Latin

Берәгәйле булһын «Ҡурай»!

Total number of words is 933
Total number of unique words is 672
31.6 of words are in the 2000 most common words
42.3 of words are in the 5000 most common words
48.7 of words are in the 8000 most common words
Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.


Республикабыҙҙың төньяҡ-көнбайышында урынлашҡан Ағиҙел, Нефтекама, Яңауыл ҡалаларында, Краснокама, Ҡалтасы, Тәтешле һәм Яңауыл райондарында йәшәгән милләттәштәребеҙ өсөн шатлыҡлы ваҡиға булды. Бында башҡорт телендәге «Ҡурай» исемле төбәк ижтимағи-сәйәси гәзитенең тәүге һаны донъя күрҙе. Уның девизы – мәшһүр шағирыбыҙ Шәйехзада Бабичтың оло мәғәнәгә эйә һәм әле лә әһәмиәтен юғалтмаған «ҡанатлы» һүҙҙәре – «Ал да нур сәс халҡыңа!»


Әйтелгән ҡала һәм райондарҙың бер нисәһендә үҙаллы, ҡалғандарында урыҫ телендәге төп баҫмаларға ҡушымта булараҡ, башҡортса гәзиттәр быға тиклем дә сығып килде. Уларҙы урындағы редакция хеҙмәткәрҙәре мөхәррирләне. Әйтергә кәрәк, һөнәрҙәштәребеҙ вазифаларына оло яуаплылыҡ менән ҡараны, туған телебеҙҙәге баҫмаларҙы бай йөкмәткеле һәм уҡымлы итеү өсөн бар тырышлығын һалды. Был йәһәттән Ағиҙелдең «Аҡ ҡала» гәзитен сығарған Ирина Вилданованы (хәҙер ул «Огни Агидели» исемле ҡала гәзитенең баш мөхәррире), Краснокама районында нәшер ителгән «Ҡурай» гәзитенән Гөлнара Ғилемханованы, Яңауыл ҡалаһы һәм районындағы «Йыйын»дан Раушания Ғарифуллинаны айырым билдәләргә кәрәк. Филология фәндәре кандидаты Гөлфирә Байбулатова «Кама тулҡындары» гәзитен сығарыуҙы Башҡорт дәүләт университетының Нефтекама филиалында һәм ҡала мәктәптәренең береһендә уҡытыусылыҡ эше менән бергә уңышлы алып барҙы. Әйткәндәй, Гөлфирә Ғәлимйән ҡыҙының ижад емештәре «Башҡортостан» гәзитендә лә йыш донъя күрә.

Ун биш-егерме йыллыҡ тарих туплап өлгөргән баҫмаларҙы, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, иҡтисади көрсөк урап үтмәне. Күптәренең бәләкәй тиражлы булып, тотонолған сығымдарҙы аҡламауы арҡаһында уларҙы берләштереү йәки төньяҡ-көнбайыш төбәктәге ҡала һәм райондар өсөн сыҡҡан бер дөйөм гәзит менән алмаштырыу тураһында ҡарар ҡабул ителде. Мөхәрририәттең эш урыны итеп «Республика Башкортостан» нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы филиалы – Краснокама мәғлүмәт үҙәге һайланды. Урындағы почта бүлексәләре аша икенсе ярты йыллыҡҡа гәзиткә яҙылыу ойошторолдо һәм июль аҙаҡтарында милләттәштәребеҙ «Ҡурай»ҙың тәүге һанын ҡулына алды.

Баҫма баш мөхәррир Фирүзә Ниғмәтуллинаның уҡыусыларға мөрәжәғәте менән асыла: «Гәзитебеҙҙең исеменә иғтибар итегеҙ, дуҫтар – «Ҡурай»! Ҡурай – башҡорт халҡының милли музыка ҡоралы. Әгәр кешелә милли рух, милли тойғо бар икән, ҡурай моңо уның йәнен-тәнен тетрәтмәй ҡалмай. Шуға күрә лә гәзитебеҙ ҙә уҡыусыларҙы битараф ҡалдырмаҫ...»

Баш мөхәррир «милләт, әҙәбиәт һәм мәҙәниәт баҫманың төп темалары буласаҡ» тип вәғәҙәләй. Ҡалалар һәм райондар тормошондағы мөһим ваҡиғалар, сәнәғәттәге һәм ауыл хужалығындағы хәлдәр, хеҙмәт кешеһе һәм уның маҡтаулы эштәре, ҡыҙыҡлы шәхестәр тураһында ла гәзит даими яҙасаҡ. «Сәләмәтлек», «Ғаилә», «Йәнтөйәк», «Заман һәм йәшәйеш», «Ауыл хужалығы» һәм башҡа махсус биттәр ҙә бай йөкмәткеле булырға тейеш. Ҡыҫҡаһы, төбәк баҫмаһы ҡыҙыҡһыныу өлкәһе төрлө-төрлө булған уҡыусыларын уларҙың зауығына тулыһынса яуап бирерлек мәҡәләләр менән шатландыр­маҡсы. Һөнәрҙәштәребеҙгә юғары ижад ҡомары ғына теләргә ҡала. Афарин, кесе туғаныбыҙ «Ҡурай», аҡ юл һиңә!

Баҫманың үҙ киләсәген күҙаллауы тәүге һанда бер ни тиклем дәрәжәлә сағылыш тапҡан да инде. Гәзиттә республика буйынса хәбәрҙәр менән бер рәттән төбәк яңылыҡтары урын алған. «Рәсәй башҡорттары» рубрикаһында «Йолаларҙы һаҡлап, рухилыҡҡа эйә булабыҙ» исемле мәҡәлә иғтибарҙы йәлеп итә. Унда Гөлсәсәк Тимершина Яңауыл районы вәкилдәренең Башҡортостан делегацияһы составында Пермь крайы һабантуйында ҡатнашыуы тураһында бәйән итә. Милләттәштәребеҙ ҡорған башҡорт тирмәһе байрамға килгәндәрҙе таң ҡалдырған, уның менән, дөйөм иҫәпләүҙәр буйынса, өс мең ярымдан күберәк кеше танышҡан.

Ҡалтасы районынан Ынйы Сөләймәнова Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыуҙың нисек үтеүе тураһында хәбәр итһә, Краснокама районынан Гөлнара Ғилемханова Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы буйынса Ҡуян һәм Яңы Ҡайынлыҡ ауыл советтарында ниндәй эштәр башҡарыласағы хаҡында яҙа.

Ватансылыҡ һәм илһөйәрлек тойғолары тәрбиәләү мәсьәләләре лә гәзиттең иғтибар үҙәгендә булмаҡсы. Тәүге һандағы бер нисә материал был темаға бағышланған. Мәҫәлән, Яңауыл районынан Рәмил Иҙиәтуллин Кесе Ҡор ауылында Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәре иҫтәлегенә һәйкәл асылыуын яҡтыртһа, Ағиҙел ҡалаһынан Ирина Вилданова Рәсәй диңгеҙ пехотасылары союзының Югра төбәк ойошмаһы курсанттарының Ағиҙел йылғаһы буйлап күп көнлөк походта булыуын һүрәтләй. Алты йәштән ун биш йәшкә тиклемге малайҙар сәфәрен Мәләүез ҡалаһынан башлаған һәм республикабыҙҙың төп йылғаһы буйлап Камаға ҡойған ергә тиклем елкәнле шлюпкаларҙа ағып төшкән.

Нефтекама ҡалаһынан Гөлфирә Байбулатова Мораҙым тарлауығына, Йомағужа һәм Нөгөш һыу һаҡлағыстарына барыуҙарын бәйән итеп, респуб­ликабыҙҙың хозур тәбиғәтенә һоҡланыуын һәм ғорурлыҡ хисен йәшермәй.

Әлбиттә, дүрт район өсөн сыҡҡан гәзиттә ауыл хужалығына арналған материалдар ҙа етерлек урын алған. Тәтешлеләрҙең мал аҙығы әҙерләүе, яңауылдарҙың йәйге йәйләүҙәге эштәре һәм иген урағында тырышыуы яҡтыртыла. Шунда уҡ Ҡалтасы районы һауынсыһы Рәсимә Камалет­динованың республикала 41-се тапҡыр уҙғарылып, Миәкә районында үткән машина менән һыйыр һауыу оҫталары бәйгеһендә ҡатнашыуы тураһында бәйән ителә. «Восход» хужалығы алдынғыһы алтмыштан артыҡ бәйгесе араһында юғары һөҙөмтә күрһәткән: дөйөм иҫәптә һигеҙенсе булып, Башҡортостандың иң яҡшы ун һауынсыһы исемлегенә ингән.

Баҫманың «Заман һәм йәшәйеш» тип исемләнгән битендә Нефтекама ҡалаһынан Анатолий Буториндың заман йәштәренә арналған «Бер ҡалыпҡа һалыу ярамай» тигән яҙмаһы иғтибарҙы йәлеп итә. Киләсәк быуындың тормошона байҡау яһап, автор «йәштәрҙең бөтәһен дә бер ҡалыпҡа һалып әрләү ярамай. Улар араһында аҡыллылары, эшсәндәре, талантлылары күберәк, тик беҙ, өлкәндәр, йәштәргә өлгө була беләйек!» тигән һығымта яһаған.

Айына бер тапҡыр донъя күргән гәзит ошо арауыҡта билдәләнгән һөнәри байрамдарҙы һәм иҫтәлекле даталарҙы онотмай, уларға бағышланған яҙмалар төньяҡ-көнбайыш төбәктең төрлө ҡала һәм райондарынан тупланған.

Баш мөхәррир мөрәжәғәтендә әйтел­гәнде дәлилләп, «Ҡурай» үҙенең тәүге һанында ҡыҙыҡлы яҙмышлы шәхестәргә лә етерлек урын бирә. Нәҡ ошо юҫыҡта Ағиҙел ҡалаһы почтальоны Гөлнара Хажиева, Тәтешле районынан ирле-ҡатынлы Розалия менән Илдар Ситдиҡовтар хаҡында һөйләнелә. Шунда уҡ Ҡалтасы районының имам-мөхтәсибе Ибраһим хажи Әбйәлетдиндең буш ваҡытын иҫке сәғәттәр төҙәтеүгә арнауы, уларҙың ике йөҙҙән күберәк төрөн йыйып, бай коллекция туплауы хаҡында ла уҡырға мөмкин.

Ә «Сәләмәтлек» махсус битендә баҫылған «Уның йылмайыуы ла дауалай» тигән һүрәтләмәне бөтөн һанды биҙәгән материал тип билдәләргә була. Нурия Ғәмилева Ағиҙел ҡала дауаханаһы хирургы индус Абхикеш Кочале тураһында күңел биреп тасуирлай. Һиндостандың Бомбей ҡала­һында тыуып үҫкән егет 2003 йылда Рәсәй дәүләт программаһы буйынса беҙҙең илдәге юғары уҡыу йортонда бушлай уҡырға квота алып, Һарытау ҡалаһында табип һөнәрен үҙләштерә, өс йыл ординатура үтә. Сит илдән килгән доктор аҙ ғына ваҡыт эсендә Ағиҙел халҡының абруйын яулаған.

Төньяҡ-көнбайыш төбәк гәзите «Ҡурай»ҙың тәүге һаны менән танышыу уның яҡын киләсәктә уҡыусыларҙың яратҡан баҫмаһы булып китәсәгенә нигеҙле ышаныс уятты. Оло юлға сыҡҡан «кескәй туғаныбыҙға» бәрәкәтле, ныҡлы аҙымдар теләйек. Шулай уҡ халыҡ шағиры Рәми Ғарипов «көслө лә ул, бай ҙа, яғымлы ла» тип бик тә мәртәбәле билдәләгән туған телебеҙгә даими иғтибар бүлер, тәү сиратта гәзит теленең дә тейешле кимәлдә булыуына өлгәшер тип юрайыҡ.

You have read 1 text from Bashkir literature.