Latin

Тыуған ерҙән алыҫта ла рухтары ныҡ

Total number of words is 2394
Total number of unique words is 1433
28.4 of words are in the 2000 most common words
44.4 of words are in the 5000 most common words
51.2 of words are in the 8000 most common words
Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.

Күптән түгел Анапа ҡалаһына юл төшөп, был яҡтарҙа йәшәгән яҡташтар менән осрашып-танышыу форсаты тейҙе. Бер нисә көн дауамында милләттәштәр менән әүҙем аралаштыҡ. Уларҙың һәр береһе, бала һәм йәшлек йылдарын хәтерләп, үҙ Уралын онотмауын, төрлө матбуғат саралары аша Башҡортостандағы хәлдәр менән хәбәрҙар булыуын, тыуған төйәктең һәр уңышы менән хаҡлы ғорурланыуын бәйән итте. Һүҙҙәрендә ара-тирә һағыш сатҡылары сағылһа ла, дөйөм алғанда, бер кем дә яҙмышына зарланманы. Киреһенсә, һәр яңы танышым үҙенең башҡортлоғо менән ныҡлы ғорурланыуын, халҡыбыҙға хас милли рухтың үҙендә етерлек булыуын күрһәтте. Түбәндәге юлдар сит яҡтарҙа бер ҙә юғалып ҡалмаған, йәмғиәттә ныҡлы урын алып йәшәгән, күптәр һоҡланырлыҡ эштәр менән мәшғүл булған рухлы башҡорттар хаҡында.

Ҡала тураһында бер кәлимә

Анапа – Краснодар крайының көньяҡ-көнбайыш өлөшөндә, Ҡара диңгеҙ буйында урынлашҡан курорт-ҡала, 2011 йылдан «Хәрби дан ҡалаһы» тигән маҡтаулы исем йөрөтә.

Совет осоронда бында башлыса балалар өсөн тәғәйенләнгән курорт һәм шифаханалар, пионер лагерҙары эшләгән, сөнки нәҡ Анапа янында диңгеҙ буйының 42 саҡрымы ҡомло, 12 саҡрымы ташлы һәм ярҙан арыу уҡ эскә ингәнсе һыу әллә ни тәрән түгел, бында үҫмерҙәр өсөн хәүеф тыуҙырырлыҡ соңғолдар юҡ. Һыу инеү миҙгеле майҙан октябргәсә дауам итә, диңгеҙҙең уртаса температураһы был ваҡытта 21-25 градус була.

Тарихтан 1781 – 1782 йылдарҙа бында ҡәлғә төҙөлөүе билдәле. Рәсәй империяһы һәм Төркиә араһындағы һуғыштар барышында ул бер нисә тапҡыр урыҫ ғәскәрҙәре ҡулына күсә. 1829 йылда ҡәлғә тулыһынса Рус дәүләтенә ҡушыла. Батша Николай I указына ярашлы, 1846 йылдың 15 декабрендә Анапаға ҡала статусы бирелә, ә 1866 йылдан ул курорт-ҡала булып иҫәпләнә.

XX быуаттың 40-сы йылдарында бында 14 шифахана һәм тиҫтәнән ашыу пионер лагеры эшләй. Бөйөк Ватан һуғышы барышында ҡала тулыһынса тиерлек емерелә, бары тик 50-се йылдарҙа ғына аяҡҡа баҫтырыла. 1979 йылда тимер юл станцияһы файҙаланыуға тапшырыла. 2006 йылда Краснодар крайының Анапа районы биләмәләрендә «курорт-ҡала Анапа» муниципаль берәмеге ойошторола.

Ҡалала 30-ға яҡын мәктәп һәм гимназия, бер нисә юғары уҡыу йорто, башҡа ҡалаларҙағы университет һәм институттарҙың филиалдары, ике театр һәм ике музей, шул иҫәптән асыҡ һауалағы археология музейы эшләй, ике аквапарк һәм океанариум бар.

Һәр кем – бай яҙмышлы

Ошо үҙенсәлекле ҡалаға яҡташтарыбыҙҙың һәр ҡайһыһын яҙмыш алып килгән. Төрлө йылдарҙа төпләнеп, Анапала улар үҙ урынын тапҡан. Билдәле йыр һүҙҙәрен саҡ ҡына үҙгәртеп әйткәндә, Ерҙә һибелгән башҡорттоң бер ғәзиз балаһы булараҡ, улар милләтебеҙ бәҫен артабан арттырыуға көсөнән килгәнсә өлөш индерә.

Марс Ғәббәсов әле Рәми Ғарипов исемен йөрөткән элекке 1-се мәктәп-интернатта уҡымаған булһа ла тормошта үҙенең лайыҡлы урынын мотлаҡ табыр ине. Шулай ҙа республикабыҙҙа ғына түгел, унан ситтә лә киң билдәле бихисап шәхестәр тәрбиәләгән был уҡыу йорто уның яҙмышына һиҙелерлек йоғонто яһаған тиһәң, бер ҙә хата булмаҫ. Уйынлы-ысынлы «беҙ бит интернатскийҙар» тип оло ғорурлыҡ менән әйтеүселәрҙең күбеһенә хас ыңғай сифаттар Марс Мөхтәбәр улының да бар ҡылыҡ-фиғелендә ярылып ята. Тәү сиратта юғары милли рух күҙгә ташлана. Тәбиғәттән бирелгән йыр-бейеүгә, төрлө халыҡ музыка ҡоралдарында уйнауға маһирлыҡ та унда нәҡ мәктәп-интернатта уҡыған йылдарҙан башлап үҫешкән.

Мәшһүр шағирыбыҙ Шәйехзада Бабичтың Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының миҙалына исем биргән «Ал да нур сәс халҡыңа!»” тигән ҡанатлы һүҙҙәре нәҡ Марс ағайға төбәп әйтелгәнме ни?! Был оло бүләкте ғорурлыҡ һәм ихтирам менән күкрәгендә йөрөткән яҡташыбыҙ ошо саҡырыуҙы ла матур итеп тормошҡа ашыра.

Ейәнсура районының Үтәғол ауылында ябай колхозсы менән башланғыс кластар уҡытыусыһының алты балалы ғаиләһендә тыуып үҫкән Марс Ғәббәсов. Анапаға уны Сик буйы ғәскәрҙәренең диңгеҙ частарындағы өс тиҫтә йылға яҡын дауам иткән хәрби хеҙмәте алып килгән. Запастағы 2-се ранг капитанының был ваҡыт эсендә күргән-кисергәндәре күләмле яҙмаларға торорлоҡ. Әйткәндәй, офицер булыу теләге унда X класта уҡығанда, интернатты тамамлап хәрби училищела уҡып йөрөгән Фларит Иҫәнғолов менән мәктәптәге осрашыуҙан һуң уяна.

Уның юлын һайлаған Марс, ҡайҙа ғына хеҙмәт итһә лә, тыуған төйәге, туғандары, дуҫ-иштәре һәм класташтары менән бәйләнешен өҙмәй, әле лә, мөмкинлек табып, йыл һайын Ейәнсура тарафтарына ҡайтып әйләнергә ашҡынып тора. Әлбиттә, туған йыр-моңонан да айырылмай: элегерәк үҙебеҙҙең халыҡ көйҙәре яҙылған кассеталарҙы, йырсыларҙың дисктарын осраған һайын ала барһа, хәҙер уларҙы Интернеттан тыңлап ҡыуана. Башҡортостан телеканалдарын ҡарап, «Юлдаш» радиоһы тыңлап, бигерәк тә оло шатлыҡ кисерә ул. Был бер ҙә Марс Мөхтәбәр улының яңғыҙы ғына хозурланып йөрөүен аңлатмай. Тиҫтә йылға яҡын Краснодар крайының «Ағиҙел-К» башҡорт милли үҙәгенең Анапа ҡалаһы филиалы етәксеһе булараҡ, көндәлек эшмәкәрлегендә заман техникаһының бөтә мөмкинлектәрҙе лә әүҙем ҡуллана. Милләттәштәр бергә йыйылғанда башҡортса тапшырыуҙар тыңлап һәм ҡарап рәхәтләнә.

Йәмәғәт ойошмаһының бар эштәре уртаһында ла, әлбиттә, етәксе үҙе ҡайнай. Кубань тарафтарында халҡыбыҙҙың бай мәҙәниәтен һәм йолаларын пропагандалауҙа лә шәхсән өлгө күрһәтә Марс: төрлө байрам сараларында күп йылдар инде үҙенән ҡалдырмаған «Тула» гармунын тотоп сәхнәгә лә сыға, көн тәртибенә ярашлы, йә моңло, йә дәртле көйҙәрҙе һыҙҙыра, шунан, күптәрҙе әсирләндереп, йырлап та ебәрә. Уның башҡарыуындағы «Перовский» һәм «Башҡорт егете» бейеүе барыһын да бер тауыштан «Эй, башҡорт, маладис!» тигән хуплауҙар менән оҙаҡ ҡына алҡышларға мәжбүр итә. «Рәсәй халыҡтары дуҫлығы гөлләмәһе» тигән край фестивалендә лауреат исеменә лайыҡ булған яҡташыбыҙ Марс Ғәббәсов алыҫ тарафтарҙа милләте исеменән шулай итеп изге нур сәсә. Афарин, уҙаман!

Әйткәндәй, запастағы хәрби хеҙмәткәрҙең оло улы атаһы юлын һайлаған, кесеһе газ сәнәғәте өлкәһендә эшләй. Марс Мөхтәбәр улы хәләл ефете Людмила менән бөгөн өс ейәнсәрен үҙ өлгөһөндә тәрбиәләй.

Ришат Әхмәтйәновтың сит ерҙәрҙә яҡтылыҡ һипкән матур эштәре саҡ ҡына башҡараҡ йүнәлештә. Ул ниндәйҙер дәрәжәлә мәғрифәтсе шағир Мифтахетдин Аҡмулланың саҡырыуын эҙмә-эҙ тормошҡа ашыра: йәштәрҙе сауҙа һәм хеҙмәтләндереү өлкәһендә урта һөнәри белемле иткән шәхси техникум асҡан һәм бына тиҫтә йыл ярым уға уңышлы етәкселек итә. Һоҡланырлыҡ бит?! Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының «Ал да нур сәс халҡыңа!» миҙалын тапшырғанда яҡташыбыҙҙың ошо эшмәкәрлеге лә һис шикһеҙ иҫәпкә алынғандыр.

Техникум – милләттәштәребеҙҙең даими йыйылыу урыны. Уны һоҡланып һәм ғорурланып, «Башҡортостаныбыҙҙың бер мөйөшө» тип йөрөтәләр. Йәмәғәт ойошмаһының төрлө сараларын әҙерләп үткәреүҙән оло ҡәнәғәтлек, яҡташтары менән аралашыуҙан ҙур ҡыуаныс ала хужа. Бала саҡтан уҡ дөйөм мәнфәғәттәрҙе күңеленә яҡын иткән Ришат Мәҡсүт улы, Анапа районының имам-мөхтәсибе вазифаһына ла баштан-аяҡ егелеп, мәғрифәтселек һәм иман нуры таратыу эшен әүҙем алып бара.

Ришат Ишембай ҡалаһында тыуған. Урта Азияның сүлле далаларын үҙләштерергә ебәрелгән ата-әсәһе уны ике генә йәшендә Тажикстанға алып китә. 1978 йылда Сәмәрҡәнд кооператив институтын барыһына ла өлгө күрһәтеп тамамлай, уҡығанда комсомол ойошмаһы секретары, төркөм старостаһы була. Совет осорондағы тәртипкә ярашлы, уны юллама менән Башҡортостанға эшкә ебәрәләр. Йәштәрҙә илһөйәрлек тойғолары, ауырлыҡтарҙы еңергә ынтылыш ташып торған ул замандарҙа рух күтәренкелеге кисергән әүҙем егет бирелгән брондән файҙаланмай, үҙе теләп Совет Армияһына саҡырыуҙарын юллай. Ике йыллыҡ хәрби хеҙмәт барышында махсус әҙерлек үтеп, лейтенант дәрәжәһе алып тыуған төбәгенә ҡайтып төшә һәм йәмәғәт туҡланыуы тармағында эш башлай.

Юғары белемле йәш белгес Өфәләге 1-се ашханалар тресының 10-сы ашханаһына директор итеп тәғәйенләнә. Хеҙмәт кенәгәһендәге яҙыуҙар күрһәтеүенсә, артабанғы тормошонда һайлаған һөнәренә тоғро булып ҡала: баш ҡаланан һуң Стәрлетамаҡта, шунан Тажикстандың Ленинабад ҡалаһында йәмәғәт туҡланыуы предприятиеларының эшен яйға һала, уларҙы заманса ҡорамалдар менән йыһазландыра, яңы технологиялар индерә. Ярайһы ғына тәжрибә туплағас, Өфө сауҙа техникумында уҡытыусы һәм бүлек етәксеһе булып эшләй. Артабан инициативалы хеҙмәткәрҙе Башҡортостан Хөкүмәтенең Эштәр идаралығына әйҙәүсе белгес итеп саҡыралар.

Яҙмыш елдәре Анапа тарафтарына алып килгәс, башта урындағы индустриаль техникумда уҡыта, яңы быуат башында алда телгә алынған шәхси уҡыу йортон асып ебәрә. Уның өсөн яҡташыбыҙҙың үҙ иҫәбенә махсус бина һалдырыуы, техникумын тейешле кимәлдә йыһаз-ҡорамалдар менән тәьмин итеүе айырыуса маҡтауға лайыҡ. Ришат Мәҡсүт улының һанап үтелгән изге эштәренә тағы ла уның йөҙләгән төп ағас ултыртыуын, илебеҙ баш ҡалаһындағы билдәле юғары уҡыу йорттарын тамамлап, бөгөн һайлаған һөнәрҙәре буйынса маҡталып хеҙмәт иткән өс ул һәм ҡыҙ тәрбиәләп үҫтереүен һәм атай булараҡ үҙ бурысын тулыһынса үтәүен дә өҫтәргә генә ҡала.

Илдар Мазһаровты тулы мәғәнәлә үҙ заманының ысын вәкиле тип әйтергә була. Яҡташыбыҙ сығышы менән Баймаҡ районының Йомаш ауылынан. Уҡытыусылар Сәрүәр Хөсәйен ҡыҙы менән Риза Вара улының һигеҙ балаһының иң олоһо. Ата-әсәһенән өлгө алып һәм ҡусты-һеңлеләренә үрнәк күрһәтеп, Сибайҙа педагогия училищеһын тамамлаған. Совет Армияһында хәрби бурысын үтәгәс, өс йыл Ҡолсора мәктәбендә эшләгән, 1974 йылда ВЛКСМ район комитетының йүнәлтмәһе менән ул дәүер йәштәренең күптәре хыялланған удар комсомол төҙөлөшөнә – Усть-Илим урман-сәнәғәт комплексын ҡороуға юлланған. Бында II разрядлы балта оҫтаһы һәм бетонсы булып эш башлай, ике тиҫтә йылдан ашыу һуҙылған хеҙмәт эшмәкәрлеге дауамында звено башлығы, бригадир, мастер, прораб вазифалары аша участка начальнигы вазифаһына тиклем үрләй. Ул заманда ярайһы ғына ҡиммәткә эйә булған «Коммунистик хеҙмәт ударнигы» исеменә, «Социалистик ярышта еңеүсе» һәм «Биш йыллыҡ алдынғыһы» билдәләренә, бихисап Почёт грамоталарына лайыҡ була. Ҡыҫҡаһы, милләттәшебеҙҙе бар яҡтан да маҡтап ҡына телгә алалар. Төп эшенән айырылмай Иркутск политехник институтын уңышлы тамамлай, күп йылдар йәмәғәт тормошоноң уртаһында ҡайнап, төҙөлөш идаралығының партия ойошмаһын етәкләй. Совет осоронда был яуаплы вазифаға иң ышаныслы һәм үҙ артынан башҡаларҙы эйәртә алыусыны ғына һайлайҙар ине. Ғүмерлек мөхәббәтен дә Ангара буйҙарында осрата Илдар ағай. Уның кеүек комсомол юлламаһы менән Усть-Илимск ҡалаһына килгән Варвара апай уға ике ҡыҙ бүләк иткән, улары бөгөн гөрләтеп үҙаллы тормош көтә.

Анапаға килеп төпләнгәс, Илдар Риза улы, тәүге һөнәрен иҫенә төшөрөп, тиҫтә йылдан артыҡ мәктәптә хеҙмәт дәрестәрен алып бара. Эш араһында үҙ проекты нигеҙендә шәхси йорт һалып инә, ҡатыны менән икәүләп әле лә баҡса үҫтерәләр, йорт ҡуяндары, тауыҡ, ҡаҙ тоталар.

Хаҡлы ялға сыҡҡас, яҡташыбыҙ ныҡлап дин юлына баҫа. Ул ғына түгел, Өфөләге Рәсәй ислам университетын уңышлы тамамлап, махсус белем дә ала. Бөгөн ул күңел биреп имам вазифаһын башҡара, диндәштәре араһында юғары абруйлы һәм ихтирамлы.

– Башҡорт мәғрифәтсеһе Ризаитдин Фәхретдиндең олатаһы заманында Анапа ҡалаһында ҡазый булған, мин уның изге эшен дауам итеү йәһәтенән көсөмдән килгән өлөшөмдө индерергә тырышам, – ти Илдар ағай Мазһаров. Был мөҡәддәс ниәттәрҙе үтәүҙә уға уңыштар юлдаш булһын!

Вәлмир Бәхтейәров Бәләбәй районының Баймырҙа ауылында тыуған. Атаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған механизаторы Шәүкәт Сәйетгәрәй улы өлгөһөндә тракторсы һөнәрен һайлаған. 1970 йылдың яҙын бураҙнала ҡаршылап, ул заманда республикала киң билдәле «Сухоречка» совхозы ҡырҙарында тәүге хеҙмәт сынығыуы алған. Әрмегә барып ҡайтҡас, Себер тарафтарына юллана һәм газ сығарыу идаралығының автотранспорт контораһына тракторсы булып эшкә урынлаша. Тырыш һәм бурыстарына намыҫ менән ҡараған яҡташыбыҙ тиҙҙән механик итеп үрләтелә, артабан өс меңгә яҡын хеҙмәткәре булған ойошманың юғарыраҡ һәм яуаплыраҡ вазифаларын да яҡташыбыҙға ышанып тапшыралар. Бөтә донъяға танылған Ямбург нефть һәм газ конденсаты ятҡылығын үҙләштереүгә шәхсән өлөшөн индерә, төрлө маҡтау билдәләренә лайыҡ була.

Ир-уҙаманға дәртләнеп эшләргә яҙмышы тыуған яҡтарҙан ситтә осраштырған һөйгәне, Ғафури районының Юлыҡ ауылы һылыуы Гөлсөм Фәүзи ҡыҙы бар йәһәттән булышлыҡ итә. Үҙен ҡыҙ һәм ул менән ҡыуандырған ҡатынына Вәлмир ағай бөгөн дә күңел йылыһын йәлләмәй. Анапа эргәһендәге ҡасабала заманса йыһазландырылған ике ҡатлы шәхси йортта гөрләтеп тормош көтә Бәхтейәровтар. Бергәләп тәрбиәләгән ярайһы уҡ майҙанлы баҡсалары иртә яҙҙан гөл-сәскәгә күмелә, артабан төрлө емеш-еләк мул уңыш бирә. Ҡаҙ, өйрәк һәм тауыҡ та аҫрайҙар, өйҙәрендә үҙебеҙҙең йыр-моң яңғырап тора, өҫтәлдәрендә – милли аш-һыу. Ейәне менән ейәнсәре лә уларға шатлыҡ өҫтөнә шатлыҡ ҡына өҫтәй. Әле икенсе класты тамамлаған Камилла бигерәк тә ҡыуандыра үҙҙәрен: уның спорт миҙалдарына яңылары өҫтәлеп кенә тора...

Вәлмир Шәүкәт улының ғаиләһе менән Анапала урынлашыу сәбәбен айырым әйтергә кәрәктер. 1989 йылда уға сираттағы яуаплы бурыс йөкмәтәләр һәм бында махсус командировкаға ебәрәләр. Уны СССР-ҙың газ сығарыу сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре өсөн шифахана һалырға тейеш булған төҙөлөш ойошмаһының участка начальнигы итеп тәғәйенләйҙәр. Бар билдәләнгән эштәрҙе тәғәйен ваҡытҡа һәм юғары сифатлы итеп башҡарыуға күп кенә көсөн түгә милләттәшебеҙ, ҡайһы бер саҡта ял тураһында онотоп торорға ла тура килә үҙенә. Уның да тос хеҙмәт өлөшө ингән «Витязь» шифаханаһы бөгөн «Газпром» йәмғиәтенең иң абруйлы һаулыҡ йорттарының береһе булып донъяға танылыу алған.

Ни генә тиһәң дә, Ҡара диңгеҙ буйҙарында ҡояш ҡырыҫ Себер тарафтарына ҡарағанда күпкә наҙлыраҡ бит. Ҡыҫҡаһы, төҙөлөштө уңышлы теүәлләгәс, Вәлмир Анапала төпләнергә ҡарар итә, ҡатыны ла быны бер тауыштан хуплай. Яҡташыбыҙ бер нисә йыл урындағы шифаханаларҙың береһендә, аҙаҡ ауыл хужалығы предприятиеһында гараж мөдире була. Шулай ҙа, күңеле түҙмәй, ике быуат осрашҡан осорҙа тағы ла йәшлек эҙҙәре ҡалған Себергә юллана, вахта ысулы менән эшкә тотона. Ниһайәт, 2009 йылда Гөлсөм апайҙы һәм яҡындарын ҡыуандырып, пенсия танытмаһын ҡулына ала. Бында «хаҡлы ялға сыға» тигән һүҙҙәрҙе махсус ҡулланманым, сөнки ағайыбыҙ әле лә тынғылыҡ белмәй, хәләл ефетенең ҡулы етмәгән башҡа бөтә төр йорт-ҡура һәм хужалыҡ мәшәҡәттәрен елкәһенән төшөргәне юҡ.

Хәмдиә Иҫәнғолова Ишембай районының Ураҙбай ауылынан, ун балалы ҙур ғаиләлә буй еткергән. Ауылдашы Сәғитте әрме хеҙмәтенән көтөп алған. Сәстәрен сәскә бәйләгәс, егеткә яһалған тәҡдим буйынса йәштәр Алыҫ Көнсығышҡа, Сахалин утрауына юллана. Ғаилә башлығы бындағы эшмәкәрлеген балыҡ тотоу судноһында матрос булып башлай, артабан бригада мастеры вазифаһына тиклем күтәрелә.

Хәмдиә иһә тәүҙә икмәк бешереү комбинатында хеҙмәт һала, һуңғараҡ океан балыҡсылығы базаһының кадрҙар бүлегендә инспектор һәм өлкән инспектор була. Бала саҡтан ата-әсәһе өлгөһөндә тырышлыҡ һәм намыҫлыҡты ҡанына һеңдергән милләттәшебеҙ үҙ бурыстарын һәр саҡ маҡталып башҡара. Шуға ла уны йәмәғәт эштәренә лә йәлеп итәләр, ул бында ла әүҙемлек күрһәтә. Сит тарафтарҙа ялдарын түҙемһеҙлек менән көтөп алған балыҡсыларға ул саҡтағы Советтар Союзының төрлө төбәктәренә ҡайтып килер өсөн самолет һәм поезға юл билеттары хәстәрләү кеүек мәшәҡәттәрҙе лә Хәмдиәгә ышанып тапшыралар. Уҙған быуаттың 90-сы йылдары уртаһына тиклем, йәғни донъялар үҙгәргәнсе башҡара ул был эште. Был ваҡытҡа инде аяуһыҙ яҙмыш һынауҙарын да бер ни тиклем татып өлгөргән ҡатын, 2000 йылда шәхси эшҡыуар булып теркәлеп, авиа- һәм тимер юл билеттары һатыу буйынса агентлыҡ асып ебәрә.

Етенсе тиҫтәһен ваҡлаған ханым, 38 йыл ғүмерен Сахалин тарафтарында үткәреп, йәйге ял осоронда үҙе оҡшатып өлгөргән Анапаға килеп төпләнә. Әле техникумда уҡыған ҡыҙын оло тормошҡа әҙерләй, күңеленә ятҡан шөғөл дә тапҡан. Финанс өлкәһендәге был эшмәкәрлегендә ул күптәргә өлгө күрһәтә, сит илдәр менән бәйләнештәр урынлаштырып, беҙҙең халыҡтың төрлө ҡатмарлы һәм етди эштәрҙе лә уңышлы башҡара алыуын үҙ өлгөһөндә раҫлай.

Яҙмышынан ҡәнәғәт булып, яҡташтары һәм фекерҙәштәре менән аралашыуҙан ләззәт табып йәшәй Хәмдиә Сәхиулла ҡыҙы. Заманында Япониянан машина алып, рулдә яңғыҙы тыуған ауылына тиклем ҡайтырға баҙнат иткән яҡташыбыҙ бәғзеләрҙе бимазалаған ҡыйынлыҡтарҙың бер ниндәй кәртә түгеллеген бөгөн дә дәлилләй. Уның йөҙөнә сыҡҡан тормошто яратыу хисе, һәр тотонған эшен тәм тойоп башҡарыуы яҡындағыларға ла ыңғай тәьҫир итә. Киләсәктә лә шулай булырына иманым камил.

Анапа башҡорттары икеләтә яуаплылыҡ тоя

Әлбиттә, көньяҡ тарафтарҙа йәшәү бар яҡтан еңелерәк: мәҫәлән, шул уҡ Анапала яҙ күпкә иртәрәк килә, йәйҙәрен – иҫ китмәле хозурлыҡ, Уралдағы ҡырыҫ ҡыштар унда бөтөнләй булмай. Әммә тәбиғәттең йылылығы ғына беҙгә етеңкерәмәй шул, кеше күңеленең йылыһы, уның ҡараштары һипкән нур һәм наҙ күпкә ҡиммәтерәк. Милләттәштәребеҙ менән бер нисә көн яҡындан аралашыу нәҡ шундай уйҙар уятты.

Беренсе тапҡыр осрашыуға ҡарамаҫтан, уларҙың һәр береһе мине яҡташ итеп ҡәҙерләп ҡаршы алды, халҡыбыҙға хас һый-хөрмәт күрһәтте. Һөйләшеп-танышыу барышында ҡайһы берҙәре менән уртаҡ таныштарыбыҙҙы асыҡлау араларҙы тағы ла яҡынайтты.

Ҡыҫҡаһы, яҙмыш тыуған ерҙән ситтә йәшәтһә лә, яҡташтарыбыҙҙа милли рух саҡ ҡына ла кәмемәгән, уларҙы һағыш хистәре баҫып китмәгән. Йәштәренә ярашлы хаҡлы ялда булһалар ҙа, бер кем дә ҡул ҡаушырып ултырмай, күңеленә яҡын шөғөл менән мәшғүл. Бынан, берҙән, үҙҙәренә файҙа булһа, икенсенән, һәм был мөһимерәктер тип уйлайым, – башҡорт халҡының тулы хоҡуҡлы вәкиле булараҡ, улар бының менән хаҡлы рәүештә ғорурлана һәм дөйөм мәнфәғәткә йүнәлтелгән матур эштәре аша сит тарафтарҙа милләтебеҙҙе танытыуға, уның бәҫен арттырыуға тос ҡына өлөш индерә.

Тел, милләт һәм рух кеүек изге төшөнсәләр улар өсөн бер ҙә ят түгел. Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың күп мәғәнәле фекеренә таянып әйткәндә, алыҫ ерҙәрҙә лә башҡорт булып ҡалыу өсөн Анапа башҡорттары бер ниндәй ҙә ауырлыҡ тоймай. Үҙҙәренә икеләтә яуаплылыҡ йөкмәтелгәнен дә тулыһынса аңлай улар: бында йәшәгәндәр нәҡ уларҙың һәр береһенә ҡарап тотош милләтебеҙ хаҡында фекер йөрөтә бит. Шуға ла халҡыбыҙҙы, республикабыҙҙы лайыҡлы күрһәтеү өсөн тәү сиратта яҙмала телгә алынған яҡташтар хәленән килгәнсә тырыша тип әйтергә тулы нигеҙ бар. «Мин – башҡорт!» тип күкрәк ҡағыу ғына түгел, ә милләтеңде яратыу, халҡың өсөн ниндәйҙер эш башҡарыу башҡортлоҡто нығыраҡ иҫбатлай. Анапалағы милләттәштәребеҙгә оҡшаш көслө рухлы замандаштарыбыҙ һәр тарафта ла күберәк булһын ине!


Өфө – Анапа – Өфө.

You have read 1 text from Bashkir literature.