Latin

Айбикә - 1

Total number of words is 4493
Total number of unique words is 2240
28.8 of words are in the 2000 most common words
41.0 of words are in the 5000 most common words
48.4 of words are in the 8000 most common words
Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
I.

"Тор, тор инде, Айбикә килен, тор. Был ни бөтмәҫ йоҡо. Йылдай төндә лә йоҡо туймаҫ икән. Ҡыҙыл эңерҙән ятып йоҡлайһың, ҡояш ауалағансы йоҡо туймаҫ булырмы. Ана һыйырҙарың ызылдашып торалар, һауа һалып ал!" - тигән тауышҡа Айбикә, күҙен асып, һикереп торҙо. Уның янында, ҡулына ҡомған тотоп, Ғәйшә тора ине. Ул, Айбикә тороп аяғына итеген кейгәнсе, туҡтамай әрләне лә, тышҡа сығып китеп, тағы үҙенең түшәгенә инеп ятып, тәмле йоҡоға китте.

Айбикә әле генә, үҙенең алама аласаһы өҫтөнә һалған тышһыҙ ҡара кәпрәнле мендәренә башын ҡуйып, алама көпөһөн өҫтөнә ябынып йоҡларға ятҡайны. Аҙ ғына серем итергә лә өлгөрмәне, көн дә иртәнсәк ишетә торған әр, мыжыу, тиргәү уның ҡолаҡ төбөндә яңғырай башланы.

Ул аҫтындағы аласаһын мендәре өҫтөнә ҡайырып ҡапланы ла, бит-ҡулын йыуып, башындағы яулығын йүнәтеп бәйләп, һыйыр һауырға сығып китте.

Таңдың әрә-һәрәһе, йүнләп аяҡ юлы ла күренмәй. Йоҡо туймаған, күҙҙең ҡабаҡтары ауыртып, үҙенән-үҙе кире йомолалар. Тәндә ауырлыҡ, әйтерһең, берәү иҫәңгерәтә туҡмап ташлаған да, шунан яңы ҡалҡып торғанһың. Кисә лә, унан элекке көндәрҙә лә шул уҡ таң, шул уҡ тәндең ауыртып талыуы, шул уҡ Ғәйшәнең мыжыуы, шулай уҡ һыйырҙар, быҙауҙар, бейәләр, осо-ҡырыйы юҡ ваҡ йорт эше.

Айбикә сығып биш һыйырҙы быҙауҙары менән эйҙереп һауып алды ла, ике силәк һөттө ишек алдындағы өлкән аҡ келәт эсенә, сипарат янына ултыртып, һыйырҙарын көтөүгә ҡыуырға китте. Унан ҡайтып быҙауҙарын, егерме-утыҙ башлап һарыҡты ҡыуҙы, унан ҡайтыуына сипараттан һөт үткәрҙе, самауыр ҡуйҙы, йылҡы көтөүе төшөү менән, бейәләрҙең ҡолондарын айырҙы, дүрт-биш көйәнтә һыуға барҙы, икмәк баҫты, иҙәндәрен һеперҙе, һөтөн бешереп ойотто, һауыт-һабаларын йыуып, тағы ҡаҙанға эркет ҡайнатырға һалды, ул арала бейәләрҙең һауыны етеп, дүрт бейәне һауып алды.

Шунан һуң ғына Ғәйшә, йылы түшәгенән тороп сығып:

- Ҡана, килен, сәйеңде өлгөрт. Анауҙы уятмай ғына эсеп алайыҡ, уға яңынан самауыр ҡуйырһың. Көнһылыу менән Ишбулдыны уят, - тине.

Айбикә Көнһылыу менән Ишбулды йоҡлаған бүлмәгә инә. Көнһылыуҙың арҡаһынан тапап:

- Көнһылыу, Көнһылыу! Тор, сәй ултырттым, - ти.

Көнһылыу иренеп кенә күҙен асты ла, әйләнеп ятып, тағы ла йоҡлап китте. Айбикә, әле Көнһылыуҙы, әле Ишбулдыны уятып, торғоҙа алмағас, Ғәйшә янына сығып:

- Еңгә, Көнһылыуҙарҙың торғолары килмәй. Уяттым-уяттым, тағы йоҡлай ҙа китәләр, - тине.

Ғәйшә, ҡыҙыл сыбар тышлы ҙур мендәрҙең өҫтөнә аяҡтарын бөкләп ултырып, сәй яһай башлағайны.

- Йә, ярар, йоҡолары туймаһа, ятһындар, ни уларҙы ҡайта-ҡайта маҙаһыҙлайһың, аталары менән бергә эсерҙәр,- тине. Уға яңғыҙ сәй эсеү күңелһеҙерәк булды, ахры, ул Айбикәгә:

- Килен, барсәле, Көмөш еңгәйҙе сәйгә алып кер, - тине.

Айбикә, Көмөш әбейҙе тиҙ генә үҙе менән бергә алып килеп, боролоп аш өйөнә сығайым тигәйне, Ғәйшә тағы ла:

- Самауырың һыуынып китте, ҡана, тиҙ генә шаулатып алып кил, - тине.

Айбикә шунан һуң ғына тағы үҙ эшенә тотоноп китте.

Аш өйөндә Ҡотлояр ҡарттың тороуына икенсе самауырҙы ҡуйҙы, икмәк һалды, эркет ҡутарып, уны тоҡҡа ҡойоп һарҡытырға ҡуйҙы. Сәйҙәрен йыйып алып, уның арты икенсе самауырҙы ултыртыуға, бейәләрҙең икенсе һауыны етте, уларҙы һауыуға, көтөүҙән һыйырҙар безәкәйләп ҡайта башланы. Уларҙы, быҙауҙарына ҡушылмаһын өсөн, ҡураға бикләне, уларҙы ғына урынлаштырып әйләнгәнсе булмай, бесәнселәрҙең береһе килеп етте. Уларға аҙыҡ әҙерләп бирергә кәрәк. Хатта аҙ ғына ултырып хәл алырға ла әмәл юҡ. Төшкө сәйҙән ҡалған самауырҙағы йылы һыуға икмәк ҡушып, тамаҡ ялғарға ғына ултырғайны, тағы Ғәйшә тауышы:

- Килен, бында ҡомғаныңда һыу бөткән, шуны ла ҡарап ҡуйырға ярамайһың. Ҡуйсы, ҡуйсы, һиңә әйтһәң дә бер, әйтмәһәң дә бер. Был тиклем әрпеш булырһың икән. Тастарың әҙәм күҙенә күрһәтерлек түгел, шуларҙы таҙартып ҡуйһаң ни була. Иртәрәк йоҡонан торһаң, барын да эшләп өлгөрөр инең. Уятҡанды көтөп йоҡлайһың да ятаһың бит, бер әйтәгүр. Кискә ҡунаҡтар саҡырып алырға кәрәк, өйөңдө арыу итеп йыйыштырып ал! Ҡаҙан бушанымы? Ике ҡаҙанға ла тултырып аш һалырға кәрәк. Ҡайнағаң торғас, Асатайға әйтеп килерһең: көтөүенә барып, берәр туҡлы тотоп ҡайтһын, һуйып алырбыҙ...

Айбикә самауыр төбөнән һикереп тора. Ҡомғанға һыу һала, усаҡтағы тиҙәк ҡуҙын аҡтарып, ҡаҙанға таҙа һыу ҡоя, тастарын таҙартырға тотона. Ауыҙына ҡапҡан икмәген эш араһында сәйнәп йота, ә уның яртыһы эселмәй ҡалған шәшкеһе самауыр төбөндә һыуынып көтә.


II


Ҡотлояр ҡарт - ауылдың яҡшы көн иткән байы. Ул элеккерәк замандарҙа йыл уртаһына бер нисә хеҙмәтсе, йә булмаһа ирле-бисәле ярлы кешене тамаҡ хаҡына эшләтеп тота ине. Ә хәҙер батрак тотоусыларға договор яһарға, страховать итергә, уларға ваҡытлы түләргә, кейем-һалым бирергә кәрәк, уның өҫтөнә бай ҙа булып күренәһе... Ул бына шуларҙың барыһынан да ҡотолоу өсөн "яңыса", "советса" торорға булып, ун биш-егерме һыйырҙы биш-алтыға, етмеш-һиккән һарығын егерме-утыҙга, иллеләп йылҡыны ун алтыға ҡалдырып, бейәне лә биште генә һауа. Йәйге, ҡышҡы йорт эшенә үҙенә килен тейешле булган Айбикәне аҫрарға алып, ҡыр эше, һабан, ашлыҡ, бесән кеүек эштәргә ваҡытлы яллай. Уның Дутов ваҡытында аҡтар менән Себергә ҡасып китеп юғалған Ишбулаттан ҡала, ун туғыҙ йәштәрҙәге ҡыҙы менән ун етегә сыҡҡан кесе улы Ишбулдынан башҡа бала-сағаһы юҡ. Быларҙан Көнһылыу - "яңғыҙ ҡыҙ", Ишбулды "кинйә бала" булғанлыҡтан, икәүһе лә иркә, икәүһе лә бик ҡәҙерлеләр.

Көнһылыу, ҡала техникумында уҡып, яҙ көндәре һәм ҡышҡы каникулдарға ғына ауылға ҡайта.

Ишбулды быйыл башлап ҡалаға барһа ла, рабфакка инә алмай кире ҡайтты. Уны йәше бәләкәй булғанға күрә алманылар. Документ яғы ҡурҡынысһыҙ ине. Уның "нағыҙ крәҫтиән" балаһы, "эш стажы"-фәләндәре тураһында Ҡотлояр ҡарттың бажаһы - сельсовет рәисе Абдулла барыһын да эшләгәйне.

- Йә, ярар, быйыл йәш икән, киләһе йыл барыр. Хәҙергә икенсе баҫҡыс мәктәптең икенсеһендә уҡый. Киләһе йыл барыбер урынлаштырам мин уны.

Ҡотлояр ҡарт, түңәрәк ҡара һаҡалын, ҡыҙыл битен һыйпай-һыйпай, аяҡ салып ултырып, үҙенең ҡорҙаш-тиңдәштәре, ҡоҙалары менән ҡымыҙ, бал эскәндә шулай һөйләшә.

Уның донъяһы теүәл: байлыҡ яҡшы, тамаҡ туҡ, өҫ бөтөн, ауырлыҡ күрмәй. Шуның өсөн дә ул өҙлөкһөҙ шат, ғәмһеҙ, көлгәндә лә, аҡ тештәрен бөтөнләй асып, эйәгенең быуаҡтарын яғаһына ҡыҫып, ҡатлау-ҡатлау итеп, быуылып, оҙаҡ итеп көлә. Уның төҫө лә, үҙенең йәше алтмыш биштәргә табанлаһа ла, әле йәштәрсә. Тик сәсендә генә биш-алты бөртөк аҡ бар, - унан зарар юҡ; ул да тик ана Ишбулат ҡайғыһының ғына шойҡаны. Ләкин ҡайғырып та файҙа юҡ. Донъялар әле был көйө генә тормаҫ, инша алла, боронғо замандар әйләнеп килһә, бына ҡайтып килер уның оҙон буйлы, киң яурынлы, ҡупшы кәүҙәле, һәйбәт "боронғо" йәшел буҫтауҙан теккән гимнастеркаһының яурынына уҡалар таҡҡан Ишбулаты...

Ҡотлоярҙың татлы хыялы, тәмле өмөтө шулай ине.

Тик уның бисәһе генә өлкән улы тураһында күберәк ҡайғырта, күберәк "балауыҙ һыға".

- Әллә ҡайҙа йөрөйҙөр, әллә ҡайҙа тилмерәлер, аслы-туҡлы йәшәйҙер, әллә кемдәрҙең күҙенә ҡарап ҡалғандыр, әллә берәй ерҙә үлеп ҡалды микән... - Уның уйында төрлө һындар аша Ишбулаттың тормошо кәүҙәләнә. Ул, балаһының һаулығына тип, хәйерҙәр бирә, "аҡ ҡорбандар" сала. Тиң-төштәре араһында, оҫтабикә менән һөйләшкәндә генә булһа ла, ҡыҙылдарҙы ҡарғай, уларҙың бөтөүен, донъяның боронғоса әйләнеп китеүен теләй.

Шул ҡайғыларын бер аҙ бушатҡас уҡ, ҡыҙы Көнһылыу менән маҡтанырға тотона. Башындағы һәйбәт ҡуйы сәскәле аҡ яулығын төҙәтә биреп, өҫтөндәге йәшел буҫтау кәзәкейенең уҡалы салғыйҙарын һыйпаштырғылап, сәй эсеп ултырған ваҡыты булһа, ашъяулыҡтың ситен һыпырғылап, башын күтәрә биреп, Көнһылыуҙы һөйләй:

- Инде бынау ҡалған ике бөртөгөм генә һау булһалар ине, бөтә ҡарап торғаным - шул ике ҡолонсағым. Маҡтаныуым түгел. Көмөш еңгә, бына минең Көнһылыуым ауылда беренсе ҡыҙ бит. Төрлө яусы ебәреп кенә теңкәбеҙгә тейәләр, йәше лә етмәгән түгел, еткән, шунда ла атаһы, тороп торайыҡ әле, ти, уҡып, кеше булһын әле, ти. Ҡалала уҡыһа ла, бик әҙәпле. Ана ҡайһы берәүҙәр бар, ҡаланан уҡып ҡайттыҡ, тигән булалар ҙа, сәстәрен ҡырҡып, ирҙәр араһына, советҡа ҡатнашҡан булып, собраниелар яһаған булып маташалар. Ана арғы остоң Әпәләй ҡыҙы Алмаҡайҙы әйтәм әле: ҡаланан уҡып ҡайтҡас та, әллә кем булып, шәпкә сығырға тырышып, бисәләргә баҡса сәсергә, картуф ултыртырға өйрәткән булып маташа. Әлеге үҙенең хәйерселегенә бара. Улар ни, урыҫ кеүек, ер соҡомаһалар, ҡалайтып тамаҡ туйҙырырҙар, тиһең әллә... Минең Көнһылыуым ҡайҙа ул яҡҡа. Улай итеп бөксәңләп йөрөү түгел, буй ятҡан сүпте арҡыры алып һалмаҫ. Атаһы ҡаршы түгел түгеллеген: "Ни, ти, эшкә өйрәнеүҙән зыян юҡ, әйҙә, йөрөһөн, комсомол да булһын, заманы шулай", - ти ҙә ни, мин әйтәм: "Ҡуй, әллә ни аҙып китер, ана, кейәүгә барғас, теләһә ни эшләр", - тием. Ауыр эште инде уныһын эшләтер хәлем юҡ. Туймаған тамағым юҡ әле. Берҙән-бер ҡыҙымды, тием. Ҡара хеҙмәткә өйрәнгәнме ни һуң ул. Май эсендәге бөйөр генә кеүек бит әле ул...

Ҡайһы саҡтарҙа уның һүҙен йөпләп ултырыусы булып:

- Эйе, әйтерең бармы, ҡыҙ саҡ ике килмәй бит. Ҡатын булдың - утын булдың инде ул, - тип ҡуйһалар, Ғәйшәнең күңеле бөтә лә, Айбикәгә тотона.

- Бына беҙҙең Айбикә киленде әйтәм әле, бер эш нәмәһе белмәй бит, бахырҡай. Әйтә-әйтә, өйрәтә-өйрәтә йәнең сыға. Хәйер, ул ни күреп үҫкән һуң. Әҙәм рәтле донъя көтөп, мал үҫтереп, аш-һыу тәрбиәләп өйрәнмәгән бит инде ул. Тик әлеге үҙеңдең яманың булғанға, йәлләп аҫрайһың. Ире ни, урыҫ булып киткән, ти бит инде. Комунға яҙылғас, билдәле инде, урыҫ булмай, ҡайҙа барһын, һуң инде. Анау йылы ана, ҡыҙылдар килеп инеп, беҙҙең Ишбулаттар ауылдан сығып киткәс ни, беҙҙең өйҙөң аҫтын-өҫкә килтереп, Ишбулатты эҙләтте бит. Ағаһын бикләтеп ҡуйҙы. "Улыңды тап, әфисәреңде тап!" - ти. Инде урыҫ булмағаны ҡайҙа. Әгәр ҙә ул ағай-эне хаҡын һаҡлаһа, атаһы менән бер туған ағаһын шулай итер инеме? Ҡуй инде, ул ваҡыттарҙы уйлаһаң, түбә сәстәрең үрә тора. Хоҙай ҡушмаған эш буламы һуң. Ишбулат ҡайҙа йөрөйҙөр, уныһын кем белә, шунда ла, ана шул ҡәһәр һуҡҡан Юлдыбай ҡулына төшмәгәненә ҡыуанам. Атып үлтерер ҙә ҡуйыр ине. Иренең шул уҫаллыҡтарын уйлап, Айбикәне сәйнәп ташларҙай булам да, тағы ла хоҙайлығыңды уйлайһың...


III

Айбикә арып-талып, төн уртаһы ауғас ҡына, йоҡларға ятты. Әллә бик үтә арығанғамы, әллә борсоулы уйҙар күп булғанғамы, ул, һуң ятыуына ҡарамай, йоҡлап китә алманы. Уның күҙ алдынан үткән көндәрҙең картиналары береһе артынан береһе үттеләр.

...Ана әле ун дүрт-ун биш йәштәрҙәге ҡыҙ. Өйҙә ҡартайған әсәһе менән ҡартайған атаһы ғына. Уларҙың барлығы ун бер балаһы булған булһа ла, төрлөһө төрлө ауырыуҙан үлеп бөтөп, яңғыҙ Айбикә генә ҡалған. Шуның өсөн дә уны бик яраталар. Булған ғына нәмәләрен Айбикәгә бирергә, уны йүнәтергә, хәлдән килгән тиклем бөтәйтергә тырышалар.

Айбикәнең күҙ алдына үҙҙәренең бәләкәй генә, соланһыҙ кирбес өйҙәре килеп баҫты. Уның ҡарындыҡ күҙле тәҙрәләре, ишекте асҡанда ла, япҡанда ла бер эскә, бер тышҡа һуғылып, ҡырп-ҡырп итеп йырпылдап торалар. Урындыҡ өҫтөнә йәйгән алама кейеҙ өҫтөндә атаһы һәр ваҡыт итек тегеп, итек ямап, быйма табанлап ултыра. Ҡартлыҡ менән күҙҙәренең күреүе лә насарланған. Шуға күрә ул, энә һапларға булһа, йә энәһен төшөрөп юғалтһа, тиҙ генә Айбикәне саҡыра ла: "Балам, энәмде һаплап бир әле; балам, энәм төшөп китте, табып бирсәле",- ти.

Атаһының янында әсәһе лә йә тарамыш ишеп, йә тарамыш һумалалап, ҡайһы саҡтарҙа кешегә ярым-ярты хаҡҡа, йә бушҡа уҡ ситек йоллоҡлап, ямап ултыра. Күрше бисәләре йәһәт кенә өҫтәренә көпөләрен бөркәнеп инәләр ҙә, Айбикәнең атаһынан биттәрен йәшерә-йәшерә, шыбырлап:

- Бибекәй еңгә, бына ҡатамдың билтергенәһе айырылып сыҡҡан, шуны эт теше тартып ҡына тегеп бирсәле, - тиҙәр. Әбей тиҙ генә тегеп биреп ебәрә.

Айбикәнең берҙән-бер бала, уның да ҡыҙ булыуы ҡайһы саҡтарҙа ҡарт менән ҡарсыҡтың күңелен бойоҡтора. Улар, икәүһе генә ҡалып, шулай эшләп ултырған саҡтарында, аҡрын ғына, ауыр ғына һүҙҙәр менән, бер-береһенә ҡарамай ғына, зарланышып алалар. "Эй, әбей, әбей, ҡартайғанда күрергә ҡалды һинең менән миңә. Сынтимер генә һау булһа ла, хәҙер уға ун өс йәш булыр ине бит инде. Шул уҡ ир бала ҡартайған көнөмдә ҡул-ҡамытлыҡ итер ине. Хәҙер ни, етмешкә еткәс, бөксәңләп, эшең ни ҙә, үҙең ни. Ураҡ урайым тиһәң, бил ярамай, тегенәйем тиһәң, күҙ күрмәй... Ат булһа ла, әллә кеше-маҙарға ҡушылып эшләр инең..." Әбей ҡартының был һүҙҙәренән Айбикәгә тел тейеүҙән ҡурҡа. Шуға күрә лә уның һүҙен тиҙерәк бүлергә тырыша: "Нисек итәһең, алла яҙғанылыр инде. Уллы ла илар, улһыҙ ҙа илар, тигәндәр боронғолар. Ҡыҙ булһа ла, ошо яңғыҙыбыҙ һау була күрһен инде. Әле бына ике йылдан бирле өй эсендәге эште ҡулыма ла тейгеҙмәй бит. Урыны тура килеп, арыу ғына кеше осраһа ине инде, әллә, бәлки, ярҙамы булыр ине ..". Һүҙ бүтәнгә борола. Ҡулына энәһенме, беҙенме сәнскән бабай, ҡапыл тертләп:

- Әйемм... һүҙең генә бар булһын, күҙең бар булғыры, - тип асыуланып ала. - Ошо көн болот булһа, бер нәмә күрмәйем. Исмаһам, ҡырҡ тартмасыһы ла йөрөмәй бит, берәр күҙелдерек алыр инем.

- Ана йәй көнө йөрөгәндә, алайыҡ, тинем мин һиңә. Ҡыйбат, тигән булдың.

- Ҡырҡ тиндән төшмәне бит, кафыр, уныһы ла. Утыҙ биш тин бирҙем бит сусҡаға, бирмәне.

Ҡарт менән ҡарсыҡтың бөтә ҡышы тигәндәй шулай үтә. Уларҙы, бүтән хәлле кешеләр кеүек, ҡунаҡҡа йыш саҡырмайҙар. Халыҡ зыҡ ҡубып көнө-төнө саҡырышһалар ҙа, быларҙы бик һирәк кенә ағай-энеләре генә саҡыралар, сөнки саҡырышыусыларҙың күбеһе, икенсе ауылдан килгән ағай-энеләренә ҡунаҡ күрһәтеп, шулар менән өй һайын йөрөйҙәр. Ә ҡунаҡ күреп тә, саҡыра алмаҫлыҡ кешеләр ситтә ҡалалар. Быларҙың улай күп кеше саҡырырлыҡ хәлдәре юҡ. Тик бик һирәк кенә, йылына бер, йә ике тапҡыр, ураҡтан ҡайтҡан саҡтарҙа, аят уҡырға, доға алырға тип, мулланы, тағы бер нисә ҡартты ғына, ҡурҙаҡ ҡурып, сәйгә генә саҡырып алалар ине.

Тышта буран ҡоторонғандан-ҡоторона. Тәҙрәне яртыһынан ашыу ҡар баҫып киткән. Мөрйә геүләй, тәҙрә ярығынан ел һыҙғыра, ҡар өрә. Өй иртәнге ут яҡҡандан бирле берҙән-бер һыуына. Был ваҡыттарҙа Айбикә һабаҡта була. Ул мулла бисәһе Фатимаға һабаҡҡа йөрөй. Бик сатлама һыуыҡ көндәр булмағанда, ул атаһының бейек тағалы итеп тегеп биргән ҡара итеген сылғау урап кейә лә, өсөнсө йыл тегелгән, еңе-салғыйҙары ҡыҫҡарып, уңып бөткән ҡыҙыл сатин көпөһөнөң түшенә иман шартын ҡыҫтырып, ауыл уртаһындағы мәсет эргәһендә торған мулланың өйөнә йүгерә. Өшөп, туңып, ҡулдары ҡыҙарып ҡайтып килеүгә, әсәһе, усаҡтағы тиҙәк ҡуҙын көл араһынан ҡутарып сығарып, ут тоҡандырырға әҙерләнә. Тиҙәк, сытырҙарҙы усаҡҡа һала ла мөрйә асырға Айбикәне көтә.

Айбикә, тиҙ генә йүгереп өй башына менеп, мөрйә өҫтөндәге өлкән ташты, уның аҫтындағы өлкән көл тоҡсайын алып, мөрйә янына ҡуя ла, йышылып бөткән боҙло баҫҡыстан шыуып төшөп, өйгә инә. Был ваҡытта инде усаҡ дөрләп яна башлай, бәләкәс кенә йәмшек еҙ самауырға ҡаҙандан эҫе һыу ҡойоп, шаулатырға ҡуҙ һалып, самауыр соҡалағына ҡуялар. Әсәһе сәй ултырта башлай. Киндер ашъяулыҡ, замаскалар ҡоршап бөткән, ҡайһыһы тотҡаһыҙ өс шәшкене ҡара батмусҡа ҡуя. Шәкәр юҡ, ҡара ғына итеп тартылған бойҙай икмәге, һөтһөҙ үлән сәй. Әсәһе сәй яһай, атаһы Айбикәнең һабағын һораша:

- Бөгөн ни уҡының, ҡыҙым?

- Әбжәткә төштөм инде, атай.

- Яраған. Кәлимәтеңде бөттөң иһә, бүтән йөрөмәҫһең. Ҡыҙ кешегә шул еткән. Әсәһе лә йөпләй:

- Эйе шул, ҡыҙ балаға ни, шул иман белеп, намаҙлығын белдениһә, етте инде, - ти.

Тик Айбикә өс ҡыш буйы өшөп-туңып һабаҡҡа йөрөһә лә, оҫтабикәнең сыбыҡ менән һуҡтырыуы, сәс тартыу, тырнаҡтарға һуғыуҙан башҡа "әлепсен ә, әлебасын и, әлептәр ә, әлепкикөсөн ән, әлипкикасын ин, әлепкикөтөр өн" дәресе үтеп, "кәпсен кәләмасылый, кәлимимсемә кәлимәтикөтөрөртөн кәлимәтөн"гә генә етеп ҡалды.

Үҙҙәренең иген сәсерлек хәлдәре булмағанға күрә, йәйҙең-йәй буйы өсәүләшеп ураҡҡа йөрөп, ялланып ураҡ уралар. Бәләкәйерәк саҡта Айбикә усма ғына һала торғайны, туғыҙ-ун йәшкә еткәс, үҙе лә ура башланы. Бәләкәй генә, ябыҡ ҡына ҡыҙыл һыйырҙы күршеләге Нәғимә әбейгә ҡалдырып китәләр ҙә, ул, йәй буйы һауып, һөтөн эсә, быларға егерме-егерме биш ҡаҙаҡтай май, ҡырҡ-илле башлап булһа ла ҡорот йыйып, әҙерләп ҡуя ине. Ураҡтан ҡайтҡас, Айбикә әсәһе менән башаҡҡа йөрөп биш-алты боттай бойҙай әҙерләйҙәр. Бына уларҙың бөтә ҡыш буйына әҙерләгән запас аҙыҡтары. Улар шуның менән әл-йөл итеп ҡышты сығалар. Шулай ҙа был көндәр Айбикәнең күңелендә ғүмеренең иң яҡшы, тормоштоң иң рәхәт, иң йылы ваҡыттары булып иҫендә ҡалғандар.

Ә ул көндәр, балалығының ғәмһеҙ мәлдәре, күпкә бармай. Уға яңы ун дүрт йәш тулғайны шикелле, уны һорап, күрше ауылдан яусы килде. Оҙаҡ тартышып торманылар, "урыны яҡшы, улы аҡыллы, тип әйтәләр", - тип, ун алты һум мәһәр, туйына бер ҡуй һуйып, уны кейәүгә биреп тә ебәрҙеләр. Мулла никах уҡыны. Айбикәнең әсәһе күрше-тирәләрҙән һауыт-һаба йыйҙы, шаршау алып килеп ҡорҙо. Фәрхизә еңгәнең өлкән самауырын алып килеп ҡуйҙы. Үҙҙәренә ағай-эне тейеш булғандарҙы туйға саҡырҙылар. Айбикәнең туйға килгән ҡәйнәһе, Айбикә ултырған өйгә "килен һөйөргә" барып, уны һөйөп, ирек-бәхет теләне:

Ҡушағыңа ҡушылып, ҡыуышлы бул, киленсәк,

Аҡ ебәктәй ишелеп, уңышлы бул, киленсәк.

Ауыҙ-башың остаңлап, һүҙсән булма, киленсәк.

Күҙең-башың йылмаңлап, күҙсәк булма, киленсәк,

Һары итегең шартылдап, ауыҙ-башың ялпылдап,

Өйҙән өйгә ҡыҙырып, үпсәк итмә, киленсәк.

Ҡалағандан ҡаптырма, тибәгәндән типтермә;

Баҫымсаҡҡа баҡа айғыр, маңлайыңа сирттермә!


Айбикәнең әсәһе, ҡартын саҡырып ҡына:

- Әй, Айбикәгә ун биш йәш тә тулмаган бит әле, никах яраймы икән һуң? - тигәйне, атаһы:

- Әллә, мулла үҙе беләлер инде, уҡыны бит никахты, - тине.

Бынан тағы ла ҡарсыҡтың илауҙан ҡыҙарып бөткән күҙҙәренә йәш тулды. Ул, ҡунаҡтар алдында белгертмәҫкә тырышып, тиҙ генә күҙен һөрттө. Үҙҙәренең өйөндә ирҙәр ҙә саҡ һыйып ултырғанға, бисәләрҙе Нәғимә әбейҙең өйөнә ултырттылар. Айбикәнең иптәш ҡыҙҙары, күрше еңгәләре, бил быуып, туй атҡарыштылар. Уның өҙлөкһөҙ илаған әсәһен әбейҙәр йыуатты:

- Ҡуй, илама, Бибекәй. Ҡыҙ бала - кеше кешеһе бит инде ул. Уны ҡырҡ йыл аҫраһаң да, үҙеңә булмай инде.

- Эйе шул, ҡыҙ бала - ҡунаҡ ҡына шул ул. Ата йортонда мәңге тороу юҡ шул уға. - Ләкин үҙҙәре лә шул һүҙҙәре артынан уҡ илап ебәрәләр. Уларҙың араһынан ҡайһы берәүһе, был күҙ йәштәрен таратырға тырышҡандай итеп, моңло тауыш менән "Тәфтиләү" көйөнә йырлап ебәрә:

Ҡарлуғасҡай ҡара, муйыны ала,

Һауаларға менеп тәү юғала,

Ҡыҙ бала тигән ғәзиз бала

Үҫеп еткәс кенә юғала...

- Вә-һә-һәй... Үткән, үткән ғүмерҙәр!..

- Уй-й, ҡалайтаһың, барыбыҙҙың баштан кискән шул.

Шулай итеп көй күтәрәләр. Икенсеһе, өсөнсөһө йырлай. Олораҡтары, аш ашағас, һурпаны, һурпа бөткәс, сәйҙе шулай йырлап эсәләр. Йәштәр, таҡмаҡ әйтешеп, бейейҙәр, зыҡ ҡубалар ине.

Шуның менән Айбикә ун һигеҙ саҡрымлыҡ ауылға килен булып китте. Уны оҙатҡанда, быйыл өсәүһенең ураҡ урып алған аҡсаларына алынған ҡыҙыл сатин күлдәген, плис кәзәкейен, бейек тагалы ҡара итеген кейҙерҙеләр. Түшенә, әсәһенең Айбикәгә тип, ҡыҙының ҡара йәшенән бирле йыйнаштырып яһаған һаҡалын һалындырҙылар. Башына сәскәле ҡыҙыл кешмир яулығын бәйләттеләр. Уның артынан биреп ебәрерлек башҡа нәмәһе булмағанға күрә, әсәһе улай һуғылды, былай һуғылды ла үҙенең күнәрәк юрғаны менән ике яҫтығының береһен арбаға сығарып һалды.

Айбикәнең иптәш ҡыҙҙары, күрше еңгәләре, бала-саға, әбей-һәбейҙәр, атаһы менән әсәһе, кейәүҙең арбаһына ултырып, ауылдан сығып, ҡаралары юғалғансы ҡарап ҡалдылар.

Айбикәнең ҡолағында әсәһенең әйткән һүҙҙәре әле лә яңғыраған кеүек:

- Бәхетең булманы бит, балам. Кеше балалары кеүек, селтәр-ҡашмау һалып, елән ябып, ҡыҙыл шаршау күтәреп, артыңдан малдар ҡыуып оҙата алманым... Бынан һуң бәхетең асылһын инде, ҡолонсағым!..

Уның әсәһе был һүҙҙәрҙе, Айбикәне оҙатҡанда, арҡаһынан тапап, илай-илай әйткәйне.

"Бәхетең асылһын, бәхетең асылһын!" - Был һүҙҙәр Айбикәнең башында бүтән һүҙҙәргә ҡарағанда ла ҡабат-ҡабат әйләнделәр ҙә, уның артынса "күрәһең, бәхетем асылмағандыр инде" тигән әллә ҡайҙағы, күңелдең бер ситендә ҡалған, йөрәккә ауыр һүҙҙәр менән ҡапландылар.


* * *


Айбикәгә, кейәүҙең ауылы күренгәс, әллә нишләп ҡыҙыҡ һымаҡ булып китте. Был ауыл, уларҙыҡы кеүек, һыу буйлап ҡына ултырмаған, өйҙәр әллә нисек һыуҙың ике яғына ла теҙелгәндәр ҙә ҡыялап тауға табан тартылғандар. Урамдары ла, уларҙыҡы кеүек, төҙ генә түгел, ҡыя-мыя киткән. Тик мәсеттәре генә Айбикәләр ауылыныҡына ҡарағанда бейегерәк, түбәһе лә йәшелгә буялған.

Айбикәгә алыҫтан уҡ күренгән был ауыл әллә ниндәй ят, яңы кеүек тойолдо. Ундағы кешеләр ҙә әллә ҡалайҙарҙыр, Айбикә барғас, уны барыһы ла һынарҙар, һөйләрҙәр, көлөрҙәр, күрергә килерҙәр, тикшерерҙәр инде. Эшкә егәрлеме; атлағанда ҡалай баҫа; тиҙ йөрөймө; аяғын һөйрәп баҫмаймы; һыуға барғанда көйәнтәһен ике яурынлап күтәрмәйме; һыулы силәктәрҙе ерҙән күтәргәндә сүкәйеп күтәрәме, әллә беләгенә алып күтәрәме; ялтанлап ҡарамаймы; ирҙәр алдынан арҡыры сыҡмаймы; ҡайнағаларынан тартына беләме, - быларҙың барыһын да тикшереп торасаҡтар. Хәҙер инде, ҡыҙ ваҡыттағы ялан баш йөрөү урынына яулығыңды сөя тартҡан көйө яңылыш ҡына ишек алдына сыҡһаң да, бөтә ауылға таралыр. Шуның өсөн хәҙер һәр аҙымыңды белеп баҫырға, һәр һүҙеңде уйлап һөйләргә, мөмкин тиклем ҡысҡырып көлмәҫкә тырышырға кәрәк. Был уйҙарҙан уның эсе бошоп китте. Янындағы кейәүе Юлдыбай ҙа ят, өс-дүрт көн эсендә генә күрешеп белгән кеше бит әле. Тик ул шулай ҙа был ят ауылға, күҙ күрмәгән кешеләргә ҡарағанда яҡыныраҡ та, һөйкөмлөрәк тә, артыҡ ҡырыҫ та түгел. Атын ҡыуа биреп, бер көй көйләп ҡуя, йә Айбикәгә һүҙ ҡуша:

- Бына беҙҙең ауыл ошо була инде, кәләш.

Айбикәгә был "кәләш" тигән һүҙҙе лә тәү башлап ишетеү ят, ауыр кеүек булды. Ул, быны ишеткәс, ҡапыл башын ҡалҡытып, кейәүенә ҡараны. Кейәүе:

- Бәй, һин әллә йоҡлап киткәйнеңме? - тип көлдө.

- Юҡсы, йоҡламаным...

Кейәүе, уның бойоғоп барғанын күргәс, тағы әүрәтергә, мәрәкә һүҙҙәр менән күңелен ауларға тырышты...

Айбикә, иҫтәлектәренең ошо еренә еткәс, ул ваҡыттағы үҙенең балалығына йылмайып ҡуйҙы. Унан һуң ауыр ғына итеп көрһөндө лә икенсе яғына әйләнеп ятты. Улай ҙа уның күҙен йоҡо алманы. Уйҙар туҡтаманылар. Тормоштоң үткән көндәр иҫтәлеге береһе артынан икенсеһе кәүҙәләнеп үтә торҙолар. Бына ул, килен булып төшөп, ике йыл торҙо. Ҡайны - Малбай ҡарт ҡартайған инде. Уның береһенән-береһе ваҡ әллә нисә балаһы булған булһа ла, уларҙың күбеһе үлеп бөткәндәр. Хәҙер уларҙың ике улы, бер ҡыҙы ҡалып, иң өлкәне Юлдыбай ине. Быларын да үҫтерергә байтаҡ көс кәрәк булғанға, йәй көнө бисәһе менән көтөү көткәндәр. Ҡыш көнөн аслы-туҡлы уҙҙырғандар.

Юлдыбай өлкәнәйгәс кенә, ҡарттың ҡулынан эш төштө. Ҡәйнәһе Фәғилә әбей ҙә, ҡарт булһа ла, әле ныҡ, таҙа, ҡышы-йәйе бер ҙә эшһеҙ тормай. Тире иләп, балаларына тун тегеп кейҙерә, аяҡтарына итек тегеп, ямап кейҙерә Ул арала башҡа кешеләргә лә эшләй. Яҙлы-көҙлө һарыҡ, ҡуй, дөйә йөндәре ҡырҡышырға, кәзә тарашырға байҙарға йөрөй. Шуларҙан эш хаҡы урынына алып ҡайтҡан йөндән балаларына шарфтар, бейәләйҙәр бәйләп бирә Айбикә өйҙәге бөтә эште эшләй. Йәй көндәре үҙҙәренең аҙ-маҙ игендәрен тиҙ генә йыйып алалар ҙа, өйҙә әбей менән бабайҙы ҡалдырып, бөтәһе лә ураҡҡа ялланып китәләр. Унан ҡара көҙһөҙ ҡайтып килмәйҙәр. Юлдыбай ҡыш көндәре лә кешегә ялланып эшләй ине.

Шулай итеп, көндө көнгә ялғап, бер һыйырҙың һөтөн, бер аттың көсөн ҡушып көн күреп ятканда, "гирман һуғышы" сығып китте. Бер-ике наборҙан уҡ Юлдыбайға ла сират етте - уны һуғышҡа ҡыуҙылар. Өйҙә эш кешеһе булып Айбикәнең ун өс йәшлек ҡәйнеше Әптерәк ҡалды. Ун алты йәштәге Сибәрҙе үҙҙәренең ауылына кейәүгә бирҙеләр. Шул йылы уҡ Әптерәй, Иҫәнғол байға бесән ташышҡанда һыуыҡ тейҙереп, ауырып ҡайтты ла, шул ауырыуынан тора алмай бер ай ятҡас, үлеп китте. Ҡарт менән ҡарсыҡ Айбикәгә генә ҡарап ҡалдылар.

Айбикәнең ҡайны менән ҡәйнәһе бар саҡтағы ғүмере арыу ғына үтте. Ҡайны тыныс, ҡәйнәһе бигерәк тә йомшаҡ күңелле һәйбәт әбей ине. Ул һәр ваҡыт Айбикәгә:

- Ҡарап ҡалғаныбыҙ һин инде, балам. Бындағылары бында үлеп бөттө, инде анау ут эсендә йөрөгән Юлдыбайҙа ни өмөт... Әллә, балки, һуғыштар туҡтап китһә, әйләнеп ҡайтып та килер. Батшаныҡын белмәҫһең, нишләйем тиһә лә, ирке бар, алла күңеленә рәхимдәрен һалмаҫмы, -ти торғайны.

Юлдыбайҙан тәүҙә хаттар йыш-йыш ҡына килһә лә, һуңға ҡарай бик һирәк килә башланы. Ҡайһы ваҡыттарҙа биш-алты ай хат килмәй китә ине. Был ваҡыттарҙа Фәғилә әбей волосҡа барып ҡайтҡан бер кешене дүрт күҙ менән көтә, ауылдағы улдары һуғышҡа киткән үҙ тиңе әбейҙәргә барып һорашып, илашып ҡайта. Ҡарт, көндөң-көнө буйы ҡайғыға күмелеп, өнһөҙ-тынһыҙ әбейҙең һөйләгәндәрен тыңлай ҙа тәрән көрһөнөп ҡуя ине.

1917 йылдың ҡар ҡатыш ямғыр, боҙлауыҡ яуып торған ырашҡылы яҙ көнө ине. Айбикәнең ҡәйнәһе:

- Килен, көндәр һалҡынайтып тора, төшкә һыуға ғына булһа ла күжә төйөп, бешереп алмаһаң булмаҫ, балам, бик ҡарын асты, - тине.

Айбикә, соландағы шаңдан бер өлкән туҫтаҡ бойҙай индереп, мейес артындағы ағас килене сығарып, бойҙайын ебетеп һалып, төйөп алды. Усаҡҡа ут тоҡандырып, ҡаҙанға бойҙайҙы һалып, ҡайната башланы. Ҡайны мөйөштә, ҡыптыр тунын ябынып, йоҡомһорап ята, ҡәйнәһе нуҡта ишергә ҡыл шөйкәләп ултыра ине. Ишекте ҡапыл асып, Ирмәт бабай ҡыҙы Хәтирә килеп инде. Әбей һиҫкәнеп:

- Атаҡ, балам, аҡрын, - тип әйтеп өлгөрмәне, ҡыҙ тынын алырға ла өлгөрмәне, ашыға-ашыға шатланып:

- Фәғилә инәй, һөйөнсө! Олатай, һөйөнсө! һөйөнсө! - тип ҡысҡырып ебәрҙе.

Өсәүһе лә урындарынан һикерешеп торҙолар.

- Ни бар, ҡыҙым, ни булған?

- Һөйөнсө, Айбикә еңгә! Ни бирәһең һөйөнсөһөнә, тиҙ бул, - тине Хәтирә һаман да һүҙен бирмәй.

- Йә, ни бар. Бер самауыр сәй үҙеңә, ни бар, әйт.

- Юлдыбай ағайым ҡайтты! Юлдыбай ағайым ҡайтты, әле генә баҙарҙан атайыма ултырып ҡайтты. Мин тәүләрәк йүгерҙем...

- Ысынмы, балам. Уй, балам, ысынмы?!

Улар, шулай итеп әлән-борхан булып, йүгерешеп сығырға ҡаталарын кейеп өлгөрмәнеләр - Юлдыбай менән Ирмәт ҡарт килеп тә инделәр.

Юлдыбайҙың өҫтөндә һоро шинель, башында иҫке бейек бүрек, аяғына өлкән ботинка өҫтөнән обмотка ураған. Ул, килеп ингәс үк, көлөп ебәрҙе, эсендә бер котелоктан башҡа бер нәмә лә булмаған тоҡсайҙы урындыҡ ситенә ырғытты ла ашыҡ-бошоҡ барыһы менән дә күрешергә тотондо.

Өй эсе шатлыҡ менән тулды. Юлдыбайҙың әсәһе, ҡыуанысынан бер илап, бер көлөп, күҙҙәрен күлдәк еңенә һөртөп:

- Хоҙайым, өнөммө, төшөммө! Хәбәрһеҙ-ниһеҙ бит әле, үлгәндер үк тигәйнем балаҡайымды, һаҡал ғынаһы үҫеп киткән, - тип һөйләнә-һөйләнә, уның арҡаһынан ҡағып яратты. Атаһының да ҡыуанысының сиге юҡ. Ул иламай, ә йыйырсыҡланған бите, нурһыҙ күҙе, тешһеҙ ауыҙы менән бер туҡтамай йылмая ине...

Тирә-күршеләр йыйылып киттеләр. Әллә кемдәр әллә кемдәрен һораша. Ирҙәр, әбейҙәр, Юлдыбайға яҡын ғына ултырып, ауыҙына инерҙәй булып һорашалар. Йәш һалдаткалар, урындыҡтың ситенә генә ултырып, тартынып ҡына ҡәйнәләренең ҡолағына шыбырлайҙар:

- Ҡәйнәм, улымды күрмәнеме икән, Юлдыбай ҡайнағанан һора әле...

Юлдыбайҙан өмөтһөҙ хәбәр ишетәләр ҙә баштарын түбән эйәләр, тамаҡ төбөнә төйөн килеп тығыла, күҙҙәренә йәш эркелә. Ҡайһы берәүҙәр өндәшмәй оҙаҡ текләп ултыра-ултыралар ҙа, Юлдыбайҙымы, әллә үҙенең йылдар буйы хәбәрһеҙ юғалған яҡын кешеләрен иҫкә төшөрөпмө, билдәһеҙ рәүештә:

- Баа-хыр ғына... - тип һуҙып ҡуялар. Балалары ҡайтмаған әбейҙәр ҙә:

- Ана, һау булғас ни, ситкә сәселгән ризыҡтарын йыйҙы ла ҡайтып та килде. Минең кескәйем дә шулай итеп ҡайтып килерме икән, әллә берәй ерҙә, күҙ генәһе тилмереп, үлеп ҡалырмы икән? - тиҙәр ҙә, йөрәктәрен өҙөп сыҡҡан күҙ йәштәренә быуылып, һүҙҙән туҡтайҙар. Ҡайһылары ялғап алып китә:

- Әллә инде, юл төштәре күрәм, бөгөн дә төшөмдә һәйбәт йылға буйында икәнмен, тием. Һәйбәт еҫле һабын менән күпертеп тороп битемде йыуам, имеш. Күбеге төптө бөтмәй икән, тием, шулайтып ҡына күреп ятҡанда, Зөлхизә уятып ҡуйҙы.

- Эй, ҡалай һәйбәт юл төшө, һин әле. Йылғаһы - юл, һабын күпереге ат тире бит инде. Ҡайтыр, алла бирһә, улыңдың юлы булыр...

- Үҙем дә шулай тип юрағайным, ни булыр инде...- Төш тыңлаусыларҙың барыһы ла өмөт менән йылмаялар.

Ул арала Юлдыбайҙан алдараҡ ҡайтҡан һалдаттар ҙа килеп инделәр.

- Йә, Юлдыбай! Ҡайттым, тиген, ә? Шулайтып батшаңды тәкмәстереп ҡайтып килдек шул. Һин ҡайҙан, Һамар аша ҡайттыңмы ни? Ә, улай булғас, юлда осрашырға тура килмәгән шул. Беҙ Байрам менән Һарытау аша килеп, Яйыҡ төшөп, шунан урап ҡайттыҡ...

Юлдыбай яуап бирә, үҙе лә һораша, береһенең һүҙен икенсеһе бүлеп, күреш-һораш, шатлыҡтар менән өй эсе геү итә. Өй эсе, ҡаҙандан сыҡҡан быу, тәмәке төтөнө, кеше тыны менән эҫеп, тынсып китте.

Ҡайтыусыларҙың күбеһе зәғиф. Ҡайһыһының бер ҡулы юҡ, ҡайһыһының аяғы аҡһаҡ, ҡай берәүҙәренең бармағы тупыс, ҡайһылары йүткерә, хәлһеҙ, ләкин йөҙҙәрендә өҙлөкһөҙ шатлыҡ, йылмайыуҙар...

Төрлө ваҡыттар, төрлө ваҡиғалар, һуғышҡа инеүҙәр, яраланыуҙар, больницала ятыуҙар, пленға төшөүҙәрҙе һөйләп киләләр ҙә барыһынан да яңы, барыһынан да ҡыҙыҡ булған батшаны төшөрөү, һуғыш туҡтау, ҡайтырға, тигәнде ишеткән саҡтағы шатлыҡтарға туҡтайҙар.

Петроградтан ҡайтҡан Хөсәйен үҙенең ҡыҙыҡтарын һөйләй:- Шунан, малай, Ленин заграницанан ҡайта, тигәнде ишеткәс тә, вокзалға уны ҡаршы алырға киттек. Ҡара ҡором кеүек, эшселәр, һалдаттар йыйылып киткәнбеҙ, матростар ҙа бар. Ленин бронабикка баҫып тороп һөйләп ебәрҙе, әй. Прәмә инде ҡыуанысыңдан ят та үл. "Завод - эшселәргә, ер крәҫтиәндәргә булһын. Батша төштө, ирек алынды, йәшәһен социалистик революция!" - ти. Беҙ, малай, кәпәстәрҙе һауаға ырғытып, "ура" ҡысҡырабыҙ. Ундағы шатлыҡтарҙы, ҡуйһаңсы инде. Хатта Ленинға барып әллә ниҙәр һөйләге килә.

- Һин Ленинды үҙең күргәнһең икән, улай булғас.

- Әй, күреүҙе әйтәһең, янына ғына, яҡын ғына барып ҡарап торҙом, күп булһа, бына минән алып ана Малбай олатайым тиклем генә булыр арабыҙ.

Барыһы ла ҡыҙығып ябырылалар.

- Йә, йә, ниндәйерәк кеше, мыҡты кәүҙәлелер инде ул.

- Военныйҙыр инде ул һиңә, Ленин булһын да.

- Юҡ, түгел, военный ҙа түгел, артыҡ мыҡты ла түгел. Урта кәүҙәле, яҫы маңлайлы, өлкән башлы бер кеше. Өҫтөндә лә пальтә генә, башындағы кипкәһен алып, ҡулына ҡыҫты ла һөйләй ҙә башланы. Әйтәм бит, ҡәҙемге бер кеше.

- Ҡуйсы, ысынмы?

Уларҙың йөҙҙәрендә шатлыҡ ҡатыш аптыраш тыуҙы. Ҡайһылары эстән генә: "Ни ысын булһын, Хөсәйен күргәнде һөйләй, тиһеңме шул", - тип уйланы.

Бисәләр үҙ-ара һөйләшәләр.

- Уныһы кем һуң ул, һөйләгәндәре? Күпте белә торған Хәбби ҡарсыҡ яуап бирә:

- Бына ошо һуғышты самай туҡтатыусы кеше, ти, ул. Батшаға ҡаршы сығып, уны төшөртөүсе лә шул булған, ти бит. Һалдаттарға һуғышмағыҙ ҙа-нитмәгеҙ ҙә, ҡайтығыҙ ҙа китегеҙ, һеҙгә бер нәмә лә булмаҫ, тип әйткән, ти.

Барыһы ла аптырашта ҡалды. Ҡайһылары аҡрын ғына:

- Берәй изге бәндәлер ул. Батша тиклем батшаға ҡаршы тел әйтә алырлыҡ булгас, буш кеше булмаҫ инде ул,- тип һөҙөмтәләп ҡуялар.

Икһеҙ-сикһеҙ яңы хәбәрҙәр...

Айбикәнең шул көндәге эсенә һыймаған шатлығы иҫенә килеп төштө. Юлдыбай ҡайтып төшөү менән, әйтерһең, өс-дүрт йыл күргән нужа, ҡайғы-хәсрәттәре бер юлы алып ташланды. Тағы ла шатлыклы көндәр башланды

Юлдыбай, ике тапҡыр яраланып, больницаға ингән, шулай ҙа зәғифләнеп ҡалмаған. Тик үтә ябыҡҡан да хәлһеҙләнгәйне. Ул ауылға советтар һайларға, байҙарҙың ерҙәрен, малдарын ярлыларға алырға, тағы әллә ниҙәр, әллә ниҙәр эшләргә тип, бер туҡтамай тотоноп китте. Ул ҡайһы саҡтарҙа ашап-эсергә лә ҡайтмай торғайны.

Айбикә уның һөйләгәндәренең ҡайһыһын аңлай, ҡайһыһын аңламай. "Инде һуғыш бөткәс, тик кенә ятһа ни була икән", - тип уйлай ине. Ул шул уйын бер нисә тапҡыр Юлдыбайға әйтеп ҡараһа ла, ул, көлә биреп:

You have read 1 text from Bashkir literature.
Next - Айбикә - 2
  • Parts
  • Айбикә - 1
    Total number of words is 4493
    Total number of unique words is 2240
    28.8 of words are in the 2000 most common words
    41.0 of words are in the 5000 most common words
    48.4 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Айбикә - 2
    Total number of words is 4487
    Total number of unique words is 2222
    28.5 of words are in the 2000 most common words
    41.5 of words are in the 5000 most common words
    48.1 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Айбикә - 3
    Total number of words is 4472
    Total number of unique words is 2111
    29.8 of words are in the 2000 most common words
    43.3 of words are in the 5000 most common words
    49.8 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Айбикә - 4
    Total number of words is 2904
    Total number of unique words is 1596
    33.1 of words are in the 2000 most common words
    45.4 of words are in the 5000 most common words
    52.4 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.