🕙 Минуты чтения - 27

Һалдат ҡатыны Хәмиҙә - 2

Общее количество слов 3477
Общее количество уникальных слов составляет 1567
37.5 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
50.0 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
57.0 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  Уларҙы башта үҙ кейемдәре менән генә, дүртәр-бишәр кеше итеп, айырып-айырып өйрәтә башланылар. Нисек атларға, нисек баҫырға, ҡул һәм аяҡтарҙы нисек хәрәкәт иттерергә һәм башҡа шундай иң башта өйрәнеүе лазым булған эштәргә өйрәттеләр.
  
  Ғариф башта быларҙың серенә, рәтенә төшөнөп етеүенә ышанмай ине. Аяғын ни саҡлы оҫта итеп баҫһа ла, честь биргәндә ҡулын ҡаты тотоп, нәҡ учитель өйрәткән кеүек итеп күтәрһә лә, һаман килешмәй сыға, һаман шул эште тәкрар эшләргә мәжбүр ителә ине. Йә ул эйәген бик юғары кутәрә, йәки терһәге юғары тора. Булмаһа, аяғының баҫыуы рәтһеҙ булып сыға ла, артҡа табан кире ебәрелеп, тәкрар килергә ҡушыла ине.
  
  Ул быларҙы, әлбиттә, ысын күңелдән белергә тырыша. Ҡатын, бала-сағалары иҫенә төшһә, уларҙы күңелдән сығарып ташлап булһа ла, бар фекерен уйын менән мәшғүл итергә ижтиһад итә ине. Ул уйындан туҡтап торған ваҡытта ла форсатты ғәнимәт белеп һалдат формаһында атлап ҡарай, тиҙ генә артҡа боролоп китә, иптәше Әхмәдулланы учитель фараз итеп, уның алдынан честь биреп, һалдаттарса матур һәм эре-эре атлап үтә. Шулай итеп, ошо белергә тейеш булған нәмәләрҙең һәммәһен дә әҙәм рәүешле белергә тырыша ине.
  
  Шулай күп өйрәнә, шулай иртәнән кискә саҡлы хәрәкәтләнеп йөрөй торғас, шулай учителдәрҙән әллә ни саҡлы ҡыйналғас, уның һөйәктәре яҙылып, учитель ҡушҡанса, теләһә нисек йөрөргә өйрәнде. Бара торғас, башта ауыр һәм беленмәҫлек серле күренгән нәмәләр еңел була башланы. Уның менән бергә йөрөгән әллә ҡайҙағы сит урыҫтар, бер ҙә белмәгән, күрмәгән кешеләр яҡын һәм иптәш, серҙәш булып китеп, ул үҙен яңғыҙ күрмәй башланы.
  
  Бында килгәс, ул бигерәк тә Әхмәдулла менән серҙәш һәм моңдаш булып китте. Улар бер-береһенең эсенә керә алғанға, бер-береһенең әхүәленә төшөнгәнгә күрә, үҙҙәренә ғаид һәр бер эштә бергә һөйләшәләр, гәпләшәләр, ҡайғырһалар ҙа, шатланһалар ҙа уртаҡлашалар ине.
  
  Әхмәдулла, үҙе яҙыу белмәгәнгә күрә, йортона ебәрә торған хатты Ғарифтан яҙҙыра ине. Ул, хат яҙҙырырға уңайлы ваҡыт табыу менән, Ғарифты аулаҡ урынға алып килә лә берәмләп үҙенең сәләм әйтә торған кешеләренең исемдәрен әйтә, яҙҙырырға теләгән фекерҙәрен берәм-берәм әйтеп тора, инде яҙылып беттә тигәндә: «Әйтәһе һүҙем бар ине, буғай, хәтерем таралды», тип Ғарифты шөбһә аҫтында ҡалдыра ине. Ул, ауылда үҙенән сәләм өмөт итеп торған кешеләргә сәләм әйтмәй ҡалыуҙан бик ҡурҡҡанға күрә, ундай ихтималдарҙы һис бер ҡалдырмаҫҡа тырыша ине. Бының хат яҙҙырыуы бик ялҡтырғыс булһа ла, әйтәһе һүҙен тиҙ генә әйтмәй, бик оҙаҡ көттөрһә лә, Ғариф был ауырлыҡты һис ауырһынмай күтәрә, хатта Әхмәдулланың үҙенән дә һалҡын ҡан менән хәрәкәт итә ине. Шуның бәрәбәренә ул ҡайһы саҡта Ғарифҡа еңеллек итеп ташлай, бәғзе йомоштарҙа Ғарифтан элегерәк ҡуҙғалып, тейешле эште эшләп ҡуя ине.
  
  Әхмәдулла һалдат уйынын өйрәнеү тураһында Ғарифҡа ҡарағанда ҡәбилиәтһеҙерәк ине. Ул бик ғади хәрәкәттәрҙе еренә еткерә алмайынса бик күп ғазаплана, ҡушҡан эште мөкәммәл һүрәттә сығара алмай йонсоп бөтә ине. Уның былай булыуына бигерәк тә русса белмәүе сәбәп булды. Ул русса бер ҙә аңламай ине. Ул башта, йәнәшәһендәге кешеләргә ҡарап, улар нисек хәрәкәт итһәләр, шулай хәрәкәт итеп йөрөнө. Ләкин күп ваҡытта уларға ҡарап ҡына еңел, ашығыс хәрәкәттәрҙе эшләп булмағанға күрә, ул артҡа ҡала, тәртипте боҙорға сәбәп була ине. Уның бәхетенә ҡаршы учитель яҡшы кеше тура килде. Ул Әхмәдулланың русса белмәгәнен белгәс, ҡайһы саҡта «һул аяҡ» һәм башҡа шундай һүҙҙәрҙе татарса ла әйтеп ебәрә ине.
  
  Шула й итә торғас, Әхмәдулла ла, башҡалар кеүек, рәтләп йөрөй башланы.
  
  Берәр айҙан һуң быларҙың партияһын кейендерҙеләр, мылтыҡ та бирҙеләр. Хәҙер инде уларҙы, теге таш кибеттәр араһында бүлем-бүлем итеп йөрөтмәй, күпләп, рәттән теҙеп, ҡаланың ситенә алып сыға башланылар.
  
  Хәҙер былар урамдан барғанда дер һелкетеп атлайҙар. Хәҙер быларҙы күргәндә, бер ҙә теге ауылдағы киң сәкмәнле, сабаталы Ғариф менән Әхмәдулла тип уйларлыҡ түгел. Һалдатса кейенгәс, былар ыҡсымланып, йәшәреп киткән кеүек булдылар. Кейемдәре лә ауылдағы кеүек эленке-һалынҡы булып тормай, быларҙың кәүҙәләрен йыйнаҡ һәм килешле күрһәтеп тора.
  
  Былар атларға ла, йөрөргә лә, атырға ла, башҡа һәммә нәмәләргә өйрәнеп бөттөләр. Былар инде аяҡты нисек баҫыу, нисек йөрөүҙе уйлап та ҡарамайҙар. Былар һәммәһе лә тәбиғи булып киткән.
  
  ХӘМИҘӘНЕҢ ҠАЛАҒА БАРЫУЫ
  
  Көндәр үтте. Быларға ла китергә ваҡыт етте. Ғариф Хәмиҙәгә яҙған һуңғы хатында ошо һүҙҙәрҙе яҙҙы: «Беҙҙе һораған һәммә кешеләргә сәләм һуңында һүҙ шул: беҙҙе фәлән көндө һуғышҡа ебәрәләр, күрешергә кил, Фәхрелислам ағай үҙе алып килһен. Ғабдулла менән Ғәлимәне, Фәхерйыһанды ла алып кил. Уларҙы бик күрәһем килде. Киткән саҡта мулла менән мәзингә саҙаҡа биреп кит, фатиха ҡылып торһондар. Һүҙ күп ине, мөхтәсәр ҡылдыҡ. Яҙыусы батша хеҙмәтендә йөрөүсе Ғариф Иһраһимов» тигән ине.
  
  Ғарифтың саҡырып яҙған хатын алғас, бер яҡтан, Хәмиҙә бик шатланды. Ул Ғарифты күреүен, уға һуңғы әйтәсәк һүҙҙәрен әйтеп ҡалыуын, уны күҙҙән оҙатыуын уйлап һөйөндө. Уның уйы шулай күреү, оҙатыу тирәһенән үтә алмай һәм унан арғы яғын уйларға теләмәй ине. Ул шунан артыҡ уйлай башлаһа, әллә ниндәй осһоҙ-ҡырыйһыҙ нәмәләр тураһындағы уйҙарға төшә, ике арала тәрән соҡорҙар күренә башлай ине.
  
  Оҙатырға китер ваҡыт еткәс, бәрәмәстәр, күкәйҙәр бешерҙе. Таҫтамалға урап, еләк ҡаҡтары ҡуйҙы. Хәмиҙә ҡалаға Фәхрелисламдың улы Нурислам менән бармаҡсы булды. Нурисламдың тарантас алып килеп майлап йөрөүҙәре, туры атты сығарып ҡамытлауҙары, күрше ҡарсығын алып кереп, өйҙә ҡалдырырға йөрөүҙәре, һәммәһе лә боронғо ваҡытта ире менән үҙҙәренең ауылдарына аталарына ҡунаҡҡа барғанын иҫенә төшөрөп шатланһа ла, хәҙер инде Ғарифты оҙатырға, унан айырылып ҡалырға барыуы иҫенә төшөп, йөрәге елкенә, был әҙерлек, был матурлыҡтар араһына әллә ниндәй бер тап килтереп төшөрә ине.
  
  Ул: «Аталарын күреп ҡалһындар, бынан һуң әллә күрәләр, әллә юҡ»,— тип Ғабдулла менән Ғәлимәне һәм Фәхерйыһанды ла алып бармаҡсы булды. Ғабдулланың өҫтөнә ҡыҙыл бәс бишмәтен, атаһы үткән йыл ҡалаға арыш һатырға барған ваҡытта алып ҡайтҡан ҡара бүркен кейҙерҙе. ҫҙе аталарына ҡунаҡҡа барған саҡта һәм дә байрамдарҙа ғына кейә торған күлдәктәрен кейҙе. Алтынға манып һарғайтҡан көмөш тәңкәләр теҙеп яһаған ҡалпағын янына алды. Башына өсөнсө йыл ғына алған ҡыҙғылт ҡатыш һары биҙәк төшкән шәлен ябынып, аяғына быйыл йыйын осоронда ғына алған өр-яңы калошын кейҙе. Ул был кейемдәрҙе кейеп барған ваҡытта, ҡайҙа ғына булһа ла, кәм-хур булмауын, башҡаларҙан түбән күренмәүен бик яҡшы белә ине. Ул, эш кейемдәрен ташлап, үҙенең ярата торған матур кейемдәрен кейгәс, үҙендә бер нәүеғ еңеллек хис итте. Ғариф киткәндән бирле булған ҡайғы-хәсрәттәре шул иҫке эш кейемдәре менән һалынып ташланған һымаҡ булды... ҫҙе ҡайтҡансы йортто идара ҡылыуҙы, мал-тыуарҙарҙы ҡарауҙы күрше ҡарсығына тапшырҙы. Ул ҡунаҡҡа барған ваҡытта ла һәммә эштәрен шулай тапшырып китә торған ине.
  
  Ҡалаға бөгөн барып керергә тейеш булғанға күрә, былар иртәрәк ҡуҙғалдылар. Былар сығып киткән ваҡытта эшкә барыусылар яңы китәләр ине. Нурислам да атты йәһәтерәк ҡыуҙы. Әхтәри ҡатыны менән Ғәйфулла ҡатыны быларҙан иртәрәк ҡуҙғалған булһалар ҙа, Хәмиҙәләрҙең аты шәберәк булғанға күрә, уларҙы уҙып киттеләр.
  
  Хәмиҙә, был көнгә саҡлы ҡалаға барғаны булмағанға күрә, ҡаланы ни рәүешле итеп тә тасуир итә алмай ине. Ул, бары ҡалала ҡалас күп була, кейемлектәр шунда яһала, кәнфиттәр-маҙарҙар, керәндилдәр шунда бешерелә, тип белә ине.
  
  Уларға әллә ниндәй рус, сыуаш ауылдарын үтергә тура килде. Ләкин ул уларҙың һәммәһендә лә бер йәмһеҙлек хис итте.
  
  Был сит илдәрҙе күргәс, «теге меҫкен дә шулай ситтә йөрөй инде», тип Ғарифын иҫенә төшөрҙө.
  
  Ҡалаға етер алдынан ундағы тау-тау кеүек рус йорттарының йәшелле-ҡыҙыллы булып күренеүҙәрен, сиркәүҙәрҙең, завод торбаларының күккә күтәрелеп тороуҙарын күргәс, тағы ла яҡынлаша төшөп, төрлө тауыштар ишеткәс, Хәмиҙә үҙен әллә ниндәй бер упҡынға, кеше кереп юғала торған урынға, барған һымаҡ итеп хис итә башланы. Ҡалаға кергәс, ундағы йорттарҙың ҙурлыҡтарына, урамдарҙың оҙонлоҡтарына, кешеләрҙең бик күп булып, быларҙың бер ҙә ауыл кешеләренә оҡшамағанлыҡтарына, ҡолаҡ тондора торған төрлө тауыштарҙың, өҙлөкһөҙ сығып тороуына иҫе китте.
  
  Ғариф һәр ваҡытта: «Алла ҡушһа, һине бер ҡала күрергә алып барырмын әле, ҡала күрһәтмәй ҡалдырмам»,— ти торған ине. Уның ауыҙ һыуы ҡороп һөйләй торған ҡалаһы ошо икән...
  
  Хәмиҙә бындағы кешеләрҙең был саҡлы ашығып йөрөүҙәренә, быларҙың бер-береһенә бәрелмәүҙәренә, кейемдәре матур, аттары ен кеүек булыуына хайран ҡалды.
  
  Ауылда саҡта быларҙың туры аттары шәп ине. Эштән ҡайтҡан ваҡытта Гәрәйҙәрҙе, түбән ос Хәкимдәрҙе теттереп уҙып китә торғандар ине. Ләкин ҡалаға килеп кергәс, туры ат бик бәләкәйләнде, меҫкенләнде, уның аҙымдары вағайҙы. Арбалары ен ояһы кеүек булып ҡалды. Хәмиҙәгә бындағы кешеләр һәммәһе лә байҙар, һәммәһенең дә кеҫәләре тулы аҡсалыр кеүек булып күренде.
  
  Барған һайын тығыҙлыҡ артҡанға, барған һайын күк ситен күрһәтмәй торған йорттар араһына керелә барғанға, Хәмиҙәнең башы әйләнгән һымаҡ булып китте. Ул был ҡәҙәр халыҡ араһынан, был саҡлы буталсыҡ ерҙән Ғарифты табыуына ышанмай башланы. Таҡ-туҡ итеп баҫып, эре аҙымдары менән алға ынтылып барған аттарҙың эләктереп алып китеүҙәренән ҡурҡып, имсәк балаһын ҡосағына ҡыҫты. Тирә-яғына ҡарап, иҫе китеп барған Ғабдуллаһын янынараҡ тартып ултыртты. Һыҙғыртып барған автомобилдең выжлап үтеп киткәнен күргәс, ни эшләргә белмәй, Нурисламдың билбауынан тотоп: «Был нимә һуң былай атһыҙ килә?»— тип һорағанын һиҙмәй ҙә ҡалды. Нурислам электән ҡалаға бик күп килгәнгә, ул үҙенсә был нәмәләрҙең һәммәһенең дә серен беләм тип фараз иткәнгә, еңгәһенең иҫе китеүенә ҡаршы мәғәнәһеҙ генә көлөп: «Шул инде ана атһыҙ йөрөй торған арба, ул ут менән йөрөй, күрәһең бит ана, һарғылт эшләпәле бер рус машинаһын тартып бара. ҫткән йыл беҙҙең ала ат шунан өркөп, йөгө-ние менән тулап китеп, тәртәһен һындырҙы»,—- тип кенә яуап бирҙе.
  
  Хәмиҙәгә ҡаланың эсенән барыу бик оҙаҡ кеүек булып күренде. Ниһайәт:
  
  — Нурулла ағайҙарға етәбеҙме? Ағайыңдарҙың торған урындары ҡайҙа?— тип һораны.
  
  Нурисламдың был һүҙҙәргә иҫе китмәй, ҡаланың эсен баштан-аяҡ белгән кеүек:
  
  — Ҡайҙа әле барып етеү!.. Нурулла ағайҙар ҡаланың теге ситендәрәк торалар, уларға әле әллә ни саҡлы бараһы бар. Ана теге ҡыҙыл ҙур таш йорттарҙы күрәһеңме? Ғариф ағайҙар ана шунда торалар инде. Еңгәй, был ауыл түгел, бының бер башынан бер башына сығырға үҙенә ярты көн кәрәк. Бында шәт йөҙ сиркәү, ун биш-егерме мәсжед барҙыр. Бында йөрөй белмәгән кеше аҙашып китә. Былтыр мин шулай бер рәт аҙашып китеп, фатирҙы саҡ таптым. Ҡарап бара торғас, әллә ниндәй урамдарға кергәнмен дә киткәнмен,— тине лә атын шәп ҡыуа башланы.
  
  Хәмиҙә урамда осраған һалдаттарҙы күргәс:
  
  – Ағайың шулар араһында булмаҫмы икән?— тине. Нурислам уға ҡаршы:
  
  – Былар араһында буламы һуң, бындағы һалдаттарҙың хисабы ла юҡ, былай эҙләүгә ҡалһа, үлһәң дә таба алмаҫһың,— тине.
  
  Аҡрынлап бара торғас, ҡаланың был яҡ ситендә йорттар вағая төшөп, шулар араһында бик мөһабәт таш мәсжед ултыра ине. Мосолманлыҡ ғәләмәте булған мәсжедте күргәс, Хәмиҙәнең күңеленә рәхәт булып китте. Шул мәсжедкә яҡын ғына ерҙә Нуруллаларҙың йорттарына барып төштөләр.
  
  Нуруллаларҙың тормоштары ҡаласараҡ булып, уларҙың йорт-йыһаздарында, әйберҙәрҙең йыйыштырылыуҙарында ауылдағыға ҡарағанда башҡалыҡ күренеп тора ине. Хәмиҙәгә быларҙың тормоштары матур һәм күңелле булып күренде. Бында килеп, Нурулланың ҡатыны Хәҙисә менән һөйләшкәс, күңеле бер аҙ тынысланған кеүек булды.
  
  – Беҙҙеке бында килеп йөрөй торғандыр, бисара, бигерәк шуның өсөн йәнем әрней,— тип Ғариф хаҡында һүҙ китте. Хәҙисә:
  
  – Һәр ваҡыт килә, кисә лә килгән ине. «Килеп кенә етһәләр ярар ине, иртәнән һуңға ебәрәләр инде»,— тип ҡайғырып ултырҙы,— тине.
  
  Сәғәт туғыҙҙан һуң Ғариф та килде. Ул инде баштан-аяҡ һалдат кейеме кейгән ине. Башына кейгән фуражкаһы, Ғарифтың ҙур башына бер аҙ кескенәрәк булып, өҫтөнә кейгән шинеле, бының киреһенсә, кәүҙәһенә ҡарағанда иркенерәк булғанға, яурын баштары бер аҙ төшөнкө булып, итәктәре бер аҙ һалпыраҡ булып тора ине. Уның йөҙөндә бер ҙә ҡайғы-хәсрәт ғәләмәте күренмәй, хатта өйгә кереп, ҡатыны менән күрешкән ваҡытта көлөмһөрәп күреште. «Ағайың ниндәй шәп һалдат булды, шулай бит, Хәҙисә апа?»— тип көлөп тә ҡуйҙы.
  
  Хәмиҙә, һәр йыл көҙ көнөндә хеҙмәттән ҡайтҡан йәш һалдаттарҙың кейеп ҡайта торған кейемдәрен үҙенең ире өҫтөндә күргәс, күңеленең әллә ҡайһы урыны әрнеп китте. Ләкин был эш оҙаҡҡа барманы, Ғариф тышҡы кейемдәрен һалып, өҫтөнә бында ҡалдырған кәзәкейен кейгәс, йәнә боронғо үҙенең Ғарифына оҡшаны. Ул арала Ғабдулла менән Ғәлимә һәм Фәхерйыһан аталары янына барып ултырғас, Ғариф кескенә балаһын алып һөйә башлағас, һүҙ башланып китте. Хәмиҙә:
  
  — Йыһан, бына инде атайың янына килдең. Өйҙә саҡта, атай ҡайҙа, ул ниңә ҡайтмай, тип йонсота торған инең,— тине.
  
  Былар төән буйынса рәтле йоҡлай алманылар. Һүҙҙән һүҙ сығып китеп, таң алдында ғына йоҡоға киттеләр...
  
  ОҘАТЫУ
  
  Ғарифтарҙы бөгөн оҙаталар ине. Шуның өсөн Хәмиҙә менән Хәҙисә, иртәнге сәйҙе эсеп бөтөү менән, Ғарифтың алып китә торған әйберҙәрен ҡапсыҡҡа тултырып, рәтләп ҡуйҙылар.
  
  Ғариф сәй әсеп бөткәс, балаларын берәм-берәм һөйҙө лә аҡрынлап кейенә башланы. Был кейенеү ғәҙәттәге кейенеү түгел ине. Ниңәлер, уның кейенгәнен тирә-яғындағы һәммә кеше ҡарап, кәрәк нәмәләрен ҡулына алып биреп торалар, бының кейенеүенә һәммәһе лә диҡҡәт итәләр ине.
  
  Ул иң һуңынан ҡамыт кеүек төрөп бәйләгән шинелен елкәһенә арҡыры һалып, бик күп әйбер һалынған ҡапсығын арҡаһына аҫты. Шунан һуң ул үҙенең төҫөнә етдилек биреп, көләс йөҙ менән:
  
  — Бына беҙҙең һалдат халҡы шулай була инде. Бер өйрәнгәс, был нәмәләрҙе күтәреп йөрөү бер ҙә ауыр булмай, ҡарап торған кешеләргә генә ауыр һымаҡ булып күренә торғандыр. Башта үҙ кәүҙәң үҙеңә ауыр була, хәҙер улай түгел,— тине. Ул был һүҙҙәре менән Хәмиҙәнең йөрәк әрнеүен бөтөрмәксе булды. Уның был һүҙенә Хәмиҙә менән Хәҙисә яуап бирмәнеләр. Тик Нурулла ғына:
  
  — Алла үҙе ярҙам бирһен инде. Беҙгә ул саҡлы әйберҙе баҙарҙан күтәреп алып ҡайтыуы ла ауыр тойола. Бер өйрәнгәс, еңел була торғандыр инде,— тип яуап ҡайтарҙы.
  
  Ғариф, балаларын тағы бер мәртәбә һөйөп:
  
  — Ҡапылға хуш булығыҙ инде.— тине. Ҡатындарға ҡарап:— Һеҙ арттан барырһығыҙ, беҙгә ун берҙәргә төшөргә тигәндәр ине. Миңә күптән барырға ваҡыт. Әле тик китер көн булғанға былай иркен йөрөтәләр. Башҡа ваҡытта беҙҙең ҡыҫынҡылыҡты алла күрһәтмәһен, ҡайҙа ул былай ситтә ҡунырға китә алыу!.. Урамға ла рөхсәт менән сығырға кәрәк.
  
  Хәмиҙәгә ҡарап:
  
  – Һин балаларҙы ҡалдырма, күреп ҡалһындар, Нурулла ағай, һин дә бара торғанһыңдыр бит?..
  
  – Барам, барам, ниңә бармаҫҡа, ти. Башҡа нәмәләрҙе беҙ алып төшөрбөҙ.
  
  Оҙатыусыларҙың күңелдәре йомшарып, күҙҙәре йәшләнгәнгә күрә башҡа артыҡ һүҙ ҡуша алманылар. Хәҙисә:
  
  — Шул кеше оҙатыу кеүек ҡыйын нәмә юҡ, бигерәк күңелгә ауыр була,— тип ҡалды. Был ваҡытта Хәмиҙәнең күҙҙәрендә йәш бөрсөктәре күренә ине.
  
  Төш алдынан казарма янындағы урам халыҡ менән шығырым тулған, китәсәк һалдаттар урам уртаһында бик оҙон булып сафҡа теҙелгәндәр ине. Бында мәхшәр көнө кеүек булып, әллә ниндәй матур көйҙәр йырлайҙар, моңланып йырлайҙар, китеүселәр менән оҙатыусылар һуңғы айырылышыу һүҙҙәрен һөйләшәләр, бер-береһен эҙләйҙәр ине. Бында һәр кемдеи, үҙ яҡыны, үҙ туғаны, үҙ балаһы, үҙенең ире булғанға күрә, оҙатыусылар араһында ҡатын-ҡыҙ, бала-саға, ҡарт-ҡоро, йәш-елкенсәк, бай-ярлыларҙан һәр синыф бар ине. Быларҙың һәммәһе лә үҙҙәренең һуғышҡа китә торған туғандарын солғап алып нимәлер һөйләйҙәр, сафтан сығарып алып күрешәләр, бер-береһен йыуаталар ине.
  
  Бына бер һалдат тора: ул үҙенең һәммә кәрәк-ярағын арҡаһына аҫҡан көйөнсә, айырым түҙемлелек менән нимәлер һөйләй. Ул бик етди хәрәкәт итә, уға ҡаршы берәү тәклифһеҙ яуап ҡайтара. Улар тиҙҙән тағы ла күрешәсәк кеүек шат торалар.
  
  Уның янында икенсе бер һалдаттың ҡатыны үҙенең иренә күҙҙәрен тултырып ҡараған да, ул шул серле күҙ ҡарауы менән күңелендә булған хисиәтен аңлатмаҡсы була, йәшле күҙен һөртә-һөртә нимәлер әйтмәксе була ла, ләкин, тотлоғоп, әйтә алмай.
  
  Өсөнсө бер һалдаттың янында йәш бер ҡатын тора: ул үҙенең иренә биреп ебәрергә әҙерләгән нәмәләрен бик ҡәҙерләп иренә бирә, ҡатын ҡулындағы балаһының йомшаҡ ҡулдарын атаһы, ҡулына тотоп, һуңғы мәртәбә бик яратып үбә. Ул үҙенең тәбиғи хәлен бер ҙә үҙгәртмәҫкә тырышып, ҡатынына донъя көтөү юлдарын өйрәтә. Ҡатыны уға ҡаршы тотлоғоп-тотлоғоп яуап бирә, һирәкләп кенә айырылышыу ваҡытында тама торған күҙ йәштәрен күлдәк еңе менән һөртөп ҡуя ла, тағы ла иренең ауыҙына ҡарап, бик моңло һүрәттә уның һүҙҙәрен тыңлай. Башҡа кешеләрҙең тауыштарында, уларҙың да үҙҙәре кеүек һөйләшеүҙәрендә быларҙың эштәре юҡ.
  
  Бына быларҙан йыраҡ түгел бер һалдатты бер ҡарт менән ҡарсыҡ өгөтләп торалар: «Балам, яҡшы бул, ипле йөрөп ҡайт, беҙ бында фатиха ҡылып торорбоҙ, насар кешеләргә ҡатышма»,— тиҙәр. Ҡарт һәр бер һүҙендә етди һәм сыҙам күренә. Шулай ҙа һаман күңеленә килгән һүҙҙәрен әйтмәй ҡалдырмай, ике һүҙҙең береһендә улына хәйер-доға ҡылып, уға оҙон ғүмер һорай.
  
  Бында һәр урында китә торған кешеләр үҙҙәрен етди ҡиәфәттә күрһәтергә тырышалар, оҙатыусылар ғына күберәк йомшаҡлыҡ күрһәтәләр. Уларҙың күҙҙәрендә йәш бөрсөктәре ялтырай.
  
  Шул мәхшәр кеүек урында Хәмиҙәләр ҙә Ғарифты солғап алғандар. Улар ҙа әйтәһе һүҙҙәрен әйтәләр. Һуңғы минуттарын һүҙ менән теләктә үткәрәләр.
  
  Хәмиҙә хәҙер артыҡ иламай. Уның йомшаҡ күңелен ниндәйҙер бер дәһшәт ҡаплап алған да гүйә шул дәһшәт уға иларға ирек бирмәйенсә тора.
  
  Шулай берәй сәғәт самаһы торғас, әллә кемдең бик шәп итеп ҡысҡырыуына һәммә һалдаттар ашыға-ашыға теҙелделәр. Теҙелеп, аҙ ғына торғандан һуң, был халыҡ йыйыны әкрен генә алға ҡуҙғалды. Музыка һәм моңло йыр тауышы аҫтында халыҡ урам буйлап ағыла башланы. Күп кешенең күҙҙәренә йәш тулды, оҙатыусылар араһында интизам боҙолдо. Былар һәммәһе лә ашығып, китеүселәр артынан вокзалға төшөп киттеләр.
  
  Вокзалға барып етеп, китеүселәр сафҡа теҙелеп бер аҙ торғандан һуң, вагондарға керҙеләр. Улар унда нәмәләрен урынлаштырып ҡуйғас, китеүселәр менән оҙатыусылар араһында күрешеүҙәр, ашығып бер-береһен эҙләүҙәр, бүләк бирешеүҙәр китте.
  
  Бында оҙатыусыларҙың күңелдәре тағы ла нескәрә төштө. Йырлауҙар, ҡысҡырып һөйләшеүҙәр, илауҙар тағы ла артты.
  
  Хәмиҙә был саҡлы, мәхшәр кеүек күп халыҡты күргәс, ғәжәпкә ҡалды. Башы әйләнгән кеүек булып китте. ҫҙен-үҙе юғалтҡан һымаҡ булды. Ғариф тағы ла ҡыҙғанысыраҡ булып күренде.
  
  Ул башҡаларҙы күрмәй башланы, алдында баҫып торған көйөнсә, бик матур һүҙҙәр һөйләгән, алмаш-тилмәш балаларын һөйгән Ғарифты ғына күрә, уның ғына һүҙҙәрен ишетә ине. Ул үҙе һүҙ таба алмай, Ғарифтың, һүҙенә яуап ҡайтармай, әлли ниндәй бик тәрән, шуның менән бергә, билдәһеҙ уйға батҡан ине.
  
  Ул бик тәрән был уйынан бик асы тауышҡа уянып китте. Алдында теҙелеп торған вагондарҙың һелкенә башлағанын күргәс, урынынан ҡуҙғалды. «Хуш инде, Хәмиҙә, беҙ китәбеҙ!»— тип Ғариф уның ҡулын ҡыҫҡан ваҡытта, ул ҡалтырап китте, ағарҙы, әллә нәмә әйтергә теләне лә, тағы туҡтаны. Ул балаларын да онотто, үҙен дә онотто.
  
  Шул ваҡыт Хәҙисә килеп, уның ҡулынан тотоп: «Сабыр ит, Хәмиҙә, сабыр ит»,— тип әйтеүенә ҡаршы:
  
  — Китәләр бит... китәләр...— тип ҡысҡырҙы.
  
  Вагондар шәберәк китә башланылар. Илаған тауыштар арта төштө, ысынлап та киттеләр!..
  
  Хәмиҙә лә: «Киттеләр бит!.. Ғариф китте!..»— тип, ҡулындағы балаһын күкрәгенә ҡыҫып, Хәҙисә ҡосағына йығылды.
  
  ХАТ КИЛМӘЙ БАШЛАНЫ
  
  Хәмиҙәнең Ғарифты оҙатҡан ваҡыттағы тәьҫирәте ҡалала саҡта ла, ауылға ҡайтҡас та тиҙ генә бөтмәне.
  
  Ундағы ғәләбәлектәр, бер-береһенә мөнәсәбәте булмаған күренештәр, үҙе лә төшөнмәй торған төрлө хәләттәр, Ғарифтың иң һуңғы әйткән һүҙҙәре — һәммәһе-һәммәһе, бер-береһе артынан теҙелеп, Хәмиҙәнең күҙ алдынан үтәләр ине. Был хыялдар, ауылға ҡайтҡас та, бер аҙ ваҡытҡа саҡлы дауам итте. Фәҡәт үҙенең өҫтөнә йөкләнеп ҡалған эштәрҙе ысынлап эшләй башлағас ҡына, был манзаралар юғалып, был тәьҫирәттәр бөтә башланылар. Был ваҡытта ауылда Хәмиҙә кеүек ирһеҙ ҡалып, үҙ көндәрен үҙҙәре күргән ҡатындар күп булғанға, уларҙың ҡайһыһы булһа ла Хәмиҙә кеүек тәьҫирәт аҫтында йәшәгәнгә күрә, улар Хәмиҙәгә серҙәш була алалар ине. Уның өҫтөнә һәр кемдең тип әйтерлек балаһы, атаһы, ире йәки берәй ҡәрҙәше, береһе артынан береһе алынып китеп торғанға күрә, айырылыуҙар, оҙатыуҙар ғади эшкә әүерелеп китте. Хәмиҙә, үҙенең тирәһендә һаман шундай кешеләрҙе күреп торғанға, үҙенең яңғыҙлығын, иренән айырылып ҡалыуын онота башланы.
  
  Һәр бер эшендә Ғарифты иҫкә төшөрөрлөк берәй етешһеҙлек, һәр бер эштә ир затынан бер ярҙамсыға ихтыяж һиҙелһә лә, бара торғас, ул быларҙың һәммәһенә лә өйрәнде. Ул ирҙәр генә эшләй торған эштәрҙе лә үҙе эшләй башланы. Ул хәҙер һәммә эштәргә ысын күҙ менән ҡарай, һәммәһен еренә еткерергә тырыша, һәммәһенән үҙенә күрә бер ләззәт һәм тәм таба ине. Донъя көтөү юлында осраған ауырлыҡтар ҙа артыҡ һиҙелмәй башланы. Ул, үҙендәге ҡатынлыҡ нәфислеген юғалтып, мәүкут ирҙәр кеүек булып, һәр эшен ирҙәрсә эшләй башланы.
  
  Иртә һәм кис Ғариф иҫенә төшөп, һәр көн Ғарифтан хат көтөп торһа ла, ул уйҙар барыһы ла ғади һәм сабырлыҡ менән генә дауам итәләр ине.
  
  Ғарифты оҙатып егерме көндәр үткәндән һуң, уның беренсе хаты килде.
  
  Ул был хатында үҙенең һуғышҡа керәсәген яҙғандан һуң, фатиха ҡылып торорға үтенгән, тормошто нисек булһа ла емермәй алып барырға ҡушҡан ине.
  
  Был хат бик һалҡын ҡан менән етди яҙылып, Хәмиҙәгә донъя көтөү эштәренә көс һәм ҡеүәт кенә бирҙе. Хәмиҙә был хатты алгас, ҡайғырыу урынына әллә ни эшләп шатланып киткән кеүек булды. Ғариф һуғышҡа керһә лә, бер ни ҙә булмаҫ кеүек тойолдо. Ул хәҙер үҙенең әүәлге кеүек ҡайғырмағанына, ниндәй ауыр хәлдәргә лә сынығып, һалҡын ҡан менән ҡарай алыуына ғәжәпкә ҡалды.
  
  Һуғыштан сыҡҡас, Ғариф хат яҙырға тейеш ине. Ун биш көн, бер ай булды. Ләкин Ғарифтан һаман хат килмәй ине.
  
  Был хат килмәү Хәмиҙәне тағы ла борсой башланы. Ул төрлөсә итеп, үҙенең күңелен баҫырға тырышһа ла, хат килмәүҙең сәбәбен төрлөсә итеп юраһа ла, ләкин нимәнәндер күңеле шөбһәләнә, хат килмәгәнгә ҡайғыра ине.
  
  Ғарифтан ике ай ҡәҙәре хат килмәгәс, Хәмиҙә бөтөнләй ҡайғыра башланы. Күршеләре: «Ул плен төшкәндер, Насип ҡарт улының хаты өс-дүрт ай буйынса килмәй торҙо ла, һуңынан килде»,— тип әйтһәләр ҙә, Хәмиҙәнең күңеле һаман ҡарарланмай ине.
  
  Ул был ваҡытта Ғарифты төшөндә лә бик йыш күрә башланы. Ғариф аҡ кейемле, имеш, Хәмиҙәгә күренде лә, шунда уҡ юғалды, имеш. Ғариф әллә ниндәй батҡаҡлыҡ, бысраҡ урындарҙа йөрөй, имеш. Икенсе күргәнендә, ул бик шат, имеш, бына нәҡ боронғоса өйҙә балаларын һөйөп ултыра, имеш...
  
  Ике айҙан да артыҡ хат килмәй торғанға, Хәмиҙә күп ҡайғыра, бара торғас, был эшкә лә күнегеп китте. «Ни булһа ла тәҡдирҙә яҙған булыр»,— тип боронғоса тора башланы.
  
  Хаты килмәгән кеше бер уның ғына ире булмағанға, башҡа әллә кемдәрҙән әллә ҡасандан бирле хат-хәбәре килмәгәнгә, Хәмиҙә үҙен шулар менән тиңләп йөрөй башланы. Ул, ҡыштың оҙон, һалҡын төндәрен төрлө уйҙар менән үткәрһә лә, һәр көн Ғарифтан хат-хәбәр көтһә лә, был уйҙар файҙаһыҙ булып, был көтөүҙәр бушҡа сыға бара ине.
  
  Был көтөүҙәрҙең иге-сиге булмаҫ кеүек күренһә лә, ниһайәт, бының да бер сиге булды.
  
  Ғариф менән бергә һуғышта йөрөгән Әхмәдулланан үҙенең ҡатынына хат килеп, ул хатта Ғариф хаҡында ошо һүҙҙәр яҙылған ине: «Ғариф менән бергә һуғышҡа кергән инек. Бер урман араһында торған ваҡытта беҙҙең өҫкә яуҙыра башланылар. Шунда, беҙҙе тирә-яҡтан әстриҙәр ҡамай башлағас, бергә ҡастыҡ. Шул ваҡытта Ғариф ағай әллә ҡайҙа китеп юғалды. Беҙҙең полкка ҡайтманы. Шунан бирле Ғарифтан бер хәбәр ҙә юҡ. Ул хәбәрһеҙ юғалды. Әллә ҡасып килгәндә үлде, әллә әстриҙәргә плен төштө — бер ҙә мәғлүм түгел. Нисек булһа ла, хәйерле булһын, Ғариф ағай бик йәл булды». Хатта Ғариф хаҡында башҡа һүҙ юҡ ине.
  
  Хәмиҙә был хәбәрҙе ишеткәс, ни эшләргә лә белмәне. Ғариф үлмәгәндер, плен төшкәндер кеүек булып та күренде. Икенсе яҡтан, Ғариф шул һуғышта үлгәндер, бисараны бер кеше лә күрмәгәндер, ул зарығып, бер йотом һыуға зар булып ятҡандыр, ул шунда сереп бөткәндер, күмелмәй ҡалғандыр кеүек булып күренде.
  
  Был шикле хәбәр Хәмиҙәне ҡайғыртһа ла, ул Ғарифтың рухына хәйер-саҙаҡалар бирергә теләһә лә, мулла менән Фәхрелислам ағай ашыҡмай торорға, сабыр итергә ҡуштылар:
  
  — Асыҡ хәбәр булмағас, бер эш тә эшләр хәл юҡ, ул плен төшкәндер. Бына, инша алла, хаты килер. Вафат булһа, хәбәре килер ине,— тинеләр. Был һүҙҙәр Хәмиҙәне йыуатты. Ул тағы боронғоса эшенә кереште. Ул көн һайын Ғарифтан хәбәр көтә ине. Биш-алты ай үтһә лә, Ғарифтан хат килмәне, һаман был шөбһәле хәбәрҙең төбө асылманы, ҡараңғы пәрҙә күтәрелмәне. Хәмиҙә һаман шул ҡараңғы пәрҙәнең асылғанын, шуның аҫтынан Ғарифтың килеп сығыуын көтә ине...
Вы прочитали 1 текст из Башкирский литературы.