Latin

Бишенсе йыл Революцияһы хаҡында иҫтә ҡалағандар

Общее количество слов 1347
Общее количество уникальных слов составляет 810
38.0 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
49.0 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
55.1 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов

1905 йылдың көҙөндә мин Ҡазанда инем. Октябрь (иҫкесә) баштарында уҡ Россияның фабрик-завод төбәктәрендә тынысһыҙлыҡтар башланғанлығы, забастовкалар яһалғанлығы хаҡында хәбәрҙәр килә башланы. Ҡазанда әле, былай өҫтән ҡарағанда, тыныслыҡ кеүек күренһә лә, юғары мәктәптәрҙә уҡыусы студенттар араһында уҡыуҙарҙы бер яҡҡа ташлап, нимәгә булһа ла әҙерлек күренә, ни ҙә булһа алда ҙур эштәр буласағын аңлатҡан эштәр һиҙелә ине. Ҡазанда Алафузов фабригында һәм башҡа фабрик-заводтағы эшселәр араһында ла тынысһыҙланыуҙар барлығы телдәрҙә һөйләнә башланы. Нисек тә октябрҙең башынан башлап уҡыусылар араһында ла, общий Ҡазан халҡы араһында ла Питер һәм Мәскәүҙә хөкүмәткә ҡаршы аяҡланыуҙар барлығы, нимәнең дә булыуы, бер ҙур эшкә әҙерлек күрелеүе хаҡында ҡолаҡтан-ҡолаҡҡа һөйләнгән хәбәрҙәр күбәйҙе.

Мәҙрәсә шәкерттәре араһында был хәбәрҙәр таралды һәм Ҡазан ғали мәктәптәрендә уҡыусы студенттарҙың хәрәкәттәре быларға ла тәьҫирһеҙ ҡалманы. Мәҙрәсә шәкерттәре менән ике арала ҡатнашыуҙар, алдағы ҙур эшкә әҙерлек күрергә димләп ике арала йөрөүселәр күренә башланы. Мәҙрәсәгә, һәр көн тип әйтерлек, ҡул менән яҙылып, елем баҫмала баҫылған ҡосаҡ-ҡосаҡ прокламациялар, революцияға өндәүҙәр таратыла ине. Ҡайһы бер татарса прокламациялар мәҙрәсәнең үҙендә лә баҫыла, быларҙа ла шул уҡ хөкүмәткә ҡаршы өндәү менән бергә, мәҙрәсәләрҙе ислах итеү, уларға фән керетеү, мантиҡ кеүек хөрәфәттәрҙе бөтөнләй сығарып ташлау, мәҙрәсә идараларына шәкерттәрҙән дә вәкилдәр керетеү кеүек төрлө талаптар керетелә, шулар мәҙрәсә идараһы һәм мөдәрристәр тарафынан ҡабул ителмәгән һүрәттә уҡыу ташлау, мәҙрәсәнән сығып китеү менән тәһдид ителә ине.

Шәкерттәр араһындағы хәрәкәттәрҙең иң ҡыҙыуы мәғлүм Мәҙрәсәи Мөхәммәдиәлә булды.

Был ваҡытта һәр бер груһ халыҡ алдағы көндө буласаҡ үҙгәрештәр тураһында үҙ мәнфәғәте яғынан ҡарап һөйләй, һәр кем иректе бер төрлө, үҙенсә аңлай ине. Общий мосолмандар, бигерәк тә уларҙың шул замандарҙа эш башында йөрөгән һатыусылары, муллалары, хәлфәләре, әлбиттә, дингә ирек булыуҙы күҙ алдына килтерәләр, иректең бар хикмәте — дини, милли иркенселектә тип уйлайҙар ине. Эшселәрҙең, аңлы рус уҡыусыларының, революционерҙарҙың талаптары мәғлүм, быларға ҡарағанда бөтөнләй һәм башҡа бик киң рәүештә ине. Татар уҡыусыларының иң ҙур өмөттәре — шул мәҙрәсәләрҙе ислах итеү, унда фән керетеү ине.

Октябрҙең 15—16-ларында эш тағы ла ҡуйырҙы. Кешеләрҙең ҡулдары көндәлек эштәренән бушанды. «Университетта митинг, имеш... Студенттар баш күтәрәләр, имеш!.. Казактар уларҙы солғап алғандар, ҡыралар, аталар, имеш!..» тигән хәбәрҙәр бөтә Ҡазанға яңғырай башланы. Был хәбәрҙәр электән ҡуҙғалырға торған шәкерттәргә тағы ла нығыраҡ тәьҫир итте. Мәҙрәсәләрҙә уҡыуҙар бөттө. Һәр кем бер нәмә көтә, һәр бер кеше бөгөн таңда ҙур эштәр булыуын көтөп кенә тора башланы. Урамдар шундай эштәрҙең булыуын көтөүселәр менән тулды. Улар полиция, казактар тарафынан ҡыуылып ҡайтарыла башланылар...

УН ЕТЕНСЕ ОКТЯБРЬ

Күңелдәр бер урында ғына тора алмай. Көнлөк эштәргә бер шатлыҡ һиҙеп, ҡул сабалар, урындарында баҫып тора алмайҙар.

— Һөйләргә ирек!.. — — Матбуғатҡа ирек... — — Выжданға ирек... — Тағы әллә нәмәләргә ирек!.. тигән матур һүҙҙәр бөтә шәкерттәргә йәшен кеүек тәьҫир итте.

Йыйылыш бөткәндән һуң, бөтә һүҙҙәр шул хаҡта ғына бара... Һәр кем бер нәмә һөйләй, һәр бер кеше бер хәбәр килтерә, һәр шәкерт яңы бер нәмә өҫтәй.

Яңы ғына рус яғында йыйылышта булып ҡайтҡан берәү, тағы ла арттырып, унда был эштәргә генә ҡәнәғәт итергә ярамағанын, көрәш кәрәк икәнен ишетеп килгәнен һөйләй.

Был һүҙҙәр тағы ла шәкерттәрҙе ҡайнаштыра. Бөгөн төн шулай ғәжәп ваҡиғалар, ғүмерендә күрелмәгән хөрриәтте һөйләп үтә...

18 октябрҙең иртәһен еткереү ауыр... Кистән «хөрриәттең бирелгәнлеген ишеткән кешеләрҙең иртән тороп, уның донъяға килтергән алмашыныуҙарын тиҙерәк күрәһеләре килә.

Иртән Ғалимьян мулла, дәрес китаптарын күтәреп, дәрескә шәкерттәрҙе вәғәз итергә керә. Ләкин уның алдында бер-ике суфыйҙан башҡа бәндә ҡалмай. Бөтә шәкерттәр йыйылып «Марсельеза» йырларға керешәләр. Бөтә Ҡазан ирекле рәүештә йырланған «Марсельеза» тауыштары менән яңғырай. Бөтә шәкерттәр груһ-груһ булып урамдарға сығып китәләр, университет тирәһенә, Воскресенский (хәҙер Чернышевский) урамына йүгерәләр. Был тирәләр халыҡ менән тулған, һәр ерҙә ҡыҙыл флагтар елберләй, һәр кем тағы ла әллә ниҙәр булаһын көтә, полицияның ҡоралдарын алыу тураһында ҡаты тауыштар ишетелә. Урамда ла, университетта ла, шәһәр Думаһында ла митингылар, йыйылыштар, кәңәштәр бара. «17 Октябрь манифесы» ғына халыҡты ҡәнәғәтләндермәй. Мөйөштәрҙә, участкаларҙа тештәрен ыржайтып торған полицияның коралһыҙландырылыуын, милиция төҙөлөүҙе талап итәләр.

Бөгөн Ҡазан дыу килә, урамдан керәһе килмәй. Йыйылған эшселәр, уҡыусылар үлергә әҙер булған кеүек ҡайнашалар... Оҙаҡ та үтмәй, полицияны ҡоралһыҙландырыу башлана. Төркөм-төркөм халыҡ (ул сағында кемде кемдән айырыуы ситен ине әле) участкаларға таралалар. Бесән баҙарында бик ҙур йыйылыш булып, унда төрлө кешеләр тарафынан речтар һөйләнә (Хөсәйен Ямашев һәм башҡалар). Падишаһтың «17 Октябрь манифесы»ның мәғәнәһе юғала. Уға ғына ышанып тормаҫҡа өндәйҙәр. Халыҡ зыҡ ҡубып ҡул саба. Һатыусылар, әллә кемдәр ситтән ҡарап хайран булып торалар.

— Был саҡлы хөрриәттән артыҡ тағы ла нимә кәрәк икән?— тиҙәр.

ҠАЗАН РЕВОЛЮЦИОНЕРҘАР ҠУЛЫНДА

19 октябрҙә партийныйҙарға һәм уҡыусыларға ҡорал таратылып, шәһәр улар ҡулына күсә, «шәһәрҙең тыныслығын һаҡлау комитеты» ҡулында була.

Мәҙрәсәләрҙәге шәкерттәргә саҡлы ҡорал алалар, шулар рәтенән Мәҙрәсәи Мөхәммәдиәгә шәкерттәр ҡулына бер нисә тиҫтә мылтыҡ, шул уҡ миҡдарҙа ҡылыс, бер нисә ат төшә, таҙа шәкерттәр билдәрен быуып, ҡоралланып, шәһәрҙең тыныслығын һаҡларға йөрөйҙәр. Мәҙрәсәләрҙә уҡыуҙар ташлана. Һис кем урынында ғына тыныс ултырып тора алмай. Бында үҙенә күрә айырым хәрәкәт башлана. Бөгөндән башлап мәҙрәсә идараһына үҙҙәренең талаптары ҡабул ителеүе хаҡында ҡәтғи талап бирәләр. Мәҙрәсә мөтәүәллиҙәре, мөдәрристәр, бик ҙур эшкә осраған кеүек, көн-төн йыйылыш яһап, ни эшләргә белмәй аптырайҙар, улар ҙа үҙҙәренсә, вәғәҙә менән генә алдамаҡсы булалар.

Шәкерттәрҙең ҡандары ҡайнашҡан, вәғәҙәләрҙе көтөрлөк сабырҙары бөткән. Зыҡ ҡуптарып революция йырҙары йырлайҙар. Мәҙрәсәләрҙең тәҙрәләрен вата башлайҙар. Мәҙрәсәнең ишек алды быяла ватыҡтары менән тула. Бик күп шәкерттәр шундуҡ мәҙрәсәне ташлап, фатирҙарға сығып китәләр.

Ғалимьян мулла, мәҙрәсәгә килеп, шәкерттәрҙе йыйып илай-илай вәғәз әйтә. Уның һүҙҙәренә әйләнеп тә ҡарамайҙар. Уның үҙенә ҡаршы төрлө һүҙҙәр әйтәләр. Уның үҙен ҡыуып сығаралар. Ул, ни эшләргә белмәй, сығып китә. Байҙар менән Ҡазан муллаларының көн-төн йәшерен йыйылыш яһауҙары хаҡында шәкерттәргә хәбәр алынып тора.

Шул уҡ көндәрҙә тағы әллә ни саҡлы прокламациялар таратыла. Ашығыс листовкалар сыға. Был әйберҙәр шунда уҡ таратылып, ҡулдан-ҡулға йөрөп уҡылып сығалар. Һәр ерҙә йыйылыштар дауам итә. Урамдарҙа хәҙер боронғо рәсми кейемдә торған полициялар урынында төрлө кейемдә, төрлө төҫтә, төрлө ҡорал менән ҡоралланған милиционерҙар торалар. Хәҙер Ҡазан бөтөнләй икенсе төҫкә керә. Ләкин әле бер урында ла ысын тыныслыҡ күренмәй. Һаман да имеш-мимеш хәбәрҙәр тарала тора. Ҡара груһтарҙың революцияға ҡаршы аяҡланырға әҙерләнеүҙәре хаҡында төрлө һүҙҙәр сыға. Былай ҡарағанда бер яҡҡа ла ҡатнашмаған кеүек күренгән халыҡтар, был хәбәрҙәрҙе тағы ла ҡуйыртып, әллә ниҙәр өҫтәп тараталар. Башта халыҡтың күпселеге бер ағымдан бер юл менән барған кеүек күренә, ләкин ситтән ҡарап, эште ентекләп барған кешеләргә лә алдағы көндә ҡандар түгеләсәге, әле эштең ысынлап хәл ҡылынып бөтмәгәнлеге, алдағы көндә эске йөҙҙәрҙең асылыуы, төрлө ағымдарға бүленәсәктәре, революция дошмандары ҡулында көс барлығы күренеп тора. Йөрәктәр ҡурҡына, алда тағы ла ҡаты көрәштәр буласағы күренә. Ситтән ҡарап тороусыларҙың күҙҙәре шуны белдерәләр.

ӨС КӨНДӘН ҺУҢ

21 октябрҙә (иҫкесә) университет, Воскресенский урамы яғында күп халыҡтың ҡысҡырған тауыштары ишетелә, һирәк-һирәк, ҡай сағында, залп биргән тауыштар бөтә шәһәрҙе яңғыратып ебәрә, шәһәр тағы ла бынан дүрт көн элек булған шау-шыуға әйләнә. Бөтә шәһәрҙә һис көтмәгәндә икенсе төрлө хәрәкәт, икенсе күренештәр башлана.

Рус яғынан булак аша ҡасып ҡайтыусылар, ҡайҙалыр ҡасырға урын эҙләгән кеүек йүгереүселәр күбәйгәндән-күбәйә. Төш ауғандан һуң шәһәрҙе ауыр бер тынлыҡ баҫҡан кеүек була. Төрлө уҡыу йорттарында, шулар йөмләһенән шәкерттәр араһында ла, шау-шыу ҡуба. Мәҙрәсәгә бирелгән ҡоралдар ашығыслыҡ менән бер ергә йыйылалар, ҡайһы берәүҙәрен кеше күрмәҫ урынға йәшерәләр. Бөтә шәкерттәр мәҙрәсәгә ҡайтып тулалар.

Шундуҡ ҡара груһтарҙың тәре күтәреп йөрөүҙәре, студент һәм башҡаларҙы ҡыйнауҙары, йәһүдтәргә погром яһарға керешкәнлектәре хаҡындағы хәбәрҙәр бөтә шәһәргә тарала. «Өс көнлөк ирекле тормош» ҡорорға ҡатнашҡан кешеләрҙең күбеһе йәшеренә башлайҙар, ҡайһы берҙәре ҡоралдарын илтеп бирәләр. Ҡайһы берҙәре йәшерәләр.

Теге йәмһеҙ тынлыҡ тағы ла арта...

Бер ваҡыт беҙҙең мәҙрәсә урамынан (хәҙер Туҡай урамы) болот кеүек халыҡ килеп сыға. Быларҙың иң алдынан тәре күтәргән әллә ни саҡлы поптар, улар артынан ап-аҡ салма, йәшелле, һарылы тун йәки сапан кейгән Ҡазан муллалары, улар артынан турәләр, балыҡсылар, итселәр, кибетселәр баралар, былар һәммәһе лә тәрегә, батша һүрәтенә баш эйгәндәр.

Былар рус яғында үҙҙәренең йәмһеҙлектәрен эшләп, күрһәтеп бөткәндән һуң, «шәүкәттәрен» татарҙарға, мосолмандарға ла күрһәтер өсөн, был яҡтарға сыҡҡандар. Батша һүрәте менән тәреләр, ҡыҙыллы, ҡаралы, аҡлы флагтар күтәреп, «Боже царя храни»ҙы йырлап баралар. Аҙ ғына шикле кеше булһа, шундуҡ сәйнәп, өҙгәләп ташлар кеүек баралар.

Хәҙер быларҙы тәҙрә арҡыры ҡарап, иҫке тормоштоң яңынан аяҡланып сығыуына ләғнәт әйтеп ҡалыуҙан башҡа сара юҡ.

Былар шулай тәреләре менән үтеп киттеләр...

Халыҡ ҡулына таратылған ҡоралдарҙы кире йыйып алыу башланды.

Шәһәрҙе тәрән тынлыҡ баҫты. Батшаның биргән вәғәҙәләренә ышанмай ҡаршы күтәрелеүселәр тағы ла майҙандан юғалдылар. Улар киләсәктәге буласаҡ олуғ октябргә әҙерләнеү өсөн, тағы ла иҙән аҫтына эшләргә керҙеләр. «Еңелмәй торған октябрь» яһар өсөн тағы ла көс йыйырға керештеләр.

Ваҡытса сафтан сигенеп торһалар ҙа, тағы ла ғәйрәт, тағы ла ҙур көс менән үҙҙәренең дошмандарына һөжүм итеү уйы менән артҡа сигенделәр.

Шулай итеп, 1905 йылғы октябрь революцияһы күмелде. Күңелдәр алдағы ҙур, еңелмәҫ «Октябрь»гә йүнәлеп, шуны көтөп ҡалдылар.

Вы прочитали 1 текст из Башкирский литературы.