Мин был ерҙе матурларға тыуҙым Һәм күрергә тыуҙым Гүзәллектең күккә үрләүен. Закондан тыш, тип иғлан итәм Йәмһеҙлектең бөтә төрҙәрен. Судҡа бирәм ғәҙелһеҙлек тигән Быуаттарҙан килгән ғәҙәтте Үлтерештең үҙен үлтерәм дә Тик ҡалдырам ерҙә һәйбәтте. Хөрмәтте һәм тыныслыҡты ерҙең Падишаһы итеп ҡалдырам, Илдән-илгә йөрөр визаларға "Дуҫлыҡ, туғанлыҡ" тип яҙҙырам. Ҡайғыларҙы ҡайырып ырғытам да Утҡа һалам уның ояһын: Кеше бәхет менән йоҡлаһын да Яңы бәхет менән уянһын. Мин был ерҙе матурларға тыуҙым, Таҙартырға тыуҙым Йыйын хәшәрәттән, шаҡшынан Һәм төҙөргә уны мәңгелеккә Тик гүзәлдән, ныҡтан, яҡшынан!
Ауыл өҫтөн тынлыҡ ҡаплағас,Ҡарт-ҡоролар ятып йоҡлағас,Йөрөүселәр бөткәс күҙ атып,Егет килде ҡыҙын оҙатып.Туҡтанылар ҡапҡа төбөндә,Ҡыҙ ашыҡҡан булды өйөнә;Егет уны ҡыҫтап туҡтатты,Йылы һүҙҙәр әйтеп йыуатты.Тотоп алды уның биленән...Ҡайнар һүҙҙәр, ҡайнар ирендәр..."Абау, мөхәббәтһеҙ, кит бынан!"-Тигән булды ҡыҙый, тик һаманЕгетенә нығыраҡ һыйынды.Ай нурына донъя ҡойондо.һүҙҙәр бөтмәй йөрәк түрендә,Улар һаман ҡапҡа төбөндә.Ҡыҙы тағы китте үҙгәреп -Хәтерләне әсә һүҙҙәрен.Инәм, тиеп тағы уҡталды,"Аҙға ғына" тағы туҡталды;Улар һүҙҙе тағы яңыртты,Ул арала инде таң атты.Ҡабатлана шулай көн һайынЙәшлек тигән нәмә, моғайын,Йоҡоһоҙ һәм айлы төн менәнБашланалыр ҡапҡа төбөнән.
Ғүмер буйы мине өйрәттеләр,Өйрәттеләр бары яҡшыға,Башта шыуышырға, тәпәй баҫырға, атларға...Ата-бабаларҙың ғөрөф-ғәҙәтенҮҙемсәләтеп ҡабатларға,Өйрәттеләр әсәйемә «әннә»,Атайыма «әттә» тиергә.Ашап бөткәс, ҡорһаҡ тулмаһа ла,Битте һыйпап «әппәр» тиергә.Ваҡыт еткәс,Өйрәттеләр хәреф танырғаҺәм икенән берҙе алырға...Ваҡыт етмәҫ борон, өйрәттеләрТырма тырматырға, йәғни иртән,Күҙҙе йыртып, эшкә барырға.Туҡмап өйрәттеләр иламаҫҡа,Кеше илағанда көлмәҫкә,Ауыҙың тулы ҡара ҡан булһа ла,Дошман алдында төкөрмәҫкә...Өйрәттеләр, буғай, «төшөрмәҫкә»,Ә төшөргән саҡтаТура баҫып өйгә ҡайтырға.Хатта өйрәттеләр, тәмәке юҡтаМунса мүген төрөп тартырға...Ә һине яратырға?Бер кем өйрәтмәне.Бер кем өйрәтмәне....Ҡасып-боҫоп үҙем өйрәндем.
We use cookies to provide you with the best possible experience. They also allow us to analyze user behavior in order to constantly improve the website for you.