп һалдым. Ҡунағым башта мин һалған аҙыҡтарҙы тартынып ҡына ашай торған булһа ла, көндәр үтеү менән әкренләп өйрәнә, һалған аҙыҡты шунда уҡ ашарға керешә башлай. Шуның менән бергә ул үҙе лә мине үҙенә яҡын күргән кеүек була, элекке кеүек мине күреү менән ситкә тайшанмай ине. Ысынлап та, уның хәсрәтен уртаҡлашҡан, уның бөтә серенә төшөнгән тик мин генә инем. Башҡа кешеләргә уның барлығы менән юҡлығы, иҫәнлеге менән сырхаулығы барыбер ине.

Шулай итеп, беҙҙең көндәр күңелле уҙа башланы. Ул миңә яҡшы уҡ эйәләшеп китте. Мин был эштән бик шатландым.

Эштәр шулай арыу ғына барған саҡта күңелһеҙлек тә булып алды. Бер көн шулай үҙем мәктәпкә киткәйнем, ҡайтып инһәм, ни күҙем менән күрәйем! Минең мосафирымды ҡунаҡ өйөнән кемдер сығарған, ата ҡаҙ уны пыр туҙҙырып ҡыуып йөрөй. Ул меҫкен ҡайҙа инергә белмәй. Был эште күргәс, ҡунағымды ҡыҙғаныуымдан ике күҙем йәш менән тулды. Ҡулымдағы китаптарҙы тиҙ генә бер ергә ҡуйып, ҡулыма таяҡ алып ата ҡаҙҙың башына берҙе ҡундырып алғанымды белмәй ҙә ҡалдым. Шулай итеп, ҡәҙерле ҡунағымды дошман ҡулынан саҡ ҡотҡарып алдым. Ояһына ябып, ашарға-эсергә ҡуйҙым. Ул меҫкен ошо күңелһеҙ ваҡиғанан һуң бер аҙ ваҡытҡа тиклем бойоғоп торҙо. Үҙенең сит ерҙә яңғыҙ ҡалғанын иҫкә төшөрҙө булһа кәрәк. Тик бара торғас ҡына тағы элеккесә тора башланы.

Ҡыш инер алдынан ҡаҙҙың һынған ҡанаты яҡшы уҡ төҙәлде. Һирәкләп булһа ла, ҡанатын күтәреп арҡаһына һала башланы. Күрәһең, ҡанат һөйәге бөтөнләй эштән сыҡмағандыр.Бөтөнләй һынған булһа, был рәүешле төҙәлә алмаҫ ине. Ҡаҙҙың был рәүешле сәләмәтләнгәнен күргәс, бигерәк тә шатландым. Бер ваҡыт осоп йөрөрлөк хәлгә килер әле, тип уйлай башланым.

Ҡунағым һәр ваҡыт тар урында тороп күңелһеҙләнә торғандыр тип, көндөҙҙәрен үҙ ҡарамағым аҫтында ғына ағас баҡсаһына алып инеп йөрөтә инем. Ул баҡсаға инһә, иркен тын алған кеүек була, рәхәтләнеп китә, һауаға ҡарап осорға иткән кеүек рәтләнеп ҡуя. Күрәһең, ул әле һаман үҙенең иркен һауала иптәштәре менән осоп йөрөгәнен онотмай, уларҙы иҫенән сығара алмай торғандыр.

Беҙҙең был эшебеҙ ҡар яуғансы шулай барҙы. Ҡар яуғас, мал өйөндә ҡунағым өсөн айырым, үҙе генә торорлоҡ урын яһаным. Иртән һабаҡҡа киткәнсе, төштән һуң һабаҡтан ҡайтҡас, уның алдына һоло, тары кеүек аҙыҡтар һалып, һыу биреп ҡунаҡ итә торғайным. Мин уны шулай ҡыш буйынса тәрбиә ҡылдым, ҡунаҡ иттем.

Уның ҡанаты бөтөнләй төҙәлде. Ул ҡай ваҡытта ишек алдында ҡаҙҙарҙың ҡысҡырғанын ишетһә, башын ныҡлап күтәрә, дәртләнеп китеп үҙе лә ҡыйғаҡлап ебәрә һәм ҡанаттарын ҡағып ҡуя ине. Шунан мин уның һаман да. үҙенең туғандарын, иптәштәрен һағынғанлығын һиҙә инем.

Оҙон, күңелһеҙ ҡыш үтте. Ҡарҙар иреп, һыуҙар аға башланы. Ер йөҙө ҡояш нурына мансылды. Йылы яҡҡа киткән ҡоштар беҙҙең илгә килә башланылар. Бына бер көн мин иртән тороуға сыйырсыҡ килгән дә тигән һүҙҙе ишеттем. Шунда уҡ урынымдан тороп тәҙрәгә ҡараным. Ысынлап та, иртәнге ҡояшҡа ҡаршы өй янындағы сыйырсыҡ ояһы өҫтөндәге сыбыҡҡа бер пар сыйырсыҡ ҡунған. Улар ҡанаттарын ҡағып талпына-талпына һайрайҙар ине. Беҙҙе бик һағынып килгәндәр улар. Дәрттәре, шатлыҡтары эстәренә һыймай, шулай күңелләнеп һайрайҙар.

Көндәр барған һайын матурланды. Ҡырҙарҙа ҡарҙар бөтөп, ҡара ер өҫтө йәшәрә башланы. Һыуҙар ярҙарына һыймай ағалар. Көҙ көнө йылы яҡҡа киткән ҡоштар беҙҙең ауыл өҫтөнән үтеп төньяҡҡа үтәләр. Хәҙер минең ҡунағым булған ҡыр ҡаҙы бигерәк дәртләнә башланы. Ул үҙе бында йөрөһә лә, күңеле әллә ҡайҙарҙа кеүек булып ҡысҡырына. Шулай итеп, үҙенең иптәштәрен көткән кеүек була ине.

Бына бер көндө иртәнсәк бик юғарыла, алыҫта:

— Ҡыйғаҡ!.. Ҡыйғаҡ!.. тигән ҡыр ҡаҙҙарының тауыштары ишетелә башланы. Мин ҡулымды маңлайыма ҡуйып, аяҙ күккә ҡараным. Ысынлап та, төшлөк яғынан, бик юғарынан, ебәк таҫма кеүек елберләп, ҡыр ҡаҙҙары төньяҡҡа табан үтеп баралар ине.

Шуларҙың «ҡыйғаҡ, ҡыйғаҡ» тигән тауыштарын ишетеү менән, ҡунағым булған ҡыр ҡаҙы үҙе лә: «Ҡыйғаҡ! Ҡыйғаҡ!» — тип ҡысҡырып ебәрҙе һәм дәртләнеп китеп ҡанаттарын ҡаға һәм бик етеҙлек менән арлы-бирле йөрөргә кереште.

Был ваҡытҡа тиклем уның һис бер былай уҡ дәртләнгәне юҡ ине.

Мин уның был тиклем дәртләнеүенә һәм шатланыуына аптырап ҡарап торҙом. Шул ваҡытта уның дәртләнеүе тағы ла артты. Теге һауалағы ҡыр ҡаҙҙары беҙҙең ауыл тураһынан үтеп барғанда, ул артыҡ уйлап та тормай, йүгереп алға ҡарай бер аҙ барҙы ла, юғары күтәрелеп оса ла башланы һәм теге ҡыр ҡаҙҙарына табан ҡарап осоп та китте. Мин ғәжәпһенеп ҡарап торҙом да ҡалдым.

Ул күҙҙән юғалғансы бик моңло иттереп:

— Ҡыйғаҡ!.. Ҡыйғаҡ!.. — тип ҡысҡырҙы.

Уның был ҡысҡырыуы миңә иң һуңғы сәләме һәм минең менән иҫәнләшеүе ине.

Мин уның тарлыҡта, кеше ҡулы аҫтында йәшәй алмауына, киң донъяны артыҡ күреүенә хайран ҡалдым.

Ул, шулай итеп, үткән йыл айырылып ҡалған иптәштәренә барып ҡушылды.

Мин был ғәрип ҡунағымды көҙ булған һайын иҫкә төшөрәм. Уны һағынам. Ул минән мәңге айырылһа ла, мин уны онота алмайым. Бәлки, ул да мине шулай иҫкә төшөрөп ҡуя торғандыр!..

Вы прочитали 1 текст из Башкирский литературы.