Тормош баҫҡыстары - 8
إجمالي عدد الكلمات هو 2687
إجمالي عدد الكلمات الفريدة هو 1382
32.6 من الكلمات موجودة في 2000 كلمة الأكثر شيوعًا
45.2 من الكلمات موجودة ضمن الـ 5000 كلمة الأكثر شيوعًا
52.2 من الكلمات موجودة في الـ 8000 كلمة الأكثر شيوعًا
– Беҙгә һуғыш кәрәкмәй!..
— Һеҙ буржуазия менән берләшеп эшләйһегеҙ!..— тип ҡысҡырһалар ҙа, уларҙың ҡысҡырыуҙары звонок шылтырауы менән баҫылып ҡалды.
Вахит һәм уның кеүек яңы фронттан килгән һәм бы¬ғаса бындай ҙур съезды, бындай оҫта итеп һөйләүселәр¬ҙе күрмәгән, күңелдәренән быларға ҡаршы сығып, үҙҙә¬ре әйтергә теләп тә көстәре етмәгән вәкилдәр быларға ҡаршы сығып әйтеүҙе көтә башланылар. Ләкин бындай оҫта һөйләүселәргә ҡаршы сығып та, быларҙың дәлил¬дәрен емереп ташлай торған кеше булырмы икән тигән шөбһәгә төштөләр.
Һуғышты туҡтатыу-туҡтатмау мәсьәләһе тикшерел¬гән мәжлес бигерәк тә ҡыҙҙы, фронттан килгән вәкилдәрҙең йөрәктәре урынынан сығырҙай булып тибә баш¬ланы. Был ваҡытта улар араһынан ҡай берәүҙәр:
— Бөтһөн эшсе, крәҫтиәндәрҙең ҡанын түгә торған һуғыш! — тип ҡысҡырғандарын һиҙмәй ҙә ҡалдылар һәм ошо теләктәрен дәлилдәр менән иҫбат итеп һөйләрлек бер груһтың сығыуын көтөргә башланылар. Бына шул ваҡытта рәис:
— Һүҙ Марковҡа бирелә, — тине.
Күҙҙәр вәкилдәр ҡаршыһына килеп баҫҡан, ябығыраҡ сырайлы, простой ғына кейемле бер кешегә терәлде.
Был Марков ине. Марков тирә-яғына ҡаранып алғандан һуң һалмаҡ, ләкин күтәренке тауыш менән:
— Иптәштәр!—-тип һүҙгә башланы.
Уның «иптәштәр» тигән һүҙенән үк бығаса һөйләнгән¬гә ҡаршы һөйләйәсәге мәғлүм булған кеүек булып китте.
— Иптәштәр! Беҙ хәҙер ҡан түгелеү, уға сик ҡуйыу, кешеләрҙе ҡырыу-ҡырҙыртыу мәсьәләһен бөтөрөү хаҡын¬да һөйләшәбеҙ...
Уның был һүҙе съезд өҫтөнә ауыр бер нәмә ташлаған йәки ҡапыл ғына күк күкрәп ебәргән кеүек булып китте. Бынан элек һөйләгән кешеләргә ҡаршы сығып, шундай ҡаты һүҙҙәр менән һүҙ башларлыҡ кеше йәки берәр фирҡә булыуын асыҡ белмәгән кешеләр, үҙҙәренең теләктәрен әйтә башлаған Марковтың һөйләй башлағанын күргәс, шатланып киттеләр. Ләкин «ул үҙенең һүҙҙәрен яҡшы ғына алып барып сығара алһа ярар ине» тигән шөбһәле бер теләктә ҡалдылар ҙа, уға ярҙам теләгән рәүештә ҡалҡынып ултырып, ауыҙынан сыҡҡан һүҙҙә¬рен көтөргә керештеләр.
Марков һүҙендә дауам итте:
— Иптәштәр, эшсе-крәҫтиәндәр! Һеҙ бында хәҙергә саҡлы һөйләүселәрҙең һүҙҙәренән уларҙың һеҙгә бөгөн¬дән хәл ҡылынырға кәрәк булған мәсьәләләрҙе алға һу¬ҙып кисектереү пәрҙәһе аҫтында ҡалдырырға теләүҙәрен күрҙегеҙ. Улар һүҙгә оҫталыҡ менән, эшсе һәм крәҫтиән¬дәр өсөн зарарлы булған юлдарҙы матурлап күрһәтеп, һеҙҙең күҙҙәрегеҙҙе ҡапламаҡсы, шулай итеп, һеҙҙең аяҡ-ҡулдарығыҙҙы бәйләп, буржуазия ҡулына бирмәксе булалар. Бында беҙ уларҙың шул хәйләләренә алдан¬май, уларҙың пәрҙәләре аҫтында ҡалмай, мәсьәләне үҙе¬беҙгә кәрәкле рәүештә хәл ҡылырға, бында үҙебеҙҙең теләктәребеҙҙе үҙебеҙгә кәрәк рәүештә үткәрергә, улар¬ҙың кемдәр өсөн тырышып, ниндәй синыфтың тирмәненә һыу ҡойорға тырышыуҙарын аңларға тейешбеҙ. Бигерәк тә уларҙың ҡанлы һуғышты, эшсе халыҡ өсөн бер тингә лә кәрәге булмаған ҡырылышты бөтөрмәү яғында булыуҙарынан һеҙ уларҙың кем артынан барыуҙарын яҡшы аңлағанһығыҙҙыр.
Уның ошо һүҙҙәре бөтөү менән, байтаҡ ерҙәрҙә көслө ҡул сабыуҙар һәм:
– Дөрөҫ, улар буржуазия артынан баралар... — ти¬гән тауыштар сыҡты. Марков һүҙендә дауам итеп:
– Уларса һуғышты дауам иттерергә, дошманды ең¬гәнсе һуғышырға тейеш булабыҙ. Улар һаман әҙәм ба¬лаларын бер-береһенең ҡандарын түгеүгә өндәйҙәр. Шу¬ның кәрәге өсөн янып-бешеп дәлилдәр килтерәләр. Беҙ уларҙан: «Беҙҙең дошмандар кем? Һуғыш кем өсөн, ни¬ңә кәрәк, тип тормайбыҙ», — тине лә, уларға ҡарап яуап көткән кеүек, бик аҙ ғына туҡтап торҙо. Шул ваҡыт Ва-хит янындағы һалдат Вахитҡа төртөп:
– Был бик дөрөҫ һөйләй... — тигән һүҙҙе шыбырҙаны. Ләкин Вахит уға:
– Тик тор, һуңынан һөйләшербеҙ, тыңлайыҡ әле, — тип, күҙен һөйләүсенән алмай ғына яуап бирҙе.
– Беҙҙең дошмандар кем? Беҙҙең дошмандар беҙгә ҡаршы ҡорал күтәреп һуғышырға мәжбүр булған не¬мец, йәғни уларҙың эшсе-крәҫтиәндәре түгел. Уларҙын артындағы капиталистар һәм үҙебеҙҙең Русиялағы бай¬ҙар, алпауыттар, фабриканттар! Шулай булғас, беҙ һуғыштың да кемдәр өсөн генә кәрәк һәм файҙалы икәнен белербеҙ.
Тағы ҡул саптылар.
— Дөрөҫ, уларҙың үҙҙәрен һуғышҡа ебәрергә кә¬рәк! — тип ҡысҡырҙылар.
Марков һүҙендә дауам итте:
— Бына бында һөйләүсе кешеләр, шул әфәнделәрҙең, мәнфәғәттәрен һаҡлар өсөн, шуларға ҡойроҡ болғап, беҙҙе һаман да ҡан түгергә өндәйҙәр, һуғышты дауам иттерергә теләйҙәр. Мин уларҙан: «Һеҙ кем артынан ба¬раһығыҙ? Ваҡытлы хөкүмәт тигән нәмәгеҙ кемдәрҙән тора? Унда дворяндар, алпауыттар, фабриканттар тү¬гелме? Һеҙ шулар менән ҡулға-ҡул тотоношоп барғанығыҙҙы һиҙәһегеҙме?» — тип һорар инем. Улар, әлбиттә, был һорауҙарға, «улай түгел...» тип әйтә алмаҫтар! Марковҡа ҡаршы тарафтан:
— Һеҙ большевиктар юлы менән бараһығыҙ, беҙ ва¬танды немец колонияһы булып ҡалыу һәләкәтенән һаҡ¬лар өсөн көрәшәбеҙ! — тип ҡысҡырҙылар.
Марков, уларҙың һүҙҙәренә көлөп ҡарағандан һуң:
— Дөрөҫ әйтәһегеҙ. Беҙ большевизм юлы менән бара¬быҙ һәм ниндәй юл менән барыуыбыҙҙы йәшермәйбеҙ... Беҙ немецтың эшсе-крәҫтиәне менән туғанлашырға, бы¬нан һуң туғандарса йәшәргә теләйбеҙ. Ә һеҙ уларҙың буржуазияһы юлынан бараһығыҙ, һеҙҙең ни төрлө, нин¬дәй нигеҙгә ҡоролған ватанды һаҡларға тырышыуығыҙ ҙа беҙгә мәғлүм, һеҙ «ватан» пәрҙәһе аҫтында капита¬листар, уларҙың мәнфәғәттәрен һаҡлау өсөн көрәшәһе¬геҙ. Бына беҙ һеҙҙең пәрҙәләр аҫтында шул нәмәләр ятҡанды бик асыҡ белгәнгә күрә, ғәфү итерһегеҙ, һеҙҙең юлдан бара алмайбыҙ, большевиктар фракцияһы исеме¬нән һуғышҡа ҡаршы икәнебеҙҙе әйтеп, бөтһөн ҡанлы һуғыштар! — тибеҙ һәм миллионлаған эшсе, крәҫтиәндәрҙең шул теләктә икәнлектәрен бик ныҡ төшөнөп, «Бер¬ләшегеҙ, бөтә донъя пролетариаты!» — тибеҙ.
Уның был һүҙҙәре, күптән шул теләктә йөрөп тә, әле һаман үҙҙәренең теләктәрен әйтә алмаған вәкилдәрҙең йөрәктәренә барып керҙе. Улар:
— Дөрөҫ, бөтһөн һуғыш!
— Йәшәһен бөтә донъяның берләшкән пролетариа¬ты! — тип ҡысҡырҙылар. Ҡаршы тарафтар ҙа тауыш ҡуптарғанлыҡтан, зал бер нисә минут гөрөлдәп торҙо. Бик күп кеше урынында ултырып сыҙай алмай урынынан ҡуҙғалды. Рәистең колокол шылтыратыуы күп тауыш аҫтында юғалып торҙо.
Ошо шау-шыу һәм Марковтың һөйләгән һүҙҙәре бик күп кешеләр тарафынан ҡул сабып ҡаршы алыныу, һу¬ғышҡа һәм элек һөйләгән кешеләрҙең тотҡан юлдарына ҡаршы ҡайнашып сығырға торған көстөң барлығын, ул көстөң яңы эҙ менән барып, власты эшсе, крәҫтиәндәр ҡулына алып бирергә тырышыуын бик асыҡ күрһәтте. Бығаса съездың барышын һәм әлегә саҡлы һөйләнгән һүҙҙәрҙең күп яҡтан көткән теләккә яуап бирмәүен кү¬ңелдәренә үҙләштерә алмай ултырған вәкилдәр, Марковтың реченан, уның бик ҙур шатлыҡ менән ҡаршы алыныуынан һуң иркен тын алып, мәжлестең дауамын кө¬төргә һәм үҙ-ара мөхәкәмә итергә керештеләр.
Марков өҫтәлдәге графиндан һыу алып эсте лә уры¬нына барып ултырҙы.
Унан һуң тағы берәү сығып, вәкилдәргә ҡарап баш эйҙе лә:
— Иптәштәр, минән элек һөйләгән Марков иптәш эш¬сән халыҡтың һуғышҡа ҡарашы нисек булырға тейеш булыуын һәм беҙҙең дошмандарҙың кемдәр икәнен һәм, улар артынан барып, ҡан түгергә ярамағанлығын ҡыҫҡа¬са әйтеп бирҙе. Ысынлап та, кем менән, ни өсөн һуғыша¬быҙ, йәки һуғышырға мәжбүр итәләр? Һуғыштың ни өсөн һәм кемдәр өсөн башланғанын эшсе, крәҫтиәндәр бел¬мәй ҙә ҡалдылар. Масса күҙенә, һуғышты немецтар башланы тип, һуғыштың сәбәбен немец халҡы өҫтөнә ауҙарып, беҙҙе уларға, уларҙы беҙгә дошман итеп күр¬һәтмәксе булдылар. Төбө-тамыры менән ялған был фе¬керҙе һаман да ысын күрһәтеп, һаман да һуғышты дауам иттермәксе, синфи дошмандарыбыҙ булған капиталис¬тар, имперпалистарға беҙҙе ҡорбан итмәксе булдылар. Бында һөйләүсе әфәнделәр, был ҡанлы һуғыш башлан¬ғас та, үҙҙәренең боронғо юлдарынан аҙашып, йәки ал¬дашып, һуғыш тарафында булыусылар булып, намыҫта¬рын һатҡан, һатлыҡ кешеләр икәне күренеп тора.
Ул был һүҙҙәрҙе әйткәс тә, тағы тауыш күтәрелде:
– Дөрөҫ, меньшевиктарҙың юлбашсылары һатылды¬лар...
– Әфәнделәр, хәҙерге һөйләүселәр ҡыҙып киттеләр.
Уның беренсе һүҙе үк:
– Беҙ әфәнде түгел!
– Тик кенә торорға икән! — тигән төртмәле тауыш¬тар менән ҡаршы алынды.
Һүҙендә дауам итеп:
– Һуғыш, әлбиттә, кәрәк нәмә түгел, ул хисапһыҙ күп зарар килтерә торған һәләкәт. Ләкин уны тыуҙырған нәмәне, йәғни сәбәптәрҙе, тик капиталистарға генә йөк¬ләтеп, башҡаларын бер яҡта ҡалдырып алданырға яра¬май. Немецтарҙың капиталистары ғына түгел, был һуғыш¬та бөтә халыҡтың мәнфәғәттәре ята. Улар киңәйергә, үҙҙәренең сикһеҙ юғары ҡуйылған техникаларына таянып, донъяға гегемон булырға, шул йөмләнән Русияны иҡтисади яҡтан да, башҡа йәһәттән дә үҙҙәренә бәйләп то¬торға теләйҙәр. Уларҙың һәммәһе лә ошо теләкте үҙҙәренә идея итеп алғандар. Улар беҙҙе еңмәй тороп, һуғыш¬тан ваз кисергә уйламайҙар.
– Һеҙ ҙә шулай уҡ еңмәй туҡтамаҫҡа теләйһегеҙ бит!—тигән һүҙҙәр ишетелеп ҡалды.
– Эсерҙар байҙар менән ҡосаҡлаштылар, — тигән һүҙҙәр сығыу менән бергә:
– Ялған! Һүҙен ҡайтарып алһын! Урам һүҙҙәрен һөйләмәһен!..
– Һеҙ һатлыҡ кешеләр артынан бараһығыҙ түгел¬ме?!
— Беҙҙә ватан намыҫы ҡайнай!
— Туҡта, хаин! — тигән тауыштар яңғыраны.
Бик оҙаҡ тауыштан һуң теге һөйләүсе тағы дауам итеп:
— Иптәштәр, был һуғыш кем өсөн файҙалы? Әлбит¬тә, бының сәбәбен белер өсөн пәйғәмбәр булыу кәрәк түгел. Хәҙер беҙ миллионлаған эшсән халыҡтарҙың ҡы¬рылып ятҡанын, улар артында бик аҙ ғына һанлы бур¬жуазияның кәйеф-сафа һөрөүҙәрен, уларҙың мәнфәғәттәрен һаҡлап ҡалыр өсөн, эшсән халыҡтың фронттарҙа ғазап сигеүҙәрен күрәбеҙ. Бына шуның өсөн «һуғыш ка¬питалистар һәм империалистар өсөн генә, улар теләге менән генә дауам итә» тибеҙ, беҙҙең өсөн кәрәк түгел, тип барабыҙ һәм: «Бөтһөн һуғыш!» — тип ҡысҡырабыҙ. Шулай, һуғыш улар өсөн генә файҙалы булғас, бындағы меньшевиктар һәм эсерҙар ни өсөн һуғыштың һаман да-уам итеүен теләйҙәр? Ниңә һуң капиталистар файҙаһы өсөн булған һуғышты йән тирҙәре сығып яҡлайҙар? Бын¬да беҙ һаман баяғы һүҙҙе әйтмәй үтә алмайбыҙ. Шуның өсөн улар аҙашалар йәки алдашалар, маска кейеп йөрөй¬ҙәр, тибеҙ.
Тағы зал шаулаша башланы:
– Һеҙгә немецтар аҡса бирәләрме әллә? – – Ул дөрөҫ әйтә!.. – – Бөтһөн һуғыш тарафындағы кешеләр!
– Дошмандарға ҡол булырға теләгән ҡурҡаҡтар? – – Дошман алдында баш эйәләр... – – Юҡ, һеҙ дошмандарға лакей булып йөрөйһөгөҙ? – – Улар байҙар тәрилкәһен ялайҙар!.. — тигән һүҙҙәр аралашып, мәжлестең тәртибе юғалды. Элек һөйләгән кешеләрҙең төҫтәре ҡасып, рухтары төшкән кеүек була БАШЛАНЫ. – Был хәлдәрҙе күргән Вахит һәм уның иптәштәре бар¬ған һайын күтәрелә барып:
— Һөйләһен, туҡтатмағыҙ! — тигән талаптарын әйткәнлектәрен һиҙмәй ҙә ҡалдылар.
Фронттан килгән вәкилдәрҙең ауыҙынан сыҡҡан был һүҙ залды яңғыратып ебәрҙе һәм, тауыш бер аҙ баҫыл¬ғандан һуң, һөйләүсе:
— Дөрөҫ һүҙҙе әйткәнгә кәйефегеҙ китмәһен ки, һеҙ¬ҙең кемдәр йырын йырлап, кемдәр артынан барыуығыҙ бик мәғлүм бит! Һеҙҙең юлбашсыларығыҙ буржуазия министрҙары менән ҡосаҡлашып эш алып баралар, һеҙ коалиционный хөкүмәт төҙөп, Милюковтар, пролетариат дошмандары булған Львовтар менән бергә барған Керенскийҙар, Черновтар, Церетелиҙар артынан бараһы¬ғыҙ. Бына шунан һеҙҙең кем өсөн тырышыуҙарығыҙ, нин¬дәй юл менән барыуығыҙ бик мәғлүм. Эшсе, крәҫтиән бер ваҡытта ла уларға ышанмаҫ, улар менән бергә бар¬маҫ, үҙ яҙмышын һеҙгә тапшырып ҡуймай, үҙҙәре асыҡ, пәрҙәһеҙ юл табыр. Уларҙың, быға етерлек көстәре бар, ҡоралдары ҡулдарында. Бөтһөн һуғыш! Йәшәһен капи-тализм ҡоллоғонан азатлыҡҡа алып бара торған кө¬рәш!..—тип һүҙен бөтөрҙө. Урындарҙан:
— Анархияға өндәй!
-— Баш-баштаҡлыҡ сығарырға, һәләкәткә алып ба¬рыу юлын күрһәтә!
– Юҡ! Беҙгә һуғыш кәрәк түгел!
– Ҡоралды ҡайҙа таба борорға пролетариат үҙе бе¬лер!
– Туҡтағыҙ, һалҡын ҡан менән мөхәкәмә итәйек! — тигән тауыштар күтәрелде.
Тауыш баҫылғандан һуң, тағы берәүгә һүҙ бирелде. Ул кеше һөйләй торған урынға килеп баҫҡас, һүҙҙе ҡай¬ҙан башлап алып китергә белмәй торған кеүек, тирә-яғына ҡаранып алғандай һуң:
— Һеҙҙең һүҙегеҙ буйынса, беҙ бөгөндән һуғыш бөт¬һөн тип немецтар алдында баш эйә ҡалһаҡ, бының нә¬тижәһе нимә булып сығыр ине? Һеҙ шуны уйлап ҡарай¬һығыҙмы? Әгәр ҙә һеҙҙеңсә була икән, Русия ғүмергә немецтарға һуғыш расходы түләүҙән сыға алмаҫ, бының бөтә ауырлығы эшсән халыҡ өҫтөнә төшөр ине.
Уның был һүҙҙәренән һуң:
– Бөтә ауырлыҡтарҙың эшсәндәр елкәһенә төшөүе мәғлүм инде!..
– «Аҡыллы» һүҙ әйтә...
– Һуғыш расходтарын һуғышҡа сәбәпсе булған ха¬лыҡтар түләрҙәр!—тигән тауыштар сыҡты.
Һөйләүсе һуғышты дауам иттереү тейешлеге хаҡын¬да бик оҙон һөйләргә теләһә лә, уның һәр бер һүҙе тип әйтерлек ризаһыҙлыҡ менән ҡаршы алынды. Ниһайәт, ул:
— Беҙҙе ҡай берәүҙәр Керенскийға эйәрәһегеҙ тип ғәйепләмәксе булалар, ә һуң улар үҙҙәре кемгә эйәрә¬ләр? Улар ҙа бит Ленинға эйәрәләр. Уның иптәштәре артынан барып, Русияла ихтилал яһамаҡсы булалар.
Уның был һүҙҙәре:
— Дөрөҫ, Ленинға эйәрәбеҙ!
— Буржуазия менән ҡосаҡлаша алмайбыҙ! — тигән һүҙҙәр менән ҡаршы алынды.
Унан һуң фронттан килгән бер вәкил сығып:
— Иптәштәр! Беҙ, өс йыл буйы ҡанлы фронтта һуғы¬шып, миллионлаған эшсе, крәҫтиән егеттәренең ҡырылыуҙарын, эшкә яраҡһыҙ булып ҡалыуҙарын күрәбеҙ. Беҙ уларҙың бала-сағалары етем ҡалып, кем ҡапҡаһына барырға, кемгә тилмерергә белмәй аптырап йөрөгәндә¬рен бик яҡшы беләбеҙ. Бындағы һуғыш әсеһен күрмәгән йәки аңларға теләмәгән ҡай берәүҙәр дошман менән һаман да һуғышырға өндәйҙәр. Беҙҙең ҡаршылағы немецтарҙы беҙгә дошман итеп күрһәтергә тырышалар. Беҙ хәҙер беҙгә ысын дошмандың кемдәр икәнен беләбеҙ. Немецтарҙың рядовой һалдаттары хәҙер һәр көн беҙҙең менән туғанлашып торалар. Улар ҙа был ҡанлы һуғыш¬ҡа сик ҡуйып, тыуған ерҙәренә ҡайтып, тыныс көн кү¬реү юлына кереү сәғәттәрен көтәләр. Бында һөйләгән иптәш Марков һәм башҡалар һуғыштың кем өсөн файҙалы булыуын, уның кәрәк түгеллеген бик яҡшы һөй¬ләп, беҙҙең әйтергә теләгән теләктәребеҙҙе әйтеп бирҙе¬ләр. Беҙ уларҙың һүҙҙәрен үҙебеҙҙең теләктәребеҙ итеп ҡаршы алабыҙ һәм:
— Бөтһөн һуғыш!
— Йәшәһен бөтә эшсән халыҡтарҙың берләшеүҙәре, тибеҙ, — тип һүҙен бөтөрҙө. Уның был һүҙҙәре һалдат вәкилдәре һәм башҡа бик күп кешеләр тарафынан ҡул сабып ҡаршы алынды.
Һуңра Вахит сығып ҡыҫҡа ғына һөйләгәндән һуң, үҙенән элек һөйләгән вәкилдең һүҙҙәренә ҡушылыуын, фронтта үҙен һайлаған иптәштәренең съезға сәләм әйтеп, һуғышты бөтөрөү теләгендә булыуҙарын иғлан итеп төштө.
Һөйләүселәр бөткәндән һуң, ике тарафтан резолю¬циялар керҙе.
Меньшевиктар менән эсерҙар Ваҡытлы хөкүмәткә ҡат¬нашып эшләү һәм уға ышаныс белдереү, һуғышты дауам иттереү яғында булдылар. Улар яғында күпселек булып, уларҙың тәҡдимдәре үтте.
Большевиктар фракцияһы исеменән кертелгән: Ва¬ҡытлы хөкүмәткә ышанмау, власты бөгөндән эшсе-крәҫ¬тиәндәр депутаттарынан ғибарәт советҡа тапшырыу, бө¬гөндән һуғышты бөтөрөү саралары күрелергә тейеш... — тигән резолюциялары үтмәне.
Съезд:
— Һуғышты бөтөрөү беҙҙең ҡулыбыҙҙа!
– Эшсе, крәҫтиән власты үҙ ҡулына алғанда ғына үҙ иректәре буйынса тора алыр.
– Буржуазияға ҡойроҡ булып йөрөүселәрҙең көндә¬ре оҙаҡ булмаҫ!
— Улар үҙҙәренең ысын йөҙҙәрен астылар!
— Исемдә генә эшселәр партияһында йөрөгәнлектә¬рен күрһәттеләр!..-—тигән һүҙҙәр аҫтында ябылды.
Вахит һәм уның иптәштәре юлда ла, ҡайтҡас та ошо хаҡта һөйләшеп, үҙҙәренең фронттағы иптәштәренә съездың барышы хаҡында доклад биреп, кемдәрҙең үҙ¬ҙәре яҡлы булып, эшсән халыҡтың мәнфәғәтенә хеҙмәт итергә әҙер икәнлектәрен төшөндөрҙөләр.
Фронтта эшсе, крәҫтиәндәрҙең революциянан көткән теләктәренең ҡағыҙ өҫтөндә генә йөрөгәне асыҡ беленде. Эш башында иҫке тормошто һаҡлау юлын тотоп, эшсе, крәҫтиәндәргә ҡаршы торған кешеләрҙең ултырыуҙары ныҡлап аңлашылды. Көрәш һәм һулға табан ауышыу көндән-көн үҫте.
Эшсе халыҡ, эш былай барғанда, аяҡ-ҡулдарына яңы¬нан бығауҙар һалынасағын бик асыҡ белеп, Ваҡытлы хө¬күмәтте ҡорал менән эш башынан ҡыуып, Октябрь ре¬волюцияһын яһаны. Октябрҙәге ҡанлы көрәштәрҙән һуң бөтә власть Советтар ҡулына күсте.
Фронт был алмашыныуҙы Интернационал йырлап ҡаршы алды.
«БЫЛ ШУЛ ТҮГЕЛМЕ?»
Октябрь революцияһы булып, «Берләшегеҙ, бөтә ил¬дәрҙең пролетариаты!» тип яҙылған ҡыҙыл байраҡтар¬ҙы ерҙең алтынан бер өлөшө булған киң Русияның һәр бер ҡараңғы мөйөшөнә ныҡлап ҡаҙар өсөн көн-төн ҡай¬нашҡан көндәрҙең береһендә, губерна шәһәрҙәренән бул¬ған N шәһәрендә ҙур манифестация булып, меңдәрсә халыҡтар йыйылған ҙур майҙанда речтар башланды.
Иң элек ҡаҡсараҡ, ләкин күҙҙәре дәрт менән балҡып торған берәү сығып һөйләргә кереште. Ул күкрәген ки¬реп, тирә-яғындағы меңдәр өҫтөнә ҡарап алғандан һуң, асыҡ тауыш менән һөйләргә кереште:
— Иптәштәр! Хәҙер Русияла власть буржуазия ҡу¬лынан көс менән алынып, пролетариат ҡулына күсте. Уны йәшәтеү, ҡыҙыл байраҡты тағы юғарыраҡ күтәреү беҙҙең өҫкә йөкләнде. Ҡанлы көрәштәр арҡыры власты үҙ ҡулдарына ала белгән эшсе, крәҫтиәндәр уны һаҡлай ҙа белерҙәр! Мәгәр Советтар власы генә ер йөҙөнөң эш¬сәндәрен берләштереп, иҙелгән милләттәрҙе, иҙелгән эшселәрҙе капитал тырнағынан, империалистар ҡоллоғо¬нан азат итәсәк. Бынан һуң иҙелгән эшселәр, быуаттар буйы йәберләнеп килгән шәреҡ эшсәндәре ер йөҙөнөң тигеҙ хоҡуҡлы ағзалары булып, күкрәк киреп, кешелек донъяһына ҡарап алға барасаҡтар! Хәҙер олуғ теләк¬тәргә барыуҙарҙың ишектәре асылды. Иҙелгән синыф-тарҙың ҡул-аяҡтарындағы бығауҙар сиселде.
Ул Совет власының тотҡан юлдары хаҡында шаҡтай оҙаҡ һөйләне. Уның һүҙҙәрен бүлеп ҡул саптылар, иң ахырҙа:
— Йәшәһен эшсәндәрҙең капиталға ҡаршы берләш¬кән көстәре! Бөтһөн һуғыш! Йәшәһен Октябрь револю¬цияһының етәксеһе булған Ленин һәм уның иптәштәре! — тигән һүҙҙәр менән речын бөтөрҙө.
Унан һуң тағы бер нисә кеше һөйләгәс, Интернацио¬нал йырланып, манифестация тарала башланы. Трибуна тирәһендәге кешеләр:
— Йәшәһен иптәш Сәғитов! — тип башта һөйләгән егеттең ҡулдарын ҡыҫтылар.
Сәғитовтың һөйләгән һүҙен йоторҙай булып баштан бирле тыңлап торған мөһабәт бер һалдат нимәлер иҫ¬кәргәндәй булып, Сәғитовҡа ҡарап торҙо ла: «Был шул түгелме икән?..» — тип уйға ҡалып, һөйләүсенең янына барҙы һәм:
— Һеҙ иптәш Нурый Сәғитов булаһығыҙ түгелме? — тип ҡулын ҡыҫып күреште.
Улар бер-береһенә текәлеп ҡарап торғандан һуң Сә¬ғитов:
— Эйе, Нурый Сәғитов булам, ә һин үҙең кем?
— Ә мин Вахит Йәғфәров. Әллә иҫеңдәлер, мин һал¬датҡа алынып барғанда, юлда осрашҡан инек. Киевта бергә хеҙмәт иттек, һине иҫке хөкүмәткә ҡаршы эшләүҙә ғәйепләп, ун йылға каторгаға хөкөм иткәндәр ине!
Сәғитов Вахитҡа ҡарап торғандан һуң:
— Хәҙер иҫкә төштө, таныным... Ул ваҡытта һин дә бит нахаҡ булһа ла эләгә яҙған инең... — тип кире кү¬реште.
Күптән айырылған ике таныш был көндәрҙе күреүгә шатлыҡтарын белдереп, бер аҙ һөйләшкәндән һуң кискә осрашырға вәғәҙә бирештеләр.
Вахит, Нурый Сәғитов менән тағы күрешеп:
— Мин һиңә беренсе осрағанда аңһыҙ инем. Тор¬моштоң төрлө баҫҡыстары арҡыры үтеп, хәҙерге көрәштең мәғәнәһен ысынлап аңланым. Бынан һуң үлгәнсе һи¬нең һәм бөтә эшсәндәрҙең сафында булып, пролетариат дошмандарына ҡаршы көрәшергә һүҙ биреп, шул юлда йөрөйөм. Хәҙер ... шәһәренә хеҙмәт менән барам. Бөгөн бында ваҡытлыса ғына төшкәндә һиңә осраным. Кис ос¬рашҡанда һөйләшербеҙ әле, хәҙергә хуш! — тип Сәғитовтың ҡулын ҡыҫты ла башҡалар менән бергә ҡыҙыл байраҡ артынан алға китте.
ЙЫЛДАР ҮТКӘНДӘН ҺУҢ
(Гәзиттәрҙә ошо һүҙҙәр яҙылып үтте)
1 — «...се рота командиры Вахит Йәғфәров Оренбург фронтында ранен булды».
1919 йыл.
2 — «...се бригаданың хәрби-сәйәси комиссары Ну¬рый Сәғитовҡа аҡтар менән көрәшеүҙә ҙур хеҙмәттәр күрһәтеүе өсөн Ҡыҙыл Байраҡ ордены бирелде».
1920 йыл.
3 — «...Нәғим Әминев виләйәт мәғариф комиссары итеп тәғәйен ителде».
1921 йыл.
4 — «...ауылынан Сөләймән бай Йәмилев тигән кеше аҡтар менән ҡасып киткән ине. Уның йорттары мәктәп һәм китапханаға бирелде».
1922 йыл.
5 — «Николай ваҡытында станауай пристав булып,, бөтә тирә-яҡты иҙеп торған Иван Васильевич Степанов тигән кеше аҡтар менән ҡасып киткән ине. Шул кеше хәҙер ҡайтып, ниндәй юл менәндер тирмәнгә мөдир бул¬ған. Ул һаман ярлылар менән насар мөғәмәлә итә. Был кешегә кәзә билете бирергә кәрәк».
«Төрткө»,
1927 йыл.
6 — «Мин, ... кантоны Сабит ауылының муллаһы Мәх¬мүт Камалетдинов, 1927 йылдың июненән башлап мул¬лалығымды ташлауымды һәм хоҡуҡлы граждан булыр¬ға теләүемде белдерәм».

لقد قرأت النص 1 من البشكيرية الأدبيات.