Latin

Бөркөтлө

Общее количество слов 418
Общее количество уникальных слов составляет 330
46.5 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
54.3 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
61.5 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов

Ьеҙҙең Бөркөтлөлә булғанығыҙ бармы? Юҡмы ни? Донъялағы иң матур ауылдарҙың береһең күрмәй нисек түҙәһегеҙ икән? Ҡыйындыр, әлбиттә. Ә бит Бөркөтлөнө күреү генә түгел, шунда тыуып, шунда үҫкән кешеләр бар. Уларға рәхәт, исмаһам, тыуҙыңмы, рәхим ит: Бөркөтлө.
Шулай ҙа кешеләрҙе аңламаҫһың. Бөркөтлөләр үҙ ихтыярҙары менән ҡайҙағылыр алыҫ ҡалаларға, күҙ күрмәҫ, ҡолаҡ ишетмәҫ илдәргә барып йөрөп ҡайталар. Күргәндәрен мәрәкә итеп һөйләйҙәр. Мин һуғышты әйтмәйем. Унда берәү ҙә мәрәкә күрәйем тип бармаған.
Йорттан сыға алмағандары лимон-әфлисундар үҫкән йыраҡ ерҙәр, шаулы диңгеҙҙәр, ҡыш булмай торған илдәр, төн булмай торған яҡтар тураһында хыялланалар. «Их, шуларҙы барып күрһәң ине!» — тиҙәр. Ә бына: «Их, Бөркөтлөнө күрһәң ине!» — тип уфтанған кешене, ниңәлер, осратырға тура килмәне. Кешеләрҙең шундай ҡыҙыҡһынмаусан булыуына аптырарһың. Ҡыҙғаныс, әлбиттә.
Бөркөтлөлә, әйткәнемсә, донъя күргән кешеләр байтаҡ. Күрмәгәндәре лә сей наҙан түгел. Аҡты ҡаранан айыралар. Ана һарыҡ көтөүсеһе Шәрифулланы ғына тыңлап ҡарағыҙ. Алтмышҡа етеп, ситкә аяҡ атлағаны юҡ, ә үҙе ер шарын биш бармағы кеүек белә. «Ҡыҙыл буяуҙы Ҡыҙыл диңгеҙ һыуынан, ҡара буяуҙы Ҡара диңгеҙ һыуынан, аҡ буяуҙы Аҡ диңгеҙ һыуынан яһайҙар, йәнә Һары диңгеҙ, Йәшел диңгеҙ, Зәңгәр диңгеҙ бар... — ти ул. — Йылы яҡта шундай тигеҙ далалар бар, ҡояш сыҡҡанда йомортҡа тәгәрәтеп ебәрһәң, ҡояш батҡансы туҡтамай барасаҡ», — ти.
Ә Бөркөтлө ҡарағас, ҡайын, ҡарағай урмандары менән ҡапланған тауҙар араһында — Урал итәгендә ултыра. Уның ике яғында ике ҙур күл. Береһен — Ҡалҡанкүл, икенсеһен Ҡылыскүл тип атап йөрөтәләр. Ҡалҡаны алыҫыраҡ, Ҡылысы ауыл эргәһендә генә.
Тау битләүендә үлән йәшәреүгә Ҡалҡандың һыуы йылынып та өлгөрә, ә Ҡылыстың һыуы йәй уртаһында ла боҙ кеүек һалҡын була, инһәң, тәнде ҡурып ала.
Донъяла бер нәмә лә үҙ-үҙенән генә яралмай. Әлеге күлдәрҙең барлыҡҡа килеүе тураһында ошондай әңгәмә йөрөй. Имеш, борон-борон заманда, Уралды илбаҫарҙарҙан һаҡлағанда, бәһлеүәнгә уҡ тейгән. Ул гөрһөлдәп ергә ауған. Уң ҡулындағы ҡылысы бер яҡҡа, һул ҡулындағы ҡалҡаны икенсе яҡҡа барып төшкән. Ҡалҡан төшкән ерҙә йылы күл, ҡылыс төшкән ерҙә һалҡын күл ҡалҡҡан. «Ни өсөн шулай ике төрлө һыу сыҡҡан?» — тип һораһағыҙ, баяғы Шәрифулла былай тип яуап бирер: «Сөнки ҡылыс — йән ҡыя торған яман ҡорал, ә ҡалҡан — йән һаҡлай торған яҡшы нәмә», — тиер.
Бөркөтлөнөң күрке күлдәр генә түгел. Уның тирәһендә кем уҙарҙан ярышып күккә үрләгән тауҙар, тау араларындағы йәшел үҙәндәр, ҡаяларҙан урғылып сыҡҡан шишмәләр, таштан ташҡа һикереп уйнаған ҡыр кәзәләре, яҙғы шарлауыҡтарҙан көҙгө ҡырауҙарға тиклем тынмай һайраған ҡоштар йәм өҫтөнә йәм өҫтәй. Яҙғы күкрәүҙәр ваҡытында бында тауҙар гөрләп тора. Әйтерһең, улар үҙҙәре күкте күкрәтәләр. Урмандарҙа беләк йыуанлығы көпшәләр үҫә, аҡландарҙа турғай башы ҙурлығы еләктәр бешә. Кеше аяғы баҫмаған түбәләрҙә бөркөттәр бала сығара. Улар йыш ҡына, саңҡ-саңҡ итеп, ауыл өҫтөнән осоп үтәләр. Ана шул бөркөттәр инде бынан бик күп йылдар әүәл исем биргәндәр: Бөркөтлө.

 


1988 йыл
Вы прочитали 1 текст из Башкирский литературы.