Latin

Китәбүт-тәрбиә - 1

Total number of words is 4011
Total number of unique words is 1817
27.9 of words are in the 2000 most common words
39.5 of words are in the 5000 most common words
45.9 of words are in the 8000 most common words
Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
Ҡәййүм
Насыри




Китәбүт-тәрбиә

(Тәрбиә
китабы)




Был
китапты баҫтырыу өсөн яуаплы: Ильшат
хәҙрәт Хафизи.

Китапты
өлөшләтә йәки тулыһынса күсереп алыу
тыйылмай.

Кешене
тәрбиә ҡылыу - фәҡәт ашатып - эсертеп
үҫтермәк мәғәнәһендә генә түгел, бәлки
уның холҡон, фиғелен төҙәтмәк, үә инсаниәт
дәрәжәһенә килтермәк,
өйрәтмәк,
үә уҡытмаҡ, үә әҙәп нигеҙе бирмәк
мәғәнәһендәлер.
Ошо китаптағы хикәйәттәр, вәғәздәр үә
нәсихәттәр һәммәһе, үә был
рисаләттең һәр
бер кәлимәһе - бер тәрбиәлер. Был китап,
ихтилалға
тиклем сығарылғанға күрә тел байлығы
менән айырылып, тора. Шул сәбәптән
авторҙың яҙыу стилен үҙгәртмәнек, ҡайһы
бер урындарына аңлатмалар ғына биреп
кителде.

Офсет
ысулы менән баҫылды. Форматы 60 х 90
Тиражы 1500 дана. «Дәғүәт нәшриәте».

Беренсе
тәрбиә.

Бер
хаким балаларға шулай нәсихәт бирҙе:
ейәндәрем,
улдарым, нәсихәтте ишетегеҙ-һөнәр
өйрәнегеҙ. Донъяның милкенә
үә
дәүләтенә ышанырға ярамаҫ. Алтын- көмөш
сәфәр кешеһенә хәтәрҙер; үә йорт-ер
кешеһенә даһи хәтәр бар: йә уғры алып
китер, йәки
утка янып
китер. Әммә һөнәр-бер ағым һыуҙыр, үә
ышаныслы дәүләттер, һөнәр эйәһе әгәр
дәүләттән төшһә лә, ҡайғы юҡ. Имде, эй
уғыл, был урында маҡсуд бер хикәйәт
түгелдер. Һин дә шулай үк һөнәр өйрән,
тәрбиә өйрән, ғилем өйрән.

Икенсе
тәрбиә.

Аҡһаҡалдарҙың
берһенә бер әҙәм хәбәр ҡылды: «Фәлән
кеше, минең боҙоҡ эштәремде
һөйләп,
фәлән ерҙә мине яманлаған,-
тине. Ул аҡһаҡал әйтте: «Һин уның яҡшы
эштәрен һөйләп, уны оятлы ит,-тине.
Был даһи һиңә бер тәрбиәҙер. Эй уғыл,
һәр бер хикәйәттән
бер
мәғәнә фәһем итһәң, аңһыҙҙан берәү һине
бер ерҙә яманлаған булһа, уға ҡаршы һин
уны маҡта. Шаят ул үҙе лә, әҙәм булһа,
инсаф итер үә оялыр.

Өсөнсө
тәрбиә.

Бер
падишаһтың бер нисә улы булып, араларынан
берһе - зәғиф, ҡыҫҡа буйлы, кес кенә ине.
Башҡалары оҙон буйлы, матур йөҙлө инеләр,
әммә аталары ул улына нәфрәт үә кәмһетеү
менән ҡарар ине. Ул улы бер зиһен эйәһе
үә мәғрифәтле
бала
ине. Әйтте: «Эй атай, аҡыллы тәпәш наҙан
оҙондан яҡшыраҡ түгелме? Һәр нәмәнең
ҡиммәте күлдәгенә ҡарап йөрөмәйҙер.
Мунса ташы бик эре, йөгө бер тәңкә,
ынйы
бик ваҡ, мыҫҡалы
ун
тәңкә,-тине.
Аталары
үә
дәүләттең
ҙур кешеләре барыһы көлөштөләр
үә
тәхсин ҡылыштылар... Бәй, ул
уғыл
ғилем үә мәғрифәт тигән нәмә буйға үә
ҡиәфәткә ҡарап булмайҙыр.

Бишенсе
тәрбиә.

Лоҡман
хакимдан һоранылар: «Һин хикмәтте кемдән
өйрәндең?-тинеләр.
Әйтте: «Күҙһеҙ кешеләрҙән өйрәндем,
сөнки улар аяҡ баҫаһы урынды күрмәйенсә
аяҡ баҫалар,-тине...
Эй, уғыл, бында һиңә тәрбиә шулдыр, Лоҡман
хакимдың һүҙен яҡшы фәһем итеп ҡара,йәғни
ул: «Күҙһеҙҙәр, аяҡ баҫаһы урынды
күрмәйенсә, йә абыналар, йәки
төртөләләр,
йәки
йығылалар,
шулай уҡ аңы юҡ кешеләр үә наҙандар
һүҙҙең урынын белмәй һөйләшәләр, үә
ахырын уйлап һөйләшмәйҙәр. Уларҙың
наҙанлыҡтарын күрҙем дә хаким
булдым,тине.

Алтынсы
тәрбиә.

Ололарҙан
бер әҙәм үҙенең улын бер ғалим остазға
тәғлим үә тәрбиә өсөн тапшырҙы. Үә әйтте:
«Эй остазы - камил, ошо баланы тәрбиә
ҡыл үә уҡыт, ғалим үә аҡыл эйәһе
булһын,-тине.
Бер аҙ ваҡыт был баланы остаз тәрбиә
ҡылды үә уҡытты. Әммә һис бер ғилем әҫәре
ҡылманы. Ул баланы атаһына ҡайтарып
ебәрҙе. Әйтте: «Был бала, һис бер белемгә
һәләтле түгелдер, хатта үҙемде диуана
ҡылды,»
-
тине...

Етенсе
тәрбиә.

Бер
падишаһ диңгеҙҙә бер кәмәлә сәфәр
ҡылғанда күрҙе:

бер
егет бар, аслан (асылда), бығаса кәмәгә
ултырғаны юҡ, имеш. Үә кәмәнең мәшәҡәтен
күргәне юҡ, имеш. Ҡурҡып илап ултырыр,
дер-дер ҡалтырар. Ни ҡәҙәр йыуатып
ҡаранылар, илауҙан һис туҡтамай. Падишаһ
даһи хафа булды (хафаланды). Унда бер
хаким бар ине, әйтте: «Эй әфәнделәр, Әгәр
бойорһағыҙ, мин бер хәйлә ҡылайым: шаят
сабыр итер,-тине.
Падишаһ әйтте: «Белгәнеңде эшлә,
- тине. Бәс, хаким әмер итте. Был егетте
бәйләп даръяға (диңгеҙгә) аттылар, бер
ике мәртәбә сумдырып, йәнә кәмәгә
алдылар. Был егет үлемдән терелеп ҡайтҡан
кеүек хайран булып, бер ҙә өндәшмәйсә
ултырҙы, күңеле ҡарар тапты. Падишаһ
быны бик тәхсин ҡылып,
хакимға
әйтте: «Йә хаким, бында ни хикмәт барҙыр?
Хаким әйтте: «Ул егет әүүәл кәмәнең
мәшәҡәтен үә һыу сәфәрен күргәне юҡ,
йәнә һыуға батыуҙы белгәне юҡ, үә кәмәлә
сәләмәт йөрөүҙең ҡәҙерен белгәне юҡ,
имеш,-тине.
Бында һиңә тәрбиә шулдыр, эй уғыл, шулай
уҡ әҙәм ғәфиәттең үә сәләмәтлектең
ҡәҙерен бер михнәткә дусар булғас
беләҙер.

Һигеҙенсе
тәрбиә.

Бер
падишаһ улының атаһынан ҡалған күп
хазинаһы бар ине. Киң күңеллелек үә
йомартлыҡ ҡулын асты, үә үҙенең ғәскәр
халҡына үә уҙ дәүләте кешеләренә
ниһайәтһеҙ хазиналар түкте. Бер ваҡытты
бер ахырын уйламаусы кәңәшсеһе нәсихәт
әйтте: «Эй шаһзадә, элеккеге падишаһтар
был хазинаны ижтиһад менән хасил
иткәндәрҙер (булдырғандар), үә бер
мәслихәт өсөн әҙерләнгәндәр, һин аҙыраҡ
ҡыҫыбыраҡ тот, ваҡыты килер,-тине.
Шаһзадә уның мәслихәтен мәғҡул күрмәне...
«Ни
була,
ашармын, эсермен, бирермен, мин ул
хазинаға ҡарауылсы булғаным юҡтине.
Эй уғыл, урынһыҙ һаранлыҡ ҡылырға ярамай.

Туғыҙынсы
тәрбиә.

Ике
туған бар ине. Береһе падишаһ хеҙмәтендә
булып ғүмер кисерер ине. Береһе үҙенең
ҡул көсө
менән
табыш итеп тереклек ҡылыр ине. Бер ваҡыт
падишаһ хеҙмәтендәге бай туғаны әйтте:
«Әй туғаным, ниңә падишаһ хеҙмәтенә
кермәйһең? Ҡаты хеҙмәттәрҙән ҡотолор
инең,-тине.
Ул туғаны әйтте: «Һин ниңә ҡул көсөң
менән тереклек ҡылмайһың? Хеҙмәт
хурлығынан үә кәмһетелеүҙән ҡотолор
инең. Хакимдар әйткәндәр ти, үҙ икмәгеңде
ашап өйөңдә ултырыуың, кеше хеҙмәтендә
алтын кәмәр бағлауынан (кейем кейеүҙән)
артығыраҡтыр...
Үҙ көсөң менән тапҡан бер тинең кеше
көсө менән хасил булған мең тиндән
бәрәкәтлерәктер.

Унынсы
тәрбиә.

Нуширван
падишаһ һарайында бер гөруһ (төркөм)
хакимдар бер мәслихәт хосусында һөйләшеп
ултыралар ине. Ул мәжлестә Бөзәржөмһөр
бар ине. Әммә ул һис һүҙ өндәшмәйсә сөкүт
(шым) ҡылып ултырыр ине. Әйттеләр: «Йә,
Бөзәржөмһөр, һин был хосуста беҙҙең
һүҙебеҙгә бер ҙә ҡатнашмайһың,-тинеләр.
Бөзәржөмһөр әйтте: «Вәзирҙәр - табибтарҙыр:
ауырыу түгел кешегә дарыу бирмәйҙәр.
Мин күрәм, һеҙҙең фекерегеҙ раҫтыр, был
тәҡдиргә минең ҡатнашыуымдың хикмәте
бер ҙә юҡтыр,-тине.
Әй уғыл, Бөзәржөмһөрҙән һиңә тәрбиә
Шулдыр, хакимдар булып та

урынһыҙ
ерҙә кеше һүҙенә ҡатнашманылар. Кешенең
һөйләшә торған һүҙен киҫеп һүҙ әйтмәк-насар
холоҡтыр. Әгәр кеше һүҙенә ҡатнашмаҡсы
булһаң, мәжлестәштәрең туҡтаған арала
һүҙгә ҡатнаш.

Ун
беренсе тәрбиә.

Искәндәр
Румиҙан һоранылар: «Мәшриҡ үә Мәғриб
илдәрен нисек итеп алдың. Элеккеге
падишаһтар ни ҡәҙәр ғәскәр үә аҡса, үә
хазина түгеп тә ала алмағандар ине,-
тинеләр. Искәндәр әйтте: «Һәр мәмләкәтте
алдым, халҡын рәнйетмәнем. Үә элгәре
падишаһтарҙы изгелектән ғәйре нәмә
менән зикер ҡылманым-тине.
Эй уғыл, инде күрҙең, ниндәй тәрбиәле
кешеләр бар, имеш. Хилем
үә
йомшаҡлыҡ менән бөтә мәмләкәтте яулап
алалар; хилем үә йомшаҡ һүҙле булырға
тейеш: гәрсә дошманың булһа ла, изгелектән
ғәйре зикер ҡылмағанһың.

Ун
икенсе тәрбиә.

Олуғтарҙан
берәү бер падишаһтан һораны: «Фәлән
дәрүиш хаҡында ни әйтәһең? Бәғзеләр уны
хурлайҙар тине. Ул падишаһ әйтте: «Мин
тышҡы яҡтан ҡарағанда ғәйеп күрмәйем,
әммә эсе үә күңеле-билгеһеҙҙер. Шуға
хөкөм итә алмайым,-тине.
Эй уғыл, фәҡәт үҙеңдең шигең менән генә:
«Был кеше фәләндер,-тип,
кеше өҫтөнә ғәйеп иҫбат итмәк хаталыр.
Быны яуызлыҡ тийерҙәр, харам эштер,
бынан һаҡлан.

Ун
өсөнсө тәрбиә.

Шәйех
Сәғди әйткән икән: «Хажда Ғәбделҡадир
Жиләниҙы
күрҙем. Кәғбәгә башын ҡуйып ятҡан: «Әй
хоҙайым, ғәфү ҡыл! Әгәр ғәфү итмәһәң,
ҡиәмәттә күҙһеҙ итеп ҡәберемдән ҡубар:
изге кешеләр араһында оятҡа ҡалғанымды
күрмәһәм ине!-тип
ҡабатлай икән. Әй уғыл, донъяла бер кес
кенә ғәйебеңде лә кешеләр күҙенә
күрһәтергә оялаһың. Ҡиәмәттә, пәйғәмбәрҙәр,
изгеләр һәм бөтә донъя халҡы күҙ алдында
ғәйептәреңде һәм гонаһтарыңды йөҙөңә
бәрһәләр, унда бит ҡасырға урын булмаясаҡ.
Инде һиңә тәрбиә булыр: әхирәттә йөҙөңә
сығырлыҡ ғәйепте эшләмә. Ғәбделҡадир
Жиләни кеүек изге кешеләр шул ҡәҙәр
ҡурҡһа, һиңә, миңә - ни ҡала?! Иманлы булыу
фарыздыр.

Ун
дүртенсе тәрбиә.

Изгеләрҙән
бер әҙәм бер падишаһты төшөндә күрҙе-
ожмахта ултыра; үә даһи бер фәҡир суфыйҙы
күрҙе-йәһәннәмдә ғазапта имеш. һораны:
«Был падишаһ был дәрәжәне ни менән тапты
ла, был фәҡир суфый был түбәнлеккә ни
сәбәпле төштө? Беҙ бының хилафын уйлай
инек,-тине.
Әйттеләр: «Падишаһ-фәҡирҙәрҙе үә
дәрүиштәрҙе сәүгән (һөйгән) өсөн ожмахлы
булды. Әммә был фәҡир-падишаһтарға
яҡынлығы сәбәпле йәһәннәмле булды-тинеләр.

Ун
бишенсе тәрбиә.

Юнан
(грек) виләйәтендә бер карауанды талап,
хисапһыҙ малдарҙы алып киттеләр.
Сауҙагәрҙәр бик илаштылар, Аллаһ
Тәғәләнән ярҙам теләнеләр. Ни файҙа. Ул
карауан эсендә Лоҡман хаким бар ине.
Берәү әйтте: «Йә хаким, ул бурҙарға бер
нисә хикмәт кәлимәләре әйтсе, малдарыбыҙҙы
ҡайтарып бирһендәр-тинеләр.
Лоҡман әйтте: «Уларға хикмәттең тәьҫире
теймәҫ.
Йәғни ҡара күңелгә хикмәт үә вәғәз әҫәр
итеп,
ташҡа ҡаҙаҡ ҡағып булмайҙыр, тине...

Ун
алтынсы тәрбиә.

Лоҡман
хакимдан һоранылар: «Һин әҙәпте кемдән
өйрәндең?-тинеләр.
Лоҡман әйтте: «Әҙәпһеҙҙәрҙең
әҙәпһеҙлеген
күреп, үҙемә килешмәгән кеүек булды ла,
һаман ундай фиғелдәрҙән һаҡлана килдем,
әҙәпле булдым,-
тине. Әй, уғыл, аҡыллы балаға атлаған
һайын ғибрәттәр бар, үәғәздәр бар;
мәғрифәт хасил итә күр.

Ун
етенсе тәрбиә.

Хикәйәт
ҡылынған, бер дәрүиш кисендә бик күп
тағам ашап, сәхәргә ҡәҙәр бер туҡтауһыҙ
намаҙ уҡый, имеш. Быны бер аҡыл эйәһе
ишетеп әйтте: «Әгәр, бисара, ярты ҡаҙаҡ
икмәк ашап ятып йоҡлаһа, күп артыҡ булыр
ине.
Әй уғыл, ҡорһаҡты күп тултырмаҡ файҙаға
түгелдер.

Ун
һигеҙенсе тәрбиә.

Шәйех
Сәғди һөйләгән икән: бер сәфәрем
ваҡытында, ялда, төн урталарында уянып
китһәм, ни күҙем менән күрәйем: бер
юлдашыбыҙ, бер ситтәрәк, йырлап-илап,
шиғырҙар әйтеп, күҙен дә йоммаҫтан төндө
уҙғарҙы. «Был ни хәл тағы?!-
тип һораным. Әйтте: «Былбылдарҙы күрҙем:
ҡыуаҡтан ҡыуаҡҡа осоп, аһ-зар ҡылалар.
Кейектәртауҙарҙан
әрнеүле ауаздар һалалар. Баҡалар-һыуҙа
баҡылдайҙар. Төрлө
януарҙарҙың
шау-шыуынан урмандар
гөрләп
тора. Шундай фекергә килдем: барлыҡ йән
эйәләре, кейектәр, ҡоштар, йоҡламаҫтан
зикер-тәсбих әйткән бер ваҡытта, минең
иҙрәп йоҡлап ятыуым аңҡаулыҡ (аңралыҡ)
булмаҫмы?-тине.

Ун
туғыҙынсы тәрбиә.

Бик
оҙаҡ замандар бер урманда үлән үә япраҡ
менән тәрбиәләнеп тереклек ҡылыусы бер
дәрүиш бар ине. Бер падишаһ ул дәрүишкә
хәлен белергә барҙы. Әйтте: «Йә шәйех,
әгәр мәслихәт күрһәң, ҡалала тор, һинең
өсөн урын әҙерләнем, тыныс үә рәхәт
ғибәҙәт ҡылып ятыр инең. Даһи ҙә һинең
бәрәкәтле нәфсең менән файҙаланыр инек.
Үә һәм һинең изге ғәмәлдәреңә беҙ ҙә
эйәрер инектине.
Дәрүиш ҡабул итмәне. Дәүләттең ҙур
кешеләре падишаһҡа әйттеләр: «Мәслихәт
Шулдыр, бер нисә көнгә ул дәрүиште ҡалаға
килтереп, бер аҙ ҡунаҡ итеп ҡарайыҡ,
кәйефенә хуш килеп бәлки торорға ла
риза булыр,-тинеләр.
Бәй, теге дәрүиште ҡалаға саҡырып
килтерҙеләр, бер һарайҙа үҙенә хас бер
урын әҙерләнеләр. Унда шундай гүзәл үә
хозур, әгәр мәйет керһә лә хәйәт табыр
(терелер). Падишаһ ул дәрүиштең хеҙмәтенә
бер сибәр йөҙлө кәнизәк ебәрҙе, йәнә
гүзәл сифат бер егет ебәрҙе. Унан һуң
ул дәрүиш ләззәтле ризыҡтарҙы татып
ҡарай башланы. Латиф үә йомшаҡ кейемдәрҙе
кейә башланы. Үә татлы эсемлектәр менән,
үә хуш еҫле емештәр менән тәрбиәләнә
башланы. Үә кәнизәктең гүзәллегенә
тамаша ҡылып күҙ һала башланы. Бер ваҡыт
падишаһ ул дәрүиште күрергә ҡарар ҡылды.
Килеп күрҙе, дәрүишебеҙ элгәре сифаттарҙан
сыҡҡан; ҡулдары ағарған, йөҙҙәре ҡыҙарған,
үҙе үә нәфсеһе
һимергән-ебәк
мендәрҙәргә таянған, ай йөҙлө бер кәнизәк
хеҙмәтенә тормош, тауистай (павлин) бер
егет баш осонда елпәзә (веер) тотҡан.
Падишаһ хайран булды. Әйтте: «Был ике
таифәне, йәғни ғалимдарҙы үә дәрүиштәрҙе
мин дуҫ тота инем,-
тине. Бер вәзир әйтте: «Әй падишаһым,
ғалимдарға алтын бир, ғәйреләр ғалим
булырға теләһендәр. Дәрүиштәргә шундай
нәмә бир, урындарында дәрүиш булып
ҡалһындар,-тине.
Йәғни ләззәтле донъянан улар йүнәлеш
алмаһындар тимәктер.

Егерменсе
тәрбиә.

Мысырҙың
бер ҡалаһында ике әмирзада бар ине.
Береһе ғилем өйрәнде, береһе мал йыйҙы,
бай булды. Уның берһе - ғүләмә, ә
икенсеһе-финанс министры булды. Бәй,
был бай булғаны ғалим булғанына кәмһетеү
күҙе менән ҡарар ине үә әйтер ине: «Мин
солтанлыҡҡа ирештем, һин һаман бер
нөктәлә тораһың (үҙгәрмәгәнһең),-тине.
Ғалим әйтте: «Әй туғаным, Аллаһ Тәғәләгә
шөкөр итеү минең тарафымдандыр, сөнки
мин пәйғәмбәр мираҫын таптым, әммә һин
фирғәүен мираҫын алдың,
-тине. Әй уғыл, бынан һиңә тәрбиә Шулдыр,
ҡәнәғәт кәрәк. Ғилем, әлбиттә, пәйғәмбәр
мираҫылыр.

Егерме
беренсе тәрбиә.

Ғажәм
(сит ил) падишаһтарынан бер падишаһ бер
оҫта табибты пәйғәмбәр ғәләйһис-сәләм
хеҙмәтенә ебәрҙе. Ул табиб нисә йылдар
ғәрәп илдәрендә торҙо, һис бер кеше
быға: «Миңә дауа ҡыл,-тип
янына килмәне. Бер көн ул табиб пәйғәмбәр
ғәләйһис-сәләм янына килеп хәбәр ҡылды.
«Фәлән
ҡәҙәр көндәр бында торам, һис кем миңә
илтифат ҡылған (килгән) кеше юҡ-тине.
Пәйғәмбәр ғәләйһис-сәләм әйтте: «Был
халыҡтың ғәҙәте шулдыр:
ашайһылары
килмәй тороп-һис тәғәм ашамаҫтар, үә
тамаҡтары туймаҫ элек ҡул тартырҙар,
йәғни тағам туйғансы ашамаҫтар,-тине.
Табиб әйтте: «Сихәтте булдырмаҡ нәмә
шул да баһа,-тип
ер үпте лә китте. Инде ҡорһағың тулғансы
ашама, сихәттә булырһың, аҙ менән ҡәнәғәт
ҡыл.

Егерме
икенсе тәрбиә.

Бер
әҙәм ғүмерендә нисә мәртәбә тәүбә ҡылды,
ләкин тәүбәһен һындырҙы. Аҡһаҡалдарҙан
берәүгә быны хәбәр ҡылды: «Тәүбәмде
тота алмайым, ғажизмын,-тине.
Ул аҡһаҡал әйтте: «Һин күп ашарға
ғәҙәтләнгәнһең, нәфсеңде еңмәк бик сит
эштер. Һин нәфсеңде (теләгеңде) тәрбиә
ҡылһаң, ул һине шулай, бер ваҡыт һине
еңер,-тине.
Бәй, эй уғыл, нәфсең һимергән һайын, ул
һине һәләкәткә тартыр. Донъяла баһадир
шул кешелер - нәфсеһенә хужа булған.

Егерме
өсөнсө тәрбиә.

Ишеттем,
бер фәҡир дәрүиш аслыҡ утына көйгән,
бер-берһе өҫтөнә ямалған кейем кейгән...
Дуҫтарының берһе әйтте: «Ниңә ултыраһың?
Ошо ҡалала фәлән кеше бар, мохтаждарҙың
хәжәтен үтәйҙер. Әгәр һинең дә хәлеңде
белһә, хәлеңә шәфҡәт ҡылыр ине,-тине.
Ул фәҡир әйтте: «Тик тор, фәҡирлектә
үлмәк, кешегә хәжәт менән бармаҡтан
хәйерлерәктер,-тине.

Егерме
дүртенсе тәрбиә.

Хөрәсән
виләйәтендә ике дәрүиш бар ине, бер-берһенә
юлдаш булып сәфәргә сыҡтылар. Береһе
бик зәғиф ине, ураҙа тотоп ике көнгә бер
мәртәбә ауыҙ асыр ине. Берһе ҡеүәтле
ине, көн дә өс мәртәбә тағам ашар ине.
Бер ҡалаға керҙеләр. Ул ҡалала быларҙы,
һеҙ шымсылырһыҙҙыр тип, тотоп хакимдарына
илттеләр, бер ханаға яптылар. Ике йома
тикшергәндән һуң белделәр, гонаһһыҙ
әҙәмдәр, имеш. Сығарып ебәрергә әмер
булды. Зинданхананың ишеген асып
керҙеләр, күрҙеләр, ҡеүәтле тигәне йән
ташлаған. Зәғифте ҡаранылар, зәғиф
тигәндең - йәне сәләмәт. Быға бик ғәжәпкә
ҡалдылар. Бер хаким әйтте: «Әгәр бының
хилафы ваҡиғ булған булһа, ғәжәп булыр
ине. Сөнки ул берһе-күп ашаусы икән, оҙаҡ
аслыҡҡа тәҡәт тота (сыҙай) алмаған,
үлгән. Әммә икенсеһе - бер һаҡланыусан
әҙәм, имеш, үҙен һаҡлаған үә сабыр ҡылған,
сәләмәт ҡылған, - тине. Әй уғыл, нәфсеһен
бик тәрбиә ҡылған кеше сыҙамайҙыр.

Егерме
бишенсе тәрбиә.

Хакимдарҙан
бер әҙәм үҙенең улын күп ашауҙан тыйҙы.
Әйтте: «Әй уғыл, күп ашау кешене сырхау
итәлер, күп ашама,-тине.
Улы әйтте:
«Әй
атай, аслыҡ кешене үлтерәлер, фәлән кеше
ас үлгән тиҙәр, күп ашап үлде тигәнде
ишеткәнем юҡ.
Атаһы әйтте: «Улай ҙа, улым, үлсәү менән
ашау кәрәк. Күп ашау әҙәмде үлтермәһә
лә, күп яҡшылыҡ та бирмәйҙер. Үә исраф
булалыр, исраф харамдыр,-тине.
Бынан һиңә бер тәрбиә хасил булһын,
китап әйткән һүҙҙе күңелеңә һеңдер.

Егерме
алтынсы тәрбиә.

Бер
фәҡир бер ваҡыт бик мохтаж булып ҡалды.
Дуҫтарының берһе әйтте: «Фәлән кеше бик
бай үә Ниғмәт эйәһе әҙәмдер, әгәр һинең
мохтаж икәнеңде белһә, шаят шәфҡәт
ҡылыр-тине.
Был фәҡир әйтте: «Бәлки шулай булыр ине,
әммә мин уны белмәйем,-тине.
Ул кеше әйтте: «Әйҙә, мин үҙем күрһәтәйем
уны һиңә-тине.
Бергә барҙылар. Был фәҡир, барып еткәс,
ишек алдында берәүҙе күрҙе: ирендәре
һалынған, күңелһеҙ үә хафа ултыра. Был
фәҡир бер һүҙ әйтмәйсә ҡайтып китте...

Егерме
етенсе тәрбиә.

Муса
ғәләйһис-сәләм бер фәҡирҙе күрҙе:
яланғас,

кейеме
юҡлыҡтан, ҡомға күмелеп ятҡан. Фәҡир
әйтте: «Йә, Муса, доға ҡыл-Аллаһ Тәғәлә
миңә байлыҡ бирһен, был фәҡирлегемә
сыҙарлыҡ хәлем ҡалманы-тине.
Муса ғәләйһис-сәләм доға ҡылды. Аҙ ваҡыт
эсендә Аллаһ Тәғәлә теге фәҡирҙе бай
итте.

Бер
ҡәҙәр ваҡыт үткәс, Муса ғәләйһис-сәләм
уның менән тағы осрашты. Бер ерҙә күп
халыҡ тупланған, шау-гөр килә. Муса
ғәләйһис-сәләм һораны: «Был ниндәй
тауыш, нимә булды?
Әйттеләр: «Был фәлән кеше, күп эсеп
иҫергән дә, һуғышып, бер кешене үлтергән.
Уны, хөкөм итеп, яза майҙанына алып
баралар.
Муса ғәләйһис-сәләм Аллаһ Тәғәләнең
хикмәттәренә хайран ҡалды. «Ҡара инде,
уйламай доға ҡылғанмын,-тип
үкенде, тәүбә итте.

Егерме
һигеҙенсе тәрбиә.

Шәйех
Сәғди хикәйәт ҡылған: «Замандың
үҙгәреүенән
һәнүз
(һаман) илағаным үә шикәйәт ҡылғаным юҡ
ине. Мәгәр бер ваҡыт аяғыма кейергә юҡ
ине, аяҡтарым яланғас, Күфә мәжлесенә
килдем. Бер аяҡһыҙҙы күрҙем, үә Аллаһ
Тәғәләгә шөкөр үә сәнә ҡылдым, үә аяғым
яланғаслығына сабыр ҡылдым-тине.
Инде, эй уғыл, бынан һиңә бер аҙ тәрбиә
бирәйем.

Егерме
туғыҙынсы тәрбиә.

Бер
көсһөҙ, зәғиф балыҡсының ҡармағына бик
ҙур балыҡ эләкте. Балыҡсы ул балыҡты
тартып сығара алманы: ҡеүәте етмәне.
Балыҡ ҡармаҡты өҙөп ҡасты. Башҡа
балыҡсылар быны күреп, әрләнеләр һәм
шелтәләнеләр: «Һи, асыҡ ауыҙ, ҡармағыңа
эләккән шундай балыҡты ыскындырҙың!тинеләр.
Балыҡсы әйтте: «Әй, егеттәр, миңә насип
булмаған булғас, мин ни эшләй алам? Һәм
балыҡтың да көнө бөтмәгән,-
тине.

Балыҡсы-насип
булмаған балыҡты тота алмай. Балыҡтың
әжәле етмәһә, ҡармаҡҡа эләкмәй. Шулай
инде, халыҡ араһында гел фәҡир шелтәгә
тарый.

Утыҙынсы
тәрбиә.

Бер
сауҙагәр үҙенең сауҙаһында мең алтын
зарар итте үә улына әйтте: «Әй уғыл, был
серҙе кешегә әйтергә кәрәкмәҫ,-тине.
Улы әйтте: «Эй ата, фарман һинеңдер. Үә
ләкин был серҙе йәшереүҙән беҙгә ни
файҙа булыр?
Атаһы әйтте: «Тағы ике ҡайғы булмаһын
тип әйтәм, бер ҡайғы-хазинабыҙ кәмеүе,
икенсе ҡайғы - күршеләремдең шәмәтәһе,-тине.
Эй уғыл, шәмәтә тигән нәмә мәзмүм
холоҡтыр, шәмәтәнән һаҡлан, йәғни
берәүҙең ҡайғыһын йәки зарарын күреп,
йәки
ишетеп, һөйөнмәкте шәмәтә тиҙәр.

Утыҙ
беренсе тәрбиә.

Аҡыл
эйәһе үә фазылиәтле бер егет бар ине.
Әммә нисә мәртәбә ғалимдар үә аҡыл
эйәләре араһында ултырыр, бер һүҙ
һөйләмәҫ ине. Атаһы әйтте: «Эй улым,
белгәнеңде ниңә һөйләмәйһең?-тине.
Улы әйтте: «Ҡурҡам, әгәр белгәнемде
кешегә
белдерһәм, ғалим икән тип, минең белмәгән
нәмәмде һорарҙар ҙа оятлы булырмын,-тине.
Эй уғыл, был хикәйәттән һиңә файҙа
шулдыр, бер нәмәне тамам нигеҙенә төшөнөп
белмәһәң, телеңә килтермә.

Утыҙ
өсөнсө тәрбиә.

Бер
падишаһ үҙенең улын остаҙға ғилем
уҡымаҡҡа бирҙе. Остаз күп ижтиһад менән
падишаһтың улына тәғлим бирҙе, үә яман
нәмәләрҙән тыйҙы, үә ҡайһы саҡ ҡыйнаны.
Был бала, тәҡәтһеҙлегенән, атаһына
ҡайтып әйтте, тәнен асып күрһәтте. Атаһы
быға хафаланып остазды саҡыртты, әйтте:
«Эй остаз, ғәүәм (ябай халыҡ) балаларын
был ҡәҙәр яфа ҡылмайһың икән, беҙҙең
балабыҙға был ҡәҙәр яфа үә йәбер
күрһәтәһең, ни сәбәптер?-тине.
Остаз әйтте: «Әй падишаһ, уның өсөн,
ғәүәм балаларына иғтибар юҡтыр; әммә
падишаһ балалары яфа нимә, йәбер нимә
икәнен белеп үҫһендәр. Падишаһ булғандан
һуң, йәбер үә золом ни икәнен белеп,
һаҡланһын. Әгәр падишаһтан үә падишаһ
балаларынан йәбер үә золом башланһа,
(халыҡты иҙеп) илдән илгә йөрөтөрҙәр.
Үә олуғ кешеләрҙең үә байҙарҙың балаларын,
тәрбиә үә тәртип биреүҙә ғәүәм балаларынан
артығыраҡ ҡарарға тейеш, йәғни уҙҙырмайса,
тығыҙыраҡ
тотоп
тәрбиә ҡылырға тейеш, бай тип, иркенлек
ҡылырға ярамай.

Утыҙ
дүртенсе тәрбиә.

Эй
уғыл, балаларға тәғлим бирһәң, кесерәк
ваҡытта бик ижтиһад ҡыл, «Әл-ғилме
фис-сәғыри кә нәҡаши фил-хәжәри
(бала саҡта алған ғилем ташҡа яҙылған
биҙәк һымаҡ) мазмунынса (мәғәнәһенсә)
сыбыҡты нескәрәк сағында бөгөү
уңайлыраҡтыр. Кесерәк ваҡытта күп
фәндәргә төшөндөрмәк кәрәк, математиканы,
аҙ-аҙ белдермәк кәрәк. Әммә был балаларға
һабаҡ уҡытыу хосусында һиңә яҡшыраҡ
тәрбиә бирәһем бар.

Утыҙ
бишенсе тәрбиә.

Бер
падишаһ улын бер остаҙға бирҙе, әйтте:
«Эй остаз, был бала һинекелер, үҙ низамыңса
яҡшы тәғлим бир,-тине.
Бәй, остаз был падишаһ балаһына башҡа
балалар менән бер дәрәжәлә белем бирҙе.
Ләкин падишаһ балаһы ғәүәм балалары
еткән дәрәжәгә етмәне. Бәй, падишаһ
шелтәләмәксе булды. Остаз әйтте: «Әй
падишаһ, тәрбиә берҙер, ләкин һәләтлек
башҡалыр,-
тине. Бәй, эй уғыл ғәүәм балалары күберәк
бай балаларынан өлгөрөрәк үә зирәгерәк
киләлер. Мин һиңә шуның өсөн әйтәм, бай
балаларына артығыраҡ сарыф ҡылмаҡ
кәрәк, улар иркә булалар.

Утыҙ
алтынсы тәрбиә.

Бер
ғәрәп үҙенең улына әйтте: «Баҡ, улым,
ҡиәмәт көнөндә һинән: «Һин кем улы?-тип
һорамаҫтар, бәлки: «Ни ғәмәл килтерҙең?-тип
һорарҙар",-тине.

Утыҙ
етенсе тәрбиә.

Шәйех
Сәғди риүәйәт ҡылған, бер фәҡир әҙәм
бар ине, ғүмерендә бала күрмәне, Аллаһ
Тәғәләнән һораны: «Әгәр улым булһа, ошо
өҫтөмдәге кейемемдән башҡа, милкемдә
бер нәмә юҡтыр, уны һатып фәҡирҙәргә
өләшер инем,-тип
нәзер ҡылды. Бәй, Аллаһ Тәғәлә уға бер
ул рузи (насип) ҡылды. Бик шатланып,
әйткән нәзерҙе тотто, фәҡирҙәргә хәйер
ҡылды. Бер нисә йылдан, йәнә Шам ҡалаһынан
ҡайтҡанда, юлым шул ҡалаға тура килеп,
ул кешене һораштым. Әйттеләр, зиндандалыр.
«Ни сәбәпле зинданға төштө?-тип
һораным. «Улы бер ваҡыт хәмер эсеп
һуғышып, бер әҙәмде үлтергән һәм ҡаланан
ҡасҡан ине. Улын тапмағас, улы урынына
атаһын зинданға һалдылар.
Эй уғыл, ошо заманыбыҙҙа ла быға оҡшашлы
ваҡиғалар барҙыр, ниндәй байҙар бар,
балалары йәш үә кес кенә заманда,
ҡырҡ-илле мең тәңкә менән сауҙа ҡылыусылар.
Балалары үҫеп еткәс, фәҡир үә мохтажлыҡҡа
ҡалалар. Ул ниҙәндер? Әлбиттә, кес кенә
ваҡытта балаларын яҡшы тәрбиә ҡыла
белмәгәнлектәндер.

Утыҙ
һигеҙенсе тәрбиә.

Бер
олуғ ғалим әйтте: «Һәр бер дошман, уға
яҡшылыҡ иткән һайын, дошманлығын кәметә.
Тик нәфсеһе генә, үҙенең талабын
ҡәнәғәтлендергән
һайын, һиңә ҡаныға төшә.»

Утыҙ
туғыҙынсы тәрбиә.

Хикмәтле
мал тигән нәмә-ғүмерҙе тыныслыҡ менән
кисермәк өсөндөр; фәҡәт мал йыймаҡ өсөн
түгелдер. Бераҡыл
эйәһенән һоранылар. «Изге бәхетле
кемдер?-тинеләр.
Ул кеше әйтте: «Изге бәхетлелектең
ғәләмәте шулдыр, донъяла һаҡланыусан
булыр, әхирәтте онотмаҫ, ғибәҙәтсе булыр
аҙ һүҙле булыр, харамдан һаҡланыр,
изгеләргә мөхәббәт итер, кесе күңелле
булыр, йомарт булыр, шәфҡәтле булыр.
Әммә яуыз бәхетле шулдыр, мал йыйырға
хирыс булыр, нәфсеһенә эйәрер, күп
һөйләшер, яуыздарҙы яратып, яуыз холоҡло
булыр, хәйләкәр булыр, шәфҡәтһеҙ булыр,
һаран булыр, үлемде онотор. Эй уғыл, был
урында һиңә яҡшы бер тәрбиә барҙыр, изге
бәхетле бул, яуыз бәхеттән һаҡлан, бында
һиңә изге бәхет ғәләмәттәрен һанап
килтереүҙән маҡсуд, һине изге бәхетле
ҡылмаҡтыр.

Ҡырғынсы
тәрбиә.

Муса
ғәләйһис-сәләм Ҡарунға бындай нәсихәт
бирҙе: «Аллаһ Тәғәлә һиңә ихсан ҡылды
- һине бай итте. Инде һин ихсан һәм изгелек
ҡыл,-тине.
Ҡарун Мусаның һүҙен тыңламаны. Малы-мөлкәте
менән уны изге ер йотто. Эй уғыл, берәү
һиңә изге нәсихәт ҡылһа, йәнең-тәнең
менән уны тыңла-ул өйрәткәнсә ғәмәл
ҡыл.

Ҡырҡ
беренсе тәрбиә.

Эй
уғыл, ике төрлө таифә барҙыр, файҙаһыҙға
үә мәғәнәһеҙгә зәхмәт сигерҙәр. Береһе
Шулдыр, аҡса үә мал йыйыр, үҙе файҙаланмаҫ.
Йәнә береһе шул ғалимдыр, ғилем өйрәнер,
ғәмәл ҡылмаҫ. Был ике таифә йөмләһенән
була күрмә, эй улым.

Ҡырҡ
икенсе тәрбиә.

Һәр
бер сереңде дуҫыңа әйтмә, сөнки ҡайҙан
беләһең, бер ваҡыт дошман булып китер.
Дошманыңа, ҡулыңдан килһә, зарар итмә,
бәлки бер ваҡыт үҙеңә дуҫ булыр. Дуҫыңдың
дуҫына ла ышаныс юҡ, аң бул. Әммә ике
дошман араһында һүҙ һөйләһәң, белеп
һөйлә: әгәр дуҫлашһалар үҙеңә оят
булмаһын.

Ҡырҡ
өсөнсө тәрбиә. .

Дуҫың
менән һөйләшкәндә аҡрын һөйләш, һөйләшкән
һүҙең дошманыңа ирешмәһен. Хатта бер
диуар янында һөйләһәң дә, аҡыл менән
һөйләш, тағы диуар артында ҡолаҡ булмаһын.
Әммә дошманыңдың нәсихәтен ҡабул итмәк
хаталыр. Ләкин ишетмәктең ғәйебе юҡ,
сөнки ғибрәт алып ғәмәл ҡылғанһың.

Ҡырҡ
дүртенсе тәрбиә.

Ҡеүәте
барында (сәләмәтлеге, байлығы, бәхете
буйынса) изге ғәмәл ҡылмаған кеше зәғиф
ваҡытында ҡатылыҡ күрер.

Ҡырҡ
бишенсе тәрбиә.

Эй
уғыл, ете төрлө кешегә кәңәш итмә. Әүәле,
наҙан кешегә кәңәш итмә, сөнки наҙан
кеше, үҙенең наҙанлығына булышып, һине
аҙғынлыҡ юлына һалыр. Икенсе, дошманыңа
кәңәш итмә, сөнки дошман кеше һине
һәләкәткә тартыр. Өсөнсө, хаситҡа үә
көнсөл кешегә кәңәш итмә, сөнки көнсөл
кеше һинең ниғмәтеңә зыян килеүен теләр.
Дүретенсе, ике йөҙлө кешегә кәңәш итмә.
Сөнки ул кеше һәр ҡайсан әҙәмдең
ризалығынан ғына торор.
Бишенсе,
ҡурҡаҡ кешегә кәңәш итмә, сөнки ҡурҡаҡ
кеше һиңә һис бер мәслихәт бирергә
йөрьйәт ҡылмаҫ (мөмкин булмаҫ). Алтынсы,
һаран кешегә кәңәш итмә, сөнки һаран
кеше
мал
йыйырға хирыстыр, унда дөрөҫ кәңәш
юҡтыр. Етенсе, малға ҡомһоҙ кешегә кәңәш
итмә, сөнки нәфсегә эйәргән кеше нәфсеһенә
ҡаршылыҡ ҡыла алмаҫ.

Ҡырҡ
алтынсы тәрбиә.

Халыҡҡа
икмәк-тоҙ күрһәтмәгән кешенең үлгәс тә
исемен алмаҫтар (балаларға ҡушмаҫтар).
Тереклеге менән һөйөндөрмәгән кешенең
үлеменә лә бик ҡайғырмаҫтар.

Ҡырҡ
етенсе тәрбиә.

Эй
уғыл, үҙеңдең сихәтеңә үә үткән көндөң
сәләмәтлегенә маһайып үә алданма. Сөнки
ғүмереңдең ваҡыты аҙҙыр, даими сихәттә
булмауың бар. Бәс, сихәттең ҡәҙерен бел,
үҙеңде хайуан дәрәжәһенән сығар. Ләкин
сихәтлекте һаҡлау шарттары күптер.

Ҡырҡ
һигеҙенсе тәрбиә.

Эй
уғыл, сәскәнеңде урырһың, ҡылғаныңды
күрерһең, йәғни изге эш ҡылһаң, изге яза
алырһың үә яуыз эш ҡылһаң, михнәткә үә
ғазапҡа лайыҡ булырһың.

Ҡырҡ
туғыҙынсы тәрбиә.

Эй
уғыл, һаран кеше фәҡәт үҙ малының
ҡарауылсыһылыр үә вариҫтарының
хазинаһылыр, йәғни үҙенең малына бары
ҡарауыл тора үә вариҫтарына тапшырмаҡ
өсөн бары ваҡытын көтәлер.

Илленсе
тәрбиә.

Эй
уғыл, әхләғе яман кешегә, яуыз холоҡло
кем сәнәгә күркәм фиғелең үә изге
холоҡтарыңды күрһәтмәк менән вәғәз үә
нәсихәт ҡыл; телең менән нәсихәт ҡылғансы
фиғелең менән нәсихәт ҡыл тимәктер.
Шаят, был һүҙҙе баян ҡылмаһам да фәһем
итһәң кәрәк.

Илле
беренсе тәрбиә.

Эй
уғыл, яҡшылыҡтың ҡәҙерен белмәгән
кешенән йыраҡ булыу яҡшы. Берәүгә бер
яҡшылығың тейһә-һөйләп йөрөмә, берәүҙән
яҡшылыҡ күрһәң - фаш ҡыл, онотма.

Илле
икенсе тәрбиә.

Эй
уғыл, һәр ни ҡәҙәр әсеңдә сихәт үә затыңда
йәшлек үә егетлек булһа ла тәүбәһеҙ үә
васыятһыҙ ятып йоҡлама. Әҙәмдең әжәле
күҙ менән ҡаш араһындалыр.

Илле
өсөнсө тәрбиә.

Эй
уғыл, күршеләрен иғтибарһыҙ үә ихтирамһыҙ
тотҡан кеше ғәзиз үә хөрмәтле була
алмаҫ. Үә ҡарындаштарын мәхрүм ҡуйған
кеше - малының рәхәтен таба алмаҫ. Саф
күңелле үә күркәм фиғелле булған кешене
ололау үә ихтирам ҡылмаҡ зарурҙыр.

Илле
дүртенсе тәрбиә.

Эй
уғыл, бер кеше һине яуыз холҡо менән
рәнйетһә, эскерһеҙлегең менән уға вәғәз
ҡыл, йәғни унан асыу алайым тип мәшәҡәт
сикмә. Егетлек үә кешелеклелектең
тамамылыр, һәр ни йәһәттән булһа ла,
ғәйреләрҙә булған
хаҡыңды
онотһаң. Ғәйренең һиндә булған хаҡын
хәтереңдә тотһаң быны егетлек тийерҙәр.
Үс алырға үә яза бирергә көс етә тороп
ғәфү менән мөғәмәлә ҡылмаҡ барса изге
холоҡтарҙың күркәмерәгелер.

Илле
бишенсе тәрбиә.

Берәүҙең
мохтаж икәнен белһәң үә минән хәжәт
теләр, тигән уйың бар икән, үҙе һорамаҫ
элек тиҙерәк бирә күр.

Илле
алтынсы тәрбиә.

Эй,
уғыл, берәүгә иткән игелегең үә ярҙамыңды
үә уға иткән яҡшылығыңды әйтеп, «Мин
һиңә фәлән яҡшылыҡтар ҡылдым-
тип һөйләп йөрөһәң әҙәм тарафынан рәхмәт
үә Аллаһ Тәғәлә тарафынан сауап өмөт
итмә. Һин иҫенә төшөрмәһәң дә, ул кеше
үҙе лә белә.

Илле
етенсе тәрбиә.

Эй
уғыл, тар холоҡло кешенең ризығы ла тар
була, имеш. Киң холоҡло үә сабырлы булырға
тырыш. Тоғро һүҙле кешенең матурлығы
артыҡ булыр, ни тиклем һүҙендә үә
фиғелендә тоғро кешегә халыҡ: «Һай,
матур кеше икән,
— тип мөхәббәт итерҙәр.

Илле
һигеҙенсе тәрбиә.

Хәйерле
мал шулдыр: хәләлдән килер; изге юлға
сарыф ҡылыныр. Хәйерһеҙ мал шулдыр:
харамдан килеп, насарлыҡ һәм әшәкелектәр
юлына сарыф ҡылыныр. Эй уғыл, игелеклелек
юлында хәләл кәсептән хасил булған
малды
харамға сарыф ҡылырға ярамай, һәм уны
харамға сарыф ҡылырға Аллаһ Тәғәлә ирек
бирмәй. Хәләлдән килгән аҡса һис тә
харамға китмәҫ. Эйәһе ундай малдың
игелеген үҙе күрер, ул кеше үлгәнсе был
байлыҡтан айырылмаҫ. Ә харамдан килгән
мал иһә эйәһенә йоҡмай. Ул-харамдан
килгән һәм тағы харамға китеп бөтәлер;
китә башлаһа, эйәһе уны туҡтата алмайҙыр,
тиҙ ваҡыт эсендә мохтажға ҡалалыр.

Илле
туғыҙынсы тәрбиә.

Эй
уғыл, белеп тор, һиңә изгелек ҡылған
кешегә яманлыҡ ҡылма, үә һиңә Ниғмәт
биргән кешене хурлама үә кәмһетеүле
ҡараш менән ҡарама, залимлылығы күп
булған кеше тиҙ һәләк булалыр. Залимлыҡтан
зиядә (күп) һаҡланмаҡ кәрәк.

Алтмышынсы
тәрбиә.

Залимдарға
You have read 1 text from Bashkir literature.
Next - Китәбүт-тәрбиә - 2
  • Parts
  • Китәбүт-тәрбиә - 1
    Total number of words is 4011
    Total number of unique words is 1817
    27.9 of words are in the 2000 most common words
    39.5 of words are in the 5000 most common words
    45.9 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Китәбүт-тәрбиә - 2
    Total number of words is 2859
    Total number of unique words is 1369
    28.3 of words are in the 2000 most common words
    40.2 of words are in the 5000 most common words
    47.1 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.