Latin

Хайуандар араһында

Общее количество слов 1360
Общее количество уникальных слов составляет 766
37.4 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
47.6 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
54.5 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов

Хайуандар әҙәмдәрҙән күргән һәр төрлө йәбер-золомдарға бер ниһайәт биреү, донъяла рәхәт һәм тыныслыҡ менән көн күреү, был маҡсудтарына ирешергә берәй сара эҙләү ниәте менән бер ергә йыйылышып, кәңәш мәжлесе яһамаҡсы булдылар. Күп ижтиһад ҡылғандан һуң, йыйылышырға муафәҡ булып, арыҫланды рәис, ҡапланды сәркәтип итеп һайланылар. Хайуандарҙың был мәжлестәре ғөмүми булып, хайуан исемен күтәргән һәр бер януарҙың бында керергә, башҡаларҙың шәхестәренә теймәү шарты менән, теләгәнсә һөйләргә ихтыярлы ине. Шуның өсөн дә был мәжлестә ҡыр хайуандарынан вәкилдәр булған кеүек, йорт хайуандарынан да вәкилдәр бар ине. Хайуандар йыйылып тамам булғандан һуң, рәис әфәнде һүҙ башлап:

— Әй, хайуандар! Күп ижтиһад итә торғас, үҙебеҙгә махсус йәмғиәт яһарға муафәҡ булдыҡ. Беҙҙең хайуандар синыфы әҙәм балаларынан ниһайәтһеҙ рәүештә йәбер, золом күрәләр. Был һәр беребеҙгә мәғлүм. Инде уларҙың йәбер, золомдарына ниһайәт биреү, донъяла тыныс тороуыбыҙ өсөн берәй сара эҙләү маҡсуды менән йыйылдыҡ. Бинаән ғәләйһи ошо ике мәсьәлә хаҡында һәр кем үҙенең фекерен һөйләргә ихтыярлы. Беҙҙең был мәжлесебеҙҙә һис бер синыф айырмаһы ҡаралмаясаҡ. Бына һәр беребеҙ был хаҡта, күңелегеҙгә ни нәмә килә, шуны нәүбәт менән, яҙылып һөйләгеҙ,— тип һүҙен тамам ҡылып, халыҡҡа ҡарап торҙо.

Берәр минуттан һуң төлкө, хайуандар араһынан баш күтәреп: «Мине яҙығыҙ әле»,— тип ишара ҡылды. Шунан һуң хайуандар берәм-берәм хөббә һөйләргә яҙыла башланылар.

Иң әүәл төлкө мөнбәргә сығып, йыйылған халыҡ-ҡәүемгә баш эйеп сәләмләгәндән һуң һүҙ башлап:

— Әфәнделәр! Был урынға ни өсөн йыйылғаныбыҙҙы рәис әфәнде аңлатты. Әҙәм балаларының золом-йәберҙәре хаҡыбыҙға тәжәүез ҡылыуҙары, хәҡиҡәтән, беҙҙең ошо рәүешле йыйылып, шикәйәт ҡылдырыу дәрәжәһенә етте. Улар ҡашында ике тинлек тә ҡәҙер һәм ҡиммәтебеҙ ҡалманы. Беҙ хайуандарҙы ҡайҙа күрһәләр, унда ҡырҙылар. Инде йәшерен мәзһәбкә мәнсүп булған кешеләр кеүек, ҡасып-боҫоп йәшеренеп кенә йөрөй башланыҡ. Дөрөҫ, ысын хәҡиҡәт әһелдәре башта үҙҙәренең фекерҙәрен йәшерен тараталар. Ләкин беҙҙең фекеребеҙ улай түгел. Беҙ үҙебеҙҙе-үҙебеҙ химая ҡылмаһаҡ, әҙәм балалары беҙгә һис бер ваҡытта шәфҡәт итәсәк түгелдәр. Мәҫәлән, мин үҙ хәлемдән генә ғибрәт алам, улар беҙҙең тиреләребеҙҙе һуйып алып, һатып файҙа күрәләр. Беҙҙең баһабыҙ улар ҡашында ҡиммәтле, шуның өҫтөнә, улар беҙгә хәйләкәрлекте иснад итеп, бөтә йыһан халҡы ҡашында беҙҙе алдаҡсы күрһәтеп, беҙҙең йөҙөбөҙгә ҡара яғалар. Үҙҙәренең араларынан берәйһе хәйләкәр булһа, төлкө кеүек, тип беҙҙе миҫалға алалар. Ҡарағыҙ әле, әфәнделәр! Беҙ хәйләкәр булһаҡ та, әҙәм балалары саҡлы була алырбыҙмы?

Һәм дә беҙҙә шулай хәйләкәрлек тә булмаһа, беҙҙең һис беребеҙ ҡалмай бығаса әллә ҡасан мөнкәриз булып, ер өҫтөндә нәҫелебеҙ ҙә ҡалмаҫ ине. (Был ваҡытта рәис менән сәркәтип ҡолаҡтан-ҡолаҡҡа ниҙер һөйләшәләр.) Башҡа хайуандар ҙа шулай әҙәм балаларынан һис бер ваҡытта имен булып тора алмайҙар. Бинаән ғәләйһи, беҙгә һис бер ваҡыт кисектермәй, уларҙың был золомдарына ниһайәт биреү сараһына керешергә кәрәк. Был хаҡта беҙҙең көслө, ғәйрәтле булған януарҙар нимә әйтерҙәр тағы?— тип һүҙен тамам итә. (Бөтә януарҙар бик оҙаҡ ҡул сабалар.)

Бынан һуң шәһәр еренән һайланып килгән һыйыр, тороп:

— Әфәнделәр! Минән мөҡәддәм хөббэ һөйләгән әфәнденең һәммә һүҙе бик дөрөҫ. Ул әйткәнсә, беҙ, хайуандар, ғөмүмән, әҙәм балаларынан золом күрәбеҙ. Хосусан, беҙҙең һыйыр синыфына әҙәмдәр араһында һәм дә сит йыртҡыстар араһында (рәис: «Асыл маҡсаттан сыҡма!»— тип тәнбиһ итә) ҡәҙер юҡ. Беҙҙе әҙәмдәр һуялар, иттәребеҙҙе ашайҙар, бүре, айыу кеүек йыртҡыстар беҙҙе быуалар, (һарыҡ, кәзә, ат һәм башҡалар ҡул сабалар, башҡалары һыҙғыралар, рәис кешенең шәхесенә теймәҫкә тәнбиһ итә, бүре, аяҡ тибеп: «Долой!»— тип ҡысҡыра.) Шулай, улай булһа, мин үҙебеҙҙең башыбыҙға әҙәмдәр тарафынан килгән йәбер һәм золомдар хаҡында һөйләйәсәкмен: бына мин ун ике йылдан бирле өсөнсө хужа ҡулына керҙем. Кәрәк ҡайһы ғына хужа булһа ла, бала-сағалары менән минең һөтөмдө эсеп тәрбиә ҡылыналар. Ләкин көфране ниғмәт ҡылмаған һис бер хужаға осрай алманым. Бына ете йылда ете балам булды, һис береһенең нурлы йөҙөн күрә алманым. Ул бисараларҙың һис береһе әсәләренең һөттәрен туйғанса имә алманылар. Бына бынан бер ай элек быҙаулаған инем, өс көн үтеү менән ғәзиз баламды ҡассабҡа һатып ебәрҙеләр. Әҙәм балалары үҙҙәре инсафлыҡты дәғүә ҡылалар. «Хайуандарҙы химая йәмғиәттәре» асалар. Хәлбуки эшләгән эштәре был дәғүәләренең хилафынса булып сыға. Был эштәрҙең һәммәһен үҙ файҙалары өсөн эшләйҙәр. Минең был һуңғы хужам «Хайуандарҙы химая йәмғиәте»нә ағза булып яҙылған. Ә үҙе, ғәзиз баламдың күҙен дә күрһәтмәй, һис бер мәрхәмәт ҡылмай, һуйырға һатып ебәрҙе. Тәбиғи, ғәзиз баламдың ите ғүмеренең бишенсе көнөндә байҙар өҫтәлендә булды. (Күҙенән йәш килә. Һәммә халыҡ гөж килеп ҡул саба.) Һыйыр һөйләүендә дауам итеп:

— Бисара балам, әсәһенең мөбәрәк йөҙөн күрә алманы, һөтөмдө лә иммәне, хоҙайҙың матур донъяһында гиҙеп, саф һауа еҫкәй алманы, минең балам да үҙемә ғәзиз! Әҙәмдәрҙең үҙҙәренең балаларын шулай итһәң, ни эшләрҙәр ине? Улар өс көнлөк быҙауҙы һуйып ашарға оялмайҙар. Аҙ ғына ла мәрхәмәт итеп ҡыҙғанмайҙар. Донъяла яңғыҙ минең балам ғына түгел, улар, ғөмүмән, беҙҙең башыбыҙға ҙур фәләкәт килтереп кенә торалар. Бинаән ғәләйһи уларҙың был золомдарына бер сик яһарға, уларҙың йәберҙәренә ниһайәт бирергә, уларҙың шәрриҙәренән ҡотолоу сараһын эҙләргә тейешле һәр бер мәхлүҡ был хаҡта ижтиһад итергә бурыслы,— тип һүҙен тамам итә. (Бөтә януарҙар һыйырҙың хөббәһенә ҡул сабалар.)

Бынан һуң һүҙ нәүбәте бүрегә килә:

— Әфәнделәр! Һыйыр әфәнденең һөйләгән һүҙҙәренең әҡсәре дөрөҫ. Улар, шулай уҡ башҡа хайуандар ҙа, әҙәмдәрҙән ниһайәтһеҙ йәбер-золом күрәләр. Ләкин һыйырҙар беҙҙең кеүек үк мазлум түгелдәр. Бәғзе ерҙәрҙә, мәҫәлән, Һиндостан кеүек виләйәттәрҙә, һыйыр балаларын аллалар дәрәжәһенә күтәреп ихтирам иткән урындар ҙа юҡ түгел. Шуларҙы уйлағанда, был әҙәм балаларының ахмаҡлыҡтарына иҫең китер! Бында өс көнлөк быҙауҙы һуйып ашайҙар. Шул уҡ быҙауҙы икенсе ерҙә мөҡәддәс белеп, уның хөдүсиәтен һаҡлар өсөн бер-береһенең ҡандарын түгәләр. Унан һуң исраилдәрҙең Самири тигән кеше яһаған серле быҙауға табыныуҙары, мисырлылар ҡашында ҡашҡа үгеҙҙең мөҡәддәс булып танылыуы тарих менән сабиттыр. Мин бында шуны әйтмәксе булдым ки: һыйырҙар бер тарафтан хурлыҡ күрһәләр, икенсе тарафтан ихтирам да күрәләр. Бинаән ғәләйһи уларҙың үҙҙәрен был тиклем яуызлыҡ аҫтында иҙелгән тип күрһәтеүҙәре урынһыҙыраҡ. (Шәхси дошманлыҡтар иғтибарға алынмаһын, тигән тауыштар сыға.) Унан һуң, әҙәм балалары йорт хайуандарының мәғишәттәрен тәьмин итәләр. Уларҙы ашаталар, эсерәләр. Ә беҙҙең бүре һәм башҡа ҡыр хайуандары, ғөмүмән, әҙәмдәргә дошман булып танылғандар. Ғасырҙарҙан бирле беҙҙе ҡайҙа күрһәләр ҙә аталар, үлтерәләр. Тиреләребеҙҙе үҙҙәренең кәрәк-яраҡтарына истиғмал ҡылалар. Дөрөҫ, беҙҙе йыртҡыс тип шулай үлтерергә тейешле таба торғандарҙыр. Ләкин тикшереп ҡарағанда, беҙ әҙәм балаларынан йыртҡыс, уларҙан вәхши түгел бит!

Уларҙың вәхшә һәм золомдары үҙҙәренән артып, бөтә хайуандатҡа үтә. Уларҙан һауалағы ҡоштар, һыуҙағы балыҡтар, урмандағы йыртҡыстар, хатта һис бер гонаһһыҙ хайуандар ҡотолмай. Мәҙәниәт төҙөйбөҙ, тип бөтә донъяның күркен ебәрәләр, рәхәттәре өсөн, ниндәй генә вәхшәттәрҙе булһын, эшләүҙән тартынып, хоҙайҙан ҡурҡып тормайҙар. Беҙҙә генә түгел, үҙҙәренең араһында һәр көн иҫ киткес уҫаллыҡтар эшләнеп тора. Ғалиб булғандары мәғлүб булғандарын ниндәй иҙә һәм яфа ҡылалар. Ә үҙҙәре «мәҙәниәт» тип ҡысҡырған булалар. Был былай булды. Ә һыйыр әфәнденең беҙҙән шикәйәт ҡылыуы бик үк тура булып етмәй. Беҙ уларға һис бер золом ҡылғаныбыҙ юҡ. Һирәк-мирәк кенә уларға һөжүм ҡылабыҙ икән, был бер ҙә ғәфү ҡылынмаҫлыҡ нәмә түгел. Хоҙай беҙҙең ризыҡты шулай яратҡан булғас, сарабыҙ юҡ инде. Беҙ уларҙың хөрриәттәренә теймәйбеҙ. Бында әҙәмдәрҙең шәрриҙәренән ҡотолор өсөн йыйылғанбыҙ, бинаән ғәләйһи үҙ арабыҙҙа булған ваҡ-төйәк нәмә өсөн бер-беребеҙгә ҡәбәхәт иснад ҡылып торорға урын юҡ. Иттифаҡ менән әҙәмдәрҙең уҫаллығынан ҡотолоу юлын ҡарайыҡ. Беҙ шунда ғына рәхәт күрә алырбыҙ. Минең бүтән һүҙем юҡ. (Йыртҡыс хайуандар ҡул сабалар, башҡалары сөкүт итәләр.)

Бынан һуң рәис хәҙрәттәре мәжлескә фасилә бирә. Ярты сәғәттән һуң арыҫлан риясате тәхтендә тағы ла мәжлес башлана. Мәжлес асылғас, фил әфәнде (Һиндостандан һайланған вәкил) һүҙ башланы:

— Минән элек һөйләгән әфәнделәр әҙәмдәрҙең йәбер һәм золомдары хаҡында күп һөйләнеләр. Бына беҙҙең фил милләте ни тиклем көслө булһа ла, һис кемгә йәбер һәм золом итеүҙе яратмай торған ғәҙел бер милләт. Беҙ кескенә генә бер хайуанға ла юл биреп үтәбеҙ. Бик асыуыбыҙҙы килтермәгән ваҡытта әҙәм балаларына ла һис бер зарарыбыҙ юҡ. Шулай була тороп та, әҙәм балалары беҙҙең нәҫелебеҙҙе ҡороторға тырышалар. Яңғыҙ беҙ генә түгел, әҙәм балаларының уҫаллыҡтарынан ҡайһы бер хайуандарҙың нәҫелдәре бөттө. Башҡаларыбыҙ ҙа көндән-көн инҡиразға табан бара, был эштәргә бер сара табып, уларҙың золомдарына ҡаршы тормаһаҡ, бөтөүебеҙҙә һис бер шөбһә юҡ. Һәммәбеҙ иттифаҡ менән эш күрергә кәрәк. Синыф-фәлән айырмаһына ҡарап, бер-беребеҙҙең ғәйептәрен эҙләшеп торорға ярамай. Йәшәһен иттифаҡ!.. Йәшәһен хайуанәт ғаләме!— тип һүҙен тамам итә. (Бөтә хайуандар ҡул сабалар.)

Бынан һуң рәистең ғарыз итеүе буйынса, әҙәмдәрҙең йәбер-золомдарынан ҡотолоу сараларын эҙләү өсөн бер комиссия яһамаҡсы булалар. Комиссияға ағзалар һайлағанда, былар араһында тағы ла ихтиләф ҡуҙғала. Ниһайәт, йыртҡыс хайуандарҙың тауыштары күберәк булып, комиссияға түбәндәге әфәнделәр һайланалар: арыҫлан, ҡаплан, юлбарыҫ, айыу, төлкө, бүре; ҡоштарҙан — ыласын, ябалаҡ.

Быларҙың һайланыуынан бәғзе хайуандар риза булып етмәһәләр ҙә, тауыштарын сығармай, сөкүт итәләр.

Мәжлес тарала. Комиссия ағзалары бер ергә йыйылып, эште тикшерергә керешмәксе булалар. Эште тикшереүҙән мөҡәддәм тамаҡ туйҙырып алырға кәрәк була. Йә, нимә ашарға?.. Бүренең һүҙе буйынса был юлға һыйырҙы ашарға ҡарар бирәләр. Һәм тотоп ашайҙар ҙа, инде ҡорһаҡ тулды. Мәсьәләне икенсе ваҡытта ҡарарға ҡалдырып, һәр береһе урынлы-урынһыҙ барып, рәхәтлек менән йоҡоға китәләр. Йылдар үтә, мәсьәлә һаман ҡаралмай.

Вы прочитали 1 текст из Башкирский литературы.