Latin

Президент ҡулынан миҙал алған

Общее количество слов 376
Общее количество уникальных слов составляет 310
40.6 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
53.8 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
60.1 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов

Илебеҙ баш ҡалаһына махсус саҡырылып, Президент ҡулынан бүләк алыу һәр кемгә тәтемәй. Тотош республикала бындайҙар бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Ғасим бабай Ғайсин – шуларҙың береһе: 2010 йылдың 19 февралендә Бөйөк Ватан һуғышы инвалидына Рәсәйҙең ул саҡтағы етәксеһе Дмитрий Медведев Мәскәү Кремлендә «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» («За боевые зас­луги») миҙалын тапшыра. Награда яугирҙе 66 йылдан һуң эҙләп таба.

Унынсы тиҫтәһен ваҡлаған аҡһаҡал хәтеренә бер ҙә зарланмай. Үҙенә лә, барлыҡ яҡындары, Яңы Ҡабан ауылы һәм район өсөн дә оло ваҡиға булған Мәскәүгә сәфәре хаҡында хисләнеп бәйән итте, аҙаҡтан тормош юлына байҡау яһаны. Һигеҙ балалы ғаиләлә иң олоһо булғас, донъя мәшәҡәттәренә иртә егелә. Яңы ғына мәктәпте тамамлаған үҫмергә һуғыш йылдарында бригадирлыҡ дил­бегәһен дә ышанып тапшыралар.

Ун һигеҙе тулған егет 1943 йылдың июнендә хәрби хеҙмәткә саҡырыла. Тейешле әҙерлек үткәс, Белоруссия билә­мәләрендә дошманға ҡаршы алыша, артабан Латвия һәм Эстония ерҙәрендәге ҡаты яуҙарҙа ҡатнаша. 1944 йылдың 29 июлендә, саф алдына сығарып, күрһәткән батырлыҡтары «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы менән баһа­ланасағы хаҡында иғлан итәләр, был турала танытма ла тапшыралар.

Тағы бер нисә көндән кесе сержант Ғасим Ғайсин, ауыр яраланып, госпиталгә эләгә. Төҙәлеп сыҡҡас, тағы фронтҡа китә. Еңеү көнөн Румынияла ҡаршылай, тыныс көндәр килеүенә шатланып та өлгөрмәй, япон милитаристарына ҡаршы һуғышҡа ебәрелә.

Тыуған төйәгенә 1947 йылдың ғин­уарында ғына әйләнеп ҡайта. Яраланыуы буйынса икенсе төркөм инвалидлығы алған кисәге яугир ете йыл ауыл советы секретары булып эшләй, аҙаҡ урындағы колхозда агроном бурыстарын намыҫ менән башҡара, оҙаҡ йылдар шундай уҡ оло тырышлыҡ менән комплекслы бригаданы етәкләй.

– Тынғыһыҙ инем, һәр эшемде еренә еткереп үтәргә тырыштым, – тип хәтерләй ул осорҙарҙы аҡһаҡал.

Нәҡ шулай булғандыр ҙа ул. Юҡһа, төҙөлөш өсөн ағас бүлеү мәсьәләһе ҡаты булған заманда КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының икенсе секретары үҙе махсус күрһәтмәһе менән дәртләндереү йөҙөнән бригадирға дүрт балалы ғаиләһе өсөн шәхси йорт һалырға етерлек ағас бирҙертмәҫ ине. Хужалыҡтың игенселектә лә, малсылыҡта ла район буйынса күп йылдар алдынғылыҡты тотоуында, республикала билдәлелек яулауында урта звено етәксеһе Ғасим Ғайса улының да тос хеҙмәт өлөшө бар.

Малсылыҡ фермаһы мөдире вази­фаһынан хаҡлы ялға сыҡҡас та тик ятмай һуғыш һәм хеҙмәт ветераны: ҡатыны Шәрғиә Зариф ҡыҙы менән икәүләп ха­лыҡтан һөт йыя. Егәрлеләр, был эштә лә районда беренселәр рәтенә сығып, бүләктәргә һәм маҡтауҙарға лайыҡ була.

Алтмыш алты йыл тигеҙ ғүмер итә эшһөйәр Шәрғиә менән Ғасим Ғайсиндар. Өс ул һәм бер ҡыҙға ғүмер биреп, уларҙы оло тормош юлына сығарып, бөгөн иһә утыҙға яҡын ейән-ейәнсәрҙәренә һөйөнөп йәшәйҙәр.



Краснокама районы.

Вы прочитали 1 текст из Башкирский литературы.