Latin

Хәҙер анһат ул, элек ҡыйын ине

Total number of words is 5205
Total number of unique words is 2097
33.8 of words are in the 2000 most common words
48.0 of words are in the 5000 most common words
55.2 of words are in the 8000 most common words
Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.

ҒӘЛИ АҒАЙ

Ғәли ағай хәҙер 50 йәшкә етеп бара, уның сәстәре яртылаш ағарған. Арҡаһы бөкрәйә башлаған. Күҙ төптәре йыйырсыҡланып бөрөлөп тора. Күҙҙәре насарлана башлағанға күрә, һуңғы йылдарҙа күҙлек кейә башлаған. Уны күреү менән үҙ ғүмерендә бик күп эшләгәнлеге күренеп тора. Ул шулай ҡартая төшһә лә бик шат. Иртәнге сәғәт туғыҙҙан алып төштән һуң сәғәт дүрткә тиклем уны эш урынында күрәһең. Ул шул ете сәғәт эш ваҡытының бер генә минутын да бушҡа уҙғармай. Уның эште ауырһынып, зарланып һөйләгәнен ишеткән кеше юҡ. Ул үҙенең бөтә эштәрен йыйнаҡ һәм тәртип менән алып бара. Үҙенең өйөндә лә күп ваҡытын берәр эш менән үткәрә. Уның өйөнә барһаң, йә уҡып ултырғанын йәки ишек алдында берәр эш эшләп йөрөгәнен күрәһең.

Ул үҙенә барған кешеләрҙе айырым-асыҡ йөҙ менән ҡаршы ала. Аҙ ғына ултырыу менән, апайға ҡарап (беҙ уның ҡатынын «апай» тип йөрөтәбеҙ):

— Йә, Әсмә, ҡунаҡтарға самауыр ҡуйҙыңмы? Сәйләп ебәрергә кәрәк,— ти.

Беҙ: «Юҡҡа мәшәҡәтләнмәгеҙ, сәй эсер ваҡыт түгел әле»,— тип әйтһәк, Ғәли ағай:

— Нәмәһе мәшәҡәт уның? Иҫән-һау кешегә «мәшәҡәт» тип, ялҡауланып торорға ярамай ул,— ти.

Уның шул һүҙенән һуң оҙаҡ ваҡыт үтмәй, өҫтәлгә сәй әҙерләнеп өлгөргән була.

Бына шунда Ғәли ағай тағы ла асылып китә. Беҙҙең арала һүҙ башлана: бында уҡыу эштәре, хәҙерге йәштәр тормошо, совет эштәренең барышы, хатта сит илдәрҙең беҙгә ҡарашы кеүек мәсьәләләр — бөтәһе лә һөйләнә.

Ғәли ағай хәҙерге йәштәр тормошо, уҡыу тураһында бигерәк ихлас һөйләй. Ул һүҙен:

— Хәҙер бик анһат ул, элек бик ҡыйын ине,— тип башлап китә. Беҙ уға:

— Элек нисек ҡыйын ине, хәҙер ниңә анһат?— тигән һорауҙы бирәбеҙ. Бына шунда Ғәли ағай:

— Хәҙер ниңә анһат булмаһын? Хәҙер бит эшсе, крәҫтиән балаларына юл асыҡ. Әгәр тырыш, уңған булаһың икән, теләгән мәктәпте бөтөрөп сығырға, әллә ҡайҙа юғары үрләргә мөмкин. Тик тырышырға ғына кәрәк. Элекке заманда ярлы, эшсе, крәҫтиән балаларының баштарына һуғып, алға барған юлдарынан туҡтаталар ине. Ҡайҙа ул хәҙерге кеүек теләгән мәктәпкә уҡырға инә алыу! Хатта хәҙер бер тингә ярамай торған «дини мәктәптәр»гә инеү ҙә ярлы балалары өсөн ситен ине. Беҙҙең кеүек ярлыларға унда ла һан юҡ, беҙ унда ла буҫаға эргәһендә, иҙән уртаһында, бай балаларының аяҡ аҫтында таптала һәм шуларға сәй ҡайнатып, аш бешереп тамаҡ туйҙыра торғайныҡ. Хәҙер бит эшсе, крәҫтиән балалары бына тигән мәктәптәрҙә түләүһеҙ, әҙерҙе ашап уҡыйҙар. Шуның өҫтөнә аң-белем ала торған урындарға барып йөрөй алалар. Ҡайҙа ул беҙҙең заманда бының кеүек еңеллектәр!..

Ғәли ағай шунан һуң беҙгә үҙенең йәш ваҡытын һөйләп китә. Уның йәшлек тормошон һөйләгәндә, ысынлап та, боронғо ваҡыттағы эшсе, крәҫтиән балаларының, бигерәк тә етемдәренең хәле бик ауыр булғанын күрәһең.

«Элек бик ҡыйын ине, хәҙер бик анһат ул!» тигән һүҙенең мәғәнәһен яҡшы аңлар өсөн, Ғәли ағайҙың йәш ваҡытта күргәндәрен уҡыһаҡ, бик яҡшы белербеҙ.

ҒӘЛИ АҒАЙҘЫҢ ЙӘШ ВАҠЫТЫ

Ғәли ағай үҙенең ауылдағы тормошон һөйләй:

— Мин ун ике йәшемдә саҡта әсәй ҙә, атай ҙа үлеп, үкһеҙ етем булып ҡалдым. Дөрөҫ, мин атай менән әсәй иҫән саҡта ла йорт һәм ҡыр эштәренә ҡатнашып эшләй башлағайным инде. Ләкин улар иҫән сағында миңә быларҙы эшләү күңелле генә ине. Сөнки улар миңә көсөм етә торған эштәрҙе генә ҡушалар, аҙ ғына арығанымды белһәләр, хәл йыйырға ирек бирәләр һәм ашау-эсеү яғын да ҡыҫмайҙар ине. Тамаҡ туҡ, күңел күтәренке булғас, эш эшләү ҙә күңелле була торғайны. Шуның өҫтөнә бала саҡта, ҙур кешеләр кеүек, эшләп кенә тороп булмай, ҡай ваҡытта уйнайһы ла килеп китә. Бына шундай ваҡытта улар миңә үҙем теләгән иптәштәрем менән күңел теләгән матур уйындарҙы уйнарға ла ирек бирә торғайнылар. Шуға күрә лә улар иҫән саҡта минең ғүмерем артыҡ күңелһеҙ үтмәне. Тик ул ваҡытта уҡыуҙың рәте юҡ ине, белем алыуҙың юлдары бикле ине. Ләкин кескенә саҡта уҡыуҙың рәте юҡлығын белерлек, уның өсөн ҡайғырырлыҡ аң юҡ ине әле.

Дөрөҫөн әйткәндә, минең тормоштоң ауыр ваҡыты атай менән әсәй үлгәс башланды. Улар үлгәс, мин ағай менән еңгә ҡулында ҡалдым.

Улар ҡулына ҡалғас, минең тормош бына нисек башланып китте. Мин улар тәрбиәһенә ҡалыу менән, улар миңә сит һәм артыҡ бер кеше кеүек итеп ҡарай башланылар.

Мин уларҙың ҡушҡан эштәренең береһен дә ҡалдырмай эшләйем, ләкин шулай ҙа уларға ярап булмай. Уйын тигән нәмәне хәҙер бөтөнләй башымдан сығарып ташланым. Бала күңеле уйын теләһә лә, хәҙер ул теләк минән бөтөнләй алынған. Шулай бер көндө үҙемдең иптәштәремдең соҡор туп уйнауҙарына ҡыҙыҡтым. Улар мине үҙҙәре менән бергә уйнарға саҡырҙылар. Мин инде өйҙәге эштәремде бөтөргән кеүек булғанға күрә, улар менән уйнарға керештем. Уйын бик күңелле ине. Ләкин был шатлыҡ күпкә барманы: еңгә мине саҡырып алып, иң элек сикәгә берҙе бирҙе лә, һуңынан ҡапҡанан эскә индереп артымдан тибеп ебәрҙе. Мин тәгәрәп китеп, йөҙтүбән барып төштөм. Эш бының менән генә бөтһә, тағы бер хәл булыр ине. Ләкин улай ғына бөтмәне, ағай ҡайтҡас, мине әләкләп, тағы ла бер-икене бирҙерҙе. Һәм һәр икәүһе:

— Бынан һуң сығып, уйнап йөрөйһө булма!.. Ишетһен ҡолағың, әгәр ҙә тыңламайһың икән, беҙҙән шәфҡәт көтмә!— тип минең бынан һуң уйнауыма сик ҡуйҙылар. Шунан һуң мин уйнауҙан бөтөнләй өмөт өҙөп, балаларҙың уйнағандарын ситтән генә бойоғоп ҡарап тора торған булып ҡалдым.

Йәй көнө мин ҡояш менән бергә тора торғайным. Минең эш ҡояш сыҡҡан ваҡытта таҡыр баҫыуҙағы атты алып ҡайтыу менән башлана ине.

Шулай мин иртә үк торам да, күҙҙе тырнап асыу менән ҡулға йүгән алып ҡырға йүгерәм. Ҡай ваҡытта аттың тышауы төшөп, бик алыҫ киткән була. Уны көскә генә эҙләп табам, ләкин ул тиҙ генә тоттормай, уны ҡыуа-ҡыуа йәнем сыға яҙа. Ул мине күреү менән ситкә саба, мин әллә ҡайҙарҙан урап, уның ҡаршыһына сығам. Шулай итеп, мең бәлә менән атты ҡыуып алып ҡайтам. Шул тиклем аҙап менән йөрөп ҡайтҡас, улар икәүләп:

— Ниңә шул тиклем оҙаҡ йөрөнөң? Ялҡау! Һин өйрәк ояһы эҙләп йөрөгәнһеңдер!— тип тиргәйҙәр, әйтмәгән һүҙҙәрен ҡалдырмайҙар. Мин уларға ҡаршы һүҙ әйтергә ҡурҡам. Һикенең бер яҡ ситенә ултырып, уларҙан ҡалған һыуыҡ сәйҙе эсеп тамаҡ ялғап алам да, шунан һуң ҡырға эшкә китәбеҙ.

Быйыл беҙ күршеләр менән һабандаш булғайныҡ. Беҙҙең бер ат, уларҙың өс ат. Көйһөҙ ағас һабанды шул дүрт ат көскә генә тарталар. Ул ваҡытта хәҙерге кеүек ике ат менән еп-еңел йөрөй торған матур тимер һабандар юҡ ине әле.

Миңә ат башында йөрөргә тура килде. Аттарҙы пар-пар иттереп ослап егәбеҙ. Мин төпкә егелгән ике аттың береһенә атланам, алдағы ике аттың дилбегәләрен муйынға эләм. Үҙем менгән аттың теҙгене, алдағы аттың дилбегәләре ҡулда була. Аттар арыҡ һәм сабан булмаһалар, эштәр яҡшы булыр ине. Ләкин күрше Ғайфулла ағайҙың аты бик ялҡау, Хәйри бабайҙың бер аты бик сабан, икенсе аты артыҡ ҡыҙыу булғанға күрә, эш бик ауырға китте.

Быларҙың береһе артыҡ ҡыҙыу тарта, икенселәре урындарынан ҡуҙғалмай торалар. Уларҙың шулай төрлөсә тартыуҙары арҡаһында һабан бураҙнанан сығып китә лә сей ҡала. Бының бәләһе минең өҫкә төшә:

— Малай йомшаҡ, аттарҙы тигеҙ ҡыуа белмәй,— тип мине тиргәйҙәр. Бигерәк тә ер башына сыҡҡанда һәм ингәндә ҡыйын, бында аттар бураҙнанан тигеҙ сығып тигеҙ инмәйҙәр. Шундай ваҡытта Хәйри бабай:

— Ай, бешмәгән нәмә, етлекмәй тыуған!— тип ҡысҡыра. Шулай бер нисә тапҡыр асыуҙары килгәндән һуң, ағай миңә арттан ҡарлау менән ебәрә. Бер тапҡыр шулай ҡарлау арҡа үҙәгемә тейеп һынымды ҡатырҙы, мин алға бөгөлдөм дә төштөм, тын алып та булмай, илап та булмай. Шунда Ғайфулла ағай мине яҡланы: — — Һин дыуамал ҡыланып, баланы үлтереп ҡуйырһың бит, дурак!— тип ағайға асыуланып та ҡуйҙы. Ул көндө минең арҡаға ҡарлау тағы эләкмәһә лә, шул уҡ ҡарлау икенсе көндәрҙә тағы ла эләкте. — Тағы сәсергә сирәм һөргәндә эш тағы ла ауырлашты. Бер яҡтан, һабан килешмәй һәм минут һайын ағас сөйҙәре һынып, йәки сығып китеп, һабан ватыла, икенсе яҡтан, аттар тарта алмай, бер-береһенә ҡарашып тик торалар. Йәки береһе тартҡан ваҡытта икенселәре тартмай ҡалып аптырашып торалар. Валиктар өҙөлә. Шунан тағы миңә ауырлыҡ килеп төшә:

— Аттарҙы тигеҙ тарттыра белмәйһең. Тигеҙ ҡыуалар уны!— тип аттарҙан күрәһеләрен минән күрәләр. Аттарҙың да күрмәгәндәре ҡалмай ине. Ғайфулла ағай үҙенең атын туғарып алып туҡманы. Уның ат башына һуғыуына минең күҙҙәремдән йәш атылып сыҡты. Меҫкен атты ҡарлау менән һуғып күҙен сығара яҙҙы. Ике көн буйынса аттың күҙенән йәш ағып йөрөнө. Шунан һуң ул ат ауырлыҡ күреүҙә минең иптәшем кеүек булып китте. Мин уны ҡыҙғана инем, ул да мине ҡыҙғанған кеүек күренә ине.

Ғәли ағайҙың был һүҙҙәрҙе һөйләгәндә хәҙер ҙә күҙендә йәштәр күренгән кеүек ине. Ул бик оҙон һулап:

— Их, хәҙерге кеүек ерҙе ярып йөрөгән матур тимер һабандар булған булһа! Их, хәҙерге кеүек тракторҙар менән ер һөргән булһаҡ...— тип бер аҙ уйлап торҙо һәм тағы һүҙ башлап: — — Күлем араһында һәм иртә-кис аттарҙы ҡарау ҙа күберәк минең өҫкә төшә ине. — Шулай итеп, мин һабан бөтөргәнсе тартай кеүек арыҡландым. Сәстәр етте, өҫ-баш бөттө. Ҡулдар ҡатты. Биттәр ярылып күгәрҙе. Һабан бөткәндә мин әҙәм танымаҫлыҡ бер төҫкә индем.

Бесән ваҡыттары ла бик еңел булманы. Сүмәлә тарттырғанда ат башында мин йөрөй инем. Ҡарышҡан кеүек, беҙҙең сабын бик дүңгәләкле, тигеҙһеҙ ине. Сүмәләләрҙе кәбән ҡоя торған ергә тарттырғанда сүмәлә ауһа йәки тороп ҡалһа, тағы мин ғәйепле булам. Ағай йүгереп килеп мине бәреп ебәрә, тиргәнеп, ҡарғанып, сүмәләне рәтләп, юлға төшөрөп ебәрә.

Шулай ҡыр эшен эшләп өйгә ҡайтҡас та хәл йыйырға ирек булһа, бик ауыр булмаҫ ине. Ләкин миңә өйгә ҡайтҡас та хәл йыйырға тура килмәй. Өйҙәге һәм тыштағы бөтә ваҡ-төйәк эштәрҙе минең өҫкә йөкләйҙәр: ҡайтыу менән быҙау ҡарарға, һыйырға һыу эсерергә кәрәк. Уларҙы эшләп бөтөрөүгә еңгә үҙенең илаҡ балаһын ҡарарға ҡуша.

Сепрәк менән шәкәрле икмәк имеҙеп, бутҡа ашатып эсе боҙолоп бөткән был бала илауҙан бушамай. Уның илауын да минән күрәләр. Еңгә эшен бөтөрөп балаһын минең ҡулдан тартып ала ла мине этәреп ебәреп:

— Кит бынан, хәйерһеҙ нәмә! Һин уны ҡарамаҫ өсөн юрамал семетеп илатаһың да, үҙе илай, тип әйтәһең. «Етем бала аҫраһаң, ауыҙың, мороноң ҡан булыр, етем быҙау аҫраһаң, ауыҙың, мороноң май булыр» тип, мине үҙенең быҙауынан да түбән күрә. Мин уның шундай нахаҡ һәм әсе һүҙҙәрен ишеткән саҡта әрнеп китәм. Ике күҙемә йәштәр килеп тығыла, ул шулай илағанды күргәс, ҡыҙғаныу урынына тағы ла әсерәк һүҙҙәр менән тиргәй:

— Илаған була бит әле. Шайтандың күҙ йәшенә кем ышанһын! Бар, бынан сығып кит!— тип арҡаға берҙе ҡундырып ҡыуып сығарып ебәрә.

Мин иҫке сәкмәнемде алып, үҙебеҙҙең бесәнлек башына менеп, шунда яңғыҙым ғына йоҡларға уйлайым. Баш аҫтыма бүркемде һалам, аҫҡа бесән түшәйем, өҫтөмә сәкмәнде ябынам. Ятыу менән дә бик оҙаҡ ваҡыттар күҙгә йоҡо инмәй. Әллә нәмәләр уйлап бөтәм, тик баштар әйләнеп бөткәс кенә йоҡлап китәм. Иртән тағы:

— Тор! Быға тиклем ни эшләп ятаһың?— тигән асыулы тауышҡа уянам.

Көндәр шулай асыу аҫтында аслы-туҡлы, һаман эш менән үтәләр. Кесаҙна көндәрендә башҡалар йомортҡа буятып уйнап йөрөйҙәр. Миңә ул да теймәй. Еңгә минең асыуымды килтерер өсөн үҙенең кескәй балаларына икешәр йомортҡа буяп бирә, уларға ҡыҙығып ҡарағанымды күреп:

— Әллә еткән башың менән балалар кеүек буяулы йомортҡа менән уйнамаҡсы булаһыңмы?— тип тағы асыулана.

Мин быларҙың барыһына ла өйрәндем. Үҙемде генә яңғыҙ ваҡытында тиргәүенә күнектем. Ләкин уның күрше ҡатындары араһында мине хурлауҙары бигерәк ҡыйын була торғайны. Ул мине эштән сығарып яманлай һәм:

— Ошо нәмәнән ҡасан ҡотолорбоҙ, бер нәмә урынында тормай, һөт өҫтө тиһеңме, ҡатыҡ тиһеңме, береһен дә ҡалдырмай,— ти. Хәлбуки, мин уларҙан йәшереп бер киҫәк арыш икмәге лә алып ҡапҡаным юҡ. Ағайҙың да минән ҡотолаһы килгән кеүек һәр ваҡыт:

— Һин, ҡустым, бәлә булдың инде,— тигән һүҙен ишетәм. Шулай мин бында етем булғандан һуң ике йыл торҙом. Мин шулай һаман торасаҡ инем. Ләкин икенсе йылды көҙгә ҡаршы бөтөнләй көтөлмәгән бер эш сыҡты.

УЛ ЭШ БЫНА БЫЛАЙ БУЛДЫ

Беҙ көн буйынса баҫыуҙа тары баҫтырҙыҡ. Мин көн буйынса ат ҡыуаланым, һалам ҡағыштым, тары елгәргәндә һепереп торҙом, тоҡҡа тултырыштым. Шуны ла әйтергә кәрәк: ул заманда хәҙерге кеүек ашлыҡ һуға һәм ашлыҡ елгәрә торған машиналарҙың береһе лә юҡ ине. Ашлыҡты ат менән баҫтыралар, йәки кешеләр сыбағас менән һуғалар, һуңынан елдә елгәрәләр. Шуның өсөн дүрт-биш арба ашлыҡты бер нисә ат менән бер нисә кеше көн буйы эшләй.

Ҡояш байыған ваҡытта баҫыуҙан ҡайттыҡ. Мин тамаҡ ялғау менән, ағай атты ҡуна алып барырға ҡушты. Киткән саҡта:

— Иртәгә ҡояш сығыуға ҡайтып ет!— тип әйтеп ҡалды.

Мин өйҙән сығып киткәндә ҡараңғы төшә башлағайны инде. Мин малайҙарҙың ҡайҙа барғандарын белә инем. Шуларҙы эҙләп киттем. Мин улар була тип уйлаған ергә барып еткәнсе ҡараңғы төшөп етте. Күкте ҡаплап алған болот был ҡараңғылыҡты тағы ла арттырҙы. Бик ҡараңғы булғанға күрә, мин малайҙарҙы таба алманым. Уларҙы эҙләп йөрөй торғас, үҙемдең ниндәй ерҙә: йөрөгәнемде лә белмәй башланым, аҙаштым. Аҙ ғына барам да ауыҙға ҡулды ҡуйып:

— Әхмәт, һеҙ ҡайҙа?

— Малайҙар!!— тип һуҙып-һуҙып ҡысҡырам. Ләкин һис бер тауыш биреүсе юҡ. Үҙем ҡурҡа ла башланым. Хәҙер инде ҡайҙа барырға ла белмәйем. Ауылдың ҡайһы яҡта икәнен дә яңылыштым. Шуның өҫтөнә, көн буйы тары баҫтырып арыған һәм асыҡҡан ат минут һайын ерҙәге, үләндәргә ынтыла, башын тартып алыр хәл юҡ.

Тирә-яҡта әллә ниндәй ҡарасҡылар күренәләр. Барһаң, йә берәр өйөм таллыҡ була, йәки бер нәмә лә булмай сыға.

Йөрөй торғас, бер кәбән янына барып сыҡтым да шунда ҡунырға уйлап, атты тышап, үҙем кәбәнде ҡаҙып, бесән аҫтына инеп яттым.

Ни тиклем арыған булһам да, күңелгә ҡурҡыу төшкәнгә күрә, күҙгә йоҡо инмәй ине. Аттың ҡырт-ҡырт ашауынан һәм һирәкләп бышҡырыуынан башҡа бер тауыш та юҡ.

— Берәр бүре килеп сыҡһа, ни эшләрмен?— тим. Әллә ниндәй ҡурҡыныс бер нәмә килеп сығыр кеүек була. Үҙем ҡалтыранам, күҙҙәремде ныҡлап йомоп ҡарайым, һаман йоҡлап булмай.

Шулай уйланып ята торғас, йоҡлап киткәнмен. Мин уянғанда, ҡояш ике-өс таяҡ буйы юғары күтәрелгәйне. Ағайҙың:

— Иртән ҡояш сығыуға ҡайтып ет,— тигән һүҙе иҫкә төшөп, ҡалтыранып киттем. Йүгәнде тиҙ генә ҡулға алып, атты эҙләргә керештем.

Мин ҡунған ер һабан ашлығы баҫыуына бик яҡын булған икән.

— Атым берәр кешенең ашлығын ашап, көлтәләрен туҙҙырып бөтөрмәгән булһа ғына ярар ине!— тигән уй менән ары йүгерҙем, бире йүгерҙем, ат юҡ.

Баҫыуға барып инһәм, ниндәй күҙ менән күрәйем, беҙҙең туры ат «урыҫ Кәрим» тигән кешенең тары еренә инеп, уның бер әүене янында тора. Әүендең бер яғын аҡтарып төшөргән.

Минең ҡот осто, тыным бөттө, ҡалтырап киттем, күҙ алдарым ҡараңғыланды. Атымды тиҙ генә тоторға уйлап йүгереп барҙым. Ләкин ат мине күреү менән ҡолаҡтарын шымартып, икенсе яҡҡа китте. Тышауы төшкән икән.

Мин аттың ҡаршыһына төшөр өсөн икенсе яҡтан урап йүгерҙем. Ул тағы артҡа сапты.

Мин шулай атты ҡыуып йөрөгәндә минең бәхетһеҙлегемә ҡаршы «урыҫ Кәрим» килеп сыҡмаһынмы.

Ул әүен эргәһенә килеп, уның ишелеп төшөүен һәм әллә ни тиклем көлтәләрҙең эштән сығып, ерҙә сыуалып ятыуҙарын күреү менән, миңә ҡарап ҡулын болғап:

— Ҡасма, малай!.. Мин әллә ҡайҙан күреп киләм, әүендәге тарыларҙы харап иткәнһең,— тип ҡысҡырып, миңә ҡарап йүгерә башланы. Мин ҡасырға ла, ҡасмаҫҡа ла белмәй аптырап ҡалдым. Хата эшләгәс, ҡасып тороу файҙаһыҙ икәнен белеп ҡасманым. Кәрим ҡарт минең янға килеп етте лә йәмһеҙ, насар һүҙҙәр әйтеп, уң яҡ сикәгә сабып ебәрҙе; минең күҙҙәремдән уттар күренде, мин бер яҡҡа ауышып киттем. Шунда уҡ һулаҡай яҡ сикәгә берҙе тондорҙо, мин башым әйләнеп ергә йығылдым. Шунда уҡ ҡурҡыуымдан илап ебәрҙем. Ул һаман асыуланып: — — Әйҙә, тор, шилма малай, атыңды тотоп алайыҡ!– тип аҡырҙы. Мин ҡалтыранып урынымдан торҙом. Танауҙан йылы бер нәмә аға башланы. Танау ҡанай икән, күҙҙәрҙән йәш, ике танау тишегенән ҡан аға. — Кәрим ҡарт мине шул хәлдә күреп ҡыҙғанды булһа кәрәк, ул тауышын йомшартты һәм яҡын ғына килеп:

— Әй, малай, малай, көлтәләрҙе харап иттергәнһең бит. Улай йомшаҡ булмайҙар уны,— тип йыуата башланы. Мин уның йомшаҡ һүҙҙәрен ишеткәс, үкһеп илап ебәрҙем. Ул тағы һүҙ башлап: — — Илама, егет кеше иламай ул... Ағайың көлтәләрҙе түләр, мин уны бында алып килермен,— тине. Мин уның «Ағайың көлтәләрҙе түләр» тигән һүҙен ишетеп, тағы ла ҡалтырап киттем: — — Мин харап иттергән көлтәләрҙе ағай түләр!?

Танау һаман ҡанай ине. Ҡамылдар араһынан йомшаҡ йәшел япраҡтар алып танау тишектәренә тыҡтым. Шунан һуң ғына ҡан тамсылары туҡталды. Шунда уҡ тағы ат артынан йүгерҙем. Ул тағы әллә кемдең ер өҫтөнә барып, бауға һалған тары көлтәләрен ашарға керешкәйне инде.

Мин бер яҡтан, Кәрим ҡарт икенсе яҡтан барып атты тотоп алдыҡ. Шул саҡта ауылдың тағы ике кешеһе беҙҙең янға килделәр. Кәрим ҡарт уларҙы алып килеп, емерелгән әүенде күрһәтеп, гуаһландырып ҡуйҙы һәм мине эйәртеп ауылға, ағай янына алып ҡайта башланы. Беҙ шулай йөрөй торғас, ҡояш бик юғары күтәрелде.

Беҙ ауылға ҡарап бер ер буйы ла барманыҡ, ҡаршынан ағай килеп сыҡты. Ул, мин ҡайтмағас, мине эҙләп сыҡҡан инде.

Ағай беҙҙең эргәгә килеп етер-етмәҫтән Кәрим ҡарт:

— Бына, Вәли, ҡара инде, һеҙҙең ат бер әүен тарыны харап иткән, шул балаға ышанып, ат биреп ебәрәләрме ни?— тип һүҙ башланы.

Электән миңә асыуланып, йөрәгенә сыҙай алмай килгән ағайҙың, Кәрим ҡарттың был һүҙҙәрен ишетеү менән, күҙҙәрен ҡан баҫты. Ул миңә ҡарап, эсендәге бөтә асыуын сығарып:

— Шулай харап иттерҙеңме?!— тип екерҙе.

Мин алдашыуҙы яратмайым, үлһәм дә эштең дөрөҫөн әйтеүҙе яратам. Һәм шуға өйрәнгәнмен. Бында ла шулай, гәрсә үҙемә бик ҙур ауырлыҡ килерлек булһа ла, һүҙҙең дөрөҫөн әйтергә уйланым һәм бик ҡурҡып, әкрен генә:

— Ашаған шул...— тинем.

Агай минең ауыҙҙан шул һүҙҙең сығыуын теләп һәм көтөп торған кеүек, әллә ни эшләп китте, артыҡ һорашып та тормай, яңаҡҡа уңлы-һуллы ебәрә башланы. Кәрим бабай ике араға төшөп ағайҙы тотмаһа, ул мине иҫтән яҙғансы ҡыйнай ине. Ләкин Кәрим бабай килеп араланы.

Мин хәҙер илай ҙа алмайым инде. Танауға тыҡҡан япраҡтар бушаған һымаҡ булып китте. Ауыҙға йып-йылы бер нәмә килеп инде. Ҡулым менән һыйпап ҡарағас, танау тишегенән гөрләп ҡан аға башлағанын белдем. Башымды түбән эйгәс, танауҙан сорлап ҡан аға башланы.

Кәрим бабай менән ағай шул тары тураһында һөйләшеп алға киттеләр. Ағай артына әйләнеп:

— Әйҙә, дуңғыҙ малай, ҡалма!— тип ҡысҡырҙы.

Мин улар артынан барып еттем. Әүендең бер яғы ишелеп ята ине. Эштең ысынлап та көткәндән артыҡ булып сығыуын күргәс, ағай тағы минең өҫкә ташланды, тағы бер-икене ҡундырып алды, тағы Кәрим бабай араға төштө. Теге кешеләр ҙә беҙҙең янға килделәр. Мине ҡан эсендә күреп ҡыҙғандылар булһа кәрәк, береһе:

— Шуның өсөн баланы шулай туҡмайҙармы ни? Ул бала бит!.. Көҙ көнөндә ат йөрөүсән була ул,— тип ағайҙы йыуатырға кереште. Ләкин ағай һаман мине тиргәй, һүгә ине: — — Ҡулың серегән нәмә! Ат та тышай алмай, зарар итә лә йөрөй, ялҡау!— тип тағы миңә ынтылды. Мин ҡаса башланым, ул мине ҡыуа төшөп: — — Бынан һуң күҙемә күренмә! Өйгә ҡайтып инәһе; булма, мин һине иҫән ҡалдырыуыма ышана алмайым!— тип ҡысҡырып ҡалды. Мин әрәмәлеккә ҡарап йүгерҙем. Улар: — — Бер арба булыр! — — Юҡ, бер арба булмаҫ! — — Юҡ, булыр! — — Бына был пүнәтәйҙәр нәмә әйтерҙәр бит! — — Йә, Әхмәт, һин әйт!— тип ҡысҡырышып ҡалдылар. Мин әрәмәлек араһына инеп киттем. Әрәмәлек араһына ингәс, бер аҙ тын алдым.

Минең баш сатнай, ҡолаҡ шаулай, күҙ алдым ҡараңғыланып тора, алға барырлыҡ хәл юҡ ине. Шулай ҙа ағай эҙләп килер ҙә тағы туҡмар тип уйлап, әрәмәлектең эсенә ҡарай инеп киттем. Бик ҡуйы ағастар араһына инеп, яңы ҡойолған һары япраҡтар өҫтөнә яттым да илай башланым.

Бер аҙҙан һуң еңеләйгән кеүек булдым. Һис бер барыр ерем юҡ, батыр күлем булмаһа ла, шул өйгә ҡайтып инмәү, икенсе төрлө әйткәндә, ағайҙың мине бөтөнләй ҡыуыуы миңә ирек һәм рәхәтлек биргән кеүек булды.

Был көн көҙгә ҡарай була торған йылы һәм матур көндәрҙең береһе ине. Минән алыҫ түгел кескенә күл буйында ҡыр өйрәктәре баҡ-баҡ ҡысҡыралар ине.

Улар ҙа шулай, мин ағайҙан ҡурҡҡан кеүек, аусыларҙан ҡурҡалармы икән?— тип уйланым.

Алыҫтан торналар ҡысҡырған тауыш килде. Улар иҫке ғәрәпсә һигеҙле цифр кеүек булып теҙелешеп, бик юғарынан көн яғына ҡарап баралар ине.

Хәҙер көҙ көнө шул, улар беҙҙең бындағы һалҡын ҡыштан ҡасып, йылы матур яҡтарға баралар. Их, шулар кеүек ирекле рәүештә үҙең теләгән ерҙәргә китеп, сит илдәрҙе күреп йөрөһәң ине!— тип уйланым.

Бара торғас, минең танау ҙурайып киткән кеүек булды, уның тишектәренә тыҡҡан япраҡтарға ҡан ойошоп ҡатҡан икән. Баш ауыртыуы бер аҙ баҫылып, ҡолаҡ яңғырауы бөткәс, күл буйына бит йыуырға киттем.

Күл тоноҡ, терегөмөш кеүек һалмаҡ, тулҡынһыҙ, көҙгө кеүек булып ята. Күптән бирле көҙгөгә ҡарағаным юҡ ине. Күл буйына барып ултырыу менән, һыуҙа үҙемдең йөҙөмдө күрҙем. Үҙемдән-үҙем ҡурҡып киттем: бит өҫтәренә ҡырып алырлыҡ тупраҡ йәбешкән. Ике күҙҙән аҡҡан йәштәр бит өҫтөндә ҡатҡан, тупраҡтарҙы ярып түбән төшкән эҙҙәр беленеп тора. Танауҙан аҡҡан ҡан менән ауыҙ тирәләре ҡыҙарып тора, танау ысынлап та шешеп ҙурайған, башым бер нисә ерҙән күбеп сыҡҡан.

Ах, мине ошо рәүештә атай менән әсәй күрһәләр, улар һуштан яҙырҙар ине.

Ике танау тишегендәге япраҡтарҙы тартып сығарҙым. Улар ҡан аралаш ҡатҡайнылар. Ипләп кенә танау һәм ауыҙ тирәләрендәге ҡатҡан ҡандарҙы һәм биттәге тупраҡтарҙы йыуҙым. Бер аҙ кеше төҫөнә ингәндән һуң, ағас араһындағы аҡлан ергә сығып, көндөҙгө йылы ҡояшҡа ҡарап яттым, бер аҙ ятҡас, шунда ҡояш йылыһында йоҡлай киткәнмен.

Мин уянғанда ҡояш түбән төшкән, уның йылылығы аҙайған, һәм төп яғынан ел иҫеп, киҫәк-киҫәк ҙур-ҙур ҡара болоттарҙы ҡыуып килтерә башлағайны.

Мин кисә лә рәтләп ашамағанға һәм бөгөн бер нәмә лә ҡабып та ҡарамағанға күрә, үҙемдә бик ныҡ асығыу һиҙҙем.

Их, берәр телем арыш икмәге булһа, ниндәй шәп булыр ине! Юҡ бит!.. Яҙ көнөндә ҡырҙа йөрөгәндә, исмаһам, ҡарын асып китһә, ҡаҡы, көпшә, кәзә һаҡалы, ҡымыҙлыҡ кеүек төрлө үҫемлектәр ашап тамаҡ ялғап ебәреп була ине, хәҙер улар ҙа юҡ бит!..

Ағас баштарында һирәк-һирәк кенә муйылдар ҡалған икән, шуларҙы сүпләй башланым. Улар менән генә туйырлыҡ булмағас, баландар ҙа ҡапҡылап йөрөнөм. Ләкин былар менән генә минең ээем эҙләнеүҙән туҡтаманы.

Ҡояш түбән төштө, күк йөҙөндәге эре, һорғолт, ҡара болоттар береһенә-береһе ҡушылып, күк битен ҡаплап алдылар. Ел һалҡынайып сәкмән йыртыҡтарынан өрә башланы. Минең башҡа:

— Хәҙер миңә ҡайҙа барырға?— тигән уй төштө.

Йәй көнө ҡыҫҡа төн заманы булһа, бына ошо матур ағастар аҫтында ҡоштар һайрағанын тыңлап йоҡлар инем тип, йәйге йылы, оҙон көндәрҙе һағындым.

Бында тороп эш сыҡмаҫ тип, ағас араһынан ҡырға сыҡтым. Ауылға ҡайта торған юл менән ауыл кешеләре эштән ҡайтып баралар.

Ана, Насир бабай үҙенең ике улы менән нәмәлер һөйләп ҡайтып баралар. Былар кәбән кәртәләргә барған булһалар кәрәк.

Бына ике арба менән Рафиҡ ағайҙарҙың улдары, ҡыҙҙары һәм килендәре ҡайтып баралар. Йөктәре ауырлыҡтан арбалары һалмаҡ тауыш менән шығырлап бара. Былар тары баҫтырып ҡайтып баралар ине. Мин уларға ҡарап ҡыҙығып ҡалдым.

Юлда йөрөүселәр күренмәй башлағас, ҡаранғы төшөр алдынан ауылға ҡарай сыҡтым. Ләкин минең аяҡтар бик ялҡау атлайҙар, сөнки башта «унда ҡайтып, кемгә инәм?» тигән уй ҡайнай.

Шулай алға атлар-атламаҫ барғанда мин барған юлдың уң яғындағы әрәмәлек эсенән Фәхри бабай килеп сыҡты. Уның билендәге балтаһына ҡарағанда ағас киҫергә барыуы беленеп тора ине.

Ул мине күреү менән:

— Балам, был ваҡытта яңғыҙың ҡайҙан ҡайтып киләһең?— тип үҙе һүҙ башланы. Мин уның һорауына ҡаршы ниндәй яуап бирергә лә белмәй, аптырап ҡалдым. Ысынлап әйтһәм, ағайҙы яманлаған булырмын кеүек тойолдо. Ысынын әйтмәһәм, ялғанлаған булам.

Фәхри бабай минең яуап бирмәй, көрһөнөп ҡуйғанымды күреп:

— Ниңә яуап бирмәйһең, балам, әллә берәрһе йәбер иттеме? һинең еңгәңде бик уҫал, тип һөйләйҙәр, — тип минең йөрәктең иң ауыртҡан еренә баҫты. Мин дөрөҫөн һөйләүҙән башҡа юл тапманым. Кисәнән бирле баштан үткән эштәрҙе һөйләп бирҙем.

Фәхри бабай һүҙҙәрҙе бик яҡшылап тыңланы ла, мин һөйләп бөткәс:

— Ах, һаҡаллы сабыйҙар! Бер етем баланың күҙ йәше менән уйнайҙар. Көҙ көнөндә игенгә мал төшөү ғәжәп эшме һуң ул? Әйтер инем инде үҙҙәрен...— тип минең өсөн үҙенең бик ныҡ ҡайғырғанын белдерҙе.

Беҙ ауылға ингәндә эңер ваҡыты еткәйне. Мин эсемдән ҡасып ҡына үҙебеҙҙең бесәнлек башына менеп йоҡларға, таң беленгәс, кешеләр тормаҫтан алда тағы ҡырға сығып китергә уйлап бара инем.

Фәхри бабай үҙҙәренең йорттары тураһына еткәс:

— Әйҙә, балам, беҙгә ин, беҙҙә ҡунырһың. Бер балаға әллә нәмә кәрәкмәҫ, һинең атаң менән әсәң мәрхүмдәрҙең күп изгелектәрен күрҙем,— тип мине үҙҙәренә алып инде. Өйгә инеү менән Ғәлимә әбейгә ҡарап:

— Бына бер бала ла алып ҡайттым әле, ашың бештеме?— тип һүҙ башланы. Ғәлимә әбей мине күргәс, ғәжәпһенгән һымаҡ булып:

— Бәй, балам! Һиңә нәмә булды? Әллә ағайың ҡыуып ебәрҙеме? Еңгәң бик уҫал шул!— тигән һорауҙы бирҙе.

Мин нәмә әйтергә лә белмәй торғанда Фәхри бабай һүҙгә ҡатнашып:

— Бала ни эшләһен, улар инде был балаға күрһәтмәгән ауырлыҡ ҡалдырманылар, әле ҡырҙа ҡайҙа барырға белмәй йөрөгәнен күреп, үҙебеҙгә алып ҡайттым,— тип Ғәлимә әбейгә мин һөйләгән һүҙҙәрҙе һөйләп бирҙе.

Улар минең турала бик күп һөйләшкәндән һуң, мине туйҙырып, йылы урын йәйеп бирҙеләр.

Мин бөгөн тыныс һәм бик оҙаҡ йоҡлағанмын. Иртән тороуға баш һыҙлауы бөткән булһа ла, баштың күбенгән ерҙәре һаман шул көйөнсә торалар ине әле. Ғәлимә әбей иртә менән дә минең тамаҡты туйҙырҙы, мин китергә иткәс:

— Юҡ, балам, китмә, хәҙергә беҙҙә тор әле, кәрәк тапһалар, ағайың килеп алыр, былай ҡайтып инһәң, ул һине тағы туҡмар,— тигәс, мин уларҙа ҡалырға булдым. Фәхри бабайға булышлыҡ итергә теләгәс: — — Хәл йый, балам, улай эшләй башлаһаң, үҙенә эшләтер өсөн юрый ҡотортоп алып ҡайтҡан, тип әйтерҙәр,— тип мине эшләтмәне. Мин ағайҙың килеп алыуын көтә инем. Ләкин уның: «Асыҡһа ҡайтыр әле, һыйыр ҙа ашаған еренә ҡайта, ҡайтмай икән, уның беҙгә кәрәге юҡ»,— тип һөйләп йөрөгәнен килеп әйттеләр. Ағайҙың шул һүҙҙәрен ишеткәс, мин унда ҡайтып зарар ғына итеүемде уйлап, бөтөнләй ҡайтмаҫҡа ҡарар бирҙем. Шулай итеп, үҙемдең тыуған йортомдан 13 йәшемдә бөтөнләй айырылдым. —

ҒӘЛИ АҒАЙ МӘКТӘПТӘ

Фәхри бабайҙар үҙҙәре лә иркен тормошло кеше түгел. Гәрсә, улар һаман да мине үҙҙәрендә торорға ҡушһалар ҙа, мин кеше өҫтөндә торорға уңайһыҙлана башланым. Хәҙер көҙ ҙә етте. Ауыл мәктәптәрендә уҡыр ваҡыттар яҡынлашты. Үҙебеҙҙең ауылда мәктәп булһа ла, улай уҡыусылар күп булмай торғайны. Миңә инде уҡыусылар күберәк йыйыла торған бер мәҙрәсәгә барып, унда хеҙмәт итеп уҡырға кәрәк ине. Мин шул яҡтан уйлап, үҙебеҙҙең ауылдан ун саҡрымдар самаһындағы бер ауыл мәҙрәсәһенә барырға уйланым.

Был уйҙы Фәхри бабайҙарға әйткәс, улар ҙа яҡшы күрҙеләр. Мин китер ваҡыт еткәс, Ғәлимә әбей ойоҡҡа баш һалып бирҙе. Күлдәкте йыуып яманы. Тағы ла бер иҫке күлдәк рәтләне. Фәхри бабай яңы башмаҡ — сабата яһап бирҙе.

Киткән ваҡытта улар миңә бер аҙнаға етерлек икмәк, бер аҙ ғына сәй, биш-алты шаҡмаҡ шәкәр, бер аҙ тары ярмаһы биреп оҙатып ҡалдылар.

Мин был көнгә тиклем үҙебеҙҙең ауылдан сығып, алыҫ ергә барып оҙаҡ торғаным юҡ ине. Шуның өсөн был китеү бик ауыр тойолдо. Ауылдан сығып киткәс тә, мин үҙебеҙҙең ауылға әйләнеп ҡарай-ҡарай киттем.

Көн һалҡын ғына булып өҫтән ҡар төшкөләп торһа ла, йүгерә-йүгерә барғас, улай өшөмәнем.

Кискә ҡарай теге ауылға барып етеп, мәсет янындағы мәҙрәсәгә барып индем. Бында кескенәрәк бер нисә мәктәп йорто бар икән. Ләкин әле уҡырға килгән кешеләр бик күп түгел. Бер ҙә таныш-белеш булмаған ергә башлап барып инеү бик уңайһыҙ булды. Өҫ-башта ла насар булғас, унда мине ҡыҙыҡһынып мыҫҡыл иткән кеүек ҡаршы алдылар. Малайҙар минең янға килеп:

— Һин ҡайҙан килдең, һине кем килтерҙе? Ниңә йәйәү килдең?— тип һорашырға керештеләр.

Бер ҙур кеше килеп:

— Уҡырға килдеңме ни? Улай булһа, шунда тороп тор әле, хәҙрәт килгәс, рөхсәт алырһың,— тип шунда бер мөйөштә көтөп торорға ҡушты.

Аҡшамдан һуң хәҙрәт килде. Ул мине күргәс, ҡайҙан килгәнемде, ҡараусым барлығын-юҡлығын һорашты.

Мин үҙемдең етем малай икәнемде, ҡараусым юҡлығын һөйләнем.

Мулла минең һүҙҙәрҙе тыңлап бөткәс: «Ярай, шунда торорһоң инде»,— тине. Урын-фәлән күрһәтмәне.

Ул ваҡытта ятып уҡый торған мәҙрәсәләрҙә ата-әсәләре бай булған балаларға урын бирәләр, уларҙың бер нисәһе бер урында торалар ине.

Беҙҙең кеүек етем йәки ярлы крәҫтиән малайҙарына урын биреү юҡ, беҙгә шул иҙән уртаһында, мейес буйҙарында ятырға тура килә икән.

Беҙ шундай бер нисә малай булдыҡ. Мин бер нисә көн эсендә малайҙар менән танышып алдым. Вахит исемле малай менән дуҫлашып киттем, уның да минең кеүек атаһы, әсәһе юҡ икән. Ауылда йәй буйы бер кешелә йөрөгән. Көҙ булғас, бер нәмәһеҙ көйөнсә ошо мәҙрәсәгә килеп ингән.

Тағы Сәлим тигән бер малай икенсе йыл инде ошо мәҙрәсәлә тора икән. Быйыл йәй мулланың эшен эшләгән, малдарын ҡараған, көҙ еткәс, тағы мәҙрәсәгә ингән. Сәлим әле лә көндөҙҙәрен муллаға барып, уның эштәрен эшләп, тамаҡ туйҙырып, кис кенә мәҙрәсәгә ҡайта.

Беҙ шулай, тәрбиәселәре булмаған малайҙар, үҙебеҙ бер төркөм булып йәшәйбеҙ. Беҙҙең урын юҡ, ҡайҙа тура килде, шунда торабыҙ. Тәҙрә эргәһендә аҫтарына кейеҙ-балаҫтар йәйеп ултырған шәкерттәргә ситтән ҡыҙығып ҡарап торабыҙ.

Минең үҙем менән алып барған аҙыҡ бер аҙнанан һуң бөтөнләй бөттө. Хәҙер миңә йә ас торорға, йәки берәр эш табырға кәрәк ине. Ас тороп булмай инде, эш табырға кәрәк. Шул уй менән шундағы иркен тормошло малайҙарға сәй ҡайнатып, аш бешереп торорға хеҙмәткә инәм. Хеҙмәт тигәс тә, аҡса алыу тигән нәмә юҡ. Тик уларҙың ҡалған сәйҙәрен эсеү, ҡалған аштарын ашау хаҡына хеҙмәт итергә тура килә. Шуның өсөн уларҙың йыуына торған һыуҙарына тиклем килтереп бирәһең.

Шуларға хеҙмәт иткәндән ҡалған ваҡытта уҡырға тура килә.

Мәҙрәсәгә уҡыусылар йыйылып бөттөләр. Шәкерттәр күплектән мәҙрәсә тығыҙланды. Беҙҙең кеүек йәмәғәт һикеһендә тороусы етем, тәрбиәһеҙ малайҙар ҙа байтаҡ булды.

Бындағы уҡыуҙарҙың матур яғын түгел, йәмһеҙ яғын һөйләп бөтөрлөк түгел. Бында фән тигән нәмәнең исеме лә юҡ. Бөтә уҡытҡан нәмәләре — дин өйрәтә торған китаптар. Унан һуң беҙҙең кеүек ярлы кешеләргә уҡырға ҡушыусы, рәтләп һабаҡ биреүсе лә юҡ. Мулла ағай менән хәлфәләр кем күберәк хәйер, саҙаҡа бирһә, ҡайһы малайҙың атаһы уларҙы ҡунаҡҡа күберәк саҡырһалар, шуларҙы яҡшыраҡ уҡыталар. Беҙҙең кеүек малайҙарға тик үҙҙәре тырышыу ғына ҡала.

Ул ваҡытта иҫке мәҙрәсәләрҙә хәҙерге кеүек балаларҙы былай синыфтарға бүлеп уҡытыу юҡ. Тик ҡайһы бер уҡыусылар үҙҙәренең самаларына ҡарап, һабаҡташ булып ҡына уҡыйҙар. Һабаҡташ булғанда ла бай кешеләрҙең балалары үҙ тиңдәре менән, беҙҙең кеүек тәрбиәселәре булмаған балалар үҙҙәре кеүек ярлы балалар менән һабаҡташ булалар.

Беҙ Вахит менән икәү һабаҡташ булдыҡ. Ләкин беҙ ярлы булғанға күрә, беҙҙе уҡытыусы хәлфә беҙгә бик һалҡын ҡарай торған булды. Башҡа малайҙарға көн һайын һабаҡ бирһә лә беҙгә аҙнаһына өс-дүрт тапҡыр ғына һабаҡ бирә торғайны. Унда ла ул беҙгә юҡ ҡына эш өсөн дә асыулана, һабаҡты аҙ ғына белмәй торһаҡ, сикәгә ялт иттереп сабып ебәрә ине. Беҙ инде ярлы булғас, бөтәһенә лә сыҙай торған булып киттек.

Сәлим рәтләп үҙенең китабын тотоп та ҡарамай, ул мәктәптә ятһа ла мулланың өйөнә барып, уның эштәрен эшләп ҡайта. Шуға күрә уға уҡырға ҡушыусы ла, уҡымаған өсөн асыуланыусы ла юҡ. Ул тик йөрөп уҡыусы шәкерт исемен алып йөрөй.

Бында иң ныҡ ауырлыҡ беҙҙең кеүек шәкерттәргә төшә. Таң атмаҫтан тороп һыуға барырға кәрәк. Унан ҡайтыу менән намаҙға ҡыуа башлайҙар. Бында иң ауыры шул намаҙ тигән нәмә. Намаҙға барһаң, самауыр ҡуймай ҡалырға кәрәк, бармаһаң, шунда уҡ һине намаҙға бармаусылар спискаһына яҙалар.

Бына бер ваҡыт ҡазый намаҙҙан сығыу менән:

— Ҡайҙа киттегеҙ әле, кемдәр намаҙға бармағандар?— тип ҡысҡыра.

Уның шул һүҙен ишетеү менән, киҙеү намаҙға бармай ҡалыусылар спискаһын килтереп бирә.

1. Басир. 2. 3. Ғәли. 4. 5. Вахит. 6. Тағы әллә кемдәр...

Ҡазый беҙҙе үҙенең ҡаршыһына теҙеп ултыртып, намаҙға бармаусылар спискаһына яҙалар.

— Басир, һин ниңә иртә намаҙға барманың?

Ул ҡалтырай.

— Мин,— ти, — башым ауыртып ҡалдым,— ти. Хәйлә ҡора.

— Ярай. — — Ә һин, Ғәли, ниңә барманың? — — Мин, мин самауыр ҡуйып ҡалдым. — Минең яуапты ишетеп бөтөр-бөтмәҫ ҡазыйҙың күҙҙәре янып, бите ҡыҙарып асыулана башлай.

— Ят, ахмаҡ!.. Һин һәр ваҡыт шулай самауыр ҡуйыуҙы һылтау итеп, намаҙ ҡалдыраһың!— ти.

Ҡазыйҙың алдына һуҙылып ятам да уның шыйыҡ тал сыбығы менән арҡаға саж-сож һуҡҡанын көтәм. Ул тағы:

— Сәкмәнеңде һалып ят!— тип аҡыра.

Сәкмәнде һалып, күлдәксән көйөнә ятам.

— Ә һин, ҡыйыҡ күҙ, ниңә барманың?— тип Вахиттан һорай.

Ул меҫкен дә мин биргән яуапты бирә.

Ҡазый уға ла шулай асыуланып, бишмәтен һалып, һуҙылып ятырға ҡуша.

Беҙ башты иҙәнгә терәп, ҡазыйҙың һуҡҡанын көтәбеҙ. Намаҙға барған балалар беҙҙе мыҫҡыл итеп, беҙҙең һуғылғанды ҡарап торалар.

Ҡазый үҙенең янында торған бер нисә сыбыҡтың араһынан иң шыйыҡ, иң оҙонон һайлап алып, аяғүрә баҫа төшөп, ысын көсө менән шап иттереп берҙе бирә лә:

— Икенсе тапҡыр намаҙҙан ҡалмаҫһыңмы?— тип һорай. — — Ҡалмам, ҡалмам!— тип әйтеп бөтөүгә, тағы «шап!» — Арҡа буйлап төшкән сыбыҡ үҙәккә үтә, күҙҙән йәш тәгәрәп төшә. Ҡулдарҙың арҡаға барғанын һиҙмәй ҙә ҡалаһың. Ҡазый тағы ла асыуын сығарып:

— Ҡулыңды ал!— тип ҡысҡыра. — — Шап!— Өс булды, бөттө. — — Бар, кит! Икенсе тапҡыр бинамаҙ булма!— тип һине алдынан ҡыуа. Бер ҡул менән арҡаны, икенсе ҡул менән битте тотоп, мейес алдына китәм. Оҙаҡ үтмәй, Вахит та минең янға килә. Ул да минең кеүек әрнеп илай.

— Басир башым ауыртты тип әйтһә лә, уны һуҡманы. Ул бай шул,— ти.

— Шулай шул, ул бай балаһы.

Беҙ бер-беребеҙҙең арҡаларыбыҙҙы ҡарашабыҙ. Арҡалар ҡара янып, сабырып сыҡҡан була. Тегендә малайҙар беҙҙән көләләр. Беҙ нәмә әйтергә лә белмәй, бер-беребеҙгә ҡарашып, байтаҡ ваҡыттар шунда торабыҙ. Арҡаның әрнеүе бер аҙ баҫылғас, күҙҙәге йәштәр кибә төшкәс, тағы ла элекке кеүек шунда йөрөйбөҙ.

Шулай намаҙҙан ҡалыу, шулай ҡазый тарафынан һуғылыу, шулай арҡаның буй-буй булып ҡара янып сығыуҙары бик йыш булып тора.

Быйыл оҙон ҡыш шул мәҙрәсәнең йәмәғәт һикеһендә, шулай бай малайҙарына хеҙмәт итеп, шулай һуғылып, шулай хурлыҡ; күреп үтте.

Вахит менән икәү «Ғәрәп сарфы»н уҡып сыҡтыҡ.

Көндәр үтте. Тағы ла яҙ килеп етте.

Яҙға ҡарай өҫтәге сәкмән туҙҙы. Күлдәктәр айырылып, ҡарайып, еп тотмаҫлыҡ хәлгә килде.

Шәкерттәр таралып бөттөләр.

Беҙ, тәрбиәселәре булмаған бер төркөм малайҙар, аҙашҡан өйрәк балалары кеүек шунда ҡалдыҡ.

Вахит шул ауылдың көтөүсеһенә малайлыҡҡа инде.

Сәлим, үткән йылғы кеүек, мулланың эшен эшләргә китте.

Мин мәсет күршеһендәге Шакир ҡарт тигән кешегә йәй буйы эшләргә биш һум аҡса һәм биш бот арышҡа ялланып, ялсы малай булып имдем.

Йәй буйы Шакир байҙың ҙур хеҙмәтсеһе менән уның һабанын һөрҙөм, ҡыр эштәрен эшләштем, игендәр урыштым, көлтәләрен ташыштым, уларҙы һуғыштым. Көҙ еткәндә минең ике битем ҡарағусҡыл булып ҡарайған һәм ярылған ҡулдар эштән сығып ҡатҡан, сөйәлләнгәйне.

Мине хәҙер был ауылда «Шакир ҡарт ялсыһы» тип йөрөтә башланылар.

Мәктәпкә ингәндә лә минең был ҡушаматым ҡалманы. Унда ла шул «ялсы» исемен тағып индем.

Минең ауылдан сығып киткәс, беренсе йылым шулай үтте. Икенсе, өсөнсө, дүртенсе йылдарым да шулай ҡараңғы тормош эсендә үтәсәге мәғлүм инде.

Ул ваҡыттағы ярлы, эшсе, крәҫтиән балаларының ғүмерҙәре шулай үтә ине.

Унда уларға тормош юҡ. Аң-белем бирә торған мәктәп ишектәре ябыҡ ине.

— Хәҙер бик анһат ул, элек ҡыйын ине...

Ғәли ағай үҙенең йәш ваҡытым, унда күргән ауырлыҡтарын шулай һөйләй.

— Был әле элекке ваҡытта йәштәр күргән ауырлыҡтарҙың меңдән береһе,— тип һүҙен бөтөрә.

You have read 1 text from Bashkir literature.