🕙 2-دقيقة قراءة

Башҡортостандың халыҡ шағиры Тимер Йосоповҡа – 70 йәш

إجمالي عدد الكلمات هو 306
إجمالي عدد الكلمات الفريدة هو 254
41.2 من الكلمات موجودة في 2000 كلمة الأكثر شيوعًا
52.5 من الكلمات موجودة ضمن الـ 5000 كلمة الأكثر شيوعًا
56.6 من الكلمات موجودة في الـ 8000 كلمة الأكثر شيوعًا
يمثل كل سطر النسبة المئوية للكلمات لكل 1000 كلمة الأكثر شيوعا.
  

Башҡортостандың халыҡ шағиры Тимер Йосопов хаҡында бер кәлимә яҙырға ниәтләгәс, Максим Горький тураһында замандаштары ҡалдырған бер хәтирәне иҫкә төшөрҙөм. Ул моряктар менән осрашыуға бара. Һүҙ бирелгәс, бер ни әйтә алмай һәм: «Һеҙгә арнап берәй хикәйә яҙырмын», – тигән һөйләм менән сикләнә. Тимер ағайҙы хәтерләтте миңә ошо ҡылыҡ. Ул да, ижады хаҡында уңлы-һуллы һөйләп, һәр ерҙә үҙен пропагандалап, әҙәпһеҙлек күрһәтеп, һәр урынға тығылып йөрөй торған әҙиптәрҙән түгел. Уның тураһында ижады, бигерәк тә шиғырҙары һөйләй. Шәхсән үҙемә һуғыш осорон күргән, унан һуңғы михнәттәрҙе үҙ иңендә татыған быуын вәкиленең тотош ил, халыҡ әсенеүен, һыҙланыуын халыҡсан образдар аша бирә алыуы яҡын.
 
Быуындары нығынмаған малайҙарҙың йәшәп өлгөрмәҫ элек ҡартайыуын, ҡатындарҙың һөйөү тулы күҙҙәренән һағыш, юҡһыныу, мәңгелек юғалтыу йәштәре тамыуын, ҙур яуҙан һуң ерҙең үҙенең яраларына түҙә алмай һыҡрауын күрәм, тоям Тимер ағайҙың шиғырҙарында. Салауат батырға, азатлыҡ рухына арналған шиғырҙары афоризм кеүек иҫтә ҡала. Кемдәр генә белмәй хәҙер «Тыуған йылы ғына була уның, үлгән йылы булмай батырҙың» тигән юлдарҙы? Гәзит-журналдарҙа тотош мәҡәләләр, махсус биттәр ошо юлдар менән аталды. Ә улар Тимер Йосоповтың тарихсыларға мөрәжәғәт, тотош халыҡҡа, кешелеккә өндәшеү рәүешендә яҙылған шиғырынан алынған.

Ошо көндәрҙә Башҡорт дәүләт филармонияһында Башҡортостандың халыҡ шағиры Тимер Йосоповҡа 70 йәш тулыу уңайынан, республика етәкселеге, йәмәғәтселек, ҡәләмдәштәре, матбуғат хеҙмәткәрҙәре, уҡыусылар уны бик ҙурланы. Шағирҙың әҫәрҙәре менән үрелеп барған кисә Тимер ағайҙың үҙе уҡыуындағы шиғыр менән тамамланды. Рәми Ғариповты үҙ остазы тип һанаған Тимер Йосоповтың ижадында ла рухи бунт, бөгөнгө менән килешмәү, иртәгәһе көн өсөн борсолоу, үткәндәр менән ғорурлыҡ тойғоһо ярылып ята. Шағирҙың шиғырын үҙенән дә һәйбәт уҡыған кеше юҡ, тигәнде ишеткәнем бар. Был һүҙҙәр, бәлки, бөтәһенә лә килешеп тә бөтмәйҙер, әммә Тимер ағай хаҡында әйтелгән төҫлө. Халыҡ шағиры шиғырҙарҙы әрнеп, һыҙланып яҙа һәм шул кисереш менән уҡый ҙа. Күңелдәге хис-тойғоноң тауышҡа сығыуы, күңел дөрөҫлөгөнөң һүҙ аһәңе аша яңғырашы ихлас, йылы ҡабул ителә. Ысын ижад шулай була торғандыр. Шағирҙың шиғырҙарына өҫтәп, бер ни әйтәһе түгел, уларҙы уҡырға, тетрәнергә, һиҫкәнергә, йылынырға ғына мөмкин.


2008

لقد قرأت النص 1 من البشكيرية الأدبيات.