Latin

Шиғырҙар - Фәүзиә Рәхимғолова

Total number of words is 343
Total number of unique words is 258
40.2 of words are in the 2000 most common words
53.6 of words are in the 5000 most common words
58.1 of words are in the 8000 most common words
Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.


Беренсе май

 Майҙың байрамдары күп,
 Майҙың шатлыҡтары күп,
 Майҙың сәскәләре күп —
 Балҡып тора зәңгәр күк!
 Шарҙар оса елпелдәп,
 Күгәрсендәр гөрләшә,
 Ал байраҡтар тулҡынып
 Елдәр менән серләшә.
 Беренсе май байрамын
 Яратам мин, яратам,
 Дуҫтар менән бер сафта
 Йырлап барам парадта:
 Еребеҙҙе һаҡларға
 Беҙ һалайыҡ тырышлыҡ.
 Атһын өсөн ал таңдар,
 Ҡанат булһын тыныслыҡ!
 Ҡанат булһын тыныслыҡ!

1996 йыл


Беренсе сентябрь

 Һары япраҡтарын елпеп,
 Сентябрь килде беҙгә.
 Эй йылмаялар балалар,
 Шатланып алтын көҙгә.
 Яңы портфель тотоп ҡулға,
 Яңы формалар кейеп,
 Дәртле баҫып, урамдарҙан
 Үтә улар, гөр килеп.
 Килә балалар көс йыйып
 Яңы хеҙмәткә, эшкә.
 Бар теләктәре уларҙың
 Уҡырға дүрткә, бишкә.

 

1988 йыл


Дуҫлыҡ

 Күлдә йөҙгән өйрәккә
 Килеп ҡунды күбәләк,
 Алыҫ ярға еткәнсе
 Йөҙҙө улар бергәләп.
 Гөлгә осто күбәләк,
 Рәхмәт әйтте өйрәккә.
 Был дуҫлыҡҡа ҡыуанып,
 Ҡош һайраны тирәктә.

1996 йыл


Еләк-бер силәк

 Көлә-көлә Тәнзилә
 Еләктән ҡайтып килә.
 Бер ҡарай еләгенә,
 Бер ҡарай силәгенә.
 Бөтә кеше туҡталып,
 Ҡарап тора һоҡланып:
 Бише тулған икән шул,
 Ҙур ҡыҙ булған икән шул!
 «Арыманым, талманым,
 Бер ҙә артта ҡалманым.
 Болон тулы ер еләк,
 Йыйҙым,— ти ул,— бер силәк!»

1996 йыл


Миләш

 Ел ыжғырҙы, ҡар туҙҙы,
 Тик миләш торҙо балҡып,
 Күҙҙең яуын алырлыҡ,
 Ул хас та ҡыҙыл ялҡын.
 Һалҡын ҡасты миләштән,
 Ялҡын тиеп уйланы.
 Ә миләш ҡошсоҡтарҙы
 Ҡунаҡ итте, һыйланы.

1996 йыл


Олатайҙар килә

 Сафта килә олатайҙар,
 Орден, миҙал таҡҡандар,
 Шул бөркөттәр дошман ҡырып,
 Еңеү яулап ҡайтҡандар.
Ҙурлайыҡ ҡарт һалдаттарҙы,
 Ҡәҙер, хөрмәт итәйек.
 Еңеү көнө менән ҡотлап,
 Гөлдәр бүләк итәйек,
 Ҡәҙер, хөрмәт итәйек!

1996 йыл


Урамда

 Бүректәрен баҫа биреп,
 Шәп-шәп атлай ағайҙар,
 Танауҙарын ҡаплап бара
 Әбейҙәр һәм бабайҙар.
 Тәҙрәһенән тышҡа ҡарай
 Ғәжәпләнеп бер малай:
 Ҡарттар, йәштәр — бөтәһе
 Ашығып йөрөй ҡалай?
 Ниңә ҡабалана икән
 Кеше шулай кис-иртә?
 Ҡабаланмаҫ ине лә ул,
 Ҡыш бик уҫал, йүгертә.
 

1996 йыл


Ямғыр яуа

 Шыбыр-шыбыр ямғыр яуа,
 Яуа ташҡа, ҡомдарға,
 Яуа үлән, сәскәләргә,
 Ағастарға, юлдарға...
 Мин ялан аяҡ, ялан баш
 Һыуҙарҙы кисеп барам,
 Ямғыр аҫтында йөрөгәс,
 Ҙур булып үҫеп барам.

1996 йыл

Өй артында

Өй артында тамсы тама,
Өй артында яҙ килгән.
Өй артында тәү башлап
Ҡояшҡай ҡарап көлгән.
Тәҙрә башында турғайҙар
Һайрайҙар сут-сут килеп.
Ялан аяҡ йүгереп сыҡҡан
Гөлкәй ҙә туп-туп килеп.
Өй артына йыйылғандар
Өйрәк, тауыҡ, ҡаҙҙар...
Өй артынан башлана шул
Ауылда йылы яҙҙар.
 

1996 йыл


























You have read 1 text from Bashkir literature.