Latin

Үткәндәргә үкенмәй, киләсәккә ышанып

Общее количество слов 2309
Общее количество уникальных слов составляет 1449
30.5 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
44.5 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
52.7 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов

Султый боронғо Уран ырыуы башҡорттары биләмәләрендә, Нефтекама – Яңауыл автомобиль юлы буйында, район үҙәгенән 22 саҡрым алыҫлыҡта ята. Тыуған төйәгенең үткәнен өйрәнеүгә байтаҡ көс һәм ваҡыт сарыф иткән һәүәҫкәр тарихсы Винер Фәррәховтың тапҡан мәғлүмәттәрендә был ауыл тәүге тапҡыр 1621 йылда телгә алына.

Ғалим Әнүәр Әсфәндиәров “Башҡортостан ауылдары тарихы” тигән китабында билдәләүенсә, 1842 йылда бындағы 39 хужалыҡта игенселек, малсылыҡ менән шөғөлләнгән 218 кеше көн иткән. Барыһы ла тиерлек йылҡы, һыйыр малы, һарыҡ-кәзә аҫраған. 1859 йылғы мәғлүмәттәрҙә иһә 43 йортта 221 ир-ат һәм 190 ҡатын-ҡыҙ йәшәгәне әйтелгән. Тиҫтә йылдан хужалыҡтар һаны – 75-кә, халыҡтыҡы 431-гә етһә, 1920 йылда 77 өйҙә 373 кеше теркәлгән.

Бөгөн иһә бындағы 40 йортта даими йәшәгәндәрҙең һаны 50-гә лә тулмай, улары ла – башлыса хаҡлы ялдағылар. 35 йәшкә тиклемгеләр – дүртәү, мәктәп уҡыусылары – алтау. Бары бер нисә хужалыҡта һыйыр, һарыҡ-кәзә, ҡош-ҡорт аҫрайҙар, умарта тоталар.

Уҙған быуаттың икенсе яртыһында тыуған султыйҙар, заман шауҡымына бирелеп, яҡындағы Яңауыл һәм Нефтекама ҡалаларында йәшәүҙе үҙ итһә лә, өлкән йәштәгеләр тыуған нигеҙенә тоғро. Ҡасандыр төрлө сәбәп менән сит тарафҡа юлланғандар ҙа, хаҡлы ялға сыҡҡас, тыуған төйәгенә ҡайта башлаған.

Күңеле “Юлдаш”тай көр

Орден-миҙал бары СССР кимәлендә булған заманда Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Маҡтау грамо­таһы республикала иң ҙур награда ине. Егерме йылдан ашыу колхозда һауынсы булып эшләп, алдынғылыҡты бирмәгән Мәрүә Фәррәхова был баһаға 1978 йыл йомғаҡтары буйынса лайыҡ булған. Уға тиклем “Коммунистик хеҙмәт ударнигы”, бер нисә тапҡыр “Социалистик ярыш еңеүсеһе” билдәләрен, В.И. Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы юбилей миҙалын алған.

Ветерандың тамырҙары – ҡасандыр аҫаба башҡорттар нигеҙ һалған Янбарис ауылында. Ата-бабаһы, үҙҙәрендә ер етмәгәнлектән, 1748 йылда бөгөнгө Кесеҡорға күсеп ултырған.

– Ғаиләлә ете бала инек, – тип хәтер йомғағын һүтте Мәрүә Кашшаф ҡыҙы. – Атайым Бөйөк Ватан һуғышына киткәндә өлкәнебеҙгә – 15, миңә ете йәш, төпсө­гөбөҙгә ни бары 40 көн ине. Беҙҙе һәм өләсәйҙе аслыҡтан, башҡа ауырлыҡтарҙан ҡурсалау әсәйебеҙҙең иңенә төштө. Аҙаҡ билдәле булыуынса, атайым әсирлеккә эләккән һәм Польшалағы фашист концлагерында үлеп ҡалған. Шулай беҙгә ярты етемлектә үҫергә тура килде.

Һәр төрлө һөнәргә өйрәнеп, йыр-моңға маһир булып буй еткергән Мәрүә инәй. Теҙ-быуыны нығынғас, Өфө заводтарының береһендә төҙөкләндереү эшендә өс йыл тирәһе хеҙмәт иткән. Унан, яҙмыш ҡушы­уылыр инде, тыуған яғына әйләнеп ҡайтып, колхозда һыйыр һауырға тотонған. Комсомолка булараҡ, тормоштоң уртаһында ҡайнаған. Артабанғы яҙмышы китаптарҙа яҙылғанса, киноларҙа күрһәтелгәнсә килеп сыҡҡан: ауыл һабантуйын ойоштороп, бар халыҡтың күҙ уңында йөрөгән әүҙем ҡыҙ милли көрәш батыры Иректе үҙенә ғашиҡ иткән. 1961 йылда ғаилә ҡороп, ике ул һәм ҡыҙ үҫтергән Фәррәховтар. Колхозда тырышып эшләгәндәр. Мәрүә инәй әле лә, күреү һәләтенә бәйле I төркөм инвалиды булһа ла, төшөнкөлөккә бирелмәй. “Юлдаш” радиоһына ҡушылып йырлай-йырлай уҙғара ул көндәрен.

Ғаилә башлығы Ирек Тимерәй улы хаҡлы ялға сыҡҡансы колхозда механизатор булған. 38 яҙын бураҙнала ҡаршы­лап, тиҫтәләрсә мең гектар ер һөргән, меңәрләгән тонна иген үҫтергән ул туған ҡырҙарында. Етенсе тиҫтәһен ваҡлағанда гүр эйәһе булып ҡалған ағайҙы яҡташтары ҙур хөрмәт менән, бил бирмәҫ көрәшсе, республика кимәлендә уңыштарға өлгәшкән гер күтәреүсе итеп иҫкә ала.

Ҡартайырға ваҡыт бармы?

Ауылда иң өлгөлөһө тип Ғәзиә Зиязетдин ҡыҙы менән Миҙхәт Нуриәхмәт улы Нурисламовтарҙың ғаиләһен атанылар. Улар ҙа – ауыр һуғыш йылдарын кисереп, донъя йөгөнә иртә егелгән быуын вәкилдәре. Миҙхәт ағайҙың хеҙмәт стажы 50 йылға яҡын. Тәжрибәле механизаторға иретеп йәбештереүсе, электр монтеры һөнәрҙәре лә ят түгел.

Ветеранға ҡарап, уны һис тә туғыҙынсы тиҫтәһен ваҡлай тимәҫһең: “Жигули”һында яҡындағы ҡалаларҙы ла “һә” тигәнсе урап ҡайта. Бихисап наградаға лайыҡ, заманында урындағы Советҡа депутат итеп һайланған тынғыһыҙ ир-уҙаман бөгөн ауыл старостаһы вазифаһын башҡара.

Ғәзиә апай ҙа ғүмерен колхоз хеҙмәтенә арнаған. Йәшелсә үҫтергән, һауынсы булған. Ул заманда һалам бешекләү, башҡа төр аҙыҡ әҙерләү, малды тәрбиәләү күп осраҡта тулыһынса ҡатындар иңенә төшкән. Шулай ҙа бер ҙә бирешмәгән үҙҙәре: йылына һәр һыйырҙан 3 500 литрҙан ашыу һөт һауып, Султый фермаһын районда алдынғылар рәтенә сығарғандар.

– Хәҙер генә күптәрҙе ялҡаулыҡ баҫты. Беҙҙән йәшерәктәр ҙә мал тотмай, – ти бер тауыштан Миҙхәт ағай менән Ғәзиә апай. – Нисек шулай йәшәмәк кәрәк ауылда?! Бер кемгә лә килтереп бирмәйҙәр бит. Элек тә шулай ине, бөгөн дә...

Ҡайһы саҡ һуҡранып алһалар ҙа, гел генә бойоғоп йәшәмәй улар. Моңһоуыраҡ булып китһә, Миҙхәт ағай гармун һыҙҙыра. Йәшлек көйҙәренә дәртләнгән ветерандар унан икәүләп йорт-хужалыҡ мәшәҡәттәренә тотона. Ҡыҫҡаһы, үҙҙәре әйтмешләй, ҡартайырға ваҡыттары юҡ. Эшһеҙ торорға күнекмәгән өлкәндәр әле лә һыйыр, ҡош-ҡорт аҫрай, бәрәңге, төрлө йәшелсә, еләк-емеш үҫтерә. Халҡыбыҙҙың боронғо кәсебе умартасылыҡты үҙ иткән Миҙхәт Нуриәхмәт улын ауылдаштары, яҡын-тирәләгеләр “бал бабай” тип кенә йөрөтә.

Нурисламовтарҙың бергә ғүмер кисере­үенә ярты быуаттан ашыу. Алтын туйҙары айҡанлы төрлө кимәлдәге етәкселәрҙән килгән ҡотлауҙарға, бүләккә бирелгән сәй сервизына әле лә ҡыуанып, бер-береһен ярты һүҙҙән аңлап, гөрләшеп йәшәй улар. Ике ҡыҙ һәм бер ул үҫтереп, башлы-күҙле иткәндәр. Үҙаллы донъя көткән балалары тыуған нигеҙенә юлды һыуытмай, ата-әсәһенә һәр яҡлап ярҙам күрһәтә.

Изгелек орлоҡтарының мул уңышы

Бәхетен хеҙмәттә тапҡан ябай колхозсы, ике ул һәм өс ҡыҙға ғүмер биргән әсә Ро­за инәй Әйүпова менән дә танышырға кә­ңәш бирҙеләр ауыл хакимиәтендә. 85 йә­шенә яҡынлаған ветерандың 10-дан ашыу ейән-ейәнсәре, ете бүлә-бүләсәре бар икән.

Үҫмер сағы ҡәһәрле һуғыш осорона тура килгән Роза Мансур ҡыҙы бөгөнгө тормошона һөйөнөп бөтә алмай. Колхоз хәстәрҙәренә бик иртә егелеп, 58 йәшенә тиклем һыйыр һауған ул. Тимәк, Султый фермаһының заманында алдынғылар рәтендә булыуында инәйҙең дә тос өлөшө бар.

– Яҙмышыма һис тә үкенмәйем, – ти хеҙмәт ветераны. – Эшләгән кешегә иғтибар ҙур булды, бүләк-маҡтауҙарҙан, йылы һүҙҙән мәхрүм итмәнеләр.

Иренән дә уңған Роза Мансур ҡыҙы. Ауылдашы Сәмиғулла ағай менән биш бала үҫтереп, барыһына ла тормошта үҙ урынын, күңеленә ятҡан шөғөлөн табырға ярҙам иткәндәр. Ҡырҡ йылға яҡын тракторсы булған, аҙаҡтан малсылыҡта эшлә­гән ғаилә башлығы 70 йәшендә яҡты донъя менән хушлашҡан. Роза инәй күптән инде бер үҙе көн күрә. Донъяһы бар яҡтан да бөтөн уның. Ул-килендәре, ҡыҙ-кейәү­ҙәре яңғыҙлыҡта ҡалдырмай үҙен, хужа­лыҡ мәшәҡәттәрен тулыһынса үҙ иңенә алғандар. Йәй йорт-ихата бала-саға тауышына күмелә.

Ҡыҫҡаһы, балаларының күңеленә һалған изгелек, туғанлыҡ орлоҡтарының мул уңышына һөйөнөп ғүмер итә Роза инәй. Ана, бар ғүмерен автобус руле артында үткәреп, Нефтекама – Өфө юлынан меңдәрсә пассажир ташыған, әле бөтөн Рәсәйҙә билдәле “Торос” хоккей клубы уйынсыларын ярыштарға йөрөткән икенсе улы Фәүзи атаһы нигеҙенән алыҫ түгел урында яңы йорт күтәреп ҡуйҙы. Ниәте –хаҡлы ялға сыҡҡас, ҡатыны менән ауылға ҡайтып йәшәү. Улдары Денис та йәр итеп нәҫел ебе Султыйҙан булған Айгөл һылыуҙы һайлаған. Тимәк, быуындар бәйләнеше өҙөлмәйәсәк.

Ҡотло нигеҙ гөрләп торор!

Заманса тимер ҡойма менән уратып алынған ихата уртаһында “йылмайып” ултырған, сайдинг менән көпләнгән был ыҡсым йортто күреп, һәр кем “Султыйҙың киләсәге өмөтлө” тигән фекергә килер ине, моғайын. Өйҙөң эсе лә ҡаланыҡы­ларҙан бер ҙә кәм түгел.

– Ирем Мәҙәүи менән Себерҙән хаҡлы ялға сығып ҡайтып, үҙебеҙҙә төпләндек, – тип асыҡ йөҙ менән ҡаршы алды хужабикә Вәсимә Ислам ҡыҙы. – Әсәйем беҙҙең менән йәшәй. Ғүмерен колхоз эшендә үткәрҙе, ҡартлыҡ йылдарында булһа ла уңайлыҡтарҙы татып ҡалһын инде.

Нәғимә инәй Мөзипова – ауылдағы иң өлкән кешеләрҙең береһе, быйыл 85-ен тултырған. Яҙмышына зарланмай. Еңел булмаған тормош юлындағы ҡаҙаныштары менән хаҡлы ғорурланып, бөгөнгөһөнән үтә лә ҡәнәғәт булып, һәүетемсә генә көн итә.

– Колхозда башҡармаған эшем ҡалманы инде, – тип хәтер йомғағын һүтте хеҙмәт ветераны. – Йәшелсә үҫтерҙем, ашнаҡсы булдым, малсылыҡта ла һынатманым.

Бихисап йыл дауамында, төрлө һауа шарттарында 20-ләгән һыйырҙы көнөнә ике тапҡыр ҡул менән һауыу, уларҙы тейешенсә ҡарау, эш араһында үҙеңдең йорт мәшәҡәттәрен башҡарыу, ирҙе, дүрт баланы тәрбиәләү – быларҙың барыһын да әллә ни ауырлыҡ талап итмәгән шөғөл һымаҡ ҡына бәйән итте Нәғимә Ғилмулла ҡыҙы. Шулай инде, ул ваҡытта ауыл кеше­һе ял белмәне, һәр саҡ хеҙмәттә булды. Бер яҡта – колхоз мәнфәғәте, икенселә – ғаилә усағы. Тик үҙен ҡайғыртҡандар һирәк ине ул саҡта.

Үткәндәрҙе барлағанда ғибрәтле бер хәлде хәтеренә төшөрҙө Вәсимә. Себерҙә донъялары яйға һалынғас, улар әсәһен ҡунаҡҡа саҡыра. Юлы менән бергә 18 көн­гә һуҙыла Нәғимә инәйҙең сәфәре. Әйләнеп ҡайтҡас, һөт йыйыусы уға ошо ваҡыт эсендә дәүләткә күпме һөт тапшы­рырға тейеш булғанлығы хаҡында әйтә. Ғәҙеллекте тәү сиратҡа ҡуйған, тейеш нәмәне мотлаҡ үтәргә кәрәк тигән фекерҙән ситкә тайпылмаған ябай колхозсы күс­тәнәскә биреп ебәрелгән һыйыр майын “бурысы” өсөн биреп сығара. Бөгөнгө күҙлектән ҡараһаң, ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та...

Нәғимә инәй ире Ислам Шәриғә улы менән дүрт балаға ғүмер биргән. Ҡыҙ­ғанысҡа ҡаршы, икәүһе иртәрәк гүр эйәһе була. Ҡалғандары гөрләтеп йәшәп ята. Ислам Мөзипов та – Султыйҙан, биш балалы ғаиләлә үҫкән. Армияла йөрөп ҡайтҡас, һөнәрселек училищеһында механизатор һөнәрен алып, ғүмеренең ахырына ҡәҙәр тракторсы булып эшләгән. Техниканы яҡшы белеүен, уңғанлығын, һис ҡасан буш тормауын бөгөн дә һоҡ­ланып иҫкә алалар. Балта оҫтаһы ла булған Ислам ағай өйҙөң нигеҙенән ҡыйығынаса төп эштәрҙе бер үҙе баш­ҡарған. Ул һалған өс йорт бөгөн дә хужаларына хеҙмәт итә. Умартасылыҡ менән дә ныҡлы шөғөлләнгән ир-уҙаман. Бал айыртҡан сағында күрше-тирәләге бала-сағаны татлы ашамлыҡ менән һыйлар булған.

– Атайым гел белемгә ынтылды, – тип хәтерләй ҡыҙы Вәсимә. – Саҡ ҡына буш ваҡыты килеп сыҡтымы, техникаға, йорт-ҡураға йә бал ҡорттарын ҡарауға бағышланған баҫмаларҙы ҡулына алыр ине. Беҙҙе лә китап яратырға өйрәтте.

Бында нисек Аҡмулланың “Башҡорт­тарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк!” тигән саҡырыуын иҫкә төшөрмәйһең инде! Ошондай уҡ фекерҙе үҙ ваҡытында балаларына еткергән ауыл хеҙмәтсәненең нигеҙе киләсәктә лә гөрләп торор.

Ҡырыҫ тәбиғәтте үҙ итеп

Башлыса өлкән йәштәгеләр көн иткән ауыл өсөн иң кәрәкле кеше, әлбиттә, шәфҡәт туташы. Лилиә Сәлимәнова – сығышы менән Күмертау ҡалаһынан. Свердловск медицина училищеһын тамамлағандан һуң өс тиҫтә йылдан ашыу Ҡомалаҡ фельдшер-акушерлыҡ пунктында эшләй. Яҙмыш еле тыуған яғынан алыҫҡараҡ алып китһә лә, Лилиә Карам ҡыҙы ҡырыҫыраҡ тәбиғәтле төньяҡ төбәк тормошона күптән күнеккән. Райондың ауыл хужалығы идаралығында баш агроном йөгөн тартҡан ире Рәлиф Зикаф улы менән мал-тыуар аҫрап, бәрәңге, йәшелсә-емеш үҫтереп, гөрләтеп донъя көтәләр. Сәлимәновтарҙың үҙ өлгөһөндә эшһөйәр итеп тәрбиәләп, тейешле белем биргән улы менән ҡыҙы, хәҙерге йәштәргә хас булғанса, яҡындағы ҡалаларҙа ғаиләһе менән йәшәй, күңеленә хуш килгән хеҙмәт менән шөғөлләнә. Ял, байрам көндәрендә, мөмкинлек табып, тыуған нигеҙенә ҡайтырға тырышалар. Ә ҡартатай менән ҡартәсәй балаларын һәр саҡ һағынып көтөп ала.

Лилиә Карам ҡыҙы эшкә йөрөр өсөн “Дэу-Нексия” маркалы “тимер ат”ты йүгәнләгән. Иҫке Ҡоҙаштан ете саҡрым алыҫта ятҡан Ҡомалаҡ ауылындағы эшенә елдереп килеп етә, артабан үҙе хеҙмәт­ләндергән Кесеҡорға йә Султыйға юл тота. Кәрәк сағында участка дауаханаһы урынлашҡан Прогресс ауылына, район үҙәге Яңауылға ла барып килә.

– Дөйөм алғанда, 300-гә яҡын кеше йәшәгән өс ауыл өсөн яуаплымын, – ти шәфҡәт туташы. – Султыйҙағы өлкәндәр­ҙең күбеһе диспансер иҫәпкә ҡуйылған, һәр саҡ йылы һүҙ, яҡты йөҙ менән ҡаршы алалар.

Шулайҙыр. Ауылда аралашҡан ағай-апайҙарҙан да фельдшер хаҡында тик ыңғай фекерҙәр ишеттем. Көндөң ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, саҡырғанда тиҙ генә килеп етеүен, урында булмаған дарыуҙы үҙ аҡсаһына һатып алып ҡайтып биреүен дә әйттеләр. “Уңдыҡ Лилиә килен­дән. Аҡ халатлы ғына түгел, аҡ күңелле лә ул”, – тип тә өҫтәнеләр...

Иртәнсәк минең менән һөйләшкән арала Лилиә Карам ҡыҙы бер ағайҙың ҡан баҫымын үлсәп, уға кәңәштәр бирергә лә, һаулығына зарланып килеп ингән апайҙы тынысландырырға ла өлгөрҙө. Төрлө ведомствоның бихисап маҡтау ҡағыҙына лайыҡ булған шәфҡәт туташының һайлаған һөнәренә тоғро ҡалып, уны күңел биреп башҡарыуына һоҡланып ҡарап торҙом. Кешене хеҙмәт биҙәй, ти халыҡ. Был һүҙҙәр уңған милләттәшебеҙгә төбәп әйтелгән кеүек.

Нәҫел ептәре өҙөлмәҫ

Яңауыл ҡалаһында ғүмер итһә лә, Султыйҙағы әсәһе янына көн дә тиерлек ҡайтып йөрөгән, ауылдаштарының теленән төшмәгән ир-уҙаман Винер Фәррәхов – үрҙә һөйләнелгән Мәрүә апай менән Ирек ағайҙың өлкән улы. Ул урта мәктәп тамамлағас, техник училищела иретеп йәбештереүсе һөнәрен үҙләштер­гән, әрме хеҙмәтен үткән. Хәҙер инде утыҙ йылға яҡын “Газпром трансгаз Өфө” йәмғиәтенең Яңауыл станцияһында өлкән оператор бурысын атҡара. Халҡыбыҙға хас эшһөйәрлек, тырышлыҡ сифаттары биҙәй уны.

Кандидатлыҡ, докторлыҡ дәрәжәһе булған ғалимдар менән дә һин дә мин аралаша Винер. “Башҡорт ырыуҙары тарихы” серияһының “Уран” тип аталған етенсе томының авторҙары мәғлүмәт туплауҙа ярҙамы өсөн уға “ташҡа баҫып” ҙур рәхмәт белдергән. Ысынлап та, Винер Ирек улы тарихи сығышын өйрәнеү, нәҫел ептәрен барлау йәһәтенән күптәргә үрнәк күрһәтә. Ғалимдар менән шул эш барышында танышҡан, әле лә бәйләнешен өҙмәй. Әйтеүенсә, архивтарҙа урандарға, шул иҫәптән Султый ауылына ҡағылышлы әлегә ныҡлап өйрәнелмәгән мәғлүмәт етерлек.

– 2006 йылда атайҙы һуңғы юлға оҙатҡанда “Ниңә беҙҙең ауылда ике зыярат бар икән?” тигән һорау тыуҙы, – тип хәтирәләре менән уртаҡлашты Винер. – Өлкәндәрҙән һораштырҙым, аҙаҡ архив­тарға мөрәжәғәт иттем. Һөҙөмтәлә бөгөнгө Султый урынында ҡасандыр ике ауыл булғанлығын белдем, уларҙың тарихы буйынса бихисап мәғлүмәткә юлыҡтым.

Ир-уҙаман Өфөлә йәшәгән ҡыҙы ярҙамында архив документтарын ныҡлап өйрәнеп, 12 быуын нәҫелен асыҡлаған. Табылған мәғлүмәттәр нигеҙендә үҙ шәжәрәһен төҙөгән, өҫтәүенә ошондай уҡ эштә күп ауылдашына ярҙам күрһәткән. Бер нисә йыл элек бергәләп “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” һәм шәжәрә байрамдарын ойошторғандар.

Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ тигәнде үҙ өлгөһөндә иҫбатлай Винер: өҙҙөрөп гармунда уйнай, ағастан һәм тимерҙән семәрләп төрлө әйбер яһай, йортон зауыҡ менән үҙе биҙәгән. Янбарис ауылы һылыуы Әлфиә Әхнәф ҡыҙы менән былтыр ынйы туйҙарын билдәләгәндәр. Тормошонан йәм, тәм табып, ейән-ейән­сәрҙәренә ҡыуанып, бер-береһен хөрмәт итеп, туған-тыумасаһын, изге төйәген ҡәҙерләп ғүмер итә Фәррәховтар. Афарин!

«Ҡандан киләлер...»

Көнитмешебеҙҙәге һуңғы сирек быуат үҙгәрештәренең ыңғай яҡтары ла аҙ түгел. Мәҫәлән, тыштан да, эстән дә балҡып торған ҡупшы йорт һалып, уны заманса йыһазландырыу, бихисап канал тотҡан телевизор антеннаһы ҡуйыу, интернетҡа тоташыу – быларҙың барыһы ла күп төбәктең уңғандары өсөн ғәҙәти күренеш. Аңлы рәүештә ауыл тормошон һайлап, Султыйҙа нәҡ шундай шарттарҙа ғүмер иткән Лилиә менән Артур Бакировтар – күптәргә өлгө. Дүртенсе тиҫтәһен ваҡлаған йәштәр күп тиҫтерҙәренән ергә ереккәнлеге, ауылды яратыуы менән айырылып тора. Алсаҡлыҡ, ихласлыҡ та етерлек үҙҙәрендә.

Ғаилә башлығы, һөнәрселек училище­һын тамамлағас, умарталыҡта, ферма йүнәтеүҙә эшләп алған, унан армияла хеҙмәт иткән. Төньяҡ Кавказда террорға ҡаршы үткәрелгән хәрби операцияларҙа яҡындан ҡатнашырға тура килгән уға. Имен-аман әйләнеп ҡайтҡас, “Башнефть” компанияһының Яңауылдағы төҙөлөш-монтаж идаралығында ағас эшкәртеүгә тотонған. Бөгөн дә шунда хеҙмәт күрһәтә.

– Ҡартатайым балта оҫтаһы булған, – ти Артур. – Ҡандан киләлер инде: бала саҡтан был һөнәргә яҡынлыҡ тойҙом. Өйөбөҙҙө эстән дә, тыштан да үҙем теләгәнсә биҙәнем.

“Көлөп” торған йорттоң хужабикәһе Лилиә, малайҙар Дамир менән Денис үҙҙәре лә беҙҙе йылмайып ҡаршы алды.

– Балалар баҡсаһы, мәктәп булмау ныҡ теңкәгә тейһә лә, хәҙер ауылда рәхәтләнеп йәшәргә була, – тине бер тауыштан Бакировтар, ике ҡатлы торла­ғындағы тормош шарттары менән таныштырып. – Беҙҙә күп йәһәттән ҡалаға ҡарағанда яҡшыраҡ. Нисек кенә булмаһын, ауыл тормошо яҡыныраҡ.

Һүҙ юҡ, ысынлап та, шулай. Һуңғы йылдарҙа күптәрҙең ергә ынтылыуы, үҙ йортонда йәшәргә тырышыуы – быға асыҡ миҫал. Ҡалала хеҙмәт итеп тә, ауылда йәшәгәндәр күбәйҙе. Шуға ла Лилиәнең дүртенсе йыл инде “НефАЗ” заводында киң профилле токарь булып эшләүенә һис аптыраманым. Хеҙмәт урынына көн дә маршрут автобусында йөрөй. Уға тиклем тыуған ауылы Киҫәкҡайындағы теплицала тиҫтә йыл ҡыяр, помидор үҫтергән. Туплаған тәжрибәһен хәҙер үҙ хужалы­ғында ҡуллана: 15 сутый майҙанлыҡ баҡсала һәр төрлө йәшелсә үҫтерелә, емеш ағастары ла бихисап.

Яҡын киләсәктә умартасылыҡҡа то­тонорға ниәтләй Лилиә менән Артур. Уларҙың башлыса өлкәндәр генә ҡалған Султыйҙа заман менән бергә атлап, гөрләтеп йәшәп ятыуы ҙур һоҡланыу уятты.

    Султыйҙа танышып-һөйләшкән бер кемдән дә үҙ яҙмышына, тормошона зар­ланыу, етәкселәргә йүнәлтелгән ризаһыҙ­лыҡ, тәнҡит ишетмәнем. Балалыҡ, үҫмер йылдары һуғыш һәм унан һуңғы ауыр осорға тура килгән сал сәсле ветерандар, тыл һалдаттары үткәнде лә, бөгөнгөнө лә хурламаны, яҡты киләсәккә ныҡлы ышаныс белдерҙе. Уран ырыуы башҡорттары вариҫтары тормошоноң “Беҙ булғанбыҙ, барбыҙ, буласаҡбыҙ!” тигән төп ораны­быҙға ауаздаш булыуы күңелдә ҙур ғорурлыҡ уятты.


    Краснокама районы.

    Вы прочитали 1 текст из Башкирский литературы.