Latin

Беүә буйҙарында тормош гөрләй

Общее количество слов 2169
Общее количество уникальных слов составляет 1403
31.0 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
46.3 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
54.1 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов


Күренекле ғалим Әнүәр Әсфәндиәров «Башҡортостан ауылдары тарихы» тигән китабында билдәләүенсә, хәҙерге Яңауыл районының төньяҡ-көнбайыш өлөшө – уран ырыуы башҡорт­тарының аҫаба ере. Киҫәк­ҡайындан Яңауылға барған боронғо юлдың нәҡ уртаһында урынлашҡан Уртауылдың ике тиҫтәнән ашыу кешеһе 1847 йылда Беүә йылғаһының уң яҡ ярында «Яңы Уртауыл» исеме алған ауылға нигеҙ һала.

Яҙмаларҙы артабан дауам итер алдынан бер иҫкәрмә яһап китергә кәрәк. Әйтелешенән сығыптыр инде, ул замандың урыҫ телендәге ҡағыҙҙарында Уртауыл Артауылға әйләнгән. Ул ғына түгел, тарихи сығанаҡтарға күҙ һалмау, телсе ғалимдарға мөрәжәғәт итмәү арҡаһында ауылдарҙың рәсми исеме бөгөн дә Иҫке Артауыл һәм Яңы Артауыл булып йөрөй. Шулай итеп, топонимдың сығышы менән «Уртауыл» икәнен белһәк тә, Яңы Артауыл хаҡында һөйләргә тура килә.

Булғанды һаҡлай белгәс

Ауыл бик йылдам үҫкән. Иҫке Артауылдан 1847 йылда тәүге күсеп килгән 89 ир-ат һәм 108 ҡатын-ҡыҙ 22 йортта тормош башлаһа, тағы өс йылдан бындағы хужалыҡтар 55-кә еткән, һәм уларҙа 318 аҫаба башҡорт көн иткән. Артабанғы етмеш йыл арауығында йорт-хужалыҡтар һәм халыҡ һаны өс тапҡырға тиер­лек артҡан. 1961 йылда нәшер ителгән «Башҡорт АССР-ының административ-территориаль бүленеше» исемле белешмә-китапта ауылда 667 милләттәшебеҙ йәшәгәне күрһәтелгән. Ике быуат киҫешкәндә (2000 йыл) хужалыҡтар 277 булып, халыҡ һаны 838-гә еткән.

Күп ерҙәрҙән айырмалы, Яңы Артауыл әле лә үҫеш кисерә. Бөгөн бындағы 340 йортта 848 кеше, шул иҫәптән 427 ир-ат һәм 421 ҡатын-ҡыҙ теркәлгән. Сабыйҙар – 75, уҡыусылар – 100, хаҡлы ялдағылар – 228, 18 – 35 йәштәгеләр – 195.

Совет осоронда республикала киң билдәле «Беүә» совхозының үҙәге һәм бер бүлексәһе булған ауылды һуңғы сирек быуаттың ҡырыҫ елдәре урап уҙмаған. Шулай ҙа сабыр холоҡло, хеҙмәт һөйөүсән милләттәштәребеҙ заман ауырлыҡтарына бер ҙә бирешмәй, әүҙем тормош көтә. Ата-бабаларының данлы тарихы, арҙаҡлы яҡташтарының шанлы эштәре менән урынлы ғорурланып, яҡты киләсәккә ныҡлы ышаныс бағлайҙар. Советтар Союзы осоронда эш башлаған социаль объекттарҙың барыһының да һаҡланып ҡалыуы, уларҙың, көнүҙәк талаптарға яраҡлашып, эшмәкәрлеген уңышлы дауам итеүе лә нәҡ ошоно дәлилләй.

Ысын ҡиммәттәр баһаһын алыр

Мәктәптәге тыуған яҡты өйрәнеү музейында ауылдың нигеҙләнеүенән алып бөгөнгә тиклемге күп яҡлы тарихына, Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәренә, халыҡ хужалығының төрлө тармаҡтарында арыу-талыу белмәй хеҙмәт иткән арҙаҡлыларға, «Беүә» совхозының һәм социаль-мәҙәни объект­тарҙың эшмәкәрлегенә арналған бай мәғлүмәт тупланған. Уҡыу йортон төрлө йылдарҙа тамам­лағандарға арнап матур альбомдар төҙөгәндәр. Ошо ауылда тыуған фронтовик-яҙыусы һәм шағир Ғәйнан Әмиригә ба­ғышланған айырым бүлек зауыҡ менән йыһаз­ландырылған. Башҡор­тостандың халыҡ артисы, йырсы Фәнәүи Сәлиховҡа ихтирам-хөрмәт тойғоһо ла асыҡ сағыла бында.

Бер нисә быуын уҡыу­сыларҙың яҡын-тирәләге ауылдарҙан йыйған милли кейем һәм халыҡтың ҡул эштәре өлгөләре, боронғо тормош-көнкүреш әйберҙәре – үҙҙәре үк тере тарих. Музей, гүйә, үткәндәргә сәйәхәткә илтә.

– Тыуған төбәгебеҙҙең тарихы менән ныҡлап ҡыҙыҡһына башлауыма ла 30 йылдан ашыу ваҡыт үтеп киткән икән, – тип һөйләй музей хужаһы, хаҡлы ялдағы уҡытыусы Гөлсинә Әминева. – Мәктәпкә, ауылға ҡағылышлы төрлө мате­риалдарҙы бергә туплауҙан башланды был эш. Мәғлүмәт һәм экспонаттар йыйыуҙа бер нисә быуын уҡыусылар ҡатнашты. Уларҙы мотлаҡ ололар менән осрашыуға алып бара инем: үткән тормош шаһиттарының һөй­ләгәнен ишетеү генә лә ҙур тәрбиәүи әһәмиәткә эйә бит.

Тупланғанды тәртипкә килтереү, музейҙы тематик йәһәттән йыһазландырыу буйынса барлыҡ ойоштороу эштәрен тулыһынса үҙ өҫтөнә алған Гөлсинә Ғариф ҡыҙы. Республиканың «Иң яҡшы музейы» исеме, төрлө етәкселәр ҡул ҡуйған бихисап маҡтау ҡағыҙҙары – хеҙмәтенә лайыҡлы баһа. Шуны ла билдәләргә кәрәк: Гөлсинә Әминеваның музей материалдарына нигеҙләнеп эшләнгән тарихты һәм тыуған төйәкте өйрәнеү буйынса махсус уҡытыу-тәрбиә программаһы Башҡортостан буйынса беренсе урынды яулаған.

Ҡыҫҡаһы, күптәр һоҡланырлыҡ оло эш башҡарылған, уның ысын ҡиммәтен киләсәк быуындар, һис шикһеҙ, баһалар. Ләкин ошондай байлыҡтың ҡыҫынҡы бүлмәлә һаҡланыуы ғына күңелде ҡыра. Музейҙың мәктәп сиген күптән үткәнлеге хаҡында район кимәлендә лә уйланырға ваҡыттыр. Йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләү зарурлығының бигерәк тә һуңғы йылдарҙа көнүҙәккә әйләнеүе нәҡ шуны талап итә.

Ике уңған осрашһа...

Эйе, музейҙа йыйылған бай мәғлүмәт, уның көндәлек эшмәкәрлеге Гөлсинә Әминева менән туранан-тура бәйле. Яңы Артауылда буй еткергән ҡыҙ Бәләбәй педагогия училищеһын, аҙаҡтан Бөрө педагогия институтының урыҫ теле һәм әҙәбиәте факультетын та­мамлаған. Йүнәлтмә буйынса тәүҙә Һандуғас, артабан Булатйылға ауылдарында эшләп алған, Яңауылдағы коррекцион мәктәптә лә үҙен тик яҡшы яҡтан ғына күрһәткән. Шулай ҙа дүрт тиҫтә йылдан ашыу булған педагогик хеҙмәтенең күп өлөшөн туған мәктәбенә арнаған.

Уҙған быуаттың 80-се йылдары башында юғары күр­һәткестәре өсөн районда беренселәрҙән булып «Өлкән уҡытыусы», һуңыраҡ Башҡор­тостандың мәғариф алдынғыһы исемдәрен алыуы ла Гөлсинә Ғариф ҡыҙының бер нисә быуын уҡыусыларҙың яратҡан остазы булыуын раҫлай. Сирек быуатҡа яҡын директорҙың уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары вазифаһын уңышлы башҡарыуы ла тик маҡтауға лайыҡ. Быға тағы ла уҡытыусыларҙың ауылдағы барлыҡ йәмәғәт эштәренә даими йәлеп ителеүен, һайлауҙарҙың, төрлө сәйәси сараларҙың уларҙан тыш үтмәүен, иҫтәлекле даталар, халыҡ мәнфәғәтендәге кисәләрҙе ойоштороуға мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре менән бергә егелеүен дә өҫтәһәң, ветерандың тормошона нисек һоҡланмайһың инде?!

Бөгөн дә тик ятмай ул. Мәктәптәге музейға бәйле мәшәҡәттәренән тыш, ауылда өлкәндәрҙең йәмәғәт ойош­маһына етәкселек итә, әле лә барлыҡ сараларҙың уртаһында ҡайнай. Өйөндә – өлгөр хужабикә, балаларының, ейән-ейән­сәрҙәренең яратҡан әсәһе һәм өләсәһе, ире өсөн хәстәрлекле ҡатын.

Днепр йылғаһын кискәндә аяҡтарын юғалтып ҡайтһа ла, ҡырҡ йылдан ашыу туған хужалығында алдынғы механизатор булған һуғыш һәм хеҙмәт ветераны, атаһы Ғариф Әхмәтхәбиб улы һәм ғүмерен йәш быуынды тәрбиәләүгә арнаған әсәһе Рәхимә Бәшәр ҡыҙының матур үрнәгендә тәрбиәләнеп, дүрт балалы ғаиләлә үҫкән Гөлсинә апай. Үҙенең ғүмер юлдашынан да уңған. Ире Ленар Нуретдин улы менән бер-береһен күҙ ҡарашынан аңлап, дүрт тиҫтә йыл татыу йәшәйҙәр, балалары Илдар менән Гөлнараны үҙаллы тормош юлына сығарғандар, хәҙер инде ейән-ейәнсәрҙәренә шатланып көн күрәләр.

Халҡыбыҙға хас күркәм сифаттарға эйә Ленар ағай Әминевкә килгәндә, ул – районда ғына түгел, республикала ла яҡшы билдәле ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Күрше Булатйылғала тыуып үҫкән, институтта зоотехник һөнәрен үҙләштергән. Эш башлауының тәүге йылдарында уҡ үҙен яңылыҡҡа ынтылған белгес, оҫта ойоштороусы итеп күрһәткән. Һөҙөмтәлә шөһрәт-дан ҡаҙаныуҙы түгел, ә йөкмәтелгән бурыстарҙы еренә еткереп үтәүҙе маҡсат итеп алып, күп яуаплы вазифаларҙы уңышлы атҡарған. Хужалыҡта эшләп алғас, үҙен ВЛКСМ район комитетының ойоштороу бүлегенә саҡырғандар, унан комсомол ойошмаһына етәкселек итеүҙе ышанып тапшырғандар.

Артабан Ленар Нуретдин улы Куйбышев исемендәге колхозда партком секретары, «Беүә» совхозында бүлексә идарасыһы йөгөн тарта, 1983 йылда иһә 19 ауылды берләштергән ҙур хужалыҡтың директоры итеп үрләтелә. Тиҫтә ярым йыл ғүмерен ҡырыҫ тәбиғәтле төбәктә иген үҫтереү, малсылыҡ тармағын алға ебәреү менән бер рәттән, эшселәрҙең дөйөм мәнфәғәттәрен иҫәпкә алып, урындарҙа социаль-көнкүреш объекттары төҙөүгә, заманса юлдар һалыуға, газ һәм һыу үткәреүгә ҙур өлөш индерә. Ғөмүмән, Ленар Әминев һәм уның фекерҙәштәре мотлаҡ айырым, төплөрәк яҙмаларға лайыҡ.

Йөҙ йәшенә саҡырҙы

Ауылдағы иң өлкән кеше Мәүжиҙә Шакирйән ҡыҙы Әйүпова нәҡ бөгөн 95 йәшен билдәләй. Атай нигеҙендә бынамын тигән йорт һалып ингән төпсөк улы Фәтихнур һәм килене Асия менән йәшәгән ағинәй беҙ барғанда тәҙрә ҡаршыһында күҙлекһеҙ-ниһеҙ район гәзите «Яңауыл таңдары»н уҡып ултыра ине. Әйҙүкләп ҡаршы алды ул беҙҙе. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, бик теремек, етеҙ хәрәкәтле үҙе: гәзитен ҡалдырып, йәһәт кенә түрге бүлмәгә уҙҙы һәм беҙгә урын тәҡдим итте. Танышып, хәл-әхүәл һорашҡас, тормошо хаҡында бирелгән һорауҙарға яуаптарын теҙҙе. Хәтере иҫ китерлек: даталарҙы бик теүәл атаны, ниндәйҙер хәл-ваҡиғаларҙы төшөрөп ҡалдырғанын иҫләһә, уларҙы ҡабаттан тасуирланы.

– Ололар һөйләүҙәренсә, әсәйем яғынан ҡартатайым Иҫке Артауылдан бында күсеп килгәндәрҙең тәүгеләренән булған, – тип тарих төпкөлөнән башланы Мәүжиҙә әбей. – Әсәйем Миңзифа халыҡ ысулы буйынса ауылдаштарының сәләмәтлеген хәстәрләгән, ихтирамлы кендек инәһе булған. Дүрт балалы ғаиләлә үҫтем. 1935 йылда ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас та колхозға эшкә төштөм, звено башлығы, аҙаҡтан бригадир булдым. Ҡайҙа ҡушһалар – шунда барҙым, кәбән һәм эҫкерт башында ла торҙом. Көндө лә, төндө лә белмәй эшләнем, һис ҡасан буш ултырманым, ҡайһы берәүҙәр ике атлағанды бер генә баҫып йөрөнөм. Әле лә эшләге килә лә ул, хәл генә етеңкерәмәй...

Ғүмерен хеҙмәткә арнаған Мәүжиҙә әбей хәтер йомғағын хисләнеп таратты. Ауыр һуғыш йылдарын уфтанып иҫкә алды ла: «Хәҙер тормош етеш ул, донъялар ғына тыныс булһын», – тип өҫтәп ҡуйҙы.

1942 йылда фронтҡа алынып, дошманды үҙ өңөндә дөмөк­төргәндән һуң тағы ла ике йыл әрмелә булып, күкрәгенә III дәрәжә Дан ордены һәм бихисап миҙал тағып ҡайтҡан яугир Әмир Әйүп улы менән ғаилә ҡорғандар.

– Ололар димләп өлгөргәнсе, бер-беребеҙҙе табып, вәғә­ҙәләшеп бөткәйнек инде, – тип ихлас йылмайҙы әңгәмәләшем, күңеле менән шул мөхәббәтле йәшлек осорон тағы бер урап килеп. – Әмирем шундуҡ тракторға ултырҙы, был техниканың барлыҡ төрөндә лә эшләне. Хаҡлы ялға сыҡҡас та “Беларус”тан төшмәне әле, гел маҡтаулы булды...

Өс ҡыҙ һәм бер малайға ғүмер биргән Мәүжиҙә менән Әмир Әйүповтар. Инде төпсөктәре лә алтынсы тиҫтәһен теүәлләй. Балаларҙың барыһы ла, ата-әсәһенә оҡшап, тырыш һәм эшһөйәр, коллективтарында, эргә-тирәлә, ауылдаштары араһында ҙур ихтирам-хөрмәт ҡаҙанған. Матур ғаилә ҡороп, ҡыҙҙар-улдар үҫтереп, бөгөн ейән-ейәнсәрҙәренә ҡыуанып йәшәйҙәр. Был хаҡта һүҙ сыҡҡас, Мәүжиҙә әбей 14 ейән-ейәнсәре һәм 13 бүлә-бүләсәре барлығын ҙур ғорурлыҡ менән телгә алды.

– Беҙ күргәнде күрергә яҙмаһын инде уларға. Гел яҡшы теләктәр теләп ултырам. Минекеләр ҙә, башҡалар ҙа тигеҙ, имен йәшәһен.

Халҡыбыҙға хас тыйнаҡлыҡ, инсафлыҡ билдәһелер инде: әңгәмәсем йәш сағында үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәгендә әүҙем шөғөлләнеп, күп йылдар сәхнә һелкетеп бейеүе, спектаклдәрҙә ире менән бергә ифрат оҫта уйнап, тама­шасыларҙы оҙаҡ ҡул саптырғаны хаҡында артыҡ күп һөйләмәне. Шулай уҡ уның өлкән йәштәге ҡәйнәһен ғүмер буйы тәр­биәләгәне, һуңғы юлға ҡәҙерләп оҙатҡаны, ауылда хөрмәтле кендек инәһе булғаны, сәскә үҫтерергә яратыуы, ҡул эш­тәренә, бигерәк тә аш-һыу әҙерләүгә маһирлығы тураһында ҡыҙҙары һәм килене бәйән итте. Мәүжиҙә әбейҙең йәш сағында, улын ҡултыҡ аҫтына ҡыҫтырып, эш араһында ғына оло мейес яғып, ике табала ҡоймаҡ һәм шәңге бешергәне менән совхоз белгестәренең береһен ныҡ аптыратҡанын ҡыҙыҡ итеп иҫкә алдылар. Ағинәйебеҙ быларҙы йылмайып тыңлап ултырҙы.

– Ниндәйҙер яманлыҡ ҡылыу түгел, кемдер тураһында насар уйлағаным да булманы. Кешеләргә тик яҡшылыҡ эшләргә тырыштым, гел хәрәкәттә булдым, – тип яуапланы ағинәй, оҙон ғүмерҙең сере менән ҡыҙыҡһынғас. – Хәмер тигән харам эсемлекте ҡулыма ла алманым. Аллаһ бирһә, балалар менән йөҙ йәшемде билдәләргә ниәтләйем әле!

Был һүҙҙәрҙе Мәүжиҙә әбей ныҡлы ышаныс менән әйтте һәм, алсаҡ йылмайып: «Байрамда һеҙҙе лә көтөп ҡалам», – тип өҫтәне.

Афарин, шулай булырға яҙһын!

Бар донъяны ҡосор ине!

Матур эштәренә һоҡланырлыҡ шәхестәр һәр ерҙә булһа ла, Әнфисә Муллайәрова кеүектәр арабыҙҙа һирәк. Үҙ балаларын оло тормош юлына сығарып, ата-әсә наҙынан мәхрүм ҡалған ситтәрҙе ҡанат аҫтына туплауға һәр кем батырсылыҡ итмәй. Бының өсөн тәү сиратта ҡыйыулыҡ талап ителһә, икенсенән, һис шикһеҙ, әсә наҙы һәм үҫмерҙәргә һөйөү менән тулы оло йөрәк кәрәк.

Етенсе тиҫтәһенә аяҡ баҫҡан Әнфисә апай – һөнәре буйынса шәфҡәт туташы, ире Рәхим ағай менән ике ҡыҙ һәм өс ул тәрбиәләп үҫтергән. Уҙған быуаттың 90-сы йылдары башында яҙмыш ҡушыуы буйынса Яңы Артауылға килеп төпләнгәс, күркәм йорт һалып ингәндәр, хужалыҡ йәйелдереп йәшәп алып киткәндәр. Күңеле менән крәҫтиән хеҙмәтен ныҡ яҡын иткән ғаилә башлығы ауылда тәүгеләрҙән булып ер биләмәһе алып, ең һыҙғанып эшкә тотонған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Рәхим ағай күптән түгел фажиғәле рәүештә һәләк булып ҡалған.

– Балаларыбыҙ буй еткереп, үҙаллы йәшәй башлағас, өйөбөҙ бушап ҡалды. Рәхим ағайығыҙ бигерәк бала йәнле ине, кәңәшләштек тә тәрбиәгә сабыйҙар алырға булдыҡ, – тип ябай ғына аңлатты оло ҡаһарманлыҡҡа тиң эшен Әнфисә Ғатаулла ҡыҙы.

Иң беренсе 2000 йылда тәрбиәгә өс үҫмер ҡыҙ алғандар. Улар, дүрт йылдан һуң мәктәпте тамамлап, үҙаллы тормошҡа аяҡ баҫҡан. Әле төпсөк улы Рафиҡтың ғаиләһе менән бергә ғүмер иткән Әнфисә апай тағы ла дүрт үҫмерҙе – өс малай һәм бер ҡыҙҙы – үҙ балаларындай күреп баға. Башҡа милләт вәкилдәре булғас, уларға үҙебеҙсә исемдәр ҙә биргән. Үҫмерҙәрҙең олоһо Алёша-Ислам – Нефтекама машина эшләүселәр техникумының беренсе курсын, Толик-Тимур – ауылдағы мәктәптең туғыҙынсы, Серёжа-Сәлим менән Диана-Миләүшә һигеҙенсе класын тамамлаған.

– Бында беҙҙең өсөн тейешле бөтөн шарттар бар, бер туғандар кеүек йәшәйбеҙ, – тине үҫмерҙәр бер тауыштан.

Әнфисә апайға улар тәүге көндән үк урындағы һөйләшкә ярашлы «әни» тип өндәшә икән. Был турала Диана-Миләүшә ихлас бәйән итте.

Ғаиләлә бөтә хужалыҡ эштәрен бергәләп башҡаралар. Һыйыр, һарыҡ ҡарайҙар, ҡаҙ-тауыҡ үрсетәләр. Баҡсала бәрәңге, йәшелсә-емеш етерлек уңыш бирә. Үҫмерҙәрҙең һәр ҡайһыһы үҙ бурысын аныҡ белә, бер-береһенә бар яҡлап ярҙам итә.

Әнфисә апай уларға һөйөү-наҙын йәлләмәй өләшә. Балаларҙың күңеле кителмәһен, тейешле шарттарҙа тәртипле, эшһөйәр булып үҫһендәр өсөн бар тырышлығын һала. Һәр һүҙендә уларға ҡарата ихтирам, мәрхәмәтлек тойғолары сағыла. Бай өҫтәл әҙерләп ҡаршы алыуы, хушлашҡанда: «Ҡалала бындай юҡ бит», – тип күстәнәскә һөт ашамлыҡтары һәм үҙ тауыҡтарының йомортҡаһын тәҡдим итеүе лә күп нәмә хаҡында һөйләй.

Шатлыҡлы тормош насип булһын киләсәктә һеҙгә, оло йөрәкле Әнфисә апай! Күңел биреп баҡҡан балаларығыҙҙың игелектәрен күрергә яҙһын!

Йәшлек – еңеллек, тиһегеҙме?

Яңы Артауылдың көндән-көн үҫеүе тәү сиратта йәштәрҙең бәхетте ситтән эҙләмәй, ата-әсә төбәген үҙ итеп, ауылда төпләнеүенә бәйле. Эше һәм тормошо һәр саҡ күҙ алдында булған уҡытыусыларҙың был йәһәттән башҡаларға өлгө күрһәтеүе бигерәк тә ҡыуаныслы. Ғү­меренең сирек быуатын ғына үткән йәш педагогтар – Гөлназ менән Илдар Сафиндар – нәҡ шундайҙарҙан.

Өсөнсө йәше менән барған улдары Эльвир һәм яңы йәш ярымын тултырған ҡыҙҙары Эльвина – ғаиләнең төп бәхет-шатлығы. Быға өҫтәп, Сафиндар былтыр тағы ла бер ҙур ҡыуаныс кисергән: йорт һалыу өсөн дәүләттән 900 мең һумдан ашыу субсидия алған. Был ярҙам уларға федераль маҡсатлы программа буйынса бирелгән.

Сафиндарҙың ниәте – ағас бурсанан ҡала фатирынан һис тә ҡалышмаған заманса йорт һалып инеү. Ауылдың Йәштәр урамындағы ҡырҡ сутыйҙан ашыу ер бүлемендә үҙҙәренә кәрәгенсә бәрәңге, башҡа төр йәшелсә һәм емеш ағастары үҫтерәләр ҙә инде. Әлегә мал-тыуарҙары булмаһа ла, ваҡыты еткәс, был шөғөлгә тотоноу теләге лә ныҡлы уларҙың.

Ғаилә башлығы Илдар Ғәзинур улы – Яңы Артауыл егете. Йәштән үк үҙен күрһәтеп өлгөргән. Мәҫәлән, туғыҙынсы кластан һуң Өфө педагогия колледжына ситтән тороп уҡырға инеп, бер юлы мәктәпте тамамлаған, уҡытыусы һөнәре лә алған. Армияла өлгөлө хеҙмәт итеп ҡайтҡандан бирле физкультура дәресен һәм төрлө секциялар эшен алып бара. «Шөғөлөнә мөкиббән киткән кеше», – тине уның тураһында етәкселәре.

Спортты яратҡан, сәләмәт тормош рәүешен үҙ иткән йәш белгестең һөйләрлек ҡаҙаныштары хәтһеҙ: ауыл ир-егеттәре фестиваленең район этабында уға тиңләшеүсе булмаған, республика кимәлендә икенсе урынға сыҡҡан. Тәрбиәләнеүселәре лә, остазына оҡшап, бик әүҙем. Волейбол һәм көрәш буйынса ярыштарҙа даими призлы урындар яулайҙар. Быйыл «Зарница» хәрби-спорт уйынының төбәк финалында район исеменән сығыш яһап, туғыҙ команда араһында беренселекте алғандар.

Уңған ир-уҙаман үҙе кеүек шәп кәләш тә тапҡан. Дөрөҫөрәге, Мәсәғүт ауылынан Яңы Артауылдағы туғандарына ҡунаҡҡа килгән Гөлназды «кире ҡайтармаған». Йән һөйгәне Нефтекама педагогия колледжында башланғыс кластар уҡытыусыһы һөнәрен алған, унан Удмурт дәүләт университетында инглиз телен ныҡлап үҙләштергән. Иренә ул һәм ҡыҙ бүләк итеп, яҙмышынан ғәйәт ҡәнәғәт булып йәшәй.

Яңыраҡ йәштәр ауылдаштарын үҙҙәренең артислыҡ маһирлығы менән дә һөйөн­дөргән. Киләсәктә лә шулай тормоштан йәм, тәм табып, башҡаларға йылылыҡ өләшеп ғүмер итһендәр.


Яңауыл районы.

Вы прочитали 1 текст из Башкирский литературы.