🕙 Минуты чтения - 15

Аҡбуҙат - 3

Общее количество слов 1906
Общее количество уникальных слов составляет 998
35.9 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
47.9 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
55.6 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  Бөгөн
  төндә мин йыйҙым
  
  Илдең
  шәйех изгеһен;
  
  Бер
  хоҙайҙан һораныҡ
  
  Ул
  ҡарсыҡтың килеүен.
  
  Изгеләрҙең
  хаҡына
  
  Ҡабул
  иткән теләгем:
  
  Хоҙа
  ҡушҡан Хызырға
  
  Башҡарырға
  һорауым.
  
  Минең
  һүҙем бер булыр,
  
  Миңә
  кем ҡаршы килер?
  
  Әммә
  шәйехтәр әйтте:
  
  “Ҡарсыҡ
  туйҙа булмаһын,
  
  Халыҡ
  алдында хоҙаның
  
  Ярҙам
  серен әйтмәһен”.
  
  Уны
  өйгә алырҙар,
  
  Унда
  ҡунаҡ итерҙәр,
  
  Аҙыраҡ
  ҡунаҡ булғас та,
  
  Шүлгәненә
  илтерҙәр, —
  
  тигәс,
  ҡарсыҡ, хандың был һүҙҙәренә буйһоноп,
  баш киҫеүсе артынан эйәрә башлаған
  икән, Һәүбән уны ебәрмәй туҡтатҡан да,
  хандың алдына барып, бынау һүҙҙәрҙе
  әйткән, ти:
  
  Уралда
  Сура тигән
  
  Бер
  батыр булған икән,
  
  Хан-бейҙәрҙең
  әмеренә
  
  Буйһонмаҫ
  булған икән.
  
  Сура
  батыр бер мәлде
  
  Сыҡҡан
  икән һунарға,
  
  Ҡайта
  алмаған әйләнеп
  
  Үҙ
  йортона ҡунырға:
  
  Үлем
  йоҡоһо баҫып,
  
  Яңғыҙ
  йоҡларға ятҡан;
  
  Яуыз
  хан уға тап булып,
  
  Йөрәгенә
  уҡ атҡан.
  
  Күп
  тә үтмәй батырҙың
  
  Бисәһе
  лә юғалған,
  
  Һәүбән
  атлы балаһы
  
  Яңғыҙы
  тороп ҡалған.
  
  Илендә
  морон төртөрлөк
  
  Бер
  яҡыны булмаған,
  
  Быҙау-маҙар
  ҡарап та,
  
  Һис
  берәүгә һыймаған.
  
  Бер
  саҡ Һәүбән киткән, ти.
  
  Күп
  ерҙәрҙе үткән, ти.
  
  Йөрөй
  торғас ҡыҙырып,
  
  Бер
  ҡартты тап иткән, ти.
  
  Был
  ҡарт унан һорашҡан,
  
  Хәлен
  белеп илашҡан,
  
  Ҡулындағы
  һыҙмаһын,
  
  Бер
  һүҙ әйтмәй, һорамай,
  
  Мә,
  улым, тип биргән, ти.
  
  (Ул
  ҡарт үҙе мөлкәтһеҙ
  
  Күп
  ярлының бере икән,
  
  Ырғыҙ
  бейҙә мал көткән
  
  Тарауыл
  тигән ир икән.)
  
  Һәүбән
  һыҙма алғас та,
  
  Керешкән,
  ти, һунарға;
  
  Мәргәнлектә
  дан тотҡан,
  
  Батырлығы
  тағы ла
  
  Яйыҡ,
  Сура батырҙан,
  
  Төкләҫ
  менән Алмастан —
  
  Барынан
  да шәп икән.
  
  Улар
  еңмәҫ Шүлгәнде
  
  Бер
  уҡталып ҡаҡшатҡан;
  
  Шүлгәндең
  шәп Аҡбуҙын,
  
  Урлап
  алған бар ҡыҙын —
  
  Берен
  ҡуймай ҡотҡарған;
  
  Ҡарсыҡты
  ҡотҡарыусы ла
  
  Хызыр
  түгел, шул булған.
  
  Үткән
  төндә яу асҡан
  
  Шүлгән
  күле ханына,
  
  Күлде
  ат күҙҙәй итеп,
  
  Ваҡ-ваҡ
  итеп телгеләп,
  
  Шүлгәндән
  алыҫ түгел,
  
  Ҡая
  битен тиштереп,
  
  Үҙ
  атына торорға
  
  Дейеүҙән
  һарай һалдырған.
  
  Батшаһын
  иткән ташбаҡа,
  
  Дейеүҙәрен
  — ярғанат,
  
  Ил
  талаусы мәлғүнде —
  
  Барыһын
  иткән харап.
  
  Бөгөн
  тағы ат менеп,
  
  Ата-әсәһен
  эҙләй, ти;
  
  Атаһы
  ҡонон алырға,
  
  Ҡарымтаға
  ҡан юллап,
  
  Үлтереүсе
  бер ханға
  
  Яу
  асырға бара, ти.
  
  Был
  һүҙҙәрен әйтеп бөткәс, Һәүбән майҙандағы
  халыҡҡа ҡараған да: “Үҙенең һөйләүенсә,
  был ҡарсыҡ Һәүбәндең әсәһе булырға
  оҡшай. Әгәр барығыҙ ҙа шомланып, минең
  һүҙгә ышанмай, был ҡарсыҡтан һөйләтмәй,
  ауыҙ асып ҡалһағыҙ, ҡарсыҡ ҡабат
  күренмәҫ”, — тигән.
  
  Бар
  халыҡ аптырашҡан, Мәсем хан да, был һүҙҙе
  ишеткәс, тирәһендәге бейҙәре менән
  һөйләшә башлаған. Шунан Һәүбәнде үҙ
  янына саҡырып алған да: “Әгәр һүҙең раҫ
  булмаһа, башыңды киҫермен”, — тип
  әйткән, ти. Һәүбән быға риза булған, ти.
  
  
  Мәсем
  хандың кешеһе ат менгәнсе, Һәүбән
  ҡырғараҡ сыҡҡан да халыҡ араһынан ғәйеп
  булған: ҡыл көйҙөрөп, Аҡбуҙатын саҡырған,
  Аҡбуҙат күҙ асып күҙ йомғансы килеп
  еткән, Һәүбән Аҡбуҙҙан бөтә эштең
  эшләнгәнен һорашып белгән дә, www.bashq
  ort.com яу ҡоралдарын кейеп, атын менеп,
  майҙанға килгән, ти. Ул килгәс, бөтә
  халыҡ, был кем икән, ниндәй кеше икән,
  тип аптыраған, ти. Һәүбән килеп еткәс
  үк, Айһылыу менән ҡарсыҡ уның үҙҙәрен
  ҡотҡарған егет икәнен Аҡбуҙатынан
  танып, өҙәңгеләге ике аяғын килеп
  ҡосаҡлап: “Ошо егет ине...” — тип илап
  ебәргәндәр, ти. Һәүбән шунда атынан
  төшөп, ҡарсыҡты ҡосаҡлап алған, унан
  яңынан атына менеп, хандың алдына барған
  да уға бынау һүҙҙәрҙе әйткән, ти:
  
  Һиңә
  төбәп, Мәсем хан,
  
  Һорай
  торған һүҙем бар:
  
  Сура
  тигән батырҙа
  
  Юллар
  ҡоноң бармы ни?
  
  Ҡыҙың
  урлар Шүлгәндең
  
  Барымтаһы
  бармы ни?
  
  Ошоға
  тейеш яуапты
  
  Танмай
  һөйләп бирһәң һин
  
  Мин
  дә көҫәр уйымдың
  
  Барын
  һөйләп бирермен.
  
  Мәсем
  хан, Һәүбәндең был һорауына яуап итеп:
  
  
  Суранан
  ҡон юлларлыҡ
  
  Һис
  ҡарымтам юҡ минең;
  
  Малым
  талап алды, тип
  
  Барымтам
  да юҡ минең.
  
  Шүлгән
  асыуы шул миңә:
  
  Ыу
  һалғайным күленә.
  
  Ҡамышына
  үрт һалып,
  
  Хас
  ҡылғайным иленә, —
  
  тигән
  һүҙҙәрҙе әйткәс, Һәүбән шул ерҙә ханға:
  
  
  Ата-әсәнән
  йәш ҡалып,
  
  Эсе
  күҙ йәшен татып,
  
  Ерҙең
  өҫкө ҡатын да,
  
  Ерҙең
  аҫҡы ҡатын да
  
  Күреп
  сыҡҡан батыр мин,
  
  Һыйыр
  ейеп туйһа ла,
  
  Көтөү
  һарыҡ быуһа ла,
  
  Ҡаҙ-өйрәкте
  ҡырһа ла, —
  
  Алпанлаған
  айыуҙы,
  
  Йылғыр
  күҙле бүрене,
  
  Сағыл
  буйлап уйнаған
  
  Өлпө
  ҡойроҡ төлкөнө,
  
  Ил
  ҡоротҡан яуыз тип,
  
  Үлем
  килтерер уғымды
  
  Ужарланып
  атманым,
  
  Урал
  буйын буйланым,
  
  Ил
  дошманын уйланым.
  
  Ҡарымтаһыҙ
  ҡан ҡойған
  
  Ил
  батырын үлтереп,
  
  Бисәләрен
  тол ҡылған;
  
  Балаларын
  ҡыҙғанмай,
  
  Үкһеҙ
  етем ҡалдырған;
  
  Кәрһеҙ
  ҡатын-ҡыҙҙарҙы
  
  Бәйләп
  һыуға һалдырған;
  
  Илдең
  эсендә йәшәп,
  
  Яу
  күтәреп, ҡан ҡойған;
  
  Илдең
  намыҫын тапап,
  
  Нәҫелен
  маҡтап, хан булған;
  
  Илдең
  күп малын ейгән,
  
  Уның
  көр телен киҫкән;
  
  Ике
  аяҡлы, йомро баш —
  
  Тоҫҡап
  һаҙаҡ атырҙай
  
  Ҡан
  дошманым күрерҙәй,
  
  Эҙләп
  тапҡан дошманым,
  
  Ата
  торған һунарым —
  
  Алдымда
  торған Мәсем хан, —
  
  Бына
  шуларҙың бере ул;
  
  Шүлгәнкүлгә
  ыу һалып,
  
  Яҡын-тирәнең
  малын
  
  Ҡырып,
  малһыҙ ҡалдырған
  
  Йылғыр
  күҙле бүре ул!
  
  Ҡарымтаһыҙ
  Сураның
  
  Ҡанын
  ҡойған айыу ул!
  
  Иҙел
  батыры Ҡыпсаҡты,
  
  Ирәмәл
  батыры Ҡатайҙы,
  
  Яйыҡ
  батыры Төкләҫте,
  
  Тора
  батыры Тамъянды,
  
  Яланда
  Ирәндекте,
  
  Нөгөштә
  Юрматыны,
  
  Үҙән
  батыры Табынды
  
  Ҡымтып
  торған дейеү ул!
  
  Аҡбуҙатҡа
  мендем мин,
  
  Шул
  батырҙар ҡоно өсөн
  
  Ҡарымтаға
  килдем мин;
  
  Илдең
  ирен ҡол иткән,
  
  Бисәләрен
  тол иткән
  
  Мәсем
  тигән яуыздан
  
  Шуларҙың
  хаҡын юллап,
  
  Ҡарымтаға
  елдем мин, —
  
  тигән
  дә хандың башын сабып өҙгән, ти. Мәсем
  хандың ҡулында ҡол булған бөтә халыҡты
  ҡотҡарған, ти. Һәүбәндең батырлығын
  күргәс, бөтә халыҡ уға килеп, үҙенең
  аһ-зарын һөйләй башлаған. Халыҡ уға
  былай тип әйткән, ти:
  
  Һиңә
  юлдаш булырлыҡ,
  
  Арҡалашҡа
  торорлоҡ
  
  Ирҙәребеҙ
  бар ине, —
  
  Барын
  яуыз Мәсем хан,
  
  Илдән
  айырып ситләтеп,
  
  Ҡатындарын
  тол итте.
  
  Шуларҙы
  һин ҡайтарһаң,
  
  Илгә
  аҙамат булырһың,
  
  Ҡан
  илаған етемгә
  
  Ата
  һымаҡ булырһың!
  
  Һәүбән,
  халыҡтан ныҡлап һорашҡас, ул батырҙарҙы
  эҙләп алып ҡайтырға һүҙ биргән дә эҙләп
  сығып киткән. Бара торғас, бик ҙур ҡошҡа
  осрап, ул ҡоштоң янына барған. Ҡош оса
  алмаған, ти. Шунда ҡош, телгә килеп,
  һөйләй башлаған, ти:
  
  — Мин
  тау башында ултыра инем. Мәсем хандың
  аттары мине күреп өрктөләр. Мәсем хан
  шуға мине таптырып, ҡанатымды ҡырҡтырып,
  үҙемде ҡаянан ташланы. Оҙаҡ ҡуҙғала ла,
  йөрөй ҙә алмай яттым. Атылған ерҙәрем
  уңалһа ла, ҡанаттарым һаман осорға
  ярамай, ҡаңғырып ошонда ултырам. Балаларым
  асҡа тилмереп яталыр инде. Егет, миңә
  ярҙам ит, атыңдың ауыҙындағы күбеген
  һөрт, ҡанаттарым төҙәлер, — тип әйткән,
  ти, был ҡош.
  
  Һәүбән
  Аҡбуҙаттың ауыҙындағы күбектәрен
  һөрткәс, ҡоштоң ҡанаттары төҙәлгән, ти.
  Шунан ҡош:
  
  — Егет,
  был ярҙамың өсөн ни бирәйем, ниндәй
  ярҙам күрһәтәйем? Мин ғүмер буйына Мәсем
  хандан, Шүлгән дейеүҙәренән яфа сигеп,
  бала үрсетә алмай зарыҡҡан ҡош инем.
  Мин шундай ҡош, атһыҙға ат булам,
  юлдашһыҙға юлдаш булам, — тип әйткән,
  ти. Һәүбән:
  
  — Һин
  миңә ни ярҙам күрһәтә алаһың?
  
  — тип
  һораған икән, ҡош уға:
  
  — Мин
  һиңә үҙем өсөн генә түгел, Мәсем
  һарайындағы тотҡон һандуғастарҙы,
  Шүлгән һарайындағы тотҡон ҡыҙҙарҙы
  ҡотҡарып, Уралымдағы һайрар ҡоштарҙы
  арттырғаның өсөн дә ярҙам итергә
  тейешмен, — тип яуап ҡайтарған, ти.
  Һәүбән:
  
  — Һин
  уны ҡайҙан беләһең? — тигәс, ҡош:
  
  — Шүлгәндәге
  һарай ҡыҙҙары минең балаларым ине, шулар
  килеп әйтте, һөйөнсө алдылар, — тигән.
  Һәүбән тағы:
  
  — Һин
  — ҡошһоң, ә ул ҡыҙҙар ни эшләп кеше
  балаһы төҫлө һуң? — тип һорағас, ҡош:
  
  — Улар
  кеше шул. Мин дә кеше инем, ҡош булып
  ҡалдым, — тип әйткән, ти.
  
  Һәүбән
  ҡоштан бөтә серҙе һораша башлаған. Ҡош
  уға эштең айышын теҙеп һөйләп биргән,
  ти:
  
  — Иң
  тәүҙә был тирәлә һыу батшаһы ғына булған.
  Урал батыр үҙенең Иҙел, һаҡмар, Нөгөш,
  Яйыҡ тигән улдары менән килеп, һыу
  батшаһына яу асҡан. Улар килгәндә, был
  тирә күм- күк һыу булған. Улар яуҙа ат
  йөҙҙөрөп һуғышҡандар. ww w.bashqort.com Урал
  батырҙың ат йөҙҙөрөп килгән юлынан тау
  ҡалҡып сыҡҡан. Бына ошо Урал тауы — Урал
  батырҙың тәү килгән юлы. Тау ҡалҡып
  сыҡҡас, һыу батшаһының иле икегә ярылған.
  Урал батыр дейеүҙе үлтергән бер ерҙә
  сағыл ҡалҡып сыҡҡан: һыу кәмегән һайын,
  һыу батшаһының ғәскәре бөтә барған,
  дейеүҙәре үлгән һайын, ҡоро ер күбәйгән.
  Шунан уның төйәге күләүек-күләүектәрҙә
  генә тороп ҡалған. Көсө бөткәс, һыу
  батшаһы ошо Шүлгәнкүлгә килеп урынлашҡан.
  Шүлгәнкүл ер аҫтындағы һыуға тоташҡан,
  уны бөтөрә алмағандар. Батша шунда йәшәп
  ҡалған. Хәҙер Урал тип йөрөтөлгән тау
  — Урал батырҙың улдары менән тәү башлап
  яуға килгән юлы. Мин Урал батырҙың бисәһе
  инем. Мине Һомай тип атайҙар. Уландарым
  менән ирем яуға киткәндә, мин килендәрем
  менән үҙ илемдә ҡалғайным. Уландарым
  ҡайтып, килендәрҙе алып киттеләр. Мин
  аҙаҡ бармаҡ булып ҡалдым. Балаларым,
  бында килгәс, Шүлгән батшаны аңдып, ошо
  тирәгә урынлашҡандар. Шүлгән батша
  һаман иремә ҡаршы дошманлығын ташламаған.
  Ирем балаларым менән кәңәш иткән. Ошо
  күлдең һыуын эсеп бөтөрәйек, күлен
  һайыҡтырайыҡ, Шүлгән батша бер ҡайҙа
  ла бара алмаҫ, тип һөйләшкәндәр. Тәүҙә
  аталары эсә башлағас, Шүлгән батша быны
  белеп ҡалған да иремдең эсенә ғәскәрҙәрен
  индереп ебәргән. Улар уның эсенә инеп,
  йөрәген телгеләп үлтергәндәр. Ирем үлер
  сағында улдарына: “Шүлгән батша ғәскәре
  ҡалған урындан һыу эсмәгеҙ, үҙегеҙгә
  һыу табығыҙ”, — тигән. Улар, ерҙе тишеп,
  йылға ағыҙғандар. Бына хәҙерге дүрт
  йылға — Иҙел, Яйыҡ, Һаҡмар, Нөгөш шулар
  ағыҙған йылғалар булыр, — тип әйткән,
  ти. Һәүбән шунда:
  
  — Өләсәй,
  һин ни эшләп ҡош булып ҡалдың? — тип
  һорағас, Һомай:
  
  — Беҙ
  алыҫ юлдан килгәндә, барыбыҙ ҙа ҡош
  булып осабыҙ. Килендәрем дә шулай. Бараһы
  ергә еткәс, ирҙәре ҡатындарын үпһә, үҙ
  төҫөнә ҡайтып, яңынан ҡатын булалар.
  Мин килеп еткәнсе, ирем үлгәйне, шуға
  мин үҙ төҫөмә ҡайта алманым. Улар бала-
  сағалы булып, ҡартайып үлделәр. Бына
  был һин менгән Аҡбуҙат ирем Урал батырҙың
  аты ине. Үҙе үлгәс тә, уны Шүлгән урлағайны.
  Иҙелдең улдарының береһе, Аҡбуҙатты
  юллап, Шүлгән батшаға барғас, уның батша
  ҡыҙына күҙе төшкән. Батша, быны белеп
  ҡалып, Иҙелдең улынан үҙ һарайында вәзир
  булып ҡалыуҙы һораған. Егет батша ҡыҙын
  алыу уйы менән батша вәзире булып ҡалған.
  Тик аҙаҡ сиктә батша уға ҡыҙын бирмәгән,
  етмәһә, уны мыҫҡыл итеп, Ҡәһҡәһә тип
  атаған. Шунан аҙаҡ Ҡәһҡәһә Урал буйындағы
  бөтә данлы ҡыҙҙарҙы, минең балаларымды
  урлап торған. Иҙелдең бүтән улдары
  тоҡомонан — ете батыр, баяғы Ҡәһҡәһә
  тип ат ҡушылған улының тоҡомонан Мәсем
  ҡалған. Мәсем ил талап хан булған. Ете
  батыр, Мәсемдең ил талап ханлыҡ алыуына
  риза булмай, уға ҡаршы яу асҡан. Бер саҡ
  Мәсем хан ете батырҙы, килешәйек, тип
  үҙенә ҡунаҡҡа саҡырған. Улар барғас,
  бөтәһен дә иҫертеп, ҡул-аяҡтарын бәйләп,
  диңгеҙ аръяғындағы батшаға һатҡан. Һин
  хәҙер шуларҙы алырға китеп бараһың
  икән. Бая килеп һөйөнсө алған ҡыҙҙарым
  әйттеләр. Мин унда һине атыңдан да тиҙ
  алып барырмын. Әгәр минең менән барһаң,
  уларҙы яуһыҙ урлап ала алаһың. Тик шул:
  минең ҙур кәмселегем бар. Тамаҡланып
  барып ҡайтырға үҙ итем етмәй, һинең бот
  итеңде лә, уларҙың бот иттәрен дә ашатырға
  кәрәк булыр. Бында ҡайтып еткәс, ул
  яраларҙы атыңдың ауыҙ күбеге менән
  төҙәтергә тура килер. Инде атың менән
  барһаң, яу менән алаһың. Яу ҙур булыр.
  Шулай ҙа барыбер һин еңерһең, батырҙарыңды
  ҡотҡарып алырһың, — тигән. Һәүбән, ҡоштоң
  был һүҙҙәрен ныҡ ҡолаҡ һалып тыңлағандан
  һуң, оҙаҡ уйлап торған. Шунан ҡошҡа:
  
  — Өләсәй,
  бар, һин балаларың янына ҡайт. Ҡош
  булһағыҙ ҙа, һине лә, балаларыңды ла
  берәү ҙә ата алмаҫ, рәхәт йәшәрһегеҙ, —
  тигән дә үҙе юлға сыҡҡан.
  
  Бара
  торғас, Һәүбән диңгеҙ аръяғындағы батша
  иленә барып еткән. Унда һаҡсылар менән
  һуғыша башлаған. Һәүбән уларҙы ҡырып,
  һарайға яҡынлашҡан, батша ҡасып, илдән
  ғәскәр йыйып һуғышып ҡараһа ла, булдыра
  алмаған. Батша ғәскәрҙәре Аҡбуҙаттың
  еленән йығылғандар. Һәүбән үҙе батшаны,
  бейҙәрҙе тотоп үлтергән. Бөтә халыҡ,
  Һәүбәндең батырлығын, Аҡбуҙаттың шундай
  дауыл ҡуптарыуын күреп, аптырауға
  ҡалған. Барыһы ла ҡоралдарын ташлаған,
  ти.
  
  Һәүбән
  уларҙы еңеп, ете батырын алып ҡайтып
  киткән. Ҡайтҡас, бөтә Урал халҡын йыйып,
  туй яһаған, ил батырҙарын көрәштергән.
  Ете батыр туйҙағы бөтә батырҙарҙан
  алдын сыҡҡас, етеһен ете ырыуға баш итеп
  ҡуйған, ти. Һомай ҡоштоң балалары булған
  аҡҡоштарҙы атмаҫҡа ҡушҡан.
  
  Туйҙа
  Мәсемдең ҡыҙы Айһылыуға кейәү һайларға
  рөхсәт биргән. Айһылыу Ҡыпсаҡ батырҙы
  һайлаған. Һәүбән, бөтә батырҙарҙы илгә
  таратып, һәр ҡайһыһын бер ырыуға баш
  итеп ҡуйғас, үҙе Шүлгән күленә барған
  да Аҡбуҙатты ебәргән, Нәркәсте сығартҡан,
  Нәркәс һис ҡарыулашмай сыҡҡан, ти.
  Һәүбән, Нәркәсте күргәс, уға:
  
  Етемлектә
  йөрөгәндә,
  
  Һиңә
  тәүҙә юлыҡтым;
  
  Һинең
  дөрөҫ һүҙеңсә,
  
  Аҫыл
  бүләгең булған
  
  Аҡбуҙатыңды
  алып,
  
  Илемде
  азат ҡылып,
  
  Ҡыуанысҡа
  юлыҡтым.
  
  Хәҙер
  килдем мин һиңә
  
  Теләгеңде
  белергә,
  
  Һөйләр
  һүҙең тыңларға,
  
  Күңелеңде
  күрергә, — тигән.
  
  Нәркәс
  бер аҙ ни әйтергә ҡыймай торған. Унан
  аҙаҡ һүҙгә керешеп:
  
  Ҡыҙ
  булһам да, әсәнән
  
  Ирҙәй
  батыр тыуҙым мин;
  
  Урал
  буйы ерендә
  
  Күп
  батырҙар күрҙем мин.
  
  Йөҙөм
  асһам, ҡояшың
  
  Оялып,
  болотҡа инер;
  
  Көрәш
  көҫәп бер әҙәм
  
  Килһә
  минең ҡаршыма,
  
  Асһам
  уға йөҙөмдө, —
  
  Күҙе
  ҡамашыр нурыма,
  
  Минән
  йығылып хур булыр.
  
  Һиңә
  көрәш асманым,
  
  Күңелем
  уға тартманы;
  
  Һине
  тәүҙә күргәс тә,
  
  Күңелемдән
  һөйҙөм мин,
  
  Тик
  әйтергә ҡыйманым,
  
  Аҙаҡ
  сиктә көттөм мин,
  
  Әгәр
  мине тиң күрһәң,
  
  Үҙеңә
  буй бирәйем,
  
  Уралыңда
  тиң ғүмер
  
  Һинең
  менән һөрәйем, —
  
  тигән
  дә йөҙөн асып, Һәүбәнгә ҡарап йылмайған,
  ти. Һәүбән шунда, Нәркәстең һылыулығын
  күреп, таң ҡалған, ти. Һәүбән алырға риза
  булғас, Нәркәс атаһының бөтә мал-тыуарҙарына
  күлдән сығырға ҡушҡан. Шул саҡта күлдән
  ер ҡаплаған ҡола йылҡы сыҡҡан, ти. Һәүбән
  быларҙың бөтәһен дә ат-тунһыҙ халыҡҡа
  таратып биргән. Үҙҙәре Нәркәс менән
  икәүләп, Аҡбуҙатты менеп, Һәүбән иленә
  ҡайтып киткән, ти.
Вы прочитали 1 текст из Башкирский литературы.