Latin

Илһөйәрлек тәрбиәләү – мөҡәддәс бурыс

Total number of words is 1045
Total number of unique words is 702
27.8 of words are in the 2000 most common words
40.3 of words are in the 5000 most common words
47.6 of words are in the 8000 most common words
Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.

Уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһендә йәш быуынға төплө белем биреү, уны үҙаллы тормошҡа әҙерләү менән бер рәттән егет һәм ҡыҙҙарҙы ватансылыҡ һәм илһөйәрлек рухында тәрбиәләү мәсьәләләре уртаға һалып тикшерелә. Краснокаманың төрлө кимәлдәге белем биреү учреждениеларында был йәһәттән бай тәжрибә тупланған. Уларҙың төп йүнәлештәре хаҡында район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар буйынса урынбаҫары Лира Мостаева менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

– Патриотик тәрбиә мәсьәләһенә беренсел ҡараш ҡасан башланды?

– Илебеҙҙә быуаттар буйы тупланған рухи ҡиммәттәрҙе һаҡлау, Рәсәйҙең күп милләтле халҡының берҙәмлеген артабан нығытыу оло әһәмиәткә эйә. Был йәһәттән балаларҙа гражданлыҡ, ватансылыҡ һәм илһөйәрлек хистәре тәрбиәләүҙе эҙмә-эҙлекле һәм маҡсатҡа йүнәлешле ойошторорға тейешбеҙ, сөнки ул милли именлекте тәьмин итеүҙең айырылғыһыҙ өлөшө. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы сирек быуат арауығында патриотик тәрбиәне ойоштороуҙың совет осоронда тупланған бай тәжрибәһе етерлек ҡулланылманы.

Ошо хаҡта даими уйланыуҙар нигеҙендә беҙ йәш быуын вәкилдәрен ватансылыҡ рухында тәрбиәләүҙең, уларҙы әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлегенә мөмкин тиклем иртәрәк ылыҡтырыуҙың билдәле ысулдарын ниндәйҙер дәрәжәлә тергеҙеү тураһында килештек. Әлбиттә, уҙған быуатта ете тиҫтә йыл самаһы ҡулланылғанды бөгөнгө шарттарға яраҡлаштырырға кәрәк ине. Район хакимиәтенең мәғариф бүлеге, тәжрибәле педагогтарҙы, билдәле шәхестәрҙе йәлеп итеп, был эште уңышлы башҡарып сыҡты.

– Фекерегеҙҙе аныҡлап китһәгеҙ ине...

– Район үҙәге Николо-Березовка мәктәбендә илһөйәрлек тәрбиәләүҙе заманса ойоштороу йәһәтенән маҡсатҡа ярашлы эш ике быуат киҫешкән осорҙан уҡ алып барыла ине. Бында шулай уҡ «һәр уҡыусыға етеү» принцибы ла иғтибар үҙәгендә булды. Һәр үҫмерҙе әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлегенә йәлеп итеү, һәләтле балаларҙы асыҡлау һәм уларҙы яңы үрҙәр яулауға әйҙәү төп йүнәлештәр булды. Бына ошо өлгәшелгәндәр нигеҙендә 2007 йылда патриотик тәрбиә ойоштороу буйынса заманса технология булдырҙыҡ һәм уны райондың барлыҡ белем-тәрбиә биреү системаһында ғәмәлгә ашырыуға тотондоҡ.

Был, дөйөм алғанда, йәмғиәтебеҙ өсөн төплө белемле һәм рухлы граждандар әҙерләү менән бергә милли һәм мәҙәни традицияларҙы һаҡлап ҡалыуға булышлыҡ итә. Иң мөһиме – район хакимиәте етәксе­легендә бөтә мәғариф системаһының йәмәғәтселек менән берлектә ойошторолған тәрбиәүи эшмәкәр­легенең өҙлөкһөҙлөгөн булдырыу, бер үҫмерҙе лә иғтибарҙан ситтә ҡалдырмай, әүҙемләшеү процесына уның аңлы нигеҙҙә ылығыуын тәьмин итеү. Ошо тәрбиә эше балалар баҡсаһынан башланып, егеттәр һәм ҡыҙҙар мәктәпте тамамлағансы дауам итә. Белем алыуҙың, асыҡланған маһирлыҡты үҫтереүҙең төрлө йүнәлештәре дөйөм тәрбиәүи маҡсатҡа ҡарай һәм уҡыу-уҡытыу барышында, дәрестәрҙән тыш сараларҙа тормошҡа ашырыла. Бының өсөн сабыйҙарҙың баҡсалағы төркөмдәре, артабан мәктәптәге класс коллективтары, балалар һәм йәштәрҙең йәмәғәт берекмәләре уңышлы ҡулланыла.

– Был ойошмалар ниҙән ғибәрәт?

– Район мәктәптәре уҡыусылары II кластан йәш пионерҙар сафына алынһа, IV синыфта улар пионер була, ә VIII-ҙә «Йәш гвардия» йәштәр берләшмәһенә инә. Бында бер нисә үҙенсәлекте айырым билдәләр инем: «йәш пионерҙар» – тулыһынса үҙебеҙҙең асыш: һәр йыл һайын Башҡортостан Республикаһы көнөндә «икенселәр»ҙе йәш пионерға ҡабул итеп, уларға махсус билдә тағабыҙ. Икенсенән, был ойошмаға уҡыусыларҙың барыһын да алабыҙ, сабыйҙарҙы ниндәйҙер күрһәткестәре буйынса айырмайбыҙ. «Йәш гвардия» йәштәр берләшмәһе тотошлайы менән районыбыҙҙа эшләп килә, уның исеменең «Берҙәм Рәсәй» сәйәси фирҡәһе ҡарамағындағы йәштәр ойошмаһы менән тап килеүе осраҡлы булды, был атаманы беҙ алдараҡ ҡуллана башлағайныҡ, шуға ла икенсегә үҙгәртеп ҡороуҙы кәрәк тип тапманыҡ.

Йәмәғәт ойошмалары эштәренең тулыһынса тиерлек балаларҙың үҙҙәре тарафынан әҙерләп үткәрелеүе лә маҡтауға лайыҡ. Уҡытыусыларҙың был үҙидара эшмәкәрлегенә ҡыҫылышы бөтөнләй юҡ тиерлек, улар координатор бурысын башҡара: тормош тәжрибәһенә эйә өлкәндәрҙең файҙалы һәм урынлы кәңәше үҫмерҙәргә бер ваҡытта ла артыҡ булмай. Малай һәм ҡыҙҙарҙың йәмәғәт эшенә һәм үҙаллылыҡҡа өйрәнеп үҫеүенә булышлыҡ итә, уларҙа үҙ-үҙеңде хеҙмәтләндереү, үҙеш­мәкәрлек, үҙаллы ойошоу һәм үҙидаралыҡ кеүек киләсәк тормош өсөн кәрәкле сифаттар тәрбиәләй.

– Ә дәртләндереү йәһәтенән ниндәй саралар ҡаралған?

– Районыбыҙ уҡыусылары араһында 2007/08 уҡыу йылынан башлап ойошторолоп килгән ярышты ысын мәғәнәһендә матур табышыбыҙ тип атар инем. Яҡшыларҙан-яҡшылар” девизы менән ул уҡыу йылының тәүге көнөнән һәр синыфта һәм һәр мәктәптә башлана. Балаларҙың ғилем тауына үрләүҙә, өҫтәмә белем алыуҙа һәм маһирлығын арттырыуҙа, спортта, төрлө йәмәғәт эштәрендә яулаған ҡаҙаныш­тары иҫәпкә алына һәм уларға яҙ айҙарында «Мәктәп даны өсөн» тигән байрамда йомғаҡ яһала. Унда алдынғы уҡыусыларға һәм кластарға бүләктәр, маҡтау ҡағыҙҙары тапшырыла. Был уңыштарҙы дәртләндереү йөҙөнән булһа, иң мөһиме – сараны үткәреүгә ауылдың арҙаҡлы шәхестәре, һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары, урындағы депутаттар, шәхси эшҡыуарҙар йәлеп ителә. Хөрмәтле яҡташтары ҡулынан бүләк алыу, уларҙың ихлас һүҙҙәрен тыңлау еңеүселәргә генә түгел, барлыҡ уҡыусыларға ла тәрбиәүи йәһәттән бик ыңғай тәьҫир итә. Алдынғыларҙың һүрәттәрен киләһе йомғаҡ яһауға тиклем махсус стендтарға ҡуйыу, бер яҡтан, уларҙа оло ғорурлыҡ тойғоһо уятһа, икенсенән, бар тиҫтерҙәрен матур өлгөгә эйәрергә саҡыра.

Район буйынса йәйелдерелгән был ярыштың мәктәп кимәлендәге еңеүсе­ләре бәйгенең муниципаль этабында ҡатнашыу хоҡуғын ала. Йомғаҡ яһағанда «Уҡыу алдынғыһы», «Спорт алдынғыһы», «Өҫтәмә белем биреү учреждениеһында алдынғы», «Балалар йәмәғәт хәрәкәте активисы», «Йәштәр йәмәғәт хәрәкәте активисы», район буйынса тағы ла «Иң яҡшы балалар йәмәғәт берекмәһе» һәм «Иң яҡшы йәштәр йәмәғәт берекмәһе» номинациялары өҫтәлә. Иң-иңдәр тип билдәләнгәндәр уҡыу йылы тамамланыу алдынан «Район даны өсөн» тип аталған үҙенсәлекле сараға саҡырыла. Матур итеп биҙәлгән мәҙәниәт һарайында ойошторолған тантанала Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары, министрҙар, Краснокама еренән сығып, төрлө тарафтарҙа дан-шөһрәт ҡаҙанған хөрмәтле яҡташтарыбыҙ, район һәм төрлө предприятие, учреждение һәм ойошмалар етәкселәре, ауыл хужалығы һәм башҡа тармаҡ алдынғылары, шулай уҡ бер нисә йыл алдан еңеүсе булып тәбрикләнгән студенттар ҡатнаша. Оло сәхнәнән һәр еңеүсенең исем-шәрифе яңғырай, ҡаҙаныштары билдә­ләнә. Ошолай ҙурлау һәм билдәле кешеләр ҡулынан үҙ исемдәре яҙылған дипломдар һәм ҡиммәтле бүләктәр алыу, әлбиттә, үҫмерҙәр күңелендә оҙаҡҡа уйылып ҡала.

– Тормошҡа ашырылғандарҙы ғәмәли күҙлектән нисек баһалай­һығыҙ?

– Тәү сиратта районыбыҙҙың белем биреү учреждениеларында тәрбиәүи һәм балалар менән йәштәр берекмәләре эшмәкәрлеге өсөн берҙәм программалы мөхиттәр булдырылған. Был белем-тәрбиә биреүҙең федераль дәүләт һәм республика стандарттарына тулыһынса тап килә һәм йәш быуынды тәрбиәләүҙең, тормошҡа әҙерләүҙең төп йүнәлештәре булып тора. Шуға ла Рәсәй Президенты В. В. Путиндың 2015 йылдың 29 октябрендә ҡул ҡуйған «“Рәсәй мәктәп уҡыусылары хәрәкәте” дөйөм Рәсәй йәмәғәт-дәүләт балалар-үҫмерҙәр берекмәһен төҙөү тура­һында»ғы Указын шатланып ҡабул иттек. Районыбыҙҙа тиҫтә йылға яҡын тормошҡа ашырыла килгән балалар һәм йәштәр ойошмаһы эшмәкәрлегенә дәүләт кимәлендә хоҡуҡи нигеҙ булдырылды.

– Лира Рәфҡәт ҡыҙы, йәнә бер һорау: район мәктәптәрендә туплан­ған тәжрибә таратыламы?

– Был тәжрибәне йылдан-йыл байытабыҙ һәм тулыландырабыҙ, уны үҙебеҙ ҙә өйрәнәбеҙ, ниндәйҙер төҙәтмәләр йә өҫтәмәләр индерәбеҙ. Дөйөмләштереүгә килгәндә, 2010 йылда уҡ үҙебеҙҙең мөмкинлектәр менән урыҫ телендә «Патриотическое воспитание подрастающего поколения через самореализацию личности в школьных детских и молодежных общественных объединениях» тигән методик ҡулланма баҫтырғайныҡ. Уның авторы – оҙаҡ йылдар район хакимиәтенең мәғариф бүлеге етәксеһе булып эшләгән Алексей Горбачёв. Әйткәндәй, инициативалы һәм тынғыһыҙ хеҙмәткәр булараҡ, бөгөн ул юғарыраҡ вазифала хеҙмәт итә. Беҙҙең тәжрибә шул уҡ йылда Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институты һәм Мәғариф министрлығы тарафынан республиканың белем биреү учреждениеларында таратыуға тәҡдим ителде.

Үҙебеҙҙең эшебеҙ менән быйыл февралдә Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарын да таныш­тырҙыҡ: мәғариф тураһындағы федераль һәм урындағы ҡанундарҙы тормошҡа ашырыуға арналған парламент тыңлауҙарында, махсус әҙер­ләнгән слайдтарҙы ҡулланып, был турала ентекләп һөйләнек.

Өлгәшкәндәр беҙҙең өсөн сик түгел. Районыбыҙҙың үҫеп килгән йәш быуынын илһөйәрлек рухында тәрбиәләү ысулдарын һәм юлдарын артабан камиллаштырыуҙы дауам итәсәкбеҙ.


Краснокама районы.

You have read 1 text from Bashkir literature.