Latin

Дәүерҙәрҙе осраштырыусы

Общее количество слов 527
Общее количество уникальных слов составляет 417
40.0 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
49.1 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
54.4 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов


Күптән эҙләгән әйберен тапҡан кешенең шатлығы һәр кемгә таныштыр ул. Бындайҙар тураһында, ғәҙәттә, «ауыҙы ҡолағына еткән», «түбәһе күккә тейгән» тиҙәр. Тәү ҡараштан уҡ иҫкелеге күренеп торған өҫтәл лампаһын ике ҡуллап үтә һаҡсыл тотоп алған Альберт Хәрипов эш урынына шулай йылмайып килеп инде. Был минуттарҙа ул үткәндәр менән бөгөнгө араһында күпер һалған тылсым эйәһенә оҡшағайны. Яратҡан шөғөлөнән оло ҡәнәғәтлек алыуы ла ир-уҙамандың йөҙөндә ине...

Хаҡлы ялға сыҡҡан хәрбиҙәрҙең, күңеленә яҡын һөнәргә тотоноп, бер ниндәй ҡыйынлыҡтарға ҡарамай, ҡыҫҡа ғына ваҡытта ла һиҙелерлек уңышҡа өлгәшеүе сер түгел. Булмыштарына һеңгән ныҡлы тәртип, маҡсатҡа ныҡышмалы ынтылыу – уларға хас сифат. Өс тиҫтә йыл ғүмерен Ватанды һаҡлауға арнаған Альберт Заһит улы ла – нәҡ шундайҙарҙың береһе. Әллә ни матди табыш килтермәгән эшкә егелгән милләттәшебеҙҙең хеҙмәт емеше, бер яҡтан, уның үҙендә оло ғорурлыҡ тойғоһо уятһа, икенсенән, илебеҙ һәм халҡыбыҙ үткәненә битараф булмағандарҙы ысын мәғәнәһендә һоҡландыра.

Уның боронғо әйберҙәр кибетенән һәм зауыҡ менән йыһазландырылған музейынан көн оҙоно кеше өҙөлмәй. Ҡаланың төрлө уҡыу йорттары бында махсус экскурсиялар ойоштора, әүәҫ коллекционерҙар фекерҙәштәре менән осраша. Кемдер кәрәкле боронғо әйберен эҙләй, ҡулланыуҙан сыҡҡанды килтереүселәр ҙә бихисап, сөнки бында һаталар ҙа, һатып та алалар.

Нимә генә юҡ кибеттә: сал тарих төпкөлөндә ҡала барған дәүерҙәрҙә ата-бабаларыбыҙ, ә бынан бер нисә тиҫтә йыл элек кенә көндәлек тормош-көнкүрештә үҙебеҙ ҡулланған әйберҙәр тәртип менән кәштәләргә теҙеп ҡуйылған. Бөгөн кәрәкһеҙгә әйләнгән музыка ҡоралдары, әле яңы ғына тиерлек күптәребеҙ яратып тыңлаған грампластинкалар, уларҙы әйләндергән патефондар, һәр өйҙә булған радиоалғыстар бында килеүселәрҙе онотолмаҫ йәшлек йылдарына алып ҡайта. Совет осоронда оло бүләк һаналған күсмә Ҡыҙыл байраҡтар һәм вымпелдар, төрлө хеҙмәт өлкәһендәге юғары күрһәткестәр өсөн бирелгән маҡтау билдәләре, значоктар, билдәле шәхестәрҙең бюстары, бер нисә быуат элек әйләнештә булған иҫке аҡсалар, күмер менән ҡайнатылған төрлө ҙурлыҡтағы самауырҙар – барыһы ла тарих һаҡлай. Оло быуын вәкилдәре яратып уҡыған роман-гәзиттәрҙе, таушалып бөткән әҙәби китаптарҙы ла килеүселәр оло тулҡынланыу менән ҡулдарына ала.

Отставкалағы өлкән прапорщиктың ҡәҙерләп йыйған армия һәм флот атрибутикаһына ла һоҡланмау мөмкин түгел. Әйткәндәй, кибеттә хәрбиҙәргә һәм бөгөн башҡа хеҙмәт үтеүселәргә баштан-аяҡ кейенерлек форма өлгөләре лә тәҡдим итәләр.

– Барыһы ла күптәнге мауығыуымдан килә, – тип һөйләй Альберт Хәрипов. – Бала саҡта тимер аҡса йыя инем. Хәрби хеҙмәт йылдарында был шөғөл икенсе планда ҡала килде. Хаҡлы ялға сыҡҡас, уға аңлы рәүештә һәм ныҡлап тотондом.

2011 йылда коллекционерҙар клубы ойоштороуҙы башлап ебәрә йүнсел замандашыбыҙ. Тәүҙәрәк башлыса нумизматтарҙан торған фекерҙәштәр төркөмөнә артабан башҡа төр әйбер йыйыусылар ҙа ылыға. Хәҙер улар аҙна һайын бик теләп Альберт Заһит улы йыһазландырған музейҙа йыйыла. Был ғына түгел, күңелдәренә яҡын шөғөл тапҡандар яҡын-тирәләге ҡалаларҙа, республика һәм Рәсәй кимәлендә үткәрелгән төрлө сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша. Ҡала көнөндә, башҡа байрамдарҙа коллекцио­нерҙар төрлө быуын вәкилдәрендә оло ҡыҙыҡһыныу уятҡан махсус күргәҙмә ойоштора. Бөтә был эштәрҙең башында, әлбиттә, геройыбыҙ тора.

Шиғри рухлы Альберт Хәрипов шәхси музейына «Беҙҙең бала саҡтың онотолған әйберҙәре» тигән исем биргән. Бында ла ул төрлө йәштәгеләрҙә онотолмаҫ иҫтәлектәрҙе яңыртырлыҡ әйберҙәр туплаған: бөгөн урта йәште үткәндәрҙең әлеге замандыҡынан һиҙелерлек айырылып торған бала саҡ уйынсыҡтары, башланғыс синыфтарҙа ултырып уҡыған парталары, мәктәп кәрәк-ярағы, ул осор дәреслектәре, пионерҙарҙың барабандары һәм борғолары... Милли батырыбыҙ Салауат һәйкәленең төрлө ҙурлыҡтағы күсермәләре, башҡорт ир һәм ҡатындарын һынландырған бәләкәй скульптуралар – ҡыҫҡаһы, бындағы һәр әйбер килеүселәрҙе сал тарихҡа алып инә...

Ошондай бай йөкмәткеле шәхси музейҙы булдырыусыға нисек «Афарин!» тип әйтмәйһең инде?! Илһөйәрлек тойғолары тәрбиәләү мәсьәләләре көнүҙәккә әйләнгән бөгөнгө көндәрҙә уның эшмәкәрлеге оло маҡтауға лайыҡ.


Нефтекама ҡалаһы.

Вы прочитали 1 текст из Башкирский литературы.