🕙 Минуты чтения - 22

Китәбүт-тәрбиә - 2

Общее количество слов 2859
Общее количество уникальных слов составляет 1369
28.3 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
40.2 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
47.1 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  өҫтөнлөк үә ярҙам биреүсе кеше-залимдарҙың
  берһелер үә әҙәмдәрҙең яуызырағылыр.
  Әммә, эй уғыл, залимлыҡ тигән нәмә аҡса
  үә ғәйре нәмә хаҡында ғына түгел, бәлки
  һүҙҙә үә фиғелдә ла залимлыҡ булалыр.
  
  Алтмыш
  беренсе тәрбиә.
  
  Халыҡ
  араһында берәүҙе вәғәз үә нәсихәт
  ҡылмаҡ-уның башына һуҡмаҡ кеүектер. Һис
  шикһеҙ, ул кеше һиңә дошман булыр, һинең
  нәсихәтеңде тотоу ҡайҙа, хатта һинең
  һәләгеңә юл эҙләр. Халыҡҡа суфыйлығыңды
  күрһәткән булып, булыр-булмаҫ ерҙә
  нәсихәт ҡылған булып маташма.
  
  Алтмыш
  икенсе тәрбиә.
  
  Эй
  уғыл, ҡәрҙәштәрсә аралаш, яттарса
  мөғәмәлә ҡыл. Йәғни алышта-бирештә: «Был
  ҡарындаш кеше,
  -тип өҫтөнлөк ҡылма. Үә даһи алышта-бирештә:
  «Мин
  ҡарындаш кеше лә баһа, аҙыраҡ өҫтөнлөк
  ҡыл,-тимә.
  Сөнки мал башҡа, ҡарындашлыҡ башҡа, был
  хосуста яҡлашыу асыу тотоуға үә
  дошманлыҡҡа сәбәпсе булалыр. Әгәр яҡлау
  ҡылмыш кәрәк булғанда ла сауҙалашыу
  тамам булғас ҡылмаҡ тейеш.
  
  Алтмыш
  өсөнсө тәрбиә.
  
  Тел
  йәрәхәте ҡылыс йәрәхәтенән әсерәктер
  үә яманыраҡтыр, йәғни телдән әйтелгән
  әсе үә ҡәбәхәт һүҙҙәрҙең әҙәмгә әҫәре
  тәнеңде бысҡы менән киҫкәндән дә
  әсерәктер. Эй уғыл, һис бер кешегә телең
  менән йәрәхәт һалма, йәғни яман һүҙ
  әйтмә. Әҙәмдең йәненә тейә торған һүҙ
  әйтмә. Әммә бер һүҙҙе һин ҡулай хисаплап
  әйтерһең дә, кешенең күңеленә бик ҡаты
  тейер. Эй уғыл, ҡаты һүҙле булма. Изге
  холоҡ менән үә йомшаҡлыҡ менән татлы
  һүҙҙәр һөйләшмәк ризыҡтың асҡысылыр.
  Яҡшы үә йомшаҡ һүҙгә әҙәмдең күңеле
  эреп китәлер. Кешегә ашығып һүҙ әйтһәң
  үә ашығып яуап бирһәң, һис бер хата һүҙ
  садир (пәйҙә) булмайынса булмаҫ.
  
  Алтмыш
  дүртенсе тәрбиә.
  
  Һәр
  эштең ахырын фекер ҡылып үә уйлап эш
  ҡылған кеше бәлә үә ҡайғынан имен булыр,
  үә сәләмәт ҡалыр. Уйламайынса, ашығып
  эш ҡылған кеше һис бер тәүбә үә үкенес
  тартмай ҡалмаҫ.
  
  Алтмыш
  бишенсе тәрбиә.
  
  Эй
  уғыл, бер ергә керһәң, әүүәл нисек итеп
  сығаһыңды уйламаҡ кәрәк. Бер ишекте
  асһаң, нисек итеп ябырмын тип уйламаҡ
  кәрәк. Йәғни бурысҡа керһәң, нисек итеп
  түләрмен тип, әүүәл түләүеңде иҫкә
  төшөр. Үә даһи бер эшкә керешһәң, нисек
  итеп тамам ҡылырмын тип, тамам ҡылаһыңды
  иҫеңә төшөр.
  
  Алтмыш
  алтынсы тәрбиә.
  
  Ялғансылыҡ
  менән аты (исеме) сыҡҡан кеше һәр ни
  ҡәҙәр тоғро һүҙ әйтһә лә, ышандырмайҙыр.
  Бер мәртәбә ялғансылығың һиҙелһә, ысын
  һүҙеңә лә ышанмаҫ булырҙар...
  
  Алтмыш
  етенсе тәрбиә.
  
  Әгәр
  ваҡ түбән йәнле (рухлы) кешеләр үә
  наҙандар олуғтар дәрәжәһенә ирешһәләр,
  олуғтар үә кешелекле әҙәмдәр һәләкәт
  дәрәжәһенә төшөрҙәр, йәғни яҡшы күңелле
  әҙәмдәрҙең ҡәҙере ҡалмаҫ. Эй уғыл, яман
  холоҡло үә тар холоҡло кешеләрҙән ҡас
  үә йыраҡ кит, күркәм холоҡло кешеләрҙән
  айырылма үә әхләге күркәм менән тиңдәш
  бул.
  
  Алтмыш
  һигеҙенсе тәрбиә.
  
  Әй
  уғыл, әйткән һүҙ атҡан уҡ кеүектер, һәр
  бер һүҙҙе уйлап һөйләшергә кәрәк,
  ауыҙыңдан сыҡҡан кире ҡайтмаҫ. Гонаһлы
  була тороп та, тәүбәгә ашыҡмаған
  кеше-гонаһы кес кенә булһа ла ҙурға
  әйләнер.
  
  Алтмыш
  туғыҙынсы тәрбиә.
  
  Аҡыл
  менән тотһаң үә сарыф ҡылһаң, аҙ нәмә
  лә бәрәкәтле булалыр, үә уйламайынса
  тотоп исраф ҡылһаң, күп нәмә лә етмәйҙер...
  
  Эй
  уғыл,
  аҡыллы кеше
  шулдыр,
  ҡулындағын һаҡлар, бөгөнгө
  эшен иртәгәгә ҡалдырмаҫ.
  
  Етмешенсе
  тәрбиә.
  
  Ғизәтлелек
  үә олуғлыҡ-ҙур тырышлыҡ менәндер, сереүсе
  тупраҡ менән инмәҫтер, йәғни оҙон буй
  үә олуғ һаҡал, үә йыуан ҡорһаҡ менән
  түгелдер. Былар барыһы ла сереп тупраҡ
  булаһы нәмәлер, олуғлыҡҡа илтә торған
  нәмә түгелдер. Ҙур тырышлыҡтан үә күркәм
  әхләҡтән яланғас булып та, буй менән үә
  ғәмәл менән, үә ҡиәфәт менән олуғлыҡты
  өҫтәмәк - ғәйәт ахмаҡлыҡтыр. Үә даһи
  олуғлыҡ үә игелеклелек тигән ғилем үә
  әҙәп менәндер үә күркәм әхләҡ менәндер.
  Юғиһә, күл өҫтөндә яҡшы аттар юрғалатыу
  бер ҙә олуғлыҡҡа үә хөрмәткә илтмәйҙер.
  Эй уғыл, әҙәм булайым тиһәң, бындай юҡ
  эштәргә ихлас ҡуйма.
  
  Етмеш
  беренсе тәрбиә.
  
  Аҡыл
  эйәләре менән үә ғилем әһеле менән
  аралашыу үә сер ҡылмаҡ күңелдәрҙе
  тергеҙер. Үә ғилем үә мәғрифәт әһеле
  менән сер ҡылмаҡ-еҫле май һатыусылар
  янында тормаҡ менән берҙер, гәрсә һиңә
  ул еҫле май бирмәһә лә, хуш еҫе танауыңа
  керәлер. Наҙандар үә яуыздар менән сер
  ҡылмаҡ-тимерселәр янында тормаҡ менән
  берҙер: осҡондары һиңә килеп сәсрәр,
  шулай уҡ наҙандың наҙанлығы әҫәр
  итәлер...
  
  Етмеш
  икенсе тәрбиә.
  
  Эй
  уғыл, кешенең эшендә йәки һүҙендә хата
  күрһәң: «Һай хата ҡылдың, былай кәрәк!,
  - тип хатаһын төҙәтмә, сөнки һинән ғилем
  алыр һәм һине дошман тотор. Был эш үҙ
  башыма күп килгәне бар, үә нисә мәртәбә
  кешенең хатаһын үҙгәртеп үкенгәнем
  бар.
  
  Етмеш
  өсөнсө тәрбиә.
  
  Әҙәмдең
  тәбиғәте шулайҙыр, мәнфәғәтен (файҙаң)
  күргән кешегә мөхәббәт итер, үә зарарын
  күргән кешегә рәнйер. Эй уғыл, кешегә
  мәнфәғәт итергә ҡулыңдан килмәй икән,
  бары зарарыңды ирештермә. Асыҡ йөҙлө,
  татлы һүҙле бул, дуҫың күп булыр.
  
  Етмеш
  дүртенсе тәрбиә.
  
  Эй
  уғыл, мал табыуҙың юлдары бик күптер.
  Ниндәй генә юл булмаһын, малды хәләлдән
  табыу фарыздыр. Хәләлдән килгән
  мал-тотороҡло булалыр. Харам мал иһә
  әҙәмгә йоҡмайҙыр; тиҙ ҡулынан китер,
  яуаплылығы һәм ауырлыҡтары ғына һиңә
  ҡалыр. Әммә хәләлдән килгән малыңды
  һаҡлап тот, харам ергә сарыф итмә. Малды
  һаҡлау-малды табыу һәм йыйыуҙан ауырыраҡ,
  һаҡлап тота белмәгәндәре сәбәпле ни
  ҡәҙәр байҙар малһыҙ ҡалдылар.
  
  Етмеш
  бишенсе тәрбиә.
  
  Эй
  уғыл, малдың килеүенә ҡарап байлығыңды
  тот, килеүенә ҡарағанда сығымдарың
  кәмерәк булһын, донъяла һис мохтаж
  булмаҫһың. Һәр көн аҙмы-күпме сығымдарыңдан
  артҡаны сәрмаяңа (йыйылған аҡса)
  ҡушылһын,
  дәүләтең һаман артыр. Имде малың күп
  булған тәҡдирҙә, фәҡир ваҡытыңды онотма,
  ни тиклем фәҡир ваҡытыңда: «Был нәмә
  был көнгә етһен,-тип
  сарыф ҡыла инең, бай булғас, шулай ук
  хисап менән тот. Сығымдарын үлсәү менән
  тотҡан кеше мохтаж булмайҙыр.
  
  Етмеш
  алтынсы тәрбиә.
  
  Үә
  әгәр бер дуҫың йәки ҡарындашың малын
  йәки хеҙмәтен һиңә тапшырһа үә аманат
  итһә, үҙ малың кеүек итеп һаҡла, үә үҙ
  хеҙмәтең кеүек итеп башҡар. Ул сәбәпле
  Аллаһ Тәғәлә һинең малыңа бәрәкәт бирер,
  үә халыҡ араһында аманатҡа тоғро булып
  мәшһүр булырһың. Әммә, эй уғыл, малыңдан
  бер нәмәне бер кешегә аманат ҡуяйым
  тиһәң, исраф итеүсе әҙәмгә аманат ҡуйма.
  Даһи отош уйын уйнаусы кешегә үә хәмер
  әсеүсегә аманат ҡуйма.
  
  Етмеш
  етенсе тәрбиә.
  
  Үә
  даһи, эй уғыл, бурыс итергә һәүәҫ итмә.
  Үә файҙа менән алма, үә заклад биреп
  аҡса алма. Сөнки был эштәр әҙәмде хурлыҡҡа
  төшөрөр. Сөнки кемгә бурыслы булһаң,
  уға ҡол булырһың. Үә даһи кешегә бурысҡа
  аҡса бирмә, хосусан дуҫыңа бирмә. Сөнки
  дуҫың ваҡытында үҙе белеп бирмәһә,
  һорарға тура килер, һораһаң рәнйер,
  арағыҙҙа дуҫлыҡ бөтөр. Дуҫыңды дошман
  итмәк жәһилдәр эшелер.
  
  Етмеш
  һигеҙенсе тәрбиә.
  
  Эй
  уғыл, әгәр бер кеше һиңә аманат ҡуйырға
  теләһә, ҡабул итмә, үҙеңә бәлә йөкләмә.
  Сөнки аманат һаҡлау-бер бәләлер, өс
  хәүефле яғы бар. Береһе -аманат нәмәне
  үҙ
  малдарыңдан
  артығыраҡ һаҡлап интегәһең һәм хужаһына
  ҡайтарып бирәһең. Ул һине ҡомһоҙ кешегә
  әйләндереп, алманым тип баш тартырға
  мәжбүр итеүе бар. Йәки, ул юғалып, ауыр
  хәлдә һәм оятҡа ҡалырһың. Ҡаза күрҙем,
  юғалды тиһәң дә ышанмаҫтар. Эйе, аманат
  һаҡлауҙары еңел эш түгел. Әгәр ҙә инде,
  аманатты ҡабул итһәң, яҡшы һаҡла һәм
  хыянат итмә. Әгәр берәү үҙеңә һатырға
  берәй нәмә аманат ҡуйһа, һатыу менән,
  тотҡарһыҙ, аҡсаһын эйәһенә тапшыр. Әгәр
  быны үтәй алмайһың икән, аманат итеп
  алма; йәки һатҡас, фәләнсә ваҡыттан һуң
  аҡса ал.
  
  Етмеш
  туғыҙынсы тәрбиә.
  
  Һөнәрле
  ҡол үлмәҫ. Эй уғыл, һөнәрең ҡайһы булһа
  ла, үҙең яҡшы булһаң, аҡса килтерәлер.
  Әммә һөнәрленең яҡшыһы, әгәр ҙә аҙыраҡ
  аҡсаң булһа, сауҙа ҡылмаҡ яҡшы кәсептер.
  Ләкин хәләл сауҙа ҡылмаҡ бик ситен
  эштер. Әммә ижтиһад ҡыл, эй уғыл, хәләлдән
  һатыу ит. Хәләл сауҙа менән хасил иткән
  бер тинең ун тин харамды бәреп йығыр.
  Сауҙа малы алһаң, малдың яҡшыһын ал,
  сөнки яҡшы нәмәнән файҙа өмөтө бар,
  насар нәмәң һатылмай ҡалһа, зарар булыр.
  
  Һикһәненсе
  тәрбиә.
  
  Һәм
  тағы, эй уғыл, әҙәм һәм хайуан ризығы
  булған нәмә менән һатыу-алыу итмә. Йәғни
  икмәкте, ашлыҡты арзан ваҡытта һатып
  алып, ҡиммәтләнгәс һатырмын тип йыйып
  һаҡлау харам. Быны спекуляция тиҙәр,
  һәм тағы, эй уғыл, һатыу-алыу эшендә
  ялған һөйләмә, ант итмә.
  Һатыуҙы-
  алыуҙы еңелләштерер. Әммә башҡа кешегә
  шәрик
  (компаньён)
  булып сауҙа итеүҙән һаҡлан: донъяла
  ғәҙел кеше бик аҙ, ыҙғыштан башың сыҡмаҫ,
  һынамаған, тәжрибә ҡылмаған мал менән
  һатыу итмә; үҙеңдең өйрәнгән сауҙаңды
  ташлама.
  
  Һикһән
  беренсе тәрбиә.
  
  Эй
  уғыл, «Ғәдүвун ғәҡыл хәйрун мин садиҡин
  жәһил
  (аҡыллы дошман иҫәр дуҫтан хәйерлерәк
  мәғәнәһендә). Ахмаҡ үә наҙан әҙәм дуҫлыҡҡа
  үә дошманлыҡҡа ярамаҫ. Үә һөнәрһеҙ кеше
  дуҫлыҡҡа ярамаҫ, һаҡлан шул кешенән,
  үҙе бер нәмә белмәҫ, үҙен ғалим үә
  белдекле һанар. Бер эште бер мәртәбә
  эшләп тоғро килмәһә, икенсе мәртәбә ул
  эшкә тотонма, үә ҡулыңдан килмәгән эшкә
  тотонма.
  
  Һикһән
  икенсе тәрбиә.
  
  Эй
  уғыл, гәрсә тоғро һөйләмәк әселер, әммә
  барыбер тоғро һөйлә. Әгәр дошман серемде
  белмәһен тиһәң, дуҫыңа ла сереңде әйтмә,
  дошманыңа барып әйтмәһен. Ололарҙы оло
  ит, кеселәргә шәфҡәтле бул. Наҙан үә
  һөнәрһеҙ кешеләрҙе терегә һанама, мәйет
  тип бел. Бер эште ике мәртәбә эшләмә.
  
  Һикһән
  өсөнсө тәрбиә.
  
  Эшлекһеҙ
  кешенең икмәген ашауҙан ас тормаҡ
  артыҡтыр, һынамаған үә тәжрибә ҡылмаған
  кешегә таянма, мең төрлө түбәнселектәр
  ҡылһа ла. Үҙеңдән түбән дәрәжәләгеләргә
  мохтаж булыуҙан бик һаҡлан, бынан ҡыйын
  эш юҡтыр. Бурыстан бик һаҡлан, эй уғыл,
  кешегә бурыслы булдың иһә - уға ҡол
  булдың.
  
  Һикһән
  дүртенсе тәрбиә.
  
  Эй
  уғыл, урланған нәмәне алмаҡтан бик
  һаҡлана күр. Кәрәк үҙең урла, кәрәк белә
  тороп урланған нәмәне ал, икеһе лә бары
  бер. Аңһыҙҙан урланған нәмә ҡулыңа
  керһә, үҙеңдә ҡалдырма, эйәһенә тапшыра
  күр.
  
  Һикһән
  бишенсе тәрбиә.
  
  Әммә,
  эй уғыл, тыштан дуҫлыҡ күрһәтеп, эсендә
  дошманлыҡ үә хөсөд йәшереп йөрөгән
  кешенән бик һаҡлан. Был замандың дуҫтарына
  ла ышанма. Берәү һине алдыңда маҡтаһа,
  әлбиттә, бел, һис шикһеҙ, һине артыңда
  яманлай торғандыр. Тәжрибә ҡылмай тороп
  алданма.
  
  Һикһән
  алтынсы тәрбиә.
  
  Эй
  уғыл, яҡшы һүҙ менән уҫалды юлға һалырмын
  тимә. Ахмаҡ үҙ-үҙенә ҡылған ҡәҙәр зарарҙы
  аҡыллы әҙәм дошманына ла ҡылмаҫ. Әгәр,
  әй уғыл, һине алдыңда маҡтаһалар үә
  яҡшылығың өсөн һиңә рәхмәт ҡылһалар:
  «Һай рәхмәт, мине маҡтайһығыҙ икән-тимә,
  эсеңдән тын (шым тор). Әгәр дуҫтарым күп
  булһын тиһәң, кеше эшенә ҡатнашма үә
  һис кемгә бәйләнмә - һәммә халыҡ һиңә
  дуҫ булыр.
  
  Һикһән
  етенсе тәрбиә.
  
  Эй
  уғыл, ҡулға кереүе мөмкин булмаған
  нәмәне өмөт итмә. Ғәмәлең миҡдарынса
  ғына өмөт ит. Мәҫәлән, ун тинлек ғәмәл
  ҡылып, ун һум өмөт итергә урын юҡ.
  Һынамаған үә тәжрибә ҡылмаған эшкә
  тотонма, һаман үҙеңдең белгән эшеңде
  эшлә.
  
  Һикһән
  һигеҙенсе тәрбиә.
  
  Эй
  уғыл, кешенең күңеленә хилаф килә торған
  һүҙҙе телеңә килтермә. Бер һүҙҙе һин
  файҙаһыҙ әйтеп ебәрерһең, ишеткән
  кешенең күңеле йәрәхәтләнә торған һүҙ
  булыр, күңеле рәнйер. Кеше күңелен
  рәнйетеүҙән бик һаҡлан.
  
  Һикһән
  туғыҙынсы тәрбиә.
  
  Эй
  уғыл, кешенең пәрҙәһен йыртма, йәғни
  халыҡ алдында уның ғәйебен йөҙөнә әйтмә,
  халыҡ алдында уны оялтма, был бик яман
  холоҡтыр. Кешенең ғәйебен үә килешмәгән
  эшен халыҡ алдында әйтеү - башына туҡмаҡ
  менән һуҡҡандан да яманыраҡтыр. Үҙеңдең
  ғәйебеңде халыҡ алдында үҙеңә һөйләһәләр,
  яҡшы булырмы?
  
  Туҡһанынсы
  тәрбиә.
  
  Үҙеңдең
  ҡул аҫтындағыларҙы һәр ҡайсан риза ҡыл:
  йәғни йәмәғәтеңде үә хеҙмәтселәреңде
  рәнйетмә. Хеҙмәт хаҡтары булһа, ҡулыңда
  аҫрама (тотма), хеҙмәт иткән өсөн шунда
  уҡ аҡсаһын бир, риза ҡыл. Һәр бер күңелеңә
  килгән эште эшләргә ашыҡма, һуңынан
  үкенерлек булмаһын, уйлап эш ҡыл.
  
  Туҡһан
  беренсе тәрбиә.
  
  Эй
  уғыл, халыҡ ҡаршыһында ғиззәтем үә
  хөрмәтем артыҡ булһын тиһәң, асыҡ ҡуллы
  үә икмәкле-тоҙло, йомарт бул. Йомартлыҡ
  менән дәүләт кәмемәҫ, бәлки, дәүләттең
  артыуына сәбәптер. Саҙаҡа, хәйер һис
  ҡайсан кешене бөлдөрмәҫ. Кешенең ярҙамына
  можтаж булыуҙан һаҡлан. Эй уғыл, кешенең
  миннәтен (яҡшылыҡҡа ҡаршы яуап) муйыныңа
  йөкләмә, үҙеңдең хазинаңда барына
  ҡәнәғәт ҡыл.
  
  Туҡһан
  икенсе тәрбиә.
  
  Кешенән
  көтөргә нәмә алып, бурыслы булма. Кешегә
  бурыслы булдың иһә уның ҡоло булдың.
  Ахмаҡ үә наҙандар эшенә ҡатнашма, тағы
  үҙеңде кәмһетә үә хурлай күрмәһендәр.
  Үә улар менән бәхәс ҡылышма, һүҙ
  көрәштермә, Лоҡман хаким яуабын хәтереңдә
  тот.
  
  Туҡһан
  өсөнсө тәрбиә.
  
  Эй
  уғыл, ашағанда үә даһи күп әҙәптәр
  барҙыр. Инсан булған әҙәмгә ул әҙәптәрҙе
  үтәмәк шарттыр. Ашың хәләлдән булһын.
  Тағам ашарға ултырғанда ҡулыңды йыуыу,
  үә даһи тағамдан бушағас, ҡулыңды йыуыу,
  ашың бәрәкәтле итер. Әммә ашты бик ҡайнар
  ашама, ҡайнар ашта бәрәкәт кәмдер. Хайуан
  шикелле, ашағанда тағамды еҫкәп ҡарама.
  Ҡайнар булһа, өрөп ашама, өрөп эсмә-былар
  әҙәпһеҙлектән һаналыр.
  
  Туҡһан
  дүртенсе тәрбиә.
  
  Эй
  уғыл, аш алдынан «бисмилләһир-рахмәнир-рахим,
  тип әйт, ашағас ниғмәтең хәләл булыр.
  Әммә харам ниғмәткә «бисмилләһ
  әйтеү тыйыла. Ә хәләл ниғмәткә «бисмилләһ
  әйтмәһәң, ашаған аҙығың шайтан менән
  уртаҡ булыр. Бисмилләне ауыҙ менән әйтеү
  тейешлелер, табын артындағы башҡа
  кешеләрҙең дә иҫтәренә төшөрөү булараҡ.
  Ашап туйғас, «әлхәмдү лилләһ
  тип, шөкөр итергә кәрәк. Әммә «әлхәмдү
  лилләһ
  тип эстән генә әйтеү тейешле, башҡаларҙы
  әле туймаған кешеләрҙе туҡталырға
  мәжбүр итмәһен.
  
  Туҡһан
  бишенсе тәрбиә.
  
  Даһи
  тағамды, эй уғыл, уң ҡулың менән аша.
  Ләкин ауыҙыңды тултырып ҡапма. Ваҡ-ваҡ
  сәйнәп аша, ашың һеңерлек булһын. Табынға
  ашты килтергәс, дәррәү ашарға ултыр,
  ашты көттөрмә. Даһи ашап туйғас, өҫтәлдән
  ашты алмаҫ борон тороп китмә. Йәнә,
  күберәк кеше килгән булып, бер генә кеше
  килмәгән булһа, бер кеше өсөн күп кешене
  көттөрмә.
  
  Туҡһан
  алтынсы тәрбиә.
  
  Ашаған
  ваҡытта уңға-һулға ҡарама, алдыңа ғына
  ҡарап ултыр. Кешенең өлөшөнә үә кешенең
  ҡашығына күҙ һалма. Тағамдың уртаһынан
  алма, бәлки табаҡтың үҙеңә таба яғынан
  үә ситенән алып аша. Үә алдыңа түкмәйенсә
  үә тамыҙмайынса аша. Хосустан, мәжлестә
  олуғ әҙәмдәр булһа, оят булыр. Эт ялаған
  шикелле, шапылдатып ашама. Тәрилкәнең
  өҫтөнә ятып ашама, мәжлестә был ғәйеп
  эштер.
  
  Туҡһан
  етенсе тәрбиә.
  
  Эй
  уғыл, мәжлестә ололар булһа, уларҙан
  элгәре ашҡа ҡул һуҙма, был әҙәпһеҙлек
  булыр. Даһи ғәйреләр ашап туйғас, кешенән
  ҡалып ашап ултырма. Күп ашамаҡ зарарлылыр,
  хайуан фиғелелер, күп ашауҙан төрлө
  ауырыуҙар пәйҙә булалыр. Аҙ ашамаҡта
  файҙа барҙыр, есемең сәләмәт булыр,
  зиһенең саф булыр, хәтерең ҡеүәтле
  булыр.
  
  Туҡһан
  һигеҙенсе тәрбиә.
  
  Эй
  уғыл, әгәр ҡунаҡ саҡырып һыйлаһаң,
  ҡунағың аҙ булһа, бергә ултырып аша,
  әгәр ҡунаҡтарың күп булһа, үҙең
  хеҙмәт
  ит. Әммә ҡунаҡтарҙы ташлап китеп йөрөмә.
  Даһи ғәжиз итерлек ҡәҙәр ҡунаҡтарыңды
  ҡыҫтама. Ни бар ниғмәтеңде ҡунаҡтарың
  алдына асыҡ йөҙөң менән ҡуй. Ҡунаҡтарҙың
  барында йәмәғәтең үә хеҙмәтселәреңә
  асыуланма, талашма. Даһи ҡунаҡтар менән
  әңгәмә ҡыл, ят кеше кеүек булып йөрөмә.
  
  Туҡһан
  туғыҙынсы тәрбиә.
  
  Эй
  уғыл, уйламағанда ҡунаҡтар саҡырып
  ҡунаҡ ҡылһаң, бер-берһенә дошман кешеләрҙе
  бер мәжлескә йыйма, бер табынға ултыртма.
  Ҡунаҡтарҙы танып, тейешле урындарына
  ултырт. Ғилем әһелен бер ергәрәк, вә
  ғәүәм халҡын йәнә үҙалдына, үә байҙарҙы
  шулай уҡ һәр ҡайһыһын тейешле урындарына
  ултырт.
  
  Йөҙөнсө
  тәрбиә.
  
  Эй
  уғыл, белмәгән һәм тәжрибә ҡылмаған
  таныштарыңдан һаҡлан. Кеше менән кеше
  араһында әхләҡ яғынан айырма бик күп
  була. Игелектең ҡәҙерен белмәгәндәргә
  иткән изгелегең әрәмгә китәсәк. Күркәм
  холоҡ эйәләренә хөрмәт үә изгелек
  күрһәтһәң, улар һиңә ҡол булырҙар. Әгәр
  изгелек ҡәҙерен белмәгәндәргә хөрмәт
  үә изгелек күрһәтһәң, шөкөр итмәҫтәр
  һәм кирелектәрен арттырырҙар. Ундай
  әҙәмгә изгелек итһәң: «Ҡара әле, мин
  бындай изгелектәргә хаҡлы икәнмен. Миңә
  әле тағы фәлән нәмә, фәлән нәмә кәрәк
  ине,
  - тип, талап итеп, дәғүәләрен (талаптарын)
  арттыра барып, һине үҙҙәренең ҡолона
  әйләндерерҙәр.
  
  Йөҙ
  ҙә беренсе тәрбиә.
  
  Имде,
  эй уғыл, кешеһенә ҡарап дуҫлыҡ үә мөғәмәлә
  ҡылмаҡ кәрәкле эштер. Һәр кем янында
  асыҡ йөҙ менән йомшаҡ һөйләш, яҡшы
  кешеме, яманмы, мосолманмы, йә ғәйре дин
  тотоусымы - һис айырма. Ни тиклем, аһ
  Тәғәлә Муса ғәләйһис-сәләмгә әмер ҡылды:
  «Фирғәүен менән йомшаҡ һөйләш,-тине.
  Ҡарттарҙы хөрмәтлә үә олола үә үҙеңдән
  кес кенәләргә мәрхәмәт үә шәфҡәт ҡыл,
  ҡартты хөрмәтләмәһәң, йәшкә шәфҡәт
  ҡылмаһаң, һин өммәт түгел. Ғәрәпсә, уҡый
  башлағас, был һүҙҙәрҙе хәҙис китаптарында
  күрерһең, эй уғыл.
  
  Йөҙ
  ҙә икенсе тәрбиә.
  
  Ҡарындаштарың
  менән, дуҫтарың менән йөрөш, әммә ташлашып
  ебәрмә. Йәғни бик һирәк тә барма, тағы
  һине онотмаһындар, көн һайын да барма,
  тағы һинән туймаһындар... Эй уғыл,
  йөрөшһәң, яҡшы кешеләр менән йөрөш,
  ҡатышһаң, яҡшы кешеләргә ҡатыш.
  
  Йөҙ
  ҙә өсөнсө тәрбиә.
  
  Бер
  хаким үҙенең улына әйтте: «й уғыл, кемде
  теләһәң, уның менән һөйләш, мөғәмәлә
  ҡыл, йөрөш, ҡунаҡҡа саҡыр, үҙең бар. Әммә
  биш төрлө кешеләр менән аралашма. Әүүәл
  ялғансы кеше менән әңгәмә ҡылма, сөнки
  ялғансының һүҙе һыу өҫтөндә ялған яҙыу
  кеүектер, ышанысы юҡтыр, яҡынды йыраҡ
  ҡылыр, йыраҡты яҡын итер. Даһи ахмаҡ үә
  наҙан менән иптәш булма. Сөнки ахмаҡ
  кеше һиңә файҙа иткән кеүек күренһә лә,
  зарарлылыр. Үә даһи ҡомһоҙ кеше менән
  аралашма. Сөнки ул кеше гел һинән өмөт
  итеп кенә торор. Йәнә даһи һаран кеше
  менән юлдаш булма. Сөнки һаран кеше һиңә
  һис бер
  зарарҙан
  хали (бушамаҫ) булмаҫ. Әгәр ҙә уға хәжәтең
  төшһә, һине кәмһетер үә хур ҡылыр.
  Хосусән, сәфәрҙә һаран кеше менән юлдаш
  булма. Даһи ла ҡурҡаҡ үә ебегән кеше
  менән аралашма, сөнки ҡурҡаҡ кеше менән
  һис имен булмаҫһың.
  
  Йөҙ
  ҙә дүртенсе тәрбиә.
  
  Эй
  уғыл, бер ҡәүемде күрһәң, сәләм бир.
  Йәғни бер ерҙә күп кеше булһа, йәки күп
  кешегә осраһаң, уларға һин сәләм бир.
  Сөнки бер кешенең күп кешегә сәләм
  биреүе һәм сәләм ҡайтармаҡ, уларға үәжиб
  эштер... Даһи ат менән барған кеше
  йәйәүлегә, йәйәү барған кеше ултырып
  тороусыға сәләм бирер. Әммә, эй уғыл,
  сәләм бирһәң ишеттереп бир, сәләм алһаң
  ишеттереп ал. Йәғни сәләмде ишеттереп
  бирмәһәң, гүйә һин сәләм бирмәнең, әгәр
  ишеттереп алмаһаң, шулай уҡ сәләмде
  алмаған кеүек булалыр.
  
  Йөҙ
  ҙә бишенсе тәрбиә.
  
  Балаларға
  сәләм биреүгә ҡарата әйтелгән кәңәштәр
  күп төрлө һәм бик ҡаршылыҡлы. Әммә,
  бала-саға ғына булһа ла, сәләм биреү
  хәйерлерәктер. Әгәр бер кеше лә булмаған
  өйгә барып керһәң дә сәләм биреү тейеш
  тә баһа. Фәлән-фәлән урындарға сәләм
  бирелмәһен тигән кәңәш ҡайһы бер
  яҙмаларҙа күренгеләһә лә, шәриғәт
  дәреслектәре, «Бүстән
  кеүек китаптарҙа
  һүҙҙәр күренмәне.
  
  Йөҙ
  ҙә алтынсы тәрбиә.
  
  Йәнә
  был өлөштә тәрбиә һиңә әйтелде. Имде
  кейем хаҡында әйт тиһәң, әй уғыл, кейемең
  баһалы булыусылыҡта үә арзан булыусылыҡта,
  үҙеңдең имҫәлең (миҫалың) үә тирәңдәгеләрҙең
  кейеме кеүек булһын. Йәғни һинең кеүек
  кешеләр
  ни баһалы кейем кейәләр, һин улар
  кейеменән баһалыраҡ кейемде кеймә.
  Сөнки ихтималдыр, уларҙа хөсөт тыуыр
  ҙа шикәйәттән хали (буш) булмаҫтар.
  Уртаса кейенергә кәрәк, ифрат үә кәмлек
  тә ярамай, һис бер урында. Әммә төҫтәрҙең
  артығырағы, шәриғәтебеҙҙә аҡ төҫтөр
  Ләкин шәриғәт тә төҫтө күп тәфтиш
  ҡылмайҙыр (тикшермәйҙер), теләһәң, ниндәй
  төҫтө кей, һис тыйыу юҡ. Ләкин кейемдең
  рәүешендә һаҡлыҡ кәрәк. Йәғни исраф
  ҡылма үә тәкәбберлек тә итмә.
  
  Йөҙ
  ҙә етенсе тәрбиә.
  
  Эй
  уғыл, йорт һалдырһаң, бик оло итмә, бик
  бейек итмә, үҙең урынлашып торорлоҡ
  булһа, етәлер. Бик олуғ йорттоң яйһыҙлығы
  шулдыр, донъя бер ҡарарҙа тормайҙыр,
  ихтимал эшең артҡа китһә, закладҡа
  һалырһың йәки һатырһың, баһа еткереп
  алыусы булмаҫ.
  
  Йөҙ
  ҙә һигеҙенсе тәрбиә.
  
  Эй
  уғыл, өс нәмә күңелде шатландырыр үә
  аҡылды саф ҡылыр: гүзәл ҡатын, етерлек
  ризыҡ үә яҡын дуҫ, ҡарындаш. Даһи дүрт
  нәмә барҙыр, әҙәм уны ифрат үә сиктән
  тыш күп ҡылһа, һәләк булалыр: әүүәл ҡатын
  менән маташһа әҙәм һәләк булалыр. Йәнә
  яуызлыҡ артынан күп йөрөй торғас, әҙәм
  һәләк булалыр. Даһи күп отош уйнаһа,
  әҙәмдең һәләкәте уңдалыр. Даһи лә күп
  хәмер эсһә, һәләк булмай ҡалмайҙыр.
  
  Йөҙ
  ҙә туғыҙынсы тәрбиә.
  
  Эй
  уғыл, берәү аҙғындарға эйәрһә, ул кешенең
  дине бөтөн булмаҫ. Әгәр берәү бер әшәке
  кешене маҡтаһа, халыҡ араһында үҙ
  ҡиммәте бөтәлер.
  
  Бисмилләһир-рахмәнир-
  рахим.
  
  Мөхтәрәм
  дин ҡәрҙәштәребеҙ!
  
  нәшриәте һеҙгә сығарған китаптарҙы
  тәҡдим итә. Әгәр хаталар китһә Аллаһтан
  ғәфү үтенәбеҙ һәм һеҙҙең аңлауығыҙҙы
  өмөт итәбеҙ. Кемдәр халҡыбыҙ өсөн
  китаптар тәржемә итеп динебеҙҙе таратырға
  теләһә беҙҙең менән бәйләнешкә керһен.
  
  
  Ильшат
  хәҙрәт Хафизи
  
  Хажға
  барырға теләүселәр - УРАЛ-ХАЖ
  ойошмаһына
  мөрәжәғәт итә
  алаһығыҙ.
  
  Һеҙҙең
  иғтибарығыҙға
  башҡорт-ғәрәп
  телен белгән тәжрибәле етәкселәр
  хажығыҙҙы тулыһынса үтәргә ярҙам итер.
Вы прочитали 1 текст из Башкирский литературы.