Latin

Урал Батыр - 1

Total number of words is 3602
Total number of unique words is 1861
27.4 of words are in the 2000 most common words
39.4 of words are in the 5000 most common words
45.5 of words are in the 8000 most common words
Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
Урал
батыр. 1-се бүлек

 

Йәнбирҙе
ҡарт менән Йәнбикә ҡарсыҡ булғаны, өлкән
улдары Шүлгәндең ата һүҙен тотмағаны,
әсә һүҙе йоҡмағаны; Самрау ҡыҙы Һомайҙың
аҡҡош булып тотолғаны, йәнә ҡотолғаны

Борон-борон
борондан,
Кеше-маҙар килмәгән,
Килеп
аяҡ баҫмаған,
Ул тирәлә ҡоро ер
Барлығын
һис кем белмәгән,
Дүрт яғын диңгеҙ
уратҡан
Булған, ти, бер урын.
Унда
булған, ти, борон,
Йәнбирҙе
тигән ҡарт менән
Йәнбикә тигән бер
ҡарсыҡ
Ҡайҙа барһа, уларға
Ул
урында юл асыҡ.
Был ҡарт менән был
ҡарсыҡ
Ҡайҙан бында килеүен,
Ата-әсә,
ер-һыуы
Ҡайҙа тороп ҡалыуын
Үҙҙәре
лә онотҡан, ти;
Икәүҙән-икәү шул
ерҙә
Башлап ғүмер иткән, ти.
Тора-бара
ул икәү
Ике уллы булып киткән,
ти:
Шүлгән булған олоһо,
Урал булған
кесеһе;
Бүтән кеше күрмәйсе,
Тик
йәшәгән дүртеһе.
Донъя-мазар
йыймаған,
Ҡашыҡ-аяҡ тотмаған,
Ҡазан
аҫып, ут яғып,
Улар донъя
көтмәгән.
Ауырыу-һыҙлау күрмәгән,
Үлем
барын белмәгән,
Барлыҡ нәмәгә
үлем
Үҙебеҙ,
тип һанаған,
Һунарҙа ат менмәгән,
Ҡулға
һаҙаҡ тотмаған;
Менәренә –
арыҫланды,
Балығына – суртанды,
Ҡошҡа
сөйгән шоңҡарҙы,
Ҡан һурырға һөлөктө
Үҙ
иштәре яһаған.
Бик борондан
булғанмы,
Йәнбирҙе үҙе ҡылғанмы,
Бара-тора
шул ерҙә
Йола булып киткәнме,
Йыртҡыс
йәнлек тоттониһә,
Йәнлек иркәк
булдыниһә,
Ирле-бисәле икәүһе
Башын
сәйнәп ашаған,
Шүлгән менән Уралға,
Эте
менән арыҫланға,
Шоңҡар менән
суртанға
Бүтән һанын ташлаған;
Йыртҡыс
йәнлекте тотһа,
Йәнлек орғасы
булһа,
Ирле-бисә икәүһе
Йөрәгене
һайлаған.
Үлән емшәр йән тотһа,
Ҡара
һөлөк ҡаҙаған,
Һөлөгөнән һурҙырып,
Ҡанды
һыуһын яһаған.
Бала үҫеп еткәнсе,
Үҙе
йәнлек тотҡансы,
Баш-йөрәкте
ашауҙан,
Һыуһынға ҡан эсеүҙән
Уландарын
тыйғандар,
Һис ярамай, тигәндәр.
Ай
үҫәһен көн үҫеп,
Балалары иҫ
белеп,
Шүлгәненә ун ике,
Уралына
ун тулып,
Береһе, арыҫлан менәм,
тип,
Береһе, шоңҡар сөйәм, тип,
Маҙаһына
тейгән һуң,
Ике улына Йәнбирҙе
Төшөндөрөп
биргән, ти.
Икегеҙ ҙә – баламһыҙ,
Күҙебеҙҙең
ҡарамһыҙ,
Тешәр сағығыҙ үтмәгән,
Быуынығыҙ
ҡатмаған;
Ҡулға суҡмар тоторға,
Ҡошҡа
шоңҡар сөйөргә,
Әле арыҫлан
менергә
Миҙгелегеҙ етмәгән.
Мин
ни бирһәм, ашағыҙ,
Мин ни ҡушһам,
эшләгеҙ:
Күнегергә һыбайға –
Ана,
болан менегеҙ,
Сыйырсыҡтың
тубына
Яғылбайҙы сөйөгөҙ;
Һыуһаһағыҙ
уйында,
Ана, аҡ һыу эсегеҙ,
Ҡабырсаҡҡа
тултырған
Ҡандан ауыҙ тартығыҙ,

Тип
быларға тағы ла
Йола өйрәтеп ҡуйған,
ти.
Ҡан эсеүҙән балаларын
Тағы бер
ҡат тыйған, ти.
Берҙән-бер көн
еткәндә,
Ҡарт менән ҡарсыҡ икәү
Ау
ауларға киткәндә,
Шүлгән, Урал
икәүләп
Торлаҡта аулаҡ ҡалғанда
Аталары
киткән һуң,
Байтаҡ ваҡыт үткән һуң,
Ике
бала һөйләшеп,
Ашауҙан һүҙ асҡан да,

Шүлгән
уйлап торған да,
Ҡан эсеүҙән атаһы
Ныҡ
тыйғанын белһә лә,
– Эсә күрмәң, –
тиһә лә,
Шүлгән, Уралды димләп,
Ошолай
тип әйткән, ти:
– Йәнде ҡыйып
һунарлау
Ҡомарлы эш булмаһа,
Һыуһағанда
ҡан эсеү
Тәмле нәмә булмаһа,
Атамдар
йоҡо ҡалдырып,
Көн дә икәү
ҡайғырып,
Аяҡ-ҡулын талдырып,
Беҙҙе
өйҙә ҡалдырып,
Йөрөмәҫ ине һунар,
тип,
Урал, әйҙә, булмаһа,
Ҡабырсаҡты
асайыҡ,
Һәр беренән аҙ-аҙлап,
Берәр
тамсы эсәйек, –
Ҡандың
тәмен беләйек.


Атам һүҙен тотамын,
Мин ул ҡанды
йотмамын.
Егет булып етмәйсе,
Төп
йоланы белмәйсе,
Ил гиҙеп бер
йөрөмәйсе,
Ысынлап та донъяла
Үлем
юғын күрмәйсе,
Суҡмар алып ҡулыма,
Һис
бер йәнде һуҡмамын,
Һөлөк һурған
ҡанды мин
Ҡабырсаҡтан йотмамын.


Кешене енер үлемдең
Бында килеп
сыҡмаҫын,
Беҙҙе килеп тапмаҫын
Атам
һөйләп бирҙе бит;
– Бары йәнгә беҙ –
үлем, –
Тип
тағы ла әйтте бит!
Инде ниҙән
өркәһен,
Ҡан эсеүҙән ҡурҡаһың?


Тилберлектә, тиҙлектә,
Көслөлөктә,
ҙурлыҡта,
Түҙемлектә, һаҡлыҡта,
Һиҙгерлектә
көндөҙ ҙә,
Төндә йоҡлап ятҡанда,
Арыҫлан,
болан, ҡапланы,
Айыуы, тағы бүтәне

Улар
беҙҙән кәмме ни?
Ташҡа һуғылып
тояғы,
Үлән төртөлөп аяғы
Һис бер
саҡта аҡһамай;
Йәйге эҫелә өҫ
һалмай,
Ырашҡыла тун кеймәй;
Берәй
йәнгә уҡталһа,
Бер ҙә суҡмар
йөкмәмәй;
Ҡошҡа шоңҡар сөйөргә,
Суртан
арбап балыҡҡа,
Эт һөсләтеп
йәнлеккә,
Шоңҡар, эткә, арыҫланға,
Өмөт
бәйләп суртанға,
Һунарында
интекмәй;
Теш-тырнағы – ҡоралы,
Үҙ
ҡулында теләге,
Бер ҙә талмай
беләге,
Һис аҙамай йөрәге
Йәшәп
килгән ҡапланы,
Юлбарыҫы, арыҫланы
Шулай
батыр булһа ла,
Барының ҡотон алһа
ла,
Аяғын бәйләп алған һуң,
Муйынына
бысаҡ һалған һуң,
Ике күҙе йәшләнеп,
Йөрәге
һуға түгелме?
Атам беҙгә һөйләгән,
Беҙ
әле һис күрмәгән,
Беҙҙең ерҙә
булмаған,
– Яуыз үлем – кеше,
тип,
Уйламайҙар, тиһеңме?
Сабағына
– суртаны,
Йомранына – кәзәне,
Ҡуянына
– төлкөһө, –
Барыһын
теҙеп уйлаһаң:
Көсһөҙөнә – көслөһө
Үлем
була түгелме?
Үлемдән ҡурҡып
ялдымға
Сумып ятҡан балыҡтың,
Ҡаяла
сыр-сыр килешеп,
Өркөп осҡан
ҡош-ҡорттоң
Тотоп, башын сәйнәгән,
Йөрәген
ярып ашаған,
Көсһөҙ һанап барыһын,
Аулап,
ҡомарын асҡан,
Ямандарҙың яманы,
Шул
йоланы табыусы,
Ерҙә үлем сәсеүсе

Ошо
тирәлә беҙ дүртәү
Булабыҙ һуң
түгелме?
– Үлемдең ин яуызы,
Булған
йәнде ҡыйыусы, –
Тип,
барыһы уйлашып,
Беҙҙе үлем һанашып;
Суҡмар
итеп тырнағын,
Шоңҡар итеп йөрәген,
Бөтәһе
бергә тупланып,
Бергә килеп
уҡталып.
Беҙҙең өҫкә ташланһа,

Атайым
беҙгә һөйләгән,
Беҙ әле һис күрмәгән
Үлем
шунда беҙҙең дә
Күҙ алдында баҫмаҫмы?

Тигән
һүҙҙе ишеткәс,
Шүлгән бер аҙ
уйлаған,
Шулай ҙа ул үҙ һүҙен
Уға
ҡарап ҡуймаған, –
Ҡабырсаҡтан
аҙ-аҙлап
Ҡанды һемереп эскән,
ти,
Атаһына әйтмәҫкә
Уралдан һүҙ
алған, ти.
Күп йән тотоп, һунарҙан
Ата-әсәһе
ҡайтҡан, ти.
Йола буйынса, күмәкләп,
Табын
ҡороп дүртәүләп,
Бары йәнде
ботарлап,
Былар ашҡа ултырған.
Ашағанда
уйланып,
Урал былай тигән, ти:

Атай, бына был йәнде –
Ҡасып
һинән, боҫһа ла,
Йән аямай ҡасһа
ла,
Һис ҡотҡармай тотҡанһың,
Муйынына
бысаҡ һалғанһың.
Беҙҙе шулай берәй
йән
Килеп эҙләп тапмаҫмы,
Беҙгә
лә бысаҡ һалмаҫмы?


Көнө бөтөр һәр йәнгә
Беҙ үлеме
булабыҙ;
Ҡайҙа ғына ҡасһа ла,
Ҡая,
шырға боҫһа ла,
Беҙ уларҙы
табабыҙ,
Боғаҙына бысаҡ һалабыҙ.
Кешене
тотоп ашарлыҡ,
Уға бысаҡ һалырлыҡ
Бында
бер йән тыумаған,
Беҙҙе тотоп
һуйырлыҡ
Үлем бында булмаған.
Борон
беҙ тыуған ерҙә,
Атайҙар торған
ерҙә
Үлем була торғайны,
Бик күбеһе
йәштән үк
Ятып үлә торғайны.
Унда
дейеү килгән һуң,
Күп кешене
үлтереп,
Дейеү ашап киткән һуң;
Ерҙен
өҫтөн һыу ҡаплап,
Ҡоро ере бөткән
һуң;
Ҡасҡан-боҫҡан кешеләр
Ул
тирәнән киткән һуң,
Үлемгә иш
ҡалманы,
Эшләргә эш булманы.
Ҡасҡан
кеше барҙыр, тип,
Күрәһең, уйлап
торманы:
Әсәң менән беҙ ҡасып
Киткәнде
ул күрмәне.
Бында кеше булмаған,
Берәү
аяҡ баҫмаған,
Шуға Үлем был ерҙе
Килеп
эҙләп тапмаған.
Беҙ килгәндә, бында
әле
Йәнлектәр ҙә әҙ ине,
Ере лә
йүнләп кипмәгән,
Ваҡ-ваҡ күллек, һаҙ
ине.

Атай,
Үлемде эҙләһәң,
Уны табып буламы,
Тап
килтереп тотҡан һуң
Башына етеп
буламы?

Үлем
тигән яуыз ул,
Күҙгә һис тә
күренмәй,
Килгәне һис тә беленмәй
Йәшәй
торған януар ул.
Уға тик бер сара
бар:
Дейеү батша ерендә
Әйтәләр,
бер шишмә бар.
Шунан һыу эсһә кеше,
Һис
тә үлмәй йәшәй, ти,
Үлемгә бирешмәй,
ти,

тип,
Үлем тураһында һөйләгән дә, ашап бөткәс,
ҡабырсаҡтарҙы килтереп, ҡан эсергә
булған. Йәнбирҙе ҡарт, ҡабырсаҡтарҙың
бүҫкәргәнен күреп, уландарынан ҡанды
кем эскәнен ҡыҫып һорай башлаған. Шүлгән,
берәү ҙә эсмәне, тип алдаған. Йәнбирҙе
ҡарт һуйыл таяҡ алып, балаларын
алмаш-тилмәш һыптырырға тотонған. Урал
шунда ла ағаһын ҡыҙғанып әйтмәй серәшһә
лә, Шүлгән түҙмәгән, үҙ ғәйебен һөйләп
биргән. Йәнбирҙе ҡарт тағы ла өҫтәп
һуҡҡылай башлағас, Урал атаһының ҡулынан
тотҡан да, былай тигән, ти:

Атаҡайым,
уйласы,
Ҡулыңдағы һуйылға
Күҙ
йүгертеп ҡарасы.
Был һуйыл да йәш
булған.
Ҡабығынан әрселгән,
Бөкһәң,
шартлап һынырҙай
Ҡыу таяҡҡа
әүерелгән.
Һин киҫмәҫтән боронда,
Үҫкәнендә
урманда,
Еләҫ елдәр ялбырҙап,
Япраҡтары
елберҙәп
Торған ағас булғандыр.
Бал
ҡорттары, ҡоштары
Алмаш-тилмәш
ҡунғандыр.
Ҡоштар ҡунып һайраған,
Оя
ҡороп йәшәгән,
Ботаҡтарын һайлаған
Аҫыл
ағас булғандыр.
Имсәк имгән
балалай
Тамырҙарын тарбайтып
Ер
дымыны имгәндер.
Тамырынан
аҡтарғас,
Ботағыны ботағас,
Балғаң
булған ташындай,
Ҡошҡа сөйөр
шоңҡарҙай,
Балыҡ тотор суртандай,
Ҡан
һурыусы һөлөктәй,
Йәнлек аулар
көсөктәй
Һуҡҡың булған түгелме?
Маңлай
тирен һыпыртып,
Күп йыл ғүмер
уҙҙырып,
Ер өҫтөндә тапмаған,
Төҫөн
күреп белмәгән,
Йөрәгең һис татмаған
Үлем
тигән яуыздың,
Тағы һуҡһаң балаңды,
Үҙ
торлағың эсендә,
Балаларың өҫтөндә,

Көсһөҙҙәргә
көслөнән,
Балаларға атанан
Килгәнене
күрергә
Әҙерләндең түгелме?
Бөгөн
ағамды үлтерһәң,
Иртән мине
үлтерһәң,
Яңғыҙ тороп ҡалған
һуң,
Ҡартлыҡ баҫып алған һуң,
Бөкөрәйеп,
татарғап,
Арыҫланына меналмай,
Һунарына
сығалмай,
Шоңҡарыңды сөйә алмай,
Уларға
ем бирә алмай;
Арыҫланың да, көсөк
тә,
Шоңҡарың да, һөлөк тә, –
Барыһы
асҡа тилмереп,
Күҙенә ҡан һауҙырып,
Ас
зарыҡҡан арыҫланың,
Бәйҙә тороп
ужарып,
Асыуынан уҡталып,
Билең
бөгөп, үҙеңде
Ботон-ботса
ботарлап
Бырағытһа бер саҡта,
Үлем
тигән яуызды
Ҡаршыларға
торлаҡта,
Атай, тура килмәҫме? –

тигән
һүҙен ишеткәс, Йәнбирҙе ҡарт Шүлгәнде
туҡмауҙан туҡтаған. – Үлемдең күҙгә
күренмәй килеүе лә бар; шул Үлем килгәндер,
мине шул ҡоторталыр; шулай ҙа Үлемде
берәйһе күрмәй булмаҫ, йәнлек, ҡош-ҡортто
йыйҙырып һорашырға кәрәк, – тип уйлаған
да, шуларҙы саҡырған, ти. Урал, йыйылған
йәнлеккә, ҡош-ҡортҡа ҡарап, былай тигән,
ти:

Үлем
тигән яуыздың
Төрөн һанап беләйек,
Көслө
көсһөҙҙө ейгән
Йоланы беҙ
өҙәйек.
Арабыҙҙан, һанаһаҡ,
Һәр
нөгәрҙе ҡараһаҡ:
Ҡан да эсмәй, ит
еймәй,
Берәүҙең йәшен ҡоймай, –
Ҡайныһы
тамыр ашап,
Ҡайныһы үлән емшәп,
Һаман
ғүмер иткәнен,
Йыртҡыстарға ем
өсөн
Балаһын үрсеткәнен
Барығыҙ
ҙа беләлер.
Уларға Үлем ят түгел,
Ҡан
һурған, ит ейгән –
Береһе
лә дуҫ түгел.
Йыртҡыслыҡты
бөтөрәйек,
Яңғыҙ ҡалған Үлемде
Бергә
эҙләп үлтерәйек! –
Тигән
һүҙгә йыртҡыстар,
Уларға ҡушылып
Шүлгән дә, –
Барыһы
ҡаршы килгән ти,
Төрлө һүҙҙәр булған,
ти.


Мин Үлемде табыуҙан
Бер ҙә ҡурҡып
тормайым,
Әммә тотоп биреүгә
Һис
ҡасан да күнмәйем.
Ҡарт булһам да,
был эштән
Мин бер үҙем баш тартам.
Тағы
өҫтәп шуны әйтәм:
Көсө еткән көсһөҙгә
Һис
һунарлыҡ ҡылмаһа;
Әсәнән тыуған берәү
ҙә
Был донъяла үлмәһә;
Ер уттары,
ағастар
Заңына буйһонмаһа;
Үҙ
миҙгеле еткәндә,
Көҙгө ҡырау
төшкәндә,
Йәшеллек һис бөтмәһә,

Унан
беҙгә ни файҙа?
Ҡуян һымаҡ, һәр
йәнлек
Йылға ике-өс түлләһә,
Төндә
йөрөп, йәшелдең
Барыһын да утлаһа,
Бүтән
йәндәр ҡаңғырып,
Ашарына тапмаһа;
Өйөр-өйөр
туп булып,
Ҡаҙ, өйрәге, аҡҡошо,
Шыбыр-шыбыр
ҡойоноп,
Һыу өҫтөнә ҡапланһа;
Ғүмерем
бушҡа уҙа, тип,
Ярым бушҡа туҙа,
тип,
Һис бер йылға аҡмаһа;
Ерҙә
шундай йола, тип:
Ҡойонорҙар, эсерҙәр

Беҙгә
тынғы бирмәҫтәр, –
Тип,
шишмәләр сыҡмаһа,
Ерҙәге һыу тонсоһа,

Шул
саҡта беҙ нишләрбеҙ?
Емде ҡайҙан
эҙләрбеҙ,
Һыуҙы ҡайҙан эсербеҙ?
Башым
һалып, яу асып,
Күп сағында
талпынып,
Аслыҡ, тарлыҡ күрһәм дә,
Күп
зарығып йөрөһәм дә,
Мин ҡан эсмәй, ит
еймәй,
Үләкһәнең күҙ майын
Өс көндә
бер соҡомай,
Һис донъяла тора
алмам.
Үлемде эҙләп табырға
Мин
һүҙемде бирә алмам,


Үлемдән ҡурҡыр йән булһа,
Ҡотолорға
юл эҙләр,
Түл йәйергә уйлаһа,
Илде
гиҙеп яй эҙләр,
Һайыҫҡан әйткән
һүҙҙәрҙе
Юлбарыҫ та, ҡаплан да,
Бүре,
бурһыҡ, арыҫлан да,
Типкес-өҙгөс
ҡоштар ҙа,
Ҡарпыр балыҡ – суртан да,

Бөтә
йыртҡыс хуп күргән.
Үлән емшәр
хайуандар,
Торна, өйрәк, ҡыр
ҡаҙҙар,
Туғаҙаҡ менән сел, ҡорҙар
Бала
сығарып, түл йәйеп,
Балалары ҡош
булып,
Үҙ алдына осҡансы,
Йәй
миҙгеле уҙғансы,
Шыр урманлыҡ
эҙләргә,
Байманлыҡта түлләргә, –
Тип
барыһы уйлаған.
Ҡоралайы, боланы,
Ҡыҙыл
сикә ҡуяны,
Аяғына маһайып,
Бер
ауыҙ һүҙ әйтмәгән.
Турғай, майсыл,
сыйырсыҡ,
Сәүкә, ҡарға, буҙ
сәпсек,
Мыр-мазарҙы ашағас,
Һүҙ
әйтергә оялған.
Кәкүк тағы: – Оям
юҡ,
Балам тигән ҡайғым юҡ:
Бала –
бауырым, тигәндәр,
Бала өсөн көйгәндәр
Ни
теләһә, – миңә шул, –
Тип,
уртаға һалған, ти.
Барыһы төрлөсә
һөйләп,
Төрлөһө төрлө уйлап,
Һис
берлеккә килмәйсе,
Ҡырҡа бер уй
әйтмәйсе,
Тарҡалышта ҡалған, ти...
Ҡарт
бынан һуң һиҫкәнгән.
Яңғыҙ ауға
сығырға
Бынан ары шикләнгән.
Берҙән-бер
көн дүртәүләп,
Былар ауға киткән,
ти,
Күп ерҙәрҙе үткән, ти;
Күп йән
алып, шатланып,
Ауҙан былар ҡайтҡан,
ти.
Аулап алған ҡоштарҙың
Араһында
бер аҡҡош,
Аяҡтарын бәйләгәс,
Башын
ҡырҡып ташларға
Бабай бысаҡ
ҡайрағас,
Ҡанлы йәшен түккән, ти,
Үҙ
зарыны әйткән, ти:
– Ил күрергә сыҡтым
мин,
Ер ҡошонан түгелмен, –
Йәшәй
торған илем бар,
Илһеҙ етем түгелмен.
Ерҙә
һис кем тыумаҫтан,
Берәү аяҡ
баҫмаҫтан,
Ҡуш булырға йәр эҙләп,
Ерҙә
һис кем тапмағас,
Бүтән йәндән
һайларға
Берәүһен тиң күрмәгәс,

Күккә
осоп йәр эҙләп,
Айҙы, Ҡояшты күҙләп,
Үҙенә
йәр һайлаған,
Икеһен дә арбаған,
Бар
ҡоштарға баш булған,
Самрау атлы атам
бар.
Ике балаһы булған,
Балаһы ла,
үҙе лә
Һис ауырыу күрмәгән,
Һис
берәүһе үлмәгән.
Әле лә батша
атайым,
Ебәрегеҙ һеҙ мине,
Үҙ илемә
ҡайтайым.
Мине бүлеп ашап та,
Сәйнәп
мине йотоп та,
Барыбер аш булып
һеңмәмен;
Һис аш булып һеңмәмен;
Йәншишмәнән
һыу алып,
Әсәм тәнем йыуҙырған.
Үҙ
нурына һуғарған
Барығыҙға билдәле
Ҡояш
тигән әсәм бар.
Ебәрегеҙ һеҙ мине,
Атам
барыбер табыр ул,
Килеп яулап алыр
ул.
Самрау
тигән батшаның
Һомай тигән ҡыҙымын;
Алтын
сәсем тарҡаһам,
Нурға илде күмәмен:
Көндөҙ
ергә нур һибәм,
Кисен айға нур
бирәм;
Ебәрегеҙ һеҙ мине,
Илемә
мин ҡайтайым;
Йәншишмәнең һыу
юлын
Һеҙгә әйтеп китәйем, –

тигән
һүҙҙе ишеткәс, Йәнбирҙе ҡарт менән
Йәнбикә ҡарсыҡ улдарына кәңәш иткәндәр.
Шүлгән Һомай ҡошто ашау яғында,Урал
ҡотҡарыу яғында булып, ыҙғыш киткән.
Урал ҡошто Шүлгәнгә бирмәй тартып алған
да ситкәрәк илтеп ҡуйған. – Ҡайғырма,
хәҙер тамаҡланам да үҙеңде ата-әсәңә
илтеп тапшырам! тип, аталары янына килеп
ултырған. Былар ашарға ултырғас,ҡош һау
ҡанатын һелеккән, – өс ҡауырһыны төшкән.
Шуларҙы һынған ҡанатынан сыҡҡан ҡанға
буяп, ергә ташлаған икән, – өс аҡҡош
килеп, ҡыҙҙы күтәреп алып киткән. Йәнбирҙе
ҡарттар Йәншишмәнең юлын һораша алмай
ҡалыуҙарына үкенгән. Ҡарт шунда уҡ
Шүлгән менән Уралға, ҡоштар ҡарап осҡан
яҡҡа табан күҙ яҙмай китергә, арттарынан
күҙәтеп барып, Йәншишмәнең урынын
табырға, әгәр юлда Үлем осраһа, башын
ҡырҡып алып ҡайтырға ҡушҡан. Ике улын
ике арыҫланға мендереп оҙатҡан, ти.

Уралдың
Ҡатил батшаны ҡыйратып дан алғаны;
халыҡты иреккә сығарғаны

Урал,
Шүлгән икәүләп,
Көн-төнөн, ай-йыл
һанап,
Тау артылып, һыу кисеп,
Ҡара
урмандар үтеп,
Һаман алға киткән,
ти.
Бара торғас, бер заман
Бер
йылғаның ситендә,
Бер ҙур ағас
төбөндә,
Ҙур
таяғы ҡулында
Аҡ һаҡаллы бер
ҡартҡа
Былар барып еткән, ти,
Барып
сәләм биргән, ти.
Ҡарт ҡаршы алған,
ти,
Юл башыны быларҙың
Ҡарт та
һорашып белгән, ти.
Үҙ уйҙарын былар
ҙа
Ҡартҡа һөйләп биргән, ти.
Ҡарт
уйланып торған да,
Һаҡалыны
һыпырып,
Быларға күҙ йөрөтөп,
Ике
юлды күрһәтеп,
Былай тиеп әйткән,
ти:

– Бына һеҙгә ике юл:
Һулға
китһәң, юл буйы –
Уйын-көлкө
төн буйы,
Ҡайғы-этлек күрмәйсе,
Барлығын
да белмәйсе,
Рәхәт йәшәй байманда;
Бүре,
һарыҡ яланда,
Төлкө, тауыҡ урманда
Бергә
йәшәп, дуҫ булып,
Самрау ҡошҡа баш
эйеп,
Ҡан да эсмәй, ит еймәй,
Һис
Үлемгә юл ҡуймай
Йәшәп килгән бер ил
бар;
Яҡшылыҡҡа яҡшылыҡ
Ҡыла торған
йола бар.
Уңға китһәң, юл буйы

Илау-һыҡтау
йыл буйы;
Яуызлыҡта дан алған,
Батшаһынан,
башҡаһынан
Ҡайғы, этлек күреүсе,
Ҡанлы
йәшен түгеүсе
Ҡатил батша иле
бар;
Тау-тау кеше һөйәге,
Ҡанға
батҡан ере бар.
Ҡарттан быны
ишеткәс,
Юлдар серене белешкәс,
Урал,
Шүлгән икәүһе
Шунан шыбаға тотошҡан,
Юл
бүлергә уйлашҡан,
Үҙ араһы
һөйләшкән:
Һулға китеү – Уралға,
Унға
китеү – Шүлгәнгә
Шыбағалы юл
булған.
Шүлгән быға күнмәгән:
Мин
уҙаман әле, – тип,
Мин барамын һулға,
– тип,
Үҙенә һулды һайлаған,
Үҙ
тигәнсә даулаған:
Урал күнгән уң
яҡҡа,
Шүлгән киткән һул яҡҡа.

Урал
уңға киткән һуң,
Оҙон юлға төшкән
һуң,
Күп һыуҙарҙы кискән, ти,
Күп
тауҙарҙы ашҡан, ти;
Бара торғас, бер
тауҙың
Итәгенә еткән, ти.
Бүре
талап, өҙгөләп,
Һырҙай ҡанға
туҙғандай
Телгеләнгән арҡаһы,
Айырылған
елкәһе;
Сүплек типкән тауыҡтай,
Ҡул-аяғы
ярылған;
Тамыр ашап, ер ҡаҙып,
Ауыз-бите
ҡарайған;
Ҡырау һуҡҡан үләндәй,
Йөзө-төҫө
һарғайған;
Сутлап юнған ағастай,
Балтыр
ите һулыған;
Бире уңалған ағастай,
Елек
башы сурайған
Бер ҡарсыҡҡа
һырышҡан;
Көнгә янған тәндәрен,
Шырт
ҡаплаған сәстәрен,
Һуплап юнған
ағастай,
Балтыр ите, беләген,
Ауҙа
туйған ҡыйғырзай,
Кәпәйеп торған
күкрәген,
Ҡуға аша йылмылдап
Торған
күлдәй күҙҙәрен,
Бал ҡортондай
ыҡтымат
Нескә һылыу билдәрен,

Оялыпмы,
ҡурҡыпмы, –
Ҡарсыҡҡа
һырышып маташҡан
Бер һылыу ҡыҙыҡайға
Урал
барып тап булған.
Урал яҡын барған,
ти,
– Ҡурҡмағыҙ, тип әйткән, – ти.
Мин
киләмен йыраҡтан,
Үҙем тыуған
торлаҡтан,
Бала инем киткәндә,
Күп
илдәрҙе үткәндә;
Мин кешегә
теймәмен,
Уның ҡанын ҡоймамын;
Үлем
тигән яуызды
Үлтерергә уйлаймын;
Әйҙә,
яҡын килегеҙ,
Ил хәлдәрен һөйләгеҙ,

Тигәс,
былар йылмайған,
Урынынан
ҡуҙғалған.
Туҙған сәстәрен әбей
Ҡолағына
ҡыҫтырып,
Урынынан ҡуҙғалып,
Бер
аҙ күҙен ҙурайтып,
Аҙыраҡ буйын
турайтып,
Былай тиеп әйткән, ти:
Йыраҡ
илдән икәнһең,
Изге уйҙа килгәнһең.
Ай
егетем, белһәң һин,
Беҙҙең илдә булһаң
һин,
Ҡатил батша эшләгән
Эштәрене
күрһәң һин;
Ауырыу-һыҙлау күрмәйсе,
Үлем
башҡа килмәйсе,
Ҡатын-ҡыҙҙы,
ир-атты,
Айырмаҫтан йәш-ҡартты,
Ҡул-аяғын
бәйләтеп,
Арыуҙарын һайлатып,
Йыл
да бер ҡат йыйҙыра,
Һарайына алдыра;
Ҡыҙы
һайлай егетен,
Үҙе һайлай
ҡыҙ-ҡырҡын,
Ҡалғандарын тағы ла
Ярандары
ҡарайҙар,
Үҙҙәренә
һайлайҙар;
Бүтәндәрен аямай,
Ҡанлы
йәшкә ҡарамай,
Тереләтә, һау көйгә
Ҡыҙын
күлгә һалдыра,
Ирен утҡа яндыра;
Атаһы
өсөн, үҙе өсөн,
Ярандары даны өсөн,
Үҙе
тыуған көнө өсөн,
Йыл да бер ҡат Тәңре
өсөн
Ҡанлы ҡорбан уҙҙыра.
Бына мин
дә – ун бала
Күргән әсә донъяла.
Дүртеһен
һайлап алдылар,
Бишеһен һыуға
һалдылар.
Ҡартым, йөрәге һыҙлағас,
Туғыҙ
бала юғалғас,
Ҡарап тороп
түҙмәне,
Нишләрене һиҙмәне:
Йән
асыуҙан уҡталып,
Балаларын ҡыҙғанып,
Бер
яранға ынтылды,
Бахырҡайым шул
көндө,
Күҙ алдында үкһетеп,
Тереләй
ергә күмелде.
Кинйә балам ҡалғайны,
Бер
яраны килгәйне,
Алам үҙен, – тигәйне

Бала
бауыр булғанға,
Алып ҡастым
урманға.
Миндәй балалы әсә,
Ҡасҡан
ир-ат күп бында,
Барыһы ла ҡан
илап,
Йөрөй ҡасып урманда.
Егет,
изге икәнһең,
Яҡшы уйҙа килгәнһең,
Ары
барма, ҡайт кире,
Ҡанлы ергә
килгәнһең,
Яуыз илгә килгәнһең.


Һыуҙар кисеп, тау ашып,
Күп йыл буйы
килгәнмен,
Күп юлдарҙы уҙғанмын;
Күҙ
йәшергән Үлемде
Эҙләп бында,
тапмаһам,
Башын сабып өзмәһәм,
Әйткәнемә
етмәһәм,
Уны ерҙән йыймаһам,
Урал
булып йөрөмәмен! –
Тигән
һүҙен әйткән дә,
– Һау булығыҙ, –
тигән дә,
Арыҫланына менгән дә
Ҡатил
батша йортона
Урал ҡарап киткән,
ти;
Бер нисә көн үткән ти,
Шундай
ергә еткән ти:
Бер әсәнән тыуғандай,
Бер
төҫ кейем кейгәндәй,
Барыһы ла
шәп-шәрә
Төркөм халыҡ йыйылған,
Аллы-артлы
теҙелгән,
Ирҙәр, ҡыҙҙар айырылып,
Урам-урам
ҡуйылған.
Ярандары төрткөләп,
Тигеҙһеҙен
тигеҙләп,
Ҡамсылап та һуҡҡылап
Йөрөһә
лә, һүҙ әйтмәй,
Тел дә ҡыбырҙата
алмай
Торған халыҡҡа барған,
Майҙанға
был күҙ һалған.
Был төркөмдән
ситтәрәк,
Ун биш аҙым ҡырҙараҡ,
Күҙен-башын
шәмәртеп,
Йөрәктәрен һыҡтатып;
Балалары
ҡурҡышып,
Ымлап ҡына һөйләшеп,
Ҡайғырышып,
илашып
Торған ата-әсәләр
Янына
барып туҡтаған,
Хәл-әхүәлен һораған,
Үҙ
теләген һөйләгән.
Урал һүҙен
барыһы
Йотоношоп тыңлаған,
Араһынан
бер ҡарты
Ошолай тип һөйләгән:


Егет, һинең төҫ-башың,
Аптырашлы
ҡарашын,
Арыҫлан менеп килешең
Сит
булырҙай күренә.
Беҙҙең илдә батша
бар,
Яранынан түрә бар;
Бына был
халыҡ эсендә
Төрлө ырыуҙан кеше
бар.
Һәр йыл батша тыуған көн
Ата-әсәһе
хаҡы өсөн
Батша тыуғас, һыу алып,
Йыуған
ҡойоһо өсөн
Ҡорбан бирер йола
бар.
Батшаның тыу биҙәге –
Ҡара
ҡоҙғон ҡошо бар,
Шул ҡоштарҙы йыл
һайын
Һыйлай торған көнө бар.
Ана,
егет, күрәмһең,
Ул ҡоштарҙы
беләмһең,
Килеп тауға ҡунғандар,
Ем
булырын белгәндәр.
Ҡойоға ҡыҙҙар
һалған һуң,
Ҡыҙҙар шунда үлгән
һуң,
Барыһын алып ҡойонан
Ҡоҙғондарға
ташлайҙар,
Улар шунда ашайҙар.
Бынау
бәйле егеттәр
Һәр ырыуҙан килгәндер.
Батша
ҡыҙы йыл һайын
Тәүҙә һайлай
берәүһен;
Унан ҡала батша үҙе
Ҡолдар
һайлай һарайға;
Унан тороп ҡалғаны

Тәңре
өсөн ҡорбанға, –
Тип
һөйләп тә бөтмәгән,
Зарын әйтеп
етмәгән –
Алтын
тәхет өҫтөндә
Батша ҡыҙы ултырған,
Дүрт
яғынан дүрт ҡоло
Тәхетене
күтәргән,
Баҫмалатып артынан,
Бер
яраны эйәргән,
Быныһы үҙе
артынан
Ҡалғандарын эйәрткән.
Килеп
еткәс, ти, былар:
– Тигеҙ, яҡшы
тороғоҙ,
Батша ҡыҙы килә бит,
Яҡты
йөҙлө булығыҙ! –
Тип
берәүһе әйткән, ти.
Сафты боҙоп
торғанды
Ҡамсы менән һуҡҡан, ти.
Батша
ҡыҙы шул саҡта
Килеп еткән майҙанға;
Урал
да рәт боҙмаған,
Баҫып торған
ыңғайға;
Батша ҡыҙы, аралап,
Бер
егетте һайлаған,
Араһынан оҡшарҙай
Бер
егет тә тапмаған.
Аҙаҡ сиктә,
яҡынлап,
Уралға килеп еткән, ти,
Туҡтап
тороп шул ерҙә
Уралға күҙ теккән,
ти;
Ҡулына алып бер алма
Уға бүләк
иткән, ти.
Батша ҡыҙы майҙанда
Башҡа
һайлап тормаған,
Уралды алып барырға
Бер
яранға ымлаған.
Ҡыҙ тәхеткә
ултырған,
Тағы ҡолдан күтәртеп,
Һарайына
юлланған.
– Батша ҡыҙы һөйҙө бит,
Батша
кейәүе булды бит! –
Тип,
барыһы шау килеп,
Ярандары зыу
килеп,
Халыҡты ситкә тарҡатып:

Әйҙә һарайға, егет,
Батша ҡыҙы көтә,
– тип,
Уралға йола аңлатып,
Бер
яраны шул саҡта
Юл башларға булған,
ти,
– Кейәү булдың беҙгә, – тип,
Арҡаһынан
һөйгән, ти.
Урал быға күнмәгән,
Һарайға
ул китмәгән.
– Мин йоланы белмәйем,
Эш
аҙағын күрәйем,
Аҙаҡ барһам,
барырмын,
Ҡыҙҙы эҙләп табырмын,

Тиеп
Урал әйткән, ти,
Ярандарҙың һүҙҙәрен
Шулай
кире ҡаҡҡан, ти;
Ә тегеләр ҡорсайып,
Ҡыҙға
әйтә киткән, ти.
Күп тә ваҡыт
үтмәгән,
Майҙанда шау-шыу
бөтмәгән,
Алғасҡылар юл башлап,
Дүрт
батырын эйәртеп,
Ҡолдан тәхет
күтәртеп;
Бураланған дөйәләй,
Ҡанһыраған
айыуҙай
Күҙенә ҡан һауҙырып,
Күҙ
ҡабағын тойзороп,
Ужар сәсеп, мат
ҡурып,
Ҡабан сусҡа елкәле,
Филдәй
йыуан балтырлы,
Ҡымыҙ тулған
һабалай,
Имәнес йыуан ҡорһаҡлы,
Ужарынан
халыҡтың
Башын ергә эйҙереп,
Ҡатил
батша килгән, ти,
Барыһын да
аралап,
Ир-ҡол һайлап үткән, ти.

Быныһы һарайға барыр, тип, –
Быныһы
ҡорбанға булыр, тип,
Ҡол һайлауын
бөткән, ти.
Ҡыҙ һайлауға күскән,
ти.
Ҡыҙҙар һайлап йөрөгәндә,
Бер
һылыуға еткәндә,
Бер яранын саҡыртып:

Тешен ҡара, – тигән, ти.
Алһыу йөҙөн
ҡаплаған
Ҡулын ҡыҙҙың алған,
ти;
Күкрәктәрен ҡапшаған,
Билен
тотоп ҡараған, –

Һарайға был ярар, тип,
Бүтәнен үҙегеҙ
ҡараң, тип,
Арыуҙарын һайлағыҙ,
Кәрәгенсә
алығыҙ, –
Тиеп
батша әйткән, ти,
Ярандарға ҡушҡан,
ти.
– Ҡалғандары әсәмдең,
Мине
йыуған ҡойомдоң
Ҡорбанына ҡалыр, -
тип,
Аҙаҡ һүҙен әйткән, ти.
Асыуланып,
шул саҡта
Ҡыҙы килеп еткән, ти,
Урал
янына үткән, ти,
Үпкә һүҙен әйткән,
ти:
– Егет, һине һайланым,
Һарайыма
барманың,
Алма биреп ымланым,
Мине
тиңгә алманың,
Кире ҡаҡтың һүҙемде,
Бөтә
ҡолдар алдында
Ҡара иттең йөҙөмдө,

Тигән
һүҙҙе ишеткәс,
Батша төшкән тәхеттән:

Ҡайһы ырыу егеттән
Минең ҡыҙым
хурланған? –
Тип
Уралға килгән, ти,
Төкөрөк сәсеп
ауыҙҙан
Һүҙен һөйләп киткән, ти:

Әй, егет, һин затымды,
Ҡатил батша
атымды,
Кеше түгел, был илдә –
Мин
биләгән һәр ерҙә –
Ҡошо-ҡорто,
йәнлеге
Ишетеп тә, күреп тә,
Гүрендәге
үлек тә,
Аңлағанын беләһең!
Ҡыҙым
әйткәс бармайса,
Нимә уйлап тораһың?
Ниңә
йолам боҙаһың,
Бармай ваҡыт һуҙаһың?


Батша тигән нәмәне,
Кеше һуйыр
йоланы
Ишетеп тә, күреп тә,
Нисә
йылдар йөрөп тә,
Һис бер ерҙә
күрмәнем,
Барлығын да белмәнем.
Мин
ят йола белмәйем,
Үлем тигән
яуызды
Үлтерергә эҙләйем.
Йоланан
да ҡурҡмайым,
Үлемдән дә өркмәйем,
Кеше
түгел, ҡошто ла,
Үлем килә ҡалдыниһә,
Килеп
ҡулын һалдыниһә,
Уны биреп Үлемгә
Ҡул
ҡаушырып тормамын!
Бына, ҡарап
торайым,
Бар йолаңды күрәйем,
Аҙаҡ
сиктә үҙ уйым
Һиңә әйтеп бирәйем,

Тигән
һүҙен ишеткәс,
Уралдың төптө сит
кеше
Икәнлегене белгәс,
Ярандар
ҙа, батырҙар,
Батша яҡлы ҡарт-ҡоролар,
Батша
ҡыҙын Уралдан
Уға ҡыҙҙы биреүҙән,
Уны
кейәү ҡылыуҙан
Барыһы ла көнләшкән;
Үлем
көткән бары халыҡ
Мыны ишетеп
ҡыуанып,
Үҙ араһы һөйләшкән.
Батша
быға шашҡан, ти:
– Бындай тинтәк
һайлама,
Күҙең юҡҡа талдырып,
Юҡ
кешегә ҡарама,
Ҡайтсы, ҡыҙым, ҡайт,
әйҙә,
Һарайыңа кит әйҙә, –
Тип
ҡыҙына әйткән, ти.
– Ҡорбандарҙы
тотмағыҙ,
Ҡыҙын һыуға һалығыҙ,
Ирен
утҡа атығыҙ.
Был егетте бығаулап,
Минең
янға оҙатығыҙ, – тип,
Дүрт батырға
ҡушҡан, ти.
Үҙе, тәхеткә ултырып,
Башҡарыуҙы
көткән, ти.
Ярандары ҡыҙҙарҙы,
Ҡулы
бәйле ирҙәрҙе, –
Ҡыҙын
һыуға ташларға,
Ирен утҡа
тапшларға
Ҡуҙғалыша башлағас,
Халыҡ
сыр-сыу илашҡас,
Урал ырғып сыҡҡан,
ти,
Ошо һүҙен әйткән, ти:
– Мин
күренмәҫ Үлемде
Юҡ итергә сыҡҡанмын;
Ҡан
ҡойоусы батшанан,
Кеше ашар дейеүҙән
Бар
кешене ҡотҡарыу,
Йәншишмәнән һыу
алып,
Үлгәндәрҙе терелтеү
Өсөн
тыуған батырмын!
Халыҡ илап торғанын
Күҙ
алдында күргәндә,
Йәнде алыр яуыз
Үлем
Кешегә ҡулын һалғанда,
Ирмен
тигән ир-батыр
Шып-шым ҡарап
торормо?
Яуыздарға юл ҡуйып,
Батыр
ҡурҡып ҡалырмы?
Кит, ярандар,
артабан,
Төш, ҙур батша, арбанан,
Ҡолдар
ҡулын сисегеҙ,
Ҡыҙҙар ҡулын
сисегеҙ!

Батша быны ишеткәс,
Ҡыҙарынған,
бүртенгән,
Ҡысҡырынған, екергән,
Батырҙарына
ҡарап:
– Үлем эҙләп йөрөһә,
Ҡанға
һыуһап тилмерһә,
Күрһәтегеҙ
Үлемде,
Танытығыҙ илемде! – тип,
Ҡаты
фарман биргән, ти.
Тәне йөнтәҫ
айыуҙай,
Үҙҙәре ҙур дейеүҙәй
Дүрт
батыры килгән, ти,
– Алыштанмы,
тартыштанмы? –
Һайла
берҙе!, – тигән, ти.
– Әрәм булып
ҡуймағыҙ,
Тәүҙә шуны уйлағыҙ.
Үҙегеҙҙән
көслөрәк
Берәй хайуан һайлағыҙ,
Тигәс,
былар яман көлгән, ти.
– Ай-һай батыр
икәнһен! –
Тип,
батша ла, бары ла
Мыҫҡыл итеп ҡуйған,
ти.
Ҡатил батша асыуҙан
Ни әйтергә
белмәйсе,
Уйлап-нитеп тормайсы:

Ҡанһыраған икән был,
Йәнһерәгән икән
был, –
Һарайымды
күтәргән
Үгеҙемде килтерең:
Үгеҙ
ҡылыр ҡылыҡты,
Һеҙ батырҙар, тик
тороң, –
Тигән
һүҙҙе ишеткәс,
Бары халыҡ ҡурҡҡан,
ти.
Уралды бик ҡыҙғанып,
Әрәм була
егет, – тип,
Халыҡ күҙ йәш түккән,
ти.
Атаһына ялбарып,
Ҡыҙы ла килеп
еткән, ти:
– Атаҡайым, ҡуйсәле,
Юҡҡа
әрәм итмәле!
– Кейәү һайла үҙең, –
тип
Миңә биргән һүҙең бар.
Был
егетте һайланым,
– Кейәүем, тип
уйланым,
Һөйләшергә егеттең
Һис
яйына ҡуйманың.
Атаҡайым, ҡуйсәле,
Юҡҡа
әрәм итмәле! –
Тиеп
ҡыҙы әйтһә лә,
Ҡанлы йәшен түкһә
лә,
Ҡыҙы һүҙен алмаған,
Ҡыҙ яйына
ҡуймаған.
Ерҙе тырнап, үкереп,
Шылағайын
ағыҙып,
Тауҙай үгеҙ килгән, ти.
Урал
алдына килеп,
Баҫып ҡарап торған
да,
Муйынын аҙыраҡ борған да:

Егет, ергә атмамын,
Сереп, туҙан
булғансы,
Елгә осоп туҙғансы,
Мөгөҙөмдө
You have read 1 text from Bashkir literature.
Next - Урал Батыр - 2
  • Parts
  • Урал Батыр - 1
    Total number of words is 3602
    Total number of unique words is 1861
    27.4 of words are in the 2000 most common words
    39.4 of words are in the 5000 most common words
    45.5 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Урал Батыр - 2
    Total number of words is 3632
    Total number of unique words is 1731
    29.6 of words are in the 2000 most common words
    42.9 of words are in the 5000 most common words
    49.4 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Урал Батыр - 3
    Total number of words is 3625
    Total number of unique words is 1720
    28.6 of words are in the 2000 most common words
    41.4 of words are in the 5000 most common words
    48.3 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Урал Батыр - 4
    Total number of words is 3589
    Total number of unique words is 1827
    26.0 of words are in the 2000 most common words
    37.8 of words are in the 5000 most common words
    43.9 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Урал Батыр - 5
    Total number of words is 674
    Total number of unique words is 378
    38.5 of words are in the 2000 most common words
    50.2 of words are in the 5000 most common words
    56.4 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.