Latin

Шиғырҙар - Рәми Ғарипов

Total number of words is 1518
Total number of unique words is 883
35.0 of words are in the 2000 most common words
46.3 of words are in the 5000 most common words
52.1 of words are in the 8000 most common words
Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.


Jump to navigation
Jump to search

Башҡортостан

       (Сит илдән ҡайтышлай)

 

Башҡортостан сиген үтеү менән,

Тыуып-үҫкән ергә етеү менән,

Нур тулғандай була күңелгә,

Йыр тыуғандай була күңелдә.

 

Йәшел бәрхәт төҫлө еркәйгенәм,

Ҡыҙҙар ҡулы төҫлө елкәйгенәм

Иркәләй бит талған күҙемде,

Иркәләй бит арыған йөҙөмдө.

 

Югереп сығыу менән ҡайындарым,

Онотолдо барлыҡ ҡайғыларым,

Күреү менән күген Уралдың,

Күҙҙәремә йәштәр уралды...

 

Уйнаҡлашып саба, ана, тайҙар...

Уйға килә яугир олатайҙар —

Илен улар тиккә һөймәгән,

Илем тиеп, тиккә көймәгән!

 

Башҡортостан — беҙҙең Бөркөтостан,

Иркең ҡурсып, күпме бөркөт осҡан!..

Башҡортостан — йөрәк ҡағышым,

Ерһенмәһәм, төшһөн ҡарғышың!

 

Һинһеҙ күңелем ҡалай йәшәһен,

Һинһеҙ зиһенем ҡалай йәшнәһен!

Башҡа ерҙә ашым ейелмәҫ,

Башҡа ергә башым эйелмәҫ...

 

Юҡ, кәрәкмәй миңә аһ-ваһтарың,

Ары торһон йәннәт-ожмахтарың,

Башҡортостан — тыуған төйәгем,

Һиндә ятһын ятһа һөйәгем!..

Ижад ителеү йылы - 1966


Дан һиңә, дан, Башҡортостан!

 Күк Уралдың иркен күкрәгендә
 Азат шоңҡар ғорур осҡанын
 Ҡарайым мин сикһеҙ шатлыҡ менән:
 Дан һиңә, дан, Башҡортостаным!
 Егет ҡулы тейһә, ер майы ла
 Ете ҡаттан ата фонтанын.
 Ҡотлайым мин халҡым егетлеген:
 Дан һиңә, дан,Башҡортостаным!
 Тупрағы ла алтын тыуған ерҙең,
 Ҡулдарында булһа оҫтаның.
 Ҡыҫайым мин оҫта ҡулдарыңды:
 Дан һиңә, дан,Башҡортостаным!

 

1988 йыл

Заман һынауы



Ни һуң яҡшы, яҡты, матур миндә,

Ни һуң миңә иң-иң ҡәҙерле —

Һиңә бирәм, йырым! Ал, күҙ нурым,

Үҙең ала алған ҡәҙерле...

 

Ә ҡалғаны! Ялған-таушалғаны

Үҙем менән бергә юғалыр.

Аҡ ҡылғандар шаулар унда йәйен,

Аҡ ҡуяндар ҡышын юл һалыр.

 

Аҡ ҡайын да, бәлки, килмәҫ унда,

Көлмәҫ унда, бәлки, гөлдәр ҙә...

Көйөҫ-көйөҫ, беләм, елдәр иҫер,

Тик туҡталып тормаҫ елдәр ҙә.

 

Ятыр тәнем! Ә, йырым, һин — йәнем,

Үтә алһаң ваҡыт һынауын,

Һөйлә кешеләргә кеше хисен,

Йондоҙло бер заман һулауын.

 

Шул заманым минең саф иманым,

Ир булырға ул бит өйрәтте.

Заманым, тип тамаҡ ярмаһам да,

Заман ярып үтте йөрәкте.

 

Тик алданма арзан дан-шөһрәткә

Осҡан саҡта ғүмер юлынан:

Йәшен балҡый тәүҙә, күк күкрәүе

Ишетелә бары һуңынан!




Сыйырсыҡ

 Сыйырсыҡ, сыйырсыҡ!
 Ояңдан осоп сыҡ!
 Оҡшаһа был өйөң,
 Түгелһен моң-көйөң!..
 Ҡошсоғом сыҡты ла,
 Ҡанатын ҡаҡты ла,
 Һоҡланды ояға,
 Таң ҡалды донъяға.
 Ул һайрай мең телдә,
 Булғанға күп илдә.
 Дәртләнә, һөйөнә
 Ҡайтҡанға өйөнә.

 

1988 йыл

Табыныу 1937

            (Поэма)

 Алла ла, батша ла, батыр ҙа –
 Азат итмәҫ бер кем беҙҙе.
 Бары үҙ ҡулдарыбыҙ менән
 Яуларбыҙ үҙ иркебеҙҙе.
 “Интернационал”

           I
 Мең туғыҙ йөҙ утыҙ етенсе йыл!..
 Мең туғыҙ йөҙ утыҙ етелә
 Мең туғыҙ йөҙ Ун Етене ҙурлап,
 Илем минең изге ителә.
 Мең туғыҙ йөҙ утыҙ етенсе йыл!..
 Мең туғыҙ йөҙ утыҙ етелә,
 Мең туғыҙ йөҙ
 Ун Етене хурлап
 Илем минең етем ителә.

 Мең туғыҙ йөҙ утыҙ етенсе йыл!
 Әйт дөрөҫөн, заман үтенә:
 Мең туғыҙ йөҙ утыҙ ете һуйыл
 Мираҫ инеме Ун Етенән?..

 Әкиәттәге серле ҡурай һымаҡ,
 Әйт, был ниндәй ҡанлы тантана?
 Бер осоңдан һинең балың тамһа,
 Бер осоңдан ниңә ҡан тама?..

        II
 Бер ҡараһаң, утыҙ етелә
 Ҡотоптарға осоп етелә;
 Бер ҡараһаң, утыҙ етелә
 Ҡоштар осоп етмәҫ ерҙәргә,
 Башиар ҡайтып етмәҫ гүрҙәргә
 Аҫыл ирҙәр алып кителә…
 Бер ҡараһаң, утыҙ етелә
 Оло байрам, һабан туйындай;
 Бер ҡараһаң, утыҙ етелә
 Урман йыҡҡан ҡара ҡойондай,
 Аҙмы аҡыл харап ителә,
 Күпме күңел нахаҡ кителә!..
 Бер ҡараһаң, утыҙ етелә
 Бөтә илем сәскә атҡандай,
 Хөр емештәр өҙөп ҡапҡандай;
 Бер ҡараһаң, утыҙ етелә
 Аяҙ көндә йәшен атҡандай,
 Аҙмы өйҙән мәйет сыҡҡандай…
 Бер ҡараһаң, утыҙ етелә
 “Тымыҡ Дон”дар ижад ителә;
 Бер ҡараһаң, утыҙ етелә
 “Тәрән тамырҙар” юҡ ителә…
 Әкиәттәге серле ҡурай һымаҡ,
 Әйт, был ниндәй ҡанлы тантана?
 Бер осоңдан һинең балың тамһа,
 Бер осоңдан ниңә ҡан тама?..

            III
 Бала сағым – ҡолон сағым минең,
 Был афәткә ниңә юлыҡтың?
 “Халыҡ дошманы” тип ил улдарын
 Иң ҡаһарман халҡым батырҙарын –
 Тарихтан мин ниңә йолоҡтом?
 Сабый күңелемде, йәйғор һымаҡ,
 Биҙәп торған тәүге йондоҙҙар –
 Илтеүселәр еңеү байраҡтарын –
 Ниңә минең кескәй бармаҡтарым,
 Күҙегеҙҙе соҡоп юйҙылар?
 Кескәй йөрәгемә шик-шом һалып,
 Ниңә аҡты ҡара тинеләр?
 Тәү ятлаған шағир дуҫҡайҙарым –
 Хөр халҡымдың тәүге Туҡайҙары –
 Улармы һуң дошман инеләр?
 Күҙҙе асҡан тәүге китаптарым,
 Мең туғыҙ йөҙ утыҙ етелә -
 Ниңә һеҙҙе, ҡулдан тартып алып,
 Урта быуат уттарына һалып,
 Яндырҙылар, һәләк иттеләр?
 Ниңә шул саҡ, бер әүлиә булып,
 Дөрөҫлөктө илем белмәне?
 Күрер ине тоғро улдарының
 Ленинсылар булып үлгәнен,
 Бирер ине илем үҙ йәнен!..

        IV
 Мең туғыҙ йөҙ утыҙ етенсе йыл!..
 Мең туғыҙ йөҙ утыҙ етелә
 Ҡан һуғарған, ут эсендә тыуған,
 Саҡ-саҡ әле егрмеһе тулған
 Ярты баҡсабыҙ юҡ ителә,
 Балта менән ҡырып кителә…
 Яңы ҡыуаҡ ҡалҡып, тын алмайса,
 Егерменсе йыйын йыйылмайса,
 Бикле ята беҙҙең күп эштәр, -
 Әйтерһең дә, ут-ғәрәсәт үтеп,
 Урау юлдан тура юлға етеп,
 Балҡымаған ерҙә Бабичтар!..
 Әйтерһең дә, Туфан ҡал(ы)ҡмаған.
 Булмаған да Һәҙиә, Юлтыйҙар!..
 Юҡ, булмаған, тиеп, егерме йыл,
 Мең ялғанды беҙгә тылҡыйҙар…
 Әкиәттәге серле ҡурай һымаҡ,
 Әйт, был ниндәй ҡанлы тантана?
 Бер осоңдан һинең балың тамһа,
 Бер осоңдан ниңә ҡан тама?..

         V
 Шулай ине, тиҙәр, заманы…
 Ә ҡайҙа һуң кеше иманы?
 Ә бит күптәр, һатып иманын,
 Ҡалҡан итте шул саҡ заманын.
 Әкиәттәр хаҡты әйткеләй:
 Күптән булған ерҙә Әпкәләй.
 Салауатты һатҡан Ҡолойҙар
 Һәр заманда сығып олойҙар.
 Яңғыҙ ағас урман булалмай,
 Һапһаҙ балта урман ҡыралмай;
 Балтаһынан бигерәк урманды
 Кем һуң белмәй һабы ҡырғанды?
 Хәҙер мәғлүм юха ялғаны
 Утыҙ етелә ни ҡылғаны…
 Улар мең туғыҙ йөҙ Ун Етелә,
 Яҡтылыҡтан ҡасты, өкөләй;
 Ә мең туғыҙ йөҙ илле етелә
 Эҙен юйҙы күҙҙән, төлкөләй…
 Тик ҡырын эш ҡырҡ йылдан һуң да –
 Ҡырҡ төҫкә кермә – беленә:
 Ил күҙенән эҙен юйғандың да
 Ил ҡаны бит тама еңенән!
 Юҡ, был һүҙҙәр ҡон юллауҙан түгел,
 Ҡоно ҡайтырлыҡмы был ҡандың?..
 Ете йәшәр ләкин күреп торһон,
 Етмеш йәшәр ниҙәр ҡылғанды!
 Бармаҡ төртөп уға күрһәтмәйек,
 Тик ҡылғаны, бүлеп йоҡоһон,
 Мең туғыҙ йөҙ утыҙ ете ҡабат
 Ярты төндә ишек шаҡыһын!..

        VI
 Мең туғыҙ йөҙ утыҙ етенсе йыл!..
 Ниңә хәҙер һинең яманат?
 Юҡ, туйҙан һуң дөмбөр ҡағыу түгел,
 Килер быуынға был – Аманат.
 Биҙәмәйек беҙ ҙә үҙебеҙҙе,
 Асылғас та алда бар томан, -
 Ни мәғәнә хәҙер ул саҡтағы
 Һуҡыр күҙгә һөрмә тартыуҙан?
 Ул саҡта ла беҙ бит тере инек,
 Тик күтәргән инек Алланы.
 Ә алланың – ҡайһы алланың һуң –
 Дөрөҫ булғаны бар ялғаны?
 Эй табыныу, һуҡыр табыныу һин,
 Ни әшәке һинең ишенән?
 Һәр әҙәмдә зиһен йоҡламаһа,
 Ни көслө һуң ерҙә кешенән?
 Беҙ бит донъя ҡыл өҫтндә саҡта,
 Ҡурсып уны ерҙә уттан-йоттан,
 Еңеп сыҡтыҡ аҙмы дошманды?
 Бит үлемдән ерҙе юлып алып,
 Ерҙә тәүге Ирек Юлын һалып.
 Атҡарҙыҡ беҙ Тарих ҡушҡанды!
 Бөтә йыһан беҙгә табынғанда,
 Ниңә һуң беҙ уға табындыҡ?
 Гүйә беҙ юҡ инек!.. Ниңә шулай,
 Ер аҫтына һеңеп аҡҡан һыуҙай,
 Хаҡлыҡ өсөн һуңлап табылдыҡ?..
 Бер Аллаға барыһын япһармайыҡ,
 Бейемәйек ҡәбер өҫтөндә,
 Хурламайыҡ уға ышанғанды,
 Тарих төҙәлмәй ул өс көндән.
 Ышанғандын күҙен йылдар асыр,
 Еңел түгел Юлдар үтеүе,
 Еңел түгел хатта бер өйрәнгән
 Таяҡты ла ташлап китеүе…
 Ә ул маяҡ ине! Ул киткәндә,
 Аҙмы күҙ йәшебеҙ ҡойолдо!
 Күкрәктәрҙән йөрәктәрҙе үлем
 Һурып алған һымаҡ тойолдо.
 Ләкин Тормош үҙе килеп тапты
 Тарих ижадсыһы – халыҡты.
 Ҡулдан инде бер кем алмаҫ тартып
 Ҡорбан биреп алған Хаҡлыҡты –
 Ленин васыят иткән Хаҡлыҡты!

        VII
 Мең туғыҙ йөҙ утыҙ етенсе йыл!..
 Онотма һис уны һин, кешем.
 Мең туғыҙ йөҙ Утыҙ Етене һаҡла,
 Мансылмаһын ҡанға емеше!
 Ер күтәрмәҫ ауыр был вәхшәтте
 Ил күтәрҙе, төшкәс башына.
 Килер быуындарға ғибрәт итеп,
 Яҙ һин уны тарих ташына.
 Был вәхшәтте Тарих онотмаһын,
 Онотмаһын тыуыр быуындар,
 Ерҙә тағы берәй алла тыуһа,
 Ул алланы ерҙән ҡыуһындар!
 Был донъяла бер йыл оҡшамаһын
 Утыҙ етенсе йыл ишегә,
 Бер аллаға кеше табынмаһын,
 Табынһын тик кеше кешегә:
 Батшаларҙы йыҡҡан кешегә,
 Аллаларҙы йыҡҡан кешегә,
 Ай-йондоҙға баҡҡан кешегә,
 Ураҡ-Сүкеш тотҡан кешегә!..

1964 йыл, сентябрь. Дубулты – Өфө.

Тағы беҙҙекеләр!..



Кеше! Кешем! Һинең зиһенең менән

Тағы атты ерҙә яңы таң...

— Беҙҙең кеше атлай ғаләмдә! — тип,

Һөрән һалды илгә Левитан.

 

Оса ике батыр!

Улар ҡайтыр,

Үтәп тағы илем ҡушҡанды.

Һөйөндөрөр тағы бар дуҫтарҙы,

Көйөндөрөр тағы дошманды.

 

Күр һин, дошман:

беҙҙең дөрөҫлөк был! —

Ҡояш булып күккә олғашты.

Бел: ҡояштан ҡапланырға мөмкин,

Мөмкин түгел ҡаплау ҡояшты!..



ТУFАН ТЕЛ
И туған тел, и матур тел,
атам-әсәмдең теле!..
Туҡай
Мин халҡымдың сәскә күңеленән
Бал ҡортондай ынйы йыямын,
Йыямын да — йәнле ынйыларҙан
Хуш еҫле бер кәрәҙ ҡоямын.
Шуға ла мин беләм тел ҡәҙерен:
Бер телдән дә телем кәм түгел —
Көслө лә ул, бай ҙа, яғымлы ла,
Кәм күрер тик уны кәм күңел!..
Халҡым теле — миңә хаҡлыҡ теле,
Унан башҡа минең илем юҡ;
Илен hөймәҫ кенә телен hөймәҫ,
Илe юҡтың ғына теле юҡ!
Әсәм теле миңә — сәсән теле,
Унан башҡа минең халҡым юҡ,
Йөрәгендә халҡы булмағандың
Кеше булырға ла хаҡы юҡ!


Ураҡ менән Сүкеш


Сүкеш менән ай ураҡ
Алыр Ер шарын урап!..
(Халыҡ йырынан)


Әсәйҙәрҙең көмөш Урағынан

Күпме усма ятҡан усмаға,

Атайҙарҙың алтын Сүкешенән

Аҙмы йондоҙ баҙлап осмаған!

 

Әсәйҙәрҙең көндәй күҙ нурҙары,

Атайҙарҙың ҡойған ал ҡаны,

Ураҡ, Сүкеш, Йондоҙ, Башаҡ менән

Нығытылған илдең ҡалҡаны.

 

Яуҙа ауған күп ирҙәре илдең

Бирмәйенсә Ватан, Уралын.

Тик ҡалдырған беҙгә ҡомарткыға

Ураҡ-Сүкеш тигән ҡоралын…

 

Быуаттарҙың соғоллоғо һеңгән

Ошо ике ябай ҡоралға.

Донъялағы бөтә матурлыҡ бит

Улар берлегенән яралған.

 

Ай Ураҡты Сүкеш тешәгәнгә

Ерҙә тыуған тынмаҫ хәрәкәт.

Ураҡ менән Сүкеш йәшәгәнгә

Донъя — имен, ерҙә — бәрәкөт.

 

Ҡарағоштар, арыҫландар ни һуң,

Ғәйрәт сәсһә Сүкеш һәм Ураҡ!

Ҡояш нурын һирпеп бар йыһанға,

Бар Ер шарын алыр бер урап.

 

Иң боронғо ике был ҡоралға

Инселәнгән ерҙә бөйөк эш:

Ҡыҫыр башаҡ урмаҫ был ай Ураҡ,

Буш һандалға һукмаҫ был Сүкеш!




Уҡытыусыма

Мәрйәм апайға

Ниндәй бәхет —
Фекерең уртаҡ булған,
Аңлай торған
Кеше табыуы.
Шатлығымдан
Бик-бик түбән булыр
Бейеклеге Урал тауының.

Шиғырһыҙ ҙа
Һеҙ бит аңлайһығыҙ
Йөрәгемдең
Иң саф хистәрен.
Онотмамын,
Һеҙҙе, Мәрйәм апай,
Килгәндә лә
Ғүмер хистәрем.

Һәр һүҙегеҙ
Миңә алтын булды, —
Һис бер килмәй
Сереү алтынға.
Улар яныр
Яҡты йондоҙ булып,
Юл күрһәтеп
Алға барырға.

Уҡытыусы —
Ниндәй гүзәл исем!
Кеше итеп
Һине әҙерләй.
Тормоштоң ул
Көрәшсеһе итә,
Кескенәнән
Һөйә, ҡәҙерләй.

Күҙҙәр ҡамашырлыҡ
Яҡты була
Тиҙ булһа ла
Йәшен йәшнәүе.
Ниндәй гүзәл,
Бер көн
булғанда ла
Кеше булып
Ерҙә йәшәүең!

1950





















You have read 1 text from Bashkir literature.