🕥 Минуты чтения - 32

Шиғырҙар - Аҡмулла - 1

Общее количество слов 4098
Общее количество уникальных слов составляет 2362
22.1 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
33.6 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
40.0 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  
  
  Ай донъя!..
  Ҡаҙаҡты һайлау тигән електәрҙе,
  Бер бәлә ил эсенә килеп керҙе:
  Фытырға мыҫҡал хәйер бирмәй торған
  Байҙарҙы таштан ҡаты иреттерҙе.
  Бирмәһә хоҙа насип, баһаң китер,
  Шул саҡта дуҫың булһа, дошман итер.
  Йәштә ҡылған яҡшылыҡ зарар итһә,
  Бойҙай иккән ереңә баһа бөтөр.
  Ай, донъя! Ҡыуҙым һине ун йәшемдән,
  Яраным шул ваҡыттан юлдашыңа.
  Мәхрүм ташлап китәрең белмәгәнмен,
  Юламай китмәҫ инем моңдашыңа.
  Бер көндә донъя ҡыуҙыҡ, аттай тартып,
  Был көндә тәүбә ҡылдыҡ, хаҡтан ҡурҡып,
  Егетлек тәрбиәһен үткәрҙек беҙ,
  Кейектәй урмандағы юртып-юртып.
  Бер үлем мосолманға — ҙурлыҡ ҡылһа,
  Тиңлек бар мосолманға — хурлыҡ ҡылһа.
  Китап һүҙен боҙоп әйткән боҙоҡ мулла
  Өҫтөн сығыр унан да, бурлыҡ ҡылһа.
  Аҡмулла күпте күреп һырғалаған,
  Һәр ерҙә наҙандарҙы ҡуҙғалаған.
  Һәр кемдең хәл ҡәҙәре бер аңы бар,
  Бесәй ҙә, сысҡан күрһә, юрғалаған.
  Арғы атам Хәнәфиә, Хорасанлыҡ,
  Сулаҡлыҡты туралыҡтан күреп ҡалдыҡ.
  Барыһы ғалимдәрҙең күсеп китте,
  Наҙандар йүн белмәгән бында ҡалдыҡ.
  
  Атайыма хат
  Хат ебәрҙек Оренбург ҡалаһынан,
  Ҡалаһында ғөләмәләр араһынан.
  Хөрмәтле атайыма йөҙ мең сәләм
  Күңеле һыныҡ аҡ ҡош - шоңҡар балаһынан.
  Хөрмәтле атаҡайым, һеҙгә сәләм,
  Һеҙҙәргә бәғд әс-сәләм ошо кәләм.
  Бер нисә, күңеле һынып, ғосса* яҙҙы
  Зарланып, бер мосафир мулла балаң.
  Атаҡайым, килешмәне эшең артыҡ,
  Беҙ ҡайттыҡ һеҙҙе һағынып, күңел тартып.
  Ун өс йылда бер ҡайтып, күңел һынды,
  Инде беҙгә тереклектән үлгән артыҡ.
  Үпкәм шул мөрәүәтһеҙ атабыҙға:
  Әсәбеҙ ғәжәп хәл көтә беҙгә.
  Беҙ, бисара, доғасы инек барсабыҙға:
  Үҙегеҙгә, ата-баба, жәддәгеҙгә*.
  Атаҡайым, инде һеҙгә юҡ бүтән һүҙ,
  Был донъя малына туя алмай күҙ.
  Ун өс йылда бер ҡайтып, үҙ итмәнең,
  Инде һағынып ҡайтырҙай булманыҡ беҙ.
  Күп ғәжәп был сифатлы ҡатып ҡалмаҡ,
  Һеҙгә еңел булһа ла, беҙгә һалмаҡ.
  Беҙ ҙә бит вариҫ инек, түгел үгәй,
  Һин беҙҙәргә ата инең, түгел ҡалмаҡ.
  Ғүмеребеҙ йә бер көн, йә бер айлыҡ,
  Күңел етһә, уйланмаҫ ярлы-байлыҡ.
  Беҙҙе бер мәстәк хәтле күрә алманың,
  Була алманыҡ һеҙҙең ҡашта яңғыҙ тайлыҡ.
  Сиратҡа мәркәб булмаһын көрән атың*,
  Белә алманың үҙең һин ғәләмәтең.
  Һәр хәлдә бер атҡа ғына торошбоҙҙор -
  Беҙ ҙә бит ир-егетбеҙ, түгел ҡатын.
  Абруйһыҙ ҡалғаны юҡ оҙон морон,
  Һис ҡасан хур булмаҫ ҡоро морон.
  Ат та булыр, тун да булыр - беҙ булмабыҙ,
  Имен булһа, кире ҡайтыр туры айғырың*.
  Беҙҙәрҙән артыҡ икән һеҙҙең турат,
  Мөжәррәд* туры атта - һеҙҙең морат,
  Беҙҙәрҙән бер ата тирен ҡыҙғандығыҙ
  Беҙ ҙә һеҙгә бала инек, түгел брат.
  Йоротом, тип, ҡайтҡан инем һағынғандан,
  Вәғәҙә шул иркен ерҙә табылғандан.
  Ун өс йылда бер ҡайтып, оҙатмағас,
  Күҙемдән ҡанлы йәште ағыҙғандан.
  Һеҙгә әйтмәй, кемгә әйтәйем, эй солтаным.
  Һыҙылалыр көйә-көйә йөрәк майым.
  Уйлаған эш еренә етмәй ҡалды,
  Бәхил бул инде беҙҙән, миһырбаным.
  Сәләмәт, имен торһон баш, малығыҙ,
  Мал булғанда, юҡ һеҙҙең арманығыҙ.
  Алтындың ҡулда барҙа ҡәҙере булмаҫ -
  Табылмаҫ мең тәңкәгә мыҫҡалыбыҙ!
  Ҡәҙерле йорт эсендә булһын башың,
  Ғалимға күңелдәрең ник аумаһын?
  Һандуғас ҡоҙғон менән бергә булмаҫ,
  Йүнһеҙҙәр ҡайҙан белһен ир сауҙаһын?
  
  ғосса (ғ)— ҡайғы-хәсрәт, һағыш
  жәддә (ғ) — оләсәй, ҡартәсәй
  Мөжәррәд (ғ) — яңғыҙ, бер бөртөк
  «Атайыма хат». Аҡмулланың шиғыр менән атаһына яҙған хаты. Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының 1974 йылғы археографик экспедицияһы ваҡытында ғилми хеҙмәткәрҙәр В. Әхмәҙиев, А. Ҡудаш һәм И. Бүләков тарафынан Бүздәк районы Ҡаңны-Төркәй ауылы Балғужин Яҡуп ҡарттың ҡулъяҙма дәфтәренән табылған. Уның бер күсермәһе 1975 йылда VI археографик экспедиция ағзалары В. Әхмәҙиев һәм ошо юлдарҙың авторы тарафынан шағирҙең тыуған ауылы Туҡһанбайҙа Бәҙретдинов Хәбетдин ҡарттың ҡулъяҙмалары араһынан табылды. Текстар араһында айырма юҡ. Хат «Аҡмулланың әткәсенә яҙмыш мәктүбе» исемендә В. Әхмәҙиев аңлатмалары һәм транскрипцияһы менән «Ағиҙел» журналында (1976, № 8) баҫылып сыҡты.
  
  Ислам тәғлимәтенең өйрәтеүенсә, ғәйет көн салынған ҡорбан кешене теге донъяла ҡылдан нәҙек, ҡылыстан үткер сират күпере аша үткәндә тамуҡҡа йығылып төшөп ҡалыуҙан һаҡлай, имеш. Шуға мосолмандар араһында һәр ғаилә ағзаһына айырым атап ҡорбан салыу йолаһы киң таралған. Бында шағир, көрән атың миңә сират күперен алып сығыр мәркәб (ғ. — атланып, менеп йөрөй торған хайуан) булыр тип ҡурҡаһыңмы, тип атаһын ҡарунлыҡта ғәйепләй. Ләкин был юлдарҙың төп мәғәнәһе иҫке ҡарашлы Камалетдин мулланың дини тойғоларының ихласлығын шик өҫтөнә алып, уларҙан бик нескә һәм тапҡыр ирония менән көлгән кинәйәгә ҡайтып ҡала.
  Сығанаҡтарҙан мәғлүм булыуынса, Аҡмулла, атаһынан рөхсәт һорап тормаҫтан, ил гиҙергә уның атын егеп сығып киткән. Бында шағир шуға ишаралай.
  
  Аттың ниһен маҡтайһың?...
  Аттың ниһен маҡтайһың -
  Бәйгеләрҙә сапмаған;
  Дөйәнең ниһен маҡтайһың -
  Алыҫ ергә бармаған;
  Әҙәмдең ниһен маҡтайһың -
  Яҡшы яғы ҡалмаған;
  Донъяның ниһен маҡтайһың -
  Ырыҫ-бәхет ҡунмаған;
  Хакимдың ниһен маҡтайһың -
  Яуыз йырын йырлаған;
  Егеттең ниһен маҡтайһың -
  Илде дошман сарлаған236;
  Ҡатындың ниһен маҡтайһың -
  Ҡағып түшәк һалмаған;
  Баланың ниһен маҡтайһың -
  Атаның телен алмаған;
  Ҡыҙҙың ниһен маҡтайһың -
  Ғәйбәт һүҙҙән ҡалмаған;
  Мулланың ниһен маҡтайһың -
  Үле менән теренең
  Барын берҙәй ялмаған.
  
  Аҡ шоңҡар, бәхет тайһа, ҡарға булыр…
  Аҡ шоңҡар, бәхет тайһа, ҡарға булыр,
  Туғырға күпме әйләнеп, ҙурға ҡуныр.
  Йән-тәнде тәрбиә иткән күпме әҙәмдәр,
  Үлемдән билге булһа, йөҙө ҡасыр.
  
  Аҡмулла, хәлеңде бел...
  
  Аҡмулла, хәлеңде бел: үҙең ҡалай,
  Үҙеңә лайыҡ түгел, һүҙең ҡалай.
  Вәғәзсе күп, берҙәмлек юҡ - оят ҡайҙа,
  Ҡолағыңды борорлоҡ һинең, малай!
  Мин булһам да, мөхәббәт юҡ, зиһенем тарау,
  Ғәҙәтебеҙ - көнө-төнө китап ҡарау.
  Ялағай булмағанһың, юлдаш ҡалмай,
  Булмаһа артыҡ һимеҙ - әсең ярау.
  Күп йөрөнөк арҡабыҙҙы беттәр талап,
  Талаһа ла, ҡалманы беҙҙән талап:
  Булһа булды юҡ саҡтары - үкенмәйем,
  Ғүмеремде сарыф ҡылдым китап ҡарап.
  Һәнәре булһа, тырышҡан юлда ҡалмаҫ,
  Тырышмай тик ятҡандан файҙа булмаҫ.
  Уҡыр өсөн шарт түгел Бағдад, Хәләб:
  Сыбар үгеҙ, Бохар барып, мулла булмаҫ.
  Ғалим булһа, милләт өсөн зарлы булһын,
  Кәрәк ул бай, кәрәк ярлы булһын.
  Был һүҙемде һөймәгән тәкәбберҙәр
  Асыуланмағайы - кәрәк ярылып үлһен!
  Һәр кешенең һүҙенән әҙәм һынар,
  Берен-бере кәмһетеүгә әҙәм ҡомар.
  Себен дә һау ергә күҙен һалмай,
  Ҡайҙа эрен, ҡутыр бар - уға ҡунар.
  Дуҫ күрһәң, ҡапҡаһына барып ҡара -
  Ояттан сыҙай алмай, күңелең һынар.
  Мөхәббәт-шәрбәттән юлдашлыҡ ҡылһаң,
  Ул һиңә бал урынына зәһәр һонар.
  Нәфис, татлы һүҙеңә ҡаршы килеп,
  Мәжлестә шаулауына ҡолаҡ тонар.
  Дошманлыҡ буйыбыҙға ҡарарланған,
  Белмәймен килешерен ниндәй томар*.
  Ғәмәлгә ярарлыҡ бер эшебеҙ юҡ,
  Аҡмулла тигән байғош шуға илар.
  Ҡайғығыҙҙың күплегенән йөрәгем нар,
  Ямандарға рәнйеү һалып, түгелде çap*.
  Аҡылым хайран, башым вайран - диуанамын,
  Булһам да йорттан ашҡан йүгерек толпар.
  
  Аҡмулланың һүҙе шул...
  Аҡмулланың һүҙе шул, ҡылһаң нәзар*,
  Тереләй үлгәнгә иҫәп беҙ бер мәзар.
  Йыйылып, дуҫтар мәжлес хушлағандай,
  Алдыбыҙ әле булһа ҡыҙма баҙар.
  Бер лайыҡ урынға тура килмәй,
  Ҡаҙаҡта тәнтерәп йөрөй аҙар-маҙар.
  Һәр нәмәгә моң булып ғүмерем үтте,
  Бынан былай тәҡдирҙә ҡалай язар.
  Ҡараһаң, Аҡмулланың диуаны был,
  Эсендә - һыуһағанға шәрбәтле һыу.
  Битенең бере көләр, бере һүгәр,
  Тура һүҙе - берәүгә им, берәүгә ыу.
  Иҫтәлек булмаҫмы тип яҙған булдыҡ,
  Хата булһа, ярлыҡарһыҙ, я аллаһу.
  Күңел дәрте ҡуҙғалып, тышҡа сыҡты,
  Тулған һуң сыҙатманы эстә ябыу.
  
  Аҡыл
  Мәртәбәне тапҡандар арандайҙыр*,
  Нәсихәт ҡылһаң, күнмәй, табандайҙыр*.
  Алға ынтылып йөрөгәндә бәхет тапһа,
  Тиңмен тигән тиңдәшен таба алмайҙыр.
  Бер аҙ дәүер ҡорбанды ташламай баҡ*,
  Ялған һүҙҙе, алдашыуҙы маҡтамай баҡ.
  Күпте күргән ҡарт дана аҡылын алып,
  Залимдарҙың һүҙҙәрен йөпләмәй баҡ.
  Туғай яҡшы япанда ҡыу даланан,
  Ҡәҙер белмәҫ тыуһа әгәр бер ананан.
  Наҙан менән биш көн тороу - йылға торош,
  Аҡылың булһа, айырылма ҡарт дананан.
  Тиңдәш ҡылһаң, уның өсөн бирегеҙ теҙ,
  Танымаған әҙәмгә алтын да - еҙ.
  Юлдашын тапмаған ир юлдан яҙыр,
  Һис ҡасан наҙандарға булмағыҙ кез216.
  Атаң ҡуйған атың менән аталырһың,
  Хеҙмәтеңә ҡарай илеңдән бата алырһың.
  Наҙан менән күпме юлдаш булһаң да һин,
  Ахырында, бер көн килеп, дат алырһың.
  Дәрәжәң, ошо һүҙҙе тотһаң, артыр,
  Яҡшы ниәт һәр саҡ яҡшылыҡҡа тартыр.
  Ахмаҡ дуҫтан аҡыллы дошман артыҡ -
  Ахмаҡ дуҫтан һәр әҙәм яфа татыр.
  Ун бәләнең туғыҙы телдән тыуар,
  Аҡылы бар әҙәмдәр телен тыяр.
  Ауыҙыңдан сығарһаң яман һүҙҙе,
  Аждаһа булып, артыңдан һине ҡыуар.
  Ҡымыҙ эскән бәйгегә телен ҡушар,
  Булыр-булмаҫ һүҙҙәргә ҡолаҡ тонар.
  Ат туғарып керешкән сафсатанан
  Кис булып, көн батҡанда һәрең боҫар.
  Тел асыуын сығарһа, ҡул - хеҙмәткәр,
  Асыу-дошман аҡылға булмайҙыр яр.
  Баш ярып, күҙ сығарып, дау даулашып,
  Ун бәләнең береһе ҡулдан тыуар.
  Телде байҡап һөйләгеҙ аҡыл менән,
  Эш башлайҙар яҡшылар яҡшы менән.
  Ләпелдәк тел һәр ваҡытта бәлә булыр,
  Һаҡһыҙлыҡтың китмәгеҙ йүне менән.
  Бәхетең артыр, кәм булып яраламаһаң,
  Кемдәр юлай ҡашыңа - һарылмаһаң.
  Урынһыҙ ерҙә телде тыймаҡ кәрәк,
  Серең ситкә сығарма, ярылмаһаң.
  Аҡылыңды өҫкә бүл: берен һөйлә,
  Икеһе эстә торһон - уға теймә.
  Алды-артыңды байҡамай һүҙең һөйләп,
  Вайымлашып, аҙағында һин үкенмә.
  Аҡыллының кәңәше эстә торор,
  Аҡылһыҙҙың үҙ һүҙе үҙен орор.
  Үҙендә камил аҡыл булһа ла, ир,
  Кәңәш әйтеп, һәр кемдән аҡыл һорар.
  Йән бармы ошо һүҙгә ҡолаҡ һалыр?
  Һуйылым юҡ һаңғырауға һуғып алыр.
  Мәғрифәт, тип, халыҡҡа файҙа эҙләп,
  Йән бармы ғилем һүҙҙе ауыҙына алыр?
  
  Аһ, дәриға!..
  Аһ, дәриға, беҙҙең йортта юҡ иттифаҡ,
  Беҙҙе ниңә дуҫлаштырһын бындай сиҡаҡ!
  Арабыҙҙан бер кәшшаф* сыҡҡаны юҡ
  Тырышҡан халҡына теләп иттифаҡ.
  Үҙһүҙлеләр, хаҡты күрмәй, күҙе тонһа,
  Яҡшылары маҡсатынан күҙен йомһа,
  Татлы ләззәт мәғәнәһенән өлөш алмаҫ,
  Себендәй ҡутыр ерҙе эҙләп ҡунһа.
  Атҡан уҡтан ни файҙа, йүнһеҙ булһа,
  Юлдашыңдан ни файҙа, түлһеҙ булһа,
  Мөнәжәт, шиғыр менән һис эш булмаҫ,
  Күңеле ҡатҡан бер дәртһеҙ, моңһоҙ булһа.
  Дәрдмәндтәр шағир булмай, эс бошмаһа,
  Илһам-дәрте ташып сығып, эш бешмәһә,
  Йөрәгенең саҡмаһы ҡағылғанда,
  Үпкәһенең ғәүрәтенә ут төшмәһә.
  
  Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!
  Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк!
  Арабыҙҙа наҙандар күп, уҡыу һирәк.
  Аңғыра айыуҙан Уралдағы ҡурҡҡандай,
  Эй, туғандар, наҙанлыҡтан ҡурҡыу кәрәк!
  
  Илтифат ит: уҡыуҙалыр шәрафәттәр,
  Яһиллектән килә ятыр ҙур афәттәр.
  Уҡығандар күктә осор, һыуҙа йөҙөр,
  Юҡтыр унда әүлиәлек, кәрамәттәр.
  
  Уҡығанға был донъяла жәләл булыр,
  Харам тигән күп шәйҙәр хәләл булыр.
  Ырыҫ, дәүләт шишмәһен асам тиһәң,
  Ғилем-һөнәр берҙән-бер әмәл булыр.
  
  Алтыға берҙе ҡушып, һан ун булмай,
  Сәғәтте алға бороп, төн көн булмай.
  Белемлелек — арыҫландан көслө батыр,
  Шуға атланмай, һинең төшөң һис өн булмай.
  
  Баһа
  Әҙәм булыр — әҙәмдең нәҡешелер,
  Әҙәм булыр — хайуан унан яҡшылыр.
  Таштар булыр — өҫтөндә хайуан йөрөр,
  Таштар булыр — ҡиммәтен Алла белер.
  
  Бей булмаҫ...
  Бей булмаҫ билен ялпаҡ быуған менән,
  Таҙармаҫ асылы харам йыуған менән.
  Ҡай(һы) наҙан, күҙен йомоп, битен һыйпай —
  Суфыйлыҡ табылмаҫ күҙ йомған менән.
  
  * * *
  Хөрмәтле Бикмөхәммәт мирза, һиңә
  Йөҙ мең сәләм фәҡирегеҙ Аҡмулланан.
  Һәр төрлө мәғәнә менән хат язамын
  Йәҙәре, унары бар үргә табан.
  Ғәзизем, донъяны кем тамамлаған,
  Донъянан вафа һис кем таба алмаған.
  Аҙаштым, туҡтап торамын, мәрхәмәт ҡыл,
  Әжере ҡайтыр һеҙгә бер Алланан.
  Ғәзизем, зиндан тигән аты яман,
  Көнөбөҙ беҙҙең бында — ахыр заман.
  Ҡарағыҙға илап сәләм яҙған инем -
  Файҙа юҡ, ҡаты ергә һалһаң һалам.
  Уңмайҙыр йүнһеҙ әҙәм ҡырынлаған,
  Теле менән тирмән тартып дырылдаған.
  Ғилемлек хур булғанға, илай-илай,
  Сыҡмаған йәнем ята ҡыймылдаған.
  Иртә вә кис доға ҡылам ғәзиз, саған*,
  Шәфҡәтең ошондайҙа тейһен маған.
  Хоҙайым сауабыңа ожмах бирһен
  Алмалы хур ҡыҙҙары мыймылдаған.
  Мирза инең яҡшы һүҙен һындырмаған,
  Өйөндә туғаны кемдең алтын баған*.
  Хоҙайым абруйыңда артыҡ иткән,
  Эргәңә дәүләт ҡушып сынйырлаған.
  Әйтәйем, Аҡмулланан һүҙ ҡалмаһын,
  Дәүләте бар дәүләтен ҡыҙғанмаһын.
  Дошмандай, борадәрем, хур күрмәгеҙ.
  Йылан да уянмаһын, ҡуҙғалмаһын.
  Күп түкте бәдбәхеттәр күҙҙең йәшен,
  Мөъминде илатҡанды күҙ күрмәһен.
  Майҙанда һәр кем алһын үҙ мөсәһен,
  Эйәрсенде арғымаҡтан уҙҙырмаһын.
  Ҡыйналды тар урында ғәзиз йәнем,
  Тарығып хат яҙаһың миһырбаным.
  Хөрмәтле хозороңа сәләм булһын
  Бәхетле йортҡа ҡылған ҡәҙер, даным.
  Ҡалмаһын был донъяла арманығыҙ,
  Донъяла бөйөк булһын фарманығыҙ.
  Башыңа Һомай ҡошо ҡунаҡ булып,
  Мөбәрәк, ҡотло булһын дәүранығыҙ.
  Киң күңеллек — мирзаларҙың һиммәтенән,
  Йомартлыҡ — дәүләтленең хөрмәтенән.
  Ауыр саҡта үтенес һорап барған
  Аҡмуллағыҙ — Мөхәммәт өммәтенән.
  
  Билдәһеҙ!
  Китмәҫ бәхет таптым, тип,
  Ҡулда тороу билдәһеҙ;
  Ғәрип йәнең — ҡунаҡтыр —
  Тәндә тороу билдәһеҙ;
  Был донъяла күп тороп,
  Ғүмер һөрөү билдәһеҙ;
  Тиндәр менән тиңләшеп,
  Тиң йөрөүең билдәһеҙ;
  Түбәһе бейек өйөндә
  Дүрт көн тороу билдәһеҙ;
  Ҡатының яҡшы юлда тип,
  Бер йөрөүең билдәһеҙ;
  Баланы балдан татлы тип,
  Көн күреүең билдәһеҙ;
  Ҡартайғансы донъяла
  Йән тороуы билдәһеҙ;
  Китмәҫ дәүләт бәйләнеп,
  Мал тороуы билдәһеҙ;
  Көн дә — көн дә ҡулында
  Сәй, мәй тороу билдәһеҙ;
  Мәртәбәне таптым, тип,
  Үлмәй тороу билдәһеҙ;
  Әҙәм затка яралып,
  Хан булыуың билдәһеҙ;
  Был донъяны ҡыуған менән,
  Бай булыуың билдәһеҙ!
  
  Борадәргә
  Борадәрем, сын мулла кем, беләһеҙме,
  Ғилемлек китаптарын беләһеҙме?
  Башҡорттоң Юзикаев кантонындай,
  Даны сыҡҡан һеҙ әфисәр-түрәһеҙме?
  Нәфсе тыймай, күңел һынмай, байлыҡ китмәй,
  Ожмахҡа бик тиҙ генә керәһеҙме?
  Һай, ҡәрҙәштәр, талашмайыҡ булып баҡ-баҡ,
  Был һүҙемдә маҡсатым күренер хаҡ.
  Милләтте маҡтауға камил булһаҡ,
  Шәкерттәр уҡып әйтер - нимә нахаҡ.
  Әһле ислам йоҡлабыраҡ ҡалыр булды,
  Башҡа милләт алға табан барыр булды.
  Дошмандарға мөҡауәмәт ҡылмаҡ осон
  Яңы ғилемдәр беҙгә зарур булды.
  Хәл килһә, төрлө фәнде күргән яҡшы,
  Ғалимдар ҡатарына кергән яҡшы.
  Русса уҡып-яҙып ҡына түгел белмәк,
  Хәл килһә, французса белгән яҡшы.
  Иң әүүәл үҙ ғилемеңдә заһир бул һин,
  Ышанысың ҡеүәте таһир булһын.
  Һиндостан ғаләмендәй мәхкүм күреп,
  Ғилемгә ҡаршыларға ҡаһир бул һин.
  
  Бохарҙа бар болама...
  Бохарҙа бар болама,
  Ташкендә бар һулама.
  Бер һынаған яманды
  Икенсе ҡат һынама.
  Юҡлыҡта һүҙ ҡушмаған,
  Һыйлашмаған ағайың
  Үлгәндән һуң күҙенә
  Ҡом ҡойолһон — илама!
  
  Булмаған...
  Һәр нәмәнең асыл тыумыштан хикмәте яр булмаған,
  Инде уның ғилләһенә һис дауа бар булмаған.
  Хазина - хикмәт сире, фәһемлегә зарар түгел,
  Ғилем диңгеҙендә хосот һис сафакәр334 булмаған.
  Эй, ғәзизем, аҙғын яттарҙан ҡотолоу мөмкин түгел,
  Һис берәү юҡ нисбәтендә һүгеү, әшрар335 булмаған.
  Бәғзе ҡуҡыр тел оҙатыр белмәйсә көс-ғәйрәтең -
  Маҡтанып, ҡарсыға байғош һеҙгә миғъяр336 булмаған.
  Арыҫланға хөсөт итеп, ахмаҡ ишәк юҡ булған -
  Ҡорсаңғы-таҙ майҙанда асла толпар булмаған.
  Күп төрлө барса ғилемдән, эй ғәзизем, белемең,
  Гәрсә ярғанат төшөнә нурҙарың бар булмаған.
  Батыр - ҡурҡаҡ нисбәтенә күҙ һалығыҙ, ғәзизем,
  Муллалар, лаф ороу менән, Хужа Әхрар булмаған.
  Бәндәнең уңы - һиммәттә, һулы – юлсы йортонда,
  Күккә осҡан менән һәр ҡош бары шоңҡар булмаған.
  Төшһә ҡарға алдаҡсыға, ул тауистай күренер,
  Сәмреғошмон, тиеп, ҡарға ҡошҡа сәрдар337 булмаған.
  Татлы балдың ләззәтен һиҙмәҫ томшоғо серек,
  Бөтә зат - бары зауыҡта, хистә берҙәй булмаған.
  Һаҡҡолаҡтар булғанға, һәр һүҙҙән тәҡәт киҫкән.
  Һаҡалһыҙ булғанға йырсы, йыры һис хар338 булмаған.
  Шиңгән гөлдө теләһен ул, танауы еҫ һиҙмәгән,
  Еҫле гөлдән томшоғо юҡ һис әҫәрдар339 булмаған.
  Мин меҫкенде тамуҡ шымсыһы үртәй, ниҙәр ҡылайым,
  Алла биргән ҡазаға бәндә инҡар булмаған.
  Кем әшәке холоҡло булһа, уйын уйлар хаслыҡтан,
  Ул әҙәмдең күңелендә мәғнәи әсрар340 булмаған.
  Аҫылдар ҙа гиҙә ғәйбәт, яла, ошаҡ, йәберен,
  Шундай ғалим һүҙендә лә дөрөҫ әхбар341 булмаған.
  Бергә ҡалъя еймәйенсә, эсмәйсә сәй, туҡмасын,
  Яҡын дуҫың - шәрә йылан, һис вафадар342 булмаған.
  Хас та татлы ғәсәлдәй343 көндәшенең ғәйбәте,
  Ала ҡарға енесенә емнек еймәк ғәр булмаған.
  Ижад итеүсе - мөләҡҡаб344 бисара Аҡмуллағыҙ,
  Ир ҡәҙерен әҙәм белмәҫ уйы әфкар345 булмаған.
  
  Булырмы?*
  Йыһанда тоғролоҡ менән хаҡлыҡ
  Һаман шулай иҙелерме, тапалырмы?
  Ватылғас таш йөрәклек, аҡһөйәклек,
  Фәҡир халыҡтар ҙа бер шатланырмы?!
  
  Бәдбәхеткә һүҙең үтмәҫ...
  
  Бәдбәхеткә һүҙең үтмәҫ, ялынһаң да,
  Әшәкегә — үҙең туҙан, яғылһаң да.
  Ғәрип булһаң, үҙең — йәмһеҙ, һүҙең — тәмһеҙ,
  Ауыҙыңдан дөррә гәүһәр ағыҙһаң да.
  Тирмәһенә кереп булмай, һыйып булмай,
  Гәрсә һин диндар булып танылһаң да.
  Мәғәнәһенән ләззәттең өлөш алмай,
  Күпме һин һүҙҙең майын ағыҙһаң да
  Дәртһеҙҙең дуҫлығында мәғәнә юҡ,
  Ул һағынмай, һин уны һағынһаң да.
  Яман һине һыйламаҫ, һыйлаһаң да,
  Унан ашып, һүҙ атырға ҡыймаһаң да.
  Яҡшылыҡты яманлыҡҡа хисап итер,
  Уға һин күпме изгелек уйлаһаң да,
  Яғымлылыҡ ҡаҙанында ҡайнаһаң да,
  Былбылдай килештереп һайраһаң да —
  Яман бысаҡ тиҙ үтмәҫ, ҡайраһаң да...
  
  Бәхет
  Заманыңды яманлап,
  Беҙҙәй ғәрип табылмаҫ;
  Үҙ буйыңды төҙөй бир,
  Йөмлә шәриф табылмаҫ;
  Арғымағың яманлап,
  Толпар ҡайҙан табырһың;
  Тойғоноңдо233 яманлап,
  Шоңҡар ҡайҙан табырһың;
  Эскән һыуың яманлап,
  Йофар ҡайҙан табырһың;
  Күлдең һыуын яманлап,
  Иҙел ҡайҙан табырһың;
  Хакимыңды яманлап,
  Ғәҙел ҡайҙан табырһың;
  Хужаларың яманлап,
  Артығын ҡайҙан табырһың;
  Алған йәрең яманлап,
  Матурын ҡайҙан табырһың;
  Аҡ туныңды яманлап,
  Атлас ҡайҙан табырһың;
  Үҙ башыңды ҙур итеп,
  Тиңдәш ҡайҙан табырһың;
  Ҡарыларың яманлап,
  Кәңәш ҡайҙан табырһың?
  Турғай күрһәң, кәмләмә -
  Бары тойғон табылмаҫ;
  Ҡарындашың яманлап,
  Үҙеңә туған табылмаҫ;
  Әҙәм ғәзиз әйтер тип,
  Күңелеңде һалмасы;
  Нәфес - алдаусы дошмандың
  Нәсихәтен алмасы.
  Бәхете уянған ирҙәрҙең
  Һәр бер эше уң булыр;
  Дәүләте көнгә артылып,
  Ни ҡылһа ла, мул булыр;
  Бурҙай эте төлкө алып,
  Ҡарсығаһы ҡаҙ алып,
  Сауҙа ҡылһа, файҙа алып,
  Ни ҡылһа ла, уң булыр.
  Һүҙ һөйләһә, йүн булыр,
  Ни тиһә лә ярашыр;
  Биғәйбә, тип, ат ҡуйып,
  Ил ауыҙына ҡарашыр.
  Арғымаҡҡа мендем, тип,
  Артҡы туптан аҙашма;
  Көнөндә үҙем булдым, тип,
  Киң бәйелгә талашма;
  Артыҡ өсөн әйтешеп,
  Дуҫың менән һынашма;
  Еңгәнмен, тип, берәүгә
  Ялған һүҙең ташлама;
  Был донъяла ҡунаҡ һин,
  Дәүләт, бәхет таптым, тип,
  Ни бирһә лә - Алла, тип,
  Шөкөрлөгөң ташлама.
  Бәхетең бер көн йоҡлаһа,
  Улай-былай ҡылырһың;
  Ҡылған эшең уңмаһа,
  Хайран булып торорһоң;
  Миңә ни хәл булды, тип,
  Иген йыртып йөрөрһөң;
  Унан файҙа таба алмай,
  Сауҙагәрлек ҡылырһың;
  Ғәрип булып йығылһаң,
  Үҙ малыңдан биҙерһең,
  Бәхеткәйең булмаһа,
  Михнәтте күп күрерһең;
  Унан файҙа таба алмай,
  Һыуға ҡармаҡ һалырһың;
  Суртан түгел, сабаҡ юҡ,
  Балдыр алып ҡалырһың -
  Уңмаған саҡтарыңда
  Шулай хайран ҡалырһың.
  Ғилемлелек - даръялыр,
  Ҙур рыялыҡ булмаһа;
  Аҡыллы әҙәм - олуғтыр,
  Асыуы артыҡ булмаһа;
  Хәйерле бай йомарттыр,
  Көнсөл, ялҡау булмаһа.
  Донъя күрке - ҙур дәүләт,
  Ҡунып та һулымаһа;
  Ике донъя терәүе -
  Хаҡ зекерен ҡуймаһа.
  Яуыз уйҙар уйларһың,
  Нәфселәрен тыймаһа;
  Тәүбәле ҡол иманлы,
  Донъя ғәмен уйлаһа.
  Иманһыҙҙың билдәһе -
  Шәриғәтте хурлаһа;
  Ғеҙелһеҙҙең билдәһе -
  Белә тороп бормаһа;
  Иманлының билдәһе -
  Хаҡтан муйын бормаһа;
  Ғәҙҙелленең билдәһе -
  Үткән эште ҡыумаһа;
  Ямандарҙың билдәһе -
  Яуға ҡаршы тормаһа;
  Залимдарҙың билдәһе -
  Нахаҡтан мал урлаһа;
  Тән һаулығы - ғәнимәт234,
  Сырхаулығы булмаһа;
  Тереклек - донъя күркелер,
  Ахыры үлем булмаһа;
  Самаңса дан күрер инең,
  Тар ләхеткә ҡуймаһа;
  Артында ҡалыр атаҡ235 юҡ,
  Терелә даның булмаһа.
  
  Диуанамын
  
  Аҡмулла, күп һөйләнмә, инде етәр,
  Үҙеңдең ҡайғыңды күр - ғүмер үтәр.
  Яҡшының алдын бер аҙ күрер инең -
  Түгелһең бит юл күрмәгән мужик-мишәр.
  Иң әүүәл тулып ятыр һинең "мин"ең,
  Ниңә кәрәк емешһеҙ ҡоро белем?
  Сәфәр алыҫ - инсаф ҡыл, хаҡтан оял,
  Боронғо ҡәбәхәтлек етер, энем!
  Хур ҡылған үҙ-үҙеңде һин бер кисер -
  Әфлисун араһында һин бер кишер.
  (Төҙөк аҡыл), итәғәт бер мыҫҡал юҡ -
  Төҫ-башыңа ғорурланған һин бер ҡышыр*.
  Миңә мәғлүм: һин үҙең күптән яман,
  Нәфсең һине өйрәтеп бөткән яман.
  Бәлки, бер аҙ яҡшыраҡ булыр инең,
  Һин күрһәң үҙ-үҙеңде эттән яман.
  Ҡотороп, нәфсең буйлап киткән яман,
  Йыуан муйын үгеҙҙәй еккән яман.
  Моратынса етәкләп алып йөрөп,
  Нисә урында абруйыңды түккән яман.
  Күкрәгең - ҡатып ҡалған таштан яман,
  Килешмәгән эшең күп башҡа унан.
  Ғибәҙәт, тип аҙапланыу - ҡоро ғәҙәт
  Ахирәт файҙаһына ярамаған...
  Борадәр! Баштан бәлә беҙ кисергән,
  Күп ҡайғы тарта-тарта, беҙ иҫергән.
  Башым хайран, үҙем вайран - диуанамын,
  Ни мәғәнә сығар тиһеҙ бер иҫәрҙән.
  Йөрөймөн ғәрип башым көйөп эстән,
  Һәр төрлө ҡайғы, яфа баштан кискән.
  Фәләнсә урында аяҡҡа ҡутыр төшөп,
  Баштан кискән фетнәләр китмәй иҫтән.
  Кәмселегем билдәле ҡәләмемдән,
  Йүнһеҙлегем билдәле кәламемдән.
  Йөҙ меңдәрсә ғәйебемә доғағыҙҙан
  Өмөт үрәбеҙ ололарҙың йәнәбенән.
  Бармы икән был донъяла бындай яман?
  Һис бер эшем барманы алға табан.
  Моң булып, ҡырҡ биштән йәшем үтте -
  Бер эшем төҙәлгән юҡ әле һаман.
  Әсемдә юҡ йәшереп һаҡлағаным,
  Яманлыҡта үҙемә тиң тапмағаным.
  Үҙемде эт, дуңғыҙға хисап итһәм -
  Үҙемде ул ваҡытта маҡтағаным.
  Ризамын, инсаф ҡылып ҡараһағыҙ -
  Беҙ, байғош, бөйөктәрҙән алашабыҙ.
  Кесерәйтһәгеҙ, кесерәйергә мин яраймын,
  Үҙегеҙ ҙурайырға яраһағыҙ.
  
  Донъя
  
  Дәртебеҙҙең барсаһы — донъя милке,
  Донъя осон ер ҡаҙып, булдыҡ төлкө.
  Ҡәнәғәт ҡылмағандың ҡарыны ас —
  Төндә йоҡо күрмәнек, көндөҙ — көлкө.
  Һин, донъя, алдатаһың барыбыҙҙы,
  Эт-нәфескә килтерҙең бит арыбыҙҙы*.
  Һиллек бөтөп, күрһәттең күп ҡазалар,
  Өйҙә тыныс ҡуйманың ҡарыбыҙҙы.
  Еңел эш, буш һүҙгә ҡолаҡ һалма,
  Булыр-булмаҫ кәңәште уйға алма.
  Үҙ атаңдың күрһәң дә хилаф эшен,
  Дөрөҫөн әйтеүҙән һис оялма.
  
  Дуҫлыҡ
  Дуҫ тигәнең тыштан матур, эстән мөрдар* булмаһын,
  Донъяһы тар булһа булһын, күкрәге тар булмаһын.
  Бар көнөңдә дуҫ булып, тарлыҡта ташламаһын,
  Бер ваҡытта хәжәт булып, заллына* зар* булмаһын.
  Ғәйебенә күҙ һалма дуҫтың - ғәйебе мәнзур* түгел,
  Ғәйебе асыҡ булһа булһын, ғәйеп асыусы булмаһын.
  Уйҙа ғына булған дуҫҡа көйҙәшлек мәшрут* түгел,
  Ҡалыбы башҡа булһа булһын, ҡәлебе башҡа булмаһын.
  Һәр һораған бәндәнең бәхеттән өлөшө бар -
  Һин химар* тип хурлағаның заты толпар булмаһын.
  Кейеме туҙған булғанға насар уйлау матлуб* түгел -
  Һин ғораб* тип уйлағаның заты шоңҡар булмаһын!
  Бәхет алыуға һәр ғамға* шарт түгел Бағдад, Хәләб,
  Йорто Болғар булһа булһын, йортто болғар булмаһын.
  Ижад итеүсе - мөләҡҡаб* дәрдмәнд Аҡмуллағыҙ,
  Донъяла хур булһа булһын, мәржәғе* нар* булмаһын.
  
  Аңлатмалар
  «Дуҫлыҡ». «Аҡмелла әфәнденең иншад итдеке манзуматы...» (Ҡазан, 1904) йыйынтығы ошо әҫәр менән тамамлана. Шуға ла китапта ул «Хатимә» («Эпилог») тип исемләнгән. Ә. Харисов уны үҙ китабына «Ғәйебенә күҙ һалма дустың...» тип индергән. Бында уға исем йөкмәткеһенән сығып бирелде[1].
  Мөрдар (ғ.) — насар, әшәке
  Заллына (ғ.) — аҙғын, боҙоҡ
  Зар (ф.) — дарманһыҙ, көсһөҙ, зәғиф
  Мәнзур (ғ.) — иғтибарға лайыҡ
  Мәшрут (ғ.) — шартлы, мотлаҡан
  Ҡәлеб (ғ.) — күңел, йөрәк
  Химар (ғ.) — ишәк
  Матлуб (ғ.) — талап ителгән, кәрәкле, тейешле
  Ғораб (ғ.) — ҡарға
  Ғам(ғ.) — ябай кеше
  Мөләҡҡаб (ғ.) — аталған, ҡушылған, ҡушаматлы
  Мәржәғ (ғ.) — барыр ер
  Нар (ф.) — ут, ялҡын; тамуҡ.
  
  Егетлек хасиәте — мәғрифәттә
  Әҙәмгә ауыр дәүләт буйын баҡмаҡ,
  Һүҙҙәрҙең мәғәнәһе юҡ телең һаҡлап.
  Егетлек хасиәте — мәғрифәттә,
  Илдә үҫкән һәнәр түгел ғафил ятмаҡ.
  Күсмәле ҡаҙаҡбыҙ бит күрке* аҫтында,
  Һәнәр юҡ, йоҡлағандай көрп* аҫтында.
  Ғәмһеҙ булып ята бирһәң, хур булырһың,
  Яу юҡ тип уйламағыҙ бүрек аҫтында.
  Башҡа илде беҙ күрәбеҙ: тауға сыҡҡан,
  Һис ҡасан ил уңа алмаҫ түбән баҡҡан.
  Мәғрифәт даръяһы күпкә уртаҡ,
  Ынтылып, хур ҡалмайҙыр ҡулын тыҡҡан.
  Барыбыҙ ҙа бер төрлөбөҙ тәбиғәттә,
  Яңғыҙ айырма ғына бар бер сифатта.
  Ғилем сәскән әҙәмде һыйламайһыҙ,
  Байҡағыҙ, ошо холоҡмо мәғрифәттә?
  Тормошо башҡа илдәрҙең көн шикелле,
  Тормошо наҙан илдең төн шикелле.
  Үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ, мейегә һалып:
  Күренә ошо ере миң шикелле.
  Булмайҙыр атлы менән йәйәү берҙәй,
  Буламы алыҫ менән таяу* берҙәй?
  Байҡаһаҡ, араһында айырма күп,
  Буламы йоҡо менән уяу берҙәй?
  Булмайҙыр сабан берҙәй елгән менән,
  Буламы наҙан берҙәй белгән менән?
  Киң ҡултыҡ көпө кейеп, йыуан итек,
  Файҙа юҡ күренгәнгә көлгән менән.
  Файҙаһы юҡ буш һүҙгә һәр кем етек*,
  Был һүҙҙе талаш ҡылмаҫ күңеле китек.
  Таш, ебеп, балҡымайҙыр майлау менән,
  Күнмәҫ яңғыҙ туң муйын, йыуан итек.
  Ҡымыҙ эсеп, һәнәр түгел ит аҫтырған,
  Беҙҙәрҙе йәһәләткә тоташтырған.
  Замана ҡалай булһа — барыу шулай,
  Сығайыҡ шул тарихтан аҙаштырған.
  Йөрөйһөгөҙ киң далала уйнап-көлөп,
  Ҡыҙырған һәнәр түгел атҡа менеп.
  Ҡуҡырайып, муйын һуҙып, атҡа менеп,
  Йөрөүҙе уйламағыҙ һәнәр белеп.
  Маҡтанмағыҙ кейем менән атығыҙға,
  Шуны уйлағыҙ — ни лазым* затығыҙға.
  Яҡ-яҡҡа ҡарау кәрәк баш күтәреп,
  Әйләнә, алыҫтағы ятығыҙға.
  Ни лазым — шуны белмәк инсаниәт,
  Һәр нәмә үҙгәреүҙән булмайҙыр ят.
  Әҙәмгә лайыҡлы бер эште белһәк,
  Айырылыр шунда беҙҙән хайуаниәт.
  Үтте ғүмер ут өсөн талашҡан менән,
  Булмайҙыр төҙөү бер аҙашҡан менән.
  Эҙләһәң, табылалыр эҙләгәнең,
  Белем ал белемгә дуҫлашҡан менән.
  Мал түгеү һәнәр түгел волостнойға,
  Золомлоҡ шунан килеп ҡушылмаймы?
  Сарыф ҡылып золомлоҡҡа, мал аямай,
  Ҡоларһығыҙ ахырҙа тәрән сайға.
  Бей, волостной! Һәнәр түгел пара* ейгән,
  Насарға хөкөм ҡылып, тикә* йыйған.
  Эшеңде йүнләрбеҙ, тип, эйәк ҡағып...
  Хайуан да бынан артыҡ сыуын ейгән!
  Ҡараһаң бейҙән бире — ауылнайға,
  Ҡарынын тултыра ит менән майға.
  Халыҡтан йыйып алып, файҙаланып,
  Баралыр сәләм менән волостнойға.
  Илереп талашалыр ауылнайҙар,
  Сығымды берҙәй һалып ярлы, байға.
  Ил һынашҡан талаштан табыш табып,
  Башҡа өлөш сығара ул волостнойға.
  Байҙар йөрөй һәнәр күреп волостнойҙы,
  Ҡыҙырып, табыш күреп ит менән сәйҙе,
  Бейлекте камиллыҡ тип, ҡарынын һыйпап,
  Ученый дәрәжә тип ауылнайҙы.
  Һәр ҡайҙа хәлең харап, булһаң наҙан,
  Йоҡонан баш күтәрер зирәк әҙәм.
  Башҡа йорт ғилем эҙләп талпыныуҙа,
  Һис юҡтыр ер йөҙөндә беҙҙән яман.
  Ғилемлек даръяһынан ҡаҙ алмаған,
  Мәғрифәт тарихына күҙ һалмаған,
  Вәғәзебеҙ беҙҙең кемгә тәьҫир итәр?
  Торғаны буш һауытбыҙ бал һалмаған.
  Егеттәр, хәбәрҙар бул замананан,
  Һыйырҙан артыҡ түгел наҙан әҙәм.
  Ниңә беҙ хур булабыҙ башҡа йорттан -
  Беҙ ҙә бит тыуып-үҫтек ата-ананан?
  Ҡолаҡ һалырға торабыҙ юҡ кәңәшкә,
  Файҙаһыҙ, бушҡа олаҡҡан ирегешкә.
  Улымын фәләндең, тип, күкрәк ҡағып,
  Ҡушабыҙ ата-ананы түбәләшкә.
  Йүн күрер, яҡынынан ише булһа,
  Буталған ул сама уйҙың "башы" булһа,
  Талпынып хәл ҡәҙәре ҡарар инем,
  Ҡарарға ҡатын, бала, ашы булһа.
  Дәртем бар, дарманым юҡ, мин — буҙ бала,
  Күргәнем был ғәйептән юҡтыр дана.
  Бер-бере менән яулашалар ут башында —
  Ошондай бахыр ҡаҙаҡ ҡайғыларҙа.
  Үҙ ғәйебеңде тикшереү оят имәҫ,
  Һыймайҙыр аҡ ҡағыҙға хилаф кәңәш.
  Волость, бейҙең юлын ҡуй, һәнәр өйрән,
  Тигәнемде тере йән нахаҡ тимәҫ.
  Үҙемде төҙөкмөн тип аҡламайым,
  Күңелемдә булһа уйым — һаҡламайым.
  Әйтегеҙ, был һүҙемдә хата булһа —
  Үҙемде хатам юҡ тип маҡтамайым.
  Дәртем бар — телем һаҡау һөйләшеүгә,
  Майҙанда ҡулым сулаҡ көрәшеүгә.
  Юртҡан менән көйһөҙ ишәк уҙа алмайҙыр —
  Күсәлер бер аҙҙан һуң аҙымлауға.
  Мин дә бит, оҙаҡ йоҡлап, ғафил ҡалдым,
  Уйланып, инде бына иҫемә алдым.
  Йомартлыҡ — ҡулда барға, тигән һымаҡ,
  Барымды хәл ҡәҙәре аҡҡа һалдым.
  Һуҡыр ҡуй, наҙан әҙәм нурҙы күрмәҫ,
  Күҙе юғын башына ла ул килтермәҫ.
  Һәр кемгә үҙ кәрәген эҙләү кәрәк —
  Иламаған балаға имсәк теймәҫ.
  
  Аңлатмалар
  Күрке (ҡ.) — ҡыуыш.
  Көрпә (т.) — ябыу, юрған
  Таяу (т.) — йәнәш, ЯҠЫН
  Етек — өлгөр мәғәнәһендә
  Лазым (ғ.) — тейеш
  Пара (ҡ.) — алым, ришүәт
  Тикә (ф.) — бер ҡабым, һыныҡ
  
  Ел
  Ел һуғалыр, дауыллатып торалыр,
  Ҡойон булып, көслө буран ҡылалыр.
  Ҡайсаҡ буран, ҡайсаҡ дауыл-ғәр эс эт,
  Ҡайсаҡ аҡрын, яй булалыр, тыналыр.
  
  Жөда
  Ҡотобона нур төшмәй, матур булмаҫ был йыһан,
  Һайрамаҫ былбыл да, булһа гөлстандан жөда.
  Эй туғаным, ник һорайһың был әсиреңдең хәлен?
  Һеҙгә салус* әфсүн әйтһен, булһа иҡрарынан жөда.
  Ни ғәжәп: бешкән емештән татлылыр был йәш ваҡыт,
  Әммә булдым сәскәләй гүзәл был дәүрандан* жөда.
  Ҡайғы-хәсрәт тарта-тарта, башта һушым ҡалманы,
  Ғүмерендә бер булманым ҡайғы-хәсрәттән жөда.
  Ғүмерем буйы көйә-көйә, йөҙҙә нурым ҡалманы,
  Яңғыҙ булмағанмын тик бер ғәзиз йәнемдән жөда.
  
  Аңлатмалар
  Салус (ғ.) — икейөҙлө, татлы һүҙле алдаҡсы, хәйләкәр
  Дәүран (ғ.) — дәүер, мәл, осор, ғүмер.
  
  Замана ғалимдарына
  Әҙәмдән һауа ҡалмаҫ, ғәрип булмай,
  Фәҡирлек сөхбәтенә156 ҡәриб157 булмай.
  Ғәҙәте - йә мыҫҡыллау, йәки хурлау,
  Һүҙ һөйләмәҫ берәүҙе жәрех158 ҡылмай.
  Берәүгә донъя бәхете хасил булһа,
  Моратҡа һауаһынса васил159 булһа,
  Нәфсеһе фирғәүендәй дәғүә ҡылыр,
  Бер фетнә, ҡаза күреп баҫылмаһа.
  Бүтәндә хасиәтте бар тип белмәҫ,
  Үҙенә хөсне занды хасир ҡылһа160 -
  Камилдарҙы хур күрер ундай әҙәм,
  Тыумыштан зирәклеге ҡасир161 булһа.
  Һүҙенән һәр әҙәмде әҙәм һынар,
  Берен-бере кәмһетеүгә әҙәм ҡомар.
  Ҡара себен һау ергә күҙ һалмайҙыр,
  Бар булһа эрен, ҡутыр - шунда ҡунар.
  Инсафтан бер мыҫҡыл юҡ эшебеҙҙә,
  Кенә, хөсөт, хаслыҡ тулған әсебеҙгә.
  Һәнәребеҙ - ҡанығышыу, кәмһетешеү,
  Үҙ ҡылған эшебеҙ юҡ иҫебеҙҙә.
  Ғилем һүҙгә ҡолаҡ һалып ҡатлау ҙа юҡ,
  Белә тороп, бүтән юлға атлау ҙа юҡ.
  Вә ләкин күңелдәре бәләнд162 ирҙәр
  Һәр кемде хурлауға бар, маҡтауға юҡ.
  Яҡын барһаң, тимерсе күрегендәй,
  Ул һине керләүгә бар, паклауға юҡ.
  Тейеп китһәң, ҡара май силәгендәй,
  Ҡарайтып, датлауға бар, аҡлауға юҡ.
  Хатанан аяҡ тайып, ҡолап китһәң,
  Башыңдан атлауға бар, туҡтауға юҡ.
  Зәррәләй163 ғәйебеңде күреп ҡалһа,
  Ғәүрәтеңде япмауға бар, асмауға юҡ.
  Һәр кемде мулла тибеҙ, алдағанда,
  Ысын мулла аҙ табылыр, тыңлағанда.
  Яҡшылығы дөрөҫкә сыҡҡан ҡайҙа,
  Күҙ һалып, хәҡиҡәтте аңлағанда.
  Йүне килһә, элергә әҙер тора,
  Ҡармағы алыҫ түгел - бармағында.
  Ғалимлыҡтың, әхирәт, эше башҡа,
  Ул ҡулға аҙ эленер, ҡармағанда.
  Ғәләмәтен белерһең, бәхет ҡунһа,
  Ғиззәтте ғорурлыҡҡа һалмағанда...
  Нәфес, һауа әмеренә - иң алдабыҙ,
  Тырышмаҫ шайтан улай, яллағанда.
  Һәр ғилемдең төп шарты - дөрөҫлөктөр,
  Бауырһаҡ татлы булыр, баллағанда.
  Ярар ине, үҙебеҙҙе ҡараһаҡ беҙ,
  Ғилемдең емештәрен ала алһаҡ беҙ.
  
Вы прочитали 1 текст из Башкирский литературы.