Latin

Бүләккә лайыҡ Әлибай

Общее количество слов 335
Общее количество уникальных слов составляет 247
34.3 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
45.1 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
53.1 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов

Яҡташым Сафуан Әлибаевтың 2010 йылда донъя күргән «Һайланма әҫәрҙәре»нең II томы Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге республика дәүләт премияһына тәҡдим ителеүенә бик шатландым. 1968 йылда тәүге йыйынтығын баҫтырып, балалар һәм үҫмерҙәр әҙәбиәтендә оҙаҡ йылдар уңышлы ижад иткән, шуның өсөн Башҡортостаныбыҙҙың иң юғары Салауат Юлаев орденын күкрәгенә ҡаҙаған шағир был баһаға лайыҡ.

Сафуан Әлибаевтың шиғырҙары менән бала саҡтан танышмын. Салауат районының Иҙелбай һигеҙ йыллыҡ мәктәбендәге башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинетында «Беҙҙең яҡташ әҙиптәр» тигән стендта уға арналған бүлек тә бар ине. Шул осорҙа уның етәкселегендә сыҡҡан «Башҡортостан пионеры» гәзитен дә бик яратып уҡыны беҙҙең быуын.

1973 йылда, Мәсәғүт педагогия училищеһында уҡып йөрөгәндә, әҙәби түңәрәк ағзалары, педучилище уҡыусылары янына осрашыуға килгән Рәми Ғарипов, Тимер Йосопов һәм Сафуан ағай менән дә танышып, яҡындан аралашыу насип булды. Был иҫтәлекле ваҡиға хаҡында район һәм ул саҡта нәшер ителгән «Ленинсы» йәштәр гәзиттәрендә хәбәр баҫтырғаным әле лә хәтерҙә. Сафуан ағайҙың матур теләктәр яҙып бүләк иткән «Беҙҙең юлдаш — яҡты ҡояш» тигән тәүге йыйынтығын әле лә ҡәҙерләп һаҡлайым, уны йыш ҡына ейәнем менән ейәнсәремә күрһәтәм, уларға яҡташыбыҙҙың бөгөн дә матур яңғыраған шиғырҙарын уҡыйым.

«Тылсымлы шар» китабы өсөн 1996 йылда уҡ ЮНЕСКО-ның Х. Андерсен исемендәге почетлы дипломын алған әҙиптең әҫәрҙәре бөгөн башҡорт балалар һәм үҫмерҙәр әҙәбиәтенең алтын фондында лайыҡлы урын биләй. Ижады ла күп яҡлы бит Сафуан Әлибайҙың: ҡурсаҡ театрында йәш быуын өсөн әҙиптең пьесалары ҡуйыла, шиғырҙарына яҙылған матур, зауыҡлы йырҙарҙы радио һәм телевизорҙан, концерт залдары сәхнәһенән инде бер нисә быуын тамашасыһы яратып тыңлай.

Сафуан Әлибаевтың Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт бүләгенә тәҡдим ителгән «Һайланма әҫәрҙәре»нең икенсе томын был көндәрҙә тағы ҡулға алдым. Тос ҡына йыйынтыҡҡа (280 бит) шағирҙың төрлө йылдарҙа ижад ителгән шиғырҙары, поэмалары, әкиәттәре һәм йырҙары тупланған. Үҫмерҙәр өсөн яратып, фәһем алып уҡырлыҡ әҫәрҙәр күп унда. Балалар журналы «Аҡбуҙат» биттәрендә донъя күргән шиғырҙар тупланған бүлек тә иғтибарҙы йәлеп итә.

Ата-әсәләр, олатай-өләсәйҙәр, балалар баҡсаһы тәрбиәселәре һәм, әлбиттә, башланғыс кластар, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары яратҡан әҙибебеҙ Сафуан Әлибайҙың ошо йыйынтығын йышыраҡ ҡулға алһын, уның бай образлы һәм аһәңле шиғырҙарын үҫмерҙәргә йышыраҡ уҡып ишеттерһен ине. Күп әҫәрҙәрҙе балаларҙан ятлатып, уларҙы төрлө сараларҙа яттан һөйләтеүҙе ойоштороу ҙа телмәр үҫтереүҙә ҙур файҙа буласаҡ.

Вы прочитали 1 текст из Башкирский литературы.