Latin

Шиғырҙар - Лариса Абдуллина

Общее количество слов 282
Общее количество уникальных слов составляет 204
38.6 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
50.1 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
59.3 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов

Халыҡ Президенты

Шәхес атын быуаттарға ҡушыу
Борондан уҡ килгән бер йола.
Яҡшыларын хәтерләһәң - байрам,
Ямандарҙан - ҡан-йәш ҡойола.

Бына ғына Салауаттың юлы!..
Аҡмулланың, ана, заманы!..
Уҙған быуат баштарында Зәки
Булған илдең әрме-ҡалҡаны!..

Егерменсе быуат толпарында
Елеп инде илгә уҙаман!
Уның ғәмәлдәре, эше менән
Тарихтарҙа ҡалыр ул заман!

Бөгөн уның исеме бер оран!
Тоғролоҡҡа һынау- исеме:
Әләм итеп күтәргәндә уны
Һин танырһың рухы көслөнө!

Ир-егеттең даны халҡы менән!
Ир-егеттең көсө - хеҙмәттә!
Мортаза ла тигән рухи ҡалҡан
Йәшәй башҡорт тигән йөрәктә!

Фарман биреп исем алып булмай,
Юлбашсылар тыуа илендә!
Ере ғәме менән яна улар,
Һөйләшәләр туған телендә!

Үҙ илендә пәйғәмбәрҙәр булмай,
Үҙ илендә тыуа ил башы!
Ул арҡаһын үҙ халҡына терәй,
Киләсәктә уның ҡарашы!

Халҡы өсөн ул көрәшкән кеүек,
Милләт әҙер уны яҡларға!
Юлбашсылар юлды башлап бара,
Әммә ул да мохтаж һаҡлауға!

Көнлөксөләр, кәмиттәр ҙә китер,
Ил күгендә ҡалыр бер исем.
Халҡы үҙе бирҙе уға атын:
Халҡын ҙурлаған өсөн,
Илен һаҡлаған өсөн,
Телен яҡлаған өсөн!!!

2014

Башлыҡҡа исем?!


Таптылар бит хәҙер әмәлен:
Илде "йыйып" ҡуйыу ғәмәлен!
Һорамайҙар бер ни халыҡтан:
Фарман биреп алыҫ-алыҫтан,
Башһыҙ башҡа исем эҙләйҙәр,
Көнбайыштан хәлде күҙләйҙәр.
Һорамайҙар: бармы тип эшең!?
Һорамайҙар: бармы тип ашың!?
Айнынымы халыҡ тимәйҙәр,
Көнбайышты һаман күҙләйҙәр!
Нисек аҫрай ҡарттар йәндәрен?!
Һорамайҙар мәктәп хәлдәрен!
Һөйәк ташлағандай халыҡҡа
Исем таптыралар башлыҡҡа!
Һорамайҙар: нисек әсәләр?
Рәсәй бурлаҡтары - бисәләр!
Һорамайҙар: нисек аталар?
Дүрттең өсө ерҙә яталар...
Һорамайҙар нисек балалар?
Ауыл хәлен белмәй ҡалалар...
Исем таптыралар башлыҡҡа -
Эш таптылар эшһеҙ халыҡҡа!
Олатайҙар беҙҙең, их, ҡайҙа?
Исем табыу менән ни файҙа?
Йомаҡтағы кеүек был түрә:
Үҙе башһыҙ, үҙе төкөрә,
Үҙе башлыҡ, үҙе исемһеҙ,
Ғәмәлдәре шуға ғилемһеҙ.
Хакимдар ҙа беҙгә нимәгә?
Ултырталар төпһөҙ кәмәгә...
Сал быуаттар беҙҙең тупһала,
Киләсәккә улар уҡтала!
Һорамайҙар бер ни халыҡтан:
Бер ни ҡалмаҫ башһыҙ башлыҡтан...





Вы прочитали 1 текст из Башкирский литературы.