Latin

Шөңгөрлө барабан

Общее количество слов 3773
Общее количество уникальных слов составляет 1854
29.3 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
41.6 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
47.9 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов


Шөңгөрлө барабан


Фәнис
ЯНЫШЕВ


 


Бум-бум,
бум-бум, бум-бум… Баш осонда зыңлаған
сәйер тауышҡа Байморат ҡарт уянып китте.
Тороп тирә-йүнгә күҙ һалды: бөтә нәмә
үҙ урынында һымаҡ. “Был ғәжәйеп тауышты
төшөмдә ишеткәнмендер, ахырыһы”, – тип
уйлап, көрһөнөп ҡуйҙы. Шул саҡ урамда
бум-бум-зыңғыр, бум-бум-зыңғыр иткән
ҡолаҡ тонғос ауаз яңғыраны. Өйҙөң иҫке
быялалары сылтыраны хатта. Байморат
ҡарттың үҙе кеүек, йылдар үтеү менән
өйө лә, тәҙрә рамдары ла кибеп, иҫкергән,
бер яҡҡа ҡалтайған. Юҡ-бар тауышҡа ла
зыңлайҙар. “Ҡойолоп төшә күрмәһендәр.
Байрамғол ҡайтҡас, онотмай әйтергә
кәрәк, райүҙәккә барып яңы рамдар яһатып
ҡайтарһын”. Ул шундай уйҙар менән тәҙрә
янына килде. Пәрҙә асып тышҡа ҡараны.
Бәй, быныһы ниндәй яңылыҡ? Күршеһе, алты
йәшлек Сәлимгәрәй, оло барабанды ҡойма
бағанаһына элеп ҡуйған да суҡмар башлы
таяҡ менән һуға: бум-бум, бум-бум, бум-бум!


Байморат
ҡарт форточканан малайға өндәште:


-
Сәлимгәрәй, ҡайҙан алдың был нәмәкәйҙе?
– Ул күршеһенә, бәләкәй бала булһа ла,
һәр саҡ исеме менән өндәшә.


-
Нәмәкәй түгел, ә барабан.


-
Ысын һорайым?


-
Атайым ебәргән. Себерҙән. Шөңгөрлө шаман
барабаны.


-
Шөңгөрлө, тиһеңме?


-
Эйе, бәләкәй еҙ ҡыңғырауҙары бар. –
Сәлимгәрәй барабан ҡыры буйлап эленгән
нәмәкәйҙәрҙе зыңғырлатып алды. Һе,
үҙҙәре генә лә матур тауыш сығара икән!
Хатта йөрәкте елкендерә. Ә барабандың
ҡарт ҡоҙғон кеүек ғоңғолдауы, күңелде
сирҡандырып, үтмәҫ бырау менән баш
мейеһен быраулай, ҡартайыуға киткән
зиһенеңдең нескә ҡылдары шомло ғәрәсәтте
көткәндәй тирбәләләр.


Малай
тағы ҡыңғыраулауҙарҙы зыңғырлатты.
Зыңғырлатты ла Байморат ҡарттың хәтеренә
бәләкәй генә ваҡиғаны төшөрҙө…
Институттың һуңғы курсында уны Көньяҡ
Урал районындағы бер ауылға практикаға
ебәргәйнеләр. Яңғыҙ әбейҙә фатирҙа
тора. Ырымбур яғында йәшәгән ағай-энеһе
уға дебет тоҡомло кәзә тәкәләре алып
ҡайтҡан. Әбей ҡәҙерле бүләктәргә
зыңғырлап торған матур тауышлы бәләкәй
генә еҙ ҡыңғырау тағып ебәргән. Кис,
малдарҙы ҡураларға ябып бер аҙ ваҡыт
уҙғас, ул ауыл буйлап сығып китә. Ҡыңғырау
тауышынан тегеләрҙе таба, дебет шәл
яратыусы хужаларҙан миһер хаҡы алып,
кәзә тәкәләрен берәм-берәм йортона
ҡайтара. Быны ул шул тиклем ихлас башҡара:
көтөү ҡайтырҙан алда яйлап ҡына сәй
эсә, кейемдәрен матурыраҡҡа, яңыраҡҡа
алыштыра, башына яулығы өҫтөнә ҡартынан
ҡалған сигеүле түбәтәй кейеп, кәзә
тәкәләре артынан китә ине… Нисә йыл
үткән, ә кәзә тәкәләренә тағылған еҙ
ҡыңғырауҙарының зыңғырлауы һаман
Байморат ҡарттың ҡолаҡ төбөндә…


Малай
тағы бум-бум, бум-бум, бум-бум барабанға
һуғырға тотондо.


-
Сәлимгәрәй, ә, Сәлимгәрәй, ниңә үҙегеҙҙең
ҡойма бағанаһына элмәнең?


-
Беҙҙеке серегән. Атайымдың ҡайтып
рәтләргә ваҡыты юҡ. Ә ауылда ярҙам итеүсе
кешене әсәйем таба алмай, гел ҡарттар.


-
Атайың Себерҙә нишләй?


-
Әсәйем әйтә, мәрйәләр янында бейеп тора,
ти.


-
Әләй икән. – Байморат ҡарт был һорауы
өсөн уңайһыҙланып ҡуйҙы. Ғаиләлә ниндәй
генә һүҙ йөрөмәҫ. Малайҙың әсәһе Дариға
уйламайыраҡ ысҡындырғандыр. Ире лә
әкәмәт бәндәгә оҡшаған. Уларҙың был
ауылға күсеп йәшәй башлағандарына ике
йылдан ашыу ваҡыт үтте – тегенең эҙе
лә күренмәй, еҫе лә һиҙелмәй. Онотҡанда
әҙ-мәҙ аҡсаһы ғына килеп тора, шикелле.
Һыу һөлөгөләй сибәр, йәш ҡатын төпкөл
ауылда нисек йәшәргә тейеш? Малайын
ҡарай, эшенә йүгерә. Көткән кешегә ҡыйын.
Ул үҙе, Бибиғәйшә ҡарсығы балалар янына
ҡунаҡҡа китһә лә, өйҙә йәм таба алмай,
үрле-ҡырлы һикерә башлай. Ә былар йылдар
буйы осрашмай. Етмеш йәшкә етте Байморат
ҡарт, бындай хәлде ишеткәне лә, күргәне
лә юҡ. Шаман барабаны һуҡҡан малайға
ҡарап тағы нимәлер әйтергә уйлағайны
ла, өндәшмәне. Яй ғына атлап өй алдына
сыҡты. Физзарядка урынына бер аҙ утын
ярҙы. Баҡсалағы йәшелсә-емештәргә һыу
һибергә уйлап өлгөрмәне, өй яғынан
яғымлы тауыш ишетелде. Ҡатыны Бибиғәйшә
уға өндәшә икән.


-
Бабай, тамағыңды онотма. Аш һыуына.


-
Өлгөрҙөң дә әллә?


-
Туғай урап килермен, тигәйнең дә баһа.
Бесән ваҡыты етһә, ашау түгел, донъяңды
онотоп йөрөйһөң. Шуға тиҙләттем.


-
Йә, йә, иртән иртүк мине тәнҡитләргә
тотонма.


-
Ҡайҙа ти ул һине тәнҡитләү, ашым һыуыныр
тип ҡурсыйым.


Байморат
ҡарт тауыш-тынһыҙ ғына ҡулын йыуып,
ҡарсығы артынан өйгә керҙе.


-
Һи-и-и. Тәмле еҫ сыҡҡан. Нимә бешерҙең?


-
Күркә.


-
Ниндәй күркә?


-
Дариға алып ҡайтҡан.


-
Ҡайһы Дариға?


-
Күршебеҙ. Шаман барабаны уйнап, һине
йоҡоңдан уятҡан Сәлимгәрәйҙең әсәһе.
– Бибиғәйшә ҡарсыҡ ҡайһы саҡ ошолай
оҙон аңлатма бирергә ярата. Әйтерһең,
бабайы – беренсе класс уҡыусыһы. Был
ғәҙәте уның уҡытыусы заманынан килә.
Утыҙ йыл мәктәп юлын тапаны бит. Балаларға
дәрес өйрәтеү мәлдәре иҫенә төшһә,
ҡартына аңлатма биреп һөйләргә тотона.


-
Нишләп ул беҙгә күркә ташый.


-
Байморат ҡарт, берүк борсолма. Ташымай.
Эше буйынса Мәләүезгә барған. Ветврачтарҙы
төрлө йыйылышҡа саҡырып торалар. Юл
ыңғайы алған. Ашап ҡарағыҙ, яңы деликатес,
тип беҙгә индергәйне. Ҡурҡма, аҡсаһын
түләнем.


-
Хәйерлегә булһын.


-
Хәйерле. Хәйерлегә.


Бибиғәйшә
ҡарсыҡ күршеһе Дариғаны ҡыҫтырып һүҙ
әйтһә, Байморат ҡарт ниңәлер ҡыҙа ла
китә. Йәш, матур бисәнең берәй сихыр
көсө барҙыр, тип уйлай, ахрыһы. Тегеһе
лә көнө-төнө, һыуыҡ тимәй, ямғыр тимәй,
ғыр-ғыр мотоциклда саба. Ҡасан ашағанын
да, ҡасан йоҡлағанын да белгән юҡ.
Сәлимгәрәйе, балалар баҡсаһында йөрөһә
лә, күберәк ваҡыт уларҙа. Бибиғәйшә
ҡарсыҡ уны үҙенең ейәне кеүек тәрбиәләй.
Иртән дә, кисен дә ошо малай менән булыша.


Байморат 
теләр-теләмәҫ кенә ашарға тотондо.


-
Бабай, һиңә әйтергә онотоп торам. –
Бибиғәйшә ҡарсыҡ ире янына ултырҙы.


-
Тыңлайым.


-
Бөгөн төш күрҙем. Йәнәһе, Байрамғол
ҡайтҡан.
¢у-ур
барабан күтәргән. Беҙгә әйтә, көсөм
етмәй, ярҙам итегеҙ, ти.


-
Барабан?


-
Эйе, оло, әле Сәлимгәрәй уйнаған кеүек.


-
Ауыҙыңдан ел алһын, хәйерһеҙ хәбәрҙе.


-
Мәктәптә уҡығанда барабан тип хыяллана
ине. Алғандыр, бәлки.


-
Булмаҫ! – Байморат ҡарт, ашын да ашап
бөтмәй, торҙо ла шифоньерҙа бутана
башланы.


-
Бабай, нимә эҙләйһең?


-
Плащ ошонда ине кеүек.


-
Ҡайһыһы?


-
Туғай йөрөгәне.


-
Аласыҡта булырға тейеш. Үткәндә еүешләнеп
ҡайтып, шунда элдең түгелме?


Тышта
тағы шөңгөрлө барабан тауышы ишетелде:
бум-бум, бум-бум, бум-бум…


Байморат
ҡарт менән Бибиғәйшә ҡарсыҡ кинйә улдары
Байрамғолдо көтәләр. Ул Мәскәүҙә Ауыл
хужалығы академияһында уҡый. Агрохимик
булмаҡсы. Ниңәлер шунда китте. Атаһы,
Өфөгә генә бар, тип ҡарағайны ла, тегеһе
тыңламаны. Әйтерһең дә, Мәскәүҙә ике
башлы профессорҙар уҡыта. Байморат ҡарт
үҙе лә агрохимик. Заманында Өфөлә
институт тамамлағас, Башҡортостандың
өс-дүрт районында хеҙмәт күрһәтте.
Агрохимик та, агроном да, колхоз етәксеһе
лә, ауыл Советы рәйесе лә булды. Хәҙер
ун йылдан ашыу пенсияла. Мал, ҡош-ҡорт
аҫрай, умарта менән мәж килә. Өйләнгән
ике улы, кейәүҙәге ике ҡыҙы Өфөлә йәшәй.
Йыл да мал аҙығы әҙерләшергә улар ҡайта
ине. Ә быйыл Байморат ҡарт, Байрамғоло
менән агрохимия яңылыҡтарын һөйләшә-һөйләшә,
туғайҙа йөрөргә, бесән сабырға ниәтләне.
Ә тегеһе юҡ. Исмаһам, телефондан булһа
ла хәбәр бирмәй. Ул ауыҙ эсенән
һөйләнә-һөйләнә, туғай төшөргә әйберҙәрен
барлай. Тағы ҡарсығы өндәште:


-
Бабай, сәй термоста. Йомортҡа, картуф,
ҡаймаҡ, алма һуты, ҡаҙ бото, икмәк сумкала.


-
Рәхмәт.


-
Ике сәғәттән ҡайта алмаһаң, аш бешереп
яныңа үҙем барырмын.


-
Мәшәҡәтләнмә. Оҙаҡ йөрөмәм. Әйткәндәй,
салғының бәләкәйе ҡайҙа ул?


-
Күрше алып торғайны.


-
Ҡайһы?


-
Дариға һуң.


-
Дариға-а-а…


Шул
саҡ өй дәүмәле туҙан өйөрмәһе өйөртөп,
улар янына мотоцикл килеп туҡтаны.
Күршеләренең ғыр-ғыр арбаһына Байрамғол
да ултырған. Ҡапҡа төбөндә Байморат
ҡарт менән Бибиғәйшә ҡарсыҡты осратырбыҙ,
тип былар һис уйламағайны. Егет Дариғаны
шундай ҡосаҡлаған – кеше алдында
ирле-ҡатынлылар ҙа улай ҡыланмаҫ: бер
ҡулы – билдән өҫтә, асыҡ түш янында,
икенсеһе – аҫта, төймәһе ысҡынған кофта
эсенә кереп киткән. Икеһе лә шарҡылдап
көлә. Әйтерһең, донъяла улар ғына. Был
хәлде күреү менән Бибиғәйшә ҡарсыҡ,
ҡара йылан саҡҡандай, лыпын ергә ултырҙы.
Ә Байморат ҡарт, сихырсы сихырлағандай,
ауыҙын асҡан килеш тегеләргә ҡарап
ҡатҡан. Дариға хәлде шунда уҡ аңлап
алды. Егеттең ҡулдарынан йәһәт ысҡына
һалып, мотоциклдан һикереп төштө. Кофта
төймәләрен эләктерә-эләктерә, Бибиғәйшә
ҡарсыҡ янына килде.


-
Күршекәйем, малайығыҙҙы райүҙәктән
алып ҡайттым. Иҫән-имен, ҡабул итегеҙ,
– тине. Ҡарсыҡ, ауыҙ эсенән нимәлер
һөйләнеп, аяғына баҫты. Үҙе лә һиҙмәҫтән
болдорға һөйәлгән урам һеперткеһен
ҡулына алды. Шул саҡ Сәлимгәрәй йән
көсөнә барабанын һуғырға тотондо,
ҡолағың ғына сыҙаһын! Бум-бум, бум-бум,
бум-бум. Ҡурҡышынан Бибиғәйшә ҡарсыҡтың
һеперткеһе ҡулынан төштө. Ә Дариға,
уңайһыҙ хәлдән ҡотолғанына шатланғандай,
урынында һикереп ҡуйҙы ла малайы янына
йүгерҙе. Байрамғол яй ғына килеп атаһын
ҡосаҡланы, унан – әсәһен. Тағы – атаһын,
тағы – әсәһен. Өйгә керҙеләр. Мәскәүҙән
ҡайтҡан сумаҙандан бүләктәр, күстәнәстәр
сыҡты. Бер аҙҙан теге йәмһеҙ күренеш
онотолоп, өсәүләп сәй эсергә ултырҙылар.


-
Мәскәү нисек? – тине атай ҡарт, һүҙ
башлап.


-
Гөрләй.


-
Бәлештәренән ауыҙ ит, әле генә бешергәйнем.
– Бибиғәйшә ҡарсыҡ улы алдындағы бер
тәрилкәне икенсеһенә алыштырҙы.


-
Ленин мавзолейына, музейҙарға, театрҙарға
йөрөйһөңдөр? – Байморат ҡарт кәрәҙле
балды Байрамғол янына этәрҙе.


-
Ленин ҡартты күрмәгәнмен, ә концерттарҙы
ҡалдырмаҫҡа тырышам. Яңыраҡ үҙебеҙҙең
Шевчук сығыш яһаны. Ултырып сыҙарлыҡ
түгел, аяҡ өҫтө тыңланым. Великолепно!


-
Итте яратманың һымаҡ, әллә ҡаҡлаған ҡаҙ
керетәйемме? – Әсәй кеше тороп баҫты
ла, өндәшеүсе булмағас, кире ултырҙы.


-
Уҡыуҙар… – Атаһы оло ҡаҙылыҡ киҫәген
ит араһынан алып, айырым тәрилкәгә
һалды.


-
Бара.


-
Өҫтәлдә кәрәҙле бал ғына булған икән,
атайың мөгәрәпкә төшөргә әҙерләнә.
Тегендәйен дә ауыҙ итерһең. Беҙ ни,
ҡарттарса, кәрәҙле бал яратабыҙ. –
Бибиғәйшә ҡарсыҡ баллы сеүәтәне улының
уң яғынан алып һулға күсерҙе.


-
Прянишников тәғлимәттәрен өйрәнә
башлағанһығыҙҙыр. – Байморат ҡарт баллы
сеүәтәне уңға этәреп, ҡаҙылыҡты улы
алдына ҡуйҙы.


-
Эйе.


-
Сәй тағы яһайым. Эс, эс… Сәйнүккә мәтрүшкә
лә һалғайным. – Әсә кеше сәй яңыртты.


-
Диплом эшен һайланыңмы? – Атай кеше
Өфөләге Гүзәл ҡыҙы алып ҡайтҡан Rafaellо
кәнфитен ҡабынан алып, Байрамғолдоң
сынаяҡ йәйпеһенә һалды.


-
Юҡ.


-
Быйыл яланда мәтрүшкә күп, Мәскәүгә лә
алып китерһең. – Бибиғәйшә ҡарсыҡ әллә
хәҙер үк мәтрүшкә әҙерләргә, әллә икенсе
йомошо менән болдорға сыҡты.


≠ҙебеҙҙең
бесәнлекте тикшереп, уңдырышлылығын
күтәрер инең. Беҙгә лә файҙа, үҙеңә лә,
тигәндәй. – Байморат ҡарт һүҙҙе икенсе
йүнәлешкә, өй-ҡаралтыға борорға уйланы.


-
Атай, һин үҙең агрохимик табаһа!


-
Ҡартая атайың. Етмеште уҙҙым бит. Умарта
ла ваҡытты күп ала, өлгөрмәйем.


-
Ташла, өлгөрмәгәс.


-
Әйттең һүҙ. Аҡса ҡайҙан алырбыҙ? Мәскәүгә
бер барып ҡайтыр өсөн генә күпме кәрәк.


-
Йән биргәнгә йүн бирә, тиҙәр.


-
Юҡты һөйләмә, йүн бирә, имеш. Эшләмәһәң,
бирер. Ят көтөп.


-
Өлгөрмәйем тигәнгә генә әйткәйнем.


-
Умартаны быйыл арттырырға торам. Гүзәлдең
кейәүе лә ярҙам итергә ниәтләй.


-
Шул, шул, бөтөн тапҡаның кейәүҙәреңдән
артмай.


-
Нишләп артмаһын. Ана, һиңә лә әҙерләп
ҡуйҙым. Ал, күпме кәрәк. Әсәйең пенсияларын
да тотонмаҫҡа тырыша. Мәскәү метроһы
ла ҡиммәтләнгән тип телевизорҙан
көнө-төнө һөйләйҙәр.


-
Мәскәү – Мәскәү инде, аҡсаны күп һорай.


-
Әллә Өфөгә ҡайтаһыңмы?


-
Юҡ. Тегендә өйрәндем.


-
Каникулға туҡтағаныңа ярты ай, ҡайтмай
ҡайҙа йөрөнөң?


-
Мәскәүҙә.


-
Ағайыңдар, апайыңдар борсола, беҙ бында
әсәйең менән нишләргә белмәйбеҙ. Кеҫәңдә
ике телефон. Хәбәр юҡ.


-
Ғәфү ит, атай, көн дә иртәгә тип йөрөлдө.
– Байрамғол урынынан тороп тәҙрә янына
барып баҫты. Тышта Сәлимгәрәй барабан
һуға: бум-бум, бум-бум, бум-бум.


Сәй
табынынан шөкөр итеп, икәүләп өй алдына
сыҡтылар. Ҡояш кәпәсен көндөң икенсе
яртыһына һалған. Бал ҡорттары гөжләй,
күбәләктәр оса. Сихри матур көн. Ошо
гүзәллектең наҙына сумып, аталы-уллы
баҡса, умарталар янынан уранылар. Һүҙ
башларға ынтылып ҡуйҙы-ҡуйыуын атай
кеше, ләкин ниңәлер тыйылды. Һөйләшелгәндәрҙе
аныҡлайһы ла бар ине уның. Ә сәбәбе –
улының иғтибарһыҙлығында. Байморат
ҡарт сәй эскәндә шәйләне: ул һөйләй, ә
Байрамғол ишетмәй, атаһы икенсе тапҡыр
һүҙен ҡабатлағас ҡына яуап бирә. Ә күҙе
һәр саҡ Дариға яғында. Ҡатынҡай бая ярты
сәғәттәй өйөндә булды ла, мотоциклын
дырылдатып, ҡайҙалыр олаҡты. Бер аҙҙан
Байрамғол, юлда арып ҡайтылған тип,
йоҡларға керҙе, ә Байморат ҡарт туғайға,
бесәнлегенә, китте. Ҡайтыуына улы өйҙә
юҡ. Бибиғәйшә ҡарсыҡ мунса булдырған,
һый тулы табын әҙерләнгән. Эңер төшөү
менән көтөүҙән малдар ҡайтты, ә Байрамғол
– юҡ.


-
Күрше ауылға, класташы янына, киткәйне,
– тип Бибиғәйшә ҡарсыҡ, арлы-бирле итә
лә урамға сыға, арлы-бирле итә лә урамға
сыға. Хатта һыйырын да ҡабалан һауҙы,
малҡайы ла үҙенә иғтибарһыҙлыҡты һиҙеп
сабырһыҙланды: бышҡырҙы, бейене, уфтанды.
Атай кеше мунса төшөп сыҡты. Икәүләп
ашарға ултырҙылар. Бибиғәйшә ҡарсыҡ
улы өсөн өс-дүрт төрлө әсегән бал
әҙерләгәйне. Улары өҫтәлдә ҡырлы
графиндарҙа ултыра. Байморат ҡарт
өндәшмәй генә бер-ике стакан төшөрҙө.
Ашап алды. Оҙаҡ ҡына тышта йөрөп керҙе.
Тағы бал эсте. Тағы өй алдына сыҡты.
Бибиғәйшә ҡарсыҡ та нимәлер эшләй:
үҙенән-үҙе аҡҡан күҙ йәшен бабайына
һиҙҙермәҫкә тырышып, бер үк табаҡ-һауытты
өс-дүрт тапҡыр йыуып һөрткән була. Ярты
сәғәт һайын самауырын шыжлата. Әйтерһең
дә, малайы хәҙер ҡайтып керә лә һыуыҡ
сәй һемерергә тотона. “Мәскәүҙән ҡайтып
һыуыҡ сәй эсеп тормаҫ бит!”


Иренеп
кенә ай ҡалҡты. Кемдер шаман барабанында
бармағын бейетеп шөңгөрҙәрен зыңғырлатты.
Тегенең тауышы ишетелер-ишетелмәҫ кенә
сыҡһа ла, ҡарт менән ҡарсыҡтың ҡолағы
һиҙҙе. Икеһе лә тәҙрә янына килде. Тышта
бер кем күренмәй, күктә ай ғына йылмайған
кеүек. Өҫтәл артына ултырып, өндәшмәй
генә Байморат ҡарт – әсе бал, ә Бибиғәйшә
ҡарсыҡ сәй эсте. Икәүләп тағы өй алдына
сыҡтылар. Хәҙер мыҫҡыллы йылмайған ай
ҙа, йондоҙҙар ҙа болот артына йәшенгән.
Төнгө ҡоштарҙың һайрауы ла ишетелмәй.
Кинәт һыуыҡ, дымлы ел иҫте. Йыраҡта, бик
йыраҡта күк күкрәне. Йәшен ялтыраны,
һәм шунда уҡ эре күҙле ямғыр яуырға
тотондо. Икәүләп өйгә йүгерҙеләр, әммә
кейемдәре лысма һыу булып та өлгөрҙө.


Ямғырҙан,
тәбиғәттең башҡа көйһөҙ-ҡырыҫлығынан,
ел-буранынан ышыҡланырға уларҙың өйө
бар. Ә күңел көйһөҙлөгөнән, яҙмыштың
әсе шаяртыуынан ҡайҙа ышыҡланырға? Нимә
ҡылырға? Зиһен етмәй. Байморат ҡарт
ошондай уйҙар менән еүеш кейемен
алыштырҙы ла йоҡларға ятты.


Иртәгеһен
уны әлеге лә баяғы шаман барабаны тауышы
уятты: бум-бум, бум-бум, бум-бум. Күҙен
асһа, ҡарсығы янында тора.


-
Нимә булды?


-
Байрамғол әле генә ҡайтты ла йоҡларға
ятты.


-
Һораштыңмы, ҡайҙа йөрөгән?


-
Юҡ. Ныҡ арығанға оҡшағайны. Борсоманым.


-
Бесәнгә…


-
Әлегә үҙең генә бар. Уны уянғас ебәрермен.


Байморат
ҡарт яйлап ҡына йыуынды. Тәмле ҡоймаҡтары
өсөн ҡарсығын маҡтай-маҡтай сәй эсте.
Унан һуң Байрамғол янына керҙе. Тегеһе
иҙрәп йоҡлай. Егерме йәшлек егет булһа
ла, йөҙөндә бала-саға вайымһыҙлығы,
битарафлыҡ һиҙелә.


Иркәләткәнбеҙ,
иркәләгәнбеҙ, ахырыһы,  тип уйланып,
оҙаҡ ҡына улына ҡарап торҙо. Уятып
һөйләшергә лә ниәте бар ине, әммә
ниндәйҙер эске көс тыйҙы. Ул яй ғына
йыйынып туғайға ыңғайланы. Юлда Гүзәл
ҡыҙы менән кейәүе иҫенә төштө. Яҙ башы
менән үҙйөрөшлө моторлы бесән сапҡыс
алып ҡайтырға уйлағайнылар, кәрәкмәҫ,
шул аҡсағыҙҙы үҙегеҙҙең кәрәк-яраҡҡа
тотоноғоҙ, тип кәңәш биргәйне. Юҡҡа
әйткән. Бөгөн бесән тураһында хәстәре
бөткән булыр ине. Малайы ла ҡайтты ла
йоҡоға сумды. Байморат ҡарт башындағы
ошо уйҙарынан арынырға теләгәндәй,
бесәнлегенә килеп етеү менән салғыһына
тотондо. Бер аҙ тирләп-бешеп эшләгәс,
ағас күләгәһенә ултырып хәл йыйҙы,
ҡарсығы ебәргән ашамлыҡтарҙы ҡапҡыланы.
Тағы салғы һелтәне, тағы ултырып сәй
эсте. Ҡояш кискә тәгәрәне. Улы – килмәне.


Байморат
ҡарт ҡайтыр юлға сыҡты. Таллыҡтарҙа
һандуғастар һайрай, бытбылдыҡ
ҡабаланып-ҡабаланып күргәндәрен һөйләй.
Ҡарттың һанһыҙ бит йыйырсыҡтарын хур
ҡыҙы кеүек һыпырып, иркәләп талғын ғына
ел иҫә. Ул ошо хозурлыҡҡа һоҡланып,
иләҫләнеп кенә атлай ине, алдына гөжләтеп
ап-аҡ төҫтәге еңел автомобиль килеп
туҡтаны. Шунда уҡ ишектәре асылды, һәм
Гүзәл ҡыҙы менән кейәүе йүгереп килеп
уны ҡосаҡлап та алды.


-
Атаҡайым! Һағындырғанһың. Әсәйем, хәҙер
ҡайта, тип әйтһә лә, яныңа ашыҡтыҡ.
Иҫәнлек-һаулыҡмы?


-
Нисауа, йүгерәм. Сәй ҙә эсмәнегеҙ әллә?


-
Атаҡайым, һинһеҙ нисек беҙ өҫтәл янына
ултырайыҡ, ти? Кейәүең, өс көн ашамаһа
ла, табынға яҡын килмәйәсәк. Беләһең дә
инде уның ғәҙәтен.


-
Был арала ҡайтырға уйығыҙ юҡ ине, шикелле?


-
Юл ыңғайы кереп сығырға булдыҡ.


-
Аңламайым, нисек юл ыңғайы?


-
Санаторийға китеп барабыҙ, атай. Вәғәҙә
иткән моторлы бесән сапҡысты ла индереп
сығырға булдыҡ, – тине кейәүе, автомобилдең
өҫкө багажнигындағы әйберҙе күрһәтеп.


-
Атаҡайым, әле әсәйем мунса яғып ҡалды,
беҙ һинең янға килә ятабыҙ. Кейәүең
әйтә, сапҡысты эшләтеп ҡарайыҡ, ти.


-
Гүзәл ҡыҙым, мин ҡайтырға сыҡтым. Кире
боролмайыҡ. Юл уңмаҫ.


-
Йә, ярар. Кейәүеңдә лә шундай ғәҙәт. Кире
боролмай. – Гүзәл атаһының ҡулындағы
сумкаһын алды, ә кейәүе салғыны өҫкө
багажникка бәйләп ҡуйҙы. Икәүләп Байморат
ҡартты өлтөрәтеп ап-аҡ автомобилдең
алғы креслоһына ултырттылар ҙа ҡайтып
киттеләр.


Кис.
Асыҡ болдорҙа дүртәү сәй эсә. Күктә
нурға сорналған йондоҙҙар, бер-береһенә
серле йымылдашып, быларҙы күҙәтә. Уларға
ла бәхетлеләр арбаһына сумып ултырған
кешеләрҙе күҙәтеү оҡшай ине, утлы
күҙҙәрен ҡыҫып сәләм биреп алалар.
Байморат ҡартҡа һыйынып Гүзәл ҡыҙы
ултырған. Йөҙө шат.


-
Атаҡайым, әсе балың шул тиклем һәйбәт.
Бөтә арығандарым юҡҡа сыҡты. Хәҙер,
әйтерһең, сәхрәләрҙә йөҙәм!


-
Әсәйеңде маҡта, ул мунсаны тылсымлы
яға. Санаторийҙарҙың сауналары бер яҡ
ситтә торһон. Әйткәндәй, балалар ҡайҙа?


-
Лагерҙа.


-
Һағынып, ауырып китмәһендәр тағы.


-
Беҙ оҙаҡҡа түгел, ике аҙнаға ғына барабыҙ.
Кисә яндарына инеп сыҡтыҡ. Күңелле,
оҡшай, тинеләр. Икеһе лә һүрәт төшөрөүгә
әүәҫ. Төҫлө ҡәләмдәр, буяуҙар, альбомдар
ҡалдырҙыҡ.


-
Бөтә эшегеҙҙе теүәлләп йөрөгәс – һәйбәт.
Әсәйең кисә генә балаларҙы һағынып
һөйләй ине. Көҙгә саҡлы беҙҙе күрергә
ҡайталарҙыр бит.


-
Әлбиттә, атаҡайым, әлбиттә. Кейәүең,
санаторийға бармайынса, һеҙҙең янда
бесән сабып, умарталыҡта бал ҡорттарынан
билен саҡтырып ятмаҡсы ине әле, көскә
күндерҙем. Мин әйтәм, Байрамғолдо
тәрбиәләһендәр: ашатһындар, эсерһендәр.


-
Уны күрә алмайбыҙ әле. Сыға ла юғала.


-
Ҡайҙа?


-
Кисә күрше ауылдағы класташы янына
киткәйне, ә бөгөн, ҡарсыҡ әйтә, райүҙәккә
юлланды, ти.


-
Ҡайтыр, ҡайтыр. Дуҫтарын һағынғандыр.


-
Беҙҙе һағынмаған.


-
Атаһы, улай тимә. Бая, йоҡоһонан уянғас,
һөйләшә-һөйләшә оҙаҡ итеп сәй эстек.
Мунсаға утын, һыу ташыны. – Бибиғәйшә
ҡарсыҡ улын яҡлап һүҙ ҡушты.


-
Ҡасан ҡайтам тине?


-
Һорарға онотҡанмын.


-
Шылтыратырға кәрәк, – тине лә Гүзәл,
телефонын алырға уйлап, ридикюленә
үрелде.


-
Мәшәҡәтләнмә, ҡыҙым, ике телефоны ла
өҫтәлдә ята. Һүндерелгән.


-
Ярар, ҡайтыр. – Гүзәл урынынан тороп,
атаһын ҡосоп алды. – Атаҡайым, кейәүең
яңы йыр өйрәнде. Хәҙер йырламаҡсы.


-
Һеҙ мине шатландырырға ғына тораһығыҙ.
Композиторы кем? Мин беләм микән?


-
Һеҙҙең замандаш, мәшһүр Ҡолбарисов,
атай. – Кейәү кеше тороп баҫты, тамағын
ҡырып, мыйығын һыпырып алды ла йыр
башланы.


Үтте
был матур көн.


Асты
күҙҙәрен төн -


Уяндылар
күктә йондоҙҙар.


Үтте
был матур көнө…


Ер
йөҙөндә көн-төн


Керпек
ҡаҡмай торған нурҙар бар.


-
Атаҡайым, ул һеҙ – әсәйем менән икәү –
керпек ҡаҡмай торған нурҙар! Эй,
һағындырған үҙегеҙҙе. – Ул тегеләрҙе
алмаш-тилмәш ҡосоп алды. – Кейәүең
инженер булһа ла, мин һайлашҡас, йырҙарҙы
нисауа йырлай. Шулай бит.


-
Нисауа, нисауа, беҙгә бик оҡшаны. Хәҙер
берәр стакан бал төшөрөп алғанда ла
ярайҙыр.


-
Байморат ҡарт, кейәү бит иртәгә иртүк
рулгә ултыра, бәлки, етер. – Бибиғәйшә
ҡарсыҡ ипләп кенә бабайының еңенән
тартты.


-
Әсәй, беҙ иртәгә китмәҫкә булдыҡ. Кейәүең
әйтә, сапҡысты көйләп, эшләтеп ҡарайым,
ти. Мин дә риза булдым. Санаторий ҡасмаҫ,
бер көнгә түҙер. Байрамғолдо ла
күрмәгәнбеҙ.


-
Үҙегеҙ беләһегеҙ. Аҡса түләгәс, барырға
кәрәктер. – Бибиғәйшә ҡарсыҡ кейәүе
менән ҡыҙына әсе бал артыҡ булып ҡуймаһын
тигәндәй, сәй яһарға тотондо. Ә Байморат
ҡарт тегеләрҙең стакандарын тултырып
бал ҡойҙо ла, шатлыҡтан йәшкәҙәгән күҙен
ҡыҫып, кейәүенә йылмайҙы. Тегеһе
ҡайныһының ниәтен һиҙҙе һәм баяғы йырын
дауам итте.


Үтте
был матур көн…


Йомдо
күҙҙәрен көн -


Ҡояш
нуры айҙың йөҙөндә.


Үтте
был матур көн…


Ҡалды
ҡояшлы төн -


Ҡояшлы
төн балҡый күңелдә.


Таң
һыҙылғас, йоҡларға яттылар. Иртән әлеге
лә баяғы бум-бум, бум-бум, бум-бум уятты.
Сәлимгәрәйгә бөгөн иғтибар итеүсе
булманы. Бибиғәйшә ҡарсыҡ Гүзәл ҡыҙы
менән аш-һыу әҙерләргә тотондо, ә Байморат
ҡарт кейәүенә моторлы сапҡысты көйләште.
Шаяра-көлөшә тиҙ-тиҙ тамаҡ ялғап алдылар
ҙа өсәүләп туғайға, бесән сабырға,
киттеләр. Бибиғәйшә ҡарсыҡ, Байрамғол
бына-бына ҡайтып керер тип, өйҙә ҡалды.
Аш һалды. Тауыҡтарына ем һипте.


Умарталары
янында йөрөп инде. Малай юҡ. Ҡарсыҡ район
үҙәге юлына сығып ҡараны. “Һорашырға
кеше лә күренмәй”, – тип ауыҙ эсенән
һөйләнә-һөйләнә, өйгә керҙе. Төш еткәс,
бесәнселәр ҡайтты. Байрамғол һаман юҡ.
Кис булды. Мунса яҡтылар. Оҙаҡ ҡына
ултырып сәй эстеләр. Байморат ҡарт Гүзәл
ҡыҙының, теге-был тип шаяртып һөйләгән
һүҙенә иғтибар итмәй, урамға бер сыҡты,
бер керҙе. Дөрөҫөрәге, ҡыҙының Дариға
тураһында һорашыуы уға оҡшаманы.


-
Күршеләге ҡатынҡай нисек йәшәй? –
тигәйне Гүзәл, Байрамғол ҡарт ҡыҙҙы ла
китте.


-
Кем белһен уның нисек йәшәгәнен. Көнө-төнө
ғыж-ғыж саба. Ҡайһы ваҡыт ишек алдында
иртәнгә саҡлы мотоциклы гөрләй.
Йоҡламайынса төн сығабыҙ. – Атаһының
кәйефһеҙләнгәнен күреп, Гүзәл дә өндәшмәҫ
булды. Байморат ҡартҡа ҡарсығы әсе бал
тәҡдим иткәс, өндәшмәй генә эсеп ҡуйҙы
ла йоҡларға ятты. Төнөн әллә ниндәй
аңлайышһыҙ төштәр күрҙе. Йәнәһе, ул
шаман барабанына һуғырға өйрәнә: бум-бум,
бум-бум, бум-бум. Күҙҙәрен асһа, Бибиғәйшә
ҡарсыҡ янында себен ҡыуып ултыра.


-
Баянан бирле керәм дә сығам, керәм дә
сығам. Иҙрәп йоҡлағас, йәлләп йөрөйөм
уятырға. Үҙең дә һиҙҙең, ахырыһы, минең
янымда именлекте, иренеңде ҡымтып-ҡымтып
алаһың.


-
Минең иренде тикшереп торғансы, кейәүгә
бишбармаҡ бешерер инең. Оҙон юлға
сығалар.


-
Бишбармаҡ әҙер. Кейәү өҫтәл артында
һине көтөп ултыра.


-
Мин хәҙер. Бөгөн Сәлимгәрәй барабанын
һуҡмаймы әллә? Тауышы юҡ.


-
Ярты сәғәт буйы ҡолаҡты тондорҙо. Һин
ишетмәгәс тә.


-
Байрамғол өйҙәме?


-
Юҡ.


Дүртәүләп
һүҙһеҙ генә бишбармаҡ ашанылар. Гүзәл
әсәһе менән нимәлер быш-быш һөйләшеп,
үбеп-үбеп яратып алды ла Байморат ҡарт
янына килде.


-
Атаҡайым, беҙҙе ике аҙнанан көт. Кейәүең
менән ҡайтып етербеҙ. Үҙең күрҙең, бесән
сапҡыс һәйбәт эшләй. Байрамғол ике-өс
көндә сабынлыҡты тамамлар, – тине,
йылмайып. Байморат ҡарт ҡыҙының ошондай
итеп йылмайыуын эй үлеп ярата. Элек
Бибиғәйшәһе лә Гүзәл кеүек күҙҙәренән
осҡон сәсеп йылмая ине. Ҡарсығының йәш
сағы, үҙенең ғашиҡ булып йөрөгән мәлдәре
иҫенә төшһә, Байморат ҡарттың күңеле
күтәрелеп, йөрәге сәхрәләрҙә йөҙә
башлай. Гүзәл ҡыҙына рәхмәт! Маладистың
аръяғына маладис!


-
Иҫән-имен йөрөгөҙ. Бүләгегеҙ өсөн рәхмәт.


Ҡыҙы
менән кейәүе китеп бер аҙ торғас,
ҡайҙандыр өйөрөлөп ҡара болот килеп
сыҡты. Ел күтәрелде.


-
Хәйерһеҙ, әллә ямғыр яуырға уйлай, –
тип Байморат ҡарт әйтеп өлгөрмәне,
гөбөрләп ҡоя ла башланы. Ошо мәлде
көткәндәй, лысма һыу һәм батҡаҡлы кейемдә
Байрамғол ҡайтты. Йөҙө борсоулы,
хәлһеҙләнгән, әйтерһең, бер-ике вагон
күмер бушатҡан. Атлау-йөрөшө лә
йоҡламағанға оҡшаған.
¤ндәшмәй
генә ҡулын күтәреп сәләмләне лә, кейемен
алыштырып, карауатҡа тәгәрәне. Байморат
ҡарт улының был ҡылығына һарыуы
ҡайнаны-ҡайнауын, ләкин түҙҙе, өндәшмәне.
Уның уянғанын көтөргә ҡарар итеп, йорт
тирәһендә йөрөнө. Тегеһе оҙаҡ, бик оҙаҡ,
мышнай-мышнай, тирләп-бешеп йоҡланы.
Ҡарт ике-өс тапҡыр уятырға ниәтләп
ҡарағайны ла, ниңәлер тыйылды. Ҡояш
кискә ауышты. Сәлимгәрәй шаман барабанын
һуғырға сыҡты: бум-бум, бум-бум, бум-бум.
Ошо тауышҡа, ахырыһы, Байрамғол да уянды.
Атаһы менән әсәһенең һөйләшергә
уйлағандарын һиҙеп, өҫтәл артына ултырҙы.
Ҡарт һүҙҙе йыраҡтан башланы.


-
Йоҡоң туйҙымы, улым?


-
Һәйбәт йоҡланым.


-
Мунса керергә лә ваҡытың юҡ, ҡорсаңғы
эләгә күрмәһен. – Ҡарт беленер-беленмәҫ
кенә йылмайып ҡуйҙы.


-
Эләкмәҫ. Район үҙәгенә саунаға барҙым.


-
Гүзәл апайың менән кейәү ҡайтҡайны,
күрәлмәнең, санаторийға киттеләр.


-
Санаторий аҡсалыларҙың урыны. Нимә
һөйләйҙәр?


-
Беҙ борсолоп бөттөк. Бигерәк тә әсәйең…


Оҙаҡ
ҡына һүҙһеҙ ултырҙылар. Дариғаның
мотоциклы дырылданы.


-
Атай, мин бөгөн Мәскәүгә китәм, – тине
Байрамғол, күҙен күрһәтмәҫ өсөн түшәмгә
ҡарап.


-
Каникулың башланып ҡына тора түгелме?


-
Каникул юҡ. Сөнки Академияла уҡымайым.


-
Нисек? – Байморат ҡарттың йөрәге сәнсеп
алды.


-
Шулай. Ансамблдә эшләп йөрөйөм.


-
Ниндәй ансамблдә? Кем булып? – Атай
кешенең тауышына ҡырау төштө, ахырыһы,
өнө ишетелер-ишетелмәҫ кенә сыҡты.


-
Йыр-бейеү коллективы. Һуҡма ҡоралдарҙа
уйнайым.


-
Шөңгөрлө барабандамы? – Ҡарт һорауҙы
бирҙе лә, һаҫыҡ телмәрйен сәйнәгәндәй,
ерәнеп ҡуйҙы.


-
Эйе. Быйыл сәнғәт училищеһына инергә
иҫәп.


-
Хәйерлегә булһын. – Бығаса өндәшмәй
ултырған Бибиғәйшә ҡарсыҡ улы янына
килеп баҫты. – Гүзәлдең кейәүе ике
тапҡыр Мәскәүҙә һине эҙләп ҡараған.
Тапмаған, Академияла уҡымай, көньяҡтан
килгән гастарбайтерҙар менән төҙөлөштә
йөрөй, тигәндәр. Атайыңа был турала
әйтергә лә өлгөрмәнем. Хәҙер китәм
тиһең. Бесән дә сабылмаған. Башҡа эштәр
ҙә күп ине… Һине көткәйнек…


Байрамғол
әсәһенең, гастарбайтерҙар янында
төҙөлөштә эшләйһең икән, тип әйткәненә
иғтибар бирмәне. Дөрөҫ һүҙгә яуап юҡ
тигәндер.


-
Ауылда тегеләй-былай йөрөүсе күп. Берәйһе
ялланыр. Ә мине Мәскәүҙә көтәләр.


Байморат
ҡарт, үҙе лә һиҙмәҫтән, кинәт улына
ҡараны. Байрамғолдоң йөҙөндә – теге
көндәге кеүек бала-саға вайымһыҙлығы
һәм битарафлыҡ.


Тағы
өндәшмәй ултырҙылар. Асыҡ тәҙрәнән өйгә
бер бал ҡорто аҙашып керҙе. Бызлап
стенаға, түшәмгә бәрелеп йөрөнө-йөрөнө
лә Байморат ҡарттың яңағынан сағып
алды. Тегеһе һиҙмәне лә, ахырыһы.
Ҡуҙғалманы, башын эйеп ултыра бирҙе.


Бибиғәйшә
ҡарсыҡтың ҡолағына асыулы әтәс тауышы
ишетелде һәм ул, иртәнән бирле ас торған
тауыҡтарын иҫенә төшөрөп, ем һибергә
ашыҡты. Байморат ҡарт ауыҙ эсенән
һөйләнеп, әйбер эҙләгәндәй, өй буйлап
тегеләй-былай йөрөй ине, Байрамғолдоң
сумкаһын күтәреп сыҡҡанын абайламай
ҙа ҡалды.


Бер
аҙҙан яй ғына атлап Сәлимгәрәй керҙе.
Үҙе аҡырып илай.


-
Нимә булды?


-
Байрамғол беҙҙе алданы!..


-
Нисек?


-
Атайың булам, тип мине яратты. Әсәйемде
ҡосаҡлап йоҡланы. Ә бөгөн Мәскәүгә
китте. Беҙҙе алманы. Алданы.


-
Илама, Мәскәүҙән ҡайтҡас, тағы яратыр.


-
Байрамғолмо? Юҡ, яратмаҫ! Әсәйемә, һинең
һымаҡ убырлы ҡарсыҡ менән йәшәмәйем,
тине. Ә миңә ҡараманы ла. Хәҙер әсәйем
менән икәүләп илайбыҙ ҙа илайбыҙ. –
Малай Байморат ҡарттан яҡлау көттө, ә
бабай кеше, бик тырышһа ла, башындағы
буталсыҡ уйҙарынан арынып, йыуатырлыҡ
һүҙ тапманы. Сәлимгәрәй, өмөтө аҡланмағас,
танауын шырҡ-шырҡ тартып, еңе менән күҙ
йәшен һөрттө лә яй ғына атлап ишеккә
йүнәлде.


Байрамғолдоң
өс тәүлек буйы күршеләре Дариға янында
йөрөгәнен икеһе лә күргәйне, ләкин
өндәшмәнеләр. Бибиғәйшә ҡарсыҡ ҡартынан
оялды, ә Байморат ҡарт – ҡарсығынан.


Кисен
Байморат ҡарт телеграмма алды. “Атаҡайым,
санаторий путевкаһын кире тапшырҙыҡ.
Иртәгә кейәүең менән ҡайтып етәбеҙ.
Беҙҙән яңы йыр. Көтөгөҙ. Гүзәл”.
Телеграмманы уҡығас, тегеләрҙең шатлыҡтан
күҙҙәренә йәш эркелде, һәм ҡарт менән
ҡарсыҡ, шатлыҡлы тулҡынланыуҙан нишләргә
белмәй, өй алдына сыҡты. Ҡойма янында
Сәлимгәрәй суҡмар башлы таяғы менән
шөңгөрлө барабанды яңылыш яра һуҡҡан
да ямарға әсәһенән ярҙам һорай. Ә Дариға,
күсенергә ниәтләп, ике-өс ир менән йөк
машинаһына йорт йыһаздарын тейәй ине.
Байморат ҡарт менән Бибиғәйшә ҡарсыҡ,
күршеләренә иғтибар ҙа итмәй, баҡсаларындағы
йәшелсә-емешкә һыу һибергә тотондо…





Вы прочитали 1 текст из Башкирский литературы.