Тормош баҫҡыстары - 7

Die Gesamtzahl der Wörter beträgt 4090
Die Gesamtzahl der eindeutigen Wörter beträgt 2035
30.2 der Wörter gehören zu den 2000 häufigsten Wörtern
44.6 der Wörter gehören zu den 5000 häufigsten Wörtern
52.3 der Wörter gehören zu den 8000 häufigsten Wörtern
Jede Zeile stellt den Prozentsatz der Wörter pro 1000 häufigsten Wörter dar.
— Балам, былай ҙа торабыҙ бит әле, ниңә шул бы¬ғаса булмаған һүҙҙәрҙе һөйләргә? Үҙеңде харап итерҙәр, беҙҙе лә хәсрәткә һалырҙар... Беҙҙеңсә, тик торғаның би¬герәк тә яҡшы булыр ине... — тип уны өгөтләргә кереш¬теләр.
Ләкин Вахит үҙе хаҡындағы ошо ҡурҡытыуҙарҙы ишеткәндән һуң, үҙендә ҡурҡыу һәм борсолоу барлығын һиҙҙермәй:
— Ярай, һөйләһендәр, һеҙ юҡ өсөн борсолмағыҙ. Мин үҙ юлымды үҙем беләм. Ул чиновниктар халыҡты ҡурҡытып өйрәнгәндәр. Улар был ерҙәге аңһыҙлыҡтан файҙалана торһондар. Уларҙың ҡаршыларындағы көс¬һөҙҙәргә лә бер ваҡыт ишектәр асылыр, — тигән һүҙҙәр менән яуап ҡайтарып, боронғоса эшенә кереште.
ЙӘШЕНДӘР ИШЕ ГЕНӘ БУЛМАНЫ
1914 йылдың матур йәйендә, бөтә ауыл халыҡтары ҡырҙа эштә йөрөгәндә, ҡояш байышы яғынан ҡапыл ғы¬на ҙур болоттар сығып, ярты сәғәт эсендә ҙурайып, яҡты күктең яртыһын ҡаплап алды. Был болоттарҙың көслө диңгеҙ кеүек буталыуҙарынан, ҙур өйөрмә кеүек бер-береһенә аралашып сайҡалыуынан, йәшендәрҙең арлы-бир¬ле киҫеп ялтырауынан, туҡтауһыҙ күкрәгән йәшеңдәрҙең тауыштарынан бөтә халыҡ ҡурҡыуға төштө:
— Афәтле болоттар был, ҡаты боҙ яуып, күҙ терәп торған игендәребеҙҙе генә харап итеп китмәһә ярар ине!.. Бигерәк тә дауыллап килгән кеүек күренә. Ҙур аждаһа¬ларҙы Ҡаф тауы артына алып китергә килә торған¬дыр... — тип ҙур ҡурҡынысҡа төштөләр һәм шунда уҡ эштәрен ташлап, һәр береһе үҙҙәрен һаҡлау юлына кер¬ҙеләр.
Йәшенле ҡурҡыныс болоттар ә тигәнсе килеп етеп, көслө дауылы, беренсе талпыныуы менән үк, күп нәмә¬ләрҙе аҡтарып ташланы. Дауыл артынан күгәрсен йо¬мортҡаһы кеүек эре боҙҙар тупырҙап ергә төшөп, кире юғары күтәрелә биреп, тағы төшөп ер өҫтөн ҡыйнарға керештеләр. Сикһеҙ күп һәм ғәҙәттән тыш эре булған был боҙҙар бер сәғәт эсендә урылмай ҡалған бөтә иген¬дәрҙе тупраҡ менән аралаштырып үтеп китте.
Шул саҡлы һәләкәт килтергән ҡара болот үткәс, көн аяҙытты. Ауыл халҡы ауылға ҡайтып, бер афәтле ямғыр һәм һәләк булған ашлыҡтар хаҡында һөйләшеп тә бөт¬мәнеләр, волостан килгән кеше халыҡты йыйып:
— Герман һуғыш башлаған. ...нсе, ...нсе йылғы һал¬даттарға бөгөндән һуғышҡа барырға... — тигән хәбәрҙе иғлан итте.
Әле генә күрелгән ҙур афәттең хәсрәтенән ни эшләр¬гә белмәй торған халыҡҡа был ауыр хәбәр йәшенле бо¬лоттарҙан да ауыр тәьҫир яһаны. Ике, өс йыл элек кенә, әллә нисә йылдар батша хеҙмәттәрендә йөрөп ҡайтҡан¬дан һуң, тормоштарын рәтләргә керешкән, ауылдың бы¬на тигән әллә ни саҡлы таҙа эшсән егеттәре оҙатыусы¬ларҙың күҙ йәштәре аҫтында бер көн эсендә һуғышҡа ебәрелделәр.
Һуғышҡа оҙатылыусыларҙың оҙатылыуҙарына рәт¬ләп бер ай ҙа үтмәне, «фәлән кеше үлде, мин ранен бул¬дым...» тип ҡайғылы хәбәрҙәр яҙылған хаттар артынан һуғыштың ҙурайғандан-ҙурайыуы хаҡында хәбәрҙәр яуҙы.
Аяҡ-ҡулһыҙ булып ҡайтҡан, һуғыш майҙанында үл¬гән кешеләрҙең урындарын тултырып, снарядтарға аҙыҡ өсөн, яңынан-яңы мобилизациялар иғлан ителеп, ауыл¬дар күҙ йәштәре менән сыланғандан-сыланды. Ирһеҙ ҡалған тол ҡатындар, атаһыҙ ҡалған етемдәр, тәрбиәсеһеҙ ҡалған балалар менән донъя тулды, һуғыш ҡур-ҡыныстары, ундағы әҙәм балаларын ҡыра торған йәһән¬нәм ҡоралдары хаҡында йөрәктәрҙе ҡалтырата торған хәбәрҙәр таралып, һуғышҡа китеүселәрҙең иҫән ҡайтыуҙарынан өмөттәр өҙөлдө.
— Ниңә һуғышалар? Был һуғыш беҙгә ниңә кәрәк? — тигән сөәлдәр бирелһә лә, уның яуабын табыуҙан ғажиз булдылар.
Байлыҡ арҡаһында һуғышҡа китмәй, хәйлә менән тороп ҡалған кешеләрҙең шатлыҡ эсендә тороуҙары, уларҙың һатыу итеп, яңынан-яңы байлыҡ нигеҙҙәре ҡороуҙары халыҡтың аңлыраҡ өлөшөн, бигерәк тә эшсе¬ләрҙе, тағы уйға ҡалдырҙы. Ауыл халыҡтарының бала¬лары һуғышҡа китеп үлгән, аяҡ-ҡулһыҙ ҡалған йәки бөтөнләй хәбәрһеҙ юғалғандары:
— Бәхетле кешеләрҙең морондары ла ҡанамай, бында рәхәтләнеп торалар... Ә беҙҙең кеүек бәхетһеҙҙәрҙең аҡтыҡ балалары китеп, ҡайтмай юғалалар... — тип зарланыуҙарын арттырғандан-арттыралар. Өсәр балалары булған алтмыш йәшендәге ҡарт менән ҡарсыҡтар бер улһыҙ көйөнсә өй тулы етемдәр менән тороп ҡалдылар. Өс-дүрт балалы ҡатындар ирһеҙ ҡалып, балаларын тәр¬биә итеүҙән ғажиз булдылар. Фабрик-заводтарҙағы бына тигән эшселәр һуғыш майҙандарында үлеп, уларҙың ҡа¬тын, балалары урамға сығарылып ташландылар, һуғыш булған ерҙәр ҡан менән йыуылды... Ауылдар күҙ йәше менән сыланды.
Иҫән ҡалған эшселәрҙең һәм ярлы крәҫтиәндәрҙең сабырҙары төгәнде, асыуҙары ҡабарҙы. Был ҡәһәрле күренешкә берәр төрлө сик булыуын, быға сәбәпсе булған кешеләрҙең тонсоғоуҙарын теләргә керештеләр.
Ике йылдан да артыҡҡа һуҙылған был ҡанлы һуғыш, шул ике йылдан да артыҡ ваҡыт эсендә һис туҡтауһыҙ йәшен йәшенләп, күк күкрәп, ҡаты боҙ яуҙырып торған ҡара болоттарҙың ҡурҡынысынан да ауыр булды. Эш¬сән халыҡ был золомдоң, был ҡәһәрҙең бөтөрөлөүе мә¬гәр үҙ ҡулы менән генә мөмкин икәнлеге уйына төшөп, батшаның, уның генералдарының, губернаторҙарының — һәммәһенең, һәммәһенең үҙҙәренә дошман икәнлектәре¬нә иман килтереп, уларҙы сәнселдереү кәрәклеге юлына керҙеләр. Шул уй менән тиҙҙән нимә лә булһа берәр эш буласағын көтөргә керештеләр. Был ҙур теләктең тамы-ры әллә ҡайҙа булып, уның ялҡынлы ботаҡтары барған һайын үҫә, тарала барыуы хаҡындағы шатлыҡлы хәбәр¬ҙәр, ямғыр артынан күренеп ҡалған салауат күпере ке¬үек, ҡояшҡа ҡаршы ялтырап, күренеп-күренеп киткән¬дәй булды. Петроград, Мәскәү кеүек ҙур шәһәрҙәге эшсе ҡатын-ҡыҙҙарҙың һәм уларҙың балаларының асығыу тауыштары, уларҙың икмәк һорап урамға сығыуҙары бө¬тә ергә ишетелеп, йөрәктәргә беҙ менән сәнскәндәй бул¬ды, һуғыш ҡасаҡтары менән бөтә ер тулды. Ошо ҡыҙ¬ғаныс күренештәрҙән һуң икенсе бер көстөң ташып сы¬ғып, бөтә ҡара көстәрҙе баҫып китеүенә ҡаратылған өмөттәр артҡандан-артты, һуғыш яфаһынан ауырлыҡ¬ҡа төшкән, көнкүреше емерелгән һәр кемдең күҙе шул яңы сығасаҡ көстәргә йүнәлде.
БАШҠАЛАР МЕНӘН БЕРГӘ ВАХИТ ТА КИТТЕ
Һуғыш иғлан ҡылынғас та ...се, ...се йылдарҙағы һал¬даттарға яһалған беренсе мобилизацияла Вахитҡа ла һуғышҡа китергә тура килде. Уның был китеүе Ғәлләм ағай менән Фәүзиә еңгәгә боронғо ваҡытта һалдатҡа китеүенә ҡарағанда ла ауырыраҡ булып тойолдо.
Улар, бер яҡтан, ҡарт көндәрендә, көнкүреш эштәре¬нең бөтөнләй үҙ өҫтәренә йөкләнеп ҡалыуын, икенсе яҡ¬тан, берҙән-бер улдарынан айырылыуҙарын уйлап ҡай¬ғырыштылар, һис бер төрлө юл менән йөрәктәренән ташланып сығарылыуы мөмкин булмаған был хәсрәттә-рен Вахитҡа күрһәтмәй генә илаған күҙ йәштәре менән йыуып ташларға тырыштылар.
Вахит уларҙың йөрәктәрендә ҡайнашҡан хәсрәттәрен бик ныҡ һиҙеп, улар өсөн эстән ҡайғырһа ла, тыштан был ҡайғыны еңеләйтергә тырышып, үҙенең китеүен һалҡын ҡан менән ҡаршы алды:
– Әсәй, һеҙ ҡайғырмағыҙ, һуғышҡа киткән бер кеше үлә тигән һүҙ юҡ бит. Был юлы, һалдат хеҙмәтенә киткәндәге кеүек, әллә нисә йыл йөрөргә тура килмәҫ. Кем белә, бәлки, бер нисә айҙан ҡайтырға тура килер... — тип уларҙы йыуатыу өҫтөнә үҙенең һуғышҡа китеүе өсөн ҡайғырмағанын белдерер рәүештә:
– Элек, бер нәмә лә белмәгән-күрмәгән ваҡытта, һалдатҡа китеүгә ҡарағанда, хәҙерге китеү бер нәмә лә түгел. Хәҙер мин үҙемдең күргән-белгән ерҙәремә, таныш иптәштәрем янына барған кеүек барам. Шуның өсөн ҡайғырып, борсолоп торорға урын юҡ кеүек күрәм... — тип, үҙе башлап, кәрәк-яраҡтарҙы әҙерләргә кереште. Вахиттың шулай һуғышҡа китеүҙе һалҡын ҡан менән ҡаршы алып, үҙе әҙерләнергә керешеүе Ғәлләм ағай ме¬нән Фәүзиә еңгәнең ауыр хәсрәттәрен еңеләйтеп ебәргәндәй булды.
Оҙатыу бик ашығыс булғанға күрә, оҙатыусылар ме¬нән Вахит араһында иң кәрәкле һүҙҙәр ҙә әйтелеп бөт¬мәгән кеүек булып ҡалды. Ата-әсәләренең һәм Вахиттың ҡайғыларын уртаҡлашып, Вахит ағаһы менән иҫәнләшеп ҡалыр өсөн килгән Мәрйәм дә әйтергә уйлап килгән һүҙ¬ҙәрен дә әйтә алмағанға, уның ул һүҙҙәре шул ашығыс¬лыҡ эсенә кереп юғалғандай булды. Улар ошо ашығыслыҡ эсендә Вахитты оҙатып, уның иҫән-һау ҡайтыуын теләп, артынан ҡарап ҡалдылар.
Ауылдың бына тигән таҙа егеттәренән ҡырҡ-илле ке¬шенең бер юлы ауылдап сығып китеүҙәре, бөтә ауыл хал¬ҡының тип әйтерлек уларҙы күҙ йәштәре менән оҙатып ҡалыу күренештәре, хәҙер үк һуғыш сатҡылары төшөп, ауылды яндыра башлаған кеүек бер хәлгә килтергән ке¬үек булды.
Вахит һәм уның иптәштәре шәһәргә барыу менән, уларҙың кәрәк-яраҡтарын биреп, юлға сығарып та ебәр¬ҙеләр...
Хәҙер былар тейәлгән поезд элекке ваҡытта һалдатҡа алынып киткәндәге поезд кеүек әкрен йөрөмәй, бәлки һуғыш майҙанына тиҙерәк етеп, быларҙы тиҙерәк үлем тырнағына тапшырыу өсөн ашыҡҡан кеүек шәп бара ние.
Вахит юлда барғанда үҙен яҡшы хис итте. Башлап һалдат хеҙмәтенә барып ҡайтҡан ваҡытта, юлда күреп үткән шәһәр һәм ауылдарҙың күбеһен ҡарап барып, бо¬ронғо иҫтәлектәрен күҙ алдына килтерҙе. Уларҙы күреү менән, Нурый Сәғитовтың һөйләгән һүҙҙәре яңынан иҫе¬нә төшөп ҡабатланған кеүек булды. Киев шәһәрендә хеҙ¬мәт иткән сағында үҙе күреп үткәргән «шомло эҙ ҡал¬дырған төндәр», Беренсе май көнөндә эшселәр тарафы¬нан яһалған «яңы байрамдар», унда булған ҡанлы күренештәр берәм-берәм күҙ алдынан үтә башланылар.
Алпауыт баҫыуҙарындағы игендәрҙең, бер яҡтан, ма¬шиналар менән урылып, икенсе яҡтан, машиналар менән һуғылып гөж килеүҙәре, ул игендәрҙең шунда уҡ таҙар¬тылып амбарҙарға оҙатылып тороуҙары, йөҙәрләгән крәҫ¬тиән ирҙәр менән крәҫтиән ҡатын-ҡыҙҙарының янып-бе¬шеп шул эштәрҙе эшләп йөрөүҙәре, шулар менән бер рәттән үк һалам түбәле ауылдарҙың шаҡмаҡтарға бүле¬неп сәселгән ерҙәре өҫтөндә берәр ҡарт менән ҡарсыҡ¬тың йәки имсәк балаһын бәләкәй арбаһы аҫтына ултыртып, үҙе урып йөрөгән крәҫтиән ҡатынының ауыр күренештәре был ике тормош араһындағы айырмаларын, сәбәптәрен эҙләргә яңынан юл астылар.
Хәҙерге көндә Вахит үҙе лә элекке йылдарҙағы, һал¬датҡа алынып барған «боронғо Вахитлығынан» сығып, уңды-һулды айыра башлаған кеүек, уның менән бер эшелонда китеп барыусылар араһында ла шундай бай¬таҡ ҡына егеттәрҙең барлығы күренеп тора ине. Шуның өсөн хәҙер үлемгә ҡаршы алып барылған егеттер ҡурҡып-нитеп тормай, юғарылағы ике тормош хаҡында асыҡтан-асыҡ һөйләшеп барған ваҡыттары булды.
Баяр ерҙәрендә йөҙәрләгән крәҫтиәндәрҙең эшләп йөрөгәндәрен күргән саҡта ҡай берәүҙәр асыулы ҡатыш көлөп:
– Был баяр хәҙер үҙенең ҡатыны, балалары менән ағас күләгәһендәге еләҫ бер урында ғына ашап-эсеп ул¬тыра торғандыр инде!—тигән һүҙҙәрен әйтәләр. Улар¬ҙың шул һүҙҙәренән һуң тормош хаҡындағы фекер алы¬шыуҙар башланып китә ине:
– Меңәр дисәтинә ерең булһа, һин дә шулай торор инең...
– Уға ул ерҙәр ҡайҙан килгән һуң?
– Хоҙай биргәндер инде...
– Бында хоҙайҙың ни ҡатнашы булһын, ти?
— Белмәйем инде, уйлап ҡараһаң, аптырап китә¬һең...
— Ниңә аптырап торорға? Уларҙың ҡартаталарына батша тотҡан да бүләк итеп шул ерҙәрҙе биргән, шунан улар ергә хужа булып ҡалғандар. Әллә ниндәй бер гә¬зиттә шулай яҙғандар ине.
– Ә ул үҙе, беҙҙең кеүек, һуғышҡа ла бармай тор¬ғандыр әле?
– Ул ниңә һуғышҡа барһын, ти. Улар өсөн бында беҙ барабыҙ бит!
– Ниңә беҙ улар өсөн һуғышҡа барабыҙ?
– Бына бөтә хикмәт тә шунда инде.
—Сеү, ана тегенән беҙҙең һөйләшкәнде теге нәмә тыңлап тора...
— Тыңлаһа тағы? Беҙҙең һүҙ дөрөҫ бит...
— Дөрөҫөн дөрөҫ тә, шулай булһа ла бик ярап бөт¬мәй.
Һалдаттарҙың ҡай берәүҙәре араһында һөйләнгән был һүҙҙәргә төшөнөп өлгөрмәгән, хатта күңелдәре ме¬нән ҡаршы булған һалдаттар ҙа, ниңәлер, быларға ҡар¬шы төшмәйҙәр, хатта күбеһе:
— Бер яҡтан ҡарағанда, быларҙың һүҙҙәре лә дө¬рөҫкә яҡын шул... — тигән кеүек көлөмһөрәп уйға ҡала¬лар ине.
Поезд боронғо шәплеге менән алға бара. Алға барған һайын, фронтҡа оҙатылыусы һалдаттар тултырылған һәм һуғыш ҡоралдары тейәлгән поездар күбәйә, уларҙың һәммәһе лә, береһенән-береһе ашығып, ҡояш батышына ҡарап сабалар ине.
Фронт яҡынлашты буғай: бик күп ваҡыттар бер эҙ менән килгән эшелондар, төрлө яҡтарға китә торған ти¬мер юл тармаҡтары менән, төрлөһө төрлө юлдарға ке¬реп тарала башланы. Ғәскәр башлыҡтарының йөрөш-то¬роштарына ашығыслыҡ керҙе, һуғыш ҡурҡынысы аҫтын¬да ҡалған шәһәр һәм ауылдарҙан ҡасып сығып, былай килеүсе ҡасаҡтарҙың һандары барған һайын күбәйҙе.
Бына бер ваҡыт Вахиттар ултырған поезд ҙур бер станцияға килеп еткәс, үҙенең бынан да ары бара алма¬уын белгән кеүек иркен тын алып, бөтөнләй туҡтаны. Паровоз үҙе алып килгән ҡорбандарҙы тейешле урындарына еткергән кеүек быхылдап ары-бире йөрөргә ке¬реште.
Станция бөтөнләй һуғыш төҫөн алып шау-шыуға кү¬мелгән, үлем менән тереклек араһында торған бер ҡап¬ҡа хәленә әйләнгән ине.
Ҡараңғы төн булыуға ҡарамаҫтан, Вахиттар полкы менән башҡа полктарҙы станцияла оҙаҡ та тотмай, ти¬мер юлдан бер яҡ ситкә ҡаратып алып киттеләр. Улар ҡырҙар, урмандар араһынан киткән юл менән ҡараңғы¬лыҡ эсенә кереп юғалдылар.
Был ваҡытта ҡояш байышы яғындағы тәрән ҡараң¬ғылыҡтан һирәк-һирәк күк күкрәгән кеүек тауыштар ишетелә, һауала йәшен кеүек уттар ялтырап китә, әллә ҡайҙа бик йыраҡта күтәрелеп сыҡҡан янғындарҙың шом¬ло яҡтылыҡтары төнгө ҡараңғылыҡ эсендә күңелдәргә дәһшәт биреп торалар ине.
КӨТКӘНДӘН КҮП АРТЫҠ БУЛДЫ
Бығаса күҙҙәр күрмәгән, ҡолаҡтар ишетмәгән ҡот осҡос үлем ҡоралдары менән ҡоралланған, сикһеҙ күп һандағы ике көстөң бер-береһенә ҡаршы килеп бәрелешеүҙәре Вахитҡа ла, башҡаларға ла һуғыштың быға саҡ¬лы уйланып йөрөлгән дәрәжәнән күп ҡурҡыныс, көслө һәм дәһшәтле икәнен күрһәтте. Бәләкәй балалар саҡлы булған снарядтарҙың күҙгә күренмәй генә үлем тауыш¬тарын сығарып килеүҙәре, уларҙың ергә төшөү менән ярылып, әллә ни саҡлы ерҙе аҡтарып ташлауҙары, та¬уыштары менән тирә-яҡты тетрәтеп ебәреүҙәре һәм уларҙың төшкән урындарына тура килгән бәхетһеҙ һалдат¬тарҙың тупраҡ менән аралашып юҡҡа сығыуҙары, ямғыр урынына яуған пуляларҙың тура килгән кешеләрҙең тән¬дәрен үтеп, уларҙы боҙ һуҡҡан игеп кеүек яһауҙары был һуғыштан иҫән-һау сығыу өмөттәрен юғалтты, һауала осҡан аэроплан һәм цеппелиндарҙың, үлем йырҙары йыр¬лап, ҡаҙ бәпкәләрен эҙләгән төйлөгән кеүек, арлы-бирле осоуҙары һәр кемдең ошо үлем тырнағына эләгеү ҡур¬ҡынысын килтереп баҫтырҙы.
Һөжүм ваҡыттары булып, ике яҡтың ғәскәрҙәре бер-береһенә ҡаршы килеп һуғышырға тура килгән саҡтар¬ҙа, һәр кем үҙен һаҡлау уйына төшөп, нисек булһа ла ҡаршыһындағы дошманын элегерәк атып үлтереү юлын ҡарап, башҡаларҙы ҡыҙғаныу хисен күңеленән бөтөн¬ләй сығарып ташланы. Янында ғына үлем әсеһе менән һыҙланып ятҡан иптәшенең ауыр хәленә күҙ һалыуҙан, уның берәр тамсы һыу йәки берәр төрлө ярҙам һорап әйткән, үлем алдындағы һүҙҙәрен ишетеүҙән ваз кисеп, үҙ-үҙе менән мәшғүл була, үҙен генә ҡайғыртыу юлына төштө.
Шулай итеп, күңелдәр тупаҫланып ҡатты, кешеләрҙе ҡыҙғаныу, башҡаларҙың йөрәктәрендәге һыҙланыуҙарға ҡатнашыу кеүек сифаттарҙың һәр береһе юғалдылар.
Ҡапыл күтәрелеп сыҡҡан пожар үҙ тирәһендәге ке¬шеләрҙең һәммәһен дә үҙ тирәһенә йыйып, уларҙың бөтә уйҙарын үҙе менән мәшғүл иткән кеүек, был һуғыш та баштараҡ үҙенең ҡатнашыусыларын, шулар рәтенән Ва¬хиттың бөтә уйын үҙе менән мәшғүл итте. Һәр бер минут¬та ут аҫтында тороу, бер сәғәт тә рәтләп хәл йыймау, туҡтауһыҙ күкрәп торған туп тауыштары, умарта ҡорто айырғандағы кеүек, пуляларҙың һыҙғырыуҙары аҫтында бер алға, бер артҡа сигенеп, секунд һайын үлем көтөүҙәр Вахиттың күңелендә булған башҡа уйҙарҙы сығарып ташланы.
Бара торғас ул, шул ут эсендә йөрөргә күнегеп, төр¬лө ауырлыҡтарға өйрәнеп китте. Бик күп иптәштәре үлеп, бик күп иптәштәре ауыр ранен булып һуғыш са¬фынан юғалған ваҡыттарҙа, Вахит иҫән ҡалды. Бер аҙ¬ҙан һуң еңел генә ранен булһа ла, берәр аҙнанан тағы шул ергә килеп, боронғо, күҙе өйрәнеп, күңеле күнегеп бөткән эшкә кереште. Ул һуғыш күренештәрен, ундағы дәһшәттәрҙе күргән һайын, үткән, хәҙерге һәм киләсәк тормоштарын уйларға кереште. Окоп эстәрендә ятҡанда һәм башҡа ваҡыттарҙа ул элек мәҙрәсәлә ятҡан ваҡыт¬тарын, унда «Китабөлжиһад»ты уҡыған сағында «ка¬фырҙар» менән һуғыш сыға ҡалһа, үҙенең һуғышырға уйлап ғәйрәт ороуҙарын, хәҙрәттең мәнжәник тигән ҡо¬ралды һөйләгән замандарын, унан һуң һалдатҡа алынып китеүҙәрен, унда күргән төрлө ауырлыҡтарҙы һәм Нурый Сәғитов менән танышыуҙарын, Нурый һәм иптәштә¬ренең революция юлында ҡорбан булып та, үҙенең ул саҡта бер нәмә лә аңламай, һуңра уларҙың дөрөҫ юлда һәм ни өсөн шулай көрәшеп йөрөүҙәренең сәбәбен аң¬лап, үҙе лә шул юлға кереп, ауылға ҡайтҡас, Нәғим Әминев тигән уҡытыусы менән танышып, станауай при¬став тарафынан тикшерелеп тороуын берәм-берәм уйлап күҙе алдынан үткәрә башланы. Шуларҙы уйлағандан һуң ошо һуғыш, бындағы ҡырылыш һәм кешеләрҙең бер-береһен сәнсеш-атыштарын, быға сәбәп булған нә¬мәләрҙе уйлап, Киев шәһәрендә һалдатта сағында бул¬ған Май байрамдарының, ундағы эшселәрҙең ҡораллы көстәргә ҡаршы күтәрелеп сығыу дәрәжәһенә етеүҙәре¬нең хикмәттәрен бергә килтереп ялғап, был һуғышҡа ҡаршы булған асыуы барған һайын арта башланы.
Хәҙер уның асыуына, һуғышҡа ҡаршы булған фекере¬нә ҡушылыусыларҙың һәм:
— Был һуғыш беҙгә ниңә кәрәк?
— Беҙ кем өсөн һуғышабыҙ? Был немецтарҙың беҙгә ни дошманлыҡтары бар? Уларҙың да эшсе һәм крәҫти¬әндәрен, беҙҙе улар менән көсләп һуғышырға ҡушҡан кеүек, уларҙы ла беҙгә ҡаршы көсләп һуғыштыралар... Шуның өсөн беҙ улар менән дуҫлашып, һуғышты бөтөрөргә, винтовкаларҙы ысын дошмандарға ҡаршы тотор¬ға кәрәк... — тигән һалдаттарҙың һандары артҡандан-артты.
Эске Русиянан килгән һалдаттар ҙа боронғо рух, электәге дәрт менән килмәй, бәлки бик күбеһе:
— Беҙ ҡулға ҡорал ғына алайыҡ, унан һуң уны ҡай¬ҙа ҡаратырға үҙебеҙ белербеҙ... Хәҙер илдә рәт бөттө... Шәһәрҙәрҙә халыҡтар асығалар. Ауылдарҙа ҡарт-ҡоро, тол ҡатын һәм бала-сағаларҙан башҡа кешеләр ҙә ҡал¬май башланы. Ерҙәр сәселмәй, сәселгән ерҙәр урылмай ҡала... — тигән һүҙҙәрҙе шарран-яра һөйләп килә баш¬ланылар.
Төрлө шәһәрҙәрҙә ас ҡалған халыҡтарҙың икмәк һоpaп урамдарға сығыуҙары, эшселәр менән төрлө бәре¬лештәр булыуҙары, һалдаттарҙың башлыҡтарына ҡаршы тороп, эшселәргә атмау хәбәрҙәре береһе артынан икен¬сеһе килеп кенә тора башланы. Фронттың ҡай бер ерҙә¬рендә немец һалдаттары менән урыҫ һалдаттарының туғанлашыуҙары, шуның өсөн ҡай бер полктарҙың үҙ офицерҙарын атыуҙары фронт буйынса һуҙылған ҡыҙыл таҫ¬ма кеүек булып һуҙылып, һәр бер һалдат эштең ҡайҙа барыуын ысынлап аңлар дәрәжәһенә етте.
Вахит һуғыштың башынан бирле йөрөп, бөтә эштең нисек барыуын аңлап барғанға күрә, тиҙҙән ни ҙә бул¬һа ла берәр алмашыныу буласағын белеп, уның йөрәге шул алмашыныу дәртенә ысынлап ҡатнашыу дәрте ме¬нән ҡайнаша башланы.
НИМӘ БУЛДЫ ИКӘН?
— Нимә булды икән?
Һәр көн иртәле-кисле эре хәрефтәр менән баҫылып тарала торған «һуғыш хәбәрҙәре» тигән бюллетендар ике көндән бирле таратылыуҙан туҡталды. Төн-көн яңы хәбәрҙәр килтерә торған телеграф сыбыҡтары ике көн буйынса телһеҙ ҡалып, хәл йыйҙылар. Ике көн буйына тынлыҡта торған урамдарҙағы халыҡтар яңы өмөт ме¬нән яңы хәбәрҙәр көтә башланылар.
Ғүмерҙәре буйына ҡоллоҡта йәшәгән, үҙҙәренең күк¬рәк көстәрен һатып көн күргән, был ҡәһәрле һуғыштың тиҙерәк бөтөүен теләгән синыфтар бер хәбәрһеҙ көндәр¬ҙе алда, киләсәктә яҡты тормоштоң таңы төҫлө күреп, был тынлыҡ төҫтәрен хәйергә юранылар. Шуның өсөн уларҙың йөҙҙәренә алдағы яҡты көндәрҙең нурлы шәү¬ләләре төшкән кеүек булды.
Быларға ҡаршы булған синыфтар, ҡара груһтар был тынлыҡтан алда буласаҡ «шомло» төндәрҙе һиҙенеп, ҡолаҡтан-ҡолаҡҡа ғына һөйләшеп, әкрен баҫып йөрөй башланылар. Шуның өсөн хәҙер үк уларҙың йөҙҙәренә алда күрәсәк хәсрәттәренең ҡараңғы шәүләләре сыҡҡан кеүек булды.
Ике көндән һуң телеграф сыбыҡтары телләнеп: «Николай II тәхеттән төшөрөлөп, Псков шәһәрендә арестовать ителде...» — тигән яңы һәм сикһеҙ шатлыҡлы беренсе хәбәрҙе килтерҙе. Был хәбәрҙә Петроград эшсе¬ләренең һәм улар яғына сыҡҡан һалдаттарҙың баш күтәреүҙәре, шул һуғыштар арҡаһында Николайҙың иҫерек сағында тәхеттән ваз кисергә мәжбүр ителеүе, тәртип һаҡлап, «ватанды һәләкәттән һаҡлап ҡалыр өсөн» Ва¬ҡытлы хөкүмәт төҙөлөүе, ихтилалдың ни рәүештә булы¬уы, бынан һуң хөкүмәтте идара итеү тәртибе алмашыныу тураһындағы хәбәрҙәр ҡушылып, бөтә Русияны зыҡ ҡуп¬тарҙы.
– Николай төшөрөлгән!..
– Мең йыллыҡ Романовтарҙың тәхете емерелгән!..
– Бығауҙар өҙөлгән!..
– Эшсе, крәҫтиәндәргә иркен тын алырға юл асыл¬ды...
– Бынан һуң һәр бер халыҡ, һәр бер милләт тигеҙ буласаҡ!.. — тигән шатлыҡлы һүҙҙәргә:
— Бынан һуң баяр ерҙәре крәҫтиәндәргә бирелергә тейеш!..
–Фабрик-заводтар боронғо хужаларынан эшселәр¬ҙең үҙ ҡулдарына алынырға тейеш!..
– Йәшәһен хөрриәт! — һүҙҙәре ҡушылып яңғырай башланы.
Был һүҙҙәр өҫтөнә:
– Берләшегеҙ, бөтә донъя пролетариаты!..
–Бөтһөн һуғыш!..
— Бөтә власть Советтарға! — тигән лозунгылар таш¬ланып, эшсән халыҡтың йөрәгендә яңы революция утын ҡабыҙҙы. Ваҡ милләттәргә етәкселек итеү арзуһында булған ҡай берәүҙәр тарафынан:
— Йәшәһен милли-мәҙәни мөхтәриәт, — һүҙе тара¬тылды.
Төрлө синыф, төрлө фирҡәләр тарафынан үҙҙәренең тотҡан юлдары буйынса алдағы теләктәренә ирешеү уйы менән иғлан ителгән был лозунгылар тиҙ арала көрәш төҫөн алды.
ФРОНТ ТУЛҠЫНЛАНА БАШЛАНЫ
Революцияның көслө тулҡындары фронттың артынан ҙур көс булып барып бәрелде. Йөрәктәрендә электән ирек ялҡындары янып, революция булыуҙы көткән һал¬даттар был хәбәрҙәрҙе күптән көтөлгән ҙур эштәрҙең башланғысы, күптән ҡабыныуы көтөлгән янғындың ялҡындары кеүек ҡаршы алдылар.
Революция булыуҙы көтмәгән, уның мәғәнәһен аңлап өлгөрмәгән, батша кеүек батшаның, министрҙар кеүек министрҙарҙың урындарынан төшөрөлөп, ҡулға алыныуҙарын күңелдәренә лә килтермәгән һалдаттар, башта был эштәргә ғәжәпһенеп, аптырап ҡалған кеүек булды¬лар ҙа, эштең ысын, ваҡиғаларҙың дөрөҫ булыуҙарын белеп алғас, үҙҙәренең ҡаршыларындағы дошмандарҙың кемдәр икәнеп уйлап, революция яғындағы фирҡәләр артынан киттеләр.
Был хәбәрҙәрҙең беренсе килеп бәрелгән тулҡында¬ры уҡ фронттағы боронғо режимды үҙгәртте. Борон күк¬рәктәрен киреп, ғади һалдаттар араһында борондарын күккә күтәреп, уларҙан хеҙмәт иттереп йөрөгән башлыҡ¬тар шунда уҡ йөрөш-тороштарын үҙгәрттеләр. Йыуашланған, яҡшыланған, гүйәки, башҡалар менән иптәштәрсәрәк торған бер төҫкә керҙеләр.
Һалдаттарҙың ғади сукнонан булған погондары ме¬нән бер рәттән, офицерҙарҙың алтын мөйөшлө погонда¬ры ла өҙөлөп ергә ташланды, маңлайҙағы кокардалар йол¬ҡоноп ырғытылды, бөгөлөп-һығылып честь биреүҙәрҙең әһәмиәте үҙенән-үҙе бөттө.
Үҙ ғүмерҙәрендә ауыл сходтарынан башҡа йыйылыш күрмәгән, ундағы баҫыу кәртәләре тотоу, күпер төҙәтеү, яһаҡ йыйыу кеүек һүҙҙәрҙән бүтән һүҙҙәрҙе ишетмәгән һалдаттар, собраниеларға йыйылып, бығаса күңелдәре¬нә лә кертеп сығармаған әллә ниндәй мәсьәләләр хаҡын¬да һөйләшергә, әллә ниндәй комитеттар төҙөп, әллә ҡай¬һы шәһәрҙәрҙә буласаҡ съездарға үҙҙәре араһынан вә-килдәр һайларға керештеләр.
Элек уның һәр бер фарманы уҡылған ваҡытта честь биреп, тәғзим ҡылған батшаның тәхеттән төшөрөлөүе хаҡында ғына һүҙ бармай, бәлки уның насарлыҡтарын, илгә килтергән ауырлыҡтарын, тигеҙһеҙлек өҫтөнә ҡо¬ролған закондарын тәнҡит итергә, күптән түгел генә күргән саҡтарҙа йөрәктәр ҡалтырап китә торған ҙур ге-нералдарҙың, полковниктарҙың, хатта офицерҙарҙың ғә¬йептәрен асырға керештеләр.
Элек артыҡ күҙгә бәрелмәгән, ғүмергә түбән урын¬дарҙа хеҙмәт итеүҙән баштары сыҡмаған һалдаттар ара¬һынан собраниеларҙа, эштең нимәлә икәнен төплө төшө¬нөп, һис кемдән ҡурҡмай, хәҙер ниндәй юл тоторға те¬йеш икәнен ярып һала торған кешеләр сыҡтылар.
Ҡанлы һуғышты бөтөрөүгә йәки дауам иттереүгә үҙҙәренең тәьҫирҙәре барлыҡты күңелдәренә лә кертеп сығармаған һалдаттар речь һөйләүселәр ауыҙынан:
– Бөтһөн һуғыш!.. Бөтһөн юҡ урынға ҡан түгеп ке¬шеләрҙе әрәм итеүҙәр!..
– Беҙҙең дошмандарыбыҙ ҡаршылағы эшсе, крәҫтиәндәрҙән торған немец һалдаттары түгел, бәлки улар¬ҙың арттарында көн-төн рәхәттә торған эш башындағы кешеләр менән үҙебеҙҙең артыбыҙҙа, беҙҙең яҙмыштары¬быҙҙы ҡулдарында уйынсыҡ итеп, беҙҙең ҡандарыбыҙ өҫтөндә типтергән эш башындағы кешеләр — беҙҙең ысын дошмандарыбыҙ! — тигән һүҙҙәрҙе ишетеп, башта хайран ҡалдылар. Үҙҙәренең был көндәрҙе күрәсәктәренә, үҙҙә¬рен иҙеп килгән кешеләргә ҡаршы шундай ҡаты һүҙҙәр¬ҙе ишетеүҙәренә ышанмаған бер хәлдә ҡалдылар.
Тик шунда йөрөгән боронғо башлыҡтарҙың был йы-йылыштарға ҡаршы тора алмауҙарын, бында һөйләнгән һүҙҙәргә ҡаршы сығып бер һүҙ ҙә әйтә алмай, баштарын түбән эйеп, йөҙҙәре ҡарайып йөрөүҙәрен күргәс кенә был ваҡиғаларҙың төш түгел, бәлки ысын икәненә, һөйләүсе¬ләр килтергән дәлилдәрҙең дөрөҫлөгөнә ышандылар һәм үҙҙәренең революция арҡаһында үҙ яҙмыштары, үҙ тор¬моштары тураһында һөйләшергә хаҡлы икәнлектәрен белделәр.
Шулай итеп, революцияның яңы ғына бәреп сыҡҡан көслө тулҡындары ғәскәриҙәрҙең йөрәктәренә бәреп кер¬ҙе. Фронт хәлен йомшартып, уны икенсе төҫкә, икенсе дошмандар менән көрәшергә кәрәк икәнлек төҫөнә әйләндерҙе. Ҡаршылағы дошмандарға төҙәлгән ҡай бер ҡоралдар артҡа ҡаратылып ҡуйылды.
Вахит революцияның башланған көндәрендә фронтта ине. Ул был хәбәрҙәрҙе ишетеү менән, фронттағы һал¬даттарҙан был революцияның ни өсөн булғанын, батша¬ның ни өсөн төшөрөлгәнен белгән, аңлаған, электән шул эштәрҙең буласағын һиҙеп, революция булыу менән ҡабынып сыҡҡан һалдаттар яғына сығып, үҙе лә шулар¬ҙың береһе булып эшләргә, мәсьәләгә төшөнмәгән һал-даттарға был ваҡиғаларҙың сәбәптәрен аңлатырға ты¬рышты. Бигерәк тә бығаса был ваҡиғаларҙың булыуҙарын көтмәгән, ни өсөн батша төшөрөлөп, революция яһалыуын аңлап бөтмәгән татар һалдаттары араһында эш¬ләргә, уларға был эштәрҙе аңлатырға, башҡалар менән бер сафҡа теҙелеп, общий дошманға ҡаршы торорға кә¬рәк икәнеп төшөндөрөргә көсөн сарыф итте. Уның һүҙҙә-ре бик күптәрҙең күңелдәренә керҙе. Уның ысын күңеле менән революция яғында булып, бирелеп эшләүе, һал¬даттарҙың уға булған яҡшы ҡараштарын, ышаныстарын тағы ла арттырҙы. Уның шул ихласына, үҙҙәренең те¬ләктәрен үҙҙәре исеменән ҡайҙа булһа ла алып барып етештерә, бирә алыуына ышанған һалдаттар Вахитты N шәһәрендә буласаҡ съезға вәкил итеп һайланылар. Ул шул көндән башлап олуғ революцияның тулҡындары араһына кереп китте.
ИШЕКТӘР АСЫЛДЫ, БЫҒАУҘАР ӨҘӨЛДӨ
Иҙелгән синыфтар, хоҡуҡһыҙ йәшәгән милләттәрҙең күңелдәренә бик күп ҙур өмөттәр биргән, яҙғы ҡояш ну¬ры кеүек балҡып күренгән революция бер нисә айҙан һуң уҡ был өмөттәрҙе берәм-берәм юҡҡа сығарып, уның балҡып күренгән нурҙары ҡара таптар менән ҡаплана башланы. Ваҡытлы хөкүмәт тигән нәмәнең тирә-яғына алынған был таптар барған һайын күбәйеп, ҡараңғы кү-ләгәләрен тирә-яҡҡа таратыуҙарын арттыра, көсәйтә генә барҙылар. Эшсе, крәҫтиәндәрҙең һәм айырым ваҡ милләттәрҙең революциянан көткән теләктәре, алдағы көндә эшләнәсәк вәғәҙәләргә әйләнеп, берәм-берәм теге таптар аҫтында ҡалып юғала башланылар.
Батша һәм боронғо министрҙар төшөрөлөп, улар уры¬нына шуларҙың ҡойроҡтарынан бара торған кешеләрҙең эш башына менеп ултырыуҙарынан ғына революция бул¬мауын, бәлки иң мөһим мәсьәләләрҙе бөгөндән хәл ҡы¬лып ғәмәлгә ҡуйырға тейеш икәнен күтәреп сыҡҡан ке¬шеләргә ҡаршы:
— Хәҙер көслө «дошман» менән һуғыш заманы! Шул дошманды еңер өсөн беҙҙең бөтә көстәребеҙ берләшергә тейеш. Бына шунан һуң һәр бер мәсьәлә тыныслыҡ менән хәл ҡылыныр. Шуның өсөн айырым мәсьәләләр тураһын¬да баш ватып, халыҡтың берҙәмлеген юғалтырға ярамай. Был юл менән барыусылар халыҡтың да, мәмләкәт¬тең дә ысын дошмандары, — тигән һүҙҙәрҙе туҡырға ке¬рештеләр.
Һуғыштың бөгөндән бөтөүен, тыныс тормошҡа күсеү¬ҙе өмөт иткән кешеләрҙең ҡолаҡ төптәрендә:
— Һуғыш дауам итер. Итергә тейеш! — тигән һүҙҙәр яңғыраны.
Баяр һәм алпауыттарҙың ерҙәренә күҙ терәп торған крәҫтиәндәрҙең күҙҙәре алдында:
— Ер мәсьәләһе бик ауыр мәсьәлә, уны тыныс ва¬ҡытта ғына хәл ҡылып булыр. Әле бына алдағы дошман¬ды еңгәнсе һуғышырға кәрәк, — тигән һүҙҙәр һөйләнде.
Фабрик-заводтарҙы эшселәрҙең үҙ ҡулдарына алып, хөкүмәт ҡулына бирелеүен талап иткән һәм уның шулай булыуын көткән эшселәргә:
— Юҡ әле, иптәштәр, ашыҡмағыҙ, улай итергә иртә әле. Хәҙергә боронғо хужаларығыҙға эшләй бирегеҙ... — тип кукиш күрһәттеләр.
Нисә йөҙ йылдарҙан бирле иҙелеп, революциянан һуң камил хоҡуҡлы булыуҙы өмөт иткән ваҡ милләттәргә ҡарап:
— Милләт мәсьәләһе һуғыш бөткәс, учредительный собрание тарафынан ҡаралып, мәгәр шунда ғына хәл ителә торған ҙур мәсьәлә ул. Һеҙ хәҙер үк улай бик ҙур өмөт итмәгеҙ. Әле улай бик тиҙ генә иркенләп китмәгеҙ! Алдығыҙҙа боронғо бөйөк Русия икәнен онотмағыҙ,— тип алда буласаҡ туй өсөн хәҙер бейеп торорға ҡушты-лар.
Шуның өсөн һуғыш дауам итте. Ер-һыу — алпауыт¬тар, фабрик-заводтар байҙар ҡулында ҡалып, ваҡ мил¬ләттәрҙең теләктәре, арҡыры крест һыҙылып, сүплеккә ташланды.
Бына шунан һун иҙелгән синыфтар үҙ теләктәренең буй етмәҫ ергә эленеп ҡуйылыуын, үҙ яҙмыштарын үҙҙә¬ре хәл ҡылыу ишектәренең һаман да ябыҡ булып, эш бы¬лай барғанда, алдағы көндәрҙә был ишектең ныҡлы йо¬ҙаҡтар менән бөтөнләй йоҙаҡланып ҡуйылыуын ысынлап аңлай башланылар. Шуның арҡаһында талаш-тартыш һәм һүҙ көрәштереү барған һайып артты, низағ көсәй¬ҙе. Электән һәр нәмәгә һалҡын ғына ҡарап тороусылар ҙа үҙҙәрен ике-өс төрлө юлдың береһе менән барырға мәжбүр күрә башланылар.
Вахит барған съезда ла көн тәртибенә үҙәк мәсьәлә¬ләр итеп:
– Һуғышҡа ҡараш.
– Ер-һыу мәсьәләһе.
– Эшселәр мәсьәләһе.
кеүек шул көндәрҙең иң низағлы, талашлы мәсьәләләре ҡуйылған ине. Шуның өсөн съездың тартышлы, низағлы буласағы алдан уҡ мәғлүм булып, һәр кемдең йөрәге тибә, ҡыҙыу ялҡын менән ялҡынланып, ул ялҡындарҙың сатҡылары бәреп сығырға ғына торалар ине,
Съезға президиум һайлаған ваҡытта уҡ вәкилдәр араһында бер нисә төрлө ағым булып, һәр бер ағымдың башында тороусылары, һәр бер фирҡәнең үҙ теләген үт¬кәрергә тырышыусылары булғанлыҡтары мәғлүм булды.
Юғарылағы мәсьәләләр хаҡында мөзәкәрәләр баш¬ланғас, иң элек социал-демократтар, уның һуңында эсерҙарҙың вәкилдәре сығып, үҙ фракциялары исеменән, был мәсьәләләр тураһында ниндәй ҡарашта булыуҙарын һәм үҙ ҡараштарының дөрөҫ икәнен төрлө дәлилдәр ме¬нән иҫбат итергә керештеләр. Үҙҙәренең һөйләгән һүҙҙә¬ренең дөрөҫлөгө өсөн Маркстан, Плехановтан, Каутский һәм башҡа ғалимдарҙың һүҙҙәренән әллә ни саҡлы дә¬лилдәр килтереп, вәкилдәрҙең диҡҡәттәрен үҙҙәренә тар¬тып, был мәсьәләләрҙә үҙҙәре артынан барыу тейеш икә¬нен һөйләнеләр һәм шулай булыуына ышанғанлыҡтарын белдерҙеләр.
Вахит һәм иптәштәренә быларҙың һүҙҙәренең күбеһе дөрөҫ һәм шул һүҙҙәрен иҫбат итер өсөн килтергән дә¬лилдәре көслә кеүек күренһә лә, уларҙың ер-һыу мәсьә¬ләһен хәл ҡылыуҙы кисектерергә, күп эштәрҙе учреди¬тельный собрание йыйылғас ҡарарға һәм һуғышты һа¬ман алып барырға тигән тәҡдимдәре быларҙың күңелдә-ренә оҡшап бөтмәне. Ҡай берәүҙәр урындарынан ғына быларға ризаһыҙлыҡ күрһәтеп:
– Һуғышҡа үҙегеҙ барығыҙ!..
Sie haben 1 Text von gelesen Baschkirisch Literatur.