Latin

Хеҙмәт кенәгәһендә бер генә яҙыу

Общее количество слов 662
Общее количество уникальных слов составляет 516
37.9 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
48.6 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
56.8 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов

Яңы Таулар ауылында йәшәүсе Ғабдрахмановтар менән яҡындан аралашҡас, яҡты донъянан иртәрәк киткән ғаилә башлығының ғына түгел, хужабикәнең хеҙмәт кенәгәһендә лә бары тик бер яҙыу булыуы асыҡланды.


Халҡыбыҙҙың “Алма ағасынан алыҫ төшмәй” тигән әйтеме тап ошо ғаилә тураһында тиерһең. Ысын мәғә­нәһендә “ер улы” булған Фәрих ағайҙың “Почет Билдәһе” орденын, “Хеҙмәт батырлығы өсөн” миҙалын, уҙған быуаттың 70-80-се йылдарында бирелгән “Коммунистик хеҙмәт ударнигы”, “Биш йыллыҡ алдынғыһы”, “Социалис­тик ярыш еңеүсеһе” тигән тиҫтәгә яҡын маҡтау билдәһен, ауыл һәм район Советтары депутаты танытмаларын һоҡланып ҡарап ултырҙым. Хеҙмәт кешеһенең тырыш­лығы бөгөнгө менән сағыштырғанда төплөрәк баһаланған ул осорҙа — алынған бүләктәр үҙҙәре генә лә күпте һөйләй. Заманында районда ғына түгел, республикала ла киң билдәле “Аҡ барыҫ” совхозының алдынғы механизаторы Фәрих Ғабдрахмановҡа дәртләндереү йөҙөнән Мәскәүгә, СССР-ҙың башҡа ҡалаларына, сит илдәргә туристик сәйәхәттәргә бушлай путевкалар бирелеүен дә өҫтәһәң, ябай игенсенең ҡаҙаныштары ниндәйҙер кимәлдә күҙ алдына баҫа.

— Атайым иртә яҙҙан ҡара көҙгәсә яландан ҡайтып инмәне, — тип хәтерләй Фәрих ағайҙың оло улы Илгиз. – Техникумда уҡығанда ял көндәрендә өйгә ҡайтҡанымда уны бөтөнләй күрмәй ҙә киткән саҡтар йыш булды...

Һәр яҙҙы баҫыу ҡырҙарында тракторҙа ҡаршылап, иген йыйыу осоронда комбайнға күсеп, аҙаҡ тағы тракторына ултырып, йылын-йылға ялғап ғүмерен үткәрә киң профилле механизатор Фәрих Ғабдрахманов. Тырыш һәм үҙенә талапсан ир-уҙаманға яңы техника ла ышанып тапшырыла. Ул һөрөп-сәскән гектарҙарҙы бергә ҡушһаң, бөтөн республиканы ҡапларлыҡ майҙан килеп сығыр ине. Туҡһанынсы йылдарҙа, донъялар буталып, совхоз тарҡал­ғас, ергә ереккән Фәрих ағай улы Илгиз менән фермерлыҡ эшенә тотона. Аталары ваҡытһыҙ вафат булғандан һуң, шөғөлдө улы менән килене дауам итә.

Ғаилә татыулығын һаҡлауҙа бөгөн һигеҙенсе тиҫтәһен ваҡлаған Камилә Ғаяз ҡыҙының тырышлығын айырып билдәләге килә. “Ирҙе ир иткән дә ҡатын, хур иткән дә ҡатын” тигән бик тапҡыр әйтемде үҙ тормошо менән тулыһынса раҫлаған хужабикә күптәргә өлгө булырлыҡ.

Туймазы районының Бикмәт ауылында Мәфтүхә менән Ғаяз Сафуановтарҙың күп балалы ғаиләһендә тыуған Камилә апай. Әйткәндәй, ғалим һәм яҙыусы Суфиян Сафуановтың һеңлеһе ул. Бала сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килә. Күрше Түбәнге Сәрҙектә VI класты та­мамлағас, туған тейешле апаһы уны үҙ янына Свердловск ҡалаһына алып китә. Камилә унда урыҫ мәктәбен тамамлағандан һуң медицина училищеһына уҡырға инә.

— Апайым, минең кейем-һалым тегеү эшенә әүәҫ­ле­гемде күреп, тегенсе булырға өгөтләгәйне лә, мин шәфҡәт туташы һөнәрен һайланым, — тип хәтерләй ул алыҫ йылдарҙы Камилә Ғаяз ҡыҙы.

Ата-әсәһенән килгән тырышлыҡ, ныҡышмалылыҡ, хеҙ­мәт һөйөү кеүек матур сифаттар уның айырылғыһыҙ юлдашы була. Ул заманда киң таралған күҙ сире — тра­хоманы дауалау һөнәрен үҙләштергән ҡыҙҙы юллама менән Шаран районындағы мари ауылы Биктышҡа шәфҡәт туташы итеп тәғәйенләйҙәр. Ошо турала 1958 йыл­дың 25 авгусында тултырылған хеҙмәт кенәгәһендәге яҙыу һөйләй. 1986 йылдың апрелендә хаҡлы ялға сыҡ­ҡансы аҡ халатын һалмай Камилә апай. Өс тиҫтәгә яҡын йыл эсендә үҙе хеҙмәтләндергән ауылдарҙың күпме кешеһе унан медицина ярҙамы алғандыр ҙа, үҙе күпме рәхмәт һүҙе ишеткәндер – быны һанап бөтөү ҙә мөмкин түгел. Ауылдарына концерт ҡуйырға килгән һәүәҫкәрҙәр араһындағы ят һылыуға тәү күреүҙән ғашиҡ булған Фәрих кәләшен Яңы Тауларға алып ҡайтҡандан һуң, йәштәрҙең өйөн ауылда “медпункт” тип йөрөтөүҙәрен телгә алыу ҙа етәлер.

— Тәүлектең төрлө ваҡытында, иртәме, кисме, ялмы, башына нужа төшкән кеше килә лә инә ине. Береһен дә кире борманым, һәр кемгә ҡулдан килгәнсә ярҙам күр­һәтергә тырыштым, — тип һөйләй хеҙмәт ветераны. – Тәү эш башлаған Биктышта ла, аҙаҡ Яңы Тауларҙа ла халыҡ үҙ итеп, йылы ҡабул итте. Өй буйынса йөрөгәндә сәй эсереп сығарырға тырышалар ине.

Ауылдағы берҙән-бер медицина хеҙмәткәре уҡыусы­ларҙың һаулығын, шәхси йорт-хужалыҡтарҙың санитар торошон тикшерергә лә, малсылар янында булырға ла өлгөрә. Эшен еренә еткереп, намыҫ менән башҡарғаны өсөн, халыҡтың ихтирам-хөрмәтенән тыш, етәкселәрҙең бихисап маҡтау ҡағыҙына һәм бүләктәренә лайыҡ була.

Нисек кенә булмаһын, үрҙә әйтелгәнсә, ир ҡатыны һәм әсә бурыстарын, хужабикә мәшәҡәттәрен Камилә Ғаяз ҡыҙы тәүге урынға ҡуя. Фәрих ағай менән улар дүрт бала тәрбиәләп үҫтергән. 18 йыл эсендә ике йорт һалып ингәндәр. Камилә апайҙың өй эсе үҙе кеүек йылмайып торғандай. Аш-һыуы телеңде йоторлоҡ.

Һаулыҡ һаҡлау ветераны бөгөн атай нигеҙендә донъя көткән төпсөк улы Илнур ғаиләһендә йәшәй. Әлбиттә, ҡул ҡаушырып ултырырға күнекмәгән ул, ейәндәре Илнар ме­нән Илназды ҡарашыуҙан тыш, яратҡан килене Гөлнараға бар яҡтан да ярҙамсы. Шәфҡәт туташы һәм игенсе Ғаб­драхмановтарҙың матур һәм сағыу яҙмышы икенсе быуын­да ҡабатлана... Ошо үҙе генә лә оло бәхет түгелме һуң?!


Шаран районы.

Вы прочитали 1 текст из Башкирский литературы.