Latin

Шиғырҙар - Сөләймән Муллабаев

Total number of words is 261
Total number of unique words is 215
42.2 of words are in the 2000 most common words
49.5 of words are in the 5000 most common words
57.7 of words are in the 8000 most common words
Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.


***

 Аҡ ҡар өҫтөндә
 Төрлө эҙҙәр бар.
 Ҡоштар яҙыуы —
 Серле һүҙҙәр бар.
 Күгәрсен һәнәк
 Тамғаһы баҫҡан,
 Һарытүш беснәк
 Ҡуш мөйөш һуҡҡан.
 Уҡый белгәнгә
 Һәр бер ҡош телен,
 Бик тиҙ төшөндөм
 Уларҙың эҙен.
 

1988 йыл



Бәпкәләр

 Морон төртөп
          сыҡтылар ҙа
 Йөрөйҙәр сирәмлектә.
 Емдәр һибеп һыйлауымды
 Яратты улар бик тә.
 Тәмле һыйҙан ауыҙ иткәс,
 Итәгемдән тарталар.
 Беләм инде, улар бәпкә
 Үләнен яраталар.
 Мин төшөнәм телдәренә,
 Һөйөнөп: «Бип-бип! —
             тиҙәр, —
 Йәшел күлдәгең үләнгә
 Оҡшаған бик-бик!» —
                 тиҙәр.

 

1988 йыл


Инә ҡаҙ

 Һары матур бәпкәләрен,
 Берәмләп сафҡа теҙеп,
 Ҡаҙ эйәртеп алып китте,
 Өйрәтер өсөн йөҙөп.
 Яр ситенә етеү менән
 Ҡаңғылданы: «Ға-ға-ға!..
 Һайҙа ғына йөҙөгөҙ», —
                  тип
 Башлап инде йылғаға.
 Бәпкәләр ҙә:
 «Бип-бип-бип!» — тип
 Субырлап һыуға төштө.
 Тәпәйҙәрен ишкәк итеп,
 Улар бик оҫта иште.

 

1988 йыл


Көҙ

 Урман ойоп торғанда,
 Ә Ай бойоҡ торғанда,
 Йәй киткән әллә ҡайҙа,
 Уны күрмәгән Ай ҙа.
 Таң атҡансы, төньяҡтан
 Һыуыҡ килде һуҡмаҡтан.
 «Мин, — тине һыбай һыуыҡ, —
 Йәйҙе ебәрҙем ҡыуып.
 Менгән атым сыбар, — ти, —
 Уҫал бабайым бар, — ти, —
 Ә ул аҡбуҙ атлы, — ти, —
 Санаһы ҡанатлы, — ти, —
 Минең арттан килә, — ти, —
 Ел сығарып елә», — ти.
 Һоро ҡуян ҡыуаҡтан
 Ырғып торҙо һыуыҡтан,
 Ҡолағын ыуып әйтте:
 «Һалҡын килеп семетте.
 Был ниндәй хәл, әсәй! — ти, —
 Ҡайҙа юғалған йәй?» — ти.
 Мышы оҙонғолаҡҡа:
 «Көҙ килде, — ти, — ҡунаҡҡа!»

 

1988 йыл


 Алмағасҡа ҡунған ҡошсоҡ
 Ҡаратты Ташбулатты.
 Рогаткаһын бик тиҙ ҡороп,
 Уға төҙәп таш атты.
 Ботаҡ һелкенде, таш тейеп,
 Саҡ теймәне ҡошона.
 Ә алма таш булып төштө
 Ташбулаттың башына.

 

1988 йыл


Туҡ буйы

 Алтын бишек, тиҙәр һине,
 Туҡ буйы — тыуған яғым.
 Һыу ингәндә, сәңгелдәктәй
 Тирбәтә мине ағым.
 Саф көмөштәй һыуың менән
 Тәндәремде сафлайһың.
 Ярыңдағы таштарыңда
 Исемемде һаҡлайһың.
 Сәскә-үләндәреңдә бар
 Мең-мең төрлө дауаһы.
 Шишмәләрең ҡымыҙ һымаҡ,
 Их, шифалы һауаһы.

 

1988 йыл




You have read 1 text from Bashkir literature.