Latin

Баһалары көнләшерлек

Общее количество слов 417
Общее количество уникальных слов составляет 330
40.2 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
55.2 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
60.6 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов


Үҙ һөнәрен мөкиббән яратҡан, һәр көн эшкә ҙур теләк менән килгән, ҡушылғанды ҡәнәғәтлек тойғоһо менән башҡарған кешегә ни кәрәк? Хеҙмәтеңде баһалап, бер йылы һүҙ әйтһәләр, ҡанаттарың үҫеп киткәндәй була...

Суд приставтары хеҙмәтенең Нефтекама район-ара бүлегендәге суд приставы-башҡарыусы, 3-сө класлы юстиция советнигы Зәлиә Ибраһимова — нәҡ шундай фекерҙә.

— Тормошомда тик яҡшы кешеләр осраны, етәкселәрҙән дә уңдым, — ти Зәлиә Мөхәмәт ҡыҙы. — Идаралыҡ етәксеһе, Башҡортостандың баш суд приставы Зариф Байғусҡаров эшләгән кешене күрә белә. Үҙебеҙҙең бүлек етәкселәре менән дә ярты һүҙҙән аңлашабыҙ. Ошо системала 35 йылдан ашыу хеҙмәт итеп, бер шелтә лә алғаным булманы.

Ҡатын-ҡыҙ өсөн бигүк ғәҙәти булмаған эш башҡарған Зәлиә Ибраһимова ир-егеттәр көнләшерлек баһаларға эйә: Рәсәй Юстиция министрлығының һәм Суд приставтары федераль хеҙмәтенең ете миҙалы менән бүләкләнгән, “Иң яҡшы пристав-башҡарыусы” билдәһенә лайыҡ. Фотоһы — идаралыҡтың Почет таҡтаһында, маҡтау ҡағыҙҙары ла бихисап. Ә һуңғы бүләкте алырға былтыр уны Мәскәүгә саҡырҙылар. Илдең ҡанунилекте нығытыуҙағы, граждандарҙың хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәттәрен һаҡлауҙағы хеҙмәте өсөн Рәсәй Президентының Рәхмәт хатына лайыҡ булған алдынғы ун биш суд приставы араһында Зәлиә Мөхәмәт ҡыҙы ла бар ине.

Мәсетле районының йәмле Әй буйында урынлашҡан Салйоғот ауылынан ул. 17 йәшендә удар комсомол төҙөлөштәре тип иғлан ителгән, яҡын киләсәктә бөтә илдә танылған автомобилдәр заводы, яһалма күн етештереү берекмәһе төҙөлөшөнә республика йәштәрен үҙенә саҡырған Нефтекамаға юлланыуын да, ошонда ғүмерлеккә төпләнеүен дә яҙмышы тип һанай Зәлиә. Ҡалаға килгәс, бер аҙ төҙөлөш ойошмаһында эшләй. Әммә бала саҡ хыялы — хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәре булыу теләге — еңеп сыға. 1977 йылда ул Краснокама районының халыҡ судына секретарь булып эшкә урынлаша, тағы ике йылдан Нефтекама ҡала судына өлкән суд башҡарыусыһы итеп саҡырыла.

— Эш серҙәренә тиҙ төшөнөп китеүем менән судтың ул саҡтағы рәйесе Мәғәфүр Йәғәфәр улы Хөсәйеновҡа рәхмәтлемен, — ти Зәлиә Мөхәмәт ҡыҙы. — Кәңәштәре бик файҙалы булды. Бергә эшләүселәрҙең һәммәһенә лә кәрәк саҡта ярҙам ҡулы һуҙҙы.

Халҡыбыҙҙың алдынғы ул-ҡыҙҙарына хас булған талапсанлыҡ, йөкмәтелгән эште намыҫ менән башҡарыу, йәштәргә ҡулдан килгәнсә ярҙам итергә ынтылыу, кешеләр менән уртаҡ тел таба белеү кеүек матур сифаттарға эйә Зәлиә ханым — ысын мәғәнәһендә үҙ эшенең оҫтаһы. Һуңғы йылдарҙа уға суд приставтары хеҙмәтенең иң ҡатмарлы йүнәлештәренең береһе, ныҡышмаллыҡ һәм талапсанлыҡ талап иткән алимент мәсьәләләре менән шөғөлләнеү йөкмәтелгән.

— Хеҙмәтем кешеләргә ярҙам итеүгә ҡоролған. Тормошта ауырлыҡ кисергән йәш әсәләргә булышырға тырышам. Ғаиләне тарҡалыуға алып килгән сәбәптәрҙе табып, мөмкин булғанда уларҙы бөтөрөү юлдарын эҙләшәм. Бәхеткә күрә, шундай әңгәмәләрҙән һуң яңынан бергә йәшәп алып киткән парҙар ҙа аҙ түгел. Кемгәлер яҡшылыҡ эшләүеңде, файҙа килтереүеңде күреү – үҙе оло шатлыҡ минең өсөн, — ти Зәлиә Ибраһимова.

Зәлиә Мөхәмәт ҡыҙы ғаиләһендә хөрмәтле ҡатын һәм хәстәрлекле әсәй ҙә. Ире Мөҙәрис Ғәли улы менән ике ҡыҙ үҫтереп, оло тормош юлына сығарҙылар. Бөгөн улар, олатай һәм өләсәй булыу шатлығын кисереп йәшәй.


Нефтекама ҡалаһы.

Вы прочитали 1 текст из Башкирский литературы.