Latin

Баштан үткәндәр

Total number of words is 4765
Total number of unique words is 2014
31.8 of words are in the 2000 most common words
45.0 of words are in the 5000 most common words
52.7 of words are in the 8000 most common words
Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.

1898 йылдың көҙөндә Троицкиға яңынан барып, шундағы тәртип буйынса уҡырға керештем.

Бында, әлбиттә, уҡыу тигән нәмә күберәк Бохара ысулында иҫке хәрефтәрҙе һәм дини әҫәрҙәр уҡыуҙан, быларҙы ла иң тәртипһеҙ рәүештә тәғлим итеүҙән ғибарәт ине.

Бында бөтә уҡыусы шәкерттәр уҡыуҙан бигерәк ишан тирәһенә йыйылып, шуға мөрит булыуҙы төп маҡсат итеп алғандар, бөтәһе тәсбих тартыуҙан, суфыйҙар мөнәжәте, «Ҡөръән» уҡыуҙан бушамайҙар ине.

Бында яңылыҡ, иң аҙ булғанда, дини үҙгәреш йәки шул ваҡытта Россия мосолмандары араһында тарала башлаған ысул йәҙите хаҡында уйлап ҡараған шәкертте осратыр хәл юҡ ине.

Мин беренсе йылды башҡа шәкерттәргә хеҙмәт итеп, шуларҙан ҡалған ашты ашап уҡып сыҡтым.

Бында ҡыш уртаһы үтеү менән бөтә шәкерттәр ҡырғыҙ, ҡаҙаҡ араһына таралалар, йылдың 8—9 айын шунда үткәрәләр ине.

Былар 8—9 ай ҡымыҙ эсеп, ҡаҙылыҡ ашап һимереп ҡайтҡандан һуң, мәҙрәсәгә килеп шул уҡ ашау-эсеү менән ғүмерҙәрен үткәрәләр ине.

Мине шундағы ҡай бер танышып өлгөргән һәм ҡырғыҙ араһына сығып өйрәнгән шәкерттәр ҡырғыҙ араһына сығырға димләнеләр.

Шуларҙың димләүҙәре арҡаһында мин дә март айында Троицкиҙан 35 километр ерҙәге бер ҡырғыҙ ауылына мулла (шул ваҡыттың тәғбире буйынса) булып сыҡтым.

Был — минең ҡырғыҙҙың ҡышҡы тормоштарын беренсе күреү ине.

Ләкин быларҙың тормоштары, ундағы ҡаралыҡ, аңһыҙлыҡ, тағы әллә нәмәләр миңә шул саҡлы насар тәьҫир итте ки, мин бында бер аҙнанан артыҡ тора алманым. Ауырыуға һабышып, үҙемде Троицкиға алып барып ташларға мәжбүр иттем.

Троицкиға ҡайтып, тағы ла шунда хеҙмәт итеп уҡырға керештем.

Апрель эсендә шәкерттәр таралып бөттөләр. Мәҙрәсәлә бер-ике генә тиҫтә шәкерттәр ҡалды.

Арба юлы төшөү менән быларҙың да бик күбеһе таралдылар.

Уҡыу ҙа бөтөнләй туҡталды. Миңә эш тә, аш та ҡалманы.

Ләкин шунда бер-ике суфый һәм ҡарый бар ине. Ғүмер буйынса ошо мәҙрәсәлә ятып ҡартайған был һуҡырҙарҙың һис бер эштәре булмағанға күрә, көн уҙҙыра алмай аптырайҙар ине. Мин шуларға төрлө китаптар уҡырға керештем. Мин уларға «Сәйет Баттал»дар, «Тәбари тарихы» (6—7 жилд), «Әлфе Ләйлә», «Ҡаһарман Ҡатил», «Салсал» вә башҡаларҙы бөтөнләй уҡып сыҡтым.

Ошо хеҙмәт бәрәбәренә улар миңә көнөнә бер-ике мәртәбә сәй эсерәләр, ашаталар ине.

Июнь ахырҙарында былар ҙа үҙҙәренең ауылдарына ҡайтып китте.

Хәҙер мин нисек тә берәр эш табырға мәжбүр инем.

Берәр аҙна аслы-туҡлы торғандан һуң, Троицкиҙың Шакирйән Учаров тигән байҙың заемкаларына эшселәргә аш бешереп торорға ялландым, хеҙмәткә киттем.

Бында мин машина менән бесән һәм иген сабыусы 6—7 егеткә аш бешерергә, сәй ҡайнатырға тейеш инем.

Мин барғас, арба өҫтөнә яһалған таҡта ҡыуыш менән һыйыр һәм башҡа нәмәләрҙе бесән саба торған ергә күсерҙек.

Мин уларға ашау-эсеү әҙерләп, һыйырҙы һауып, бөтә кәрәктәрен етештереп тора инем. Быларға буш ваҡыттарында тағы ла иҫке хикәйә китаптары уҡырға керештем. Шуның өсөн булһа кәрәк, был эшселәр менән бик яҡшы торҙоҡ. Былар мине бик яраталар, мин өлгөрмәгән ваҡытта миңә тейешле эштәрҙе лә эшләйҙәр ине.

Бесән бөткәс, заемкаға ҡайтып иген йыйыу эштәренә керештеләр.

Был байҙың сәскән игендәре дүрт-биш йөҙ дисәтинә булғанға күрә, эшселәрҙең һандары артты. Күрше рус ауылдарынан килеп эшләүселәр ҙә ҡушылды.

Мин быларҙың һәммәһенә төшлөк әҙерләргә һәм икмәкте үҙем һалырға мәжбүр инем.

Шуның бәрәбәренә жалование 5 һумдан 7 һумға күтәрелде.

Сентябрь айына саҡлы шунда эшләгәндән һуң, тағы ла мәҙрәсәгә ҡайтып уҡырға керештем.

Быйыл инде нәхүҙән сығып мантиҡҡа төштөк. Бер йыл эсендә былай күтәрелеү был мәҙрәсәлә бик ҙур муафәҡиәттән һанала ине. Үткән йыл мин ҙур һәм ғалимдер тип йөрөгән шәкерттәрҙең күбеһе хәҙер артта ҡалдылар. Ҡай бер миңә һабаҡ өйрәткәндәре лә быйыл минән артта ҡалдылар.

Мин хәҙер ярлылыҡ яғынан беренсе булһам да, уҡыу яғынан байтағын уҙған инем. Был эш рухты күтәрҙе. Был әрәм тамаҡтар менән ҡаршы һөйләшә башлауға юл асты.

Мин быйыл көҙ ике-өс ай үҙ аҡсам менән тора алдым.

Унан һуң тағы ла бай шәкерттәргә самауыр ҡуйырға мәжбүр булдым.

Шәкерттәр һаман боронғо юлдары менән мөрит булыуҙы беренсе маҡсат итеп тоталар ине. Ишан тирәһе бөтөнләй шулар менән тулып, бында бөтә эш шул тасаууыф тирәһенә ҡоролған, бөтә тормоштары шул тирәлә сыуалыуҙан ғибарәт ине.

Мин үҙем арыу күргән шәкерттәр араһында ишандан көлә башланым. Был эш, әлбиттә, быларға ғәжәп тойолдо. Былар ҡаршыһында ишанға тел оҙатыу үҙеңде хоҙайҙың ҡәһәренә дусар итеү менән бер булғанға күрә, былар хайранға ҡалалар, иманыбыҙ боҙолор тип минән йыраҡ шылып ултыралар ине.

Ошо көҙ көнөнән (1900) башлап, бындағы уҡытыу һәм уҡыуҙарҙан йәнгә аҙыҡ табыу ауыр кеүек була башланы.

Нәҡ шул ваҡытта ҡайҙандыр «Тәржеман» газетаһы ҡулға төштө. Мин был нәмәгә ғәжәпкә ҡалдым.

Электән иҫке төрөк теленсә һәм ғосманлыса яҙылған әҫәрҙәр уҡып килгәнгә күрә, быны аңлау артыҡ ауыр булманы.

Мин был газетаны йотлоғоп уҡыным. Үҙемдән башҡа иптәштәргә лә уҡырға теләһәм дә, тыңлаусы булманы.

— Инде был газетаны ҡайҙан алып торорға?— тигән уй керҙе.

Троицкиҙа был газетаны өс-дүрт кенә кеше алдыра икәнен һорашып белдем. Ләкин мин уларҙың ҡапҡаһынан керә алырлыҡ түгел инем.

Һуңра ошо мәҙрәсәлә хәлфә булып тороусы Сабир мулла (хәҙер Өфө муллаһы) «Тәржеман» алдыра башланы. Ләкин ул кешенең газетаны туранан-тура миңә биреү ихтималы юҡ ине.

Мин ваҡыттарында Фазылъян ҡарый тигән кешегә самауыр ҡуя инем. Был һуҡыр ҡарый бик дәртле булғанға, һуңра ишан һәм хәлфәләр ҡаршыһында иғтибары ҙур булғанға күрә, газетаны алып килә башланы.

Шуның менән бергә һәр бер номер газетаны икәү уҡып бара башланыҡ. Шуның арҡаһында дуҫлашып киттек.

Ләкин шәкерттәр беҙҙән көлөп йонсоталар ине.

Ошо арала «Сәлимә»ләр сыҡты. Ҡәюм Насыриҙың әҫәрҙәре күренә башланы. «Шәкерт һәм студент» баҫылды. Мин был әҫәрҙәрҙе үҙем генә уҡып ҡалмай, шәкерттәрҙе йыйып, шуларға уҡый башланым.

Был эшкә күп шәкерттәр асыуланһалар ҙа. ҡай берәүҙәре миңә дуҫлыҡ күҙе менән ҡарай башланылар.

Мин был әҫәрҙәрҙе 15—20 мәртәбә уҡып сыҡтым.

Ишандарҙан көлөүгә сыҙай алмай торған шәкерттәр үҙҙәренсә донос яһап ҡаранылар.

Мин килгәндән бирле ишандың йортона бармағанға күрә, былар шуның өсөн дә асыуланалар ине.

Ошо тормош менән 1900 йылдың яҙына барып сыҡтым.

Шәкерттәр тағы ла таралдылар. Беҙ тағы бер-ике тиҫтә тороп ҡалдыҡ.

Апрель айында тормош тағы ла ауырлашты. Троицк меновныйында эш барлығын ишетеп, бер шәкерт менән шунда эшкә киттек.

Ваҡиған, бында тире киптереү өсөн нәҙек сөйҙәр ослап тороу эше бар икән. Сөйҙәрҙең мең данаһын эшләп биреү 25 тин булып, беҙ эшкә керешеп киттек. Бер сирек, ярты аршин самаһындағы тире кирә торған сөйҙәрҙе һәр көн 7—8 йөҙҙән (көнөнә 12—13 сәғәт) эшләп, 15—20 тин самаһы аҡса төшөрә башланыҡ.

Был беҙҙең өсөн ҙур кәсеп булды. Ләкин был эш бер айҙан артыҡҡа һуҙылманы, тағы эш бөттө.

Һораша торғас, Яуышевтарҙың торф сығарыуҙарын ишетеп шунда барҙыҡ. Был урын шәһәрҙән 12 саҡрым ситтә булып, шунда ятып эшләй инек. Бында ла эш ваҡыты ҡояш сығыуҙан ҡояш байыуға саҡлы булып, көнөнә 30 тин генә эшләй инек.

Май урталарында бынан да ҡайтып киттек.

Берҙән, мәҙрәсәлә тороу өсөн ашау-эсеүгә аҡса кәрәк булғанға, икенсенән, көҙ көнө уҡыр өсөн әҙерлек күрергә тейешле булғанға күрә, Зиннәтулла тигән бер шәкерт менән алтын приискыһына эшкә сығып киттек.

Беҙ барырға уйлаған «Восьмой» тигән алтын приискыһы (Рәмиевтәрҙең) Троицкиҙан 150 саҡрым йыраҡлыҡта ине.

Ике көн эсендә етмеш саҡрым барғандан һуң, ашарға ла бөтә башланы. Иптәш кәйефһеҙләнеп китте.

Аптырағас, бер ҡырғыҙға ике күлдәк биреп ат менән киттек.

Ҡай бер урында буш ултыртып алып барыусылар осраны.

Шулап итеп, майҙың егермеләре самаһында приискыға барып еттек.

Бында беҙҙән элек килгән, Троицкиҙа икенсе мәхәлләлә уҡыусы бер нисә шәкерт бар икән, шулар менән осрашып, дүрт кеше бергә казармала тора башланыҡ.

Беҙ төрлөбөҙ төрле ерҙә төрлө эш эшләй инек.

Мин башта алтын ҡомон йыуған ерҙә һыу тартып торҙом. Оҙон ҡалай торбаға тығылған йыуан ғына ағасты тартып, ҡомдо йыуырлыҡ һыу сығарып тороу бик ауыр булды. Ярты сәғәт эсендә беләк тала, хәл бөтә ине. Өҫтән ҡарап тороусылар булғанға күрә, хәл йыйыу ҙа бик һирәк тура килә ине. Ләкин бара торғас өйрәнелде.

Был эште аҙна-ун көн эшләгәс, шахтаға төшөп, ҡаҙылған тупраҡтарҙы ишек алдына ташыу эшенә керҙем.

Шахта мүкәйләп, теҙләнеп йөрөрлөк рәүештә ҡаҙылған тар-тар коридорҙарҙан ғибарәт, шәм яҡтыһында эшләргә тура килде.

Бында ике аҙна самаһы эшләгәндән һуң эш бөттө. Тик ятырға тура килде.

Шул ваҡытта приискыла күптән бирле эшләп килгән бер ҡартҡа осрап, унда яңы китаптар бар икәнен ишеттем.

Ваҡиған, бында «Тәржеман» газетаһына ғиләүә итеп сығарылған кескенә йәғрәфиә харитаһы һәм йәғрәфиә, Ҡәюм Насыриҙың ҡай бер әҫәрҙәре менән «Йәғрәфиә кабир»ҙың Азия ҡисымдары бар икән.

Мин тик ятҡан ваҡыттарҙа иртәнән кискә саҡлы шуларҙы уҡып ибтидаи дәрәжәлә булһа ла, ер йөҙө менән танышып алдым. Был иһә минең өсөн бик яңы нәмәләр ине.

Мин быларҙы шул саҡлы дәрт һәм ләззәт менән уҡый инем, бөтөнөһө күҙ алдында тәжәссем итә, күп нәмәләр хәтерҙә ҡала ине.

Июнь ахырҙарында беҙҙең тегә иптәштәр менән Лотфулла исемле иптәштәр контора менән алтын эҙләп разведкаға сығырға һөйләштеләр.

Беҙ Шакир тигән шәкерт менән, «ялсыға ялсы» кабиленән быларға көнөнә 50 тин менән эшкә барырға килештек.

Беҙҙең менән эш башҡарып йөрөүсе бер рус барасаҡ ине. Уның үҙенә махсус хеҙмәтсе малайы ла бар ине.

Рус үҙенең малайы менән тарантасҡа ултырып алдан китте.

Беҙ дүртәү ике атҡа кәрәкле ҡоралдарҙы тейәп, Бирский өйәҙенә, Ябыҡ Ҡарағай тигән ергә ҡарап сығып киттек.

Бында бик матур урман араһы булып, беҙ шул урман араһында ялан ерҙәрҙә алтын почваһы эҙләргә керештек.

Эҙләү эше ерҙе түп-түңәрәк итеп ҡаҙып төшөп (уның үҙенә махсус тупрағы була), шундағы балсыҡты алып йыуып ҡарауҙан, алтын бөртөктәрен эҙләүҙән ғибарәт ине.

Башта алтын була торған тупраҡ өс-дүрт аршын (тәрәнлектәге) ерҙән сыҡҡанға күрә, эштәр бик шәп китте. Беҙҙең теге иптәштәр аршын башына 20 тиндән алып 30 тингә саҡлы алалар ине.

Ҡаҙа торған ер бай булғанға күрә, беҙ дүртәү дүрт ерҙә ҡаҙып, көнөнә 30 аршын самаһы ер эшләй инек.

Был иһә һәр көн 6—8 һумдар аҡса табыу тигән һүҙ.

Тегеләр беҙгә мәгәр 60 тиндән хисап бирәләр. Ашау-эсеүгә бөтөнөбөҙгә 2 һум самаһы сығыр. Тимәк, былар беҙҙән һәр көн 2-шәр һум аҡса артыҡ алалар.

Мин үҙемдең иптәште эш ташларға ҡоторттом.

Үҙе бик көслө булып та, аңһыҙ булған был егет башта күнмәһә лә, һуңынан күнде.

Беҙ бер көндө быларға ялланып эшләргә теләмәгәнебеҙҙе, мәгәр бөтә файҙа тигеҙ булһа ғына эшләүебеҙҙе, булмаһа ҡайтып китеүебеҙҙе иғлан иттек.

Башта былар асыуландылар:

— Беҙ бөтә ҡорал һәм аттарҙы үҙебеҙҙең мәсьүлиәт аҫтына алдыҡ, һеҙгә ҡорал да, бер нәмә лә бирмәйбеҙ, теләһәгеҙ ни эшләгеҙ,— тинеләр.

Ләкин беҙ ҡайтып киткәс, эштең уңайһыҙ бер хәлдә ҡалыуын уйлап, ике араға теге рус ҡатышып, мәсьәләне беҙҙең теләксә хәл ҡылырға мәжбүр булдылар.

Беренсе эш ташлау шәп булып сыҡты. Беҙ көн һайын кеше башына бер һум утыҙ, бер һум илле тин аҡса ҡалдыра башланыҡ.

Ләкин был эш оҙаҡҡа һуҙылманы. Икенсе ергә күсеп барып эшләй башлаған еребеҙҙә алтын тупрағы 15— 20 аршындар самаһы тәрән ерҙә генә була башланы. Бындағы тәрән ерҙә ике кеше бер урында эшләргә тура килгәнлектән, эш шәп бармай ине.

Беребеҙ аҫтан ҡаҙып балсыҡты бадьяға тултырып тора, икенсебеҙ өҫтән әйләндерел тартып сығара ине. Тәрәндә оҙаҡ тороу тынды ҡыҫҡанға күрә, алмашлап төшөп эшләй инек.

Ҡаҙыу эше тәрән киткән һайын ташлы урындар сығыу эште тағы ла ауырлата ине.

Бара торғас, беҙҙең соҡор 30 аршынға етте. Түбәндән ҡарағанда күк йөҙө кескенә йондоҙ кеүек күренә башланы.

Беҙ һаман да ҡаҙыуҙа маҡсат булып, (алтынлы) ергә етергә тырышыуҙа дауам итә инек.

Шулай эш барғанда түбәнгә төшөү нәүбәте миңә етеп, мин түбәндә ҡаҙа инем. Бер ваҡыт юғарынан выжлап бер нәмә төшә башланы. «Ә» тигәнсе бер нәмә минең арҡамды һыҙырып ергә төшөп яңғыратып ебәрҙе.

Юғарынан:

— Һәләк булды, үлде!— тигән тауыштар сыҡты. Миңә ҡысҡыра башланылар. Был төшкән нәмә тимер көрәк икән. Мин иҫән ҡалдым. Улар минең иҫән ҡалыуға бик шатландылар.

Икенсе көндө тағы шул уҡ рәүештә ярты бот самаһындағы таш килеп төштө. Уныһы ла миңә зарар килтермәне.

Ошо ваҡиғанан һуң мин был эште ташлап китергә ҡарар бирҙем дә, үҙемә тейешле булған 35 һум аҡсаны алып, юлсылар менән «Восьмой»ға ҡайтып киттем. Аҡсаның 30 һумын бишмәттең йәшерен бер еренә тегеп, 5 һумын расходҡа ҡалдырҙым.

Бер юлы был саҡлы аҡса кереү мине һуң дәрәжәлә шатландырған ине. Теккән урынымдан аҡсам төшөп ҡалманымы икән тип, минут һайын һәрмәп ҡарап тора инем.

Хәҙер июль ахырҙары булғанға күрә, ураҡ ваҡыты булып, мин ураҡҡа сығырға уйланым да, Троицк яғына ғаиләләре менән ураҡҡа барыусы башҡорттарҙы осратып, шуларға бер һум аҡса биреп ултырып киттем.

Былар ете-һигеҙ ғаиләнән ғибарәт булып, һәр береһе үҙҙәренең кәрәк нәмәләрен арбаларға тейәп, кескенә каруан булып баралар ине.

Йөктәре яҡшы уҡ күп, үҙҙәре күмәк булғанға күрә, күберәк ваҡытта ирҙәре юлдың ситенән йәйәү баралар, түбән табан барғанда ғына ултыралар ине. Мин үҙем ялланған кешенең күсеренә ултырып барам, ҡатыны түргә ултырған, үҙе йәйәү бара ине. Кискә табан бер рус ауылына еткәс, былар минән аҙыҡ алырға бурысҡа аҡса һорай башланылар.

Мин теге 5 һумдың 3 һум ҡәҙәреһен тараттым. Шалтырап торған көмөш аҡсаларҙы сығарып биргәнемде һәм үҙемдә тағы ла ҡалғанын күргәс, быларҙың күҙҙәре ялтырай башлаған кеүек булды.

Былар минән ҡайҙа эшләүемде һораштылар.

Былар бөгөн ҡайҙа тура килһә, шунда ҡырҙа ҡунырға баралар ине.

Ҡараңғы төшә башланы. Ирҙәре һаман ситтән нәмәлер һөйләшеп баралар ине.

Ҡараңғы төшкән ваҡытта бер ергә туҡтанылар ҙа аттарын туғарҙылар.

Мин арбаларына ултырып килгән кешенең ҡатыны ирҙәре яйына барып килде лә минең ҡолағыма ғына:

— Егет кеше, мин һине ҡыҙғанам, былар һине үлтерергә әйтәләр, аҡсаң күп тип уйлайҙар, һин нисек тә ҡас, мин әйткәнде белдермә,— тине.

Был ҡатындың мине ҡыҙғаныуы һәм шул ваҡыттағы хәрәкәте, мөләйем тәбиғәте миңә бик ныҡ тәьҫир итте. Мин уға ҡарап:

— Мин булған аҡсаны уларға биреп бөттөм. Миндә аҡса юҡ. Кейемдәр ҙә иҫке, мине үлтереүҙән уларға бер файҙа ла килмәҫ,— тинем.

Мин ҡасыуҙан файҙа юҡлығын, ул ваҡытта бигерәк тә ҡурҡыныс икәнен уйлап ҡасмаҫҡа ҡарар бирҙем.

Был ҡатын тағы ла ире яныма барып, нәмәләрҙер һөйләне. Тағы минең яйға килде.

Мин ҡурҡып, ҡасан һөжүм итерҙәр икән, тип үлем көтә башланым.

Шулай ҙа ҡараңғынан файҙаланып, улар аттарын ашатырға йөрөгәндә шундағы яҡындағы ағас араһына барып яттым.

Бик күп көтөп ятһам да, килеүсе булмай, йоҡлап киттем.

Мин иртән тороуға былар сәй эсергә ултырғандар ине.

Бөгөн бик асыҡ йөҙ менән ҡаршы алдылар.

Беҙ тағы ҡуҙғалып киттек.

Теге ҡатын юлда ирҙәрен был насар уйҙарынан ҡайтарырға тырышыуын, хәҙер ҡурҡмаҫҡа тейеш икәнен һөйләне.

Мин Троицкиҙан 50 саҡрым ерҙә 10—15 көн ураҡ урғандан һуң, Троицкиға ҡайтып керҙем (1900 йылдың көҙө).

Йәй буйы эшләп 40 һумға яҡын аҡса табыу арҡаһында, мин быйыл ҡышты кешегә хеҙмәт итмәй, тыныс күңел менән үткәрҙем.

Мәҙрәсәлә уҡылған һабаҡтар өҫтөнә яңы сыҡҡан әҫәрҙәрҙе лә уҡып барҙым.

1901 йылдың мартында Троицкиҙан 130 саҡрым ерҙәге Ташлы Күл тигән ерҙә, Ишмөхәммәт тигән ҡарттың ауылына балалар уҡытырға барҙым.

Был ҡырғыҙ ауылы 7—8 өйҙән ғибарәт булып, башҡа ҡырғыҙҙар кеүек мал-тыуарға бай түгелдәр ине. Шуның өҫтөнә Ишмөхәммәт ҡарт һуң дәрәжәлә тупаҫ тәбиғәтле, ҡара йөрәкле кеше булып, бының янында тороу бик насар тәьҫир итер кеүек булды.

Шунда ла мин сыҙап торҙом. Яҙ еткәс, Урынтай тигән мәшһүр хажи килеп, шуның менән таныштым. Ул мине бик яратып, теге ҡырғыҙҙарға күҙ алдымда яҡшы тәрбиә итергә, обижать итмәҫкә ҡушып, бик дуҫлашып, үҙенә ҡунаҡҡа саҡырып китте.

Урынтай хажи ҡаҙаҡтарҙың иғтибарлы кешеләренән булғанға күрә, уның һүҙе быларға ныҡ тәьҫир итте. Ҡырғыҙҙар миңә яҡшы ҡарап, бик ныҡ хөрмәт итергә керештеләр.

Ҡырғыҙҙарҙың ҡышҡы ҡышлау тормошо миңә бик насар тәьҫир ҡалдырһа ла, йәйләүгә сығып тора башлауҙары менән, мин уларҙың иркен йәйләү тормоштарын бик яраттым.

Йәйләүҙең иң яҡшы тәьҫир иткән яғы — унда күп ирҙәрҙең бер ергә йыйылып ултырыуҙары, үҙ-ара бик ныҡ мөнәсәбәт яһап, ҡымыҙ мәжлестәрендә төрлө һүҙҙәр һөйләүҙәре һәм үләң-йыр йырлауҙары булды.

Быларҙың ҡатын-ҡыҙҙары ла бик асыҡ булып, ҡыҙҙары, уларҙың йөрөш-тороштары, һөйләшеүҙәре бик матур тәьҫир ҡалдырҙы.

Мин йәйләүҙә саҡта ҡырғыҙҙарҙың һүҙгә оҫта, иҫке йыр һәм мәҡәлдәрҙе яҡшы белеүселәре менән таныштым.

Уларҙың малдары өсөн түгел, шундай мәғәнәле һүҙҙәре, йырҙары өсөн уларға яҡынлашыуым уларҙың миңә иғтибар итеүҙәренә, хөрмәт ҡылыуҙарына сәбәп булды.

Был йәй шулай итеп ничево ғына күңелле үтте.

Бында 1901 йылдың сентябренә саҡлы тороп, Троицкиға ҡайттым да, Троицкиҙан һалдатҡа ҡаралыу өсөн, үҙебеҙҙең Өфө губернаһына ҡайтып киттем.

Һалдатҡа ҡаралып (алынмай ҡалғас), кире Троицкиға барҙым.

Ләкин мәҙрәсәлә урын бирмәүҙәре сәбәпле фатирға сығып, шунан йөрөп уҡый башланым.

Бер яҡтан, ишан тирәһендәге төрлө рыялар, алдашыуҙар, икенсе яҡтан, шәкерттәрҙең һуң дәрәжәлә юҡ-бар менән сыуалыуҙары, ғүмерҙәрен әрәм итеүҙәре күңелгә сәлби яҡтан тәьҫир бирә баралар ине.

Мин хәҙер ишан тирәһендәге рыялар хаҡында, шәкерттәрҙең ялҡаулыҡтары тураһында бик ныҡ һөйләй башланым.

Был эш уларға төрлөсә тәьҫир итте.

Ләкин ҡоро һүҙ менән эш сыҡмауын күреп, 1902 йылдың яҙына табан «Ишан шәкерттәренә» тигән назымды яҙып тараттым. Яҙма көйөнсә таралған был назым шәкерт һәм хәлфәләргә бик ныҡ тәьҫир итте. Бик күп шәкерттәр һуң дәрәжәлә хурландылар.

Ишан кеүек ишанға һәм уның шәкерттәренә тел тейҙереүгә кафыр тиеүҙән башҡа һүҙ таба алманылар.

Минең шиғырымды аңларлыҡ шәкерттәр күсереп алып уҡый башланылар. Бер-ике көн эсендә таралып өлгөрҙө.

Мин мәҙрәсәгә дәрес ваҡытында ғына барып Ғабдуллаян хәлфәнән уҡый инем, был кеше шиғырҙы яратты һәм һаҡлыҡ менән эш күрергә тәүсиә итте.

Бер көн мәҙрәсәгә хосуси йомош менән барған ваҡытымда Мөхәммәтйән менән Шаһишәриф исемле һаҡаллы шәкерттәр миңә һөжүм итеп ҡыйнай башланылар.

— Һин ишан һәм уның шәкерттәрен хурламаҡсы булаһың икән әле!— тип аяҡ аҫтында тапарға керештеләр.

Бөтә шәкерттәр көлөп торалар ине.

Минең хәл бөтә башлағас, бер-ике тарафдар килеп өлгөрөп, мине яҡлап, тегеләрҙең ҡулдарынан алып фатирға саҡлы оҙатып ҡуйҙылар.

Икенсе көн кис ҡайтып барғанымда юлда һаҡлап тороп, тағы ла кемдер һуға һәм ҡыйнай башланы. Бында рустар килеп ҡотҡарҙылар.

Мин хәҙер, ҡай бер иптәштәрҙең тәүсиәһе менән, быйыл март башында ҡаҙаҡ эсенә китергә мәжбүр булдым.

Унда барғас, «Фәҡирлек менән үткән тереклек»те яҙҙым. Бында яҙған назымдарым булһа ла, улар матбуғат донъяһына сыҡманылар. (Төрлөһө төрлө ерҙә юғалып бөттөләр, шәкерттәр хаҡындағы назымдар яндылар.)

Мим һалдат хеҙмәтенә ҡаралырға ҡайтҡан ваҡытымда Силәбе арҡыры Себер тимер юлы менән ҡайтҡан инем. Тимер юлды беренсе мәртәбә күреүем булғанға күрә, был миңә бик ныҡ тәьҫир ҡалдырған ине. Быйыл (1902 йылдың көҙөнә табан) шунан алған тәьҫир буйынса, «Себер тимер юлы» тигән нәмәне яҙа башланым. Был юлдың миңә тәьҫир иткән яғы уның иҫ киткес оҙон һәм һуң дәрәжәлә (үҙ ҡарауымса) яҡшы машиналарҙың донъя емереп йөрөүе, Урал тауҙарын ярып, ҡысҡырып үтеп китеүе, ундағы эшселәр һәм башҡалар ине. Шуның тирәһенә ултырған татар, башҡорт халҡының һуң дәрәжәлә наҙан, бер нәмә аңламай, ишан тирәһенә барып мөрит булыуҙан бушамай, хөрәфәт эсендә йәшәүҙәрен күреп, ошо эште күҙ алдына килтерә инем.

Быйыл мине ҡаҙаҡ эсендә аңлы һәм ҡаҙаҡтың иҫке әҙәбиәте менән байтаҡ таныш, думбыраға оҫта булған Муса һәм Жома исемендәге ағай-энеле ике ҡаҙаҡ яратып, үҙҙәренә мулла итеп саҡырғандар ине.

Быларҙа тороу бик-бик яҡшы тәьҫир ҡалдырҙы.

Былар бик хөр, шуның менән бергә ишанлыҡты яратмай торған, саф күңелле, йөрәктәре хөрәфәттәр менән бысранып елгәрмәгән кешеләр ине.

Былар менән даимә әҙәби нәмәләр һөйләп, мин уларҙан үләң менән думбыра сирттереп көн үткәрә инем.

Мин уларға татар, башҡорт йырҙары йырлай инем.

Был йылдың көҙөнә (1902 йылдың көҙө) саҡлы быларҙа тороп, тағы ла мәҙрәсәгә ҡайттым.

1902 йылдың һуңғы яртыһы менән 1903 йылдың башында фатирҙа тороп мәҙрәсәгә йөрөп уҡыным.

Мин бында, уҡыуҙан бигерәк, шул ваҡытта яңы асылған «Хеҙмәт» китапханаһынан төрлө китаптар алып уҡыу менән шөғөлләнә инем.

Мәҙрәсә һәм шәкерттәр менән барған һайын ара йыраҡлаша ине.

Быйыл шәкерттәр араһына аң, фекер керә башланы.

Мин уларҙың һүҙ аңлай торғандарын фатирыма саҡырып, донъялағы яңы тормош һәм төрлө нәмәләр хаҡында үҙемсә генә мәғлүмәт бирә инем. Шулай итеп, беҙҙең тарафдарҙар барған һайын арта башланы.

Троицкиҙың башҡа мәҙрәсәләрендә лә ҡай бер шәкерттәр хәҙерге мәҙрәсә тормошонан һәм ундағы уҡытыуҙарҙан зарлана башланылар. Ләкин быларҙың теләгән исләхәттәре шул заманға нисбәтән генә булып, былар мантиҡ уҡыуға ҡаршы торалар, тәфсир, хәдис кеүек диндең әсастәрен өйрәтә торған фәндәрҙе күберәк уҡытыуҙы талап итәләр ине.

1903 йылдың башы керҙе. Мин хәҙер «Тәржеман-»газетаһын рәттән уҡып бара инем. Ул был донъянан хәбәрдар булып тороу өсөн берҙән-бер юл ине.

Был газетаның 3 майҙа (иҫке стиль менән) 20 йыллыҡ юбилейы булды.

Мин был юбилейға махсус тәбрик шиғыры яҙып ебәрҙем.

Быйыл йәйҙе тағы ла ҡаҙаҡ эсенә барып, йәйҙе шунда үткәрҙем һәм «Йәш ғүмерем» исеме менән яҙылған шиғырҙарымдың башындағы ҡисмен шунда яҙып ҡуйҙым.

1903 йылдың көҙөндә тәҡрар мәҙрәсәгә ҡайтып үҙемә фатир алдым да шунда тора башланым.

Бындағы уҡыуҙар һаман да бер нәмәгә яраҡһыҙ рәүештә дауам итә ине.

Быйыл русса уҡырға теләп, бер учителдән 3 айға ҡәҙәр русса уҡыным.

1904 йылдың яҙында ла ҡаҙаҡ араһына сыҡтым. Көҙөндә тәҡрар мәҙрәсәгә килеп фатирҙа торҙом.

Хәҙер татар мәҙрәсәләре донъяһында, шәкерттәр араһында хәрәкәт башланғайны.

Бигерәк тә ҙурыраҡ мәҙрәсәләрҙә шәкерттәр уҡыуҙың тәртипкә һалыныуын талап итәләр, наҙан хәлфәләрҙе яратмайҙар ине.

Был йылдың ҡышында шәкерттәр араһында йәшерен йыйылыштар яһап, ҡотортоуҙар башланды.

Мин был йылдың ҡышында бөтә шәкерттәрҙе йыйып, бер-ике йыйылыш яһаным.

Хәҙер хәлфәләр ҡаршы тора алмай башланылар.

Мин быларҙың дәресенә йөрөүҙән бөтөнләй туҡтаным. Һәм, был йылдан һуң икенсе бер ергә барыу уйы менән, ҡырғыҙ араһына сығып киттем.

1905 йылдың яҙында тағы ла мөғәллим булып, мәғлүм Урынтай хажиға барҙым. Был кеше заманына күрә аңлы булып, яңылыҡ тарафдары, ишанлыҡ һәм суфыйлыҡҡа ҡаршы ине.

Был кешенең ҡаҙаҡса яҙған шиғырҙары булып, яҙма көйөнсә тота ине. Уларҙы бергәләп йыйып баҫтырырға ебәрҙек.

Минең бындағы тормош бик күңелле һәм шағиранә үтте.

Ҡаҙаҡтарҙың моңло көйҙәре, мәғәнәле шиғырҙары, матур ғына тауыш сығара торған думбыралар, пәрҙәһеҙ йөрөгән ҡыҙҙары — һәммәһе лә йәнгә аҙыҡ бирәләр ине. Шулай итеп, август башына саҡлы уҡытып торҙом да, август башында Троицкиға ҡайтып берәр аҙна торғандан һуң, Буби мәҙрәсәһенә барыу уйы менән Силәбегә ат яллап киттем.

Ул ваҡытта Буби үҙендә яңы фәндәр уҡылыу, тәртип һәм яҡшылығы менән мәшһүр ине.

Силәбенән Өфөгә килеп, унан пароход менән Пьяный Борға барҙым.

Пьяный Борға, унан Янағуш ауылынан бер кешене яллап Бубиға киттем.

Юлда Янағуш ауылына төштөм дә, унда Бубиҙа уҡыған шәкерттәр һәм бер-ике мулла бар икәнен ишетеп, шулар менән күрештем.

Ләкин былар, Бубиҙа уҡыһалар ҙа, бөтөнләй мин уйлағандың хилафынса — аңһыҙ булып сыҡтылар.

Шулай ҙа мин Бубиға барҙым. Әле бында шәкерттәр аҙ булып, рәтле дәрестәр башланмаған ине.

Мин быларҙың әхүәл рухиәләре менән танышып, Ғөбәйдулла Буби менән күрештем. Был кешене беренсе күреүҙә үк уйлағандың хилафынса таптым. Был бик тупаҫ, шуның менән бергә уҡытыуға дәртһеҙ кеше булып күренде. Уның ҡалдырған насар тәьҫире менән мин, бында тороуҙы мәслихәт күрмәй, шундағы бер шәкертте ҡотортоп Ҡазанға алып киттем. Ҡаҙанға барып, уның мәҙрәсәләрен ҡарап йөрөнөм. Быларҙың мәслихәт булғаны Мәҙрәсәи Мөхәммәдиә күренде һәм Ғалимйән мулла имтихан ҡылып, ғали синыфҡа керергә мәслихәт күрҙе.

Бында уҡылған нәмәләрҙең минең өсөн иң мөһиме — ғәрәп әҙәбиәтенән «Мәҡамәти Хәрири» менән Йософ Аҡчура тарафынан уҡытылған йәғрәфиә менән тарих ине.

Был нәмәләрҙе бик яратып уҡырға керештем.

Октябрь етте. Россияның төрлө урындарында, шәһәрҙәрендә эшселәр хәрәкәте башланды.

Был резолюция тулҡыны Ҡазанға килеп бәрелде. Атыштар башланды.

17 Октябрь манифесы сыҡты. Бының бөтә кешегә тәьҫире булған кеүек, миңә лә бик ныҡ тәьҫир итте.

Шунда уҡ һәр ерҙә, шулар йөмләһенән мәҙрәсәлә, митингылар булды. Мин шул көндөң тәьҫире менән бер шиғыр яҙып («Милләтемә шатлыҡ» шиғыры) ташланым. Был шиғырҙы Йософ Аҡчура һәм башҡалар уҡып яраттылар һәм тиҙҙән сыға башлаясаҡ «Казан мөхбире» газетаһында баҫырға вәғәҙә бирҙеләр. Тағы ла яҙып торорға тәүсиә иттеләр.

Минең был шиғырым октябрь ахырында сыҡҡан беренсе номер «Казан мөхбире»ндә баҫылып сыҡты.

Ошо көндән башлап «Казан мөхбире»нең даими яҙыусыларынан иҫәпләнеп, унда төрлө шиғырҙар һәм мәҡәләләр яҙып торҙом.

Яҙған нәмәләрем өсөн миңә гонорар ҙа бирәләр ине. Был йылда (1905 һәм 1906 йылдың башы) яҙған нәмәләрем элек яҙған шиғырҙарым менән бергә «Йәш ғүмерем» исемендә (был — Шәрәфтәр баҫтырған шиғыр мәжмүғәләренең 1-се мәжмүғәһе ине) булып баҫылдылар.

Быйыл яҙ еткәс, күңел тағы ла киң сахраға талпына башланы, шәһәр тормошо күңелгә тарлыҡ биргән кеүек була ине. Яҙ етеп апрель кергәс, был теләк бигерәк тә көсәйҙе.

Шуға бинаән 12 апрелдә ҡырғыҙ араһына киттем һәм, мәғлүм Урынтай хажиҙың саҡырыуы буйынса, шул ауылға мөғәллим булып барҙым.

Бынан тороп, Ҡазан газеталарына шиғыр һәм мәҡәлә яҙа инем.

Йәй көнөндә Өфөлә Мәҙрәсәи Ғалиә асылғанын ишеткән инем. Һәм был хаҡта мәғлүмәт алып, быйыл көҙ көнөндә шунда барырға ҡарар бирҙем.

Бынан маҡсат — унда фәндәр күп уҡылыуын ихтимал тотоу ине.

Шул уй менән сентябрь башында Өфөгә барҙым. Һәм Мәҙрәсәң Ғалиәгә кереп уҡырға керештем.

Был мәҙрәсәнең диҡҡәтте йәлеп итерлек ере һәм башҡа мәҙрәсәләргә ҡарағанда артыҡлығы дин хаҡында яңы фекерҙәр, башҡа мөдәрристәр тарафынан тәлҡин ителгән дини хөрәфәттәрҙе бушҡа сығарып ташлау һәм «Ҡөръән» айәттәренә яңы рәүештә мәғәнә бирепн, уларҙы хәҙерге көндәге фән һәм фән иҫбат иткән һуңғы әсастәргә тәтбиҡ итеү ине.

Шуның өҫтөнә был көнгә саҡлы башҡа мәҙрәсәләрҙә уҡылмаған фәндәр өҫтәлеү булып, был нәмәләр шәкерттәр өсөн һәммәһе лә яңы нәмәләр ине.

Шуның өсөн дә бында 5-се йыл революцияһы тулҡыны менән, төрлө иҫке мәҙрәсәләр остаздарына ҡаршы баш күтәргән һәм мәҙрәсә исләхәтен теләгән күҙгә күренерлек шәкерттәр йыйылғандар ине.

Был мәҙрәсә улар өсөн яңылыҡҡа, алмашыныуға табан беренсе баҫҡыслыҡ хеҙмәтен итте. Мин бында 1906 йылдың көҙөндә килеп, фатирҙан йөрөп уҡыным. 1906 йылда йәйге тағтил ваҡытында һуңғы мәртәбә ҡаҙаҡ араһына барып, Дусмаил хажи тигәндәренең балаларын уҡыттым.

Был ара эсендә яҙылған төрлө шиғырҙар (күбеһе газеталарҙа баҫылғандан һуң) «Милләт мөхәббәте» исеме аҫтында баҫылып сыҡтылар.

Мәктәптәрҙә шәкерттәр уҡырлыҡ төрлө шиғырҙарға бик ҙур ихтыяж күренә, һәм күргән бер мөғәллим мәктәп балалары өсөн махсус шиғырҙар яҙылыуын минән һорайҙар, шуның өҫтөнә мәктәпкә йыр-көй керетеү мәсьәләһе матбуғатта ла бик йыш осрай ине.

Шул тәьҫирҙәр аҫтында «Милли шиғырҙар» исемендәге шиғырҙарҙы яҙҙым.

Ваҡиған, был нәмәләр бик тиҙ ваҡыт эсендә бер нисә рәт баҫылып, таралып өлгөрҙө.

Шул йыл эсендә «Ярлылар» тигән әҫәремде яҙып бөтөрҙөм.

Көҙ булғас, тәҡрар Өфөгә ҡайттым.

Мәҙрәсәи Ғалиә ни саҡлы яңы белемдәр биргән кеүек булһа ла, унда уҡыуҙың да артыҡ ҙур хикмәте булмаҫ төҫлө күренгәс, һуңғы ике йылында самиғ сифаты менән генә йөрөп уҡыным.

1908 йылдың йәйен төрлө ауылдарға йөрөп үткәрҙем.

Был дәүерҙәрҙә 5-се йыл революцияһының тулҡындары һүнеп, Россияла һуң дәрәжәлә истибдад башланды. Бөтә Россияны төпһөҙ бер ҡараңғылыҡ ҡаплап, тауышһыҙ-тынһыҙ булған хәят башланды.

Государственный Дума һәм уларға һайлауҙар ваҡытындағы мөнәсәбәттәр менән бер аҙ талаш-тартыштар сыҡһа ла, был — эш юҡтан эш булһын тигән кеүек кенә эшләнә, эшсе һәм крәҫтиән халҡының һайлау хоҡуҡтары бөтөнләй ҡыҫылып, һайлауҙарға мал-милек эйәләре генә ҡатнашалар. Шулай итеп, ҡатлы-ҡатлы һайлау арҡаһында Думаға ҙур ер хужалары ғына, байҙар ғына һайланалар ине.

Был дәүерҙәрҙә мин «Ваҡыт» газетаһына яҙғылап торҙом. Шуның менән бергә Муса Бигиев, Зия Камали һәм Риза ҡазый кеүек кешеләр исламиәтте иҫке хәленә ҡайтарыу, уны төрлө хөрәфәттәрҙән әрсеп, икенсе төҫ биреү өсөн бөтә көстәрен сарыф итәләр. Шул мөнәсәбәт менән төрлө ваҡ мәсьәләләрҙе ҙур итеп күрһәтергә тырышалар ине.

Был эш бигерәк тә ваҡлыҡҡа барып етте.

Муса Бигиев төрлө ваҡ мәсьәләләрҙе матбуғат донъяһына сығара ине.

Шул мөнәсәбәт менән «Юҡ менән баш ватыусылар» тигән мәҡәлә яҙып, «Ваҡыт» газетаһында баҫтырҙым.

1908—1909 йылдың ҡышында Өфөлә тороп, Мәҙрәсәи Ғалиәгә йөрөһәм дә, күберәк ваҡыт төрлө әҙәби әҫәрҙәр уҡыу, газеталарға яҙыу менән үтте.

1909 йылдың йәйендә Өфөлә тороп, бер айға Янтуриндарҙың Килем ауылындағы имениеларына барҙым. Уларҙың тормоштары һәм крәҫтиәндәр менән мөғәмәләләре һуң дәрәжәлә насар тәьҫир ҡалдырҙы.

Крәҫтиәндәрҙең баяр алдына килеп ҡул бағлап, бүрек һалып тороуҙары, баяр ҡатынының уларҙы тәхҡирле һүҙҙәр менән һүгеп, ҡол итеп тороуҙары асыуҙы ҡабартты.

Мин крәҫтиәндәргә:

— Ниңә бүрек һалып тораһығыҙ, ниңә ҡул ҡаушырып шул саҡлы хурлыҡты күтәрәһегеҙ?— тип һорауға ҡаршы, улар: — — Беҙ борондай шулай өйрәнгәнбеҙ: һөрөргә ер, сабырға бесән кәрәк булғас, шулай итмәй хәл юҡ, юғиһә ул бит беҙгә ер бирмәй,— тип әйтә торғандар ине. — Июль эсендә Өфөгә ҡайтып тора башланым. Мөхит насар, яңғыҙлыҡ эс бошора, иркен эшләргә юл юҡ ине.

Бигерәк тә татар донъяһында хәят юҡ, тормоштоң мәғәнәһе юҡ ине.

Ошо ваҡыттарҙа Зөһрә исемендә бер ҡыҙ менән та-ныштым.

Етем үҫеп, үҙенең ҡул көсө менән тегеү тегеп, үҙе тәрбиә иткән эшсән был ҡыҙ шул замандың үҙенә күрә асыҡ фекерле кешеһе һәм арыу ғына уҡыған да ине.

Уның эшсән һәм шулай аңлы булыуы минең диҡҡәтемде йәлеп итте.

Мин уға үҙемде тәҡдим иттем, һәм бөтә тормошомдо һөйләп, әгәр ҙә шулай бергә-бергә эшләп көн күрергә риза булһа, үҙемдең бик шат буласағымды һөйләнем.

Зеһрә үҙенең риза икәнен һөйләгәс, шул ваҡыттың ғәҙәте буйынса, 1909 йылдың 16 авгусында туй булды.

Туй үтеү менән беҙ икәүебеҙ бер фатирға сығып, тормош ҡороп ебәрҙек. Уның ҡул көсө менән эшләп әҙерләнгән нәмәләре менән йорт эсен биҙәгән булып, йәмле, тыныс һәм мөхәббәтле бер оя яһаныҡ.

Ул ҡул эше эшләй, мин яҙа инем. Беҙҙең тормош күңелле бер төҫ алып китте. Мал әсасенә ҡоролмай, бәлки эш һәм ысын ғаилә әсасенә ҡоролған был тормош миңә ултырып эшләргә һәм күп уҡырға, тәртипле рәүештә бер хәятта йәшәргә ирек бирҙе.

Беҙҙең ҡайғы ла, шатлыҡ та уртаҡ ине. Уның күңеле менән минең күңелемдә һис бер пәрҙә булмай, һәммә эштәр кәңәш менән эшләнә, һәр бер нәмә һәр икәүебеҙҙең теләгенә муафиҡ бара ине.

Был йылдарҙа «Заятүләк менән Һыуһылыу», «Ҡыҙ балалар өсөн мәктәп шиғырҙары» яҙҙым.

1910 йылдың 11 октябрендә бер ир балабыҙ донъяға килеп, Әнүәр исемен ҡуштыҡ.

Был бала беҙҙең тормошҡа тағы ла бер матурлыҡ бирҙе, өйгә тағы ла тулылыҡ, йәнлелек керетте. Беҙҙең өйҙә эш артты. Өйҙөң тулмаған бер ерен тултырған кеүек булды.

Ләкин беҙ мадти яҡты икәү тырышыу арҡаһында арыу ғына алып барһаҡ та, 1911 йылдарҙа тормоштоң матди яғы яҡшы уҡ ауырлашып китте. Берҙән, яҙған әҫәрҙәр өсөн наширҙәр гонорарҙы бик һатыулашып биргәнгә, икенсенән, шул аҙ аҡсаны ла бик интегеп алырға тура килгәнгә күрә, яҙыу-һыҙыу, әҙәбиәт эштәре менән тормошто тәьмин итеү ауыр ине.

Был ваҡыттарҙа Зөһрәнең ҡул көсө менән тегеү тегеп алған аҡсаларын тотоп, бер аҙ ғына булһа ла тормоштоң етешһеҙ яҡтарын ялғап ебәрә инек.

Был дәүерҙә татар мәктәбендә уҡыусыларҙың берҙән-бер эштәре — берәр мәктәптә мөғәллимлек итеү генә ине. Мин мөғәллим булыуҙы үҙемдең тәбиғәтем менән һөймәй торған булғанға, һуңра был эш бөтөнләй мораи миннәтсе байҙар ҡулында ғына дауам иткәнгә, улар янына барып, улар ҡулы арҡыры аҡса алып тороуҙы күңелем һыйҙырмай ине.

Мин үҙем генә берәр завод кеүек ергә эшкә керергә лә уйлап йөрөнөм. Ләкин, берҙән, физический яҡтан был эш мөмкин түгел, икенсе яҡтан, сәләмәтлек урта ине.

1911 йылдың ахырында Зөһрә II класлы Башкирский приютҡа әсә теле мөғәллимәһе булып керҙе һәм унан айға 10 һум жалование ала башланы.

Уның был эше беҙҙең тормоштоң матди яғын тағы ла еңеләйтә төштө.

Ай һайын мөрәттәп рәүештә 10 һум аҡса килеп тороу беҙҙең өсөн бик шәп эш ине.

1912 йылдың яҙында Өфөләге Кәримовтарҙың «Шәреҡ» матбағаһына мөсәххих булып керҙем. Бында эш ваҡыты иртәнге 8-ҙән киске 7-гә саҡлы булып, айлыҡ вазифаһы 25 һум ине.

Бында минең өсөн эш ваҡыты оҙаҡ булһа ла, буш ваҡыттарҙа уҡып-яҙып ултырырға мөмкинлек булыу, шуның өҫтөнә эш менән үҙемдең тормошто тәьмин итеү кеүек яҡшы яҡтары булғанға күрә, яҡшы булып сыҡты.

Эш һәм эшселәр араһында ваҡыт үткәнен һиҙмәй ҡалыу ғәҙәтем бар. Бында ла шулай булды: төрлө эш менән ваҡыт үткәне һиҙелмәй ҡала торған булды.

Был йылдарҙа (1911 —1912) «Иҫәпһеҙ байлыҡ», «Хәмиттең хәйәте», «Тәәҫҫоратым» тигән әҫәрҙәрем баҫылды.

1913 йылда мин һаман типографияла мөсәххихлек эшен алып барҙым. Йәйҙәрҙә йыл һайын бер айға ауылға сығып, хәл алып, тағы бер йыллыҡ көс алып керә инем.

1913 йылда төрлө ваҡыттарҙа (1911 —1912 йылдарҙа) яҙылған «Әмсал» тигән мәҫәлдәр мәжмүғәһе баҫылды.

1914 йылда ла һаман матбағала эшләнем. Был йыл эсендә милли шиғырҙарҙың 3-сө жөзьи «Моң вә зар», «Әҙәбиәт киҫәктәре» нәшер ителделәр.

Ошо йылдың йәйендә мәғлүм бөтә донъя һуғышы сыҡты.

Был һуғышты күңел теләп алды. Сөнки был һуғыштың нәтижәһендә инҡилап булыуы, донъяла ҙур үҙгәрештәр тыуыуы яҡын ихтимал булғанға күрә, был һуғыштың булыуы матлуп ине.

Һуғыш дауам итте. Эшсе, крәҫтиән ҡаны дарья булып аҡты. Уларҙың балалары, ҡатындары етем ҡалдылар.

Фажиғәләрҙең барған һайын көсәйә һәм арта барыуы күңелгә насар тәьҫир ҡалдыра башланы. Бының бер сиген, ҡан дарьяһы ағыуының туҡталыуын күрәһе килә башланы.

Казарма яндарында мәхшәр булып, балаларын оҙатҡан ата-әсәләр, аталарын оҙатҡан йәш балалар тулды.

Мин бында сәғәттәрсә ҡарап ултырҙым. Шул ваҡытта «Юҡтырһың да, алла»ны яҙҙым.

You have read 1 text from Bashkir literature.