Бейектә оса ҡоҙғон ҡош,Унан бейек осор ыласын бар.Ыласындан да бейек оса торғанҠош батшаһы — ҡыйғыр бөркөт бар.Шул бөркөттәй, егет, батыр бул.Тайғаныңда таян дуҫтарға.Яуҙа арыҫландай ажғырып,Йән аямай ташлан дошманға
Зөләйха, һин ергә ингән хур ҡыҙы,Күҙҙәреңдә балҡый Зөһрә йондоҙо.Күҙҙәрең, гүйә, төндәге күк йөҙө,Яҡтыра шул күҙҙәреңдә ай үҙе.Ер хуры һин йәки ожмах шәүләһе,Һындарың, гүйә, фәрештә кәүҙәһе.Мин, бахыр, һине, Зөләйха, ныҡ һөйәм.Әйтә алмайса һүҙҙәремде, баш эйәм.Һиңә дан йырлар өсөн телем зәғиф,Һөйөүемде әйтергә һүҙем зәғиф.Зөләйха, һин ерҙә йөрөгән хур ҡыҙы,Күҙҙәреңдә яна күктең йондоҙо.
Һин алыҫта минән, Ватаным!Тыуған төйәк бигерәк аяулы.Ҡайтыр инем дә бит, башҡорттар,Аяҡтарым минең бығаулы!Ҡарҙар күмә минең юлымды,Тындарымды ҡыҫа таш йорттар.Әммә яҙын ирер ул ҡарҙар.Минме? Юҡ, үлмәнем, башҡорттар.
Тирмәм тора көмөш кеүек Йылға ярында. Хуш еҫле сәскәләр үҫә Тирә-яғымда.Көтөүҙәр йөрөй. Мин үҙем Ятам тирмәмдә. Туғандарым, яҡындарым Минең эргәмдә.Шул саҡ тирмәм ишеген Асырға ҡуштым. Төн буйы тыңланым моңон Һандуғас ҡоштоң.Ниндәй яҡшы, ниндәй татлы Булды бөгөн төн. Керпек тә ҡаҡмай үткәрҙем Ошо төндө мин.
Минең тыуған ҡырҙарым,Балдай татлы һыуҙарым,Яландарым, урманым,Күккә ашҡан Уралым, —Минең изге төйәгем,Һеҙҙе һөйә йөрәгем.Күгәреп күккә үрелгәнҠарлы башын Уралдың,Күҙҙең яуын алырҙайМатурлығын ҡырҙарҙыңМәңге маҡтар инем мин,Мәңге данлар инем мин.Тыуған-үҫкән илемдәнЯҙмышым йыраҡ ташлаһа,Һеҙҙе һағынып өлгөрәм,Төшөмдә һеҙҙе гел күрәм,Минең тыуған ҡырҙарым,Балдай татлы һыуҙарым,Яландарым, урманым,Һөйгән һылыу Уралым!Тыуған яҡтан ел иҫһә,Ул миңә хәбәр килтерә;Тыуған-үҫкән еремдән,Өҙөлөп һөйгән илемдән, —Минең тыуған ҡырҙарҙан,Балдай татлы һыуҙарҙан,Яландарҙан, урмандан,Күккә ашҡан УралданМиңә хәбәр килтерә.
Ай Уралым, Уралым,Күгәреп ятҡан Уралым.Нурға сумған түбәһеКүккә ашҡан Уралым!Һине маҡтай йырҙарым,Һине данлай йырҙарым.Төнөн күккә ай ҡалҡһа,Алтындай балҡый Уралтау;Көндөҙ күккә көн ҡалҡһа,Көмөштәй балҡый Уралтау.Биттәреңдә, Уралтау,Ҡамыштай ҡарағай урманың,Итәгеңдә, Уралтау,Балаҫтан болон, ҡырҙарың...Ҡыҙарып ҡалҡҡан ҡояштыҺайрап ҡаршылай ҡоштарың;Тонйорап батҡан ҡояштыҺайрап оҙата ҡоштарың.Ай Уралым, Уралым,Һылыу ҙа һылыу Уралым!Һүҙем бөтһә лә телемдә,Йырым бөтмәне, Уралым!Маҡтап ҡурай уйнаһам,Бөтмәй ҙә торған көй булыр.Данлап йырым йырлаһам,Бөтмәй ҙә торған йыр булыр.
Һауаларға уҡ сойорғоттом,Ҡарлуғасҡа тейҙе уҡҡынам,Аяҡҡайым янына ҡолап төшкәс,Меҫкен ҡошто йәлләп юҡһынам.Һауаға атҡан уҡҡайымТау, урмандар аша уҙһасы.Ҡарлуғасҡай ҡошто үлтергәнсе,Бер дошмандың йәнен өҙһәсе.
Заманалар булған элгәре,Булған илдең батыр улдары.Баш етмәҫлек эштәр эшләгәндәр,Бөтә ғаләм белгән уларҙы.Ғүмер буйы йөрөп яуҙарҙа,Йыйған улар һанһыҙ дуҫтарҙы,Еңгән улар бик күп батырҙарҙы,Ҡырған улар һанһыҙ дошманды.Ҡурҡмағандар сихырсынан,Аждаһалай уҫал яуыздан,Ен-пәрейҙең мәкер-хәйләһенән,Йылан сәсә торған ағыуҙан.Рухым күтәрелде минең дә,Эйәрләнем мин дә атымды.Дошман сафын тар-мар итергәИзге яуға уҡтай атылдым.Мин ҡыйраттым дошман сафтарын.Өс йөҙ дошман һөжүм иттеләр.Бик күптәре аяҡ аҫтындаКәүҙәләрен тупраҡ иттеләр.Яуыз дошман яуы эсенәнАтым алып сыҡтым аҡланға.Аҡландағы йылға ситендәУлтырып, тәсбих әйтеп аллаға,Изге яуға тағы барам мин,Азатлыҡ һәм шөһрәт табам мин.
We use cookies to provide you with the best possible experience. They also allow us to analyze user behavior in order to constantly improve the website for you.