Latin

Беҙҙең заман геройҙары

Общее количество слов 697
Общее количество уникальных слов составляет 559
38.4 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
53.1 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
59.4 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов


Кемдәрҙер, заман ауырлыҡтарына һылтанып, тормош тулҡыны ыңғайына ғына йөҙгәндә, икенселәр, киреһенсә, бар ҡыйынлыҡтарҙы еңеп сығып, ҡуйған маҡсаттарына ынтыла, хеҙмәтенән тәм табып, һәр яңы көнгә шатланып, киләсәккә ныҡлы ышаныс менән ҡарап ғүмер итә. Истәк ауылы йүнселдәре Ленара менән Зиннур Вәлиевтәрҙе хаҡлы рәүештә шундайҙар рәтенә индерергә була.

Уҙған быуаттың һуңғы тиҫтә йылында илебеҙҙә иғлан ителгән баҙар иҡтисады теләгәндәргә яңы шөғөлдәр бирҙе. Үҙҙәрен эшҡыуар тип атағандарҙың күбеһе башлыса алыпһатарлыҡҡа ылыҡҡан осорҙа ата-бабаның быуаттар төпкөлөнән килгән һөнәрҙәренә тоғро ҡалғандар ҙа аҙ булманы. Күңелдәренә нимә оҡшауға ҡарап, ҡайһы берәүҙәр игенселекте үҙ итһә, бәғзеләр малсылыҡҡа тартылды. Крәҫ­тиәндең был ике хәстәренә бер юлы егелгән фермерҙар ҙа һәр төбәктә табылды. Колхоз заманында баш зоотехник вазифаһын башҡарған Рәшит ағай Вәлиев, эшҡыуарлыҡҡа тотоноп, тәү сиратта улдарына матур үрнәк күрһәтте. Уларҙың береһе – әле үҙе крәҫтиән (фермер) хужалығын етәкләгән Зиннур был юҫыҡтан атаһын оло хөрмәт менән телгә ала.

– Дыуан ауыл хужалығы техникумында “киң профилле фермер-агроном” һөнәрен үҙләштереүем дә башлыса атайым тәҡдиме менән булды, – ти Зиннур Рәшит улы. – Ул да, ғүмерен малсылыҡҡа арнаған әсәйем Мөршиҙә Мәхмүт ҡыҙы ла – эшһөйәрҙәр, үҙҙәрен хеҙмәттән башҡа күҙ алдына ла килтермәгән ер кешеләре. Беҙгә, алты балаһына, дөрөҫ тәрбиә биргәндәре өсөн оло рәхмәт үҙҙәренә...

Ысынлап та, ата-әсәһе өлгөһөнә эйәреп, крәҫтиән хеҙмәтенә бар күңелен биреп, ең һыҙғанып егелгән бөгөн Зиннур Вәлиев. Уның был шөғөлгә ныҡлы инаныс, төплө әҙерлек менән килеүен айырыуса билдәләргә кәрәк. Техникумды тамам­лағас, стратегик тәғәйенләнештәге ракета ғәскәрҙәрендә ике йыл әрме хеҙмәтен үтә. Артабан кеҫә ҡалынайтыу маҡсаты менән Себер тарафтарына юллана. Ялға ҡайтҡан ваҡыттарында ҙур теләк менән атаһына ярҙам итә. Тора-бара йәшлек дәрте ташып торған егеттә үҙаллы эшмәкәрлеккә тотоноу теләге уяна. Күрше Ахтыял ауылы һылыуы Ленараны осратыуҙан һуң тыуған хис-тойғолар, бар ниәттәренең һөйгәнендә тик хуплау ғына табыуы Зиннурға дәрт өҫтәй. Ғүмерлек юлдашы булырға ризалығын биргән бухгалтер ҡыҙ менән ҡулға-ҡул тотоноп аяҡ баҫа йәш фермер яңы хеҙмәт өлкәһенә.

Вәлиевтәрҙең тәүге ҙур уңышы кир­бестән заманса махсус бина төҙөп, 2009 йылда кафе-магазин асып ебәреү була. Юл өҫтөндә ултырғаны өсөн уны тәү сиратта рулдә йөрөүселәр үҙ итһә, ауылдаштары иһә яҡшы сифатлы аҙыҡ-түлеккә, көндәлек кәрәк-яраҡҡа ситкә йөрөү мәшәҡәтенән ҡотолдорғаны өсөн йүнселгә рәхмәт яуҙыра.

Киң ҡарашлы эшҡыуар, әлбиттә, бының менән генә туҡталып ҡалмай. Себер яҡтарында тапҡан аҡсаһына колхоздан ҡалған малсылыҡ ҡураларын, ашлыҡ келәтен һатып алып, уларҙы йүнәтә, көндәлек эштәрҙе башҡарырлыҡ техника ҡайтара һәм артабан малсылыҡты үҫтереүгә тотона.

Бөгөн Зиннур Вәлиевтең крәҫтиән (фермер) хужалығы юғары сифатлы һөт һәм ит етештерә. 25 һауын һыйыры, һимер­теүгә алынған быҙауҙар өҫтөнә элек-электән халҡыбыҙ күңеленә яҡын булған ат та ҡарайҙар бында. Утыҙлап баш йылҡы башлыса йылдан-йыл ихтыяж арта барған тәмле лә, файҙалы ла ите өсөн аҫрала. Һабантуй сабыштарына сығасаҡ юртағын көнөнә бер булһа ла барып күрмәһә, ир-уҙамандың күңеленә ниҙер етмәй тора. Малдары өсөн бөтә төр аҙыҡты ла фермер үҙе әҙерләй: 200 гектарҙан ашыу ерендә фураж өсөн кәрәкле иген культуралары, хуш еҫле бесән өсөн үлән үҫтерә.

Төп эштәрҙе башҡарырға мал ҡараусы, һауынсы һәм механизатор итеп ауылдаштарын саҡырған йүнсел үҙе лә иртә таңдан ярты төнгәсә тиерлек фермаһында. Төрлө ойоштороу мәсьәләләрен хәл итеү менән бергә бихисап көндәлек мәшәҡәттәрҙең иң мөһимдәрен һәм яуаплыларын тулыһынса үҙенә йөкмәгән. Яңы һауылған һөттө май заводына илтеп тапшыра, тейешле дәрәжәгә еткереп һимертелгән итте баҙарға сығара. Әйткәндәй, бында етештерелгән продукцияның сифатына бер дәғүә лә булғаны юҡ икән: уны һәр ерҙә теләп алалар.

Эштә генә түгел, шәхси тормоштарында ла күптәр өсөн үрнәк хеҙмәт һөйөүсән­лектәре менән бер-береһенә оҡшаш пар. Тағы ла бер айҙан сәстәрен сәскә бәй­ләүҙәренә 15 йыл тулыуын билдә­ләйәсәк Вәлиевтәр бөтөн уңайлыҡтары булған заманса йортта ғүмер итә, биш бала – дүрт ҡыҙ һәм бер малай үҫтерә. Төпсөктәре Али­на ете айлыҡ сабый булһа, атаһының эшен дауам итәсәк Зөлмиргә бишенсе йәш. Өс өлкән ҡыҙ Яңауыл ҡалаһының 1-се мәктәбендә – Айгөл – VIII, Алһыу – VI, Әлиә III класта тырышып уҡып йөрөй, бергәләп фортепьянола уйнау серҙәренә ихлас өйрәнә. Барыһына ла апай булған Айгөл һеңлеләренә матур өлгө күрһәтә: күп фәндәр буйынса олимпиадаларҙа ҡатнаша, яҙған иншаларын уҡытыусыһы маҡтап бөтә алмай. Башҡорт теленә арналған район бәйгеһендә беренсе урынды алыуы үҙе өсөн генә түгел, тотош ғаиләгә ҙур шатлыҡ булған.

Билдәле рус яҙыусыһы Михаил Лермонтов, быуат ярым элегерәк үҙенең романына исем итеп алып, “беҙҙең заман геройы” тигән һүҙбәйләнеште әүҙем ҡулланылышҡа индереп ебәрә. Башҡа һөнәр вәкилдәрен әллә ни үпкәләтмәй, өҫтәлебеҙҙе юғары сифатлы аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеүҙе үҙҙәренең көндәлек маҡсаты иткән ауыл эшсәндәрен, шул иҫәптән биш бала тәрбиәләп, тормоштан йәм, хеҙмәттәренән тәм табып йәшәгән замандаштарыбыҙ Ленара менән Зиннур Вәлиевтәрҙе тулы мәғәнәһендә “беҙҙең заман геройҙары” тип атарға була.


Яңауыл районы.

Вы прочитали 1 текст из Башкирский литературы.